+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Август 2020, 17:46

ӨМӨТ САҢЫ-2. Хикәйә.

Башы: https://henek.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/M-T-SA-I--Hik-y-402542/ Бер аҙҙан Мәрзиә үҙе лә күнгән һымаҡ булды. Күнмәй ҡайҙа барһын инде. Исмаһам, никахтары юҡ, вәғәҙә лә бирешмәнеләр. Былай, эсеп йөрөп, бик хәлһеҙ саҡтарында рәхмәттәрен ҡойолдороп, ярға ырғытылған балыҡ һымаҡ ята торғайны ла ул, хәҙер нимәләр ҡыйланғанын бөтөнләй онотҡандыр инде.

Бер аҙҙан Мәрзиә үҙе лә күнгән һымаҡ булды. Күнмәй ҡайҙа барһын инде. Исмаһам, никахтары юҡ, вәғәҙә лә бирешмәнеләр. Былай, эсеп йөрөп, бик хәлһеҙ саҡтарында рәхмәттәрен ҡойолдороп, ярға ырғытылған балыҡ һымаҡ ята торғайны ла ул, хәҙер нимәләр ҡыйланғанын бөтөнләй онотҡандыр инде.
Ләкин әхирәте Сәкинә килеп ҡыҫылды. Бығаса ишетмәй йөрөгән икән:
– Ниңә миңә шунда уҡ әйтмәнең? Бергәләп тотонор инек. Нисауа, әле лә һуң түгелдер, – тип Мәрзиәне дәртләндереп ебәрҙе.
Иң тәүҙә Сәкинәгә яуап бирергә тура килде. Ни өсөн сығып киткән? Мәрзиә барыһын да һөйләп бирҙе. Ләкин, сумаҙан хаҡында өндәшмәне. Шулай итеп, Сирай үҙе ташлап киткән һымаҡ килеп сыҡты. Сәкинәнең өлгөрлөгөнә таң ҡалырһың. Әллә ҡайҙан адресын тапҡан, хәҙерге ҡатынының кем икәнлеген асыҡлаған.
– Өс йыл буйы нимә эшләп яттығыҙ һеҙ? Ниңә, бер тапҡыр ҙа ауырға ла ҡалманыңмы ни? – тип бот сапты ул Мәрзиәгә тишерҙәй итеп ҡарап. – Балаң булһа, шым ғына өйҙә ултырыр ине.
– Юҡ шул, балаға үтә алманым, – тип ситкә ҡарап һөйләнде Мәрзиә. Был юлы ла алданы Мәрзиә. Бер тапҡыр түгел, ике өс тапҡыр ҡалды, тик Сирайҙың өйләнеренә ышанманы, яңғыҙым ҡарай алмам, тип, эш араһында төшөртөп килде.
– Эсә бит, – тине Сәкинә лә. – Өлкәнәйеп тә бара, хәҙер бик рәте лә ҡалмағандыр инде.
Бына Мәрзиә Сиражетдин хәҙер йәшәгән йорттоң эргәһендә тора. Бында ни эшләп килде әле ул? Кем көтә уны бында? Әллә ҡайтырға ла китергәме икән? Тегеләй үтте, былай үтте Мәрзиә. Баяраҡ балалар баҡсаһы эргәһенән Сирайға оҡшаған берәү килә ине. Бала етәкләгән. Ир ҡайҙалыр юҡ булды. Мәрзиә йорттар араһын тағы бер урап сыҡты һәм Сирай йәшәгән подъезд эргәһенә килде – 3-сө ҡат, 30-сы фатир. Көс-хәл менән тейешле ҡатҡа күтәрелде һәм ҡыңғырауға баҫҡанын яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Күп тә үтмәне, ишекте асып та ебәрҙеләр. Урта буйлы, яғымлы, ыҡсым ғына кейенгән бер ҡатын күренде.
– Һаумыһығыҙ? – тине ул һораулы ҡарашын Мәрзиәгә төбәп.
Мәрзиә ыҡ-мыҡ итте, әйтергә һүҙ таба алманы, шулай ҙа көс-хәл менән:
– Сиражетдин өйҙәме икән? – тип һорай алды. Көс-хәл менән әйтте. Сиражетдины Сиражи һымаҡ яңғыраны.
Ҡатын һиҫкәнгәндәй итте, саҡ ҡына артҡараҡ сигенде:
– Әлегә ҡайтып етмәне шул. Балалар баҡсаһынан малайҙы кереп алам, ти ине, шунан һуң бер аҙ йөрөп килергә йыйыналар ине. Әйҙә, үтегеҙ, хәҙер ҡайтып етер ул, – тип саҡырҙы.
Мәрзиә икеләнде, ләкин, үҙе лә һиҙмәй ҡалды, фатирға керҙе. Ыҡсым ғына, бер бүлмәле фатир. Әллә ни йыһаздары күренмәй, ләкин үҙенән йылы бөркөп торған һымаҡ. Мәрзиә, үҙе лә һиҙмәҫтән, әле йәшәгән фатиры менән сағыштырҙы. Уныҡы ҙурыраҡ ләкин ҡараңғыраҡ, кеше йәшәгәне лә тойолмай. Ә бында, күренеп тора, балалы ғаилә көн итә. Уйынсыҡтар, самокат күренә.
– Танышайыҡ, мин Фәриҙә булам, – тине ҡатын.
– Мин – Мәрзиә, – тине тегеһе.
– Әйҙә, сәй эсәйек. Оҙаҡламай, улар ҙа ҡайтып етер. Һеҙ Сиражетдин менән күптән танышмы?
Мәрзиәне был һорау тағы һиҫкәндерҙе. Нисә йыл була әле?
– Өс-дүрт йыл булалыр, – тине ул ышаныслы итеп, – Яңы йылда танышҡайныҡ.
– Аңлашылды, һеҙҙе бер тапҡыр иҫкә төшөргәйне, буғай. – тине хужабикә илтифатһыҙ ғына. Йәнәһе, һинең өсөн бик янманы, тип ишаралауылыр инде.
Үҙен ҡыуып сығарған ҡатынды нимә тип иҫкә төшөрһөн инде. Ваҡ-төйәк кейемдәре ҡалғайны, шуларҙы онотманымы икән? Ана, улары, ишек төбөндә пакетта ята, йән көйҙөрөп, әйләнгән һайын, иҫкә төшөрөп тормаһындар.
– Үҙенең эштәре нисек икән? – тип ҡыҙыҡһынды Мәрзиә. – Заказдары бармы?
– Таң менән сығып китә, һуң ғына ҡайта. Әле яңыраҡ ҙур бер эшен бөттө, шуға ҡәнәғәт булып, туғарылып йөрөп ята. – тине хужабикә ҡәнәғәт кенә ҡиәфәт менән.
– Эсмәйме? – тип һорамай булдыра алманы Мәрзиә. – Хәҙер нисек?
– Әлләсе тағы. Эскәне тойолмай, – тип аптыранды ҡатын. – Теге йәкшәмбе апайымдар саҡырғайны, ҡыҫтап ҡарағайнылар, ауыҙына ла алманы. Ә һеҙ уны яҡшы беләһегеҙме?
Был һорау Мәрзиәна тағы һиҫкәндерҙе. Һуң, бая әйткәйне түгелме һуң, өс-дүрт йыл тип? Тағы нимәһе аңлашылмай?
– Өс йылдан күберәк беләм, – тине көс-хәл менән Мәрзиә. – өс-дүрт йылдыр. Шунан күп түгелдер.
– Әле уға йомошоғоҙ бармы? – тип хужабикә мәсьәләне ҡәтғиерәк ҡуйҙы.
Бында нимәңде ҡарап йөрөйһөң, тиеүелер инде. Мәрзиә яуабын тиҙ тапты:
– Бер аҙ кейем-һалымы ҡалғайны, йә юллап килер, үҙенә ҡалдырып китәйем, тинем, – тип яуап бирҙе. – Өйләнешергә булғанһығыҙ икән?
Был һораумы, әллә хәбәрме, әллә раҫлаумы, Фәриҙәне һикереп торорға мәжбүр итте:
– Өйләнешергә? Кем һөйләй уны? Кемдән ишеттең? “Без меня меня женили”, буламы инде? Кеше нимә генә сығармай. Бына, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр?! Әйт, әле, Мәрзиә, кемдән ишеттең?
– Үҙе әйтте. Үҙе шылтыратты.
– Ҡуй, бушты һөйләмәгеҙ! Уның телефоны юҡ бит! Яңыраҡ ҡайҙалыр юғалтҡан да, шунан бирле телефонһыҙ йөрөй.
– Белмәйемсе, – тине Мәрзиә. – Телефонда уның номеры ине.
Хужабикә ярһып, тигәндәй, тороп китте:
– Мин бит уның номерын да белмәйем! Иртән һөйләшеп ҡуйһаҡ, ҡайтҡанда, баланы кереп ала. Шул кешегә мин хәҙер кейәүгә сығырға тейешме? Юҡ, былай булмай! Иртәгә үк бальнисҡа барам, ҡотолоп ҡуйырға кәрәк, – тип ярһыны Фәриҙә.
– Больницаға ниңә бараһың? Әллә сирләйһеңме? – тип һорамай, түҙмәне Мәрзиә.
– Ҡатын-ҡыҙ нимәгә бара? Төшөртөргә барам! – тине Фәриҙә асыулы ҡиәфәттә.
– Юҡ! Йөрөмә! Минең һымаҡ булырһың! – тине Мәрзиә.
– Ә һиңә нимә булды?
– Юҡ, юҡ, ул ваҡытта Сирай юҡ ине. Мин бер ир менән йәшәп ҡарағайным, күп түгел, бер-ике йыл. Ауырға ҡалмайһың, балаң юҡ, тип сығып китте. Ә мин, бал алкаштан бала тапҡансы, яңғыҙым ғына йәшәйем, – тинем.
– Улар шулай инде, ҡойроҡто һыртҡа һалырға торалар. Ә былай Сиражетдин ниндәйерәк кеше ул? Туҡмамаймы?
Мәрзиә ҡапыл уйға ҡалды. Ниндәйерәк кеше һуң әле Сирай-Сиражетдин? Мәрзиә, үҙе лә һиҙмәҫтән, эсә, һуғыша, бысаҡ тотоп баҫтыра, етмәһә, һүгенә, ваннаға бикләп ҡуя, дуҫтары, үҙе һымаҡ, алкаштар, башымды стенаға бәреп, мейемде һелкетеп бөттө, хәҙер йоҡом йоҡо түгел, тип әллә нәмәләр килтереп сығарып, хатта илап ебәреп һөйләргә уйлағайны, Сирайҙың уны ҡыҫып ҡосаҡлауҙары, яратыуҙары, иркә һүҙҙәр әйтеүҙәре иҫенә төшөп, күңеле йомшарҙы ла:
– Үҙен туҡмаһаң да, бер нимә өндәшмәҫ, шул тиклем һәйбәт ир. Үҙе рәссам, сәнғәт кешеһе. Тыныс, ипле. Һаҡлап ҡына ҡара инде үҙен! – тип маҡтап алды ла китте.
Ул арала булмай, ишек тауышы ишетелде, бер бала ҡысҡырҙы, Сиражетдиндың: "Беҙҙе керетәһегеҙме? Ҡунаҡ килгән икән?" – тигән тауышы ишетелде.
– Ҡайттығыҙ ҙа мы ни? – тип өтәләнеп ҡаршыларына йүгерҙе. – Сиражетдин! Мин белмәй ҙә йөрөйөм, һин телефоныңды тапҡанһың икән!
– Таптым шул! Эштә йәшник артында ятҡан. Телефон нимә ул, бына һеҙҙе юғалтып ҡуймайым! Бәй, бында ҡунаҡ бар икән! Фәриҙә, танышҡанһыңдыр, Мәрзиә – минең бик яҡын кешеләремдең береһе. Әйҙә, шартына килтереп, халыҡты никах ашына йыйып алайыҡ? Фәриҙә, һин нисек уйлайһың? Берәй кафе-мәҙәр ҡараштыр.
– Ярай һуң! Бына, Мәрзиәне лә саҡырайыҡ!
Ф. Ильясова.
Читайте нас: