-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Июль 2020, 18:35

Төндәлектәр. ҠАҘАН ДА, ҠАҘАН, ТИҘӘР... Беренсе киҫәк.

Күпме ҡырғыслап йыуһаң да, Ҡаҙан булып ҡала инде ул. Шул ҡалаға ымһынып, ауыҙ һыуҙарын ағыҙғандарҙы аңламайым. Күрҙем мин ул ҡаланы, теүәл ярты быуат элек. Белмәйем, директорыбыҙға нимә булғандыр, беҙҙе, уҡыу алдынғыларын, Ҡаҙанға – сәфәргә алып барырға ҡарар итте. 20 баланы бер үҙем генә ҡарай алмам, тигәндер, оҙатыусылар икәү булырға тейеш, тигән. Шуға, ярҙамсы итеп теләһә-кемде түгел, ҡатынын эйәртеп алды. Икәүләшеп ике ҙур тоҡ күтәреп килеп сыҡтылар һәм ГАЗ-51 әрйәһендә урын алдылар. Тәүҙә – район үҙәгенә, аҙаҡ Стәрлетамаҡҡа автовокзалға мажараһыҙ килеп еттек. Күмәк һәм балалар булыуыбыҙҙы иҫәптә тотоп, автобусҡа билетты сиратһыҙ бирҙеләр. Көн уртаһында ҡуҙғалған автобусыбыҙ күҙ бәйләнер алдынан ғына Өфө тауына үрмәләй башланы. ЛАЗ турист автобусының салондағы двигатель еҫен мин әле лә, илле йыл үткәндән һуң да, хәтерләйем. Сөнки юл буйына беҙ алмашлап тәҙрәнән баштарыбыҙҙы һоноп, иртән ашаған аштарыбыҙҙан мәжбүри рәүештә ҡотолоп барҙыҡ. Бер өлкән генә ағайҙың, беҙҙең интегеүҙәрҙе күреп, ошо автобус хаҡында түбәндәге һөйләгәндәре иҫтә ҡалған: “Был автобустарҙы хәҙер Украинаның Львов ҡалаһында йыялар икән. Уның заводы беҙгә, контрибуция сифатында, Германиянан тартып алынған. Немецтар унан элек “душегубка” тигән машина яһағандар.

Төндәлектәр.

ҠАҘАН ДА, ҠАҘАН, ТИҘӘР...

Беренсе киҫәк.

Күпме ҡырғыслап йыуһаң да, Ҡаҙан булып ҡала инде ул. Шул ҡалаға ымһынып, ауыҙ һыуҙарын ағыҙғандарҙы аңламайым. Күрҙем мин ул ҡаланы, теүәл ярты быуат элек. Белмәйем, директорыбыҙға нимә булғандыр, беҙҙе, уҡыу алдынғыларын, Ҡаҙанға – сәфәргә алып барырға ҡарар итте. 20 баланы бер үҙем генә ҡарай алмам, тигәндер, оҙатыусылар икәү булырға тейеш, тигән. Шуға, ярҙамсы итеп теләһә-кемде түгел, ҡатынын эйәртеп алды. Икәүләшеп ике ҙур тоҡ күтәреп килеп сыҡтылар һәм ГАЗ-51 әрйәһендә урын алдылар.
Тәүҙә – район үҙәгенә, аҙаҡ Стәрлетамаҡҡа автовокзалға мажараһыҙ килеп еттек. Күмәк һәм балалар булыуыбыҙҙы иҫәптә тотоп, автобусҡа билетты сиратһыҙ бирҙеләр. Көн уртаһында ҡуҙғалған автобусыбыҙ күҙ бәйләнер алдынан ғына Өфө тауына үрмәләй башланы. ЛАЗ турист автобусының салондағы двигатель еҫен мин әле лә, илле йыл үткәндән һуң да, хәтерләйем. Сөнки юл буйына беҙ алмашлап тәҙрәнән баштарыбыҙҙы һоноп, иртән ашаған аштарыбыҙҙан мәжбүри рәүештә ҡотолоп барҙыҡ. Бер өлкән генә ағайҙың, беҙҙең интегеүҙәрҙе күреп, ошо автобус хаҡында түбәндәге һөйләгәндәре иҫтә ҡалған: “Был автобустарҙы хәҙер Украинаның Львов ҡалаһында йыялар икән. Уның заводы беҙгә, контрибуция сифатында, Германиянан тартып алынған. Немецтар унан элек “душегубка” тигән машина яһағандар. Һуғыш ваҡытында совет балаларын киноға, циркка, экскурсияға алып барабыҙ, тип уның эсенә тыңҡыслап тултыралар ҙа, ярты сәғәттән урап килеүгә (йә, Хоҙа!) бер тере бала ла ҡалмай, тонсоғоп бөтә һәм уларҙы йылылай ғына яндырып бөтәләр икән. Фашистар еңелгәс, был заводта беҙҙекеләр автобус етештерә башлаған. Ләкин теге ҡәбәхәттәр, фашистар инде, салонға газ үтмәһен өсөн двигателдең ҡайһы тишектәрен тығырға икәнлектәрен әйтмәгәндәр. Шуға салонға газ үтеп инә. Өҫәүенә, уны хәҙер Львовтағы элекке фашист хеҙмәтселәре – бендеровсылар йыя, улар, киреһенсә, тишектәрҙе ямамай, уларҙы өҫтәштереп ебәрә икән”.
Беҙ, ауыл малайҙары, автобус тәҙрәһенән баштарын һоноп, балыҡ һымаҡ, ауыҙҙарын асып һауа һуларға ынтылған һабаҡташтарҙы күреп, юғарыла һөйләгәндәрҙең дөрөҫлөгөнә тамсы ғына ла шикләнмәнек. Һәр хәлдә, киләсәктә кемдеңдер табылырына һәм тишектәрҙең ямалырына өмөт иттек. Ә әлегә беҙҙе Өфө мәктәптәренең береһендә лә көтмәйҙәр. Ҡунырға урын эҙләп, тоҡсайҙарыбыҙҙы һөйрәп, байтаҡ йөрөргә тура килде. Ни ғәжәп менәндер, бер мәктәп ихатаһында, рәхмәт яуғырҙар, башҡортса һөйләшкән тауыштар ишетелде. Көтөүебеҙ менән шунда ябырылдыҡ һәм шуны белдек, Ишембай районы Әхмәр ауылынан беҙҙең һымаҡ сәфәр сыҡҡан уҡыусылар, бер директор, 19 ҡыҙ һәм бер малай Ҡаҙан яҡтарына ыңғайлаған икән. Шулар эргәһендә бер бүлмә буш, хатта бер нисә туҙған матрац артыҡ булып сыҡты. Аш-һыу тураһында хәстәрләгән кеше юҡ, общепит беҙҙең өсөн мәшәҡәтләнеп торманы, беҙ берәр һыныҡ икмәк һәм берәр телем дуңғыҙ ҡаҙыһы менән ашҡаҙаныбыҙҙы тынысландырҙыҡ. Ләкин был ваҡ-төйәктең беҙҙең өсөн иң бәләкәй һынауҙар икәнлеген әле беҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Хатта, һиҙмәй ҙә инек. Сөнки директорыбыҙ, иртән тороу менән, “Югалтып бөтерсез”, тигән һылтау менән, аҡсаларыбыҙҙы йыйып алды. Хәҙер беҙҙең ни өсөн Ҡаҙанға юлланыуыбыҙҙың сәбәптәренә төшөнгәнһегеҙҙер, тип уйлайбыҙ. Беҙгә иһә, аҡсабыҙҙы юғалтмаҫ өсөн һумдарыбыҙҙы иҫәпләп, һаҡлауға тапшырыу бурысы ғына ҡалды. Беҙ уны бик еңел башҡарҙыҡ, Әхмәтйән исемле һабаҡташыбыҙға күпкә ауырыраҡ тура килде. Атаһы, мәрхүм, йәне йәннәттә булһын инде, Мөхәммәтйән ағай, бик йомарт күңелле, ләкин һаҡсыл кеше ине. Улына аҡсаны, нисек әйтергә, туҡтағыҙ әле, бәлки ял итергә кәрәктер, етәр... Был хаҡта иртәгә белерһегеҙ.
1. 2 3 4 5
-------
Дауамын көнөндә уҡыр өсөн беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: