+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Август 2020, 11:12

ТУЙҘАН ҺУҢ Хикәйә.

Ихата уртаһына ҡоролған сатыр эсендә мөңгөрләшкәндәре ишетелә. Оҙайлы туйҙан һуң ғына була торған йонсоу ваҡыт. Сатыр эсендә әле булһа эсеп туймаған Мансур һәм әллә ҡайтайыммы, юҡмы, тип аптыранып ултырған ҡатыны Мәрйәм күберәк туйҙа булған һәм онотолоп барған мәрәкәләр хаҡында һөйләшәләр. Туй матур үтте. Халыҡ та еренә еткереп, артыҡ шашмайынса эсергә өйрәнә, шикелле. Ауылда кеше аҙ, үлеп бөтөп баралар, тереләре ҡырҙа эшләй, эскелек, тип зарланышһалар ҙа Торналының бөтәһе юҡ әле. Ана, туй, тигәс, ниндәй дәррәү йыйылдылар!Өҫтәлдәрҙе тышҡа ҡормаһалар, өйҙә урын еткерә алмаҫтар ине. Мансур, 60 йәштәрҙәге пенсионер һәм ҡайҙалыр вахтала эшләүсе ир, Мәрйәменә һыйыныбыраҡ ултырҙы. – Әллә үҙем ныҡ, әллә араҡыны йомшаҡ ҡоялар, – тип әллә зарланды, әллә маҡтанды. – Һин эсеп, бешеккәс, бик бирешеп бармайһың шул, – ҡатыны Мәрйәм йөпләп алды һәм иҫке диванда йоҡлап ятҡан иргә төртөп күрһәтеп, көлөп ебәрҙе. Шул ваҡыт йәштәр йортонан кейәү менән кәләш сыҡты. – Оһо! Былар ҡайһылай иртәләне! – тип Мансур кейәүгә һәм балдыҙына ҡараны ла, өнһөҙ ҡалды. – Бәй, – тине ул һуҙып, – йоморолатып өлгөргәндәр ҙәһә! – Сеү! – ҡатыны ҡулы менән төрттө, аяғы менән типте, ул ғына етмәҫтәй тойолғас, кәүҙәһе менән этеп ҡуйҙы. – Өндәшәһе булма! – Нимә, әллә мине ғәйепле итергә уйлайһығыҙмы? Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә бит! Ошо урында Мәрйәм һикереп торҙо: – Әйҙә, ҡайттыҡ! Хәҙер барыһына иғлан итергә уйлайһыңмы әллә? – Һуң, бында мин генә түгел дә инде, башҡалар ҙа күргәндер. – Башҡалар күрһә лә, өндәшмәйәсәк. Һин дә шым бул! – Ниңә мине ҡурҡытаһың? – ир аҙарынды, тирә-яғына, ярҙам эҙләп, ҡаранды. – Ҡара әле, Мансур, – тине Мәрйәм, хатта уны танырлыҡ түгел. – Һин үҙең өсөн яуап биреп өйрән, башҡалар өсөн борсолма! Берәү ҙә һине, Төмәнгә юҡҡа йөрөмәй, унда ваҡыт-ваҡыт һөйәркәһен алыштырып тора. Әле тағы берәүгә йортҡа инде, тип белһәләр ҙә, әйтмәйәсәктәр. Сөнки улар һин түгел. Хатта мин дә белмәмеш буласаҡмын. Әле әйтәм, сөнки һин, асыҡ ауыҙ, тел биҫтәһе, оятһыҙ һәм әҙәп белмәгән әҙәм, ошо хаҡта иғлан итеп, туйҙы юҡҡа сығарасаҡһың һәм йәштәрҙе бәхетһеҙ итәсәкһең! – тип ярып һалды. Сатыр эсендәгеләрҙең ишеткәне ишетте, ишетмәгәне юҡ. Сөнки йәштәр сығыу шатлығынан өҫтәлгә тағы ике шешә килеп ҡунды һәм таплы рюмкалар ҡулдан-ҡулға йөрөй башланы. Мансур ауыр итеп тын алды. Утыҙ йыллап йәшәп, ҡатыны бөгөн беренсе тапҡыр уға ҡаршы һүҙ әйтте. Юҡ, әйтеп кенә ҡалманы, тупһала ятҡан сепрәкте тапаған һымаҡ, тапап-тапап, аяҡ һөртөп, төкөрөп, үтеп китте. Эйе, күрмәһә лә була ине. Бер нисек тә хәлде үҙгәртә алмауын белә бит инде, һаман һөйләнде. Ни хәл итәһең, Рита менән Булатты өйләндереүҙәре ҡапыл килеп сыҡты. Анауы, йоғошло сир менән бәйле, туйҙы үткәреүгә рөхсәтте саҡ алдылар. Никах ҡағыҙын яҙҙырыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырҙылар. Урамда туй кортежын күреп, бынау заманда кемдәр өйләнешә икән, тип аптыраштылар. Кемдәр икәнлеге асыҡланғас, ҡайҙалыр уҡыйҙармы, эшләйҙәрме, тип һорайҙар. Алдан уҡ кәләш яғынан, йәштәр институтта уҡый икән, тип хәбәр таратылһа ла, был хәбәр дөрөҫ булһа ла, ҡайһы бер шикле урындары бар шул. Шул уҡ инстититутта уҡыуҙарын алайыҡ. Дөрөҫ әйтәләр, шунда уҡыйҙар. Ә бына кейәүҙең беренсе курсты яңы тамамлауы, ә кәләштең ординатураға барырға йыйыныуы хаҡында – ләм-мим. “Бәхетле булағыҙ! Тигеҙ ғүмер итегеҙ!” – тип һәр береһе теләһә лә, ниндәй бәхет, тигеҙ ғүмер хаҡында һүҙ булһын, әгәр кәләш кейәүҙән иң кәмендә 5-6 йәшкә өлкән икән. Мансур ошо хаҡта уйлай һәм нисек итеп ҡатынынан үс алыу юлдарын эҙләй. Ҡара, ҡара, шым ғына йөрөй ине, барыһын да белеп тора икән. Оһо! Ҙур ғына рюмканы күтәреп, эсеп ҡуйҙы бит бисә генәһе һәм, ҡыштырҙатып, ҡыяр кимерә башланы. – Нимә? – тине ул иренә мөләйем ҡарап. – Әллә телеңде йоттоңмо? Һинең һымаҡтар вахтала өйөрө-өйөрө менән йөрөй, әммә береһе лә тапҡан-таянғанын елгә осороп, һөйәркәләренә тығып бөтмәй, балаларын ҡайғырта, автомобилдәр, фатирҙар һатып ала. Бына, ун йыл эшләйһең, нимәң бар? Ҡатыныңдың өҫтөндә шәшке тунмы, ә үҙеңдә – һуңғы марка “Тойота”мы? Мансур һөҙөп, тирә-яғына ҡарап алды, ишетәләрме, юҡмы икән?

ТУЙҘАН ҺУҢ
Хикәйә.
Ихата уртаһына ҡоролған сатыр эсендә мөңгөрләшкәндәре ишетелә. Оҙайлы туйҙан һуң ғына була торған йонсоу ваҡыт. Сатыр эсендә әле булһа эсеп туймаған Мансур һәм әллә ҡайтайыммы, юҡмы, тип аптыранып ултырған ҡатыны Мәрйәм күберәк туйҙа булған һәм онотолоп барған мәрәкәләр хаҡында һөйләшәләр. Туй матур үтте. Халыҡ та еренә еткереп, артыҡ шашмайынса эсергә өйрәнә, шикелле. Ауылда кеше аҙ, үлеп бөтөп баралар, тереләре ҡырҙа эшләй, эскелек, тип зарланышһалар ҙа Торналының бөтәһе юҡ әле. Ана, туй, тигәс, ниндәй дәррәү йыйылдылар!Өҫтәлдәрҙе тышҡа ҡормаһалар, өйҙә урын еткерә алмаҫтар ине.
Мансур, 60 йәштәрҙәге пенсионер һәм ҡайҙалыр вахтала эшләүсе ир, Мәрйәменә һыйыныбыраҡ ултырҙы.
– Әллә үҙем ныҡ, әллә араҡыны йомшаҡ ҡоялар, – тип әллә зарланды, әллә маҡтанды.
– Һин эсеп, бешеккәс, бик бирешеп бармайһың шул, – ҡатыны Мәрйәм йөпләп алды һәм иҫке диванда йоҡлап ятҡан иргә төртөп күрһәтеп, көлөп ебәрҙе.
Шул ваҡыт йәштәр йортонан кейәү менән кәләш сыҡты.
– Оһо! Былар ҡайһылай иртәләне! – тип Мансур кейәүгә һәм балдыҙына ҡараны ла, өнһөҙ ҡалды. – Бәй, – тине ул һуҙып, – йоморолатып өлгөргәндәр ҙәһә!
– Сеү! – ҡатыны ҡулы менән төрттө, аяғы менән типте, ул ғына етмәҫтәй тойолғас, кәүҙәһе менән этеп ҡуйҙы. – Өндәшәһе булма!
– Нимә, әллә мине ғәйепле итергә уйлайһығыҙмы? Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә бит!
Ошо урында Мәрйәм һикереп торҙо:
– Әйҙә, ҡайттыҡ! Хәҙер барыһына иғлан итергә уйлайһыңмы әллә?
– Һуң, бында мин генә түгел дә инде, башҡалар ҙа күргәндер.
– Башҡалар күрһә лә, өндәшмәйәсәк. Һин дә шым бул!
– Ниңә мине ҡурҡытаһың? – ир аҙарынды, тирә-яғына, ярҙам эҙләп, ҡаранды.
– Ҡара әле, Мансур, – тине Мәрйәм, хатта уны танырлыҡ түгел. – Һин үҙең өсөн яуап биреп өйрән, башҡалар өсөн борсолма! Берәү ҙә һине, Төмәнгә юҡҡа йөрөмәй, унда ваҡыт-ваҡыт һөйәркәһен алыштырып тора. Әле тағы берәүгә йортҡа инде, тип белһәләр ҙә, әйтмәйәсәктәр. Сөнки улар һин түгел. Хатта мин дә белмәмеш буласаҡмын. Әле әйтәм, сөнки һин, асыҡ ауыҙ, тел биҫтәһе, оятһыҙ һәм әҙәп белмәгән әҙәм, ошо хаҡта иғлан итеп, туйҙы юҡҡа сығарасаҡһың һәм йәштәрҙе бәхетһеҙ итәсәкһең! – тип ярып һалды.
Сатыр эсендәгеләрҙең ишеткәне ишетте, ишетмәгәне юҡ. Сөнки йәштәр сығыу шатлығынан өҫтәлгә тағы ике шешә килеп ҡунды һәм таплы рюмкалар ҡулдан-ҡулға йөрөй башланы.
Мансур ауыр итеп тын алды. Утыҙ йыллап йәшәп, ҡатыны бөгөн беренсе тапҡыр уға ҡаршы һүҙ әйтте. Юҡ, әйтеп кенә ҡалманы, тупһала ятҡан сепрәкте тапаған һымаҡ, тапап-тапап, аяҡ һөртөп, төкөрөп, үтеп китте.
Эйе, күрмәһә лә була ине. Бер нисек тә хәлде үҙгәртә алмауын белә бит инде, һаман һөйләнде. Ни хәл итәһең, Рита менән Булатты өйләндереүҙәре ҡапыл килеп сыҡты. Анауы, йоғошло сир менән бәйле, туйҙы үткәреүгә рөхсәтте саҡ алдылар. Никах ҡағыҙын яҙҙырыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырҙылар.
Урамда туй кортежын күреп, бынау заманда кемдәр өйләнешә икән, тип аптыраштылар. Кемдәр икәнлеге асыҡланғас, ҡайҙалыр уҡыйҙармы, эшләйҙәрме, тип һорайҙар. Алдан уҡ кәләш яғынан, йәштәр институтта уҡый икән, тип хәбәр таратылһа ла, был хәбәр дөрөҫ булһа ла, ҡайһы бер шикле урындары бар шул. Шул уҡ инстититутта уҡыуҙарын алайыҡ. Дөрөҫ әйтәләр, шунда уҡыйҙар. Ә бына кейәүҙең беренсе курсты яңы тамамлауы, ә кәләштең ординатураға барырға йыйыныуы хаҡында – ләм-мим. “Бәхетле булағыҙ! Тигеҙ ғүмер итегеҙ!” – тип һәр береһе теләһә лә, ниндәй бәхет, тигеҙ ғүмер хаҡында һүҙ булһын, әгәр кәләш кейәүҙән иң кәмендә 5-6 йәшкә өлкән икән.
Мансур ошо хаҡта уйлай һәм нисек итеп ҡатынынан үс алыу юлдарын эҙләй. Ҡара, ҡара, шым ғына йөрөй ине, барыһын да белеп тора икән. Оһо! Ҙур ғына рюмканы күтәреп, эсеп ҡуйҙы бит бисә генәһе һәм, ҡыштырҙатып, ҡыяр кимерә башланы.
– Нимә? – тине ул иренә мөләйем ҡарап. – Әллә телеңде йоттоңмо? Һинең һымаҡтар вахтала өйөрө-өйөрө менән йөрөй, әммә береһе лә тапҡан-таянғанын елгә осороп, һөйәркәләренә тығып бөтмәй, балаларын ҡайғырта, автомобилдәр, фатирҙар һатып ала. Бына, ун йыл эшләйһең, нимәң бар? Ҡатыныңдың өҫтөндә шәшке тунмы, ә үҙеңдә – һуңғы марка “Тойота”мы?
Мансур һөҙөп, тирә-яғына ҡарап алды, ишетәләрме, юҡмы икән? Ишетмәһәләр, яҡшыраҡ бит, тип эстән генә уйлап алды Мансур һәм иҫерә башлаған ҡарашын йәштәргә төбәне. Йә инде, ошолар арҡаһында, һүҙ ишетеп ултыр. Ҡара, оялмайҙар ҙа бит әле! Туҡта әле, быларҙың танышҡанына бер ай ғына, тинеләр. Ә балдыҙҙың йомороланыуына ҡарағанда, 2-3 айҙан да кәм түгел. Профессионал “мент”, бар донъяға һөнәри күҙлектән бағып өйрәнгәнгә, үҙе лә һиҙмәҫтән, мөмкин булған кадрҙарҙы барлай башланы. Юҡ, быны былай ҡалдырһа, исеме Мансур булмаһын! Хәҙер ошондағыларҙың исемлеген барларға, кемдәр булған, кемдәр булмаған. Дөрөҫ, уңмаған “кейәү”ҙең вахтанан ҡайта алмай интегеп ятыуы ла бик мөмкин. Шунан һуң кисәнән бирле ауылды арҡыры-буй өр-яңы 200-лө “Лэнд-Круизер” ҡотороп йөрөй. Кем булһын, Айҙар ҡайтҡан, тинеләр. Атаһы, Нурғәле ҡарт, сирләй, тиҙәрме шунда? Мансур Айҙарҙы иҫкә төшөргәс, йәне көйөп китте. Уныһы ниңә инде? Мәрйәмдең тәүге мөхәббәте булғанғамы? Былай ҙа, “Крузак” водителен балдыҙға килтереп ҡушҡанда, ҡайһылай шәп булыр ине! Мансур, үҙе лә һиҙмәҫтән, тупаҫ ҡына итеп ҡатынына төрттө. Ныҡ итеп төрттө, ләкин ҡатыны боролоп та ҡараманы. Был ни, ире вахтала йөрөгән арала тамам самаһын юғалтҡан да инде! Ҡулдан ысҡынған был!
– Ә һинең теге ******* ҡайтҡан, күрҙеңме? – тип һораны ир.
– Күрҙем, беләм, – тине ҡатын шат тауыш менән. Тағы “Крузаг”ын яңыртҡан.
Был һүҙҙәр Мансурҙы тамам сығарынан сығарҙы. Хатта тороп уҡ китте һәм болғаңлап, сатырҙың арғы башында күңелле генә ултырған йәштәр эргәһенә килеп, икеһен дә килбәтһеҙ итеп ҡосаҡлап алды. Оҙаҡ итеп тағы ла бер ҡотланы, хатта кинәйәле генә һүҙҙәр тапты. Рита ихлас йылмайып еҙнәһен ҡосаҡланы һәм ҡолағына ғына:
– Еҙнә, әгәр телеңде тыя алмаһаң, был баланың атаһы – һин, – тип әйтәм дә ҡуям!
Мансур һиҫкәнде...
(Дауамы бар.)
Дуҫтар! Хикәйәнең дауамы иртәгә донъя күрәсәк. Уны көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

1 2 3 4 5

Читайте нас: