+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Август 2020, 10:27

МӘҢГЕЛЕК СӘФӘР. Хикәйә. Беренсе өлөшө.

Улар сағышырмаса һуң өйләнештеләр. Әхмәт ҡырҡы тулып барғанда бер концертта Мөнирә менән танышты. Ир, был никах уның өсөн икенсеһе булһа ла, хатта тәүгеһенән һуң, өйләнермен, тип уйламаһа ла, инде үҙен ултырған ҡыҙ тип иҫәпләгән Мөнирәне тәү күреүҙән ихлас яратты ла ҡуйҙы. Утыҙы күптән тулған ҡатын бик һылыу күренмәһә лә, донъя көтөргә уңған, иң мөһиме, күндәм ине. Матур ғына йәшәп алып киттеләр. Тәүҙә улдары тыуҙы, икенсегә ҡыҙ көткәйнеләр, тағы ла малай алып ҡайттылар. Мөнирәгә декрет ялында алты йыл самаһы ултырырға, яҡын туғандары булмағас, улдарын үҙенә генә үҫтерергә тура килде.Баҡса һатып алдылар, һәр ял аҙаҡ йәй буйы шунда ял итергә яраттылар. Тормош шулай бәлә-ҡазаһыҙ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ барыр, тетрәнеүҙәр булмаҫ, бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ йәшәрҙәр һымаҡ ине. Мөнирә үҙе лә һиҙмәй ҡалды, бер мәл Әхмәт күҙ алдында үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ҡатын аҙаҡ үҙ-ара һөйләшкән һүҙҙәрен, күргәндәрен иҫкә төшөрә, нимәлер тойолған икән шул. Шулай ҙа иң аптыратҡаны – “Ҡөрьән” тотоп ҡайтыуы булғандыр. Барыһын да ғәжәпләндереп, намаҙға баҫты, мәсеткә йөрөй башланы. Утһыҙ төтөн сыҡмай, тигәндәре әллә дөрөҫкә сыҡтымы, етмәһә, эштән әхирәте килеп, йөрәгенә ут һалып китте. Әхмәт предприятиела эшләгән иң шәп инженерҙарҙың береһе икән. Директор иң ауыр эштәрҙе уға ҡуша, эш хаҡын да күп түләй икән, хатта үҙе менән бер нисә тапҡыр командировкаға алып сыҡҡан. Ә директор барған ерендә бик иркен йәшәй, тигән хәбәрҙәр килә. Фуршеттар, банкеттар, мунсалар, хатта ҡатын-ҡыҙҙар була икән. Был хәбәр Мөнирәнең йөрәгенә ут һалды. Иренә иғтибарлап ҡарағайны үткәнендә, шуны һиҙҙе: ире ябығып киткән һымаҡ булды, уйсанланды. Нисә йыл тартҡан булған, хатта тәмәкеһен ташланы. Ә былай араҡы эсештергәне элек тә һиҙелмәй торғайны. Бер заман төрлө үләндәр табып, халыҡ медицинаһы, тигән һылтау менән төрлө төнәтмәләр яһата башланы. Бер төн Мөнирә нимәлер һиҙеп уянып китһә, эргәһендә ире юҡ. Эҙләп сыҡһа, аш бүлмәһендә яҙышып ултыра. Ир ҡатынын күргәс, уңайһыҙланды, хатта һиҫкәнеп ҡуйған һымаҡ булды, ҡағыҙҙарын тиҙ генә алып ҡуйҙы. Отпускыға йыйынам, отчет әҙерләргә кәрәк, тип күҙҙәрен ситкә йәшерҙе Әхмәте. Бер төн Мөнирә уянһа, ире эргәһендә уға текләп ҡарап ята. Уянмаҫлыҡмы ни, көрһөнгәне ишетелде.– Нимә булды? – тип һораны ҡатын.– Бөгөн эш күп булды, йоҡлай алмайым, – тип аҡланды ире.– Ҡана, үҙеңде ҡосаҡлап ҡына йоҡлатайым, – тине ҡатын, иренең арҡаһына ҡағылды.– Юҡ, юҡ, хәҙер йоҡлайым, – тип ире ҡатындың ҡулдарын үбеп алды.Ҡатын:– Әллә һинең бәрәйһе бармы? Ҡара уны, һөйәркәң булһа, – тип янап ҡуйҙы шаяртып.Ир был һорауға өндәшмәне, ҡараңғыла көлөмһөрәгәне генә тойолдо.

Улар сағышырмаса һуң өйләнештеләр. Әхмәт ҡырҡы тулып барғанда бер концертта Мөнирә менән танышты. Ир, был никах уның өсөн икенсеһе булһа ла, хатта тәүгеһенән һуң, өйләнермен, тип уйламаһа ла, инде үҙен ултырған ҡыҙ тип иҫәпләгән Мөнирәне тәү күреүҙән ихлас яратты ла ҡуйҙы. Утыҙы күптән тулған ҡатын бик һылыу күренмәһә лә, донъя көтөргә уңған, иң мөһиме, күндәм ине. Матур ғына йәшәп алып киттеләр. Тәүҙә улдары тыуҙы, икенсегә ҡыҙ көткәйнеләр, тағы ла малай алып ҡайттылар. Мөнирәгә декрет ялында алты йыл самаһы ултырырға, яҡын туғандары булмағас, улдарын үҙенә генә үҫтерергә тура килде.
Баҡса һатып алдылар, һәр ял аҙаҡ йәй буйы шунда ял итергә яраттылар. Тормош шулай бәлә-ҡазаһыҙ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ барыр, тетрәнеүҙәр булмаҫ, бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ йәшәрҙәр һымаҡ ине. Мөнирә үҙе лә һиҙмәй ҡалды, бер мәл Әхмәт күҙ алдында үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ҡатын аҙаҡ үҙ-ара һөйләшкән һүҙҙәрен, күргәндәрен иҫкә төшөрә, нимәлер тойолған икән шул. Шулай ҙа иң аптыратҡаны – “Ҡөрьән” тотоп ҡайтыуы булғандыр. Барыһын да ғәжәпләндереп, намаҙға баҫты, мәсеткә йөрөй башланы. Утһыҙ төтөн сыҡмай, тигәндәре әллә дөрөҫкә сыҡтымы, етмәһә, эштән әхирәте килеп, йөрәгенә ут һалып китте. Әхмәт предприятиела эшләгән иң шәп инженерҙарҙың береһе икән. Директор иң ауыр эштәрҙе уға ҡуша, эш хаҡын да күп түләй икән, хатта үҙе менән бер нисә тапҡыр командировкаға алып сыҡҡан. Ә директор барған ерендә бик иркен йәшәй, тигән хәбәрҙәр килә. Фуршеттар, банкеттар, мунсалар, хатта ҡатын-ҡыҙҙар була икән. Был хәбәр Мөнирәнең йөрәгенә ут һалды. Иренә иғтибарлап ҡарағайны үткәнендә, шуны һиҙҙе: ире ябығып киткән һымаҡ булды, уйсанланды. Нисә йыл тартҡан булған, хатта тәмәкеһен ташланы. Ә былай араҡы эсештергәне элек тә һиҙелмәй торғайны. Бер заман төрлө үләндәр табып, халыҡ медицинаһы, тигән һылтау менән төрлө төнәтмәләр яһата башланы. Бер төн Мөнирә нимәлер һиҙеп уянып китһә, эргәһендә ире юҡ. Эҙләп сыҡһа, аш бүлмәһендә яҙышып ултыра. Ир ҡатынын күргәс, уңайһыҙланды, хатта һиҫкәнеп ҡуйған һымаҡ булды, ҡағыҙҙарын тиҙ генә алып ҡуйҙы. Отпускыға йыйынам, отчет әҙерләргә кәрәк, тип күҙҙәрен ситкә йәшерҙе Әхмәте. Бер төн Мөнирә уянһа, ире эргәһендә уға текләп ҡарап ята. Уянмаҫлыҡмы ни, көрһөнгәне ишетелде.
– Нимә булды? – тип һораны ҡатын.
– Бөгөн эш күп булды, йоҡлай алмайым, – тип аҡланды ире.
– Ҡана, үҙеңде ҡосаҡлап ҡына йоҡлатайым, – тине ҡатын, иренең арҡаһына ҡағылды.
– Юҡ, юҡ, хәҙер йоҡлайым, – тип ире ҡатындың ҡулдарын үбеп алды.
Ҡатын:
– Әллә һинең бәрәйһе бармы? Ҡара уны, һөйәркәң булһа, – тип янап ҡуйҙы шаяртып.
Ир был һорауға өндәшмәне, ҡараңғыла көлөмһөрәгәне генә тойолдо.
Ҡатын күңеле менән һиҙә: нимәлер бар. Әллә араларына берәйһе индеме икән? Телефонын йәшереп тота башлана, иртүк эшкә китә, һуң ҡайта. Өндәшмәй. Нимәлер әйтергә теләгән һымаҡ улдарына ҡарап ултыра, уларына ҡушылып уйнап ала, уфтанғаны, көрһөнгәне йышыраҡ тойола.
Йәйге ялға әҙерләнә башланалыр. Төркиәлә беренсе тапҡыр ял итмәйҙәр. Быйыл да шул яҡҡа ыңғайларға ҡарар иттеләр. Әхмәт дүртеһенә лә путевка алып ҡайтты. Күңелле генә итеп әҙерләнеп йөрөйҙәр ине, ял итергә осорға бер аҙна ҡалғас, ир сәфәрҙән баш тартты һәм юлламаһын турагентлыҡҡа кире тапшырҙы. Быны ул эшенең күплеге менән аңлатты. Мөнирә хәлде белгәс, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Етмәһә, ире, ҡайтҡас, тотонорһоң, тип байтаҡ ҡына аҡса бирҙе. Былай аҡсаға ҡытлыҡ кисергәндәре юҡ ине, ләкин аҡсаны самаһыҙ күп биреүе аптыратты. Ике аҙна үтте лә китте, Мөнирә балалары менән диңгеҙҙә һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, ял итеп ҡайтты. Тәүге аҙнала көн аша шылтыратып торһа ла, Әхмәт һуңғы аҙнала кинәт юҡ булды, телефоны ла яуап бирмәй башланы. Хатта аэропортта ла ҡаршы алыусы булманы, такси яллап ҡайтырға тура килде. Ашығып, ҡабаланып, аптыранып өйгә ҡайтып инделәр. Килеп инһәләр, уларҙы ниндәйҙер бушлыҡ, аңлатып булмаҫлыҡ, хатта ташландыҡ һымаҡ фатир ҡаршы алды. Мөнирә юл кейемдәрен сисеп, шифоньерға элгән саҡта шуға иғтибан итте: кейем шкафында иренең еңел кейемдәре күҙгә салынмай. Ул арала булмай, улдарының өлкәне:
– Әсәй, бына атай хат ҡалдырған, – тип ҡағыҙ тотоп килеп сыҡты. Ҡатын тулҡынланып ҡағыҙҙы ҡулдарына алды һәм уҡый башланы:
“Мөнирәм, һин был хатты уҡығанда мин инде алыҫта булырмын. Шулай тура килде, мин һеҙҙе ҡалдырып китергә мәжбүрмен. Һин минең өсөн һәйбәт, уңған ҡатын, улдарым өсөн аҡыллы әсәй булдың. Мин һеҙҙең эргәлә ҡалыу өсөн бөтәһен дә эшләп ҡараным. Көрәштем, ләкин көсһөҙ булып сыҡтым. Мин хәҙер китәм, әгәр бик һораһалар, һөйәркәһе янына китте, тип әйтә алаһың. Ә ысынында, мин ҡуҙғалам, алыҫҡа,мәңгелек сәфәргә сығам. Ваҡыты етер, һиңә әйтерҙәр, ләкин һиңә минең өсөн уңайһыҙланырға тура килмәйәсәк. Һеҙгә ял итергә китер алдынан биргән аҡсаны ярҙам, йә алимент сифатында ҡабул итә алаһың. Һәр хәлдә, әле үҙем иҫән саҡта һеҙҙе ярҙамдан өҙмәм. Хуш, һау булығыҙ, бәхетеле йәшәгеҙ! Әхмәт!”
Хаттың аҙағына: “Минең исемдән кеше килер, ул һеҙгә бөтәһен дә аңлатыр”, – тип өҫтәп яҙылғайны.
--------------
Дуҫым! Хикәйәнең аҙағы иртәгә донъя күрәсәк. Уны көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә ҡушыл: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: