+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Июль 2020, 13:37

Төндәлектәр. ХӨРМӘТЛЕ ҺӘМ ҠӘҘЕРЛЕ.

Тәүҙә ҡайҙан килгәндәрен белмәй инем. Рәжәп бабай менән Зөбәйҙә инәйҙең ике боронғо самауыры бар ине. Береһе – бәләкәй генә, ун-ун биш литрҙан артыҡ булмаҫ. Ләкин тиҙ ҡайнай, күмер төшөрөүгә 15-20 минут та үтмәй, тып итеп һике башына менеп тә ултыра. Хәҙер, хәтерләүемсә, был бәләкәй самауырға эш күп тура килә торғайны. Ҡайнап сығып бара, һикегә менеп, ҡунып, туңҡайыуына, тышҡа һөйрәкләп алып сығып та китәләр. Хәбәр һөйләшеп ултырған арала ҡасан һыуынып бөткәне, ҡасан ҡайнап сыҡҡаны һиҙелмәй ҙә ҡала ине. Бәләкәйенә ҡағылышлы миндә әллә ни һорауҙар ҡалмаған. Сөнки бабай менән инәйҙең ике-өс күнәк һыйҙырышлы тағы бер самауыры бар һәм ул олпат самауыр ҙур байрамдарҙа һәм туйҙарҙа ғына күренеп ҡала, күпселек осраҡта тәрән рәүештә йәшереп тотола һәм уның ваҡыт-ваҡыт күренгеләп ҡалыуы үҙе бер ваҡиғаға әйләнә торғайны.

Тәүҙә ҡайҙан килгәндәрен белмәй инем. Рәжәп бабай менән Зөбәйҙә инәйҙең ике боронғо самауыры бар ине. Береһе – бәләкәй генә, ун-ун биш литрҙан артыҡ булмаҫ. Ләкин тиҙ ҡайнай, күмер төшөрөүгә 15-20 минут та үтмәй, тып итеп һике башына менеп тә ултыра. Хәҙер, хәтерләүемсә, был бәләкәй самауырға эш күп тура килә торғайны. Ҡайнап сығып бара, һикегә менеп, ҡунып, туңҡайыуына, тышҡа һөйрәкләп алып сығып та китәләр. Хәбәр һөйләшеп ултырған арала ҡасан һыуынып бөткәне, ҡасан ҡайнап сыҡҡаны һиҙелмәй ҙә ҡала ине. Бәләкәйенә ҡағылышлы миндә әллә ни һорауҙар ҡалмаған. Сөнки бабай менән инәйҙең ике-өс күнәк һыйҙырышлы тағы бер самауыры бар һәм ул олпат самауыр ҙур байрамдарҙа һәм туйҙарҙа ғына күренеп ҡала, күпселек осраҡта тәрән рәүештә йәшереп тотола һәм уның ваҡыт-ваҡыт күренгеләп ҡалыуы үҙе бер ваҡиғаға әйләнә торғайны.
60-сы йылдарҙың икенсе яртыһында, “тимер ҡоршау”ҙың иң нығынған сағы, оло самауырға ҡарата мажараларҙы һәм талаптарҙы аңлар кимәлдә түгел инем. Беҙгә ҡунаҡ килергә тейеш. Әллә өс, әллә дүрт көнгә. Ҡунаҡ күрһәтеү булғас, тегендә-бында йөрөргә лә тура килә, ләкин төп көс төп өйгә, йәғни беҙгә, атай менән әсәйҙең иңенә төшә. Ғаилә ҙур булғас, ҡаҙан да шул сама. Тимәк, аш-һыуға ҡытлыҡ булмаясаҡ. Ә бына самауырға ихтыяж ҙур. Был эште беҙгә йөкмәттеләр. Йөкмәттеләр, тип Рәжәп бабайҙан алып килергә.
– Самауыр кәрәк, – тип өйҙәренә барһаҡ, ҡыуалап тигәндәй, ҡайтарып ебәрҙеләр.
Көндөҙ түгел, кис, ҡараңғы төшкәс, кеше-маҙар таралғас, хатта йоҡларға ятҡас, булһа, яҡшыраҡ. Хатта бөгөн дә түгел, ваҡыты еткәс, ҡунаҡтар килгән көндө. Ярай, төндә тигәс, төндә.
Ҡышҡы төн ҡараңғы һәм һыуыҡ. Күршеләргә килеп ишек ҡаҡтыҡ. Бабай сыҡты.
– Килдегеҙме? Хәҙер.
Мал һарайына ҡуша төҙөлгән келәт ишеген асты, ҡабаланмай. Тағы ла тирә-яҡты байҡап алды һәм шәмен тоҡандырып, эскә инеп китте.
– Йә, ҡәҙерлем, йә, хөрмәтлем, бында бер үҙең өшөп ултыраһыңмы? Мине көтәһеңме?
Беҙ үрелеп ҡарайбыҙ: кем менән һөйләшә икән? Бәй, берәү ҙә күренмәй, шикелле. Шәм яҡтыһында ҙур, бейек, киң нимәнеңдер күләгәһе сағылып ҡалды һәм юҡҡа сыҡты.
– Ергә төшөрмәҫкә! Ҡулда ғына тоторға! – тип һуңғы күрһәтмәләрен бирҙе бабай. – Ҡабаланмағыҙ!..
Беҙ киндер тоҡто һәм уның эсендәге ауыр һәм йыуан самауырҙы, уның хаҡында һүҙ барғанын төшөнгәнһегеҙҙер инде, ике яҡтан күтәреп, урамға атланыҡ.
Ҡунаҡ килде, кешеләр йыйылды, миңә лә эш табылды. Минең бурыс – иң яуаплыларҙың береһе – “хөрмәтле һәм ҡәҙерле” әлеге самауырҙы хеҙмәтләндереү, ҡайнап сыҡҡанын һағалап тороп, хәбәр еткереү һәм һыуын бушатҡандарын һағалап тороп, бабайҙың иң ҡәтғи талаптарының береһенә ярашлы, һыуынғанын көтөп алып, яңынан ҡайнатҡандарын көтөп тороу. Ҡунаҡтар ҡайтып киткәс, беҙҙең ҡылған ғәмәлебеҙ шундай уҡ шарттарҙа кире алып барып, хужаһына тапшырыу һәм бабайҙың самауырын яратып, иркәләп ҡаршы алыуының шаһиты булыуҙан ғибәрәт ине.
Бабайҙың ни өсөн самауырға һыуҙы һыуынғас ҡына ҡойорға кәрәклегенә яңыраҡ маҡтаулы һәм анһат “Тефаль” сәйнүгемдең эҫе эсенә һалҡын һыу ағыҙғас, тырҡ итеп үтә күренмәле һауыты айырылып сыҡҡас ҡына төшөндөм.
Ә быға тиклем, бер ун йылдар элек, бабайҙың самауырының беҙҙе ни өсөн үтә йәшерен шарттарҙа хеҙмәтләндерелеүенең серен белдем.
Утыҙынсы йылдарҙа Рәжәп бабай, хәлле һәм ныҡлы нәҫелдән, үҙ көсөнә таянып донъя көткән, етеш йәшәгән. Хәйер, ниңә алдайым, бабай бай йәшәгән. Өйөр-өйөр аттары, көтөү-көтөү һыйырҙары ғына түгел, ҙур табындар ҡороп ҡунаҡ саҡырырлыҡ ике-өс күнәк һыйышлы самауыры булған, “кулак” мөһөрө һуғылған һәм раскулачиваниеның талау, рәнйетеү һымаҡ барлыҡ кәмһетеүҙәрен кисергән. Бар ауыл йыйылып законға таянып ғаиләләрен талағанда һәм мал-мөлкәттәренән мәхрүм ителгәндә ни ғәжәп менәндер ошо ике самауырҙы ғына ҡотҡарып ҡалғандар. Әсәйем хәтерләүенсә, ҙур самауыр беҙҙең өләсәйҙең бәләкәй генә һарайыңын мөйөшөндә байтаҡ йылдар йәшереп тотолған, берәүгә лә күрһәтелмәгән, үҙе лә күмер һәм һыу күрмәгән килеш һаҡланған.
Коллективлашыу, Бөйөк Ватан һуғышы, 50-60 йылдар үткән, заман үҙгәргән, ләкин хакимдарға мөнәсәбәт шул килеш ҡалған – самауырҙы сығарырға ашыҡмағандар, түрәләрҙе белеп буламы, теге ваҡыт йәшереп ҡалынғанын ишетеп ҡалырҙар ҙа, тартып алырҙар.
Ара-тирә ҙур самауырҙың беҙҙең өйҙә шундай ҡәнәғәт йөҙ менән ҡайнап ултырыуының сәбәбе шунда – уны һаҡлап ҡалыу менән бәйле, игелеклелек билдәһе генә.
Яңыраҡ самауырҙы мәктәп музейында күреп ҡалдым. “Ҡулдан-ҡулға китте, йүнләп ҡайната белмәнеләр, эсенә һыу төштө”, – тинеләр. Уға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом. Эсенә ни өсөн һыу төшкәненә төшөнгәнһегеҙҙер инде. Эйе, һыуытмайса, һалҡын һыу ҡойғандар. Ә үҙе бик моңһоу һәм тормошонан ҡәнәғәт түгел һымаҡ. Теле булһа, ҡуҙ һалғандарын, күмер өҫтәгәндәрен, һыу ағыҙғандарын һағындым, тип әйтер һымаҡ. Шулай ҙа, эргәһенә килеп: “Эх, ҡәҙерлем, хөрмәтлем! Беҙҙең ваҡыт үтте шул”, – тип эстән генә һөйләнеп торҙом.
Ни өсөн яҙам? Самауыр менән осрашҡанда беҙ байтаҡ инек, береһе лә уның яҙмышын белмәй булып сыҡты. Хәҙер төшөндөрә белдемме инде?
Читайте нас: