+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Август 2020, 09:00

МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 8. Замана ҡиссаһы.

Өсөнсө ҡатта атаҡлы бер бутик эргәһенән үтеп барғанда Нәғим уйынлы-ысынлы:– Инеп, кейеп ҡарарға теләгегеҙ юҡмы? – тине. Әсә менән ҡыҙ бер-береһенә ҡарашты, тундарҙы күргәс, икеһенең дә күҙҙәр маңлайға менде.– Ә ниңә, кейәү, беҙ һинең эргәңдә. Әгәр бүләк яһарға теләһәң, беҙ ҡаршы түгел.– Шулай шул! – тип ҡыҫылды ҡыҙы. – Мин, мәҫәлән, шәшке тун тураһында күптән хыялланам. Нәғим бер генә һүҙ әйтте:– Һайлағыҙ, оҡшағанын алығыҙ! – тине.

МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 8.
Замана ҡиссаһы.
Нәғим эшләй-эшләй, шуға төшөндө, бизнеста бер кемгә лә, иң яҡын кешеләреңә лә, хатта үҙеңдең ҡатыныңа ла ышанырға ярамай. Сөнки баҙарҙа аҙмы-күпме аҡса әйләнештә йөрөй, ул байлыҡ нәфсене ҡуҙғытып тора. Әллә нимәләр һатып алғы, кешеләрҙе шаҡ ҡатырғы, һуңғы сиратта, ихтыяждарыңды ҡәнәғәтләндерге килә.
Ситтән килгән кеше булғас, Нәғимгә айырыуса ҡыйын. Бәйләнеш урынлаштырырға, кешеләр менән уртаҡ тел табырға, кәрәк ваҡытта бурысҡа аҡса алырға, ә инде һиңә мөрәжәғәт итһәләр, биреп торорға ла тура килә. Ә аҡсаның шундай бер үҙенсәлеге бар – байлыҡ тынлыҡ ярата. Был һүҙҙәрҙе Нәғим уйлап тапманы, бер китаптан уҡып ҡалды. Миллиардерҙар был һүҙҙәрҙе әйтергә ярата икән. Сөнки аҡса эргәһендә шау-шыу, ығы-зығы, ҡырын-ғәләмәт китһә, уңыш ситкә борола, далан юғала. Ә инде унан һуң бөлөүгә лә күп ҡалмай.
Яңы йыл алдынан Нәғим ниңәлер күңеле күтәрелеп, йомартланып китте һәм ҡәйнәһе менән ҡатынына шәшке тун алып, бүләк итергә булды. Алдан өндәшмәй, сюрприз булһын, тип икеһен дә “Газель”ға ултыртып, баш ҡалаға алып килде һәм иң ҙур сауҙа комплекстарының береһенә барып туҡталды. Тәүҙә икеһе лә бер нимә лә һиҙмәнеләр. Нәғим: “Әйҙәгеҙ, сәй эсеп сығайыҡ”, – тип хәйләләне. Ышандылар. Беренсе ҡатты үттеләр, эшһеҙ халыҡ күп бит инде, буш өҫтәлдәр юҡ, икенсе ҡатта ла шул уҡ хәл. Өсөнсө ҡатта атаҡлы бер бутик эргәһенән үтеп барғанда Нәғим уйынлы-ысынлы:
– Инеп, кейеп ҡарарға теләгегеҙ юҡмы? – тине.
Әсә менән ҡыҙ бер-береһенә ҡарашты, тундарҙы күргәс, икеһенең дә күҙҙәр маңлайға менде.
– Ә ниңә, кейәү, беҙ һинең эргәңдә. Әгәр бүләк яһарға теләһәң, беҙ ҡаршы түгел.
– Шулай шул! – тип ҡыҫылды ҡыҙы. – Мин, мәҫәлән, шәшке тун тураһында күптән хыялланам.
Нәғим бер генә һүҙ әйтте:
– Һайлағыҙ, оҡшағанын алығыҙ! – тине.
Ошо ваҡиғанан һуң байтаҡ йылдар үткәс, хөрлөктәге тормоштан байтаҡ һабаҡ алғас, ҡат-ҡат ауыҙы бешкәс, Нәғим йыш ҡына ошо көндө иҫенә төшөрөр, үҙенсә анализ яһар һәм өнһөҙ генә үкенер ине. Сөнки бындай ымһындырғыс тәҡдим тәүге тапҡыр яңғырағас, кейем алыу-һайлау тәжрибәһе булмағас, әсә менән ҡыҙ бәләкәй генә бутиктың аҫтын өҫкә килтерә яҙҙы, тундарҙы ҡат-ҡат алмаш-тилмәш кейеп ҡарап, һатыусыларҙың үҙәгенә үтте һәм асыуланышып бөттө.
Иң яратҡан кешеләреңә лә, ҡатының менән ҡәйнәң булмағайы, шайтандың үҙе булһын, бындай затлы таур һатып алыуға аҙмы-күпме әҙерлек, һис юғы уға лайыҡ булыу кәрәк. Бындай осраҡта үҙ-үҙеңде баһалау тигән тойғо бөтөнләй юғала, әҙәп тигән төшөнсәләр онотола, Закир еҙнә әйтмешләй, баштағы фазалар ысҡына.
– Йә, нисек, килешәме? – тип килеп баҫты улар Нәғимдең алдына, береһенән-береһе ҡиммәтерәк шәшке тундар кейеп.
Ҡәйнәһе һайлағанын әле тартып-һуҙып булһа ла, килештереп, бәлки, ҡайһы бер урындарын тегештереп, яратып булыр ине, әгәр ергә етерлек оҙон булмаһа. Ә инде кәләше кейгән тунға мул, алдан да, арттан да һалынып торған, ике еңенән тағы бер тун сығырлыҡ тире китмәһә, быға тиклем ифрат һаҡсыл булған Нәғим ризалашыр ине. Ләкин ул үҙе лә был сәфәрҙең хата булыуына һәм ваҡиғаларҙың шулай итеп уның контроленән сығыуын аңланы. Ифрат ауыр яйға һалынған, шуға ҡарамаҫтан, мул ғына табыш килтергән бизнесы ҡапыл түбән тәгәрәй башлағас, Нәғим йыш ҡына ошо бутикка сәфәрҙе һәм үҙе өсөн иң яҡын кешеләр булған ҡатыны менән ҡәйнәһенең нәфселе ҡарашын иҫкә төшөрҙө. Терһәк яҡын, ләкин тешләп булмай. Был хәл тап шул осраҡ ине. Тормошонда һәм эшендә яҙмышты хәл итер һынауҙар башланғас, Нәғим, бик ҡаршылашһа ла, яҡын дуҫтарының кәңәше менән, күрәҙәгә барып күренергә мәжбүр булды. Уныһы – сәстәре тирә-яҡҡа туҙған, убырлы ҡарысыҡҡа оҡшаған, һап-һары тешле, өҫтәүенә, төрөпкә тартып ултыра, төтөнөн Нәғимгә өрөп ебәрә. Нәғим, күңеле уйнап, ҡоҫҡоһо килеп, саҡ ултыра. “Убырлы ҡарсыҡ”: “Бер нәмә лә уйлама! Миңә һинең тулҡыныңа эләгергә кәрәк”, – тип тупаҫ киҫәтте.
– Эй, балаҡай! Һин бит ҡатының менән ҡәйнәңде шаштырғанһың! Йүләр һин! Аҡылы бар кеше икеһенә лә бер иштән йөҙөк алып бирәме ни?
Уныһы ла булды. Байрам булғас, күңеле асылып, әлеге ҡатынына алған йөҙөктө, ҡәйнәм үпкәләмәһен, тип уға ла бүләк иткәйне. Ҡара, ҡара, был вис күреп ултыра ла баһа!
– Тағы нимәләр бар? – тип ҡалтыранған тауыш менән өндәште Нәғим.
– Ҡатыным хыянат итмәйме? – тип һорайһыңмы? – тине тәмәкеһен мул ғына һурып күрәҙә.
Нәғим иң нығы ошо хаҡта мәғлүмәт алырға теләгәйне.
– Әллә тағы, мөмкин булһа? – тине.
Көҙгөһөнә ҡарап, нимәлер уҡынып, төтөн ебәреп байтаҡ ҡына ултырҙы, Нәғимдең йөҙөнә ҡарап алды.
– Был йәһәттән ҡатыныңдың тирә-йүне таҙа күренә, тыныс йоҡлай алаһың, әгәр эргәһендә булһаң. Ҡыуып сығармаһалар, тип әйтеүем.
Уф, был тиклемен ҡайҙан белә был күрәҙәһе? Икәүләп ҡыуып ҡарағайнылар шул.
Ә беҙ тун һатып алыуҙан башланды, тигәйнек. Сөнки ҡыҙ менән әсә ике-өс сәғәт буйы һайлап алғандан һуң, өйгә ҡайтып ҡарағас, икеһе лә тундарын бер нимәгә лә эшкинмәй, тип таптылар, төп ғәйепле сифатында, бер тауыштан, Нәғимде иғлан иттеләр.
– Эх, кейәү! Нимәңде генә ҡарап торҙоң унда? – тине ҡәйнәһе.
– Был өс ҡапсыҡты кейеп, минең мәсхәрәгә ҡалаһым юҡ! – тине ҡыҙы һәм тунын төпкө, әле ремонтлап бөтөлмәгән, төҙөлөш материалдары тулып ятҡан келәт һымағыраҡ бүлмәгә сығарып ырғытты.
Эш дауам итә. Бизнес бер генә көнгә лә тын ҡалғанды яратмай. Аҡса киләме, юҡмы, табыш кәмейме, берәү ҙә туҡтап тормай. Бер көн зыянға эшләһәң, иртәгә тыбыш килер. Мул ғына заказға килешеү төҙөлөр, тигән өмөт йөрөтә эшҡыуарҙы. Бизнес бер нисә тармаҡҡа бүленгәс, мәҫәлән, ер ҡаҙыу табыш килтерһә, ҡалғанынан барлыҡҡа килгән зыян табышлыһы иҫәбенә ҡапланып бара. Бындай осраҡта кеше үҙе иһә, иртәнән алып, кискә тиклем туҡтауһыҙ аҡса һанаусы машинаға әйләнә. Ә инде аҡса һанаусы машина өсөн тормошта, аҡса һанауҙан башҡа, эш ҡалмай.
Иң тәүге икеләнеүле уйҙары Нәғимде шул осор йонсота башланы. Кешенең тормошо табыш эҙләп, аҡса һуғыуҙан ғына тормай бит. Ошо урында беҙ Нәғимде лә, Миңнисаны ла борсоған, уларҙың үҙәгенә үткән, башҡаларға көнләшеп ҡарарға мәжбүр иткән мәсьәләгә – бала үҫтереүгә – килеп ҡағылабыҙ. Байтаҡ йылдар бергә булһалар ҙа, ниәт итһәләр ҙә, дауаханалар тупһаһын тапаһалар ҙа, Аллаһ уларҙы бәпес үҫтереү бәхетенән мәхрүм итте һәм был яза ир менән ҡатынды бер-береһен ғәйепләүгә, хатта кәмһетеүҙәргә алып килде, ғаилә мөнәсәбәттәренең тарҡалыуын тиҙләтте.
Юҡ, бала үҫтереү мәсьәләһе ни тиклем генә киҫкен тормаһын, уңышһыҙлыҡҡа осрамаһын, хәҙер беҙҙә медицина көслө, дауаланырға, һис юғы приюттан улмы, ҡыҙмы алып тәрбиәләргә мөмкинлек бар ине әле. Ҡатыны ла, ҡәйнәһе лә, хатта ҡайныһы ла риза инеләр, ләкин Нәғимдең ҡыпсаҡлығы алға сыҡты һәм һис тә ризалашырға, һис юғы, күҙ йоморға, өнһөҙ ҡабул итергә мөмкинлек бирмәне.
Ә өй ҙур. Бер көн Нәғим йоҡлап ята һәм ҙур зал буйлап тып-тып итеп бала йүгергәнен ишетә. Үҙе Нәғимгә оҡшаған. Бер бик йылғыр малай. Бәй, Нәғимдең үҙе түгелме һуң? “Юҡ, – ти Нәғим, – был – минең малай. Ә беҙ бында күптән йәшәбеҙ”. Шунан һуң Миңнисаһы килеп инде: “Бында кем балаһын ҡотортоп йөрөтәһең?” – ти асыуланып. Ә теге малай, бер нимәгә лә иғтибар итмәй, тыпылдап, йүгерә генә. Төн оҙон, бала йүгерә, Нәғим менән көн һайын шулай уйнайҙар. Ә бер көн тыпылдаған тауыш шөҡәтһеҙ итеп ишек ҡағыуға әйләнде. Йоҡонан уянып та бөтмәгән Нәғим, йүгереп, залға сыҡты. Теге малай, әлбиттә, юҡ, ә тәҙрәлә ут ялҡыны уйнай. Тышта:
– Пожар!
– Янғын!
– Нәғим ҡайҙа? – тип ҡысҡырышалар.
Йорт хужаһы еңелсә генә кейенеп, йүгереп, урамға сыҡһа, тыҡырыҡ эргәһендәге гараж һәм уның эсендәге ике “Газель” яна. Ҡаланан янғын һүндереү автомобилдәре килеп еткәнсе, бер сәғәтләп ваҡыт үтте. “Газель”дар янып бөттө, гараж ныҡ ҡына зыян күрҙе.
Көнө буйы телевидение, янғын һүндереүселәр, тәфтишселәр төшөрмәгән ерҙе, бирмәгән һорауҙы ҡалдырманылар. Нәғим һиҙә, кемдең этлеге икәнлеген. Эшләү дәүерендә көндәштәрҙе лә байтаҡ йыйҙы шул. Хәҙер теге “текә” дуҫ та бик ярҙам итә алмай. Үткәнендә осрашҡайнылар, тәртип бөттө, хәҙер закон көслө шул, тип уфтанып ултырҙы. Ҡыҙыҡ ҡына һүҙ. Закон нығынған һайын, уныңса, тәртип төшөнсәһе әһәмиәтен юғалта һымаҡ килеп сыға. Шулай ҙа табып, тағы ла бер үҙенең аһ-зарын һөйләне, ярҙамына өмөт иткәйне.
– Юҡ, братан! Хәҙер беҙгә ҡолаҡ һалмайҙар, – тип һөйләнде ул. – Хәҙер түрәләр тота, улар эштәрҙе законға таянып көйләй. Ни, заманында уҡылманы, хәҙер белем дә етмәй. Кипрға китәйем, тигәйнем, унда минең һымаҡтар тыҡырыҡ һайын икән. Әллә Ҡырымға йә Сочиға барып төпләнәһеме икән? Һин үҙең ҡайһы яҡтан әле?
– Бүрейән.
– Бүрейән? – тип һораны текә. – Ул ҡайһы яҡта? Өфөнән барғанда, Белореттан уңға китәһеңме? О, һеҙҙәге тауҙар-урмандар! Мин унда барып йәшәр инем! Оҡшаттым мин ул яҡты! Ожмах бит һеҙҙең яҡта! Нисек шул яҡҡа барып, тыныс ҡына йәшәп ятырға?
Нәғимдең бөгөн беренсе тапҡыр өйөнә ҡайтҡыһы килмәне. Нимәгә ҡайтырға? Теге, зал буйлап тыпылдап йүгереп йөрөгән тыумаған малай менән уйнар өсөнмө? Юҡ. Ул хәҙер төшкә йыуанып йәшәр йәштә түгел...
Дауамы бар.
Дуҫтар! Ҡиссаның дауамы "Башстатус" төркөмөндә иртәгә донъя күрәсәк. Уны бөгөн үк уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10
Читайте нас: