-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Август 2020, 09:00

МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 3. Замана ҡиссаһы.

Ҙур ҡара “Джип” килеп туҡтаны һәм унан береһенән-береһе йыуаныраҡ өс кеше төштө. Урталағыһы шундай эҫе көндә күн пинжәк кейеп алған бит әле. Уныһы Нәғимдән аша ҡарап, күн пинжәгенең төймәләрен ысҡындырғайны, ике ҡултыҡ аҫтында ике пистолет күренеп ҡалды һәм ул тамаҡ төбө менән генә: – Малай, хужаңды бында килтер! – тине. Нәғим артына ҡараны, бер урында тапанды, саҡ ҡына алға ҡуҙғалаһы итте һәм тотлоға-тотлоға: – Бы-ында м-ин – х-ужа, – тине. Пистолетлы бандит ярандарына боролоп ҡараны һәм: – Дә, халыҡ ваҡланды, – тип ҡуйҙы һәм, – ярай, һиңә шуны әйтәм, бында тыңла! Был зонаны мин тотам. Аҡсаһын миңә түләрһен, – тине һәм джибына боролдо. – Киттек, бөркөттәрем! – тине. – Туҡтағыҙ әле, зинһар туҡтағыҙ, – тине Нәғим хөкөм ҡарарын кире ҡаратырға өмөт иткән тотҡон ҡиәфәте менән. – Нисә һум, кемгә түләргә? Бандиттарҙың бәләкәйерәге ҡағыҙға ҡараны һәм: – Ун мең, ай һайын, – тине. – Ун мең? Һумдарҙамы, әллә долларҙарҙамы?.. Бандиттар бөтәһе лә туҡтаны, Нәғимгә боролдолар.

МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 3.
Замана ҡиссаһы.
Ҙур ҡара “Джип” килеп туҡтаны һәм унан береһенән-береһе йыуаныраҡ өс кеше төштө. Урталағыһы шундай эҫе көндә күн пинжәк кейеп алған бит әле. Уныһы Нәғимдән аша ҡарап, күн пинжәгенең төймәләрен ысҡындырғайны, ике ҡултыҡ аҫтында ике пистолет күренеп ҡалды һәм ул тамаҡ төбө менән генә:
– Малай, хужаңды бында килтер! – тине.
Нәғим артына ҡараны, бер урында тапанды, саҡ ҡына алға ҡуҙғалаһы итте һәм тотлоға-тотлоға:
– Бы-ында м-ин – х-ужа, – тине.
Пистолетлы бандит ярандарына боролоп ҡараны һәм:
– Дә, халыҡ ваҡланды, – тип ҡуйҙы һәм, – ярай, һиңә шуны әйтәм, бында тыңла! Был зонаны мин тотам. Аҡсаһын миңә түләрһен, – тине һәм джибына боролдо. – Киттек, бөркөттәрем! – тине.
– Туҡтағыҙ әле, зинһар туҡтағыҙ, – тине Нәғим хөкөм ҡарарын кире ҡаратырға өмөт иткән тотҡон ҡиәфәте менән. – Нисә һум, кемгә түләргә?
Бандиттарҙың бәләкәйерәге ҡағыҙға ҡараны һәм:
– Ун мең, ай һайын, – тине.
– Ун мең? Һумдарҙамы, әллә долларҙарҙамы?..
Бандиттар бөтәһе лә туҡтаны, Нәғимгә боролдолар. Сөнки Нәғим һөрән һалған һымаҡ итеп:
– Мин түләмәйем, минең аҡсам юҡ. Мин эште ябам, – тине.
– Ябыу-япмау – һинең эшең. Ә түләү – изге эш, – тине тегеләрҙең хужаһы.
– Ә минән һораясаҡтар, ни эшләп ябаһың? – тип. Мин уларға:
– Эшләй башламаным, рекет ҡыҫа, – тип әйтәсәкмен. Мин – аҫаба. Аҫабаларҙың батша ваҡытынан уҡ үҙ хоҡуҡтары булған.
Бандиттар тамам туҡтаны һәм бер-береһенә аптырашып ҡарашты:
– Аҫаба тинеңме? Вотчинникмы?
– Эйе, вотчинник.
Тегеләр туҡтаны, пистолетлыһы Нәғимгә, быны ни эшләтеп кенә ҡуйырға икән, тигән ҡиәфәт менән байтаҡ ҡарап торғандан һуң:
– Был хаҡта белешмәң бармы? – тип һораны.
– Бар, теләһәгеҙ, табып килтерәм. Унда китабы ла бар.
– Китабы ла бар?
– Эйе, китабы ла бар. Ә һин ҡайһы райондан?
– Ә мин ҡайһы райондан? Нефтекама районы һиңә яраймы?
– Ярамай. Дөрөҫ түгел, – тине Нәғим. – Сөнки беҙҙә ундай район юҡ.
– Николо-Березовка районы һине ҡәнәғәтләндерәме?
– Ярай, эҙләрмен. Ә белешмәне кемгә яҙырға?
Бандиттың бик көсөргәнешле уйлағаны һиҙелде, хатта башындағы күн фуражкаһы шығырҙап ҡуйғандай тойолдо.
– Яҙ. Фамилияһы, исеме, атаһының исеме графаһы буш булһын. Кемгә ҡарап, шуға яҙырбыҙ. Ярай, белешмәң булһа, “ҡыйыҡ” өсөн аҡса түләүҙән ҡотолаһың. Төшөндөңмө? Мине бер аҙнанан көт, – тине һәм өсәүләшеп джипҡа кереп ултырҙылар ҙа, китеп тә барҙылар.
Икенсе көнөнә таң менән шаҡып участковый уятты һәм бөтәһенең дә паспорттарын йыйып алды. Бик оҙаҡ итеп һәр береһе менән әңгәмәләште, шәхестәренә бәйле асыҡлауҙар өсөн запрос яһарға вәғәҙә итте. Һуңынан Нәғимде үҙенең янына керетеп:
– Һинең егеттәр араһында былай ҡурҡыныс кешеләр тойолмай. Шулай ҙа улар өсөн һин һәм мин яуап бирәм, – тине милиционер Нәғимдең күҙҙәренә ҡарап. – Тәк, яҙып ал, ай һайын һинән компьютер өсөн ике ҡап аҡ ҡағыҙ, биш ручка, биш ҡәләм һәм ваҡ-төйәк сығымдар өсөн... күп түгел, ике-өс мең аҡса әҙерлә. Бер арала кереп алырмын.
Бәй, һанай башлаһаң, был “мент” теге бандиттарҙан да күберәк һорай түгелме һуң?
– Иптәш милиционер! Ә һеҙ беләһегеҙме, мине бында Ҡоролтай аша ебәрҙеләр.
– Ҡоролтайҙан, тиһеңме? Толкачев ебәрҙеме? Бына һиңә – мә! Толкачев һине нимәгә ебәрҙе бында?
– Ә һеҙ уны беләһегеҙме ни?
– Нисек белмәҫкә? Ул мине уҡытты. Һөнәри һәләттәр буйынса мин уға имтаханды бишкә биргән кеше. Һине нимәгә ебәрҙе инде иптәш Толкачев?
– Әйтәйемме икән, юҡмы икән? – тине һуҙып ҡына. – Иптәш участковый, ә һеҙгә мәғлүмме, Өфө эргәһендәге биләмәләрҙә башҡорттарҙан эшҡыуарҙар бик аҙ. Толкачев үҙе зарланып торҙо. Беҙҙекеләрҙе керетмәйҙәр, ҡыҫалар, рекет һәм башҡа сикләүҙәр башҡорттарға үҫергә мөмкинлек бирмәй икән. Бына миңә шуны өйрәнергә һәм уға хәбәр итергә ҡушты. Һеҙ был хаҡта берәүгә лә һөйләмәҫкә тейешһегеҙ. Әгәр һөйләһәгеҙ, Константин Борисович беҙҙең икебеҙҙең дә телдәребеҙҙе “ҡырҡасаҡ”. Ул һеҙгә кәрәкме, иптәш милиционер?
– Кәрәкмәй, – тип тиҙ генә һығымта яһаны участковый.
– Шулай булғас, әйҙә, килешәйек, дуҫлашайыҡ, һеҙ миңә эшләргә мөмкинлек бирегеҙ. Толкачев, Рәхимовҡа кереп, бында бөтә милләттәргә лә тигеҙ ҡарайҙар, бында башҡорттар эшләй, улар эшенән ҡәнәғәт, тип әйтерлек булһын. Шунан һуң, теге ҡара джипта йөрөгән дуҫыңа әйтеп ҡуй әле, беҙҙе бик ҡыҫмаһын. Ай һайын унар мең һум таптыра, – тип зарланды Нәғим.
– Яҡшы, һөйләшермен, – тип яҙып алды участковый. Бында килеп тә еттеме ни әле ул? Ә һиңә кем әйтте, мине уның менән дуҫ, тип?
– Әйтмәне. Әгәр һин ярҙам итмәһәң, ул тиклем иркен йөрөмәҫ ине, – тине Нәғим.
– Һин тағы был хаҡта Толкачавҡа әйтеп ҡуй! Бөтөнләй хана буласаҡ. Мине эшһеҙ ҡалдырып ҡуйма тағы! Әйҙә, һөйләшәйек, килешәйек. Һин юғарыға минең хаҡта тик ыңғай мәғлүмәт кенә ебәрәһең, ә мин Өфө районының был өлөшөндә шәхси ҡасабаларҙағы канализация, ҡоҙоҡ ҡаҙыу һымаҡ заказдарҙы тик һиңә генә йүнәлтергә әйтәсәкмен.
Бигерәк тә яҡшы, шулай булһын.
***
Шунан һуң Нәғимдең эштәре көйләнеп китмәһенме! Заказдар күбәйҙе, хатта сират барлыҡҡа килде. Нәғим үҙе, ниһәйәт, ер өҫтөнә сыҡты. Сөнки уға ашығыс рәүештә тағы ла бер бригада тупларға, эштәрҙе киңәйтергә тура килде. Шулай эшләп июнь, июль айҙары үтте һәм август баштарында була торған ҡойма ямғырҙар башланды.
Алты сутый самаһы ерҙең бер башында эсер һыу өсөн ҡоҙоҡ, эргәһендә канализация соҡоро ҡаҙыуҙы һорап өлкән генә йәштәрҙәге апай мөрәжәғәт итте. Өйө әле төҙөлөп бөтмәгән, ире сығып киткән, ҡыҙы иҡтисад факультетында уҡый, улы – Себерҙә, нефть сығара икән. Нәғим метрлап һанап, һыуҙың ҡайҙа икәнлеген асыҡлап, барыһын да иҫәпләп, апайға хаҡты әйтте. Ҡат-ҡат уҡығандан һуң, ул эштәрҙе башҡарыу бик ҡиммәткә төшә, тип тапты.
– Эше лә күп түгел һымаҡ ине, йылы һыу үткәрелгән, быйыл, бәлки күсербеҙ ҙә тигән инек, былмаҫ ине, – тип ыңғырланы апай.
Нәғим нисек булһа ла, был ҡатынға ярҙам итергә ҡарар итте һәм проекттағы ҙур ғына етешһеҙлектәргә күрһәтте. Ҡоҙоҡто, мәҫәлән, өй эргәһенә ҡаҙырға мөмкин, ә канализация соҡоро менән ҡоҙоҡ араһында 8-10 метр ара булырға тейеш. Юғиһә, ер аҫты һыуҙарының, йәки канализацияның эсәр һыуҙы бысратыуы бар. Әгәр шым ғына проектты боҙоп, бынауында эсәр һыуға, анауында канализацияға ерҙе ҡаҙһаҡ, донъя түңәрәкләнә, сығымдар 10-15 процентҡа кәмей. Нәғим яңы һандарҙы күрһәтте, ләкин хаҡтар апайҙы был юлы ла ҡәнәғәтләндермәне. Шулай эш араһында сәй эсеп, бер-береһенең тормош хәлдәрен асыҡлағас, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, апай Нәғимдең өйләнмәгән егет икәнлеген асыҡлағас, һөйләшеү бөтөнләй икенсе йүнәлеш алды. Соҡор ҡаҙыу урындарын яңынан иҫәпләтә башлағас, Нәғим уны махсус рәүештә оҙаҡлатыуҙарын һиҙҙе һәм башын йүләргә һалып, ҡабаланмайынса ғына нимә булырын көтә башланы.
Ә көтөү, ҡабаланмау бик тә кәрәк булған икән шул, сөнки өй эргәһенә бер “Жигули” килеп туҡтаны һәм унан йылмайып ҡына торған, ҡап-ҡара сәсле, ап-ап йөҙлө һылыу ҡыҙ килеп төштө. Баяғы, иҡтисадсы ҡыҙым, тигәне ул булған икән. Йылмайып, килеп төшөүе булды, Нәғим иҫен-аҡылын юғалтты ла ҡуйҙы. Быға тиклем егет тәү күреүҙән ғашиҡ булыу тигән һүҙгә ышанмай, мөхәббәттең барлығын, ғөмүмән, инҡар итә һәм ғаилә мәсьәләһенә килгәндә, тулыһынса үҙ ихтыярында, йәғни “тибендә” йөрөй ине. Ә Нәсимә менән эштәр нисек әле, тиһегеҙме? Нәсимә менән барыһы ла элеккесә. Теге, “ғифрит”, мөгөҙҙәрен шалтырлатып, алғы ишектән килеп инеүгә, икенсе ҡаттағы тәҙрәнән Нәғим бер генә һикерә лә, юҡ та була. Ә инде әлеге 110 килограмм Себергә нефть сығарыу маҡсаты менән аэропортҡа барып етеп өлгөрмәй, Нәғим күстәнәстәрен тейәп, ишекте шаҡып та тора.
Ә кисә генә баһадир Себергә юлланды, ә Нәғим унан бөгөн иртән генә сыҡҡайны. Таң алдынан ҡатын менән егет араһында етди генә һөйләшеү булды:
– Миңә бухгалтер кәрәк. Бер үҙемә эштәрҙе алып барыуы ҡыйын. Нәсимә, әйҙә, хәл ит, мин һине эшкә саҡырам.
– Минең ирҙән ҡурҡмайһыңмы? – тип һораны Нәсимә. – Теге ваҡыт һуҙып һалдың да ул. Хәҙер ул бөтөнләй икенсе кеше һымаҡ. Спорт менән шөғөлләнә, иртәле-кисле йүгерә, хатта кеҫәһендә бысаҡ йөрөтә...
...Ҡыҙ машинанан килеп төшөүгә, егет ауыҙын асып, ҡатты ла ҡалды. “Бына минең бухгалтер, тине эстән генә. – Үҙе – бухгалтер, үҙе – экономист, үҙе – минең кәләш”.
– Нимә, егет, эштәр барамы? – тип яңғыратып көлдө ҡыҙ, егеттең шаҡ ҡатыуын күреп.
Бая бандиттар менән һөйләшкәндә ҡалтыранмаған аяҡтары еңелсә дерелдәп алды.
Дауамы бар.
Дуҫтар! Беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11
Читайте нас: