+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Август 2020, 09:58

МӘҢГЕЛЕК СӘФӘР Хикәйәнең аҙағы.

Хаттың аҙағына: “Минең исемдән кеше килер, ул һеҙгә бөтәһен дә аңлатыр”, – тип өҫтәп яҙылғайны.Бер айҙан да, ярты йылдан да кеше килмәне, бер хәбәр ҙә тойолманы. Мөнирә ире эшләгән предприятиеға теге әхирәтенә шылтыратып белеште. Уға бер нимә лә мәғлүм түгел икән. Мөнирәнең үҙенә эш урынына барып, хәлде асыҡларға тура килде. Кадрҙар бүлегендә: “Һеҙҙең ирегеҙ өс йыллыҡ отпускыһын алды һәм үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырыуы хаҡында ғариза яҙҙы”, – тип әйткәстәр, шаңҡып ҡалды һәм ни әйтергә белмәй директор эргәһенә инергә тырышып ҡарағайны, секретарь үткәрмәне.– Һеҙҙең ирегеҙҙең эшенән китеүен шеф бик насар ҡабул итте, үпкәләне, хатта конкуренттарға эшкә төшөүҙә шикләнеп, асыуланып бөттө, шуға, күренмәүегеҙ яҡшыраҡ булыр, – тип Мөнирәне ҡайтарып ебәрҙе.Ҡатын, иренең ҡапыл юғалыуын аңлай алмайынса, төндәр буйы уйланып, йоҡлай алмайынса ыҙаланды. Әхирәте килеп, директорҙың Әхмәтте табырға, йәки уның һымаҡ белгес эҙләргә ҡушыуын һөйләп китте. Һис кем ҡайҙа икәнлеген, кемдә эшләгәнен белмәй, йәшәгән урыны ла мәғлүм түгел. Шулай ҙа уларҙың предприятеһынан иптәше Шишмә станцияһы эргәһендәге бер магазинда күргән. Теге, танышы өндәшеп ҡараһа ла, ишетмәмеш, күрмәмеш булып китеп барған. Аҙаҡ Өфөнөң үҙендә күреүселәр ҙә табылды һәм уның ҡапыл юғалыуы бер сергә әүерелде.Ә былай тормош дауам итте. Мөнирә малайҙарына: “Атайығыҙ оҙайлы командировкала”, – тип аңлатырға мәжбүр булды. Телефонын һәр ваҡыт эргәһендә тотто, хатта бер ике тапҡыр ят номерҙан шылтыраттылар һәм өндәшмәнеләр. Мөнирә: “Әхмәт, һинме? Беҙ һине һағынабыҙ” – тип өндәшеп ҡараны, тиҙ генә бәйләнеште өҙҙөләр. Бер көн хатта полицияға барып ғариза ла яҙып ҡарағайны, йүнле яуап бирмәнеләр. Эҙләү буйынса ҡатындың үтенесен урынһыҙ, тип таптылар. Шулай итеп, ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Улдары икеһе лә балалар баҡсаһына йөрөй, киләһе йылға өлкәненә мәктәпкә барырға кәрәк. Мөнирә эшкә сыҡты. Бик теләмәһә лә, иренең ғаиләһен ташлап китеүе хаҡында әйтергә мәжбүр булды.Бер көн телефон шылтыраны...

Хаттың аҙағына: “Минең исемдән кеше килер, ул һеҙгә бөтәһен дә аңлатыр”, – тип өҫтәп яҙылғайны.
Бер айҙан да, ярты йылдан да кеше килмәне, бер хәбәр ҙә тойолманы. Мөнирә ире эшләгән предприятиеға теге әхирәтенә шылтыратып белеште. Уға бер нимә лә мәғлүм түгел икән. Мөнирәнең үҙенә эш урынына барып, хәлде асыҡларға тура килде. Кадрҙар бүлегендә: “Һеҙҙең ирегеҙ өс йыллыҡ отпускыһын алды һәм үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырыуы хаҡында ғариза яҙҙы”, – тип әйткәстәр, шаңҡып ҡалды һәм ни әйтергә белмәй директор эргәһенә инергә тырышып ҡарағайны, секретарь үткәрмәне.
– Һеҙҙең ирегеҙҙең эшенән китеүен шеф бик насар ҡабул итте, үпкәләне, хатта конкуренттарға эшкә төшөүҙә шикләнеп, асыуланып бөттө, шуға, күренмәүегеҙ яҡшыраҡ булыр, – тип Мөнирәне ҡайтарып ебәрҙе.
Ҡатын, иренең ҡапыл юғалыуын аңлай алмайынса, төндәр буйы уйланып, йоҡлай алмайынса ыҙаланды. Әхирәте килеп, директорҙың Әхмәтте табырға, йәки уның һымаҡ белгес эҙләргә ҡушыуын һөйләп китте. Һис кем ҡайҙа икәнлеген, кемдә эшләгәнен белмәй, йәшәгән урыны ла мәғлүм түгел. Шулай ҙа уларҙың предприятеһынан иптәше Шишмә станцияһы эргәһендәге бер магазинда күргән. Теге, танышы өндәшеп ҡараһа ла, ишетмәмеш, күрмәмеш булып китеп барған. Аҙаҡ Өфөнөң үҙендә күреүселәр ҙә табылды һәм уның ҡапыл юғалыуы бер сергә әүерелде.
Ә былай тормош дауам итте. Мөнирә малайҙарына: “Атайығыҙ оҙайлы командировкала”, – тип аңлатырға мәжбүр булды. Телефонын һәр ваҡыт эргәһендә тотто, хатта бер ике тапҡыр ят номерҙан шылтыраттылар һәм өндәшмәнеләр. Мөнирә: “Әхмәт, һинме? Беҙ һине һағынабыҙ” – тип өндәшеп ҡараны, тиҙ генә бәйләнеште өҙҙөләр. Бер көн хатта полицияға барып ғариза ла яҙып ҡарағайны, йүнле яуап бирмәнеләр. Эҙләү буйынса ҡатындың үтенесен урынһыҙ, тип таптылар. Шулай итеп, ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Улдары икеһе лә балалар баҡсаһына йөрөй, киләһе йылға өлкәненә мәктәпкә барырға кәрәк. Мөнирә эшкә сыҡты. Бик теләмәһә лә, иренең ғаиләһен ташлап китеүе хаҡында әйтергә мәжбүр булды.
Бер көн телефон шылтыраны:
– Һеҙҙең ирегеҙҙең дуҫы, автономиялы, коммерцияға ҡарамаған “Сәфәр” ҡарттар йортоноң вәкиле Саҙрыев шылтырата. Мәғәсүм Хәйҙәр улы. Мөнирә Ғирфан ҡыҙы, һеҙҙең менән осрашырға мөмкинме, бик ашығыс, – тип өндәште ят ир.
Саҙрыев килгәс:
– Мөмкин булһа, аулаҡта һөйләшеп алырға кәрәк ине, – тине.
Сәй эсә торған ял бүлмәһенә үттеләр.
– Нимә булды? Тиҙерәк әйтегеҙ, тине ҡатын түҙемһеҙләнеп, йыш-йыш тын алып.
– Мин һеҙгә бик ауыр, ҡайғылы хәбәр менән килдем, – тине ул аҡрын ғына. – Бөгөн таң менән Өфө эргәһендәге ҡарттар йортонда һеҙҙең иптәшегеҙ Әхмәт Сафа улы Ғүмәров вафат булды. Мин һеҙҙең ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, – тине ул ауыр һулап.
Ҡатын шаңҡып ҡалды. Күңеле таш булып ҡатты ла ҡуйҙы, ни әйтергә лә белмәне.
– Нимә булды ул? – тип һораны ул көс-хәл менән.
– Мин һеҙгә дөрөҫөн әйтергә тейешмен, – тине Саҙрыев ҡатынға һыу ҡойоп биреп. – Әхмәт Сафа улы һуңғы ике йылда бик ныҡ ауырыны, диспансерлаштырыу ваҡытында үпкәһендә яман шеш таптылар. Ул йәшәргә, һауығырға, дауаланырға тырышып ҡараны, ләкин килеп сыҡманы. Һеҙҙе ҡапыл ҡалдырып китеүе лә тик шуның менән бәйле. Әхмәт Сафа улы, миңә үҙе әйтеүенсә, һеҙҙең уны иҫән-һау саҡтағы һымаҡ хәтерләүегеҙҙе теләй, үҙенең сир менән интегеп үлеүенең шаһиты булыуығыҙға ҡаршы ине. Шуға ул һеҙҙе ҡалдырып торорға ҡарар итте. Бына уның барлыҡ булған мөлкәте һәм аҡса һеҙгә мираҫ сифатында ҡалдырыла. Мин уларҙың барыһын да һеҙгә тапшырам. Ошо минуттан һеҙ мәрхүмде ерләү буйынса барлыҡ мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөгөҙгә алаһығыҙ. Көньяҡ зыяратта ҡәбер урыны һөйләшелгән, һеҙгә ваҡытын билдәләргә, бөгөнмө, иртәгәме, әйтергә һәм ҡайғылы йоланы үтәү бурысы ғына ҡала. Хәйер, яңылыш әйттем, ул һеҙҙең күңелегеҙҙә һәйбәт ир, хәстәрлекле атай булып ҡалһын, – тине Саҙрыев һәм мәрхүмдең вафат булыуы хаҡында таныҡлыҡты ҡатынға сығарып тотторҙо.
Тап шул ваҡытта ғына Мөнирә иренең вафат булыуына төшөндө һәм күҙ йәштәрен ағыҙып, өнһөҙ генә илай башланы.
"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: