+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Август 2020, 10:35

МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 13 (аҙағы). Замана ҡиссаһы.

Урынбаҫар кеҫәһенән телефонын сығарҙы һәм видео күрһәтә башланы. Экранда Миңнисаның йонсоу йөҙө күренде. “Нәғим, мин һиңә видео аша мөрәжәғәт итергә булдым. Үҙең килмәйһең, хәлемде белмәйһең. Әсәйемдең үҙенең өлөшөнән баш тартыуы хаҡында ишеткәнһеңдер, тип уйлайым. Мине, бер үҙең ҡалдың, тинеләр. Ер миңә генә кәрәкме ни, шулай булғас, мин дә баш тартам. Һиңә рәхмәт, мин хәҙер генә байтаҡ нәмәләргә төшөндөм. Тик һинең арҡала ғына, мин бер мәшәҡәт белмәй эшләп йөрөгәнмен икән. Хәлдәр үҙгәрҙе, мин һиңә уңыштар теләйем”

МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 13.
Замана ҡиссаһы.
Әҙеһәм ағай, әйтерһең, Нәғимдең шылтыратҡанын көтөп кенә торған.
– Ҡустым, беҙгә тиҙ арала осрашырға кәрәк, – тине ул борсоулы тауыш менән.
Төшкө ашты өйҙә ашарға булдылар. Өҫтәл артына ултырғас, Әҙеһәм бик оҙаҡ итеп Нәғимгә ҡарап торҙо һәм нимә әйтергә лә белмәй, ҡулын һелтәп ҡуйҙы:
– Мин кисә-бөгөн ҡәйнәң янында булдым, – тине ул һуҙып ҡына. – Ҡәйнәң сәләм әйтте. Төҙәлеүгә бара. Ләкин һәйбәт хәбәрҙәр шуның менән бөтә.
– Ә насары нисек булды һуң? – тип һораны Нәғим.
– Үҙең дә һиҙеп тораһың, беҙҙең файҙаға түгел, – тине Әҙеһәм. – Хәбәрҙәр анауы урам башында ултырған бульдозерҙан да яманыраҡ. Кисә Миңнур эргәһендә ике ҡатын булған. Ябайлаштырып әйткәндә, волонтерҙар. Хәл белергә килгәндәр, ашарға ҡытай туҡмасы, Төркиә помидоры, мандариндар ҡалдырғандар. Һәм шундай итеп ҡотон осорғандар, ул уҡып та тормайынса, талап иткән барлыҡ ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйған. Хатта сығымдар өсөн түләү ҙә талап итмәгән.
– Булмаҫ! – тип дер һелкенде Нәғим.
– Булған шул. Хәҙер был өй, урынлашҡан майҙан яртылаш беҙҙеке түгел. Ҡәйнәң уны “Ышаныс утрауы” тигән йәмғиәткә бүләк иткән.
Нәғимде был хәбәр тетрәндерҙе. Шулай уҡ йоғонтоломо икән был ергә хужа булырға теләүселәр? Юҡ, быны былай ғына ҡалдырырға ярамай. Көрәшергә, ерҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк!
– Һиҙеп торам, һине һындырыуы бик ауыр буласаҡ. Ләкин һин бирешмәҫһең, тип уйлайым, – тине Әҙеһәм. – Һиңә бер һорауым бар, ҡустым. Ә һин уйламаныңмы, ни өсөн мин был ер өсөн айҡашыуҙан баш тарттым? Иң кәмендә бындағы мөлкәттең өстән бер өлөшө – минең иҫәптә. Байлыҡ үҙе инеп килә. Мин уны нисек тотонорға белер инем. Күңелем һиҙҙе, тап шуның өсөн мин уның өсөн көрәшеүҙән баш тарттым. Хәҙер закон түгел, көслөләрҙең нәфсеһе идара иткән заман. Аҡсаң бар икән, һатаһың да алаһың, башҡа бер мәшәҡәте лә юҡ. Мин һиңә нимә әйтергә, ниндәй кәңәш бирергә лә белмәйем. Һинең ныҡ булыуың, тырышлығың миңә оҡшай. Һин, башҡаларҙан айырмалы, ҡурҡмайынса фекер йөрөтә, үҙ хоҡуғыңды яулай алаһың.
– Ә һин нисек уйлайһың, Әҙеһәм ағай, иң түбәндән алып, иң юғары кимәлгә тиклем урлашыу йәшәү рәүешенә әйләнгәндә, кемдәрҙер үҙ һүҙен әйтергә тейештер бит?
– Әлбиттә, тейеш. Бындай хоҡуҡ һәр беребеҙгә бирелгән. Теге, нисек әйтелә әле, саҡ ҡына көт, иҫкә төшөрәм... Гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөү ҙә шул юҫыҡтан сығып эшләнмәйме ни?
– Ярай, мин бында сәйәси мәғәнәләр күрмәйнем, – тине Нәғим һүҙҙе ситкә бороп. – Артабан нисек булыр, тип күҙ алдына килтерәһегеҙ?
– Артабанмы? Ошо юҫыҡта дауам итәсәк. Мин волонтерҙарҙың Миңнисаны эҙләгәнен беләм. Кисә булмаһа, бөгөн табасаҡтар, маҡтай-маҡтай хәлен беләсәктәр, Үҙәктә ул әле иң ауыр көндәрен үткәрә. Шешә төбөнән сығыу, ай-һай, еңел түгел. Уға бер суррогат араҡы тултырылған шешә тоттороу ерҙең ҡалған өлөшөнөң дә яҙмышын хәл итәсәк. Әсәһенән алыҫ китмәйәсәк, уҡып та тормай, ҡултамғаһын сүкеп бирәсәк. Хатта күңелемдә шундай шик бар, ҡатының Үҙәктән сығырға теләге юҡ. Кем белә, бәлки сыға ла алмаҫ. Быны ҡурҡҡандан һөйләмәйем, һине киҫәтеү маҡсатында әйтәм, – тине Әҙеһәм Нәғимдең күҙҙәренә тура ҡарап.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Нәғимгә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Әллә Әҙеһәм ағайҙы ла ҡурҡыттылармы икән?
– Ә һинең менән һөйләштеләрме әле?
– Әлбиттә, һөйләштеләр.
– Һин, ағай, нимә тип әйттең?
– Минең был мөлкәткә бер мөнәсәбәтем дә юҡ, – тип яуап биргәйнем, ышанманылар. “Миңнур Әхмәт ҡыҙы менән никахығыҙ бар, тимәк, һеҙ ошо ерҙең хужаларының береһе, уға дәғүә итеүҙән баш тартыуығыҙ хаҡында бына нотариус ханым алдында ҡултамғағыҙҙы сүкегеҙ”, – тинеләр. Мин сүкенем, ә ҡайҙа барайым? Шуны бел, Нәғим, улар бының менән генә туҡтамаясаҡ. Шуға минең бурысым – һине киҫәтеү. Кискә саҡырҙылар, тинең бит әле.
– Эйе, киске етенсе яртыға көтәләр.
– Ярай, ҡустым, ныҡ бул, бирешмә! Мин һиңә яҡшылыҡ теләйем.
– Бер нимәһеҙ ҡалғас, эш таба алмаһам, һиңә килермен инде, – тип көлдө Нәғим.
– Миңә килмәй, ҡайҙа бараһың? Мин һиңә һәр ваҡыт эш табырмын.
– Эйе шул! – тип күтәреп алды Нәғим. – Һинең контейнер эргәһендә ҡапсыҡ ташып булһа ла йөрөмөн әле.
Ресторан алдында Нәғимде көтөп торғандар, күрәһең, шунда уҡ курткаһын алып ҡалдылар. Бер бүлмәгә алып керҙеләр һәм туҡтаттылар. Ифрат таҙа бер егет, инструкция шулай ҡуша, тип металл эҙләгес менән кәүҙәһен ҡапшап сыҡты. Шунан һуң бер бәләкәйерәк малай үҙенә эйәреүен һораны һәм Нәғимдең алдында ишекте асты. Талғын ғына музыка уйнағаны ишетелә. Скрипкала уйнаусы үҙе күренмәй, арғы яҡта төрлө төҫтәр янған шаршау артында ултыра, шикелле. Стриптизершалар өсөн ике-өс бағана күренә. Был бағаналарға көс төшәлер, күрәһең, ялтырап бөткәндәр. Әллә үҙҙәре шулаймы икән?
– Һеҙҙе өҫтәлгә саҡыралар, – тине теге малай һәм ҙур ғына бер йомшаҡ ултырғысҡа килтереп ултыртты.
Ҡаршыла көслө ут янһа ла, Нәғим өҫтәл эргәһендә тағы ла ике ултырғыс шәйләне. Эргәләге бүлмәнән телефондан һөйләшә-һөйләшә урынбаҫар килеп сыҡты һәм ниндәйҙер ҡәтғи күрһәтмәләр биреп, асыулы һөйләшеүен дауам итте. Әлеге шул ҡаланың бөтмәҫ-төкәлмәҫ мәшәҡәттәре инде.
– Ярай, иртәгә һөйләшеүҙе дауам итербеҙ, – тип асыулы һөйләнде урынбаҫар һәм телефонын һүндереп, кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
Урынбаҫар өндәшмәне, тәмәке алып тоҡандырҙы, тирә-яғына күҙ һалғайны, шуны ғына көткән һымаҡ, эргәләге бүлмәнән төтөнгә сорналып битлек кейгән, ярым шәрә бер ҡыҙ килеп сыҡты һәм ялтыр тимергә тотоноп, бейей башланы. Нәғим тәүҙә уға иғтибар иткәйне, урынбаҫарҙың тауышын ишетте:
– Оҡшаймы? Быға тиклем күргәнең бар инеме? – тип һорауҙар яуҙырҙы урынбаҫар.
Нәғим нимә әйтергә белмәне:
– Кинола күргәнем бар, – тип һөйләнде.
Ә ҡыҙ ялтыр тимер менән ниндәй генә ҡиәфәткә кермәй. Шул ваҡыт ҡаршыға тағы берәү килеп ултырҙы. Нәғим инде ҡаршыға төшкән көслө уттан тирләй башлағайны.
– Бынау утты һүндереп булмаймы ул? – тип урынбаҫарға мөрәжәғәт итте.
– Бәлки һин бынау урынға ултырырға теләйһеңдер? – тип көлдө тегеһе. – Бик теләһәң дә, эләкмәҫ, ул урынға ымһынма. Ултырған урының тыныс.
Оҙаҡламай, ул ултырғыстың да хужаһы килеп ултырҙы һәм ишетелер-ишетелмәҫ кенә, теш араһынан сығарып:
– Тиҙерәк булығыҙ! Эшем күп! – тип мөңгөрләне.
– Беҙҙең эш бына был егетең ҡулында, – тине урынбаҫар.
– Бик мөһим егетме?
– Бик мөһим тип әйтмәҫ инем, – тине урынбаҫар. – Башты әйләндерергә етә инде. Әле булһа 20 гектар ерҙе таҙарта алмайбыҙ. Унда киләһе йылға тиклем өс ҡатлы заманса залдары, мең автомобилгә иҫәпләнгән парковкаһы булған күңел асыу үҙәге ишектәрен асырға тейеш. Ләкин был егеткә ышанған кешеләр үҙҙәренең ерҙәренән баш тартырға ашыҡмай. Хатта уның ҡатыны кисә генә беҙҙең бөтә талаптарҙы ла үтәргә ризалыҡ белдерҙе.
Урынбаҫар кеҫәһенән телефонын сығарҙы һәм видео күрһәтә башланы. Экранда Миңнисаның йонсоу йөҙө күренде.
“Нәғим, мин һиңә видео аша мөрәжәғәт итергә булдым. Үҙең килмәйһең, хәлемде белмәйһең. Әсәйемдең үҙенең өлөшөнән баш тартыуы хаҡында ишеткәнһеңдер, тип уйлайым. Мине, бер үҙең ҡалдың, тинеләр. Ер миңә генә кәрәкме ни, шулай булғас, мин дә баш тартам. Һиңә рәхмәт, мин хәҙер генә байтаҡ нәмәләргә төшөндөм. Тик һинең арҡала ғына, мин бер мәшәҡәт белмәй эшләп йөрөгәнмен икән. Хәлдәр үҙгәрҙе, мин һиңә уңыштар теләйем”, – тип хушлашты ул.
– Ә минән нимә талап ителә һуң? – тине Нәғим быларҙың күҙҙәренә ҡарарға тырышып.
– Беләһеңме, ҡустым, һинән беҙгә бер нимә лә кәрәкмәй, – тине ҡаршыла ултырған кеше. – Бары тик һин өндәшмәҫкә тейешһең. Ә һин беләһеңме, элекке дәүерҙә кешеләрҙе юғарынан йә эргәнән яҙып бирелгән ҡағыҙҙар ярҙамында ғына һөйләргә өйрәттеләр. Ә хәҙерге хакимдар кешеләрҙе үҙ фекерҙәрен телдән нисек әйттерергә белмәй йонсой. Ғүмер буйы телһеҙ булған халыҡты һөйләшергә өйрәтеүе еңел түгел икән. Ә һинән хатта һүҙ һөйләү ҙә талап ителмәй. Һин өндәшмәҫкә тейешһең.
– Ярай, өндәшмәйем дә, күрмәйем дә, ти. Әгәр был бойороҡто үтәмәһәм, нимә була? – тине Нәғим.
– Был бойороҡ түгел. Был үтенес тә түгел, тәҡдим дә түгел, һиңә ишара ғына. Ябайлаштырып әйтһәм, һин, йәшәргә теләһәң, шым булырға тейешһең. Бына, ҡустым, һуңғы мәғлүмәттәр. Һин – эшҡыуар. Ил буйынса дөйөм статистика нимә хаҡында һөйләй? Мәҫәлән, былтыр, төрлө сәбәптәр арҡаһында, 110 эшҡыуарҙы конкуренттары, ипкә килмәгәндәре өсөн, нисек аңлайышлыраҡ әйтергә икән... Эйе, бәхәскә кергәне өсөн теге донъяға оҙатҡандар. Һәм бының өсөн уртаса 80 мең һум түләгәндәр.
– 80 мең һум? – Урынбаҫар телгә килде. – Ни бары 80 мең һуммы? Ай-һай, бигерәк арзан баһалайҙар.
– Эйе, 80 мең һум. Миңә егеттәр белешмә биргәс, үҙем дә аптыраным. Кеше ғүмеренең арзанлығына ғәжәп ҡылырһың.
– Ә был хаҡта Нәғим нисек уйлай? –тип уға мөрәжәғәт итте урынбаҫар.
Ә эшҡыуар өндәшмәне, яурынбаштарын ғына һикертеп ҡуйҙы. Ул арала булмай, стриптизерша ҡыҙыҡай, эргәһенә үк килеп, бейей башланы.
– Әйткәндәй, был бейеү – һиңә беҙҙең бүләк, – тине теге кеше. – Нәғим, беҙҙең һөйләшеүҙән һығымта яһа. Һинең бизнесың беҙҙең өсөн 80 меңгә лә тартмай. Бында ҙур аҡса уйнай. Хужалар асыулана, инвестор борсола ә халыҡ сауҙа комплексын асҡанды көтә. Ә һин уларҙың хыялдарының тормошҡа ашыуын юҡҡа сығарырға тырышаһың. Миңә һине эсмәй, тинеләр. Шуға бер нимәгә лә заказ бирмәнек. Ә кәңәш бирәбеҙ: ҙур эштәргә ҡыҫылма, ҡустым. Уға һинең тешең барыбер үтмәйәсәк. Шулай булғас, шым ғына йөрө.
– Ярай, рәхмәт! Кәңәшегеҙҙе ишеттем! – тип Нәғим урынынан торҙо. – Хәҙер миңә ҡайтырға мөмкинме?
– Әлбиттә, мөмкин.
Нәғим сыҡҡан ыңғайы, уның ҡулына йылы курткаһын тотторҙолар.
– Эске кеҫәһенә иғтибар итегеҙ, – тип бышылданы Әзмәүер Нәғимде кейендергән ыңғайы.
Нәғим сығып барған ыңғайы, төргәкте алып ҡараны. Конверттың тышына: “80 мең һум”, – тип яҙылғайны.
– 80 мең һум? Нибары 80 мең!
Баш бирмәҫ эшҡыуар ғүмере шул саҡлы ғынамы?
Аҙағы.
Читайте нас: