– Ә бәпесте, бәпесте кем ҡарар икән? – Мансур тамам айнығандай булды.
– Кем ҡараһын? Һинең ауылда минән башҡа кешең бармы? Кемгә кәрәк һинең бәпесең? Мин ҡарайым. Минән башҡа, кем булһын? Хәҙер, хәҙер ашатабыҙ! Уй, анда бәпесе! Хәҙер ашатабыҙ! Ә ниңә хаҡын һөйләшмәйбеҙ? Ун меңгә риза булмай, дешевка, тип мине әрләй инең. Мин дешевка түгел, һин дә дешевка түгел. Шулай булғас, һин миңә ун мең түгел, утыҙ мең түләйәсәкһең! Ул хәтле аҡсаны ҡайҙан алайым, тиһеңме? Һин Себерҙә эшләйһең, вахтаға йөрөйһөң. Сабый өсөн утыҙ мең күп тиһеңме? Эйе, күптер. Шуға һинең минең ирем булыуыңды иҫәпкә алып, хаҡты бесәм. Әйҙә, 30 мең түгел, 25 мең булһын. Килештекме?
– Ярай. – тине күндәм генә Мансур. – Ваҡыт күрһәтер, кем кемгә түләр икән.
– Шулай шул, – тип уны йөпләне Айҙар. – Кәрәк булһа, мин үҙем ярҙам итермен. Себер яғында ла хәҙер аҡсаны һанамайынса түләмәйҙәр.
– Йә инде, ысынлап та, ҡасты буламы инде, был Лерочка исемле ҡыҙыҡай? – тип һаман шаңҡып йөрөй Мансур һәм кемгә бәйләнергә белмәй. Шунан иғтибарын Нурғәле ҡартҡа йүнәлтте. – Эх, бабай, машинаһының номерын яҙып ҡалһаң, ни булған?
Бабай кеткелдәп көлөп ебәрҙе:
– Эх, улым, улым, һин мине үҙең менән сағыштырма, мин милицияла эшләмәнем, шуға уның номеры миңә нимәгә кәрәк? Һиңә кәрәк икән, һин яҙып ал. Ә бына номерына мин барыбер күҙ һалдым, сөнки блатной ине. Ноль ун, йәғни, йомро бер йомро. Төшөндөрә белдемме?
Мансур шунда уҡ телефонына йәбеште, кемгәлер күрһәтмә биргәне ишетелде, тегеһе тупаҫ итеп баш тартты, быныһы туҙынып, һүгенә башланы, янаны, эштән ҡыуыу менән ҡурҡытты.
– Ну, был йәштәр. – тип уфтанды ул. – Өлкәндәргә бер почет та юҡ. Ярай, фамилияһын яҙып алдым, күрһәтермен әле мин уға!
Нурғәле ҡарт Мәрйәмдең әбейен ҡарарға ризалашыуын ишеткәс, бик ҡыуанды. Шунан һуң күмәкләшеп Айҙарҙың әсәһе янына үттеләр, ул баҡсалағы бейек, ҡуйы муйыл ағасының күләгәһендә йомшаҡ ҡәнәфиҙә ял итеп ултыра ине. Сәғирә әбей күптән телдән ҡалған, һөйләшмәй, үҙенә нимә кәрәк икәнен аңлатырға тырыша, асыҡ йөҙлө, ихлас ҡарашы үҙ аҡылында икәнлеген күрһәтә. Мәрйәм менән Мансурҙы таный икән, икеһен дә үрелеп арҡаларынан яратты. Танымай һуң, үҙенең уҡыусылары булды бит. Ә инде Айҙар күтәреп алған, тамағын туйҙырғандан һуң йоҡлап киткән сабый ҡарсыҡты таман ғәжәпкә ҡалдырҙы. Төрлөсә аңлатып та, күрһәтеп тә ҡаранылар, барыбер төшөндөрә алманылар. Нимә әйтһендәр, бына Мансур, Төмәндә уның йәш ҡатыны ҡалған, шул ҡатын атаһын юллап килгән дә, сабыйын ҡалдырып, ҡасып китте, тип әйтһендәрме? Һуң, барыбер аңламаясаҡ. Сәғирә әбей, барыбер, тынысланманы, ҡулдарын һоноп, сабыйҙы үҙенә алды һәм күкрәгенә ҡыҫты. Шатлығы йөҙөнә сыҡты, ҡараштары асылды һәм көс-хәл менән йөрөгән, йылға яҡын һөйләшмәгән әбей:
– Ҡайһылай матур сабый, собханаллаһ, машаллаһ! – тине.
Барыһы ла таң ҡалды, эргәһендә күҙ яҙлыҡтырмай йөрөгән Нурғәле ҡарт:
– Аһ, Сәғирә, телең асылды түгелме һуң? – тине. Ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан ҡарсыҡ һәр береһенә ҡарап сыҡты һәм:
– Күңелем ошо сабыйҙы көтә ине, – тине.
Айҙар әсәһенә яҡыныраҡ килеп:
– Әсәй, бына һиңә еңелерәк булһын өсөн хәҙер эргәңдә һәр ваҡыт Мәрйәм буласаҡ, ул һине үҙ әсәһе һымаҡ ҡарарға һәм тәрбиәләргә һүҙ бирә.
– Рәхмәт, балам, – тине әсәһе. – Ә сабый минең менән буламы?
– Эйе, әсәй, эйе, – тине улы, – Альбина һәр ваҡыт беҙҙең менән йәшәйәсәк.
– Уның исеме Альбинамы? – тип ныҡышты һаман ҡарсыҡ. – Ул беҙҙең менән йәшәһен.
– Сәғирә апай арыны, ахыры, – тине Мәрйәм, әбейҙең ҡулынан сабыйҙы алды. – Мин эш башларға әҙер, һеҙ миңә аңлатығыҙ, бурыстарым нимәнән торасаҡ һәм миңә ниндәй эштәр йөкмәтеләсәк.
Шул ваҡыт Сәғирә инәй Мәрйәмгә ҡулдарын һуҙып, үҙенә саҡырҙы һәм ҡолағына ғына асыҡ итеп:
– Ҡыҙым, һин иң тәүҙә мине мунса индерһәңсе, – тине.
Мәрйәм шул минутта етәкселек итеүҙе үҙ ҡулдарына алды һәм Мансурға:
– Мунса һинең өҫтә, ҡыҙыу яҡма, һыу йылынырлыҡ булһа, еткән, Сәғирә инәйҙең ҡан баҫымы юғары булыуы ихтимал, – тип күрһәтмә бирҙе.
Үҙе өй эсенә инеп, бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты, өй ҙур, бүлмәләр күп, йыйыштырырға ла байтаҡ икән.
Мансур менән Айҙар мунсаны яғып ебәреүгә, полициянан Мансурға шылтраттылар. 010 номерлы “Жигули”ҙың район үҙәгенән үтеп киткәнен күргәндәр, ләкин туҡтатып өлгөрмәгәндәр, автомобиль һыуға төшкән һымаҡ юҡ булған.
Быны ишеткән Мансур һөйләнә-һөйләнә машинаһына ултырып район үҙәгенә ҡуҙғалды, “Эскәнһең, һиңә ултырырға ярамай,” – тип тыйып ҡараған Нурғәле ағайҙы ла тыңлап торманы...
Оҙаҡламай мунса ла әҙер булды.
– Ҡайһылай йәтеш тура килде, әсәйеңде әйтәм, күптән мунса һорай ине, мин күтәрә алмам, ләүкәгә үҙең индереп ултырт инде, – тине ҡарт. – Аҙаҡ бынау сабыйҙы ла йыуындырырбыҙ.
Мәрйәм Сәғирә инәйҙе үҙе йыуындырҙы, сабый һымаҡ ҡына күтәреп, һуңынан өйгә үҙе алып инде, йомшаҡ ултырғысҡа ултыртты. Инәй бик ҡәнәғәт ине, йөҙө асылып ҡалғандай булды һәм ым менән генә шкафҡа күрһәтте.
– Аңлашылды, әсәйең намаҙлығын һорай, намаҙ уҡырға итә, – тине Нурғәле ағай. – Ярҙам ит, улым, минең ҡулымдан килмәҫ инде.
Сәғирә инәй менән Мәрйәм йәнәш тороп намаҙ уҡынылар һәм бик ҡәнәғәт ҡалдылар. Айҙар ҙа икенсе бүлмәгә сығып, еренә еткереп, намаҙын уҡып ҡуйҙы.
Һуңынан бергәләп ултырып сәй эстеләр, Альбинаға ла һөт табылды. Йорт хужаһы Мәрйәмгә һәм бәпескә иң ҙур, яҡты бүлмәләрҙең береһен күрһәтте.
Ауылды, үҙегеҙ беләһегеҙ, бөтәһе лә ус төбөндәге һымаҡ күренеп тора, бер нимә лә йәшереп булмай, хәйер, был осраҡта быныһы кәрәк тә түгел. Мәрйәмде Айҙарҙың әсәһен ҡарау өсөн эшкә алыуҙары хаҡында хәбәр таралып та өлгөрмәне, район үҙәгенән фажиғәле яңылыҡ килеп етте.
Мансур балаһын ташлап ҡасҡан Валерияны эҙләп төрлө юлдарҙы ҡыҙҙыра башлаған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә лә иғтибар итеп тормаған, етмәһә, әле булһа айнып та бөтмәгән, ҡыҫҡаһы гаишниктарҙың күҙенә салынған, ләкин уларҙың туҡтатыу тураһындағы бойороғон запастағы майор, Чечня ветераны һанға һуға буламы инде?
Оло юлда уҙыш бара! “Хундай” менан Ватан автопромы вәкиле, “Жигули”, бер-береһенә һыр бирмәҫкә тырыша. Мансур һүгенә, кисәге коллегаларына йоҙороҡ күрһәтә, үҙе юлды барлай һәм 010 номерлы автомобилде күреп ҡалырға тырыша. Ләкин, хәҙер ғалимдар билдәләүенсә, утлы нөктәлә бер генә тапҡыр, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла булыу, бер ваҡытта ла эҙһеҙ үтмәй һәм яугирҙы ғүмеренең аҙағына тиклем оҙатып йөрөй.
Үкенесле хәл, был юлы ла тап шулай булды. “Хундай”, ҡоторған эт һымаҡ, ҡаршы яҡтан ҙур фураны үтеп китәм тип килеп сығыуға, ҡаршы килгән “Камаз”дың артынан тағы бер “камикадзе”ның күренеүен һиҙмәй ҡалды. Бәрелешеү ҡот осҡос булды...