+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Август 2020, 23:36

ӨМӨТ САҢЫ. Хикәйә.

Ял көнө. Мәрзиә көнө буйы эш менән булды. Яңғыҙ йәшәһә лә, эш бөтәме ни инде? Тәҙрә төбөндә, шаршау артында, бер китап ятҡан. Күптән күҙгә салынғаны юҡ ине, айҙан артыҡтыр. Китапты алып, хәтерләп ҡараны. Эйе, май байрамдары алдынан ғына булғайны, хатта, яңғыҙ ҡалғас, ауылға ла ҡайтып тормағайны. Ауылдаштарҙан бигерәк, әсәһенән уңайһыҙланды. Юғиһә, әсәһе, шылтыратҡан һайын, кейәүгә сәләм әйт, Сиражетдин ни хәлдә йөрөй? Быйыл еләккә ҡайтырһығыҙ ул? Бик уңған, тиҙәр. Кейәүһеҙ, ҡайтып та йөрөмә, тип әйткеләп кенә тора. Кейәүһеҙ, ҡайтып та йөрөмә... Мәрзиә китапҡа һуҡҡыланы. Хатта саң осоп китте. Өмөт саңы, тигәндәре шул буламы икән? Үҙе лә һиҙмәҫтән, телефонын алып ҡараны. Бәй, шылтыратҡандар, түгелме һуң? Кем икән? Тиҙ генә күҙлеген алып кейә һалды. Кем шылтыратты икән? Аһ, Сирай шылтыратҡан бит! Сиражетдин! Күңеле күтәрелеп, урынында бейеп, һикереп ҡуйҙы: “Ура! Сиражетдин шылтыратҡан! Эй, үҙе лә һиҙгер инде! Моғайын, теге әсәһе әйткән еләк ваҡытын иҫкә төшөргәндер”. Мәрзиә үҙе лә күрҙе, кисә баҙар мөйөшөндә еләк һатып торалар ине.Эй, бахыр ғынам! Ҡайтыр ваҡыты күптән үткәйне шул! Үткәшеп, асҡа ҡырҡылып, кейем генәләре туҙып, кешелек сифатын юғалтып бөткәндер инде.Мәрзиә менән Сирай 3-4 йыл элек ҡаланың Яңы йыл майҙанында танышҡайнылар. Мәрзиә әхирәттәре менән Яңы йылды ҡаршы алғас, барыһы менән бергә тау шыуырға сыҡҡан булғайны. Әхирәттәренең күбеһе парлы, ул ғына яңғыҙ. Былар менән ни эшләп йөрөйөм инде, бер аҙ ултырырмын да, ҡайтырмын, тип йыйынғайны, өлгөрмәне. Әхирәте Сәкинәнең ире Зөфәрҙең танышы килеп сыҡты. Сирай, тинеләр. Мәрзиәнең ундай исемде ғүмерҙә ишеткәне юҡ ине, аҙаҡтан ҡәҙимге Сиражетдин икәнлеге билдәле булды. Паспортына ла шулай яҙылғайны. Өйләнмәгән. Мәрзиә паспортын үҙе күрҙе, буш ине теге бите.

ӨМӨТ САҢЫ.
Хикәйә.
Ял көнө. Мәрзиә көнө буйы эш менән булды. Яңғыҙ йәшәһә лә, эш бөтәме ни инде? Тәҙрә төбөндә, шаршау артында, бер китап ятҡан. Күптән күҙгә салынғаны юҡ ине, айҙан артыҡтыр. Китапты алып, хәтерләп ҡараны. Эйе, май байрамдары алдынан ғына булғайны, хатта, яңғыҙ ҡалғас, ауылға ла ҡайтып тормағайны. Ауылдаштарҙан бигерәк, әсәһенән уңайһыҙланды. Юғиһә, әсәһе, шылтыратҡан һайын, кейәүгә сәләм әйт, Сиражетдин ни хәлдә йөрөй? Быйыл еләккә ҡайтырһығыҙ ул? Бик уңған, тиҙәр. Кейәүһеҙ, ҡайтып та йөрөмә, тип әйткеләп кенә тора.
Кейәүһеҙ, ҡайтып та йөрөмә... Мәрзиә китапҡа һуҡҡыланы. Хатта саң осоп китте. Өмөт саңы, тигәндәре шул буламы икән? Үҙе лә һиҙмәҫтән, телефонын алып ҡараны. Бәй, шылтыратҡандар, түгелме һуң? Кем икән? Тиҙ генә күҙлеген алып кейә һалды. Кем шылтыратты икән?
Аһ, Сирай шылтыратҡан бит! Сиражетдин! Күңеле күтәрелеп, урынында бейеп, һикереп ҡуйҙы: “Ура! Сиражетдин шылтыратҡан! Эй, үҙе лә һиҙгер инде! Моғайын, теге әсәһе әйткән еләк ваҡытын иҫкә төшөргәндер”. Мәрзиә үҙе лә күрҙе, кисә баҙар мөйөшөндә еләк һатып торалар ине.
Эй, бахыр ғынам! Ҡайтыр ваҡыты күптән үткәйне шул! Үткәшеп, асҡа ҡырҡылып, кейем генәләре туҙып, кешелек сифатын юғалтып бөткәндер инде.
Мәрзиә менән Сирай 3-4 йыл элек ҡаланың Яңы йыл майҙанында танышҡайнылар. Мәрзиә әхирәттәре менән Яңы йылды ҡаршы алғас, барыһы менән бергә тау шыуырға сыҡҡан булғайны. Әхирәттәренең күбеһе парлы, ул ғына яңғыҙ. Былар менән ни эшләп йөрөйөм инде, бер аҙ ултырырмын да, ҡайтырмын, тип йыйынғайны, өлгөрмәне. Әхирәте Сәкинәнең ире Зөфәрҙең танышы килеп сыҡты. Сирай, тинеләр. Мәрзиәнең ундай исемде ғүмерҙә ишеткәне юҡ ине, аҙаҡтан ҡәҙимге Сиражетдин икәнлеге билдәле булды. Паспортына ла шулай яҙылғайны. Өйләнмәгән. Мәрзиә паспортын үҙе күрҙе, буш ине теге бите. Тамсы ла ҡапмай һымаҡ тойолдо Мәрзиәгә. Матур ғына һөйләшеп ултырҙылар. Уларҙың заводында рәссам-биҙәүсе булып эшләй икән. Мәрзиә менән Сәкинә Сирай-Сиражетдиндың өҫ-башы шаҡтай таушалған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙө буйтып йонсоған күренһә лә, был ирҙә ниндәйҙер өмөт бар, ул тиклем бөткән кешегә оҡшамаған, урамда ташлап китеү килешмәй, тигән фекергә килделәр һәм Зөфәргә өйгә саҡырырға ҡуштылар.
Өҫтәл артына кереп ултырғас, әлбиттә, улар йәнәш тура килде. Ир йылынып, ҡулдарының ҡалтыраныуы бөткәс, бер тамсы ла эсмәһә лә, ашамлыҡтарҙың кәрәген бирҙе инде. Уның алдында ҡул һуҙымы ерҙә әллә кемдең майонез күп ҡушылған, әҙәм ашамаҫлыҡ салаты ла юҡҡа сыҡты, хатта арыуыраҡ ҡаҙ иттәрен өҫтәлдең ике башынан Сирай алдына яҡынайтырға тура килде. Ул иһә, инәлтеп торманы, бер нимә лә ҡалманы.
– Һин, Мәрзиә, Сирайҙы бер ҙә ҡарамайһың, шикелле. Мынау ҡаҙ ботон һал әле алдына, – тип Зөфәр һөйләнгән һайын, итте уның алдына һалды. Хатта табындағылар күмәкләшеп йырлашҡанда Сирай арҡаһын диванға ныҡлы терәп, тубыҡтарына тәрилкә ултыртып, арыу-арыу ит киҫәктәрен һөйәктәренә тиклем ялтыратып кимерә ине. Сәкинә менән Мәрзиә аш бүлмәһенә бер сыҡҡанда Сирай хаҡында аҙ ғына һөйләшеп тә алдылар һәм, бәлки Мәрзиәгә тағы ла бәхетен һынап ҡарарға кәрәктер, тигән фекергә килделәр. Быға тиклем Мәрзиә берәү менән йәшәп ҡарағайны. Эсте, тип әйтеп булмай, кеше ыңғайына арлы-бирле тота торғайны. Ялҡау булды. Йоҡоноң кәрәген бирә торғайны. Үҙе ҡайҙалыр сантехникмы булып эшләй, ә инде ваннала ағып торған кранды ла, әйтмәйенсә, йүнәтеп ҡуймаҫ. Бер әйтте, ике әйтте Мәрзиә. Бер көн ишеген бикләп, керетмәне лә ҡуйҙы, бер көн ҡайтып керер әле, тип. Ялҡау булһа ла никах уҡытыу, ЗАГС-ҡа барыу, туй үткәреү хаҡында ауыҙлана башлағайны, юҡ, булманы. Үҙен эҙләп алып ҡайтып, бикләп ҡуяһыңмы инде, юғалды ла ҡуйҙы, ҡайтманы.
Әлеге хәл Сирай менән ҡабатланып ҡуймаһын, тип Мәрзиә үҙен ипле, һаҡ ҡына тотто, күҙенә генә ҡарап торҙо, бар теләген үтәне. Бөтә яҡтан теүәл булған, бер етешһеҙлеге булмаған кейәү табыуы хәҙер анһат түгел. Сирайының бар етешһеҙлеге, баяғы, күп ашауында түгел икән. Ике-өс айҙан уның ныҡ ҡына “төшөргөләүе” асыҡланды. Былай, аҡсаһы ла бар, шикелле, Мәрзиәгә лә байтаҡ һонғоланы. Мәрзиә, шул кәрәк, был кәрәк ине, тип һөйләнһә, һис һүҙһеҙ алып ҡайтып бирә торғайны. Ҡунаҡтарға ла бергә йөрөнөләр, әллә күпме ауылға ҡайттылар. Былтыр еләк ваҡытында тура килделәр. Еләкте шәп йыя икән. Ҡайҙан килгән был түҙемлелек, тырышлыҡ, Мәрзиәнең әсәһен, буласаҡ ҡәйнәһен, таң ҡалдырҙы инде. Иртәнге һалҡында йыяйыҡ, тип сыҡҡайнылар, ике-өс сәғәт эсендә бер күнәк тултырҙы ла ҡуйҙы.
Май байрамдарына ауылға ҡайтырға тейештәр ине. Мәрзиә күстәнәскә, тип сәй-мәй, колбаса, ҡаҙылыҡ алып ҡуйғайны. Сирайы ниндәйҙер бер заказды үтәгән дә, ҡулына мул ғына аҡса төшөрөргә тейеш ине. Заказдың ҙурлығын, аҡсаның муллығын Мәрзиә лә ишеткеләп йөрөй ине. Дәртләнеп, илһамланып эшләне Сиражетдин. Иртәнге алтынан сығып китә, ун икеләргә генә ҡайтып керә. Хатта бер ике тапҡыр: “Шунса-шунса аҡса төшә. Бындай ҙур эште тәүге тапҡыр ышынап тапшырҙылар. Машина-маҙәр алһам, барыбер йөрөтә алмам, әллә матур ғына итеп туй үткәреп ебәрәйекме?” – тип Мәрзиә яғына ҡарап, һөйләнгәйне, никах, туй, ЗАГС тиһәләр, ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге өлпөлдәй ҙә китә инде. Эшкә Мәрзиә сауҙа комплексы аша йөрөй. Туй күлдәктәре һатылған бутик янынан үткәндә тәүгеһендә инергә батырсылығы етмәне. Кеше-мәҙәр күреп ҡалмаһын тағы. Икенсеһендә түҙмәне, тотҡолап ҡараны. Шунда уҡ консультанттар килеп етте, һөйрәп, тигәндәй, кейенеп ҡарау бүлмәһенә алып киттеләр. Тәки кейҙереп сығарып, уңлы-һуллы атлатып, хатта өйөрөлдөрөп ҡаранылар һәм ошоһо шәп, тип таптылар. Мәрзиә, үҙе лә һиҙмәҫтән, адресын да әйтте, тыуған көнөн дә яҙҙырҙы, телефонын да бирҙе. Уларҙың башҡа эше бармы ни, тыуған көнө менән СМС-ка ебәрҙеләр, яңы күлдәк килде, тип примеркаға саҡырҙылар. Уныһына ғына түҙерлек, Мәрзиә әсәһенә һөйләнгән булғайны, уныһы һаҡһыҙлыҡ күрһәтеп, Мәрзиә менән Сирайҙың никахы, туйы, ЗАГС-ы хаҡында өлкән ҡыҙына “тишкән”. Ул белһә, инде, кем әйтмешләй, гәзиткә яҙып, радионан һөйләп, телевизорҙан күрһәтеп тороу ҙа кәрәкмәй, бар ғаләмгә мәғлүм буласаҡ.
Ә Сирай ғынаһы, Сиражетдины, нимә эшләне инде? Кис менән Мәрзиә кафеға кереп, арлы-бирле смета төҙөп, хаҡтарын буйтым төшөртөп, күңелле генә кәйеф менән ҡайтҡайны, ишекте асып инеүенә... Тәгәрәп кенә китә яҙҙы. Килеп керһә, тәүбә, әстәғәфирулла тәүбә, Сирай менән бергә өс ир, ике ҡатын эсеп ултыралар. Тәүҙә аңды-тоңдо белмәгәс, Мәрзиә аптыранды, Сирайы ҡыуанып, ҡатынын ҡосаҡлап алған булды, башҡалар менән таныштырҙы. Эштәре тамамланған, аҡсалары түләнгән икән. Сумка тултырып араҡы алғандар. Бындай осраҡта, әлбиттә, ашау онотола. Һыуытҡыстан Мәрзиәнең күстәнәскә, тип алған колбасаһын, ҡаҙылығын, ыҫланған иттәрен теге бисәләр телгеләп һалған да, бына хәҙер төп эште башҡарған – Сиражетдинды һәм уның уңған, йомарт бисәһен маҡтай-маҡтай ашап-эсеп ултыралар.
Мәрзиәнең йөрәге өлп итеп ҡалды. Эх, тағы булманы. Белә бит Сирайҙың ғәҙәтен. Быға тиклем нисек түҙгәндер, ике ай эсмәне. Хәҙер башлағас, иң кәмендә ике аҙнаға һуҙасаҡ, шунан һуң тағы ике аҙна әле кеше буласаҡ. Иң аяныслыһы, шул арала аҡсаны эсеп бөтмәйенсә, муйындан бурысҡа батмайынса, Мәрзиәнең үҙәгенә үтмәйенсә туҡтамаясаҡ. Юҡ, юҡ, шуныһы шөкөр, һуғышмай, туҡмамай, ғөмүмән, һөйләшмәй, шым ғына эсә лә ята, эсә лә ята. Беренсе тапҡыр булһа, тағы бер хәл. Ә ауылда көтәләр. Әсәһе менән атаһы ҡоймаларға тиклем буяп ҡуйған. Бер түгел, ике һарыҡ кәртәлә һимертелә. Ә бында һуҙ туй түгел, кейәүҙе ҡотҡарыу, һис юға аяҡҡа баҫтырыу хаҡында бара. Мәрзиә өмөтөн өҙмәне. Сәкинәнең дауаханала ауылдашы эшләй икән. Шул ниндәйҙер тамсылап ҡына тамыҙып, дауалай торған ысул менән ярҙам итеп ҡараны. Бер ике-өс көн шуның менән булаштылар. Юҡ, алкаш алкаш инде, һис тә ыҡҡа килерлек түгел. Укол ҡаҙаусы табип та Мәрзиәгә, ай-һай, быны кеше итеп булырмы икән, тип һөйләнеп ҡуйҙы. Отпускыһын алмай йөрөй ине, туй үткәрһәм, тип ғариза яҙып, ялын алды. Ваҡыт үтә, ауылда ата-әсәһе, туғандары, ике һарыҡ көтә, юҡ. Бер заман Мәрзиә үҙен ниндәйҙер ҙур бәхеттән, киләсәген һәм яҙмышын хәл итер өмөттән мәхрүм ҡалып барғандай тойҙо. Юҡҡа ғына асыулана, ҡурҡыуға бирелә башланы. Әгәр был юлы ла өйләндереп, кейәүгә сығып булмаһа, тағы ултырып ҡалырмы икән инде? Түҙмәне, Сирайға ҡаты-ҡаты ғына һүҙҙәр әйтте, ҡыуып сығарыу менән ҡурҡытты, араҡыһын тартып алып, йыуынғысҡа ҡойҙо, хатта бер тапҡыр этеп ебәрҙе. Быға тиклем бындай уҫаллыҡты күреп өйрәнмәгән ир аптыранып, тороп ултырҙы, һәм, был нимә булды ул, тигән һымаҡ, ҡатынға ҡараны. Шулай аҙна буйына берсә өгөтләп, йә асыуланып, хатта туҙынып күрһәтте, юҡ, булманы. Шулай итеп, Мәрзиәнең ялы бөттө, отгулдары юҡҡа сыҡты, эшкә тотонор мәле лә килеп етте. Ауылда ла төңөлдөләр булыр, Теге һарыҡтарҙы әллә көтөүгә ҡыуғандармы, әллә һуйып һатҡандармы, Мәрзиә һорашып торманы. Салондыҡылар ҙа, кафеныҡылар ҙа, көн аша, тигәндәй, шылтыратҡылап торҙолар ҙа, улар ҙа, булмаҫ, ахыры, тип өмөттәрен өҙҙөләр. Мәрзиәнең дә өмөтө өҙөлдө. Баяғы, май байрамы алдынан эшкә барырға, тип иртән торһа, Сиражетдин кухняла шым ғына, ғәйепле төҫ менән сәйме, кофемы эсеп ултыра. Ҡатын һиҙенде, был бит “запой”ҙан сығырға итә. Нимә тип әйтһен, Мәрзиә ирҙең айнығыуын күктән төшкән бәхет һымаҡ көтһә лә, хәҙер инде туй тураһында һүҙ ҡуҙғатыуҙың урынһыҙ икәнлеген һиҙә. Былай ҙа, бәлки хата балғандыр, мин ҡайтыуға күҙемә күренәһе булма, тип сумаҙанын сығарып ултыртты ла, тыҡылдата баҫып, эшенә йүнәлде. Аһ, шул ваҡыт сумаҙанға тотоноу артығыраҡ булған, шикелле. Бәлки маҡтап ҡына, йә көлөп кенә ҡуйырға булғандыр. Һуң, беренсе тапҡыр түгел бит. Эсһә лә, һуғышмай, шым, ана, еләкте ниндәй шәп йыя. Бар бит, бар уның ыңғай сифаттары. Ә ул, алабарман, тотто ла, сумаҙанын сығарып ултыртты. Ҡайтһа, сумаҙан да, уның хужаһы ла юҡ.
Ана, тағы шылтыратып ята. Сиражетдин икенсегә шылтыратһа ла, Мәрзиә яуап бирергә ашыҡманы. Сығып китеүенә ике ай, моғайын, был берәй заказ үтәгәндер, аҡса алғандыр, тимәк, әле оҙайлы запойҙан сығып ҡына килә. Хәле бик мөшкөлдөр. Һуң, ни эшләһен инде Мәрзиә, ундай ирҙәр ҙә ҡойма төбөндә ятмай бит әле. Ярай инде, Сәкинәгә шылтыратып, теге табипты саҡырырға, күмәк көс менән ҡотҡарырға кәрәк булыр. Уф, тағы шылтырата. Алайыммы икән, юҡмы икән? Мәрзиә икеләнә. Ярай, шылтыратһын әле, Мәрзиәнең ҡәҙерен белһен, улай тиҙ генә ишеген аса һалып бармаһын.
Телефон тағы шылтыраны. Мәрзә көҙгө алдына барҙы, сәс-башын рәтләне, телефонға күҙ һалды. Үҙе эстән генә тантана итә, ауыҙы йырыҡ, күңеле күтәренке, кәйефе көр, ләкин тауышына мөмкин тиклем ҡорораҡ төҫ бирергә тырышып:
– Алло, тыңлайым! – тине.
– Мәрзиә, һаумы, был Сирай шылтырата! – тине тегеһе көр, күңелле тауыш менән. – Һин мине хәҙер күптән онотҡанһыңдыр инде. Онотма! Өс йыл ғүмеребеҙ бергә бәйләнгән. Һиңә рәхмәт әйтергә шылтыратам. Мине өс йыл ҡараның, кеше итергә тырыштың, уларҙың барыһы өсөн дә мин һиңә рәхмәтлемен!
Мәрзиәне ниндәйҙер ҡурҡыу солғап алды. Рәхмәт әйтә, әллә сирләп киткәнме? Бахыр ғынам. Бәхилләшә түгелме һуң?
– Хәлдәрең нисек? Һаулығың? – тип кенә һорап өлгөрҙө.
– Хәлдәр көйлө, һаулыҡ шәп! Мин бит эсеүҙе ташланым! Әле бына өйләнеп йөрөйөм!
– Нисек өйләнеп йөрөйһөң?
– Шулай. Эйе, бер ҡатынға өйләнеп йөрөйөм. Бер малайы бар, фатиры бар. Ярай, пока, минең ваҡыт юҡ. Туйға кил, саҡырырмын! Һин миңә ят кеше түгел! Өс йыл йәшәнек бит әле! Ярай, пока!
Мәрзиәнең һыны ҡатты ла ҡуйҙы. Ул бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Трубкала бер баланың ҡысҡырып көлгәне һәм: “Кем менән һөйләшәһең ул”, – тигән яғымлы ҡатын тауышы ишетелде. “Ә, бер боронғо таныш, – тине Сирай. – Күптән һөйләшкән юҡ ине, хәлен белештем”...
Мәрзиә өмөттөң эргәлә генә, хатта ҡулында булыуын тойҙо һәм унан ҡалған саңдың таралыуын күрҙе.

Дуҫтар! Беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: