Төндәлектәр.
ҠАҘАН ДА, ҠАҘАН, ТИҘӘР...
Икенсе киҫәк.
Ҡайтҡансы юғалмаһын, теүәл ҡайтһын, тинеләрме икән, Әхмәтйәндең аҡсаһы ныҡ тегелгәйне. Өс малай өс яҡтан тороп ыштанының иң яуаплы еренән саҡ һүтеп алырға тура килде.
Иртән тороуыбыҙға директорыбыҙ, быларҙың аҡсаһы юҡ, әллә ҡайҙа китә алмаҫтар, тинеме икән, хәләл ефете менән ике тоҡтарын күтәреп, һеҙгә хәҙер поездға билет, сәйәхәткә путевка алабыҙ, тигән һылтау менән юҡ булдылар. Киске ҡараңғыға тиклем. Беҙҙең йәш, үҫеп килеүсе организмдар ҡараусыһыҙ ҡалғас, тамам үҙ-үҙҙәрен юғалтты, мажаралар һәм шуға өҫтәп ашарға эҙләй башланы. Тирә-яҡты байҡап сыҡҡас, шуға төшөндөк, урамда ҡараусыһыҙ үҫеп ултырған алмағастарҙың әлегә өлгөрмәгән емештәренән башҡа беҙҙе киләсәктә бер яҡшылыҡ та көтмәй. Ҡыҫҡаһы, беҙгә көнө буйына ҡаланың ошо өлөшө тирәһендә элмәңләп йөрөүҙән башҡа сара ҡалманы. Шул ваҡыт үҙебеҙҙән ирекле һәм мәжбүри алынған аҡсаларыбыҙҙан тыш ҡайһы бер һаҡсыл сәфәрҙәштәребеҙҙең үҙҙәренә аҙ ғына булһа ла аҡса ҡалдырыуҙары асыҡланды һәм уларҙың абруйы күҙ алдында күтәрелде. Рәхмәт яуғырҙары, үҙҙәре һатып алған икмәктән һәм печеньенан астар иҫәбенә өлөш сығарҙылар.
Кисен тоҡтарын күтәреп етәкселәребеҙ ҡайтып төштө. Тоҡтар әллә ни бушамаған, ә билет иртәгә кискә генә алынған. Әйткәндәй, күршеләребеҙ, Ишембайҙар, көнөндә үк Ҡаҙан яғына ыңғайланы.
Иртәгәһен беҙҙе тимер юл вокзалына килтереп бер мөйөшкә өйөрөп ҡуйғандан һуң директорыбыҙ беҙгә тәртип, ситкә китмәү, юғалмау, бәләгә тарымау хаҡында байтаҡ мәтриләгәндән һуң ярҙамсыһы һәм тоҡтары менән тағы юҡ булды.
Был осор Өфө тимер юл вокзалында ғәйәт ҙур ремонт эштәре башланғайны. Иҫегеҙгә төшөрәм, был 1970 йыл ине. Йәй уртаһындағы вокзал ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтеп тора. Килеүселәр, китеүселәр, оҙатыусылар, йүнәтеүселәр һәм беҙең һымаҡ “асыҡ ауыҙ”ҙар үҙ-ара уҡмашҡан һәм һәр береһе үҙ маҡсаты менән, алда нимә көтөрөн белмәй, йәшәү өсөн көрәшә.
Әйткәндәй, ремонт хаҡында. Миңә ҡалһа, шул йылдарҙа башланған ремонт эштәре Өфө вокзалында, бына хәҙер нисәмә йыл инде, дөрөҫөрәге, ярты быуат ҡыҫҡа-ҡыҫҡа тәнәфестәр менән дауам итә һәм әле лә уның осо-ҡырыйы күренмәй. Матбуғатта 35 йылдан ашыу эшләү дәүерендә вокзалыбыҙ хаҡында нисәмә мәҡәлә, яңғырауыҡлы рапорттар, миллиард һумдар хаҡында ниндәй генә мәғлүмәттәр уҡыманым һәм ғәжәпкә ҡалманым. Хәйер, йүнәтеү эштәре әле лә дауам итә һәм уға мөнәсәбәте булған кешеләр өсөн ул бик табышлылыр, тигән фекерҙәмен. Ҡаршылығым юҡ, Рәсәй Тимер юлдары иң фәҡир ойошмаларҙан түгел, бөлмәҫ.
Ә беҙ ремонт эштәренең иң уртаһында ҡайнап ятабыҙ. Ашарға түгел, эсергә һыу юҡ. Мохтажлыҡ эҫе июнь башындағы вокзалдан беҙҙе тышҡа, эргәләге ағастар араһына, ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Беҙҙең ҡыҙҙар нығыраҡ бит инде, уларҙың бер нисәүһе эстә тороп ҡалды. Йәнәһе, директорыбыҙ килеп сығып, беҙҙе таба алмай ҡайтып китмәгәйе. “Ҡайтмаҫ, – тинеләр белгәнерәктәр. – Тоҡтарын ҡосаҡлап, бер баҙар мөйөшөндә тораларҙыр әле”.
Поездға билет киске һигеҙгә, тинеләр. Һуңлап ҡына ҡуймаһалар, ярар ине. Юғиһә сәфәребеҙ өҙөлөп, танауҙарыбыҙ төшөп, ауылға ҡайтып төшөүе ниндәй оят! Ҡаҙанға киттеләр, тип ярты ауыл оҙатып ҡалһын да, уларҙың өмөт-ышанысын аҡламай ҡайт инде!
Шул ваҡыт беҙҙең эргәгә, ҡыуаҡлыҡҡа, бер егет килеп һырылды. Ә уның – үҙ мәшәҡәттәре. Ҡыҫҡаһы, бик ауыр һөйләшә, дөрөҫөрәге, һөйләшә белмәй. Күберәк ым һәм бармаҡ менән аңлатырға ынтыла. Арабыҙҙа иң өлкәне – Нурфәйез, ауылыбыҙҙың иң егәрле, уңған, сибәр егеттәренең береһе, үҙе килеп, аҡыллы һәм һабыр, егеткә нимә кәрәклегенә төшөндө. Анау барактың икенсе ҡатындығы мөйөштәге бүлмәлә әлеге егеттең һөйгән ҡыҙы йәшәй икән. Егет шуны күрергә теләй, ә уның хәлен белгән ата-әсәһе ҡыҙҙы егет менән осрашыуҙан тыя. Шайтан алғыры, беҙ асбыҙ, һыуһағанбыҙ, аяҡ осонан ғына шалтырлап уңға-һулға трамвайҙар үтеп йөрөй, ә уға ҡыҙ кәрәк. Егет Нурфәйезде теге ҡыҙҙы саҡырып сығарыуын үтенә икән. Ағайыбыҙ үҙенең танауы еҫ һиҙә башлаған саҡтыр, ләкин егете ҡыҙының исемен әйтә алмай һәм уны нисек саҡырырға белмәй. Шул егет менән йонсой торғас, ярты көнөбөҙ үтеп тә китте. Кис етте, ҡояш байырға итә, поездға билетыбыҙҙың Мәскәү ваҡыты менән тамғаланғаны асыҡланды. Тимәк, ике сәғәт өҫтәп көтөргә. Ләкин беҙ, түҙемле халыҡ, күндәм генә ике тоҡ күтәргән ир менән ҡатынды көтәбеҙ.
Әле лә күҙ алдымда. Бәлки хәтерләүселәр барҙыр, туҡтауһыҙ уңға-һулға үтеп тороусы трамвайҙар туҡталышы тимер юл вокзалы тәңгәлендә генә, өҫтәрәк ине. Ошо ваҡиғанан һуң бер тапҡыр ҙа үткәнем булманы, хаталаныуым да бар. Туҡталыштан уҡ өҫкә табан таш баҫҡыстар күтәрелә һәм байтаҡ ара биләй. Ә туҡталыш эргәһендә, өҫтә, бәләкәй генә күҙәтеү майҙансығы һымаҡ урын бар. Беҙ шунда Наил, Әхмәтйән һәм мин тоҡтарҙы көтәбеҙ. Сөнки Мәскәү ваҡыты ла сығып бара, һанаулы минуттар ҡалды, беҙ борсолабыҙ, ә беҙҙе сәфәргә алып сығыусыбыҙ юҡ. Һәр трамвайҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Шул ваҡыт Әхмәтйән дуҫым: “Ана, директор абый!” – тип күрһәтте һәм мин баштар диңгеҙе өҫтөндә ике тоҡтоң сайҡалыуын аңғарып ҡалдым. Беҙ улар артынан ынтылдыҡ.
Ирекһеҙҙән, ҡайғылы хәтирәләргә бирелергә мәжбүрмен. 1969 йылдың 16 июне шәмбегә тура килде һәм ул медицина хеҙмәткәрҙәре байрамы ине. Минең Рәфис исемле ағайым шул көндө “Урал” мотоциклы менән аварияға осраны. Уны дауаханаға һуңлап килтергәндәр. Етмәһә, һөнәри байрам булыу сәбәпле, ярҙам күрһәтерлек табип табылмай. Ағайым вафат булды.
Ошо фажиғәнән һуң атайым миңә тәүҙә Ҡаҙанға барырға рөхсәт итмәне, минең малайҙарым күп түгел, тип кенә һылтанды. Аҙаҡ кешеләр әҙ икәнлеге билдәле булғас, ниңәлер ризалашты, аҡсаны ла ул бирҙе. Ҡат-ҡат: “Үҙеңде ҡарап йөрө, бәләгә тарып ҡуйма!” – тип киҫәтте. Атайымдың күңеле һиҙгән икән шул. Беҙ өсәүләп, тоҡтарҙы күреү менән, улар артынан томоролдоҡ. Әхмәтйән менән Наил дуҫтарым алдараҡ ине...
Артабанғы мажараларыбыҙҙы иртәгә уҡырһығыҙ, ә әлегә мин күңел дәфтәрен аҡтарам.