-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Август 2020, 12:20

ТУЙҘАН ҺУҢ – 7 Хикәйә.

Айҙар, ике лә уйлап тормай, машинаһын вертолеты ултырған парковкаға йүнәлтте. Двигателде ҡабыҙып, һауаға күтәрелергә рөхсәт алғансы байтаҡ ваҡыт үтһә лә, вертолет автомобилдән шәберәк, ул өлгөрөргә тейеш. Шул арала полицияның эске эштәр бүлегенә шылтыратып өлгөрҙө. Ауылдан килеүсе ҡыҙыл автомобиль хаҡында хәбәрҙе ишетеү менән, улар юл саттарына бер түгел, ике машина ебәрҙе. Айҙар, ауылдан килгән юлға сығыу менән, ҡаршыһына ҡыҙыл машинаның килгәне лә күренде: “Хундай Солярис” – тигән һығымтаға килде, һәм түбәнерәк төшөп, номерын ҡараны. Шунда уҡ эске эштәр бүлегенә шылтыратып, машинаның маркаһын һәм теркәү номерын әйтте. Ышаныслыраҡ булһын өсөн түбәнерәк төшөп, “Солярис”ты бер әйләнеп сыҡты һәм, кемде булһын, Валерияның ҡурҡынған йөҙөн күрҙе. Айҙар сәләмләп ҡул болғауға, ҡатын уны танып ҡалды ла, хатта йылмайып, ҡул болғап, ул да сәләмләне. Валерия юғалып ҡалманы, Альбинаны күрһәтте. Альбина вертолетты әлегә айырмай, сит-ят ҡулға эләккәс, күрәһең, әсәһен онотоп та өлгөргәндер, күҙ йәштәре менән үкереп илай ине. Айҙар алғараҡ осоп барып, ГАИ автомобилен күрҙе һәм улар эргәһенә туҡтаны. Автоинспекторҙар туҡтатып, протокол төҙөргә йыйынғайны, Айҙар Валерия менән бер нисә минут әңгәмәләшеп алыуҙы, бер мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйҙы. Айҙар ҡатындың күҙҙәренә туп-тура ҡарап: – Ни өсөн иң тәүҙә миңә мөрәжәғәт итмәнең? Шунда уҡ атайыма барҙың? – тип һораны. – Ни эшләйем икән? – тип аптыранды ҡатын. – Мин бит атайыңды әйтмәҫкә һүҙ биргәйнем. – Ярай, атайым менән үҙем һөйләшермен, асыҡларбыҙ, – тине. Полициня начальнигына Айҙар: – Бында мин бер енәйәт тә күрмәйем. Әсәһе балаһын алырға килгән. Миңә ҡалһа, уларҙы Өфө тимер юл вокзалына оҙатып ҡуйырға кәрәк, – тип әйтте. Оҙаҡламай, такси Валерияны һәм Альбинаны Өфөгә алып китеп, вокзалда ҡалдырҙы. Кисен өйгә ҡайтҡас, Айҙар Мәрйәм менән атаһына Альбинаны табыуҙары, Валерияны нисек итеп ултырта яҙыуҙары хаҡында ентекләп һөйләне. Аҙаҡ атаһы менән икәү генә ҡалғас, уралтып-суралтып торманы: – Атай, мин аңламаным, һин ни өсөн сабыйҙы әсәһенә тоттороп ебәрергә булдың әле? – тип һораны.

ТУЙҘАН ҺУҢ - 7
Хикәйә.
Айҙар, ике лә уйлап тормай, машинаһын вертолеты ултырған парковкаға йүнәлтте. Двигателде ҡабыҙып, һауаға күтәрелергә рөхсәт алғансы байтаҡ ваҡыт үтһә лә, вертолет автомобилдән шәберәк, ул өлгөрөргә тейеш. Шул арала полицияның эске эштәр бүлегенә шылтыратып өлгөрҙө. Ауылдан килеүсе ҡыҙыл автомобиль хаҡында хәбәрҙе ишетеү менән, улар юл саттарына бер түгел, ике машина ебәрҙе. Айҙар, ауылдан килгән юлға сығыу менән, ҡаршыһына ҡыҙыл машинаның килгәне лә күренде: “Хундай Солярис” – тигән һығымтаға килде, һәм түбәнерәк төшөп, номерын ҡараны. Шунда уҡ эске эштәр бүлегенә шылтыратып, машинаның маркаһын һәм теркәү номерын әйтте. Ышаныслыраҡ булһын өсөн түбәнерәк төшөп, “Солярис”ты бер әйләнеп сыҡты һәм, кемде булһын, Валерияның ҡурҡынған йөҙөн күрҙе. Айҙар сәләмләп ҡул болғауға, ҡатын уны танып ҡалды ла, хатта йылмайып, ҡул болғап, ул да сәләмләне. Валерия юғалып ҡалманы, Альбинаны күрһәтте. Альбина вертолетты әлегә айырмай, сит-ят ҡулға эләккәс, күрәһең, әсәһен онотоп та өлгөргәндер, күҙ йәштәре менән үкереп илай ине. Айҙар алғараҡ осоп барып, ГАИ автомобилен күрҙе һәм улар эргәһенә туҡтаны. Автоинспекторҙар туҡтатып, протокол төҙөргә йыйынғайны, Айҙар Валерия менән бер нисә минут әңгәмәләшеп алыуҙы, бер мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйҙы. Айҙар ҡатындың күҙҙәренә туп-тура ҡарап:
– Ни өсөн иң тәүҙә миңә мөрәжәғәт итмәнең? Шунда уҡ атайыма барҙың? – тип һораны.
– Ни эшләйем икән? – тип аптыранды ҡатын. – Мин бит атайыңды әйтмәҫкә һүҙ биргәйнем.
– Ярай, атайым менән үҙем һөйләшермен, асыҡларбыҙ, – тине.
Полициня начальнигына Айҙар:
– Бында мин бер енәйәт тә күрмәйем. Әсәһе балаһын алырға килгән. Миңә ҡалһа, уларҙы Өфө тимер юл вокзалына оҙатып ҡуйырға кәрәк, – тип әйтте. Оҙаҡламай, такси Валерияны һәм Альбинаны Өфөгә алып китеп, вокзалда ҡалдырҙы.
Кисен өйгә ҡайтҡас, Айҙар Мәрйәм менән атаһына Альбинаны табыуҙары, Валерияны нисек итеп ултырта яҙыуҙары хаҡында ентекләп һөйләне. Аҙаҡ атаһы менән икәү генә ҡалғас, уралтып-суралтып торманы:
– Атай, мин аңламаным, һин ни өсөн сабыйҙы әсәһенә тоттороп ебәрергә булдың әле? – тип һораны.
Нурғәле ҡарт һорауҙан һиҫкәнде һәм тирә-яғын ҡараштырып алды. Йәнәһе, үҙҙәре генәме:
– Тәки әйткән икән. Валерияны әйтәм. Мин уға ярҙам иткән булдым бит әле. Үҙең беләһең, был сабыйға беҙҙең бер хоҡуғыбыҙ ҙа юҡ, ул беҙгә артыҡ йән генә. Атаһы үлде, Мәрйәмдең эше күп. Ә Валерия, теге мәрйәне әйтәм, сабыйҙың үҙ әсәһе. Мин уға һинең менән һөйләшергә, ризалығыңды алырға ҡушҡайным, үҙең күрәһең, ул ҡыҙыҡай законды бик хөрмәт итмәй. Һәр нәмәне законға ҡаршы хәл итеп өйрәннгән. Ундайҙарҙы тәрбиәләүе ҡыйын, сөнки улар закондың кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгәнен аңламайҙар. Һәр мәсьәләне ҡаршылыҡ аша, низағлашып хәл итеп өйрәнгән.
Айҙар атаһының асыҡтан-асыҡ һөйләнеүенән үҙе лә аптыранып ҡалды:
– Ҡыҙыҡ ҡына фекерҙәр әйттең, атай, мин һинән быны көтмәгәйнем, – тине.
– Һин, улым, мине, был ҡарт алйыған, тип уйлай күрмә тағы. Минең һикһән йәшлек, тип әйтерлек, ғүмерем уйлағанымды шунда уҡ ярып әйтергә түгел, эскә тупларға, күберәк өндәшмәҫкә өйрәтте. Һеҙ, йәштәр, хәҙер бөтөнләй икенсе шул. Һеҙгә аҡса булһа, шунда уҡ сығарып һалырға, дошман булһа, йыға һуғырға, дуҫ булһа, күтәрергә кәрәк. Ә беҙҙең осорҙа барыһы ла киреһенсә булды. Әсәйең менән дә шул хаҡта һөйләшкәнебеҙ бар. Мин көтмәгәйнем, ана, Мәрйәмде өйгә индереп, бик яҡшы иттең. Егәрле, уңған ҡатын. Улым, уңайһыҙ булһа ла, һорайым әле, һинең Мәрйәмгә ҡарата мөнәсәбәтең нисек?
Был һорау Айҙарҙың үҙен дә аптырашта ҡалдырҙы:
– Әллә, атай, мин был хаҡта уйлағаным юҡ, – тине Айҙар.
– Ә Германиялағы килен менән һаман бәйләнеш тотаһығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынды ҡарт.
– Ара-тирә һөйләшеп, шылтыратышып торабыҙ, – тине Айҙар.
– Ҡайтырға уйлағаны тойолмаймы? – тине атаһы.
– Һораһам, көлә лә ҡуя, – тине Айҙар. – Ундағы тормошто мин ике тапҡыр барып күрҙем бит. Уларҙа көн итмеш беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ һәм ябайыраҡ.
– Ә ниңә, хәҙер беҙҙә насармы ни? – ҡарт көлөмһөрәне. – Шуның өсөн көрәштегеҙ ҙә инде. Ельцинға кем тауыш бирҙе? Һинең менән беҙ, күҫәккә-күҫәк килә яҙып, бәхәсләштек. Оноттоңмо ни?
– Онотманым. Оноторлоҡ булманы, – тине Айҙар. – Атай, мин һиңә ябай ғына итеп аңлатам. Германияла ла, Рәсәйҙә лә хәҙер капитализм. Германияла ул йөҙәр йыллыҡ традицияға эйә һәм хоҡуҡи йәһәттән көйләнә, кешенең азатлығын тәьмин итә. Ә беҙҙә, киреһенсә, кеше законлы кәртләләр эсендә йәшәү өсөн көрәшергә мәжбүр. Бына шул ғына. Ә бына һин, атай, минең бизнесым менән ҡыҙыҡһынаһың, миңә бит еңел түгел. Мин, ысын мәғәнәһендә, йәшәү өсөн көрәшәм.
– Ә һиңә бында нимә ҡалмаған? Ниңә көрәшәһең? Ана, Германияға бар ҙа, ҡатының, ҡыҙың, улың шунда, йәшәп тик ят.
– Ҡуй, атай, юҡты миңә ҡыҫтама. Мин Германияла йәшәй торған кеше түгел. Мин бит һинең улың, эш өсөн яратылғанмын.
Тыныс ҡына итеп, асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ултырҙылар атай менән ул.
– Былай бер ҙә һөйләшеп ултырғаныбыҙ юҡ ине, – тип асылды ҡарт тағы ла.
– Беҙҙең өсөн тырышыуыңды күреп торабыҙ, улым, рәхмәт инде. Дин юлынан китеүең дә миңә оҡшаны. Мин үҙем дә шул хаҡта хәҙер йыш уйланам. Бер ҡараһаң, утыҙ йылдар элек кенә үҙемдең Ҡөрьән тотоп ултырыуымды күҙ алдыма ла килтермәй инем. Ә хәҙер ултырам, уҡыйым, үҙем өсөн яңылыҡтар асам, – тине ҡарт.
Был һүҙҙәр Айҙарҙы ла дәртләндереп ебәрҙе:
– Уҡы, атай, Аллаһ бойорһа, бергәләп намаҙ уҡырбыҙ әле.
Ҡарттың нимәлер әйткеһе килә, уйлана, икеләнә, ауыҙын асып, һүҙ башларға ла итеп ҡуя, ләкин тыйыла. Һуңғы осор йөҙө асылып, йәшәреп киткәндәй тойолдо. Үҙенә күрә күңелле генә көйҙәр көйләп, йорт-ҡура эргәһендә ваҡ-төйәк эш менән була. Айҙар ҙа өйгә дәрт менән ҡайта. Әсәһе ихлас йылмайып, уларҙың бер өҫтәл артында йыйылыуына ҡыуана. Тик бына атаһы аптырата бит әле, уның күңелендә нимәлер бар һымаҡ. Элекке колхоз тураһында тип әйтһәң, һис тә оҡшамаған. Улай тиһәң, колхоз тигәндәре күптән фермер хужалыҡтарына таралып бөттө, һөрөлмәгән-сәселмәгән ерҙәр юҡ, тип әйтерлек, шулай булғас, атаһын нимә борсоуы ихтимал? Айҙар һүҙҙе үҙе башларға булды:
– Атай, үҙең күреп тораһың,тормошобоҙ көйләнгән һымаҡ булды. Әсәйҙең дә хәле яҡшырҙы, Мәрйәмгә рәхмәт инде. Тик мине улай уҡ бер нимә лә күрмәй, бер ҡатлы икән, тип уйлама, атай. Һинең миңә әйтер һүҙең бар, атай. Мин уны көтәм һәм яуап бирергә әҙермен.
Был һүҙҙәр Нурғәле ҡартты әллә ни аптыратманы. Шулай ҙа һүҙҙең ҡапыл башланыуы уны уйға һалды:
– Ярай, улым, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйбеҙ, үҙем тәрбиәләп, күҙеңә ҡарап, алдап ултыра алмайым. Үҙең беләһең, көнө-төнө эш менән булдым. Үҙемдең шәхси тормошома ваҡыт ҡалманы, тип әйтерлек. Тик һин мине, үкенә икән, тип уйлай күрмә, улым. Ил тарҡалғас, заводтар, колхоздар юҡҡа сыҡҡас, ҡиблалар үҙгәргәс, үҙемең алданғаныма төшөндөм. Беҙҙе бит партбилет тотто. Фирҡә ағзаһы, тимәк, өлгөлө, тоғро, Ватанға ғына түгел, ғаиләңә, хәләл ефетеңә тоғролоҡ. Ҡыҫҡаһы шул, Айҙар улым. Мин алданыуымды аңланым һәм шуның ҡоһорон ҡайтарырға теләйем. Әсәйеңдең хәлен үҙең күреп тораһың, улым, миңә өйләнергә кәрәк. Мин үткән ғүмеремдә тормоштоң байтаҡ ҡына ләззәттәренән үҙемде мәхрүм итеп, ваз кисеп йәшәнем, хәҙер үкенәм. Һин, улым, минең был һорауыма яуап бир. Ҡөрьән дөрөҫ яҙған: һәр мосолман ике, өс, дүрт ҡатын алып йәшәй алырға тейеш. Үҙең күрәһең, ишетәһеңдер, иртүк торам, түмәләскә менеп, ҡояш сыҡҡанын ҡарайым. Кисен түмәләскә менеп, тағы ла ҡарайым, оҙатып ҡалам ҡояшыбыҙҙы. Нисә тапҡыр ҡояш ҡалҡҡанын күрергә, нисә тапҡыр оҙатырға насиптыр миңә, ләкин мин үҙемде ир затынан итеп тойоп йәшәгем килә. Исмаһам, аҡтыҡҡы көндәремдә. Әллә һин мине һөйөүҙән, һөйөлөүҙән ваз кискән, мәхрүм ҡалған кешелер, тип уйлайһыңмы? Һин, улым, минең ошо һорауыма яуап бир. Миңә өйләнергә рөхсәт итәһеңме?
Был һорауҙар Айҙарҙы тамам шаңғытты:
– Атай, миңә уйларға рөхсәт ит. Мин был хаҡта һөйләшергә әҙер түгелмен. Шуға уйлашайыҡ. Мин был хаҡта уйларға тейешмен, – тине.
Шул ваҡыт ипле генә итеп ишек шаҡығандары ишетелде һәм Мәрйәм күренде.

Дуҫтар! Хикәйәнең аҙағы "Башстатус" төркөмөндә иртәгә донъя күрәсәк. Уны бөгөн үк уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

1 2 3 4 5 6 7 8

Читайте нас: