+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Август 2020, 12:05

ТУЙҘАН ҺУҢ – 8 Хикәйә.

Мәрйәм эргәләренә үтте һәм бер аҙ уйланып торғандан һуң: – Сәғирә апай һеҙҙе саҡыра, – тине. Өсәүләшеп төпкө бүлмәгә, Сәғирә әбей янына үттеләр. Ул ихлас йылмайып, башта ире менән, унан улына ҡарап, аҙаҡ Мәрйәмгә ҡарап: – Әссәләмәғәләйкүм һеҙҙәргә! – тип ысын күңелдән өндәште. Йомшаҡ ҡәнәфиҙә ап-аҡ оҙон ялтыр күлдәген, ойоғон кейгән, әбейҙәрсә бөкләп ябынған яулығы өҫтөнә, өшөйҙөр, күрәһең, мамыҡ шәл ябынған. – Мин һеҙҙең менән һөйләшергә күптән йыйына инем. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Ер йөҙөндә мәңгелек бер нимә лә юҡ. Күңелем һиҙә, миңә һеҙҙең менән бәхилләшер ваҡыт та етеп килә. Иң тәүҙә һеҙгә үҙемдең рәхмәтемде әйтәм. Һеҙ мине шул хәтле матур ҡаранығыҙ. Ятҡан ерем, өҫ-башым һәр ваҡыт таҙа булды. Алдымдағы ризығым – ашап туйғыһыҙ. Һеҙ һөйләгән һүҙҙәр йөрәгемә май булып ятты. Мин ерҙәге юлымды тамамлайым. Мин һеҙҙең менән тыныс, ҡәнәғәт хушлашам. Аҙаҡҡы көндәрем иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Мин ғүмерем буйы, бер заман өйөмә килен төшөр, мин уны, талапсан ҡәйнә булып, йомошап ҡына ултырырмын, тип күҙ алдыма килтерә торғайным. Ниһәйәт, уныһы ла тормошҡа ашты. Ошо урында Айҙар әсәһенең эргәһенә килеп ултырҙы, ҡулдарын алды һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, тетрәнеп ҡуйҙы. Әсәһенең ҡулдары һалҡын ине. Улы, йылытырға теләгән һымаҡ, ҡулдарҙы үҙенең усына алды, тыны менән өрөп, йылытырға теләне, ярҙам эҙләгән һымаҡ, бер атаһына, бер Мәрйәмгә ҡараны. – Әсәйемдең ҡулдары һыуынып бара, уларҙы йылытыр өсөн нимәләр генә ҡылайым икән? – тип ярҙам эҙләгәндәй, тегеләргә баҡты. – Ҡайғырма, улым, борсолма. Мин һеҙҙе бик ҡәнәғәт булып ҡалдырам. Кеше араһында кәм-хур итмәнегеҙ. Һеҙҙең турала матур хәбәрҙәр, йылы һүҙҙәр ишетеп, йыуанып йәшәнем. Ошо урында инәйгә тын етмәгән һымаҡ булды. Ул еңелсә йүткереп алды, ауыр һулап, йылмайып, улына ҡараны. – Әсәй, мин хәҙер табип алып киләм! – тип урынынан торҙо Айҙар. – Хәҙер, бер сәғәттән алып китеп еткерәм.

ТУЙҘАН ҺУҢ – 8
Хикәйә.
Мәрйәм эргәләренә үтте һәм бер аҙ уйланып торғандан һуң:
– Сәғирә апай һеҙҙе саҡыра, – тине. Өсәүләшеп төпкө бүлмәгә, Сәғирә әбей янына үттеләр.
Ул ихлас йылмайып, башта ире менән, унан улына ҡарап, аҙаҡ Мәрйәмгә ҡарап:
– Әссәләмәғәләйкүм һеҙҙәргә! – тип ысын күңелдән өндәште.
Йомшаҡ ҡәнәфиҙә ап-аҡ оҙон ялтыр күлдәген, ойоғон кейгән, әбейҙәрсә бөкләп ябынған яулығы өҫтөнә, өшөйҙөр, күрәһең, мамыҡ шәл ябынған.
– Мин һеҙҙең менән һөйләшергә күптән йыйына инем. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Ер йөҙөндә мәңгелек бер нимә лә юҡ. Күңелем һиҙә, миңә һеҙҙең менән бәхилләшер ваҡыт та етеп килә. Иң тәүҙә һеҙгә үҙемдең рәхмәтемде әйтәм. Һеҙ мине шул хәтле матур ҡаранығыҙ. Ятҡан ерем, өҫ-башым һәр ваҡыт таҙа булды. Алдымдағы ризығым – ашап туйғыһыҙ. Һеҙ һөйләгән һүҙҙәр йөрәгемә май булып ятты. Мин ерҙәге юлымды тамамлайым. Мин һеҙҙең менән тыныс, ҡәнәғәт хушлашам. Аҙаҡҡы көндәрем иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Мин ғүмерем буйы, бер заман өйөмә килен төшөр, мин уны, талапсан ҡәйнә булып, йомошап ҡына ултырырмын, тип күҙ алдыма килтерә торғайным. Ниһәйәт, уныһы ла тормошҡа ашты.
Ошо урында Айҙар әсәһенең эргәһенә килеп ултырҙы, ҡулдарын алды һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, тетрәнеп ҡуйҙы. Әсәһенең ҡулдары һалҡын ине. Улы, йылытырға теләгән һымаҡ, ҡулдарҙы үҙенең усына алды, тыны менән өрөп, йылытырға теләне, ярҙам эҙләгән һымаҡ, бер атаһына, бер Мәрйәмгә ҡараны.
– Әсәйемдең ҡулдары һыуынып бара, уларҙы йылытыр өсөн нимәләр генә ҡылайым икән? – тип ярҙам эҙләгәндәй, тегеләргә баҡты.
– Ҡайғырма, улым, борсолма. Мин һеҙҙе бик ҡәнәғәт булып ҡалдырам. Кеше араһында кәм-хур итмәнегеҙ. Һеҙҙең турала матур хәбәрҙәр, йылы һүҙҙәр ишетеп, йыуанып йәшәнем.
Ошо урында инәйгә тын етмәгән һымаҡ булды. Ул еңелсә йүткереп алды, ауыр һулап, йылмайып, улына ҡараны.
– Әсәй, мин хәҙер табип алып киләм! – тип урынынан торҙо Айҙар. – Хәҙер, бер сәғәттән алып китеп еткерәм.
– Әсәһе уның ҡулдарынан тотоп туҡтатты:
– Рәхмәт, улым, кәрәкмәй. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Кеше араһында лайыҡлы йәшәп ҡалдыҡ. Хәҙер инде үлһәм дә, үкенерлеге юҡ. Тыныс күңел менән китәм. Улым, Айҙар, атайың минең өсөн барыһын да эшләне. Ҡайһы ваҡыт мин уға ҡатыраҡ та талаптар ҡуйғанмындыр. Һин уны аңларға тырыш. Аңла һәм уның да мәңге йәшәмәйәсәген онотма. Шуға, улым, һиңә үтенесем шул, атайың өйләнһен. Һин уны өйләндерергә тейешһең.
Ошо урында Нурғәле ҡарт тынысһыҙланды, ярҙам эҙләгәндәй, Мәрйәмгә ҡарап алды.
– Ярай, тынғыһыҙланма, Нурғәле, – тине ҡатын. – Һин яңғыҙ йәшәп өйрәнмәгәнһең. Шулай булғас, мин һинең никах яңыртыуыңа фатихамды бирәм. Заманды үҙең күрәһең, хәҙер яңғыҙ йәшәп булмай.
Айҙар өндәшмәй. Сөнки әсәһенең иҫән-һау булыуын теләй барыһы ла. Бер кешенән башҡа. Ул әлегә өндәшмәй, үҙенең ҡарашын белдермәй, шым ғына көтә алыҫта. Ҡатынының ни өсөн Германиянан ҡайтырға теләмәүенең сәбәптәрен бары Айҙар ғына белә, шуға ла өндәшмәй. Хәйер, өндәшеүҙән дә фәтеүә юҡ, сөнки атаһының да кемгә күңел һалғанын белә. Мәрйәм дә Мәрйәм, тип өлтөрәп кенә тора ҡарт хәҙер, уны маҡтай, бешергәндәрен ҡыуана-ҡыуана ашай. Бына шундай киләсәк (хәйер, быны киләсәк тип атап буламы икән) көтә был татыу, берҙәм ғаиләне.
Дүртәүләшеп ултырып иртәнге тамаҡты ашанылар. Әсәһе хәлһеҙ генә бер-ике ҡалаҡ бутҡа ҡапты. Айҙар сәй килтереп, ҡулына тоттороп эсерҙе. Өндәшмәй генә, шартына килтереп ашанылар. Айҙар шикләнмәй, әсәһе бөгөн үлһә, ерләүҙә ҡатнашыу, һуңғы юлға оҙатыу һылтауы менән, ҡатыны ҡайтып төшәсәк. Ә инде Айҙарҙың өйләнеүе хаҡында һүҙ сыҡһа, уның мөлкәте тирәһендә ҡарсығалай өйөрөлгән ҡатыны шунда уҡ уның бар булған байлығын бүлешеү, айырылышыу хаҡында һүҙ генә ҡуҙғатмаясаҡ, ҙур тауыш күтәрәсәк һәм ул быны уртаҡ ғаиләнең, икеһенең улы һәм ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәре мәнфәғәтендә, тип иғлан итәсәк. Ә инде атайҙың Мәрйәмгә өйләнеүе аҙмы-күпме көстәр нисбәтен тигеҙләйәсәк һәм тотороҡлолоҡ тәьмин итәсәк. Айҙар әсәһенә ҡараны. Әсәһе ярым-яҡты бүлмәлә янған, ләкин һүнеп барған шәмде хәтерләтә. Юҡ шул, бер нимә лә мәңгелек түгел, бөтәһе лә сикләнгән һәм кәртәләнгән. Айҙарҙың тамағына аш бармай. Атаһынан уҙып, нимә әйтһен, ул шундай тәрбиә алған кеше, хатта Мәрйәмгә, өндәшеү түгел, күтәрелеп ҡарай ҙа алмай. Ә әлегә Айҙар әсәһен уйлай. Беренсе тапҡыр шундай ауыр һәм ҡайғылы кисерештәр. Күренеп тора, әсәһенең улар менән булғыһы, йәшәгеһе килә. Ана, бүлмә яҡтыртып янған шәм һымаҡ, һүнер алдынан ҡапыл гөлт итеп тирә-йүнде яҡтыртып алды. Әсәһе лә аҡрын ғына барыһына ла күҙ йүгертеп алды һәм башын ултырғыстың артына терәне лә, күҙҙәрен йомдо. Ҡулынан ҡалағы төшө китте һәм барыһын да һиҫкәндерҙе.
--------
Бына шулай тамамлана әлегә һеҙгә тәҡдим иткән әҫәребеҙҙең ошо өлөшө. Иғтибарлап уҡығандарға, хуплағандарға, тәнҡитләгәндәргә рәхмәтлебеҙ! Һеҙҙең ихтыяждарға яуап биреү, яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеү беҙгә һис тә еңел түгел. Был юлы: “Һаман бөтмәйме ни?” – тигән уҡыусыларыбыҙҙың һүҙенә ҡолаҡ һалырға булдыҡ һәм, яҙған булһа, киләсәктә геройҙарыбыҙға әйләнеп ҡайтырбыҙ әле. Донъялыҡта осрашырға насип булһын!
1 2 3 4 5 6 7 8

Дуҫтар! Беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ һәм яңы әҫәрҙәр менән көнөндә танышып барығыҙ!: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: