+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Июль 2020, 14:55

БИШБАРМАҠ ЕҪЕ. Хикәйә.

Мәргән ҡарт төш күрә. Иртәнге яҡ. Ҡарсығы Әминә аш бүлмәһендә нимәлер бешерә. Тәмле итеп еҫе тарала. Ҡулламамы, әллә бишбармаҡмы икән, моғайын, бишбармаҡтыр. Тәмле, яңы бешкән ит еҫе килеп бәрелде. Боросон күп һалмаһа, ярар ине, тип эстән генә уйлап ҡуйҙы ҡарт. Тоҙлап, борослап ярата ҡарсығы. Ҡарт аҡрын ғына урынынан торҙо, таяғына таянды, аш бүлмәһенә үтте һәм ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалды. Аш бүлмәһе буш, кисәгенән ҡалған, йыуылмаған һауыт-һаба. Бәй, Әминәһе ҡайҙа булды һуң әле? Әле генә бишбармаҡ бешереп йөрөй ине лә инде? Әллә шаяртып, берәй бүлмәгә йәшендеме икән? Таяғын алып таянды ла, бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Юҡ, күренмәй.

Мәргән ҡарт төш күрә. Иртәнге яҡ. Ҡарсығы Әминә аш бүлмәһендә нимәлер бешерә. Тәмле итеп еҫе тарала. Ҡулламамы, әллә бишбармаҡмы икән, моғайын, бишбармаҡтыр. Тәмле, яңы бешкән ит еҫе килеп бәрелде. Боросон күп һалмаһа, ярар ине, тип эстән генә уйлап ҡуйҙы ҡарт. Тоҙлап, борослап ярата ҡарсығы. Ҡарт аҡрын ғына урынынан торҙо, таяғына таянды, аш бүлмәһенә үтте һәм ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалды. Аш бүлмәһе буш, кисәгенән ҡалған, йыуылмаған һауыт-һаба. Бәй, Әминәһе ҡайҙа булды һуң әле? Әле генә бишбармаҡ бешереп йөрөй ине лә инде? Әллә шаяртып, берәй бүлмәгә йәшендеме икән? Таяғын алып таянды ла, бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Юҡ, күренмәй.
Аһ, төш бит был! Йәнә теге төш. Бер мәл боросто күп һалғанһың, тип ҡарсығын әрләп ташлағайны. Күпме әйтте үҙенә, һиңә борос ярамай, күп тотонма, тигәйне. Бауыры ла, бөйөрө лә ауырта ине бит, етмәһә, шәкәре күп.
Аптырағас, ҡарт тәҙргә боролоп ҡараны. Ә унда тормош ҡайнай. Ана, эргәлә тағы бер йорт төҙөйҙәр. Эх, Шакиров булһа, күрһәтер ине һеҙгә, тип ҡуйҙы Мәргән Ғатаевич элек “беренсе” йәшәгән биш ҡатлы йортҡа күҙ һалып. Юҡ, былай булмай, донъяның рәте китте. Халыҡ нисек түҙә икән?
Элекке дәүләт хеҙмәткәре Хамматшин Мәргән Ғата улын яҙмыш ҡайҙарға ғына ташламаны. Министр урынбаҫары, обкомда бүлек мөдире, етмәһә, депутат. Райондарҙа уның килеп төшкәнен дер ҡалтырап көтә торғайнылар. Ҡарт үҙенең асығыуын һиҙҙе. Асыҡмай һуң, иртәнге яҡ бит. Эх, Әминәһе иҫән булһа... Берәй нәмә әтмәләр ине. Ә пенсияға тиклем ун көн бар әле. Хәйер, пенсия хәҙер эләгерме икән уға? Ҡарт кеҫәһендәге һуңғы йөҙ тәңкәһен барлап, иҫке полиэтилен тоҡсайын эләктерҙе лә, ҙур аҙыҡ-түлек магазиндарының береһенә ыңғайланы. Икмәктәрҙе барлап сыҡты, ярай, бынау ҡараһын алыр. Сәйҙе лә һөтһөҙ эсергә тура килер. Әллә бынау кефир менән йомортҡа ғына етерме икән? Йомортҡаһын да унарлап һаталар бит әле. Икешәрләп-өсәрләп булмаймы икән? Ярай, ни булһа ла, булды, ҡарт йомортҡаһын да, кефирын да, икмәген дә алды. Аҡсаһы етмәһә, ҡалдырыр ҙа китер.
Аҡсаһы, барыбер, етмәне. Ҡарт өтәләнә, 25 һумын тағы ҡайҙан алһын? Һатыусы асыулана башланы, сираттағылар геүләште. Бүлек мөдире килеп сыҡты, уныһы ҡысҡырырға тотондо. Һуң, йәштәр беләме һуң инде, яуаплы хеҙмәткәр Хамматшиндың элек байтаҡ кешеләрҙең яҙмышын хәл итеүен, күптәргә ярҙам итеүен. Шул ваҡыт сираттан ыҫпай ғына кейенгән бер кеше сыҡты.
– Асыуланмағыҙ, күреп тораһығыҙ бит, ветеран, аҡсаһы етмәгәндер. Бына мин өҫтәп түләйем, – тип картаһын сығарҙы.
Сират тынысланғандай итте. Мәргән ҡарт та рәхмәттәрен уҡый-уҡый тышҡа сыҡты. Сыҡҡас, саҡ иҫенә килде. Теге кешегә рәхмәт әйтергә онотто, түгелме һуң? Көтөп торорға булды. Ул арала булмай, йәш егет үҙе лә килеп сыҡты.
– Пенсия алаһығыҙмы? Әллә аҡса етмәйме? – тип һорауҙар бирә башланы.
Мәргән ҡарт ни, ҡаушаны ла ҡалды. Пенсиям бар, мул ғына килә, тип аҡланып торһонмо? Бәлки был кеше полициянандыр, тикшерә башлар.
– Юҡ, юҡ, пенсиям бар, – тине ул шулай ҙа.
– Әйҙә, бабай, үҙеңде оҙатып ҡуям, – тине егет.
Ҡарттың тоҡсайын ҡулына алды.
– Минең дә һеҙҙең һымаҡ атайым бар, – тине егет. – Исемем – Альфред. Альфред Гәрәевич. Һеҙҙең исемегеҙ нисек?
– Мәргән мин. Мәргән Ғатаевич. Хамматшин.
– О, Хамматшин? Мәргән Ғатаевич? Ишеткәнем бар! Һеҙҙең хаҡта белмәгән кеше бармы икән? Энциклопедияға нисек яҙылған әле, күренекле дәүләт һәм Совет эшмәкәре. Бына ғәжәп!
– Эйе, мин ул, мин! Мин – Хамматшин! – ҡарт ҡыуанып китте. – Ҡара әле, һаман онотмағандар! Мине хәтерләгән кешеләр ҙә бар икән!
– Һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын! – тине егет. – Ҡайҙа йәшәйһегеҙ? Әйҙә, оҙатып ҡуям.
– Анау йортта минең фатирым.
– Бәй, был йортта Шакиров үҙе йәшәгән түгелме һуң?
– Юҡ, юҡ, эргәһендәгеһе – мин йәшәгән йорт.
Ҡарт тулҡынланды, ҡапылда хәле бөттө, ике ҡуллап таяғына таянып, туҡталды.
– Әллә ауыр булып киттеме, бабай? Әйҙә, бынауында ултырып, ял итәйек, – тип эскәмйә эргәһенә килтерҙе.
Ҡарт әле һаман иҫенә килә алмай. Вазифаһын ҡалдырыуына, хужалыҡ эштәренән арыныуына байтаҡ йылдар үтте, ә уны онотмағандар. Ултырҙылар.
– Хәлдәрең нисек, бабай? – тип һорашты егет.
– Үҙең күреп тораһың, – тине ҡарт. – Хәҙер йәшәрлек ҡалманы, яңғыҙмын. Ҡарсыҡ үлде, ҡыҙым сит илгә сығып китте. Бындағы улым менән аралашмайбыҙ. Ныҡ эсә, килә лә, аҡса таптыра.
– Ә пенсияңды ҡайҙа ҡуяһың?
– Пенсияға карта биргәйнеләр, улым тартып алды, үҙе генә тотона.
– Ә фатирыңа кем түләй? – тип төпсөндө егет.
– Йыйып-йыйып, улым түләй. Ҡайһы ваҡыт ашарға, тип 1000, 2000 ҡалдырып китә.
– Ә фатирың кем исемендә? – тип һораны егет шым ғына.
Һорау ҡартты һиҫкәндерҙе. Быны фатир ҡыҙыҡһындыра, түгелме һуң, тип егеткә ентекләберәк ҡараны.
– Фатир үҙемдең исемдә, – тине ҡарт ныҡ итеп.
– Шулай булһын, – тине егет. – Фатирһыҙ ҡалып ҡуйма тағы. Улыңды әйтәм, пенсияңды тартып алғас, фатирһыҙ ҡалдырыуҙан да баш тартмаҫ.
– Шулай, шул. Мин дә шул хаҡта уйлайым, – тине ҡарт. – Фатирҙы таптырып, йәш килә.
– Ә үҙенең фатиры юҡмы ни? – тип һораны егет.
– Бар, бар! Өс бүлмәле. Карл Маркс урамында. Үҙем Обкомда эшләгәндә алып биргәйнем. Бисәһе менән насар йәшәй. Бер көн, һиндә йәшәйем, тип килгәйне, керетмәнем.
– Дөрөҫ эшләгәнһең! – тип йөпләне егет.
– Эйе, керетмәнем. Йә, берәй нәмә эшләп ҡуйыр. Телевизорҙа күрһәтәләр бит, беҙҙең һымаҡ әбей-бабайҙарҙы йәлләп тормайҙар. Үлтереп тығырҙар ҙа, юғалды, тип хәбәр һалалар. Хәҙер сит кешегә түгел, үҙ улыңа ышаныс юҡ.
– Бабай, үҙең дә донъя күргән кеше икәнһең. Бына, беҙҙең ойошма һеҙҙең һымаҡ яңғыҙ бабайҙарға, әбейҙәргә ярҙам итә, уларҙың хоҡуҡи яҡланыуын тормошға ашыра. Шуға мин һеҙгә үҙемдең яҡлауымды тәҡдим итергә уйлайым. Һеҙ беҙҙең ойошмаға теләгән бер ваҡытта шылтырата алаһығыҙ.
– Нисек шылтыратайым? – тип аптыранды ҡарт. – Минең бит телефон юҡ. Өйҙәгеһен, бурысың күп, тип һүндерҙеләр, сымын өҙҙөләр. Кеҫә телефоны бар ине, улым килгәс, юғалды. Ул ғына алып китте. Һуңынан әйтә, һиңә нимәгә кәрәк ул, кем менән һөйләшергә итәһең? – ти.
Егет тирә-яҡын ҡарап алды ла, кеҫәһенән телефонын сығарҙы.
– Мә, бабай, үҙемдекен бирәм. Күпме һөйләшһәң дә, була. Теләһәң, ҡайҙа шылтырат, тик улыңа күрһәтмә!
  • Ай, улым, рәхмәт инде! Телефон булмағас, бер нәмә белмәй ятам. Ана, теге айҙа Аверьянов үлеп ҡалған, Михаил Федотыч. Миңә көнө буйы шылтыратҡандар. Оҙатырға ла бара алманым.
  • Аҡсаһы түләнгән, теләһә-ҡайҙа шылтырат.
  • Бабай ҡыуанып телефонын һыпырғылап ҡуйҙы:
    – Әйҙә, улым миңә керәйек, сәй эсербеҙ, донъямды күрерһең. Элекке партия, совет эшмәкәре нисек йәшәй икән, шуны белерһең. Тик, улым, үпкәләмә, миндә икмәк тә, сәй генә инде, һөт тә ала алманым.
    – Уның ҡарауы, миндә бөтәһе лә бар. Үҙемә тип алғайным, бына бер ярты ла ята.
    – Шулаймы? Күптән ауыҙ иткән юҡ ине. Улым әрләй, эсеп, үлеп ятһаң, фатирҙың ҡотон ебәрәһең, – ти.
    – Бабай, һеҙҙең нисәнсе фатир?
    – 32-се. Анау йорттоң 32-се фатиры.
    – Атлай тороғоҙ, Мәргән Ғатаевич, атлай тороғоҙ. Хәҙер ҡыуып етәм.
    Ҡарт еңел-еңел атлап өйө яғына ыңғайланы. Егет ағас күләгәһенә боҫто һәм телефонын алды. “Шеф, клиент, артабан да тормошҡа ашырыу өсөн, 35 минут эсендә өлгөрөп етте. Бәйләнеш урынлашты, ул хәҙер мине үҙ фатирында аш өҫтәлендә ҡабул итәсәк. Әлбиттә, аш-һыу минең иҫәптән”, – тип ҡәнәғәт тауыш менән хәбәр итте.
    Ҡарт рәхмәттәрен уҡый-уҡый алға атланы. Уны өҫтәл һәм бер ярты көтә. Иртәнге бишбармаҡ еҫе дөрөҫ булған икән. Исмаһам, буйтым булғансы ашап ҡалыр.
    Ҡарт, йәғни Мәргән Ғата улы, үҙенең бер айҙан баш ҡала эргәһендәге ауылдарҙың береһендә троллейбус йә трамвай туҡталышы эҙләп йөрөрөн, быға тиклем үҙенең элиталы фатирын мут егеттәргә ышанып тапшырырын һәм урамда тороп ҡалырын күҙ алдына ла килтермәй ине әле.
    Читайте нас: