-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Август 2020, 11:04

ТУЙҘАН ҺУҢ – 4 Хикәйә.

– Ниндәй хаҡ һөйләйһең, Айҙар? – тине Мәрйәм! – Мин һеҙгә хәҙер бер серҙе асам. Айҙар, һин минең ғүмерлек хыялымды тормошҡа ашыраһың. Мин мәктәптә уҡығанда уҡ һеҙҙең ҙур, бейек өйөгөҙгә, таң ҡалып, ҡарап үтә торғайным. Уның тәҙрәләрен йыуырға, таҡта-диуарҙарын буярға, сәскәләр үҫтерергә хыяллана инем... Ул һөйләп бөтөрә алманы, Мансур, һикереп тороп, сығып китте. Былар аптырашып ултырып ҡалды һәм ни әйтергә лә белмәне. – Мансурға нимә булды ул? – тип ғәжәпләнеп Айҙарға ҡараны Мәрйәм. – Белмәйем. Мансур хәҙер бик үҙгәргән. Элекке олпат һәм етди Мансур түгел. Миңә ваҡланған һымаҡ та тойолдо, – тип һөйләнде Айҙар. – Хәйер, йәш тә бара бит. Ҡартайғас, бөтәбеҙ ҙә шулай булабыҙҙыр инде. Ярай, Мәрйәм, мин һинең менән, замансараҡ әйтһәк, килешеү шарттарын ҡарарға һәм өйрәнергә әҙермен. Ә, шулай ҙа, һиңә Рәхмәт, Мәрйәм! Ә мин, кеше табып булмаҫ инде, тип борсолғайным. Бер тапҡыр ауыҙландым, шунда уҡ кешеһе лә табылды. Мин һиңә ҡуш ҡуллап риза, тик Мансур нисек ҡарар икән? – Мансур бер нисек тә ҡарамаясаҡ. Уның минең эштәремә мөнәсәбәте юҡ, тип әйтерлек. Ул хәҙер бына Валерияны, Альбинаны ҡараясаҡ. Шулай бит, Валерия? Тегеһе аптыранып ултыра. Мансур ҡайҙалыр сығып юғалды. Етмәһә, былары нимәлер талап итәләр. Шулай ҙа йәш ҡатын: “Да, да”, – тип әйтеүҙән башҡа һүҙ таба алманы. Шул ваҡыт ишекте шаҡылдата ябып, Мансур кире килеп инде: – Мәрйәм, һиңә тағы аҡса етмәйме? Аҡса кәрәкме? Пенсияң аҙмы? – Мансур, көтөп тор, ҡабаланма. Аҡса хаҡында һуңыраҡ һөйләшербеҙ, – тип уны тынысландырырға тырышты Айҙар. – Эх, һин! Һаман аҡсаға һатылаһың! – тип ҡыҙҙы Мансур. – Юҡ, аҡсаһын бөгөн үк һөйләшеп ҡуябыҙ! – тине Мәрйәм. – Һуңынан икеле-микеле һөйләшеүҙәр булмаһын. Мансур, һәр ваҡыттағыса, хаҡлы. Аҡса бер ваҡытта ла етмәй. Эйе, етмәй ҙә, бөтмәй ҙә. Шуға мин һеҙгә алдан уҡ әйтеп ҡуям һәм был хаҡта башҡа һөйләшеү булмаясаҡ. Айҙар, шуны бел, күреп торабыҙ, һинең аҡсаң барҙыр, ләкин бөтәһе лә аҡса менән иҫәпләнмәй һәм һумдарға һатылмай. Мин шуны әйтәм, был эшкә ҙур кинәнес тойғоһо менән тотонам һәм эште бушҡа башҡарыуым хаҡында иғлан итәм. Миңә аҡса кәрәкмәй. Ошо урында Мансур иҙәнгә ныҡ итеп тибеп ҡуйҙы: – Белдем, белдем, шулай тип әйтер, тинем дә. Мәрйәм яңғыратып көлөп ебәрҙе: – Ниһәйәт, Мансур, утыҙ йылдан артыҡ йәшәгән ирем, мине аңлай башланы. Мансур, аҡса беҙгә нимәгә? Һин Себерҙә эшләйһең, эш хаҡың арыуҙыр, тим. Ай-һай, аҡсаһы булмаһа, алтмыш йәшендә кем ҡыҙ үҫтереп, йәш ҡатын яратырға йөрьәт итер икән? Ә һин – молодец! Ә инде беҙҙең балаларға килгәндә, улар ҡараулы, эштәре бара, һорағандары юҡ, аҡсалары барҙыр. Ә инде Айҙарҙың тәҡдименә килгәндә, уның әсәһен, Сәғирә апайҙы, минең яратҡан уҡытыусымды ҡарау минең өсөн – ҙур бәхет. Мин ошо хаҡта ғүмер буйы хыялландым. Эйе, белмәйем. Һеҙ мине аңламаҫһығыҙ, тип ҡурҡам. Һеҙҙең өйөгөҙ төҙөлгәндә беҙ мәктәптә унынсы класта уҡый инек. Көн һайын эргәһенән үтеп барабыҙ һәм мин бүрәнәләрҙе һанайым. Кисә өсәү ине, бөгөн бишәүгә күтәрҙеләр, иртәгәһен тағы дүртәүҙе өҫтәнеләр. Ошо ун ике нөргә бүрәнә әле лә минең күҙ алдымда, – тип Мәрйәм илап ебәрҙе. Валерия бер ни аңламай ләкин Мәрйәмде, ҡулдарынан тотоп, эргәһенә ултыртты: – Борсолмағыҙ! Бер үк борсолмағыҙ. Тынысланығыҙ, – тине. – Да, – тине һуҙып ҡына Мансур. – Беләһеңме, хатта мин илап ебәрә яҙҙым. Тимәк, беҙҙең бергә йәшәгән йылдарыбыҙ, ярай, уныһы суҡынып китһен, минең барлыҡ ғүмерем юҡҡа сыға буламы инде?

ТУЙҘАН ҺУҢ – 4.
Хикәйә.
– Ниндәй хаҡ һөйләйһең, Айҙар? – тине Мәрйәм! – Мин һеҙгә хәҙер бер серҙе асам. Айҙар, һин минең ғүмерлек хыялымды тормошҡа ашыраһың. Мин мәктәптә уҡығанда уҡ һеҙҙең ҙур, бейек өйөгөҙгә, таң ҡалып, ҡарап үтә торғайным. Уның тәҙрәләрен йыуырға, таҡта-диуарҙарын буярға, сәскәләр үҫтерергә хыяллана инем...
Ул һөйләп бөтөрә алманы, Мансур, һикереп тороп, сығып китте.
Былар аптырашып ултырып ҡалды һәм ни әйтергә лә белмәне.
– Мансурға нимә булды ул? – тип ғәжәпләнеп Айҙарға ҡараны Мәрйәм.
– Белмәйем. Мансур хәҙер бик үҙгәргән. Элекке олпат һәм етди Мансур түгел. Миңә ваҡланған һымаҡ та тойолдо, – тип һөйләнде Айҙар. – Хәйер, йәш тә бара бит. Ҡартайғас, бөтәбеҙ ҙә шулай булабыҙҙыр инде. Ярай, Мәрйәм, мин һинең менән, замансараҡ әйтһәк, килешеү шарттарын ҡарарға һәм өйрәнергә әҙермен. Ә, шулай ҙа, һиңә Рәхмәт, Мәрйәм! Ә мин, кеше табып булмаҫ инде, тип борсолғайным. Бер тапҡыр ауыҙландым, шунда уҡ кешеһе лә табылды. Мин һиңә ҡуш ҡуллап риза, тик Мансур нисек ҡарар икән?
– Мансур бер нисек тә ҡарамаясаҡ. Уның минең эштәремә мөнәсәбәте юҡ, тип әйтерлек. Ул хәҙер бына Валерияны, Альбинаны ҡараясаҡ. Шулай бит, Валерия?
Тегеһе аптыранып ултыра. Мансур ҡайҙалыр сығып юғалды. Етмәһә, былары нимәлер талап итәләр. Шулай ҙа йәш ҡатын: “Да, да”, – тип әйтеүҙән башҡа һүҙ таба алманы. Шул ваҡыт ишекте шаҡылдата ябып, Мансур кире килеп инде:
– Мәрйәм, һиңә тағы аҡса етмәйме? Аҡса кәрәкме? Пенсияң аҙмы?
– Мансур, көтөп тор, ҡабаланма. Аҡса хаҡында һуңыраҡ һөйләшербеҙ, – тип уны тынысландырырға тырышты Айҙар.
– Эх, һин! Һаман аҡсаға һатылаһың! – тип ҡыҙҙы Мансур.
– Юҡ, аҡсаһын бөгөн үк һөйләшеп ҡуябыҙ! – тине Мәрйәм. – Һуңынан икеле-микеле һөйләшеүҙәр булмаһын. Мансур, һәр ваҡыттағыса, хаҡлы. Аҡса бер ваҡытта ла етмәй. Эйе, етмәй ҙә, бөтмәй ҙә. Шуға мин һеҙгә алдан уҡ әйтеп ҡуям һәм был хаҡта башҡа һөйләшеү булмаясаҡ. Айҙар, шуны бел, күреп торабыҙ, һинең аҡсаң барҙыр, ләкин бөтәһе лә аҡса менән иҫәпләнмәй һәм һумдарға һатылмай. Мин шуны әйтәм, был эшкә ҙур кинәнес тойғоһо менән тотонам һәм эште бушҡа башҡарыуым хаҡында иғлан итәм. Миңә аҡса кәрәкмәй.
Ошо урында Мансур иҙәнгә ныҡ итеп тибеп ҡуйҙы:
– Белдем, белдем, шулай тип әйтер, тинем дә.
Мәрйәм яңғыратып көлөп ебәрҙе:
– Ниһәйәт, Мансур, утыҙ йылдан артыҡ йәшәгән ирем, мине аңлай башланы. Мансур, аҡса беҙгә нимәгә? Һин Себерҙә эшләйһең, эш хаҡың арыуҙыр, тим. Ай-һай, аҡсаһы булмаһа, алтмыш йәшендә кем ҡыҙ үҫтереп, йәш ҡатын яратырға йөрьәт итер икән? Ә һин – молодец! Ә инде беҙҙең балаларға килгәндә, улар ҡараулы, эштәре бара, һорағандары юҡ, аҡсалары барҙыр. Ә инде Айҙарҙың тәҡдименә килгәндә, уның әсәһен, Сәғирә апайҙы, минең яратҡан уҡытыусымды ҡарау минең өсөн – ҙур бәхет. Мин ошо хаҡта ғүмер буйы хыялландым. Эйе, белмәйем. Һеҙ мине аңламаҫһығыҙ, тип ҡурҡам. Һеҙҙең өйөгөҙ төҙөлгәндә беҙ мәктәптә унынсы класта уҡый инек. Көн һайын эргәһенән үтеп барабыҙ һәм мин бүрәнәләрҙе һанайым. Кисә өсәү ине, бөгөн бишәүгә күтәрҙеләр, иртәгәһен тағы дүртәүҙе өҫтәнеләр. Ошо ун ике нөргә бүрәнә әле лә минең күҙ алдымда, – тип Мәрйәм илап ебәрҙе.
Валерия бер ни аңламай ләкин Мәрйәмде, ҡулдарынан тотоп, эргәһенә ултыртты:
– Борсолмағыҙ! Бер үк борсолмағыҙ. Тынысланығыҙ, – тине.
– Да, – тине һуҙып ҡына Мансур. – Беләһеңме, хатта мин илап ебәрә яҙҙым. Тимәк, беҙҙең бергә йәшәгән йылдарыбыҙ, ярай, уныһы суҡынып китһен, минең барлыҡ ғүмерем юҡҡа сыға буламы инде?
– Мансур, Мәрйәм ундай бер һүҙ ҙә әйтмәне, ярһыма, – тип уның тынысландырырға тырышты Айҙар. – Әгәр ул әсәйемде ҡарарға теләй икән, мин ҡуш ҡуллап риза буласаҡмын. Ә эш хаҡына килгәндә, мин түләйем. Аламы, юҡмы, уныһы Мәрйәмдең эше. Шулай булғас, Мансур, был юлы мин һинең ыңғайыңа һыпырмаҫҡа булдым. Бөгөн мин һинән байтаҡ һүҙҙәр ишеттем. Мин уларҙы шаяртыуға борам, һис үпкәм дә юҡ, – тине Айҙар етди итеп.
– Бәлки һин мине лә ялларға итәһеңдер? Мәҫәлән урам һепереүсе, дворник, сәскә үҫтереүсе, мунса яғыусы, йәки мейесегеҙҙән көл сығарыусы сифатында? Ә? – Мансур, еңдәрен һыҙғанып, яңынан Айҙарға ҡаныҡты.
– Юҡ, мин һине ата-әсәмдең йортонда дворник та, баҡса үҫтереүсе лә, хатта көл сығарыусы сифатында ла күрмәйем.
– Бәлки аҡса күп һорар, тип ҡурҡаһыңдыр? Эйе, мин ҡиммәт торам. Мин дешевка түгел, – тип уның һайын аҙарынды Мансур.
– Тап шуның өсөн дә мин һиңә, Мансур дуҫ, бер лайыҡлы эш тә таба алмайым. Үҙ йүнеңде үҙең күр.
– Һиңә бит әле, бына, Альбинаны үҫтерергә кәрәк, – тип һүҙгә ҡушылды Мәрйәм. – Шулай бит, Валерия?
Тегеһе күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап ултыра һәм нимә хаҡында һүҙ барыуын һаман да аңламай.
– Сабыйҙы ҡарау-ҡарамау һеҙҙең эш түгел! Валерия һеҙгә түгел, миңә килгән. Хәҙер мин уларҙы Өфөгә илтеп ҡуям һәм оҙатып ебәрәм.
– Юҡ, Альбинаны һин ҡараясаҡһың! – тип өҙә һуҡты Валерия, нимә хаҡында һүҙ барғанын төшөнгәс. – Ул – һинең балаң һәм уны һиңә ҡарарға. Ниндәй ваҡ кеше һин, Мансур? Ә Төмәндә саҡта ниндәй һүҙҙәр һөйләне! Ғәфү итегеҙ, тулҡынланып киттем, сығып, тартып килмәйенсә*, булмаҫ.
Тауыш-тынһыҙ байтаҡ ултырҙылар. Әйләнгән һайын, ҡойоп эсә** торғас, Мансур иҫереп китте. Айҙарға тағы ла бәйләнеп ҡараны ла, класташы тағы шаяртыуға борғас, тынды. Шунан һуң яңынан ҡатынын кәзекләй башлағайны, уныһы, һаман арыманыңмы ни, тигән ҡиәфәт менән урынынан торҙо һәм өҫтәлде йыйыштыра башланы.
– Айҙар, ә миңә ҡасан эшкә тотонорға мөмкин? – тип һораны ул.
– Һин ысынлап әйттең, булдымы ул? – тип ышанманы Айҙар. – Риза булыуыңды аңлайым. Мин ҡаршы түгелмен. Һинең эшләүең беҙҙең өсөн бер Мәртәбә. Һине күптән беләбеҙ, үҙебеҙҙең кеше, әсәйем дә, атайым да һине хөрмәт итә. Ә түләү мәсьәләһенә килгәндә, мин бушҡа эшләүеңә ҡаршымын. Мин һин һораған эш хаҡын түләргә ризамын. Мәҫәлән, утыҙ-ҡырҡ мең. Ҡалала ла шул уҡ хаҡтар: мең – мең ике йөҙ. Аныҡ заманда йәшәйбеҙ, аҡса өҫтөнлөк итә. Мин мәсьәләгә ысынбарлыҡтан сығып ҡарайым һәм һиңә лайыҡ эш хаҡы түләргә теләйем, – тине Айҙар.
– Күберәк һора! Күберәк һора! Аҡсаһы күп! Ана, ниндәй машина менән ҡайтҡан! – тип мөңгөрләне Мансур. – Иҫерек булһа ла, нимә хаҡында һүҙ барғанын сырамыта икән. – 50-60 мең һора. 50-60 мең.
– Һин бигерәк, Мансур. Көн һайын – икешәр мең! Сама белергә кәрәк! Ярай, һеҙҙеңсә булһын! Бик өгөтләгәс, үҙемдең хаҡымды әйтәм. Миңә 10 мең һум түләйһегеҙ.
Мансурҙың күҙҙәре айныған һымаҡ булды. 10 мең һум? 10 мең! Һин шулай дешевкамы? Абау! Белмәгәйнем! Өй йыйыштырған, иҙән йыуған, көршәк таҙартҡан өсөн – ун мең һум? Был аҡсаны мин ошонда, өйҙән дә сыҡмайынса, хатта түшәктән тормайынса, эшләй алам. Ун меңгә мин иртән ҡулымды йыуам, ләкин битемде йыуып тормайым. Нимә һин, алйот бисә, барлыҡ хеҙмәтеңде, үҙеңде ун мең һумға баһалайһың?
– Ярай, ун мең икән, ун мең! – тип ризалашты Айҙар. – ниңә улай кәмһетәһең Мәрйәмде? Ун мең һум да аҡса ул. Өйҙә йәшәү, туҡланыу – буш, – тип өҫтәрбеҙ килешеүгә.
– Ә һин беләһеңме, уның күпме ашағанын? Иртән ике ҡалаҡ эремсек менән бер һыныҡ икмәк һәм шәшке өҫтө сәй! Ха-ха-ха-ха! Фигураһын һаҡлай! 60-ты үткәс, ул фигураны кемгә һаҡлай икән, белһәң ине. Айҙар, ҡотлайым! Минең ҡатын һиңә бик арзанға төшәсәк. Рәхмәт әйтәсәкһең.
Шул ваҡыт Альбинаның мышҡылдап илай башлағаны ишетелде. Мәрйәм иркә һүҙҙәр әйтеп, сабыйҙың йүргәген алыштырҙы. Бәпес тымырға уйламай, нығыраҡ илай башланы. Күрәһең, асыҡҡандыр, ашарға таптыра. Мәрйәм сабыйыҙы тынысландырырға тырышып ҡарай, ләкин бәпес тынырға уйламай ҙа.
– Мансур, бар әле, әсәһен алып кер, Валерияны тап!
– Һаңғырау түгел бит, ишетәлер, керер.
Шул ваҡыт ишектә Нурғәле ҡарт күренде. Ҡулында ниндәйҙер ҡағыҙҙар һалынған пакет.
– Мансур улым, бына һиңә бирергә ҡуштылар, – тине ул.
– Кем ҡушты? Ҡайҙа ул? Ниндәй пакет? – тине Мансур, айнығандай булды.
– Кем тип, бая һинең менән килгән һары сәсле мәрйә. Ишек алдына тәмәке көйрәтеп сыҡты ла, ҡайҙалыр шылтыратты, ике-өс минут та үтмәнене, бер машина килеп сыҡты. Мәрйәңде әйтәм, ултырҙы ла, китте лә барҙы.
– Нисек китеп барҙы? Ни эшләп ебәрҙең, бабай?
– Аһ, аһ! Мин уны нисек туҡтатайым? Һинең менән килгән, һин туҡтат!
– Был нимә була инде? – тип аптыранды Мансур.
– Эх, һин, запастағы майор, – тип йыуатты уны Мәрйәм. – Һаман да аңламайһың. Һиңә ҡыҙыңды ҡалдырып киттеләр. Дөрөҫөрәге, ҡастылар. Әһә, ғариза ла яҙған. Мә, үҫкәс, ҡыҙың һораһа, мин ҡайҙан килеп сыҡтым, тип, ошоларҙы күрһәтерһең, һин ошонан килеп сыҡтың, тип.
– Ә бәпесте, бәпесте кем ҡарар икән? – Мансур тамам айнығандай булды.
– Кем ҡараһын? Һинең ауылда минән башҡа кешең бармы? Кемгә кәрәк һинең бәпесең? Мин ҡарайым. Минән башҡа, кем булһын? Хәҙер, хәҙер ашатабыҙ! Уй, анда бәпесе! Хәҙер ашатабыҙ! Ә ниңә хаҡын һөйләшмәйбеҙ? Ун меңгә риза булмай, дешевка, тип мине әрләй инең. Мин дешовка түгел, һин дә дешовка түгел. Шулай булғас, һин миңә ун мең түгел, утыҙ мең түләйәсәкһең! Ул хәтле аҡсаны ҡайҙан алайым, тиһеңме? Һин Себерҙә эшләйһең, вахтаға йөрөйһөң. Сабый өсөн утыҙ мең күп тиһеңме? Эйе, күптер. Шуға һинең минең ирем булыуыңды иҫәпкә алып, хаҡты бесәм. Әйҙә, 30 мең түгел, 25 мең булһын. Килештекме?
*, ** “Һәнәк” журналы сәләмәт тормош яҡлы.
(Дауамы бар.)
Дуҫтар! Хикәйәнең дауамы иртәгә донъя күрәсәк. Уны көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

1 2 3 4 5

Читайте нас: