Нәғим нимәнән ҡәнәғәт түгел? Уның бизнесының торошо, табыш киләме, юҡмы, лакмус ҡағыҙы һымаҡ, тулыһынса илдәге хәл-торошто сағылдыра. Эйе, көҙҙән алып, яҙға тиклем заказдар әҙ. Тимәк, табыш та юҡ кимәлендә. Ә бына яҙҙан алып көҙгә тиклем, киреһенсә, эшләп кенә өлгөр! Халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйҙе, тип күпме генә иҫбатламаһындар, күпселек йәшәргә тырышып ята. Ҡайҙан аҡса табаларҙыр, уныһын һәр кем үҙе генә белә. Бәлки пенсионер өләсәләре, олаталары ярҙам итәлер?
Ләкин барыһы ла ал да гөл түгел, хатта ифрат насар, тип әйтергә мөмкин. Көнө-төнө йәшәү өсөн көрәш барғанда кемдәргәлер, шул-шул эштәрҙе башҡарам, ә һеҙ мул ғына итеп түләгеҙ, тип нисек бараһың? Ошондай уйҙар борсой хәҙер Нәғимде. Әле бына ҡайныһы янына китеп бара. Уның алдында йөҙө яҡты. Нәғим һүҙендә торҙо, теге тимер йәшниккә ҡушып, контейнер ҙа алып бирҙе, аҙмы-күпме киңәйтте, хәҙер ҡайныһы үҙ урамында баҙарҙы тотоп тороусыларҙың береһе. Иртә таңдан килеп, эшкә тотона, ҡараңғы кискә тиклем – ошонда. Нәғим, үҙ кеше, тип уны бик ҡурсалауҙан да баш тартты. Сөнки, күреп тора, икәү-ара мөнәсәбәттәр шулай ҡоролған, бәләкәй генә бәхәс тә олоғара низағҡа әйләнеүе ихтимал. Хәҙер йәше лә бара, Нәғимде башҡа һорауҙар борсой һәм улар һис тә тынысланырға ирек бирмәй.
Ауылда саҡта Нәғим шуға иғтибар итә торғайны: йәп-йәш егеттәр, өйләнешкәндән һуң, кәләше, икеһенең дә ағай-энеһе менән күмәкләшеп үҙ-ара ярҙам итешеп, өр-яңы донъя ҡора башлайҙар, йәғни, өй төҙөйҙәр. Береһенән береһе ҙурыраҡ, уҡ һымаҡ төҙ, һап-һары ҡарағайҙарҙан өй күтәреүҙең барлыҡ нәҫел-ырыу, хатта ауыл өсөн байрамға әүерелеүен һеҙ күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ошо өмәләр нисек кенә күңелле ойошторолмаһын, башынан алып, аҙағына тиклем бер иҫерек кеше күренмәһен, ләкин һуңынан ҡайһы бер өмәселәрҙең өйҙәренә шыуышып ҡайтыу, йәки шунда ятып ҡалыу кимәленә еткәнсе эсеүе күренеше менән йомғаҡлана. Нәғим үҙе эскегә битараф. Хатта, битараф ҡына түгел, ғөмүмән, ҡаршы. Ап-айныҡ башланған өй төҙөү өмәләре шулай көҙгә тиклем дауам итә, иң аяныслыһы шул, күпселек осраҡта йәш ғаиләнең, кәләш менән кейәүҙең, аҡрынлап, эскелеккә тартылыуына нигеҙ һала.
Шулай, Нәғим, үҙе лә һиҙмәй ҡалды, һирәк-мирәк рюмкаға тотонған Миңниса әхирәттәрен йыйып, ваҡ-төйәк мәжлестәр ойоштора, осрашырға, тип кафеларға, төнгө клубтарға сыҡҡылай башланы. Йорт хужаһы бер заман иҫенә килһә, бизнеста бөтә иҫәп-хисапты алып барырға тейешле ҡатыны, ҡайтыуына, иҫереп, йоҡлап ята. Бик өлгөрмәйем, тигәс, өйҙәге эштәрҙе башҡарырға, аҫырау яллаған булғайнылар. Нәғим, килеп инеү менән, был хәлде күргәс, аҫырауынан:
– Был хәл йыш ҡабатланамы ул? – тип һораны.
– Әлләсе тағы, – тине тегеһе. – Мин уның менән эсеп ултырғаным юҡ.
Нәғим ҡатыны эргәһенә килеп, мөмкин тиклем ҡатыраҡ итеп:
– Миңниса, тор әле, һөйләшәйек! – тип өндәшеп ҡараны.
Тегеһе шунда уҡ ҡуҙғала һалды:
– Ә, ҡайттыңмы, йәнем? – тине ул тирә-яғына ҡаранып. – Әле ни ваҡыт ул? Кисме, иртәме әллә төнмө?
– Кис, – тине Нәғим тынысыраҡ булырға тырышып.
– Йә, ярай, улайһа, мин йоҡлайым, – тине иҫерек ҡатын һәм ҡапыл, ҡорт саҡҡандай, һикереп торҙо. – Бик шикле күренәһегеҙ. Нәғим, һин ни өсөн Майсәрә менән икәү? А что, у вас любовная игра что ли?
Нәғим, аҡланыу эҙләгәндәй, аҫырауына ҡараны:
– Как бер нимә лә юҡ? Мин йоҡлайым, ә һеҙ икәү, минең йоҡлауымдан файҙаланып, уйнаш итәһегеҙме? Ҡайҙа әсәйем? Әллә уны алдаштырып йөрөйһөгөҙмө?
– Ҡәйнәм икенсе ҡатта, үҙ бүлмәһендә, – тине Нәғим. – Әле генә күрҙем, сирләп тора, шикелле.
– Әсәй! Әсәй! – тип сәрелдәне иҫерек хужабикә. – Төш бында, тиҙерәк бул! Ужас! Ни күрәм мин? Аҫырауым, иҙән йыуырға, унитаз таҙартырға ялланған ҡатын, минең иремде һалдырып алырға итә!
Шул арала Миңнур Әхмәт ҡыҙы стеналарға тотоноп килеп төштө һәм һораулы ҡарашын быларға төбәне:
– Нимә булды тағы? Ниңә борсойһоғоҙ мине?
– Әсәй! Ҡайһығыҙ килтерҙе был ҡатынды? Беләһеңме, мин нимә күрәм? Мин арып йоҡлап ятам, ә улар икәүләшеп уйнаш итәләр! Эйе, әсәй, минең өйөмдә! Эх, әсәй, һин дөрөҫ әйткәнһең бит! Беҙ был “ҡара йылан”ды, урамдан килеп ингән еренән, өҫ-башын бөтәйтеп, эшләргә өйрәтеп, байыттыҡ. Хәҙер ул бөтәһенә лә хужа, ә беҙ уға хеҙмәт итәбеҙ! Әсәй, һин беҙҙе ҡотҡар! – тип иҫерек ҡатын әсәһен ҡосаҡлап алды.
Нәғим бындай һүҙҙәрҙе көтмәгәйне. Ҡот осҡос һүҙҙәр! Нимә һөйләй? Ир, ярҙам эҙләгәндәй, ҡәйнәһенә боролдо:
– Ҡәйнәм, Миңниса нимә һөйләй ул?
Шул ваҡыт икенсе ҡаттан көс-хәл менән төшкән, әле генә аяғында саҡ баҫып торған ҡәйнәһе күҙ алдында үҙгәрҙе:
– Сеү! – тип аҡырып, аяҡ типте ул.
Кәүҙәһе төҙәйҙе, башын күтәрҙе, күҙҙәре осҡон сәскәндәй булды:
– Һин нәмә, кейәү балаҡай, үҙеңдең беҙгә туалет өсөн соҡор ҡаҙырға ялланып килеп ингәнеңде оноттоңмо? Хәҙер байыныңмы? Кеше танымай башланыңмы? Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ бынауыңа! Йолҡош! Емтек! Хайуан!
Үҙ ғүмерендә ҡатын-ҡыҙ менән бәләкәй генә бәхәскә лә инмәгән, ғөмүмән, быны түбәнселеккә һанаған ир бындай оятһыҙлыҡ алдында көсһөҙ булып сыҡты һәм баҙап ҡалды. Әйтерһең, ҡояш һүнде, ер тетрәне һәм барлыҡ донъя емерелеп төштө. Әмәлгә ҡалғандай, шул ваҡыт Әҙеһәм килеп инде һәм үҙенең барлығы тураһында иҫкәртергә теләгәндәй, ауыр ғына итеп тамаҡ ҡырып ҡуйҙы:
– Ниндәй баҙар астығыҙ бында? – тине ул үҙенең хужа икәнлеген раҫларға теләгәндәй.
– Әҙеһәм! Ҡара әле, кейәүең бында нимәләр творить итә!? – тип көтмәгәндә илаулай башланы ҡәйнәһе.
– Атай! Һин дә, мин дә эш, тип йөрөйбөҙ, бар йөктө күтәрәбеҙ, нисә йылдар ял күргәнебеҙ юҡ, күпме табыш килтерҙек, ә ҡайҙа ул аҡсалар? Кем өсөн эшләйбеҙ беҙ? – тип ҡыҙы атаһына ышыҡланды.
Нәғим шаҡ ҡатты. Бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Белә, әгәр бер һүҙ әйтһә, иң ғәҙел һүҙ булған осраҡта ла, дөрөҫлөктө яҡлаһа ла, күмәкләшеп, уға ҡаршы төшәсәктәр, ботарлап ташлаясаҡтар һәм, иң кәмендә, ҡыуып сығарасаҡтар. Ә инде был осраҡта бында иң ҙур юғалтыуҙарҙы Нәғим күрәсәк. Эргәләге ер ҡуртымға алындымы? Алынды. Ҡара әле, килешеү төҙөлгән көндөң күптән срогы сыҡҡан. Етмәһә, нотариуста теркәлмәгән. Тимәк, был – килешеү түгел, ҡағыҙ киҫәге генә. Ә, һеҙҙең никах теркәү таныҡлығы бар икән!? Бик яҡшы! Ә уның был мөлкәткә, Миңнур Әхмәт ҡыҙы, уның тормош иптәше Әҙеһәм ағай һәм ҡыҙҙары Миңниса хужа икән, ни мөнәсәбәте бар?
Хәлен белә Нәғим. Кем әйтмешләй, әле уның биш бөртөк ярмаһы ла юҡ. Әгәр үҙенең хоҡуҡтарын яҡлайым, аҙ ғына булһа ла, мөлкәтен һаҡлап ҡалайым, тиһә, уны алда ошо ике ҡатын менән оҙайлы һәм бер ниндәй һөҙөмтә лә вәғәҙә итмәгән көрәш көтә. Ул Нәғимгә кәрәкме? Кәрәкмәй...
Тегеләр өсәүләшеп уға ҡарап тын ҡалдылар. Сөнки улар әйтәһе һүҙҙәрен әйттеләр, маҡсаттарын билдәләнеләр. Һин бында бер кем дә, хатта кеше лә түгел. Хатта, осраҡлы ғына килеп инеп, ышанысты яулап, хужа булырға дәғүә итеүсе бәндә генә һин! Нәғим көсөргәнешле уйлай. Ошо көнгә тиклем, ул ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Бары тик эш менән генә булды һәм үҙен ваҡ-төйәктәрҙән өҫтөн тотто. Барыһына ла ышанды, намыҫлы эшләне һәм башҡаларҙан да шуны көттө. Ләкин, үҙе лә һиҙмәҫтән, үҙе үк ойошторған эштең һәм тәртиптең ҡорбанына әйләнде.
Нәғим һаман өндәшмәй. Ә тегеләр өсәүләшеп көтә. Әле Нәғимдең бер һүҙе лә ҡабул ителмәйәсәк һәм уларҙы тағы ла нығыраҡ берләштерәсәк. Ә Нәғим ниңә өндәшмәй ул? Әллә әйтер һүҙе юҡмы? Бар. Тел осонда береһенән береһе үткерерәк, асыулыраҡ һүҙҙәр тупланған. Ләкин уларҙың береһенән дә фәтеүә юҡ. Нәғимдең бер генә һүҙе сыҡһын, әле генә быҫҡып янған усаҡ, гөлт итеп, яңынан янып китәсәк һәм иң тәүҙә Нәғимдең үҙен өтәсәк. Түҙергә, бары тик түҙергә һәм бер һүҙ ҙә өндәшмәҫкә кәрәк! Әгәр һинең бер хоҡуғың да юҡ икән, өндәшеүҙән фәтеүә юҡ...
Ауыр тынлыҡты Әҙеһәмдең хахылдап көлөүе бүлде:
– Күптән ҡарап йөрөйөм, бына бөгөн миңә лә һүҙ әйтергә форсат тыуҙы.
Дуҫтар! Ҡиссаның дауамы "Башстатус" төркөмөндә иртәгә донъя күрәсәк. Уны бөгөн үк уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"