+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Июнь 2020, 13:48

Яҙмышҡа яҙғандар. БЕР НИГЕҘГӘ – ИКЕ ҠАЙҒЫ.

Уларҙың донъяһы балҡып торған бер сәскә һымаҡ ине, тип хәтерләйҙәр ғаилә менән таныш булғандар. Нисә ҡарама, бергәләр, уҡырға булһынмы, картуф күмергәме, бесән сабырғамы, еләк-емеш йыйырғамы, күңелле итеп көлөшөп, уйнап сығып китәләр. Уҡыуҙа ла һәйбәт инеләр. 20 йыллап ваҡыт үткәс, мин уларҙың нисәү үҫкәндәрен дә хәҙер хәтерләмәйем. Ҡыҙҙарының береһе, Гөлгөнә исемлеһе, класташтары менән Өфөгә университетҡа уҡырға инергә китте. Тәүге йылды уҡырға инә алманы ул.

Яҙмышҡа яҙғандар.
БЕР НИГЕҘГӘ – ИКЕ ҠАЙҒЫ.
Был фажиғәле ваҡиға тураһында миңә күптән һөйләгәйнеләр. Күңелде әрнетеп, ҡайғы-хәсрәткә батырып, иҫкә төшөп тик тора. Байтаҡ ҡына был турала яҙырға кәрәкмәҫ, тип үҙемде ышандырып йөрөгәйнем, ләкин ошоға оҡшаш ваҡиғалар ваҡыт-ваҡыт ҡабатланып торғас, яҙырға кәрәк, тигән фекергә килдем. Яҙыусының яҙмышы шул: ул яҙғанды башҡалар уҡырға, фәһем алырға, яҡындарын һаҡларға тейеш. Исмаһам, кәңәш менән булһа ла.
Уларҙың донъяһы балҡып торған бер сәскә һымаҡ ине, тип хәтерләйҙәр ғаилә менән таныш булғандар. Нисә ҡарама, бергәләр, уҡырға булһынмы, картуф күмергәме, бесән сабырғамы, еләк-емеш йыйырғамы, күңелле итеп көлөшөп, уйнап сығып китәләр. Уҡыуҙа ла һәйбәт инеләр. 20 йыллап ваҡыт үткәс, мин уларҙың нисәү үҫкәндәрен дә хәҙер хәтерләмәйем. Ҡыҙҙарының береһе, Гөлгөнә исемлеһе, класташтары менән Өфөгә университетҡа уҡырға инергә китте. Тәүге йылды уҡырға инә алманы ул. Өйөнә ҡайтып, ата-әсәһе, яҡындары менән кәңәшләшкәндән һуң, быйылға Өфөлә эшкә урынлашырға, имтихандарға әҙерләнергә, киләһе йыл уҡырға инергә тейеш ине. Тәүге осор Гөлгөнә йыш ҡына ҡайтып йөрөнө. Егәрле, матур, яғымлы ҡыҙға ауылда битараф булмаған егет-елән дә байтаҡ ине. Тик ул үҙенең алдына ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ауылға ҡайтҡан көндәрендә клубҡа ла сығып тормай бер-ике көн була ла, кире баш ҡалаға юллана торғайны. Ауылда бит, үҙегеҙ беләһегеҙ, кешенең кейем-һалымына ҡарап фекер йөрөтәләр. Гөлгөнә ярайһы уҡ урында эшләгәндер, тип өмөт итергә ҡала, сөнки кейеме яңы, модалы һәм зауыҡ менән тегелгән. Баҙар тултырып һатҡан Ҡытай ширпотребы түгел. Һирәк ҡайтһа ла, яҡындарын ҡыуандырып, күстәнәсен дә, бүләген дә йәлләмәй. Тәртип яғы ла элекке һымаҡ тойола, эсмәй-тартмай. Ҡаланың үҙенә күрә ымһындырғыс мөмкинлектәре байтаҡ. Шуға алданып, уйын-көлөгә генә түгел, спиртлы эсемлектәр менән мауығып, үҙен юғалтыусылар аҙ түгел, ләкин Гөлгөнә ундайҙарға оҡшамағайны. Ҡайтып-китеп йөрөгәс, ауыл хәлдәрен даими күҙәтеп барам. Бер ҡайтҡанымда әсәйем бик күңелһеҙ ултыра.
– Нимә булды, әсәй? – тип һорауыма, күҙ йәштәре менән Гөлгөнә хаҡында һөйләп бирҙе.
– Ҡыҙыҡайыбыҙҙы үткән аҙнала алып ҡайтып ерләнеләр.
Гөлгөнәнең яҙмышы сәстәр ағарырлыҡ булған икән. Мин уны ғәйепләргә йыйынмайым, ундай хоҡуғым да юҡ, теләгем дә булмаясаҡ. Ошо урында уны аҡларлыҡ һүҙҙәр эҙләйем һәм табам. Үкенескә ҡаршы, беҙ балаларыбыҙҙы – ҡыҙҙарыбыҙҙы, улдарыбыҙҙы аяу белмәгән ҡала шарттарында йәшәргә яраҡлашырға, көрәшергә өйрәтмәйбеҙ. Ә был һулар һауа һымаҡ кәрәк. Һауа тигәндән, бер заман Бөрйәндән автобус менән килеп төшөп, Өфө урамдарының газлы һауаһын һулау менән, һушын юғалтып йығылған малай хаҡында һөйләгәйнеләр. Тәүге ишеткәндә мин быға ғәжәпләнеп, үҙем дә һиҙмәҫтән, көлөмһөрәп кенә ҡуйғайным, ә хәлдәр күпкә ҡатмарлыраҡ бит, төптән ҡараһаң. Балаларҙы алдан әҙерләргә, өйрәтергә кәрәк икән. Гөлгөнәнең аяныслы яҙмышы, уның үлеме яҡындары, ауылдаштары өсөн асылмаған сер, мәңге уңалмаҫ яра булып ҡалды. Ауылға ҡайтып йығылғанда хәле бик насар, әммә тере була әле. Район үҙәгендәге дауаханаға тиҙ арала гинекология бүлегенә һалалар. Аҙмы-күпме ысынға оҡшаған фараздарҙың береһе – ҡыҙҙы күмәк ир-ат көсләгән булыуы ғына билдәле. Медицина ярҙамы һуңлап күрһәтелеү сәбәпле, Гөлгөнә дауаханала йән бирә.
Ата әсәһенең, бер туғандарының ҡайғыһының сиге юҡ. Үкенескә ҡаршы, Гөлгөнә үҙенең ҡайҙа эшләүе, кемдәр менән аралашыуы, ни өсөн бындай үлемесле яралар алыуы хаҡында берәүгә лә әйтмәй.
Ҡыҙҙың ағаһы Ғүмәр ниҙәр кисергәндер, нимәләр уйлағандыр, хәҙер берәү ҙә белмәй. Егет, һылыуының үлеменән һуң, күп тә үтмәй, эшкә урынлашам, тигән һылтау менән, өйөн ҡалдыра һәм Төмәнгә йыйыныуы хаҡында әйтә. Ләкин Ғүмәрҙе эшкә урынлашыу түгел, яратҡан һеңлеһен юғалтыу ҡайғыһы үҙ аллы эҙләү башларға мәжбүр итә. Ул яҡындарына әйтеп тормай Өфөгә килә, һеңлеһенең яҡынса ҡайҙа йәшәгәнен, нимә менән шөғөлләнеүен асыҡлай. Хәҙер фараз итергә генә мөмкин, егет, күрәһең, нимәлер асыҡлағандыр. Кем белә, бәлки ғәйеплеләрҙе фашлау ҡурҡынысы ла булғандыр.
Бер нисә көндән ауылға: “Улығыҙҙы Сәскәле урамындағы мәйетхананан килеп алығыҙ” тигән хәбәр килә. Хәҙер шуныһы ғына билдәле, үҙенә үҙе ҡул һалған, аҫылынған, тип иғлан итәләр һәм эште ябып та ҡуялар.
Хәҙер Гөлгөнә менән Ғүмәр хаҡында ауыл зыяратында йәнәш торған ике ҡәбер генә хәтерләтеп тора.
Бына шулар минең һеҙгә әйтергә теләгән һүҙем.
Читайте нас: