+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Август 2020, 09:00

МӨЛКӘТ БҮЛЕШЕҮ – 12. Замана ҡиссаһы.

Нәғим әсәһе менән ҡыҙын оҙаҡ һөрәнләтеп торманы, Әҙеһәм ағайҙы ла саҡырып керетте лә, былай тип өндәште:–Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, һеҙ мин был йорттан китһен өсөн барыһын да эшләйһегеҙ. Мин хәҙер артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе түбәнселек тип һанайып һәм һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәйем. Миңә һеҙҙең менән эшләүе бик күңелле булды. Мин күп нәмәгә өйрәндем, үҙем өсөн һабаҡ алдым. Шулай булғас, күрәһең, беҙгә хушлашырға ваҡыт еткәндер.– Нисек хушлашаһың? – тип өндәште Миңнисаһы. – Юҡ инде, үҙең башлап ебәрҙең, ошо ыңғайҙан дауам итәһең. Һис юғы һин ошонда йәшәй алаһың. Мин һине әле тиҙ генә ҡулдан ысҡындыраһым юҡ.

Нәғим әсәһе менән ҡыҙын оҙаҡ һөрәнләтеп торманы, Әҙеһәм ағайҙы ла саҡырып керетте лә, былай тип өндәште:
–Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, һеҙ мин был йорттан китһен өсөн барыһын да эшләйһегеҙ. Мин хәҙер артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе түбәнселек тип һанайып һәм һеҙҙең теләгегеҙҙе үтәйем. Миңә һеҙҙең менән эшләүе бик күңелле булды. Мин күп нәмәгә өйрәндем, үҙем өсөн һабаҡ алдым. Шулай булғас, күрәһең, беҙгә хушлашырға ваҡыт еткәндер.
– Нисек хушлашаһың? – тип өндәште Миңнисаһы. – Юҡ инде, үҙең башлап ебәрҙең, ошо ыңғайҙан дауам итәһең. Һис юғы һин ошонда йәшәй алаһың. Мин һине әле тиҙ генә ҡулдан ысҡындыраһым юҡ.
– Эйе шул! Һин беҙҙе ни эшләп ҡалдырып китергә тейеш әле? – тип ҡушылды ҡәйнәһе. – Бына тағы, ҡара әле, үҙең үпкәсел икәнһең! Юҡ ҡына бәхәс өсөн сығып китергә йыйынаһың. Ҡурҡытма! Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, кейәү. Һинән башҡа, беҙгә һан юҡ.
– Эй, донъялар! – тип Әҙеһәм ағай ҡушылды һөйләшеүгә. – Бая ғына ике баштан тороп, бүре урынына ҡыуа инегеҙ. Ул киткәс, нимә булырына үҙегеҙ ҙә төшөндөгөҙ, буғай.
– Ну, атай, һин, исмаһам, беҙҙе яҡлап, һүҙ әйтер инең, – тине Миңниса.
– Күптән күҙәтеп йөрөйөм, Нәғим һис тә минең яҡлауға мохтаж түгел. Ул, ана, ниндәй ҙур эш асып ебәрҙе. Һеҙ уға ҡамасаулап, аяҡ салып ҡына йөрөйһөгөҙ, – тине Әҙеһәм. – Миңә үпкәләмәгеҙ. Әгәр ул һеҙҙе ҡалдырһа, һеҙ бөлөп кенә ҡалмаясаҡһығыҙ, асҡа үләсәкһегеҙ. Бына, мин әйтте, тиерһегеҙ.
Бәхәс ҡуйырғандан-ҡуйырҙы, бығаса тыныс булған, ауыр һүҙҙәр әйтеп тә, тыңлап та өйрәнмәгән Нәғимгә шыпа ҡыйын була башланы. Бындай шарттарҙа йәшәү мөмкин түгел. Уны бында нимә бәйләп тора? Базаһы бар, ярай, аренда өсөн, күпме һорайҙар, түләп торор. Ике “Газелде”, инде, янып бөткәс, яңынан йүнәтеп булмаҫ. Етмәһә, урам башында ҡеүәтле бульдозер ултыра һәм барыһын да киҫәтеп торған һымаҡ. Нәғим аңлай, ер менән килеп сыҡҡан аңлашылмаусылыҡ халыҡ араһында уның абруйын төшөрҙө һәм етди киҫәтеү булып яңғыраны. Әллә үҙе ғәйеплеме икән? Бик ауыр эшкә тотондо. Бәлки үҙенең мөмкинлектәрен артығыраҡ баһалағандыр. Хәйер, ауылдан килгән Нәғим өсөн бындағы түрә-ҡараның холоҡ-фиғеле һис тә аңларлыҡ түгел шул. Ауыл халҡы өсөн бер нимә хас – әйтәһең, вәғәҙә бирәһең икән, ул мотлаҡ үтәлергә тейеш. Тимәк, икенсе ваҡыт, әгәр һүҙеңдә тормаһаң, һиңә ышанмаясаҡтар. Ә бында нисек? Бында – алдау, ришүәт алыу һәм эшләнергә тейеш мәсьәләне хәл итмәү – ғәҙәти күренеш.
Нәғим өсөн быларҙың барыһы ла ят, ул яратмаған күренеш. Кемгә барып төртөлһәң дә, һинән нимәгәлер өмөт итә, үҙенең аһ-зарын һөйләй башлай. Шуларҙың иң сағыу өлгөһө – урам башында торған бульдозер. Трактористҡа әйтеп ҡуйылдымы икән, уныһы ваҡыт-ваҡыт тракторын ҡабыҙып, фараларын яҡтыртып, газға баҫып, ҡара төтөн таратып ала. Йәнәһе, мин бында, онотмағыҙ! Яҙмышығыҙҙың кем ҡулында икәнлеген белеп тороғоҙ, тиеүелер.
Икенсе көнөнә, иртән иртүк, урамдан өс кеше Нәғимде эҙләп килде.
– Бындай билдәһеҙлектән халыҡ йонсоно, – тине улар. – Йоҡлап ятҡанда өйҙәребеҙҙе емерә башларҙар, – тип ҡурҡалар. Бындай шарттарҙа йәшәү мөмкин түгел. Әйҙә, бергәләп, хакимиәткә барып киләйек. Үткәнендә һинең һүҙеңә ҡолаҡ һалғайнылар, әйҙә, был юлы ла тос ҡына фекерҙәреңде әйт.
Хакимиәттә уларҙы тәүҙә бүлмәнән-бүлмәгә йөрөттөләр. Һәр береһендә тыңлайҙар, баш сайҡап, аптырашалар, ләкин ярҙам итеүҙән баш тарталар. Бының да сәбәбе билдәле. Барыһы ла – яңы кешеләр, элеккеләрҙән берәү ҙә күренмәй, тип әйтерлек. Башлыҡтың төҙөлөш буйынса урынбаҫарына инделәр. Уныһы урамды картанан бик оҙаҡ эҙләгәндән һуң, көс-хәл менән тапты ла:
– Бында ниндәй йорттар булһын? Бына, генпланға ҡарағыҙ, төньяҡ йүнәлештә – күп ҡатлы йорттар, бына, бер мәктәп, ике балалар баҡсаһы һәм сауҙа-күңел асыу комплексы ҡаралған. Һеҙҙең йорттарығыҙға бында урын юҡ, – тип вәкилдәрҙең ҡотон осорҙо.
Ул арала булмай, урынбаҫарҙың өҫтәленә ике ҡағыҙ индереп һалдылар. Тегеһе, бик ентекләп уҡығандан һуң, делегация ағзаларына алмаш-тилмәш ҡарап сыҡты ла:
– Һеҙ бит ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр өҫтөнә йорттар төҙөгәнһегеҙ һәм, ғөмүмән, беҙҙең барлыҡ пландарҙы юҡҡа сығарғанһығыҙ. Был пай ерҙәрен беҙҙең инвестор һатып алырға хужаһын эҙләй. Ә беҙ уның кем икәнлеген дә белмәйбеҙ. Ә һеҙ, йорт төҙөнөк, үҙебеҙ юл һалдыҡ, электр линияһы һуҙҙыҡ, тип һөйләйһегеҙ. Ә бына быныһында һеҙгә киҫәтеү яҙылған. Йорттарҙы һүтеү, урындарҙы бушатыу хаҡында һеҙҙе алдан уҡ киҫәткәндәр икән. Шулай булғас, мин һеҙгә бер нимә лә вәғәҙә итә алмайым. Үҙегеҙ төҙөгәнһегеҙ икән, үҙегеҙ емерегеҙ.
Вәкилдәргә, сығып китеүҙән башҡа, сара ҡалманы. Бер аҙ уйлағандан һуң Нәғим шундай тәҡдим индерҙе:
– Былар – яңы кешеләр. Беҙгә тиҙ арала аҡса йыйып, төртөп ҡарарға кәрәк. Мин үткәнендә был ришүәткә аҡса йыйыуҙан баш тартҡайным. Ләкин ҡайһы бер йылғыр ағайҙар минән йәшереп кенә аҡса йыйған, булып сыҡты һәм кәрәк кешеһенә төрткәндәр. Беҙ әле шуның арҡаһында ғына имен-аман йәшәп килдек. Хәҙер – яңы кешеләр, уларҙың өндәрен тығырға кәрәк. Һәм мөмкин тиклем тиҙерәк. Бына, мин әйтте, тиерһегеҙ, Аҡса төртөп өлгөрһәк, икенсе көнөнә үк бульдозерҙы трейлерға тейәп, алып китәсәктәр.
Урам халҡы, аҡса йыйырғамы, юҡмы, йыйһаҡ, күпмешәрҙән, тип баш ватҡан арала, ҡала эргәһендәге кооперативтарҙың береһенән яңы ғына төҙөлгән йорттарҙы экскаваторҙар, бульдозерҙар менән емерә башлауҙары тураһында хәбәрҙәр килде. Кооперативҡа ышанып, аҡса һалған һәм йорттар төҙөгән ғаиләләр урамда тороп ҡалды, ә райондан килгән бер йәш ғаилә башлығы бындай уңышһыҙлыҡты күтәрә алмай, үҙенә ҡул һалыуы тураһында хәбәр таралды.
Ошо фажиғә күптәрҙе айнытып ебәргән һымаҡ булды. Хатта бульдозер бер нисә көн урынында ултырҙы, тракторсыһы ла күренмәне. Етмәһә, кемдер төндә алғы тәҙрәләрен ватып киткән.
Ә Нәғимдең хәлдәре көндән-көн мөшкөлләнә. Ҡәйнәһе ҡыҙын яҡлай, Ә Миңниса иһә, урамда һөйрәлеп йөрөп эсә башланы. Уны яҡлашҡан Миңнур Әхмәт ҡыҙы ла йонсоно, шикелле. Бер көн ауырып китте һәм “тиҙ ярҙам” менән дауаханаға илтеп һалырға тура килде. Былар иһә Миңниса өсөн артабан ҡоторорға сәбәп кенә булды. Үҙе һымаҡ бер ҡатынды һәм иҫерек ирҙе эйәртеп, өй беренсә йөрөп, эсә башланылар. Әҙеһәм Нәғимгә: “Был нимәне эшкиндерә алмаҫһың. Ҡул һелтә лә ҡуй”, – тиһә лә, ирлек бурысы бар бит әле. Миңнисанан баш тартырға ашыҡманы.
Бер көн ҡатын бөтөнләй ишеген асманы. Нәғим бер-ике тапҡыр шаҡып ҡараны ла, йоҡо бүлмәһенең ишеге бикле булғас, эш менән сығып китте. Байтаҡ йөрөп ҡайтҡандан һуң ишеген астырайым тиһә, бикле, тимәк, сыҡмаған. Нәғимгә лом алып, ишекте ҡайырып асып инеүҙән башҡа сара ҡалманы. Әҙеһәм ағаһы һәм ошондағы хеҙмәтсе менән керһәләр, урынында ята, әллә тын ала, әллә юҡ, тере икәнлеген дә белерлек түгел. Ә эргәһендә ике – бушаған, береһе яртылаш шешәләр ултыра. “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡайнылар, әллә тере, әллә тере түгел, тейәп алып киттеләр. Хәҙер медицина көслө бит, Нәғим хәлен белергә барғайны, дауалаусы табип:
– Тағы бер эсеп, шул хәлгә етһә, ҡотҡарыу бик ауыр буласаҡ. Ниңә дауалап ҡарамайһығыҙ? Әллә үҙе риза түгелме? – тип һораштырҙы.
Кешене мәжбүр итеп кенә дауалап булһасы. Нәғим тамам аптырауға ҡалды. Төштән һуң табип тағы ла шылтыратты:
– Ҡатынығыҙ һушына килде, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, эсергә таптырып йөрөй. Беҙ уны бында ҡарай алмайбыҙ. Әгәр мөмкинлегегеҙ булһа, шәхси клиникаға алып барығыҙ. Унда аҡсаһын түләһәң, еренә еткереп дауалаясаҡтар. Ә беҙҙең ундай мөмкинлек юҡ, – тине.
Ә был мәсьәлә, йәғни, наркологик үҙәктәр, Өфө эргәһендә байтаҡ икән. Интернет аша ике үҙәктең мөмкинлектәрен ҡарағас, Нәғим ҡатынын икенсеһенә, бәләкәйерәгенә урынлаштырырға ҡарар итте. Тыныс, яҡты, баш табип: “Беҙҙең үҙәк элиталы иҫәпләнә”, – тине. Йәнәһе, үтә байҙарҙы йә түрә-ҡараға яҡындарҙы ғына дауалай инде.
Тиҙ генә Миңнисаны дауаханан барып алдылар һәм Үҙәккә килтерҙеләр. Һиҙеп ҡалды бит иҫерек ҡатын, үҙен ҡайҙа тапшырырға йыйынғандарын. Тыныс ҡына торҙо ла, йүгереп сыҡты ла ҡасты. Нәғимгә Әҙеһәм менән икәүләшеп ҡатынды баҫтырып тотоп, уға тәғәйенләнгән урынға бығаулап ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалманы. Йәмһеҙ итеп ҡысҡырҙы, һүгенде, бөтә үҙәктең аҫтын өҫкә килтерә яҙҙы тәүҙә. Шунан һуң, бер-ике укол ҡаҙағайнылар, шиңгән гөл һымаҡ, бәжене лә ҡуйҙы. Шулай итеп, Нәғим өсөн тағы бер мәсьәлә хәл ителде. Беренсе тапҡыр бындай хәлдә ҡалды: ҡәйнә – дауаханала, ә ҡатыны – наркологик үҙәктә.
Әҙеһәм шаяртып алырға ла өлгөрҙө:
– Хәҙер беҙ бында икәү генә хужа. Күңелһеҙ булдырмы икән? – тип көлөп алды.
Ә көлөрлөк бер һылтау ҙа юҡ. Сөнки Бульдозерҙың тракторсыһы, ватылған тәҙрәләрен күреп, бик асыуланған. Хатта тракторын эшләтеп ебәреп, юл ситенән өҫкә-аҫҡа бер-ике тапҡыр үткән һәм ошонда йәшәүселәрҙең йөрәгенә ҡурҡыу һалған. Тик Нәғим генә тыныс. Уға сәбәләнеүҙән бер файҙа ла юҡ. Сөнки бындағы мөлкәткә уның бер мөнәсәбәте лә юҡ, тик үҙенә ҡуйылған бурысты ғына үтәй. Нимә генә ҡыйланмаһын, ҡатыны менән әлегә никахының тарҡалыуы рәсмиләштерелмәгән ә ҡәйнәһе дауахананан көн һайын, әле шуны килтер, шундай дарыу тап, йортто ҡара инде, тип әллә бойороп, әллә үтенеп, әллә һорап ята. Ә үҙе был ҡасабаның яҙмышының нисек хәл ителерен дә белмәй. Ә бер көн Нәғимде район хакимиәтенә башлыҡтың төҙөлөш буйынса урынбаҫары осрашыуға саҡырып шылтыратты һәм бер сәғәт тә үтмәне, СМС килде. Унда “Версаль” рестораны, вип-зал, 3-сө өҫтәл, 18:30 сәғәттә, тип яҙылғайны. Нәғим кәңәшләшеү өсөн Әҙеһәмде эҙләй башланы.
Читайте нас: