+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Август 2020, 09:00

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА... Повесть. (Тулыһынса баҫыла)

Беҙҙең алдан ғына йүгерешеп үтеп киттеләр. Үҙҙәре, килеп, матур кейенгән! Йөҙҙәре балҡып тора, кәйефтәре күтәренке! Ҡыҙҙары – алтау, малайҙары – бишәү. Ә ни эшләп ҡыҙҙары күберәк, малайҙары әҙерәк икән? Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа, бер-береһен етәкләп, сумкаларын тотошоп, һаман йүгерәләр... Ә статистика улар хаҡында нимә һөйләй һуң? Тәүге 10–15 йылда 10 ҡыҙға 11 малай тура килә, һәм ошо нисбәт аҙмы-күпме һаҡлана. 20 йәштә улар 1:1 тигеҙләшә, ә артабан инде, көслө зат кәмегәндән-кәмей барып, 80–90 йәштәргә 75 әбейгә 25 кенә бабай тура килә. Ҡыҙҙарҙың да, малайҙарҙың да бында ғәйебе юҡ. Әлегә улар үҫә, көс туплай, йәшәргә өйрәнә, ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа үҙҙәрен алда нимә көтөрөн белмәй. Кем белә, белһәләр, бәлки был донъяға килеп тә тормаҫтар ине. Хәйер, бушты һөйләйем. Ҡайҙа барһындар инде, малайҙар һәм ҡыҙҙар был тормошта йәшәйәсәк. Беҙ күрәсәк, әле генә әйттек бит, 5 малай, 6 ҡыҙ, тип, тағы бер малай сыға алманы, өйҙә ауырыу әсәһен һәм ҡустыһын ҡарай. Малай тигәнбеҙ – Ринат булыр, ҡусты тигәне – Азат. Ринаттың сығырлығы юҡ шул, ҡустыһы атламай. Бына, 3 йәш тулып үтте, үҙе атлай алмай ҙа ҡуя. Әсәһе айныҡ сағында тегендә-бында йөрөткөләне лә ул, аҙаҡ ҡул һелтәне. Тегендә барырға, бында барырға, билет алырға, дарыу табырға, тинеләр. Ундай мөмкинлеге юҡ ғаиләнең. Улар бигерәк фәҡир йәшәй. Ауылса әйтһәк, тәртәлеләр урамындағы хәйерселәр. Исеме ҡайһылай яңғырауыҡлы бит әле: тәртәлеләр урамындағылар! Ринат иғтибарлап тәҙрәнән ҡарап ҡалды. Ана, Гөлнур, ҡыҙыллы-зәңгәрле рюкзагын систе лә, Ринат яғына ҡарап, оҙаҡ итеп ҡулын болғаны. Ринат та ҡул болғағандай итте. “Күрҙе! Күрҙе, тағы болғаны. Ә был “бүкән”е, Маратты әйтә, ҡара, килеп тороп, арты менән туйтаңлап торған була, үҙенсә үсекләй инде. Кәрәгең бар ине, “бүкән”! Ана, мине Гөлнур үҙе сәләмләй”, – тип уйланы Ринат. Шул ваҡыт ап-аҡ, ҙур, автобус ҙурлығы джип килеп туҡтаны. Ринат белә кемдеке икәнлеген – Гөлнурҙың атаһыныҡы. Атаһы төштө, ҡыҙҙар, малайҙар менән нимә хаҡындалыр һөйләште, шунан Гөлнур атаһының ҡолағына үрелеп, нимәлер әйтте. Бына, икәүләп Ринатҡа ҡул болғанылар. Ә ни өсөн ҡул болғағандарын Ринат шулай уҡ белә. Шуның өсөн дә болғап тормаһалар инде...Шунан һуң, Гөлнурҙың атаһы, Әхмәт ағай, нимә тип әйткән? “Киләһе йәй, Алла бойорһа, ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы Яусапҡан яланына сәфәргә саҡырам! Беҙ унда ҡуна ятасаҡбыҙ, мин уларға әкиәттәр һөйләйәсәкмен. Төрлө уйындар ойошторам, математиканан бәйге ҡорам. Ә иң көслө уҡыусыға кеҫә телефоны бүләк итәм”, – тип вәғәҙә биргән. Ринатты кеҫә телефоны ҡыҙыҡһындыра, класта бөтәһенеке лә бар. Кемдеке – яңы, кемдеке – иҫке. Ә Ринаттыҡы – юҡ. Уға, иҫке булһа ла, ярар ине. Юҡ икән, юҡ инде, бөтә ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа телефонлы, уныҡы ғына юҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар йүгерешеп үтеп китте. Ринат үҙенең тормошон күҙ алдынан үткәрә. Кисә генә уның тыуған көнө булды. Ярай, Гөлнур ҡотланы һәм ҡолағына ғына: “Мин һиңә, оҙаҡламай, ҙур бүләк эшләйәсәкмен”, – тип вәғәҙә итте. Белергә ине, ниндәй бүләк икән? Уға ул бүләк тейешме икән? Әгәр ата-әсәһе рөхсәт итмәй ҡуйһа? Ҡара, ҡайһылай күңелле итеп ҡул болғанылар уға? Их, шул малайҙар, ҡыҙҙар һымаҡ, матур итеп кейенеп, уларға эйәреп йөрөһәң ине. Әлегә булмаҫ шул... Ринаттың тиҙерәк үҫкеһе килә. Тиҙ үҫеп, ҡайҙалыр эшләп, аҡсалы булып, үҙенә оҡшаған, үҙе теләгән әйберҙе һатып алыр ине. Юҡ, үҙенә түгел, ҡустыһына бәләкәй машина алып бирер ине. Юғиһә, ул көндәр буйы өйҙә ултыра, йә, ҡулдарына таянып, шыуышып килә лә, болдорҙа ҡояшҡа ҡойона. Юҡ, ҡустыһы ла көтөп торор, әсәһенә дарыу һатып алыр ине. Әсәһе берәмләп-берәмләп дарыуҙы эсер ҙә, ауырымай-һыҙланмай, терелеп, эшкә барыр ине. Ул әйтте: “Улыҡайым! Әгәр терелеп, аяҡҡа баҫһам, тамсы ғына ла эсмәҫ инем”, – тине, шулай тип әйтте. Эсмәҫ ине шул, ул бит элек эсмәй ине...

ҠЫҘҘАР ҘА, МАЛАЙҘАР ҘА...
Повесть.
(Тулыһынса баҫыла)
Беҙҙең алдан ғына йүгерешеп үтеп киттеләр. Үҙҙәре, килеп, матур кейенгән! Йөҙҙәре балҡып тора, кәйефтәре күтәренке! Ҡыҙҙары – алтау, малайҙары – бишәү. Ә ни эшләп ҡыҙҙары күберәк, малайҙары әҙерәк икән? Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа, бер-береһен етәкләп, сумкаларын тотошоп, һаман йүгерәләр...
Ә статистика улар хаҡында нимә һөйләй һуң? Тәүге 10–15 йылда 10 ҡыҙға 11 малай тура килә, һәм ошо нисбәт аҙмы-күпме һаҡлана. 20 йәштә улар 1:1 тигеҙләшә, ә артабан инде, көслө зат кәмегәндән-кәмей барып, 80–90 йәштәргә 75 әбейгә 25 кенә бабай тура килә. Ҡыҙҙарҙың да, малайҙарҙың да бында ғәйебе юҡ. Әлегә улар үҫә, көс туплай, йәшәргә өйрәнә, ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа үҙҙәрен алда нимә көтөрөн белмәй. Кем белә, белһәләр, бәлки был донъяға килеп тә тормаҫтар ине. Хәйер, бушты һөйләйем. Ҡайҙа барһындар инде, малайҙар һәм ҡыҙҙар был тормошта йәшәйәсәк. Беҙ күрәсәк, әле генә әйттек бит, 5 малай, 6 ҡыҙ, тип, тағы бер малай сыға алманы, өйҙә ауырыу әсәһен һәм ҡустыһын ҡарай. Малай тигәнбеҙ – Ринат булыр, ҡусты тигәне – Азат. Ринаттың сығырлығы юҡ шул, ҡустыһы атламай. Бына, 3 йәш тулып үтте, үҙе атлай алмай ҙа ҡуя. Әсәһе айныҡ сағында тегендә-бында йөрөткөләне лә ул, аҙаҡ ҡул һелтәне. Тегендә барырға, бында барырға, билет алырға, дарыу табырға, тинеләр. Ундай мөмкинлеге юҡ ғаиләнең. Улар бигерәк фәҡир йәшәй. Ауылса әйтһәк, тәртәлеләр урамындағы хәйерселәр. Исеме ҡайһылай яңғырауыҡлы бит әле: тәртәлеләр урамындағылар!
Ринат иғтибарлап тәҙрәнән ҡарап ҡалды. Ана, Гөлнур, ҡыҙыллы-зәңгәрле рюкзагын систе лә, Ринат яғына ҡарап, оҙаҡ итеп ҡулын болғаны. Ринат та ҡул болғағандай итте. “Күрҙе! Күрҙе, тағы болғаны. Ә был “бүкән”е, Маратты әйтә, ҡара, килеп тороп, арты менән туйтаңлап торған була, үҙенсә үсекләй инде. Кәрәгең бар ине, “бүкән”! Ана, мине Гөлнур үҙе сәләмләй”, – тип уйланы Ринат.
Шул ваҡыт ап-аҡ, ҙур, автобус ҙурлығы джип килеп туҡтаны. Ринат белә кемдеке икәнлеген – Гөлнурҙың атаһыныҡы. Атаһы төштө, ҡыҙҙар, малайҙар менән нимә хаҡындалыр һөйләште, шунан Гөлнур атаһының ҡолағына үрелеп, нимәлер әйтте. Бына, икәүләп Ринатҡа ҡул болғанылар. Ә ни өсөн ҡул болғағандарын Ринат шулай уҡ белә. Шуның өсөн дә болғап тормаһалар инде...
Шунан һуң, Гөлнурҙың атаһы, Әхмәт ағай, нимә тип әйткән? “Киләһе йәй, Алла бойорһа, ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы Яусапҡан яланына сәфәргә саҡырам! Беҙ унда ҡуна ятасаҡбыҙ, мин уларға әкиәттәр һөйләйәсәкмен. Төрлө уйындар ойошторам, математиканан бәйге ҡорам. Ә иң көслө уҡыусыға кеҫә телефоны бүләк итәм”, – тип вәғәҙә биргән.
Ринатты кеҫә телефоны ҡыҙыҡһындыра, класта бөтәһенеке лә бар. Кемдеке – яңы, кемдеке – иҫке. Ә Ринаттыҡы – юҡ. Уға, иҫке булһа ла, ярар ине. Юҡ икән, юҡ инде, бөтә ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа телефонлы, уныҡы ғына юҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар йүгерешеп үтеп китте. Ринат үҙенең тормошон күҙ алдынан үткәрә.
Кисә генә уның тыуған көнө булды. Ярай, Гөлнур ҡотланы һәм ҡолағына ғына: “Мин һиңә, оҙаҡламай, ҙур бүләк эшләйәсәкмен”, – тип вәғәҙә итте. Белергә ине, ниндәй бүләк икән? Уға ул бүләк тейешме икән? Әгәр ата-әсәһе рөхсәт итмәй ҡуйһа? Ҡара, ҡайһылай күңелле итеп ҡул болғанылар уға? Их, шул малайҙар, ҡыҙҙар һымаҡ, матур итеп кейенеп, уларға эйәреп йөрөһәң ине. Әлегә булмаҫ шул...
Ринаттың тиҙерәк үҫкеһе килә. Тиҙ үҫеп, ҡайҙалыр эшләп, аҡсалы булып, үҙенә оҡшаған, үҙе теләгән әйберҙе һатып алыр ине. Юҡ, үҙенә түгел, ҡустыһына бәләкәй машина алып бирер ине. Юғиһә, ул көндәр буйы өйҙә ултыра, йә, ҡулдарына таянып, шыуышып килә лә, болдорҙа ҡояшҡа ҡойона. Юҡ, ҡустыһы ла көтөп торор, әсәһенә дарыу һатып алыр ине. Әсәһе берәмләп-берәмләп дарыуҙы эсер ҙә, ауырымай-һыҙланмай, терелеп, эшкә барыр ине. Ул әйтте: “Улыҡайым! Әгәр терелеп, аяҡҡа баҫһам, тамсы ғына ла эсмәҫ инем”, – тине, шулай тип әйтте. Эсмәҫ ине шул, ул бит элек эсмәй ине...
Атаһы ҡайтып керҙе. Ҡулына бер шешә тотҡан, уға эйәреп, күрше ағай менән апай килеп инде, улары бер шешә ултыртты. Атаһы, исмаһам, Азат ҡустың ашанымы, үҙең туҡмы, тип тә һораманы, эсергә тотондолар. Бөгөнгә ас ятырға тура килә инде. Ә тегеләр геүләшә. Ана, көс-хәл менән тороп, әсәһе килеп ҡушылды. Һыҙланалыр инде әсәһе, һыҙланмаһа, араҡыға үрелмәҫ ине. Нисек икән, әгәр эсһәң, ауыртыныуы бөтәме икән? Юҡ, файҙаһы барҙыр. Ана бит, бая ғына ыңғырашып ята ине, әле шыпа көлөп, таҡмаҡ әйтеп ебәрҙе. Әсәһе генә иҫән-һау булһын инде! Әсәй булмаһа, беҙ нисек йәшәрбеҙ? Ана, атаһы ҡысҡыра: “Ринат, йүнһеҙ малай, кил әле бында, кил! Ашамағанһыңдыр әле, ҡустыңды ла ашатмағанһыңдыр. Бар, икмәк алып кил, бар!”.
Ринат икмәк алырға, магазинға йүгерҙе. Атаһы ҡайһылай йомарт! Улдарын онотманы бит әле, икмәккә аҡса бирҙе. Бына, бәхет килһә, бер килә бит! Малайҙың кәйефе шыпа күтәрелде. Баяраҡ Гөлнур менән атаһының килеп, уны сәләмләп тороуҙарына ҡыуанғайны, әле, бына, атаһы икмәккә аҡса тоттороп, ҡыуандырҙы. Магазин да ябылмаған икән. Кереп, икмәк алды, саҡ ҡына аҡсаһы артҡайны, ҡустыһына чупа-чупс булды. Ярай, ҡалһа, үҙенә лә ялатыр әле. Малай, хәле бөтөп, йүгереп, өйөнә ҡайтып инеүгә, ишек төбөнә сығып, атаһы көтөп тора.
– Ҡайҙа йөрөйһөң? Ниңә оҙаҡлайһың? Беҙ – ас. Ҡустыңды ниңә ҡарамайһың, вәт, шельма малай!
Еңелсә һелтәп ебәрҙе, ярай, туҡмаманы. Ринат икмәкте телеп һалыуға, тиҙ генә ике киҫәген эләктереп ҡалды, береһен ҡустыһына һондо, кеҫәһенә чупа-чупс тыҡты. Азаттың ҡыуаныуын күрһәгеҙ!
Көнө буйы йөрөп арыған Ринат, баш терәү менән, йоҡлап китте һәм төш күрә: Гөлнурҙың атаһының ап-аҡ машинаһында улар – ҡустыһы Азат, Гөлнур менән – ҡайҙалыр китеп баралар. Артта – Марат, Регина һәм башҡа ҡыҙҙар-малайҙар.
– Йә, ҡыҙҙар, малайҙар, – ти Гөлнурҙың атаһы. – Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа килеп барабыҙ?
– Яусапҡан яланына, – тине ҡыҙҙар-малайҙар бер тауыштан.
– Ә беҙ унда нимә эшләйбеҙ?
– Ә беҙ унда уйнайбыҙ, аш бешерәбеҙ, шишмәнең сылтырап аҡҡанын тыңлайбыҙ, – ти малайҙар менән ҡыҙҙар хор менән. Машина геүләп, әллә алға бара, әллә оса. Күңелле...
***
Ринат ҡалтыранып, өшөп уянды. Өй эсендә шул хәтлем һыуыҡ! Арғы мөйөштә атаһының хырылдағаны ишетелә. Малай өшөй, хатта торғоһо, боҙ иҙәнгә баҫҡыһы ла килмәй. “Әллә мәктәпкә бармаҫҡа инде? Юрған аҫтында йылыраҡ, йылы өйҙә нисек була икән ул”, тип баш вата. Ә ниңә өйҙәре һыуыҡ һуң? Сөнки мейескә яғырға утын кәрәк. Ә утын юҡ. Башҡа кешеләрҙең өйҙәре йылы, улар газ үткәргән. Был урамда бөтәһенең дә газ менән йылытыла өйө, уларҙыҡы ғына торбаһы һалынып тора. Газ үткәрергә аҡса кәрәк, аҡса күп кәрәк. Әсәһе – сирләй, атаһы – эсә, икәүләшеп, аҙналар буйы көнө-төнө айнымайҙар. Атаһы әйтә: “Колхоз барҙа, мин эсеп йөрөмәнем, мин эшләнем”, – ти. “Ә ниңә “пожарка”ға эшкә алынғас, ҡыуылып ҡайттың һуң? – Әсәһе дөрөҫ әйтә, – эш булғас, йәбешеп ятырға кәрәк, ә ул эсеп барған”. Ринат шул хаҡта уйлай: “Эх, атай ниңә эсте икән? Утынлыҡ булһа ла, аҡса алып ҡайтыр ине”.
Ә бит ҡасандыр атаһы ҡыш көнө – шофер, йәй көнө – комбайнер, ә әсәһе егәрле һауынсы инеләр, әсәһе һөт, он алып ҡайта, себештәрҙе ашата. Өләсәһе килгән һайын, ҡыуанып ҡайта торғайны...
Ә, һеҙ белмәйһегеҙҙер әле, ул ваҡытта өләсәй иҫән ине. Шундай тормош булдымы икән? Бәлки төш кенә күргәндер? Ни эшләп төштәр шул хәтле матур була ул, ә тормошта барыһы ла насар? Эх, ғүмер буйы төштә генә йәшәһәң ине!.. Өләсәй ҙә иҫән булһа, көн һайын килеп, күстәнәс ҡалдырһа, әсәй ҙә эсмәҫ, ҡустымды балнисҡа йөрөтөр ине. Бергәләп, беҙ әсәйҙең эштән ҡайтҡанын көтөп торор инек.
Ҡуй инде, ниндәй уңған, егәрле кешеләр ине! Үҙҙәре – ярҙамсылдар, икеһе лә йырлайҙар. Концерт булһа, сәхнәгә сыҡмай ҡалмайҙар. Хәҙер улар яғына ҡарамай кешеләр, төкөрөнөп, үтеп китәләр. Эскеселәр менән кемдең аралашҡыһы килһен инде?..
Ринат үҙенең бәләкәй аҡылы менән иҫенә төшөрөргә тырыша: “Ҡасан башланған был мәхшәр? Әллә өләсәй үлеп киткәндән һуңмы? Ринат өлкәндәрҙең араҡы эскәнен белә, хатта бер тапҡыр, күрһәтмәй генә, үҙе лә тәмләп ҡараны. Әсе, һаҫыҡ бер нәмә икән. Ауыҙын яндыра яҙҙы! Ошо нәмәне лә эсерҙәр икән!”
Ринат, теләр-теләмәҫ кенә, юрған аҫтынан сыҡты һәм, башын ҡалҡытып, донъяны байҡаны. Тар бүлмә иркенәйеп ҡалған һымаҡ. Ни өсөн иркенәйҙе? Сөнки кисә шифоньер менән шкафты һатып ебәрҙеләр. Ни өсөн һатып ебәрҙеләр? Сөнки эсенә ҡуйырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Әсәһе лә шулай тине: “Эсенә һалырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Бында урын алып ултыра”. Ә ни өсөн бер нәмә лә юҡ? Сөнки кейем-һалымды һатып, эсеп бөттөк, тип әйтмәне. Ринат эргәһендә мышнап йоҡлап ятҡан ҡустыһын ҡараны. Ҡайһылай рәхәтләнеп йоҡлай! Малай ҡустыһының өҫтөнә юрғанды рәтләп япты. Өшөп ҡуймаһын, тағы.
Бәй, ни эшләп ята ул? Ринат һикереп торҙо. Уға бит мәктәпкә барырға! Малай тиҙ генә кейенә һалды, кисәгенән ҙур ғына киҫәк икмәк ҡалған икән. Шуны ике өлөшкә бүлде лә, ҙурырағын ҡустыһына тоттороп, өҫтөнә юрғанын япты. Азат икмәкте түшенә терәп, ағаһына ҡарап бер йылмайҙы ла, тағы ла күҙҙәрен йомдо. Йоҡлаһын. Ринат үҙе икмәк ашай, һалҡын һыу менән баҫтырып ҡуя, бер ыңғай кейемдәрен барлай. Мәктәпкә! Мәктәпкә! Унда – ҡыҙҙар, малайҙар! Унда Ринатты Гөлнур көтә!
Ринат иҫке генә пальтоһын кейҙе, бүреген эләктерҙе. Бына һиңә мә, тышта һыуыҡ икән! Һыуыҡ булмай, ҡыш етеп килә бит. Ярай, шуныһы яҡшы, мәктәптәре йыраҡ түгел. Урамда һыуыҡ, өләсәһе, ҡар һыуығы, тип әйтә торғайны. Әле лә шулдыр инде. Атаһы әйтмешләй, нисауа, прорвемся! Уның ҡарауы, мәктәптә – йылы! Мәктәптә уны Гөлнур көтә! Ни өсөн көтә? Хәҙер белерһегеҙ, хәҙер белерһегеҙ!..
Ҡаҡса, елберҙәп торған малай, елгә арҡаһын ҡуйып, атлап аҙаплана, яңылыш баҫып, ҡолап та китә. Ҡоламай, хәле юҡ шул, нисә көн инде, өйҙә иртәле-кисле – икмәк тә һалҡын һыу ғына. Ана, мәктәп тора, ана, хәҙер барып етә. Ҡайһылай уттары балҡып яна, үҙенә саҡырған һымаҡ... Мәктәпкә! Мәктәпкә! Эләгә-тәгәрәй, мәктәпкә барыуының төп сәбәбе шул – мәктәптә көн һайын, ике дәрестән һуң, ашаталар. Ә, беләһегеҙме, мәктәп бутҡаһының нисек тәмле икәнлеген! Ә шәкәрле сәй!? Ә ҡайһы ваҡыт – йогурт!? Ә кисә берәр алма тотторҙолар! Ышанаһығыҙмы, ҡайһы ваҡыт әфлисун, йә мандарин эләгә! Ә һеҙ, Ринат уларҙы шунда уҡ ашап бөтә, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, Ринат үҙен түгел, ҡустыһын уйлай. Ҡустыһы уны тәҙрә төбөндә көтөп тора. Ағаһын күреү менән, һелкенергә, тәҙрәһен төйөргә тотона. Үҙе генә аңлаған ниндәйҙер өн-ауаздар сығара. Ә ҡайһы ваҡыт, өҫтәп, кәнфит, йә прәник тотторалар. Тамаҡ туйғас, дәрестәр ҙә күңелле үтә. Ә шунан һуң Ринат өйгә ҡайта һәм ишек төбөндә ҡаршы алған ҡустыһын ҡосаҡлап ала. Белә, Азаттың нимә көткәнен, белә! “Хәҙер, ҡустым”, – ти ул һәм кеҫәһенән, йә алма, йә прәник, йә әфлисун сығарып тоттора. Күрәһеңме, ҡустым, ағайың һине нисек ярата!
Ә әлегә Ринат мәктәпкә йүгерә. Мәктәптә йылы, мәктәптә күңелле! Ринат бик шәп уҡый. Уҡытыусылар үҙҙәре лә аптырай: ҡауырһын һымаҡ, нескә генә малай мәктәпкә килгәндә үк уҡый, алыуҙы-ҡушыуҙы, ҡабатлау таблицаһын белә ине. Класташтары уны ярата, сөнки ул һәр ваҡыт ярҙам итә, класта унан да шәберәк мәсьәлә сискән кеше юҡ. Ана, математиканан уҡытыусы апай бер: “Ринат – беҙҙең вундеркинд!” – тип әйтте. Ринат вундеркиндтың нимә икәнлеген әле белмәй. Яҡшы уҡыусы икәнлеген генә аңлай.
Атаһы ғына һис дәрес уҡығанын яратмай. “Уҡының ни, суҡының ни, барыбер, ошонда көтөү көтөп, трактор ремонтлап, батҡаҡҡа батып йөрөйәсәкһең. Минең һине уҡытырлыҡ та, ҡалаға барырлыҡ та аҡсам да, теләгем дә юҡ. Бер ҡайҙа ла китмәйһең! Ошонда беҙҙе ҡараясаҡһың!” – тип ныҡ тора. Өләсәһе әйтте лә ул: “Уҡы, Ринат, уҡы, һинең олатайың уҡымышлы ине”, – тине. Их, кешеләрҙең олатаһы ла, өләсәһе лә бар, эсмәйҙәр, балаларын ҡарашалар. Ә беҙҙең – эскесе атай менән ауырыған әсәй генә...
Ринат мәктәпкә керҙе, кейемен гардеробта ҡалдырҙы һәм, йөҙөнә етди ҡиәфәт биреп, партаһы артына барып ултырҙы. Ә эргәһендә кем, тиһегеҙме? Шуны ла белмәйһегеҙме? Шуны ла белмәйһегеҙме? Әлбиттә, Гөлнур! Кластың иң матур, иң көләс ҡыҙыҡайы! Сәстәре – ҡылған һымаҡ, күҙҙәре – зәп-зәңгәр! Ә үҙе шул хәтле матур кейенеп йөрөй, ҡурсаҡ һымаҡ инде, ҡурсаҡ!
***
Ә Гөлнур Ринат менән бер партала ултыра. Ни өсөн ултыра? Сөнки ул математиканан бик алдыра алмай. Әйттек бит уны вундеркинд тип, мәктәптә уға еткән уҡыусы юҡ. Бишенселә Ринат иң көслө уҡыусы иҫәпләнә. Гөлнурҙың дәфтәренә бер генә күҙ ташлау менән, шунда уҡ хатаһын табып та бирә. Ә бығаса Ринат партала бер үҙе ултыра ине. Эй, алама кейенгән малай менән кемдең ултырғыһы килһен инде? Ә Гөлнур улай түгел.
– Мөмкинме, мин һинең эргәңә ултырам? – тип килде лә ултырҙы. Бөтә класс шаҡ ҡатты. – Ә беҙ һинең менән һабаҡташтар булырбыҙ, – тине Гөлнур Ринаттың туҙған сәстәрен тағы ла туҙҙырыбыраҡ.
Гөлнурҙы әйтәм, бер ҙә Марат эргәһенә ултырманы. Марат үҙе көс-хәл менән “өслө“гә уҡып йөрөй. Атаһы ҡасабала ике магазин тота, шуға ғына “икеле” ҡуймайҙар, тиҙәр. Ә уҡытыусы апай Маратты: “Һинең мейеңде май баҫҡан. Һиңә бер аҙ ябығырға кәрәк!” – тип әрләй. Ысынлап та, шулайҙыр, Марат бит оҙонса туп һымаҡ. “Өслө”ләрҙе көн һайын сүпләй генә. Эйе, Гөлнур бер ҙә Марат эргәһенә ултырманы. Шуның өсөн Марат Ринатты яратмай, осраған һайын, көлөргә, төрткөләргә, этеп ебәрергә тора. Ни өсөн яратмай? Сөнки ул Гөлнур менән ултырырға теләй. Гөлнур уны өнәмәй, эй, ошо ҡабартманы, тип кенә ебәрә. Хатта бер тапҡыр ҡараңғы коридорҙа Марат Ринатты эләктереп алды ла:
– Гөлнур эргәһенән тай! – тип ыҫылданы.
– Тәүҙә “икеле”ләреңде төҙәт, шунан һуң минең менән һөйләшерһең, – тине Ринат, бирешеп торманы.
Ә бер тапҡыр Марат ике дуҫы менән Ринатты урамда һағалап торҙо. Ринат уларға иғтибар итмәне. Уларға үс итеп, Гөлнурҙы көтөп торҙо ла:
– Гөлнур, һине оҙатып ҡуйһам буламы? – тип һораны.
Тегеһе лә яуабын әҙерләп ҡуйған:
– Мин был хаҡта күптән хыялланам, ә һин килмәйһең дә, килмәйһең, – тип әйтмәһенме!
Билләһи, Ринатҡа оҡшаны яуап. Ул Мараттың эргәһенә килеп:
– Марат, дуҫ, ишеттеңме? – тип әйтергә мәжбүр булды.
Шунан бирле, Марат Ринатҡа бәйләнмәй башланы.
Ә Ринаттың Гөлнурҙы оҙатҡыһы килеп кенә тора. Гөлнур тупһаға сығып баҫа ла:
– Ҡайҙа минең дуҫым? – тип өндәшһә, ҡыҙҙарҙың күҙе шарҙай булып асыла, ә малайҙарҙың ҡулдарынан портфелдәре төшөп китә.
Тәүге дәрес – башҡорт теле. Уҡытыусы апай диктант яҙҙырҙы. Ринат хәйләләргә белә инде. Диктантын Гөлнур яғынараҡ күсереп һалып, терәлеп ултырып яҙа. Яҙып бөткәс, хаталарҙы тикшергәндә, малай, ҡарап та торманы, ҡыҙ яғына этте лә ҡуйҙы. Ҡараһын, тикшерһен, сағыштырһын. Йә, инде, бынау Мараттан һис ҡотолор әмәл юҡ. Күреп ҡалыу менән:
– Апай, апай, Ринат күршеһенә күсертә, – тип ошаҡлап та өлгөрҙө.
– Күсерергә лә, һөйләшергә лә, ошаҡлашырға ла ярамай! – тип уҡытыусы апай тиҙ генә диктанттарҙы йыйып алды һәм яңы дәрес аңлата башланы. Малай менән ҡыҙ бер-береһенә терәлеп ултырғандар ҙа, шым ғына һөйләшәләр.
– Бөгөн клубта цирк була, киләһеңме? – тип һорай ҡыҙ. – Маймылдары бар, имеш, тиҙәр.
Малай, аптыранып, яурындарын һикертте. Нисек барһын? Кейенергә – кәрәк, аҡса – кәрәк...
– Белмәйем, – тине малай.
– Ҡустыңды ла алып кил, – тип һаман ныҡыша ҡыҙыҡай.
– Азатты ла, тиһеңме? Ул бит йөрөмәй, уны нисек алып килмәк кәрәк?
– Киләһеңме? – тип ирендәре менән генә өндәшә ҡыҙыҡай малайҙаң һоро күҙҙәренә ҡарап.
Эх, бик барыр ине... Азатты ла ҡалдырғыһы килмәй. Уның бит өйҙән башҡа бер нимә лә күргәне юҡ.
– Киләһеңме? – тип ныҡыша һаман да ҡыҙыҡай.
– Юҡ, бармайым, – тип яуаплай малай шым ғына. – Ҡустымды ҡарарға кәрәк.
– Ҡустыңды ла алып кил, кескәйҙәр өсөн бит ул.
Эх, ҡустыһының аяғына берәй нәмә булһа, бәлки, анау иҫке арбаһына ултыртып, һөйрәр ине, барып та килер ине, аяҡ кейеме юҡ шул, булмаҫ.
– Теләйһеңме, беҙ һине килеп алабыҙ? Атайыма әйтәм дә.
Малай һелкенеп ҡуйҙы.
– Анау аҡ, ҙур машина менәнме?
Арттан Мараттың һөрәнләгәне ишетелде:
– Апай, Ринат һөйләшеп ултыра, мин бер нимә лә ишетмәйем.
– Ринат, таҡтаға сыҡ әле, бынау ҡағиҙәне яҙып күрһәт, – тип уҡытыусы малайҙы таҡтаға саҡырҙы.
Уның нимәһе бар, Ринат һөйләмде яҙҙы ла, төшөндөрҙө лә бирҙе.
– Маладис, Ринат, үҙләштергәнһең. Тик һөйләшеп ултырма, иптәштәреңә ҡамасаулайһың.
Ул арала ҡыңғырау шылтыраны.
***
Ә Ринат ҡыҙыҡайҙың ҡайҙа йәшәгәнен белә. Уларҙың ике ҡатлы кирбес йорто – арғы оста. Былтыр шул яҡҡа барып сыҡҡайны, Гөлнурҙың әхирәттәре менән уйнап йөрөгәнен күрҙе.
– Ә, Ринат килгән, минең дуҫым! – тип ҡыҙыҡай малайҙы ҡосаҡлап уҡ алды.
Гөлнур уны бер нисә тапҡыр өйөнә саҡырғайны, мәсьәлә сисергә ярҙам ит, тип. Ринат барманы, баш тартты. Иҫке кейемдәре, тишек ойоғо өсөн уңайһыҙланды. Әллә шаяртты инде, бөгөн циркка саҡыра бит әле. Малай тиҙ генә дәрестәрен ҡарап, иртәгәһе эштәрен эшләп ҡуйҙы. Ҡустыһы менән дә уйнап алырға өлгөрҙө. Ана, сәғәт биш тулып килә, әле халыҡ циркка йыйылалыр инде.
Бер заман тышта автомобиль пипелдәткәне ишетелде. Тәҙрәгә ҡараһа, ишек алдында ап-аҡ ҙур машина тора! Унан теге ваҡыт ҡул болғаған ағай килеп төштө һәм: “Әйҙә!” – тип саҡырҙы. Тәҙрә тупһаһына тотоноп, Азат килеп менде. Ул арала булмай, атаһы менән ҡыҙы ишек яғына үттеләр һәм, килеп, ишек шаҡығандары ишетелде.
– Кем бар? Кем килде? – тине әсәһе әүеш-тәүеш итеп.
– Әсәй, миңә килгәндәр, мин циркка барам!
– Ниндәй цирк? Минең аҡсам юҡ, аҡса һорап йөрөмә! – тине әсәһе шунда уҡ. – Һуңғы йөҙ һумды атайың тартып алды.
Ул арала булмай, ҡыҙы менән атаһы ла килеп инде.
– Әйҙә, Ринат, бараһығыҙмы? – тине олпат ир, Әхмәт ағай, өй эсен күҙҙәре менән бер ҡарауҙа баһалап.
– Мин – барам! – тине Ринат.
– Ә ҡустың ҡайҙа? Ул бармаймы ни? – тине Гөлнур төп яҡҡа ҡарап.
– Ул бара алмай шул, атламай, – тине уңайһыҙланған малай.
– Ҡалмаһын, беҙ уны күтәреп алабыҙ, – тине Әхмәт ағай, – ҡайҙа ул батыр егет?
Азат – бына ғына, ана, дүрт аяҡлап, килеп тә сыҡты.
– Әйҙә, уны ҡалдырмайбыҙ, – тип ир малайҙы күтәреп үк алды. – Нисә йәштә?
– Дүрт йәш була, – тине Ринат.
– Әйҙә, беҙҙең машинала арба бар, арбаға ултыртабыҙ ҙа беҙ уны, донъя күрһәтеп, алып ҡайтабыҙ, – тине Әхмәт ағай Азаттың арҡаһынан тупылдатып һөйөп.
Клуб эсе тулы халыҡты күргәс, Азат тәүҙә ҡурҡып ҡалғайны, аҙаҡ өйрәнде лә китте, бөтәһенең ыңғайына сәпәкәй итеп, хатта күңелле ултырҙы. Аҙаҡтан концертты алып барыусы апай, иң шәп тамашасы, тип уйынсыҡ бүләк итте. Аҙаҡ, клубтың бер мөйөшөндә сәй эсерәләр икән, Әхмәт ағай өсөһөн дә шунда саҡырҙы. Шунда кәтлит менән картуф бирҙеләр, тәмлекәстәр менән сәй эсерҙеләр.
Ҡайтырға сыҡтылар. Ағай йомарт икән, арбаны Азатҡа ҡалдырҙы. Шунан һуң, бер ҙур пакет эсендә байтаҡ ҡына кейем-һалым икән, өйгә алып кереп, ике малайға ла берәм-берәм кроссовки, спорт кейеме, футболка, йылы куртка тотторҙо.
– Туҡта, туҡта, һин ни эшләйһең бында? – тип иҫерек атаһы килеп сыҡты.
– Ә, хужа өйҙә икән, күрмәй ҙә торабыҙ, – тип ғәфү үтенде Гөлнурҙың атаһы. Бына, малайҙар менән циркка барып килдек.
– Ниндәй цирк? Кем аҡса бирҙе? Циркты мин көн һайын үҙем күрһәтәм, – тип аталары кейемдәрҙе барлай башланы. – Ә быларҙы кем килтерҙе? Былар ни хаҡ?
– Юҡ, юҡ, былар – бүләк, – тип аҡлана башланы Әхмәт ағай, – һеҙҙең малайҙарға – беҙҙән бүләк.
– Нисә һум тора инде улар?
– Һуң, әйттем бит, буш.
– Нисек буш? Буштың атаһы күптән үлгән. Һуңынан, аҡса нитеп йөрөһәләр... Минән һорап йөрөмәйһең, брат. Минең күргән-белгән кешем түгелһең. Ҡасаба ҙур, бында әллә кемдәр йәшәй.
– Берәү ҙә отчет талап итмәйәсәк, – тип ышандырҙы Гөлнурҙың атаһы.
– Мынау машина һинекеме? Нимәгә ул хәтле ҙур? Автобус хәтле, бензинды күп ашай. Хәҙер солярка ҡиммәт.
Гөлнур менән атаһы хушлашып, сығып киттеләр.
Ринат менән Азат шунда уҡ сағыу-сағыу кейемдәрен кейеп алдылар. Аталары һаман тынманы.
– Юҡ, был хәтле һеҙгә күп була. Туҙҙырып бөтөрһөгөҙ. Бысратһағыҙ, кем йыуа уны, әсәйең, ана, саҡ ята.
– Мин үҙем йыуам, – тине Ринат кейемдәрҙе үҙенең яғына тартып.
– Йыуырһың һин! Һыйырға ашарға һалдыңмы әле?
Ринат бер күнәк һыу тотоп, һарай яғына сыҡты. Әлдә, ошо һәүкәшкәй бар. Бына, яҙға быҙаулап ебәрһә, һөтө лә булыр әле. Малай бесәнгә һалам бутап, һәүкәштең алдына һалды. Һыйыр, “ошо ғынамы”, тип малай яғына боролоуға, Ринат ауыҙына бер һыныҡ икмәк ҡаптырҙы. Ҡытыршы теле менән бер генә ялап алды һыйырҡай.
Өйгә ингәс, Азат менән үҙенең яңы кейемдәрен барланы. Әхмәт ағай ҙур ғына ҡышҡы куртка алып килгәйне, уныһы ҡайҙа? Бәй, күренмәй ҙә инде?
– Атайым ҡайҙа?
– Мин бында, тағы нимә кәрәк?
– Атай, куртканы бир.
– Ниндәй куртканы һөйләйһең? Ана, өйөлөп ята, теләгәнеңде ал. Бына ята, бына ята, вис ҡарап ал. Һинекенә тейергә яҙмаһын инде.
– Атай, курткамды бир.
– Һаман куртка һөйләйһең! Юҡ ул куртка.
Иҫерек ир малайға, киҙәнеп, һуғып ебәрҙе. Малай, ҡауырһын һымаҡ ҡына, осоп барып ятты.
– Атай, курткамды бир! Миңә ул куртканы бүләк иттеләр!
– Бына ята бөтә әйберең. Аба! Игелекһеҙ малай, кемгә оҡшаған?! Бер курткаға йәнең ингән икән. Мин һинең атайың бит!
– Курткамды бир, атай! Мин куртканы кейәм!
Ир киҙәнеп, малайға тағы бер һуҡты. Ринат күҙ йәштәре аша илай-илай:
– Атай, курткамды бир! – тип атаһына йәбеште.
– Ана ята, тышта, мөйөштәге тоҡ аҫтында!
Малай йүгереп сыҡты ла, пакетҡа төрөп һалынған куртканы тотоп, өйгә инде.
– Атай, минең курткаға теймә, Азаттыҡы ла ятһын!
– Өйрәтмә, өйрәтмә, атайыңды өйрәтергә, йәшһең әле.
Йорт хужаһы малайҙары тураһында түгел, иртәгә нимә һатып, нимә табып эсергә икәнлеге хаҡында баш вата ине.
Кисен Гөлнурҙың атаһы менән әсәһе араһында һөйләшеү булды.
– Йә, бик кәйефле ҡайттығыҙ, юлдарығыҙ уңған, ахыры, – тине әсәһе ҡыҙы менән ирен ҡаршылап.
– Әсәй, юҡҡа барманың. Һиңә лә оҡшар ине, – тип ҡыуанып яуап бирҙе Гөлнур.
– Ә мин бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булдым, – тине атаһы. – Бик һәйбәт, ҡыҙыҡлы осрашыу булды.
– Ринатҡа ла, Азатҡа ла бик оҡшаны, – тине Гөлнур тәьҫораттарынан арынып бөтә алмай.
– Йә, нисек? – тине ҡатын иренең күҙҙәрендә күңелһеҙләнеү һәм аптырау тойғоһо төҫмөрләп.
– Эх, әсәһе, беҙ тормоштоң ҡәҙерен белмәйбеҙ икән. Шул хәтле фәҡир йәшәйҙәр, һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, күрергә кәрәк.
– Шулай уҡмы?
– Төрлө донъя күргәнем бар, кешеләр менән осраштым, ләкин бындай фәҡирлекте беренсе тапҡыр күрәм. Ә малайҙары, Ринатты әйтәм, бик аҡыллы. Тик унда тейешле тәрбиә алырмы икән? Сүп-сар һәм көл араһынан шытып сыҡҡан ике сәскә һымаҡ, береһе зәғиф кенә.
***
Ринат ҡустыһы менән йылы юрған аҫтында. Малай баш вата: нисек, ҡайҙа йәшерергә икән? Атаһы барыбер һатып эсәсәк, шуға нимә эшләргә лә белмәй. Ярай, бөгөн куртканы кире бирҙе. Ниңә кире бирҙе? Быныһы ла – сер. Ҡулына эләгеү менән, йүгереп сығырға һәм юғалырға тейеш ине. Өйҙә ултырған телевизорға тиклем һатҡан кешенән нимә көтәһең? Яйы сығыу менән кейемдәрҙе аласаҡ һәм һатып эсәсәк. Һатып алыусыһы ла табыласаҡ.
Малай ишек эргәһенә килеп, атаһы ятҡан карауатҡа күҙ һалды. Уныһы туҡтауһыҙ хырылдай, ауыҙын сәпелдәтеп ҡуя. Баҙға төшөрөргә мөмкин, ләкин унда, ҡышҡылыҡҡа, тип һалынған дүрт тоҡ картуф ултыра. Картуфты ла һатыуы бик ихтимал. Хәйер, әлегә уныһының хаҡы бик юҡ. Баҙ менән иҙән араһында бер урын бар, унда көҙөн сысҡан ҡыштырҙағаны ишетелә. Улары тишеп ҡуйыуы ла ихтимал. Һарайҙа йәшерергә була, төпкө бүлмәлә, иген һала торған йәшник бар, бәлки, шунда йәшергәндә? Юҡ, унда ла сысҡан күренә. Ярай, үҙенекен йәшерҙе, ти, ә Азаттыҡын ҡайҙа ҡуйырға? Ҡустыһы кейемдәргә бигерәк ҡыуанғайны бит әле. Ринат ҡустыһын иҫкә төшөрөп, өҫтөндәге юрғанын ҡымтып ҡуйҙы. Дүрт йыл күрмәгәндәрен, бер кистә күреп ҡайтты инде ҡустыһы. Юҡ, бында, өйҙә, йәшерерлек урын юҡ. Хәҙер, ҙур пакетҡа һалып, барыһын да мәктәпкә тотоп барһынмы инде? Вәт, аптыраған баш. Ринат төрлөсә уйлай, ләкин кейемдәрҙе ҡайҙа ҡалдырып китергә икәнлеген хәл итә алмай. Нимә эшләргә? Нимә эшләргә? Ул куртканы матур ғына итеп төрөп, баш осона һалды, үҙенән тәмле генә еҫ килә икән. Әхмәт ағай ҡайһы магазиндан һатып алды икән? Ринат йоҡлап китте. Таң алдынан, бышлығып, һаташып, уянып китте. Төнө буйы әллә ниндәй төштәр күрҙе: бер заман өйҙәренә әлеге Марат килеп инде.
– Ә һиңә минең курткамды бүләк иткәндәр, – тине ул оятһыҙ рәүештә. – Белеп тор: бындай куртка һиңә тейеш түгел. Һиңә бынау аламаң да бик таман. Ә, ғөмүмән алғанда, һин мәктәпкә йөрөргә тейеш түгелһең! Һинең яҡшы уҡыуыңдан ни файҙа? Йәнәһе, берәү математиканан мәсьәлә сисә икән! Ана, мин, ҡабатлау таблицаһын белмәһәм дә, атайымдың ике магазины бар, шуларҙың береһе минеке буласаҡ. Ә һин минең магазиныма әйбер һатып алырға киләсәкһең. Ә мин һиңә бер ни ҙә һатмаясаҡмын. Сөнки һин Гөлнур менән бергә ултыраһың. Ә Гөлнур менән ултырған кеше – минең дошманым! Ә хәҙер былай һөйләшәбеҙ: һин Гөлнур эргәһенән китәһең, ә курткаңды мин һинән ҡиммәт хаҡҡа һатып алам. Килештекме?
– Юҡ, килешмәнек! – тине Ринат ҡыйыу ғына. – Мин мәктәпте уҡып бөткәнсе, Гөлнур менән бергә ултырасаҡмын!
Шул ваҡыт Мараттың атаһы килеп сыҡты.
– Атай, ул Гөлнурҙың эргәһенән китергә теләмәй, – тип ямаҡ итеп илап ебәрҙе Марат.
– Йәгеҙ әле, кем минең улымды рәнйетә? – тине тегенең атаһы ҡаты тауыш сығарып. – Күрмәйем, ниндәй малай? – тип тирә-яҡҡа ҡаранған булды.
– Атай, бына тора ул...
– Ошо йолҡошмо? Теге алкаш Хәмиттең малайымы? Атайыңдың миңә бирәсәге бар. Тәүҙә килтерһен, ике йөҙ алып торҙо ла, ҡасып йөрөй. Килтер бында куртканы!
– Бирмәйем, алырға хаҡығыҙ юҡ, – тине Ринат һәм уянып китте...
Урамдың яҡтырғаны тойола, өйҙә – тып-тын. Хатта атаһының хырылдағаны ла ишетелмәй. Шомло тынлыҡ малайҙы һиҫкәндерҙе. Ул һикереп торҙо ла, атаһы менән әсәһе ятҡан бүлмәгә үтте. Әсәһе тыныс ҡына йоҡлай, ә атаһы – юҡ. Ни эшләп юҡ ул? Ҡайҙа булған? Малай, йүгереп, бүлмәһенә үтте, юрғанын ҡутарып ҡараны, матрацты һелкетте, ләкин уның курткаһы, яңы ғына алынған, тәмле еҫле курткаһы, Гөлнурҙың атаһы Әхмәт ағай бүләк иткән куртка – урынында юҡ ине.
Малай көсһөҙлөктән өр-яңы кейемдән мәхрүм ҡалыуҙан рәнйеп, илап ебәрҙе.
– Атай, атай, ни эшләп курткамды тартып алдың? Мин бит уны бер тапҡыр ҙа кейеп ҡараманым. – Малай иланы ла иланы. Хатта әсәһе уянды.
– Ринат, нимә булды? – тине ул көс-хәл менән.
– Атайым курткамды алып киткән.
– Куртка? Ниндәй куртка? Һинең курткаң бар ҙа инде.
– Кисә Әхмәт ағай өр-яңы куртка бүләк иткәйне, шуны атайым урлаған.
– Кит, бушты һөйләмә, һиңә кем куртка бүләк итһен? Анау, арғы остағы бизнесмен Әхмәтте әйтәһеңме? Булмаҫ, осраған бер кешегә нишләп куртка бүләк итеп йөрөһөн! Минең менән бер осор уҡыны ул, һиңә ни эшләп бүләк итәлер ул? – тип аптыранды әсәһе.
Малай һикереп торҙо, иҫке курткаһын кейҙе лә, урамға сыҡты. Урамдан һирәк-мирәк машиналар үтеп китә. Атаһы бер ҡайҙа ла күренмәй. Мәктәпкә барыр ваҡыт та етеп килә. Малай битен йыуҙы, яңы кейемдәрен барланы, иҫке курткаһын кейҙе, ҡустыһына икмәк тотторҙо ла мәктәпкә ыңғайланы. Мәктәпкә килеп инеү менән, күҙенә маһайып, һауалы ҡарап торған Марат салынды. Уның өҫтөндә өр-яңы куртка ине. Күренеп тора, Маратҡа бәләкәйерәк, шуға ла ул йоп-йоморо һымаҡ. Малай класҡа инде, Гөлнур – урынында ултыра. Ул Ринатҡа күҙ ташлап ҡуйҙы.
– Ә ниңә яңы курткаңды кеймәнең? – тине ул шым ғына.
Нимә тип әйтһен, ниндәй яуап бирһен? “Атайым курткамды урланы, һатып киткән, ана, хәҙер уны Марат кейеп кинәнә”, – тип әйтһенме? Шулай тип әйтһә, нимә булыр? Әллә “Куртка бәләкәй булды, миңә ҙурҙы аласаҡтар”, – тиһенме?
– Әхмәт ағайға әйт, – тине малай ҡырыҫ ҡына итеп. – Миңә башҡа куртка килтермәһен. Атайым асыулана: “Беҙ, кешенән әйбер йыйырға хәйерсе түгел”, – ти.
– Ҡайҙа, бир әле сумкаңды? – тине Гөлнур. – Ярай, өҫтөңдә курткаң бар, ҡышҡа тағы берәй нәмә булыр әле. Ә бына минән һиңә сюрприз!
– Ниндәй сюрприз? – малай уйлап өлгөргәнсе, ҡыҙыҡай уның сумкаһына төргәк һалып ҡуйҙы.
– Ә был нимә?
– Нимә булһын? Кеҫә телефоны!
– Оһо! Кеҫә телефоны! Ҡараһам, яраймы?
– Әлбиттә, ярай, тик әле түгел, өйөңә ҡайтҡас. Мәктәптә уҡырға кәрәк, – тине ҡыҙыҡай.
– Ярай, мин уны ҡарап ҡына йөрөтөрмөн! Рәхмәт һиңә, Гөлнур!
Гөлнур, ярамай, ти, ә ҡулдары һаман телефонға үрелә. Ниндәй икән? Күргеһе, уйнатҡыһы, кемгәлер шылтыратҡыһы килә. Туҡта, туҡта, ә телефон нимә өсөн миңә?
– Ә һин, Гөлнур, телефонды миңә нимә өсөн бүләк итәһең? Әсәйең менән атайың асыуланмаҫмы?
– Әсәйем – белә, атайым – һатып алды. Бына – ҡағыҙҙары. Минеке бар бит, һинеке лә булырға тейеш.
– Ә миңә ни өсөн бүләк итәләр?
– Миңә дәрестә ярҙам иткәнең өсөн.
– Ә мин һиңә ярҙам иттемме?
– Әлбиттә. Әгәр һин ярҙам итмәһәң, мәсьәләләр сисергә өйрәтмәһәң... Ал, ал, ул – һинеке.
– Рәхмәт! Рәхмәт, Гөлнур! Мин уны алам. Мин телефон тураһында күптән хыяллана инем.
– Номеры нисек?
– Унда бөтәһе лә яҙылған.
– Ә һинең номерың бармы?
– Әлбиттә! Иң тәүҙә яҙылып ҡуйылған.
– Һиңә шылтыратһам яраймы?
– Һорайһың тағы. Мин һинең шылтыратҡаныңды көтәсәкмен. Көн һайын. Әгәр һин шылтыратмаһаң, мин һиңә шылтыратһам, яраймы? – тине ҡыҙыҡай.
– Мин һинең шылтыратҡаныңды көтәсәкмен.
– Ысынлапмы?
– Ысынлап.
***
Дәрестәр тамамланғандан һуң Ринатты, мәктәптән сығып барышлай, иҙән йыуыусы апай туҡтатты:
– Һин бит минең улым Рәйес менән бергә уҡыйһың, Ринатмы исемең? – тип һораны, – Ни эшләп яңы курткаңды кеймәйһең? Әхмәт ағайың, Гөлнурҙың атаһы, “һеҙҙең улығыҙ Ринат менән бергә уҡый, буйҙары ла бер сама, куртка алырға ине шул малайға”, тип минең улыма кейҙереп, ҡарап алғайны. Ниңә шул курткаңды кеймәйһең?
– Юҡ ул, – тине Ринат күңелһеҙ генә. – Кеймәйем.
– Кеймәйем? – тип аптыраны йыйыштырыусы апай. – Ана, Марат кейеп йөрөй хәҙер курткаңды. Атайың араҡыға алыштырып алған инде. Оялмай ҙа, балаһының берҙән-бер кейемен араҡыға алыштырған. Ә икенсеһе шуны улына кейҙереп тә ебәргән.
Ринат Мараттың гардеробта эленеп торған курткаһын ҡараны.
– Әлләсе, минеке лә һымаҡ...
– Ана, мәктәп директоры Әнүр ағайҙың үҙенә кер ҙә әйт, “курткаһыҙ ҡалдым, атайым курткамды һатып эскән”, тиген.
Ринат уйға ҡалды. Үҙ атаһын ошаҡлап йөрөһә, килешерме икән? Юҡ, атаһы, өйгә ҡайтһа, көн күрһәтмәҫ. Былай ҙа, һуҡҡыламаған көнө бик һирәк.
– Әтеү, үҙем әйтәм, – тине апай, – хәҙер керәм дә, әйтәм.
– Юҡ, юҡ, апай, әйтә күрмәгеҙ, ярамай, әсәйем ауырып ята, Азат ҡустым да атламай.
– Эй, бала, хәҙер атайыңды туҡтатмаһаң, арыу әйберегеҙҙе вис һатып, эсеп бөтәсәк инде. Ҡустың да атламай икән... Ни эшләп больницаға йөрөтмәйһегеҙ?
Ринат, ҡустыһы иҫенә төшөү менән, өйгә ыңғайланы. Асыҡҡандыр, ағаһын көтәлер. Көтмәйме һуң инде, ана, тәҙрәнән сығырҙай булып, ҡулдарын болғап, нимәлер ҡысҡырып, көтөп тора. Ринат керҙе. Ана, атаһы, хырылдап, йоҡлап та ята. Эргәһендә араҡыһы ултыра, төбөндә генә ҡалған. Ринат сәй ҡайнатты, икмәк һалды, бөгөн банан биргәйнеләр, уны Азатҡа тотторҙо. Ҡустыһының тамағы туйғандай булды. Атаһының һөрәнләгәне ишетелде.
– Кем минең бындағы араҡыны эсеп бөттө? Ҡайһығыҙҙың эше, сабака малай!? Һин әллә минең өлөшкә керәһеңме?
– Мин күрмәнем, атай.
– Нисек күрмәнем, нисек күрмәнем? Һин генә өйҙә, башҡа кеше юҡ.
– Белмәйем...
– Әсәһе, был малай минең араҡыны эсә башлаған!
– Юҡты һөйләмә, ни эшләп эсһен? – тине әсәһе башын ҡалҡытып. – Үҙең эсеп бөткәнһеңдер, шул, тамағың туя белмәне бит...
– Махмурлап ятам бит мин, – тип илауланы атаһы. Бына, үлеп ятһам, белерһегеҙ әле. Уф, хәҙер нимә эшләйем инде, араҡымды эскәндәр! Ә-ә-ә-ә-ә...
Ринат атаһына ерәнеп ҡарап торҙо ла:
– Атай, мин һине директорға әйтәм! – тине тауышын ҡаты итеп сығарырға тырышып.
– Маңҡа, ҡара әле, директорға әйтәм, тине! Мине ни эшләтә ул? Мин уның работнигы түгел, мин унда уҡытмайым да, уҡымайым да.
– Сөнки һин минең куртканы һатып, араҡы алғанһың.
– Ҡара, ҡара, ниндәй куртка һөйләйһең?
– Һин мине көн һайын туҡмайһың, уныһын да әйтәм...
– Мин һине туҡмайыммы? Һиңә туҡмау эләккәне юҡ әле! Мин, туҡмаһам, ҡанға бутап һалам!
– Мин беләм, атай, әгәр мин барып әйтһәм, беҙҙе детдомға алып китәләр. Унда беҙҙе ашаталар, кейендерәләр. Ә һеҙгә – аҡса булмаясаҡ. Булды, етәр! Курткамды алып ҡайтаһың, йә мин участковыйға барам!
Ринат тороп, кейенә башланы.
– Уй, ҡурҡытты, ҡурҡып ятам инде бына. Һин мине төрмәгә ултырт, лутсы. Мине лә шунда ашатһындар, кейендерһендәр. Телевизорҙа күргәнем бар. Ә әсәйеңде кем ҡарай? Детдомдан ҡайтып, һин ҡарайһыңмы? Ҡустыңды кем ҡарай? Бында бит һеҙ мин булғанға ғына йәшәйһегеҙ! Мин ҡарайым һеҙҙе! Ниндәй игелекһеҙ малай! Атайыңды төрмәгә ултыртырға, ошаҡларға итәһеңме? Ай, үләм, үләм бит...
Атаһы ҡолап китте, тартышты, иҙән буйлап тәгәрләп йөрөнө.
– Атай, атаҡайым, берәүгә лә әйтмәйем! Юҡ! Китегеҙ, мин атайымды яратам!
Ринат, үҙе лә һиҙмәҫтән, атаһын ҡосаҡлап алды, ул арала шыуышып, Азаты килеп сыҡты. Уныһы ла:
– Атай, атай, – тип атаһын ҡосаҡлап алды.
Шулай итеп, бер-береһен ҡосаҡлап, байтаҡ йылынып ултырҙылар.
– Эш юҡ бит, мин эшләгәндә ас ултырҙығыҙмы ни? – тине атаһы. Ҡасан ас ултырҙығыҙ? Йомортҡаһын булһа ла, ташыным, өҫтәлдән колбаса өҙөлмәне. Әйҙә, улым, картуф булһа ла, бешерәйек. Ашарға, барыбер, кәрәк бит.
– Атай, һин һүҙ бир! – тине Ринат ныҡ итеп. – Һин беҙҙең кейемдәрҙе һатма! Ана, минең курткамды Марат кейеп йөрөй, ә мин алама менән йөрөйөм. Минән кешеләр көлә.
–Кеше көлә? – тигән булды атаһы. – Һин уларҙы миңә әйт. Ярай, бына бер эш сығырға тора, курткаңды алып бирәм, икенсе куртка...
Алып биреп өлгөрмәне, икенсе көнөнә, кискә ҡарай, өйҙәренә мәктәп директоры – Әнүр ағай килеп керҙе.
– Ниңә ошаҡланың?! – тип атаһы шунда уҡ Ринатҡа яҫҡына башланы. – Кисә һөйләштек бит, куртканы үҙем алып бирәм!
– Ағай, асыуланма, улығыҙҙың ғәйебе юҡ, – тип тынысландырҙы уны Әнүр ағай. – Ишбаевтың магазинына 100 һумға һатып киткәнһегеҙ. Бына ул куртка. Аҡсаһын үҙем түләнем. Миңә аҡса биреүегеҙ кәрәкмәй.
– Башым ауырта ине... – тип аҡланды атаһы.
– Баш ауыртҡан һайын улдарығыҙҙың әйберҙәрен һата башлаһағыҙ, уларҙың ҡыш урамға сығырлыҡ та кейеме булмаясаҡ. Һеҙгә нисек оят түгел?
– Оят, шул тиклем оят, билләһи, үҙем өсөн ғәрләнәм, – тип иламһыраны атаһы.
– Шулай булғас, ниңә балаларығыҙҙың кейемдәрен һатаһығыҙ? – тип ныҡышты мәктәп директоры.
– Һуң, директор ҡустым, күреп тораһың бит, донъямдың рәте юҡ: эшһеҙ ҡалдым, ҡатыным – ята, улым – атламай. Был тормоштоң бер мәғәнәһен дә күрмәйем. Исмаһам, бер эш бирегеҙ.
– Мин белештем, һеҙгә эш биргәндәр, һеҙ – эскәнһегеҙ.
– Һуң, бер мин генә эсәмме? Кем эсмәй? Ана, Хәйри ҙә – эсә, Фәнәүи ҙә – эсә. Уларҙы күрмәйҙәр, мине – күрәләр.
– Һеҙгә бит, ағай, улдарығыҙҙы үҫтерергә кәрәк. Хәҙер яҙып ҡына бирәйек, уларҙың икеһен дә алып китәләр. Һеҙ бит әле уларға биргән пособие иҫәбенә йәшәйһегеҙ.
– Эй, уларҙың ғына аҡсаһы инде, – тип ҡул һелтәне атаһы. – Хөкүмәткә балалар кәрәкме ни? Ана, мин бер баҡса картуф ҡаҙһам, күберәк алам.
– Юҡ, ағай, былай булмай. Беҙ уртаҡ тел таба алманыҡ. Шулай булғас, мәғариф идаралығына әйтмәй булмаҫ.
– Ҡустым... Директор ағай... Көтөп тор әле, һин бит минән йәшерәк. Мин ошо балалар булғанға ғына йәшәйем. Шуларҙы кеше итергә тырышам. Ана, әсәләре ята, уны кем ҡарай? Мин ҡарайым бит, эргәһенән китмәйем.
– Айныҡ ҡына йәшәп булмаймы ни? – тип ныҡышты директор.
– Йәшәп була, ҡустым, йәшәп була. Үҙеңә гонаһ алма. Балаларҙы тартып алһаң, Аллаһ ҡәһәрләр. Һин уларҙы тере етем итәһең. Атыу, минең бисәне, килеп, һин ҡарайһыңмы? Уны бит мин ҡарайым, һин түгел. Шулай булғас, ауыҙыңды үлсәп кенә ас. Үҙең минең көнгә ҡалып ҡуйма, Хоҙайҙан көн дә һора – балаларың йүгереп йөрөһөн, ҡатының иҫән-һау булһын...
Ошондайыраҡ һөйләшеү барҙы ике ир араһында. Береһе – мәктәп директоры, икенсеһе – балалар атаһы исемен йөрөтә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, эскән кешегә, араҡынан башҡа, бер нимә лә кәрәк түгел. Намыҫын, йәнен, балаларын араҡыға алыштырған кеше илап, алдап, меҫкенләнеп, ышандыра һәм шуның менән алдыра. Ә былай, миңә ҡалһа, эскән кеше йәлләүгә мохтаж түгел. Уның ихтыяжын араҡы ғына ҡәнәғәтләндерә. Атаһына ышанып, уға һыйынып ултырған ике бала ла аталарын сикһеҙ ярата һәм уның яҙмышы өсөн икһеҙ-сикһеҙ борсола. Сөнки әле атай эргәлә – улар ҡурсаулы һәм ҡараулы һымаҡ. Тәбиғәт шулай ҡоролған: балалары ата-әсәһен һәр ваҡыт ярата һәм уларға ышыҡланып, уларға таянып йәшәргә күнеккән. Бер ни аңламаған, сабый хөкөмөндәге Азат та, нимәлер төшөнөргә ынтылған, инде үҫеп килгән Ринат та директорға ҡарата ҡурҡыу һәм хөрмәт менән ҡарай. Сөнки ул, директор, атаһын ҡурҡырға мәжбүр итте. Ә шул эшкинмәгән атайҙан мәхрүм итеү ҡурҡынысы менән янай. Бында әле күбеһен балалар түгел, өлкәндәр аңларлыҡ түгел. Кеше ни сәбәпле эсә? Спиртлы эсемлекте үҙ балаларынан өҫтөн күрә? Әлеге осраҡта өлкәндәр балалар иҫәбенә үҙ аңын томалай.
Тик быны Ринат та, Азат та белмәй. Улар, ысын мәғәнәһендә, йәшәү өсөн көрәшә. Ике баланы көн һайын ашатырға, кейендерергә, йылы һүҙ әйтергә, уларҙы кеше итеп үҫтерергә кәрәк.
Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Ринаттың телефоны. Директор алан-йолан ҡаранғансы, атаһы, “был ниндәй тауыш”, тип аптырағансы, Ринат олпат ҡына итеп кеҫәһенән телефонын сығарҙы һәм һуҙып ҡына:
– Әллеү, – тине.
– Һаумы, һабаҡташ! Һиңә Гөлнур шылтырата.
Ринаттың ауыҙ йырылды, күҙҙәр янып ките.
– Ә мин һиңә үҙем шылтыратам, тип тора инем.
– Бер һорау мөмкинме? – тине ҡыҙ.
– Әлбиттә.
– Математиканан нисәнсе күнегеү бирҙеләр ул? Шуны һинең ярҙам менән сисеп булмаҫмы икән?
– 43 менән 44. Ә 45-кә телдән әҙерләнергә. Өйгә эшен хәҙер эшләйбеҙ.
Кисен мәктәп директоры йоҡларға ятыр алдынан ҡатынына зарланып алды: “Ярты көн йөрөп, курткаһын юллап алдым. Өйөндә – буш һыуытҡыс. Ашарға, икмәк менән картуфтан башҡа, бер нимәләре лә юҡ, ә улының ҡулында – минекенән текәрәк телефон. Аптырарһың беҙҙең халыҡҡа”.
***
Ә бер көн күп итеп утын килтерҙеләр. О, ғәжәп бер байрам һымаҡ хәтерләй был көндө Ринат! Тәүҙә атаһын ҡайҙалыр саҡырып алдылар. Шунан һуң әйткәндәр: “Беҙ һиңә газ индереп йөрөй алмайбыҙ, өйҙө йылытҡан өсөн газды яндырырға кәрәк, ә яндырғас, түләргә тура килә. Ә түләй алмаһаң, шунда уҡ торбаларҙы өҙөп китәсәктәр. Ә ул һиңә кәрәкме?” “Кәрәкмәй, – тигән Ринаттың атаһы, – миңә утын бирегеҙ, минең өйөмдә балаларым өшөй”.
Шунан һуң эргәләге элекке колхоздың фермаһын күрһәткәндәр. Шунда эшкинмәгән бер иҫке һарай бар икән, шуны һүтеп алырға ҡушҡандар. Үҙе ҡоро, бүрәнәләре уҫаҡтан, шығырҙап торған таҡталары ла бар икән. Ринаттың атаһы үҙе һымаҡ әшнәләре менән әллә ике-өс көн булаштылар, бөр көн ҡутарҙылар, икенсе көнөнә машина көттөләр, өсөнсө көнөнә лә машинаһы килмәне. Шунан һуң мәктәп директоры Әнүр ағай ҡайҙандыр “Камаз” һөйләшкән. Шуны тултырып, бүрәнәләр тейәнеләр. Хатта Ринат үҙе лә барҙы. Атаһы, ваҡ-төйәк ташып торорһоң, тип ҡушты. Бүрәнәләрҙе “Камаз” менән килтереп бушаттылар. Утындың ҡәҙерен Азат та белә ул, тәҙрәнән күреп, үрле-ҡырлы һикереп, ҡыуанып, ҡарап торҙо. Хатта әсәһе тороп, килеп сыҡты.
Утын урамға кереп ятыу менән генә, өй йылынмай бит әле. Уны бысырға, ярырға, тигеҙләп өйөргә кәрәк. “Утын ғына булһын, беҙ уны бысырға ла, ярырға ла эшкинербеҙ”, – тине Ринат. Магазинға кергәйне, балтаһы ла бар, бысҡыһы ла. Йәшереп кенә йыйған аҡсаһы бар ине, һатып алды ла, утынды быса ла башланы. Ҡулдан ғына күпме бысаһың инде, атаһы ҡайҙандыр бер иптәшен алып килде. Әллә ике көн булаштылар, әллә күпме эстеләр. Үҙенә эшләй бит атаһы, эсмәһә лә була ла бит, юҡ. Шулай ҙа, бысып бөттөләр.
– Мин – быстырҙым, һин – яраһың! – тип мәтриләне Ринатты атаһы. – Миңә, утын юҡ, тип әйтмә! Утынығыҙ бар хәҙер! Минән бурыс төштө!
Утын булһын ғына, ярыу – үҙе бер мәрәкә! Ринат көндөкөн көнгә ярып, соланда байтаҡ ҡына урын бар ине, шунда утынды тултыра башланы. Өйҙәре йылынып, кәйефтәре күтәрелеп ҡалды. Мәктәптән килеп, Ринаттың уҡыу шарттары менән танышып киттеләр. Өй йылы, йыйыштырылған. Тик әсәһе генә ауырып ята. Һыуытҡыстары буш, икмәк менән картуфтан башҡа, бер нәмә лә юҡ. Бик оҙаҡ итеп, күңелһеҙ генә һорашып торҙолар. Атаһы был ваҡыт ҡайҙалыр эсеп йөрөй ине. Ҡайҙа икәнлеген белештеләр.
– Һеҙ минең иргә теймәгеҙ! – тине әсәһе. – Балаларҙы бирмәйбеҙ! Аталары ҡарай. Бында эскән кешеләр беҙҙән башҡа ла бар. Әгәр ярҙам итәбеҙ, тиһәгеҙ, мине бальнисҡа һалығыҙ. Шул булыр ярҙамығыҙ.
Ринаттың үҙенә һүҙ әйтеүсе юҡ, сөнки – яҡшы уҡый. Ана, беренсе сиректе лә “отличник” булып тамамланы. Төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Ҡалаға барғайнылар, олимпиадала еңеп ҡайтты. Һүрәте маҡтау таҡтаһында тора. Үҙе егәрле. Атаһы, “ҡатынымды ҡарайым”, тип маҡтанһа ла, бар эш Ринаттың елкәһенә төшә.
Әле лә мейесте гөрләтеп, тоҡандырып ебәргәйне, эргәһенә ҡустыһы килеп һыйынды. Уға китап уҡып күрһәтте. Үҙенең: “Ағай, ағай”, – тип яратып тороуын әйт әле. Телефон шылтыраны. Кем шылтырата, тиһегеҙме? Кем шылтыратһын? Әлбиттә, Гөлнур. Ринаттың номерын ул ғына белә, һәм ул ғына шылтырата. Әле лә өйгә эштәр хаҡында һөйләштеләр. Гөлнур яңы китап уҡыған икән, иртәгә шуны мәктәпкә алып килеп, Ринатҡа тоттормаҡсы.
Шулай итеп, икенсе сирек тә аҙағына яҡынлаша. Ринат, аптыранып, урам буйлап китте. Ҡустыһына бүләк алып, ҡыуандырырға теләй, ә кеҫәһендә бер тин аҡсаһы юҡ. Әмәлгә ҡалғандай, быйыл буран да юҡ, ҡар ҙа яумай. Элек әбейҙәр:
– Ринат, улым, ҡарымды көрәп бир әле, – тип көн һайын килә торғайнылар.
Үткәнендә Мөғлифә инәйҙең ҡарын, үҙенән һорап та тормайынса, көрәгәйне, аҡсаға ла иҫәп тотмағайны, былай ғына, ярҙам итәм, тигәйне, әбей үҙе эҙләп килеп, улым, бигерәк белеклеһең инде, рәхмәт, тип тәүҙә – йөҙ һум, быныһы ҡустыңа булыр, тип тағы йөҙ һум тоттороп китте. Шунан Ринат үҙен аҡларлыҡ эш эҙләй башланы. Буран булһа, ҡар яуһа, саҡырғандарын көтөп тормай, өлкәнерәк әбейҙәр, бабайҙар йәшәгән йорттоң ишек алдын ҡарҙан көрәй ҙә китә. Тәүҙә һуҡмаҡ һала, шунан һуң ишек алдын көрәй. Машина керерлек итеп урамды киңәйтә. Бына, Рамазан бабай, үҙе бында, ә малайҙары – Өфөлә. Ял һайын ҡайтмаһалар ҙа, ай һайын күренеп китәләр. Машиналарын урамда ҡалдырырға ярамай бит инде. Ринат әйткәндәрен көтөп тә тормай. Саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, көрәген тотоп, килеп етә. Ҡайһы ваҡыт кем көрәгәнен дә күрмәй ҡалалар. “Ринат, Ринат көрәне!” – тип әйтәләр икән. Ҡайҙа йәшәгәнен беләләр, аҡсаһын тотоп, килеп тә етәләр. Ринат һатыулашҡаны, хаҡ ҡуйғаны, аҡса һорағаны юҡ. Кем күпме теләй, күпме ҡулынан килә, шул хәтле бирә. Был хаҡта атаһы ла белеп ҡалды.
– Һин нимә, байҙарҙы байытып йөрөйһөң? – тине ул асыуланып. – Өркәк Мәһәҙи ни бары 100 һум бирҙеме? Килтер аҡсаһын, кире илтеп бирәм. Ялан хәтле ихатаға – 100 тәңкә! Баланы алдаштырып йөрөмәһә инде! – тип әллә күпме һөйләнде.
Ринат тәүҙә аҡса һорарға түгел, ҡар көрәргә ояла ине, хәҙер өйрәнеп алды. Иҫерек атайға ышанып, нисек йәшәйһең? Зиһенле малай эстән генә иҫәпләп сығара. Ике көн буран булды, ике көндә дүрт кешенең ихатаһын көрәй, йөҙәр һумдан, бына һиңә – 400 тәңкә! Ҡайһы ваҡыт үҙен эҙләп киләләр.
– Ошонда бер егет ҡар көрәй икән, – тип килде күрше урамдан бер бабай. Гаражынан машинаһын сығарырға булған икән. Ҡар байтаҡ ҡына өйөлгәйне, Ринатҡа ҡараңғы төшкәнсе көрәргә тура килде. Бабай сығып, эшен ҡарағас:
– Маладис, улым! Тағы яуһа, әйткәнемде көтөп торма, кил дә көрәп кит, – тип 500 һум аҡса тотторҙо ла ҡуйҙы. 500 һум! Шунда уҡ магазинға барып, ҡустыһына әллә күпме тәмлекәс алды, әсәһенә, ҡайтҡас, һөтләп, сәй эсерҙе.
– Аҡса ҡайҙан алдың, улым? – тип һораны әсәһе.
– Әсәй, мин хәҙер ҡар көрәйем, – тине. Ә бер көн, утын ярырға кеше кәрәк, тип һорап килделәр. Мунсаға яғырға утын килтергәндәр икән. Ринатмы һуң инде инәлтеп тора торған кеше, ике көн ярҙы, өсөнсө көнөнә мунсаның эсенә ташып, матур итеп өйөп ҡуйҙы. Хужалар бик ҡәнәғәт ҡалды. Маҡтай-маҡтай аҡса тотторҙолар, бер банка бал бирҙеләр.
Ринат кешеләргә аптырай. Ярай, ҡышҡыһын, ваҡ-төйәк булһа ла, эше табылып тора, йәйгеһен ауырыраҡ. Элек мал-тыуар аҫрайҙар ине, көтөү көтөргә ярҙам итһәң, байтаҡ түләйҙәр. Ни эшләптер, хәҙер картуф ултыртмай башланылар. Ә утаған, күмгән өсөн байтаҡ түләй торғайнылар. Ана, әбейҙәр, улым, картуфымды утап ҡына кит әле, тип килә торғайнылар, хәҙер улар кәзә-һарыҡ та тотмай, картуф та үҫтермәй.
Ринат тырыша, йәшәү өсөн, иртәнән алып, кискә тиклем көрәшә. Көрәшмәй, ҡайҙа барһын, Әсәһе – ята, сирләй, уны ҡарарға кәрәк, ҡустыһынан да күҙ яҙлыҡтырғаны юҡ. Атаһының айныҡ көнө бик һирәк, хәҙер элеккегә ҡарағанда ла, нығыраҡ эсә. Эсеп алһа, нимә эшләгәнен, ни һөйләгәнен белмәй. Төнө буйы өй буйлап йөрөй ҙә, йөрөй, һөйләнә. Ҡайһы ваҡыт айныҡ саҡтары ла була. Бәлки шул саҡта улдарын яратып, шуларҙы хәстәрләп, нимәлер эшләйҙер? Көтөп тор, киреһенсә, ҡап-ҡара булып, һөмһөрө ҡойолоп, бер туҡтауһыҙ мыжып, кемдәрҙелер әрләп, ҡарғанып тик ултыра. Әгәр уның һүҙенә ышанһаң, унан да һәйбәт кеше юҡ, уның егәрле булыуын берәү ҙә яратмай, уны күрә алмайҙар, бер ҙә юҡҡа эҙәрлекләйҙәр икән. Күпме тырышып эшләгән, уға кеше булырға мөмкинлек бирмәгәндәр. Шул сәбәпле, ул эсергә мәжбүр булған.
***
Ә аҡ машина ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы ултыртҡан да, алға елдерә.
– Бында кемдәр бар? – тип һорай өлкән ағай.
– Бында ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа бар, – тип яуап бирә балалар.
– Ҡайҙа бара улар? – тип һорай ағай.
– Улар Яусапҡан яланына елдерә, – тиҙәр малайҙар һәм ҡыҙҙар.
– Ә беҙ унда ни эшләйбеҙ? – тип һорай Гөлнурҙың атаһы.
– Ә беҙ унда тирмә ҡорабыҙ, уйнайбыҙ, балыҡ тотабыҙ!
– Ҡайһылай күңелле буласак!
Араларында Ринат менән Азат та бар. Ә Азатҡа теге арбаны һалып алдылар. Ҡайһы арбаны, тиһегеҙме? Әхмәт ағай бүләк иткән арбаны. Күңелле көй яңғырай, ҡурайҙа уйнайҙар.
Ринат һиҫкәнеп уянып китте. Уянмаҫ ине, кемдер төрткөләй түгелме һуң?
– Тор, тор, мынау малай, ни эшләп йоҡлап ятаһың? Тор, күпме ятырға була?
Атаһы уятырға итә икән. Нимә кәрәк булған төн уртаһында?
– Атай, нимә кәрәк? – тине Ринат йоҡоло-уяулы.
– Уяндыңмы? Ой, маладис, минең улым, атаһына оҡшап, егәрле. Атаһының помощнигы! Минең улым һымаҡ малай берәүҙә лә юҡ!
– Атай, йоҡом килә, – тине Ринат күңеле менән атаһына нимәлер кәрәк булыуын һиҙеп.
– Хәҙер йоҡларһың,– тине атаһы.
– Атай, нимә кәрәк һиңә?
– Ой, молодец минең улым! “Атай, нимә кәрәк?” – тип тора бит әле. Улым, миңә аҡса кәрәк.
– Атай, ниндәй аҡса? Миндә аҡса юҡ. Миңә кем аҡса бирһен?
– Әй, егәрле инде минең улым! Ҡарын да көрәй, утынын да яра, малын да ҡараша. Шуның өсөн һиңә аҡса бирәләр бит. Атайыңа бер аҙ өлөш сығар, – тип тегеһе ярамһаҡлана.
– Атай, мин аҡсаны тотоноп бөттөм бит, – тине улы нимә әйтергә белмәй.
– Кит, емтек! Атайыңды алдап ятма. Маңҡа малай! Хәҙер кәрәгеңде бирәм! Әйт, аҡсаңды ҡайҙа йәшерҙең?
Малай ҡайҙа барырға белмәй. Әллә аҡсаһы барлығын берәйһе әйттеме икән? Ринат атаһына әшнәләренең береһенең уның ҡайһы ваҡыт ҡар көрәп, утын ярып, ваҡ-төйәк аҡса эшләүе хаҡында тишеүҙәрен белмәй ине. Шуға, ныҡлап, аҡсаһы юҡлыҡҡа һылтанырға булды.
Ә атай кеше ышанамы һуң инде, махмурҙан башы ярылып килә, ә улы, аҡсам юҡ, тип алдаштырырға итә. Тәүҙә кисәгенән айнып та бөтмәгән атаһы 2–3 тапҡыр алдап, йәүкәләп, маҡтаған булып, әүрәтеп ҡараны. Ләкин Ринат, бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, алдаштырыуға бик ымһынып барманы. Эйе, уның аҡсаһы бар. Күп түгел, ләкин бар. Бер биш йөҙлөк, эгәһендә – ике йөҙлөк, күңелде йылытып, билдәле сәғәтен көтөп ята. Ринат ҡустыһына бүләк алырға теләй. Оҙаҡламай тыуған көнө. Үҙен бер бүләк менән ҡыуандырырға теләге бар.
Иҫерек атай аҡрынлап ҡыҙа. Ҡара, үҙенең улы, “родной” атаһына аҡсаһын йәлләһен әле! Билләһи, ғәрлегеңдән ятып үлерлек! Юҡ, былай булмай! Был малайҙы тәрбиәләргә кәрәк! Ул һүгенә-һүгенә соланға сығып китте һәм сыбыҡ эҙләй башланы.
– Хәҙер мин һинең кәрәгеңде бирәм! – тип бер нәмә лә тапмайынса, кире килеп керҙе һәм йән асыуына малайҙы һөйрәп алып, иҙәнгә ырғытты.
Атаһы сыҡҡан арала йоҡлап киткән малай, гөрһөлдәп, иҙәнгә килеп төштө.
– Атай, ни эшләйһең ул?
– Бир аҡсаны, йүнһеҙ малай! Атайыңды үлтерергә итәһең бит!
Иҫерек йорт хужаһы ҡараңғыла малайының ябыҡ муйынынан эләктереп алды, шау һөйәк кенә ҡулдарын шаҡарҙы һәм туҡтауһыҙ һөрәнләне:
– Күрмәйһеңме ни, атайың үлеп бара!? Ни эшләп аҡсаңды йәлләйһең? Мин үлгәс, һеҙҙе кем ҡарай? Бир аҡсаны! Үлтерәм! – тип битенә, башына һуҡты.
Туҡмалыуҙан бигерәк, ҡурҡыуҙан малай яуап биреү һәләтен юғалтҡайны, хатта башының ауыртыуын да тойманы, атаһының көслө ҡулдарына тотоноп ҡына торҙо.
– Атай, башым ауырта! – тип малай, асырғаланып, илап ебәрҙе.
– Хәҙер башыңды өҙөп алам! Дүрәк яһайым үҙеңдән! Ни эшләп атайыңа аҡса бирмәйһең? – тип һөрәнләне атаһы.
Малай иҫенә килгән һымаҡ булды. Атаһының ҡулдарына йәбеште һәм ыңғыраша-ыңғыраша:
– Атай, аҡсамды вис алып бөтмә, – тине.
Атай кеше улының еңелеүгә дусар ителеүенә төшөндө һәм һөжүмде дауам итте:
– Һиңә аҡса тейеш түгел! Аҡсаңды һәр ваҡыт атайыңа бир! Һеҙҙе мин ҡарайым, мин ашатам, мин ҡыш буйы йылытам. Бынан һуң аҡсаңды, тиненә тиклем, миңә биреп тораһың! – тине лә утты яҡтыртты.
Утты яҡтыртты һәм улын күреп, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Уның алдында бите тырналған, күҙҙәре күгәргән, танауы ҡанаған, сәстәре йолҡолған улы баҫып тора ине. Ир шунда уҡ айныны, ҡайҙандыр сепрәк тапты, улының танауын һөрттө, сәстәрен рәтләштергән булды:
– Эй, улым, ҡыҙып кителде шул. Күрмәйһеңме, үлеп барам бит. Шунда уҡ бирһәң дә була инде.
– Атай, минең башым ауырта... – Малай стенаға һөйәлде. – Күңелем болғана.
– Күреп торам, үҙең тиҫкәреләштең! Хәҙер атайҙы тыңлау юҡ инде ул. Килтер аҡсаңды, атыу тағы ла туҡмайым! Бирәһеңме, юҡмы? – тип ир тағы ҡыҙа башланы.
– Атай, аҡса соланда...
– Йә, улым, йә. Бар, алып кер. Ошонда ғына көтөп торам.
Малай итеген кейҙе лә, сығып китте.
Ҡара, өйгә лә түгел, соланға йәшергән бит әле! Әйтәм, ҡарамаған ере ҡалманы, ә таба алманы. Нимә оҙаҡлай инде, хәҙер һуғырға ла ҡурҡыта. Ир алпан-толпан атлап барып, ишекте асты һәм утты яндырҙы. Ринат солан иҙәнендә хәрәкәтһеҙ ята ине. Атаһының шунда уҡ ҡото осто, малайҙы күтәреп, өйгә индерҙе һәм карауатына һалды. Бәй, быға ни булған? Үлеп ҡуймаһын тағы, бәләһе булыр. Былай тын ала, йөрәге тибә, ир малайҙың сикәһенә һуҡҡылап ҡараны.
– Йә, йә, улым, атайыңды ҡурҡытма, хәҙер бальнисҡа ебәрәм, “скорый” саҡыртам. Һин китһәң, Азатты кем ҡарай? Һәүкәшкә кем һыу эсерә?
– Нимә булды? – тип әсәһе килеп сыҡты. – Ринат ни эшләгән?
– Бер ни ҙә юҡ, – тип улын ҡапланы атаһы. – Соланға сыҡҡайны, оҙаҡланы. Ярай, ҡарайһы иттем, билләһи, туңып үлер ине. Тиҙ генә индереп һалдым, әле йоҡлай, шикелле.
Малай иҫенә килде, торорға итте, шым ғына илап ебәрҙе һәм уҡшый башланы.
– Улым, әллә ауырыйһыңмы? – тип әсәһе эргәһенә килде. – Уф, Хоҙайым! Һин бит уны туҡмағанһың! Шау һөйәк сабыйҙы... Нисек ҡулың барҙы? Һорашып, күҙәтеп торалар. Хәҙер төрмәгә ултыраһың бит.
– Йә, юҡты һөйләмә! Бер-ике генә һыпырҙым, үҙе ҡаршылашты бит. Әһә, бына бит аҡсаһы! – тип ир әле һаман иҫенә килә алмаған улының усынан аҡсаһын тартып алды, – һин малайҙы ҡарай тор, әсәһе, мин хәҙер ҡайтам, – тип сығып йүгерҙе.
Әсәһе сепрәк алып, битен һөрттө, сәсен тараны, сәй ҡайнатып бирҙе. Ринат бер нөктәгә текәлеп, хәлһеҙ генә ята бирҙе.
– Улым, әллә “скорый” саҡыртайыҡмы? – тине әсәһе улының башынан һыйпап.
– Юҡ, әсәй, кәрәкмәй, – тине улы хәлһеҙ генә.
Ринат бер аҙна буйы мәктәпкә бара алманы. Гөлнур шылтыратҡайны, “тамағым шешкән, температурам бар”, тип ҡотолдо. Сирек аҙағы еткәс, контроль эш булған, ҡыҙыҡайға “өслө“ ҡуйғандар.
– Һин булмағас, ярҙам итеүсе юҡ шул, – тине ҡыҙ күңелһеҙ генә.
Уҡырға барғанда ла битенең һыҙырылған урындары бөтмәгәйне әле, күҙенең күге лә китмәгәйне. Быны иң тәүҙә Марат күреп ҡалды.
– Әһә, кәрәгеңде биргәндәр икән! Шул кәрәк һиңә! Әллә кем булып йөрөй ине, үсемде алғандар! Һөйрәп йөрөтөп, типкеләп туҡмағандар. Күрһәң, әйт, минән дә өҫтәһендәр!
Ринат бер һүҙ ҙә өндәшмәне, дәреслегенә ҡапланып ултырҙы. Тик был хәлде йәшереп буламы һуң инде, директор кабинетына керергә ҡуштылар.
– Йә, Ринат, хәлдәр нисек? – тип һорашты директор малайҙы ентекләп ҡарап.
– Тамаҡ шеште, ауырып яттым, – тине малай шым ғына.
– Ә ҡасандан бирле тамаҡ шешкәндә күҙ күгәрә, йүткергәндә бит ҡыҙара? – тине директор аҙ ғына ла ышанмайынса.
– Малайҙар менән уйнаныҡ, – тине Ринат башын аҫҡа эйеп.
– Ә хәҙер һиңә малайҙарҙың фамилияларын әйтергә тура киләсәк, – тине Әнүр ағай.
– Әйтмәйем! – тине Ринат.
– Әгәр полицияға ҡушһаҡ, әйтмәй, бер сараң да юҡ.
– Юҡ, Әнүр ағай, әйтмәгеҙ. Беҙ малайҙар менән үҙ-ара ғына уйнағайныҡ.
Директор урынынан тороп, малайҙың эргәһенә килде.
– Ринат, әйт дөрөҫөн, һине атайың туҡманымы?
– Юҡ, Әнүр ағай, атайым беҙҙе ярата. Беҙҙе туҡмағаны юҡ.
– Белмәйем, бик шикле күренәһең. Һинән, әлбиттә, Павлик Морозов сыҡмаҫ, ләкин дөрөҫөн һөйләп өйрән.
***
Малай аптыранды:
– Павлик Морозов? Кем ул Павлик Морозов?
– Һине Павлик Морозов ҡыҙыҡһындыра инде? – тип көлдө директор. – Герой-пионерҙар хаҡында ишеткәнең бармы?
Малайҙың көсөргәнешле уйлағаны тойолдо. Кемдәр һуң әле ул герой-пионерҙар, батыр пионерҙар?
– Ярай, Ринат, һиңә лекция уҡып тормайым, китапхананан һора, бәлки табырҙар. Күпме генә тырышһам да, һинән Павлик Морозов яһап булмаҫ инде.
Эш былай ғына үтмәне. Класс етәксеһе Фәүзиә апай Ринатты, үҙе етәкләп, урындағы амбулатор дауаханаға педиатрға алып барҙы.
– Бик әрһеҙ, аҡыллы малайға оҡшаған Ринат, – тип ҡаршыланы уны педиатр. Ентекләп ҡараны. Ул һораған күнекмәләрҙе егет еренә еткереп, теүәл башҡарҙы. Ринат ошонда, үҙе лә һиҙмәҫтән, алданы, дөрөҫөрәге, ялғанларға тырышты, ләкин килеп сыҡманы. Педиатр ҡулдарынан тотоп, матур ғына итеп һыйпап:
– Ринат, әйт әле дөрөҫөн, йоҡлағанда аҫтыңды еүешләйһеңме? – тип һораны.
Малай һиҫкәнде һәм:
– Юҡ, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Малай башын эйҙе. Ул ошо аҙнала, үҙе лә һиҙмәҫтән, ауылса әйтһәк, бер нисә тапҡыр “балыҡ тотто”.
Беҙҙең бурыс – был физиологик етешһеҙлектең нигеҙен, йәки сәбәптәрен асыҡлау түгел. Балалар араһында ул, һирәкләп булһа ла, осрап тора. Күбеһе бер сәбәпһеҙ, икенселәре – ҡасандыр нимәнәндер ҡурҡҡан, йәки тетрәнеү кисергән. Был кәмселеккә дусар булған бала үҙен башҡалар алдында уңайһыҙ тоя. Сөнки, үҙегеҙ беләһегеҙ, еҫ кәртә белмәй. Беҙҙә сос танаулылар етерлек, әллә ҡайҙа үтеп инә.
Ринат әле белмәй, был – ҡурҡыу ғәләмәте, туҡмалыу һөҙөмтәһе – уны бик оҙаҡ эҙәрлекләйәсәк, уңайһыҙлыҡтар кисерергә мәжбүр итәсәк. Ләкин ул ныҡ, атаһынан туҡмалыуҙы оноторға тырыша, күңеле менән уға үпкәләй, ләкин ғәфү итерлек сәбәптәр ҙә бар. Ул бит – атай.
Бер нисә көндән мәктәпкә участковый килде. Директор уға Ринат хаҡында һөйләне һәм иҫкәртеү сараһы итеп, өйҙәренә, бер тапҡыр булһа ла, һуғылып китеүен һораны. Участковый оҙаҡ көттөрмәне. Бер нисә көндән, кискә ҡарай, Ринат йәшәгән йортҡа килеп тә инде. Әмәлгә ҡалғандай, көн дә иҫерек йөрөгән атаһы бөгөн ап-айныҡ, ҡайҙандыр тауыҡ эләктергән, картуф әрсеп, ашарға бешереп йөрөй. Ринат та эшһеҙ түгел, ул, тырышып-тырышып, иҙән йыуа. Өйҙә йылы, һурпа еҫе килә.
– Эштәр нисек, Хәмит абзый? – тине полицейский. Малайҙар үҫәме?
– Эштәр һәйбәт, участковый ағай, – тип өлтөрәп китте, ултырғыс табып килтерҙе атаһы.
Ошондай социаль яуаплылығы түбән тип иҫәпләнгән ғаиләләрҙе тикшереүҙе яуаплы иптәштәр нимәнән башлай, беләһегеҙме? Һыуытҡыстан. Ни өсөн һыуытҡыстан? Һыуытҡыс, ҙурмы, бәләкәйме, мөһим түгел. Иң мөһиме, һыуытҡыс булырға һәм уның эсе тулы аҙыҡ-түлек ятырға тейеш. Участковый бөгөн шул ҡағиҙәне боҙҙо – түңәрәк тауыҡ түшкәһе һәм һурпа еҫе уның уяулығын юғалтырға мәжбүр итте. Бәлки түшкә быйыл беренсе тапҡыр был йортҡа осраҡлы ғына килеп эләккәндер. Аҙаҡ участковый, ошо ғаилә хаҡында һүҙ сыҡһа, уларҙың донъяһы ныҡ, өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ, тип яуап тотасаҡ.
Шулай ҙа, власть вәкиле үҙе өсөн бер нисә һорауға яуап ишетеүҙе кәрәк, тип тапты.
– Малайың нисек уҡый, Хәмит ағай?
– Нисек уҡыһын? Минең малай – отличник! Килтер әле грамоталарыңды.
Тегеһе төҫлө ҡағыҙҙарға еңелсә күҙ һирпеп алды:
– Малайыңды туҡмамайҙармы, рәнйетмәйҙәрме?
– Рәнйетеп ҡараһындар, ул бит – отличник!
Участковый тәрәнерәк төштө:
– Ә үҙең ҡул күтәрмәйһеңме, маңлайына сиртмәйһеңме? Мөйөшкә баҫтырмайһыңмы?
Атай кеше һиҫкәнде:“ Аһ, был тәрән ҡаҙа бит! Ошаҡлағандар! Ну, беҙҙең халыҡ! Кем тиште икән? Моғайын, теге Әнүрҙер, директор“. Ул хатта тотлоҡто:
– А-ана тора үҙе, һорағыҙ. У-улым, әйт, мин һиңә тейгәнем бармы?
– Юҡ, атай, тейгәнең юҡ, – тине тегеһе битараф ҡына.
Участковый ныҡышты:
– Үҙем күреп торам, тырналған урындары бар, күҙенең күге китмәгән әле. Кем тейҙе?
– Ошонда, малай-шалай менән. Һиҙҙем шул, бер көн танауын ҡанатып ҡайтты.
– Ярай, – тине участковый, – разберёмся. Кәрәк булһа, асыҡларбыҙ.
– Ҡурҡытма, иптәш, кем, участковый. Ҡурҡытма. Законды беләбеҙ. Ана, миндә – икәү. Береһе – инвалид, дүрт аяҡлап йөрөй. Шуларҙы кем ҡарай, тиһең? Ана, бисә ята, бер йыл була инде. Саҡ йөрөй. Бальнисҡа һалмайҙар.
– Ярай, аңлашылды. Былай өйөгөҙ йылы, ашарығыҙға бар, тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, – тип участковый сығып китте.
Ашап ултырғанда ла Хәмит әйтмәй ҡалманы:
– Бер-ике һуҡҡан, тип, улым, һөйләнеп йөрөмә инде. Һеҙҙең өсөн тырышам. Булған да, бөткән. Хәҙер ҡалмаҫтар инде.
Әлегә ҡалдылар. Аталары айныҡ, ҡайҙалыр тоғро ғына эшләп йөрөнө. Бер тапҡыр мәктәпкә ата-әсәләр йыйылышына барҙы, үҙҙәренә бәләкәстәр концерт күрһәтте.
– Кемдәр бында йыйылған?
– Бында ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа йыйылған.
– Улар ҡайҙа баралар?
– Улар Яусапҡанға баралар!
– Унда нимә ҡылалар?
– Сәскәләр араһында уйнайҙар, бал ҡорттары менән һөйләшәләр, шунда кискә ҡалалар...
Ринаттың атаһы ғорурланып, хатта кәперәйеп, ултырҙы. Кем сыҡһа, уның улын маҡтай. Будто, Ринаттан башҡа уҡыусы юҡ инде. “Иң яҡшы атайға” тип, хатта маҡтау ҡағыҙы тотторҙолар. Уныһын да сығып алды. Класс етәксеһе ғаиләнең хәлен, һыуытҡыстың мәңге буш икәнлеген белһә лә:
– Хәмит ағай, һөйләгеҙ әле, Ринат нисек дәрес әҙерләй, нисек һәйбәт уҡый ул?– тип һораны.
Күпселек ғаиләнең хәлен яҡшы белә, шуға, көнләшептер бәлки, бер-береһенә мәғәнәле ҡарашып, аҫтыртын йылмайыштылар. Айныҡ көнө һирәк ирҙең улын тәрбиәләү менән шөғөлләнеүе, ай-һай, бик шикле.
– Уҡый инде, уҡый, – тине ул һүҙ таба алмай. – Эшен дә эшләй, әбейҙәргә ҡар көрәй. Беҙҙең ни, башҡа килер урын юҡ. Беләһегеҙ, ҡатыным – ята, үҙем – төрлө эштә. Мин үҙем дә мәктәптә яҡшы уҡыным, – тип көс-хәл менән һөйләп ултырҙы.
Күптәр Ринаттың моңһоу һәм һағышлы йөҙөнә иғтибар итте. Күңелендә ниндәйҙер уңалмаҫ яра, хәсрәт ятҡан һымаҡ. Моңһоу йөҙлө баланан да аяныслыраҡ күренеш бармы икән был донъяла? Шулай ҙа, күпселек малайға һоҡланып ҡараны. Баяғы, көл араһынан шытып сыҡҡан гөл һымаҡ, уның да мул тормошҡа, бәхеткә хоҡуғы бар. Ләкин уларҙың береһе лә юҡ, шуға күрә малай бар көсөн һалып, аҙмы-күпме етеш тормош өсөн көрәшергә, үҙен төрлө һынауҙарға дусар итергә мәжбүр.
Ә Маратты әрләнеләр. Баҡтиһәң, мәктәптә Мараттан тәкәббер, һауалы уҡыусы юҡ икән. Хәҙерҙән үк байлыҡ менән маҡтана. Ҡулында һәр ваҡыт ҡыҙыллы-зәңгәрле аҡса. Марат хаҡында һүҙ сығыу менән, әсәһе, текә кейенгән ханым, ауыҙы – тултырылған көршәк һымаҡ алтын, һәр бармағында икешәр-өсәр йөҙөк, һикереп килеп торҙо ла:
– Мин һеҙгә аптырайым. Берәүҙе – үлтереп маҡтайһығыҙ, минең улымды эштән сығарып яманлайһығыҙ. Тимәк, һеҙ берәүҙе уҡытаһығыҙ, уға 100 процент иғтибар. Ә минең улыма тыуған көнөнә тотторған биш меңлекте лә күп күрәһегеҙ. Ни эшләп бар ғәйепте минең улымдан эҙләйһегеҙ? Эйе, аталары магазин тота бер нисәне, эштәре гөрләп бара, шуның ҡоһорон ҡайтармаҡ булаһығыҙмы? Юҡ, килеп сыҡмаҫ! Баянан бирле үтем ҡайнап ултырам, бер алкашты күккә күтәреп, маҡтайһығыҙ. Бер айныҡ сағын күргәнегеҙ бармы? Бөгөн нисек бында килеп эләккән ул? Ужас! Ошо ла булдымы мәктәп? Күҙегеҙҙе асыбыраҡ ҡарағыҙ! Ниңә кеше айыраһығыҙ, яңы йылға нисә кило кәнфит, нисә кило печенье бирҙек? Оноттоғоҙмо? Ашап бөттөгөҙмө? Бынан бире, минең баламды әрләп, уның йөҙөн йыртып һәм һуңынан, шул кәрәк, был кәрәк, тип һоранып йөрөмәгеҙ! Етте һеҙгә!
Ханым, һөйләгән сағында самаһыҙ үҫтерелгән керпектәре асылып-йомолған һайын, тыңлаусыларға ауыр һүҙҙәр генә түгел, бысраҡ һипкән һымаҡ та тойолдо. Ҡулдарын болғап, алтын йөҙөктәрен күрһәтеп бөткәндән һуң, бында миңә эш бөттө, тигән ҡиәфәт менән беҙ үксәле итеген тыҡылдата баҫып, яңы ғына түшәлгән линолеумда тишектәр ҡалдырып, сығып китте, һәм, ишекте стеналар һелкенерлек итеп ябыуынан, түшәмдәге яҡтыртҡыстар ҡуҙғалып тороп ҡалды.
***
Маҡтау ҡағыҙын йыуабыҙ, тип кенә башлағайны атаһы, айҙан артыҡ айнығаны юҡ. Хәҙер эш икмәккә һәм мәктәп ашханаһындағы бутҡаға ғына ҡалды. Күптән ҡар ҙа яуғаны юҡ, Гөлбикә инәйҙән теге ваҡыт йөҙ тәңкә алып ҡалғайны, ул ҡалалағы ҡыҙҙарына киткән, тиҙ генә ҡайтмаҫ, тинеләр.
Математика дәресе. Таҡтаға Маратты саҡырҙылар. Уҡытыусы апай әллә күпме аңлатты, шунан һуң ябайыраҡ эш ҡушты. Малай тирләне, бышлыҡты, ләкин һис тә рәт сығырлыҡ түгел.
– Марат, исмаһам, Ринаттан һорар инең. Ринат, ниңә ярҙам итмәйһең?
Ә Ринаттың – үҙ хәстәре. Ул кисә – ике картуф, бөгөн ике картуф ашаны. Икмәк алырға аҡса юҡ. Атаһы өйгә ҡунырға ғына ҡайтып йөрөй. Беренсе дәрес үтте, хәҙер – икенсеһе. Икенсе тәнәфестә уларҙы ашатасаҡтар. Ринат берәй яҡҡа сығып ҡына китер ине, әсәһе менән ҡустыһы йәл. Икенсе дәрес – рус әҙәбиәте. Хәҙер инде Ринатты нимә һорауҙары ҡыҙыҡһындырмай. Башы әйләнеп, ашханала йығылып китмәһә ярар ине. Күңеле лә уйнап торған һымаҡ. Уҡытыусы апай һиҙеп ҡалды. Эргәһенә килеп, маңлайын тотоп ҡараны.
– Ринат, әллә температураң бармы?
– Юҡ, юҡ, – тине ул.
– Ә ни эшләп күңелһеҙ ултыраһың?
– Апай, мин күңелһеҙ түгел.
Мин ике-өс көн йүнләп ашағаным юҡ, тип әйтһенме? Ярай, ҡустыһы түҙемле, ағаһы нимә алып ҡайта, шуға ҡәнәғәт. Юҡ, бындай тормош менән йәшәп булмай. Малай күңеле менән һиҙә, ләкин үҙендә ҡаршылашырлыҡ көс таба алмай. Гөлнур ҙа, уның хәлен һиҙгән һымаҡ, күңелһеҙ генә ултыра. Ни эшләптер, бөгөн малайға хәбәрҙәрен дә һөйләмәне. Ринаттың кәйефе уға ла күсте, буғай. Ә уҡытыусы Ринатҡа шиғыр уҡырға ҡушты. Малай шиғырҙы уҡып сыҡты ла, нимә тураһында һүҙ барғанын һөйләп бирҙе.
– Молодец, Ринат, тебе – “5“! – тине уҡытыусы. Шул уҡ эште хәҙер Маратҡа тапшырҙылар. Йоҡомһорап ултырған малай Ринатты ла тыңламаған икән. Нимә тураһында яҙылғанын да аңлата алманы.
Хәҙер ҡыңғырау шылтырарға тейеш. Ринат күҙ алдына тип-тигеҙ рәт булып теҙелгән тәрилкәләрҙе килтерҙе. Бутҡа еҫе аңҡып тора, икмәк – өйөлөп ята. Хәҙер шәкәрле сәй бирәләр! Эх, ҡустыһын да алып килгәндә, исмаһам, тамағы туйып ҡалыр ине. Бында ҡустылар менән килергә ярамай шул. Бөгөн уға берәй нәмә табып булырмы икән? Ярай, уныһы күндәм, илап, ашарға таптырмай. Ниһайәт, күктән көтөлгән моң һымаҡ, ҡыңғырау шылтыраны. Ринат инде, ашханаға йүгереп, уҡтай атылып барырлыҡ ине. Юҡ, ҡабаланмай тор, уҡытыусы апай нисә ҡуйҙы икән? Түбәһе күккә тейгәндәй булды. Уның фамилияһы эргәһендә һимеҙ “бишле” тора. Шул ыңғай күҙенә Мараттың билдәһе лә салынды. Йонсоу ғына “өслө”. Ана, үҙе менеп тә килә. Нимә, “бишле”ң менән маҡтанырға итәһеңме? – ти ул йәне көйөп, тештәрен ыржайта.
– Бишенселәр, ашарға!
Өлгөрөрбөҙ. Ринат ҡабаланмай. Ул бутҡа тарата торған ергә иң һуңғы булып килә. Сөнки ул белә: күптән күргәне бар, сиратҡа тәүге булып баҫҡандарға аҙыраҡ һалалар, ә аҙаҡтан килгәндәргә мулыраҡ эләгә. Бутҡа өләшеүсе апай Ринаттың хәлен яҡшы белә, йәлләп тормай, бутҡаһын да, майын да мулыраҡ тумыра. Ҡайҙан беләлер? “Аша, улым, аша”, – ти ул Ринатҡа, йәлләп ҡарап.
– Ринат, беҙҙең эргәгә кил! – тип саҡыра уны Гөлнур.
Барып еткәйне, аптырап ҡалды. Бында һоғаланып, Марат ашап ултыра. Уның менән ултырырға яратмай Ринат. Шулай ҙа, башҡа урын күренмәгәс, ултыраһы итте. Уртала өйөлөп ятҡан икмәккә күҙ ташланы Ринат. Мул һалғандар, етергә тейеш. Уң ҡулы менән икмәкте алды, өләсәһе өйрәткәнсә, бисмиллаһын әйтте һәм ашай башланы. Бутҡаның тәмлелеге!.. Ниңә уны ҡарабойҙай, тип әйттеләр икән? Ауыҙҙа эреп тора, ашаған һайын, ашағы килә. Ул арала сәй килтерҙеләр. Хатта берәр кәнфит өләштеләр. Ринат кәнфитте шунда уҡ кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Бына бит, ҡустыһына ла күстәнәс булды.
– Мә, Ринат, минекен дә ал, тип Гөлнур кәнфитен малайҙың алдына һалды.
– Алмайым.– Малай кәнфитте ҡыҙыҡай яғына этеп ҡуйҙы.
– Һиңә түгел, Азатҡа бирерһең, – тип ныҡышты Гөлнур. – Ә миңә ярамай, минең тешем һыҙлай.
– Мә, минекен дә ал! Марат кәнфит ҡағыҙын Ринатың бутҡаһына ташланы. Ташланы ла, супылдатып, һура ла башланы.
Ҡуй инде, ошо Маратты, ашағанда ла тынғы юҡ. Һаман да бәйләнә. Үҙенсә үс ала инде.
– Әллә кем булмаһын! Отличникмын, тигәс тә, – тип һөйләнде Марат.
– Ашағанда һөйләшмәйбеҙ! – тип Гөлнур кәнфитен икмәк өйөмөнә һалды ла, Ринатҡа иғтибарап ҡараны. – Ҡустың ни хәлдә, Азатты әйтәм?
– Өйҙә, өйҙә ултыра, – тине Ринат ҡабаланып ашай-ашай.
– Ә ниңә уны алып сыҡмайһың? – тине Гөлнур.
– Нисек алып сығырға? Ярай, теге арба бар ҙа ул, ә ҡайҙа барырға?
Тамағын туйҙырырға тырышҡан малай көсөргәнешле уйлай.
– Әйҙә, бөгөн киноға барайыҡ? – тине Гөлнур.
Кино? Ниндәй кино һөйләйһең, Гөлнур? Минең ҡустымды ашатырға аҡса юҡ. Атайым бар аҡсамды тартып алып, эсеп тора.
– Юҡ, юҡ, бармайым, – тине Ринат. – Ваҡыт та юҡ.
– Ә клубта “Маша һәм айыу” була, – тип ҡыҙыҡтырҙы Гөлнур. – Һуңынан – балалар дискотекаһы.
– Ҡуй, Гөлнур, булмаҫ. Үҙең генә бар.
Етмәһә, эргәлә сәпелдәп, Марат ултыра.
– Ә мин – барам, – ти ул кирелеп.
– Ну, Марат, һөйләшергә ҡамасаулайһың! – тине Гөлнур Ринаттың эргәһенә күсеп ултырҙы.
– Харап бынау малай, – тине Марат. – Инәлткән була. Мин барыр инем.
Гөлнур әллә үпкәләне, ашап та бөтмәйенсә, сығып китте.
Ринат өндәшмәй. Ул ашай, еренә еткереп, бар сағында туйып ҡалырға тырыша. Ул әле бәләкәй, уға үҫергә кәрәк. Көнөнә бер эләккән бутҡа менән генә ыратып булмай. Марат менән бәхәсләшеп ултырғансы, ашап ултырыуың мең артыҡ.
Эргәнән ашнаҡсы апай үтеп китте һәм, ашағыҙ, балалар, тип икмәк өҫтәне. Оһо! Бөгөн мул булмаҡсы! Бынауы Марат ҡына һаман ирәгәләшеп ултыра. Икмәктәре ҡайһылай тәмле. Ринат йоҡа ғына теленгән тағы бер һыныҡ алды. Эх, тәмле, йомшаҡ, хуш еҫле!
– Әй, һин, йолҡош! Тәрилкәңде йоҡартаһың бит! – Марат һаман ҡуҙғалмай, бәйләнеүен белә. – Мә, минекен дә ашап бөт, – тип тәрилкәһен Ринат алдына уҡ этеп ҡуйҙы.
Ҡара, тамағы туҡтыр инде, бутҡаһының яртыһын да ашамаған.
– Ә мин һинең һымаҡ ас түгел, – тине Марат. – Иртән генә бер ҡаҙ бото кимереп килдем. Теләһәң, һөйәген алып киләм, мөнйөп ҡуйырһың.
Ринатмы һуң инде бирешеп тора торған малай.
– Ә һин һөйәгеңде “икеле”ләреңә, “өслө”ләреңә мөнйөт, атыу бына-бына аяҡ һуҙырға торалар.
Марат һөйләнә-һөйләнә тороп китте. Ашханала Ринаттың һуңғы булып ҡалыуына өйрәнгәндәр. Малай ҡабаланманы. Тәүҙә сәйен эсте, аҙаҡ ике һыныҡ икмәк менән баҫтырып ҡуйҙы. Әпәр әйтеп, торғас, аҙға ғына өҫтәл эргәһендә туҡталды. Тирә-яҡҡа күҙ ташланы. Тағы ла икмәккә үрелде. Шул ваҡыт, мин бында, тигән һымаҡ, Гөлнур ҡалдырған кәнфит килеп сыҡты. Ҡыҙыҡ, кәнфиттән дә туйған кеше булыр икән! Үҙе лә һиҙмәҫтән, тағы ла тирә-яҡты байҡаны, Бәй, бер үҙе ҡалған, бөтәһе лә сығып киткән икән. Ринат – бер үҙе. Ул тағы ла икмәккә үрелде.
***
Тормошта төрлө хәлдәр, хатта тап килеүҙәр булып тора. Тап ошо ваҡытта Мараттың әсәһе, Анжелла ханым, район үҙәгендә мәғариф идаралығы эргәһенә килеп туҡтаны.
– Ошонда кереп сығабыҙ! – тине ул шофёрына ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе ҡабул итмәгән төҫ менән. – Ике пакетты алаһың да, миңә эйәрәһең.
Элекке эшмәкәрлеге мәғариф өлкәһенә ҡарағас, был эште яҡшы белә һәм таныштарын эҙләй ине ханым. Мәктәптә ата-әсәләр йыйылышындағы (уныңса) ғәҙелһеҙлек ҡатындың тамам үҙәгенә үткәйне.
Иртән улының бик күңелһеҙ ултырыуына ла иғтибар итте ул.
– Тиҙерәк бул, – тигән һүҙенә улы Марат:
– Мәктәпкә барғы килмәй, – тип әйтеп һалды. Элекке уҡытыусы кеше бының сәбәптәрен асыҡламай ҡалһа, бик ғәжәп тойолор ине.
Бына һиңә – мә, тине ул, эстән генә. Эш, бизнес, тип, халыҡ, һатып алыусылар ихтыяжы менән йөрөп, үҙ малайҙарының ниндәй шарттарҙа уҡыуын, уф, Хоҙайым, тамам онотҡандар бит!
Әсә кеше өҙгөләнеп, улынан бөтәһен дә төпсөп, һораша башланы. Бындай илтифатты, иғтибарҙы күптән көҫәгән малай булғанын да, булмағанын да ентекләп һөйләп бирҙе.
Уҡыу-уҡытыу тәртибен әле онотоп өлгөрмәгән ханым ишеткәндәренән тәгәрәп китә яҙҙы. Баҡтиһәң, кластарҙа тәртип юҡ, айырым балаларҙы ғына уҡыталар, уларға – иң юғары билдә. Тәрбиә саралары бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй. Ҡыҫҡаһы, был класта бөтә хәл-ваҡиғалар өҫтөндә йүнле кейеме лә булмаған, ата-әсәһе эскән малай тирәһендә өйөрөлөп йөрөй икән. Юҡ, быны былай ҡалдырырға ярамай! Тиҙ арала, мөмкин булһа, бөгөн үк, һис кисекмәҫтән, хәл итергә, сараһын күрергә! Ә инде был ҡәтғи сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа бармағын күрһәтһә, кешенең ҡулын өҙөп ала торған ханым былай ғына ҡалдырмаясаҡ! Ул көндө башҡараһы эштәренең бөтәһен дә ситтә ҡалдырып, ханым, магазинына инеп, бер нисә ҡапсыҡ тултырып алды ла, мәғариф идаралығына уҡталды.
Да, тине ул эстән генә. Заманалар үҙгәрҙе. Элек улай булмай торғайны. Бизнесҡа батып, эшҡыуарлыҡ менән мауығып, хәҙерге мәктәпте бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырған икән. Шул ваҡыт иҫенә төштө: бәй, ул бит кластың ата-әсәләр комитеты ағзаһы. Был мандат менән синыфтың аҫтын өҫкә әйләндерергә мөмкин! Тап шул ваҡыт, әмәлгә ҡалғандай, ҡаршыһына институтта бер осор уҡыған танышы килеп сыҡты. Ҡосаҡлашып күрештеләр, ваҡ-төйәкте иҫкә төшөрҙөләр. Рәхмәт, онотмаған, ярҙам итергә әҙер, мәктәпте яҡшы белә һәм улы уҡыған мәктәпте ҡурсалаған инспектор эргәһенә алып керҙе. Арттан шофёр тотоп кергән бер ҡапсыҡ – уңға, икенсеһе һулға урынлашыуға, Анжелла ханым бар эшен мәктәпте маҡтауҙан башланы. Һәм, маҡтаған һайын, тәрәнерәк төштө, яңынан-яңы дәлилдәр килтерҙе. Ғөмүмән алғанда, халыҡ – ҡәнәғәт, мәктәптәрҙә йылы, яҡты, ашаталар икән. Шуларҙың эшен күрергә, баһаларға кәрәк ине.
Ә башҡаса нимә тип әйтһен Анжелла? Мәктәптә улымдың класташы дәрестә һөйләшеп ултырып, ҡамасаулай, ҡасабаның иң шәп бизнесменының ҡыҙы менән ултыра. Ҡайҙандыр, әллә һуғышып, әллә туҡмалып килә, тип һөйләһенме? Юҡ инде, һеҙ бындай хәбәрҙе элекке педагогтан көтмәгеҙ. Ул – тормошто белгән, кешеләрҙең мөнәсәбәттәрен ҡорорға өйрәнгән ҡатын – был эшкә әллә кемдәрҙе йәлеп итеп йөрөмәйәсәк. Бары тик, әгәр мөмкин булһа, һөйләшеү үҙ-ара ғына ҡалһа, малайҙы ҡотҡарыу, уның социаль яҡланғанлығын тәьмин итеү, йәғни, берәр приютҡамы (балалар йортонамы), һис юғы, интернатҡамы, урынлаштырыу мәсьәләһен күтәрергә тейеш.
Инспектор эстән генә һоҡланып ҡуйҙы: их, ошондай изге күңелле, йомарт йөрәкле әсәйҙәр күберәк булһа ине. Эйе, был малайҙы ҡотҡарырға кәрәк! Уны дәүләт кенә ҡотҡара ала. Тик шуныһы, инспекторҙы шөбһәләндергән бер генә мәсьәлә бар. Ул да булһа, әлеге лә баяғы, өҫтәл аҫтында ултырған тос һәм ауыр ҡапсыҡ. Инспектор ханым беренсе йыл эшләмәй. Ҡышҡы һил ваҡыт, күстәнәс тотоп йөрөүселәр заманы түгел. Ә был ханым, бер яҡтан ҡараһаң, үҙенә шыпа мөнәсәбәте булмаған эш буйынса “көсөкләп” йөрөй, йәки бүләк тоттора. Аныҡлап әйткәндә – ришүәт.
Шулай ҙа, мәғариф идаралығында эшләгән яуаплы ханым икенсе ханымдың үтенестәрен тулыһынса ҡабул итте һәм ярҙам итергә ризалашты. Ошо бер нисә көн эсендә мәктәпкә барып (Анжелла ханым хатта машина ебәрәсәк), малайҙың йәшәү-көнкүреш шарттары менән танышып ҡайтырға әҙер.
Анжелла ханым шул хәтлем ышандырырлыҡ итеп һөйләне, борсолған, иламһыраған тауышы чиновник ханымды тамам арбаны, хатта икеһе лә танауҙарын мышҡылдатып, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, бер ыңғай күҙ йәштәрен дә һөртөп алдылар. Малайҙың хәҙерге хәл-торошона күҙ йәше тамыҙмайынса ҡарау мөмкин түгел ине...
Алға китеп, шуны әйтәбеҙ, инспекторҙың мәктәпкә килеп төшөүе, кластар буйлап бер үтеүе әллә ни шаҡ ҡатырлыҡ тәьҫораттар уятманы. Ләкин көтмәгәндә Ринат уҡыған класҡа барып кереп, ҡурсаҡ һымаҡ ҡыҙ эргәһендә ултырған йонсоу малайҙан хәлен һорашыуы мәктәп тормошоноң аҫтын өҫкә әйләндергән һымаҡ булды.
Көн үҙәгендә уҡыусы йәшәгән йортҡа барып ингән чиновник нимә күрергә тейеш ине? Дүрт аяҡлап йөрөгән малайҙымы, ауыр хәлдә ятҡан уларҙың әсәһенме, әллә айҙан артыҡ айнымаған атайҙымы? Инспектор ханым аш бүлмәһенә үтте һәм иң тәүҙә һыуытҡысты асып ҡараны. Һыуытҡыста, кисә бешерелгән бөтәүле картуфтан башҡа, бер нимә лә юҡ ине. Былары бер нисә көндән буласаҡ...
Әлегә был хаҡта берәү ҙә белмәй. Класта уҡытыусының телефоны юғалған, ә уғры оҙаҡламай тотоласаҡ.
***
Өсөнсө дәрес, рус әҙәбиәте, башланды. Тамаҡ туйҙы, Ринаттың донъяһы түңәрәкләнде. Ҡайһылай, ашағас, кәйеф күтәрелә икән, хатта сығып, уйнағы килә. Эргәһендә Гөлнур ултыра шым ғына. Киноға барайыҡ, тине. Әллә саҡырамы икән? Бер ҙә Маратҡа өндәшмәне. Атаһы менән килерме икән? Юҡ, һәр ваҡыт йөрөмәҫ атаһы. Уның да эше күп бит. Киноға, тине лә ул, тик кем аҡса бирер икән? Өләсәй тере саҡта ҡайһылай күңелле булған, кинолыҡ аҡсаһы һәр ваҡыт үҙе менән ине. Былай, үҙенең дә, ҡустыһының да яңы кейемдәре бар. Гөлнур менән һөйләшеп ҡарағанда...
– Бөгөн киноға бараһыңмы? – тине Ринат бышылдап ҡына.
– Әгәр һин барһаң, эйе, әгәр һин бармаһаң – юҡ. Шулай эшең күпме ни? – тине Гөлнур.
– Эш тә күп, ваҡыт та юҡ. Азатты алып барғанда, һәйбәт булыр ине. Кино күргәне юҡ. Арттан Марат һөрәнләп ебәрҙе.
– Апай, апай! Ринат киноға барыу тураһында һөйләй.
Уҡытыусы уның ошаҡлашыуына иғтибар итмәне.
– Балалар, бынауында минең телефон ята ине, күрмәнегеҙме?
Ринат һиҫкәнде. Телефон?..
– Ҡайһығыҙ алды? Яҡшы саҡта бирегеҙ.
Уҡыусылар бер-береһенә ҡарап, шаулашып алды. Телефон хәтле телефон юғалһын әле!
– Тәнәфес ваҡытында һеҙҙең өҫтәл тирәһендә Ринат күренеп ҡалды, ул ғына алғандыр, – тип ҡысҡырҙы Марат.
– Үҙең күрҙеңме? – тип ҡабатлап һораны уҡытыусы.
– Күрҙем, һеҙҙең өҫтәл эргәһендә тора ине.
– Ярай, Марат, ултыр. Әйҙәгеҙ, портфелдәрҙе сығарайыҡ та, ҡарайыҡ, нимәләр бар икән?
Уҡыусылар портфелдәрен асты, китаптарын сығарып теҙҙе, Ринаттың күҙ алдары ҡараңғыланды һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, портфелен ныҡлап ҡосаҡланы. Бөттө, харап булды!
– Апай! Ринат портфелен асмай! – Марат һаман күҙәтеп тора икән.
– Шаулама, Марат. Ринат портфелен күрһәтәсәк.
Ни эшләргә? Хәҙер һиҙәләр бит. Ниңә генә бөгөн мәктәпкә килде икән? Ринат башын эйҙе, портфелен нығыраҡ ҡосаҡланы.
– Ринат, йә, күрһәт әле портфелеңде, ҡарайыҡ нимәләр бар икән?
Уҡытыусы Гөлнурҙың портфелен ҡарап та торманы, шунда уҡ Ринат эргәһенә килде.
– Йә, Ринат, һин һәйбәт малай ҙа инде, күрһәт, моғайын, яңылыш алғанһыңдыр? – тине уҡытыусы, инәлгәндәй.
– Алманым, апай. — Малай илап ебәрә яҙҙы, портфелен нығыраҡ тотто.
– Улай булғас, ниңә асмайһың? – Уҡытыусы һаман ныҡыша, ипле генә итеп өндәшә, үҙе уңайһыҙлана ине буғай. – Мин һиңә асыуланмайым да инде.
– Алманым, сумкамды бирмәйем, – Ринат кластан сығырға уҡтала башланы. Шул арала Марат менән ике малай уны тотоп алды ла мөйөшкә ҡыҫырыҡланы.
Аптыранған уҡытыусы кластан сығып китте һәм, күп тә үтмәй, физрук Сабир ағайҙы эйәртеп килеп инде.
– Ринатмы ни? Үәт, уғры малай! Хәҙер беҙ уны. – Сабир ағай Ринатты елтерәтеп класс уртаһына һөйрәп сығарҙы. Малай йән көскә тартышты, ағайҙың ҡулын тешләргә маташты. Тибешә башланы. – Ҡара, тешләргә итә, собакы. Тыпырсынма, ҡуян. Хәҙер ошо силғау менән ағасҡа аҫып ҡуям.
Мәрәкә һүҙҙе ишеткән класс гөр итеп көлөп ебәрҙе, ҡайһылары кем уҙарҙан шиғырҙы ҡабатларға тотондо.
– Ҡуян, ҡуян, аҫам да ҡуям.
Марат барыһынан да нығыраҡ һөрәнләй, шырҡылдап көлә. Ҡыҙарған, бүртенгән Ринат һаман сәбәләнде, портфелен ысҡындырманы. Физрук уның башын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырғас, Ринат класс яғына ҡараны. Бер генә күҙ ташланы, барыһы ла шым, өндәшмәйҙәр, тик малайҙың күҙенә Гөлнур ғына салынды. Ҡыҙыҡай ирендәрен тешләп, аҫҡа ҡарап ултыра. Ринаттың ҡапыл хәле бөттө, портфелен ысҡындырҙы, быуындары бушаны, ҡолаҡтары шауланы.
Портфелде тартып алдылар, Ринатты ысҡындырҙылар, шуны ғына көткән малай бәләкәй йыртҡыс һымаҡ бер генә талпынды ла кластан юҡ булды. Ишектең шартлап ябылғаны ғына ишетелеп ҡалды.
– Йә әле, ҡарайыҡ. – Уҡытыусы ағай, портфелде түңкәреп, өҫтәлгә бушатты. Иң тәүҙә "тып" итеп ике кәнфит төштө. Китаптар араһынан аҡ ҡағыҙға уралған төргәк табып алдылар.
– Ошо түгелме?
Тағатып ҡаранылар. Төргәк эсенән йомшаҡ, хуш еҫле ике телем... икмәк сыҡты, тегеләр аптырашып, бер-береһенә ҡарашты. Уҡытыусы апай, үҙе лә һиҙмәҫтән, өҫтәлдең аҫҡы кәштәһен ҡараны һәм... телефонын килтереп сығарҙы.
... Ә был мәлдә Ринат йән-фарман өйҙәре яғына йүгерә ине.
***
Ваҡиғалар көнләп түгел, сәғәтләп үҙгәреп торҙо, Ринат уҡыған мәктәпкә тикшереүселәр йышайҙы, директор бик кәйефһеҙ йөрөй, хатта ҡайһы ваҡыт уҡыусыларҙың көлгәне ишетелмәй, шаярғандары күренмәй. Берәүҙәр мәғариф идаралығын ғәйепләһә, икенселәр Ринатты әрләй. Шул инде, тиҙәр күптәр, ике һыныҡ икмәк өсөн дә тауыш күтәрмәһәләр... Ана, миллиардлап урлағандарға бер яза ла юҡ. Хатта кемдер ике һыныҡты күбәйтеп, тотош бер икмәк икән, тип тә һөйләгән. Шуныһы ғына мәғлүм, эш күләмдә түгел. Ринат үҙе йонсоу, ә ҡустыһы ас булған.
Атаһы менән әсәһен хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү мәсьәләһе ҡаралды, Ринатты интернатҡа ебәрәләр икән, тип тә һөйләнеләр. Эйе, барҙылар, ләкин бик тиҙ кире ҡайтарҙылар. Сәбәбен үҙегеҙ беләһегеҙ – “балыҡ тотҡандарҙы” унда яҡын юллатмайҙар. Тик малай был хаҡта белмәй, сөнки бында яҡшы, ашаталар, ҡарайҙар, мәктәпкә йөрөргә лә була. Бында тигәнебеҙ – социаль приют тип атала һәм үҙенә ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе, ире рәнйеткән ҡатындарҙы һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы һыйындыра. Шунда беҙҙең Ринат та урындағы ҡаҙна иҫәбенә көн итә. Был хаҡта бәлки артабан һүҙ булыр.
Телефон ҡапыл шылтыраны. Атаһы шылтырата икән:
– Улым, ҡайтып ет, әсәйеңде больницаға алып китәләр. Оҙатып ҡалайыҡ, – тине иламһырап.
Еңел генә әйтә, “ҡайтып ет”. Аҡсаһын да табырға кәрәк бит әле. Ярай, аҡсаһы ла булыр, автобусы бармы икән һуң? Приют мөдиренә ғариза яҙғансы, уныһы килгәнсе, аҡсаһын тапҡансы ярты көн үтеп тә китте. Бында таныштары бар. Береһе 100 һум, икенсеһе 50 һум һонғайны, юллыҡ аҡса ла булды. Күстәнәс-маҙар алып торманы, ҡунаҡтан ҡайтып килмәй бит. Аҡса ла эшләп йөрөмәй, Азат ҡустыһы ла өйҙә юҡ. Әйткәндәй, ҡустыһын теге ваҡыт уҡ үҙе һымаҡтар эргәһенә, ярҙамсы мәктәпкә, урынлаштырҙылар. Ринат белә, ҡустыһына унда оҡшамай. Һағына, ҡайтҡыһы килә. Барған һайын, көс-хәл менән айырылашалар, шуға, күренмәүең хәйерле.
Ике сәғәт тә үтмәне, өйөнә ҡайтып етте. Атаһы, һәр ваҡыттағыса, ҡыҙмаса, һүгенә-һүгенә кемделер әрләй. Был юлы күберәк кейәүе Таһирға эләгә. Уныһы ла бер ҡомһоҙ, эшем эйәһе инде. Йүнләп ҡарамағас, һыйыр ятып үлгән. Ярай, бысаҡлап өлгөргәндәр. Юғиһә, әрәм булыр ине. Аталары һуҡмыш баштан итте һатыу менән шөғөлләнеп ҡараған да, айныҡ кеше башҡара алмағанды, иҫеректең нисек ҡулынан килһен инде, ярай әле, Таһир кейәүе килеп сыҡҡан һәм ярҙам итергә теләк белдергән. Таһирмы һуң инде ағай-энегә ярҙам итә торған кеше? Итең ябыҡ, алыусы юҡ, тип әллә күпме алдаштырып йөрөнө. “Бурысҡа өләштем, юҡҡа ҡатнаштым”, – тип зарланды. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, әле һаман аҡсаһын бирмәгән икән. Ҡыҫҡаһы, һыйыр һынлы һыйыр һатыуҙан быҙау хаҡы ла сыҡманы. Килгән-киткәндә кейәүҙәре ҡайнағаһына күпмелер аҡса тоттороп, арзанлы араҡы эсереп, уныһына ҡиммәт хаҡ ҡуйып әле һаман мутлашып йөрөй. Әллә кемдәр түләй, тиме шунда...
Әллә түләй, әллә алдаштыра инде.
– Бына, әсәйеңә ҡағыҙ бирҙеләр, район дауаханаһына һалырҙар. Үҙең алып барып, оҙатып ҡуй, хәлен белеп йөрө! Әсәйең бит ул! Һуңынан үкенерлек булмаһын! Иртәгә бергәләп китерһегеҙ инде. Мин яңғыҙ ҡалам, – тип хатта илап ебәрҙе.
***
Ринат хәҙер көн дә дауахана юлын тапай. Малайҙың, үҙегеҙ беләһегеҙ, егәрле икәнлеге күптән мәғлүм. Бында эше лә табылып тора. Үҙен мәктәптә лә яратып өлгөрҙөләр. Иртән иртүк мәктәпкә барып ултыра, унда ашаталар, ҡайтыуына әпәт аш көтөп тора. Шунан һуң ҡала буйлап сыға Ринат, ваҡ-төйәк эш эҙләй. Бер мәл урындағы баҙарға эйәләшеп алды. Үҙенән тыш тағы ла бер 5–6 малай тегендә-бында йомош-юлға йөрөй, үҙҙәренсә ярҙам итә. Ә бында Ҡафтау аръяғынан килгән алыпһатарҙар байтаҡ. Күберәк еләк-емеш һаталар, аҡсалары ла мул. Әле самай ҡауын-ҡарбуздың өлгөргән сағы, халыҡ та күп, берәмләп тә, унарлап та, тоҡлап та алалар. Эшләһәң, табыла бит инде, Төштән һуң килгән малайҙар тегеләрҙең йомоштарын үтәп байтаҡ аҡса алып ҡайта. Хәйер, байтаҡ, тиһәң, мул булыр ул. Бындағылар өсөн 100 һум да, 50 һум да – ҙур дәүләт.
Малайҙар, эш юҡ, тип ҡайтырға йөрөйҙәр ине, ҡарбуз тейәгән бер “фура” килеп туҡтаны. Машинаһынан саҡ ҡына бәләкәйерәк водитель төштө һәм үҙ телендә нимәлер һөрәнләне. Күренеп тора, ябай водитель түгел. Шуғамылыр, эргәһенә эркелешеп йыйылдылар. Ринат, бәлки берәй эш килеп сығыр, тигән ҡиәфәт менән әлегә ҡабаланмай, бер аҙ көтөргә булды. Ҡалала уның һымаҡ малайҙар күп түгел, шулай ҙа, бар икән. Әрһеҙләшеп, һәр эшкә тотонорға әҙер икәнлеген күргәс, йәштәштәре лә, бындағы алыпһатарҙар ҙа Ринатҡа ышаныс менән ҡарайҙар. Хатта бер мәл ҡаланан төшкән бер-ике асарбаҡ, малайҙарҙың эшен тартып алып, үҙҙәрен ҡыуырға самалағайнылар, сауҙагәрҙәр быға юл ҡуйманы. Хужаларға берәҙәктәрҙең алам-һаламға кейенеүе, ҡулдарын түгел, биттәрен дә йыумауҙары оҡшаманы. Хәҙер халыҡ таҙалыҡ ярата, улар бушатҡан ҡарбузды кем һатып алһын?
Тегеләр, үҙ-ара күпмелер һатыулашҡандан һуң, “фура”ны бушатырға булдылар. Унлап малай йыйылып, ваҡ-төйәк “Газель”дарға тултыра ла башланылар. Үҙҙәре үлсәгәс, малайҙар күпме бушатҡандарын белмәйҙәр. Барыһы менән дә бригадир һымаҡ бер етәкселәре идара итә. Ҡара мыйыҡлы оҙон ағай, былай малайҙарға иғтибарлы, ҙур бысағын сығарып ҡарбуздарҙы телеп тә ебәрә, малайҙарға берәмләп тоттороп сыға. Ҡайһы ваҡыт исемдәрен дә һораша. Ринат шуға төшөндө, ошо бригадирға яҡыныраҡ булырға кәрәк. Ул эш бирһә, була, әгәр оҡшатмаһа, яҡын да юлатмаясаҡтар.
Ҡарбузды күпмелер бушатҡандан һуң эште ҡапыл туҡтаттылар. Бригадир һыҙғырыуға, эргәһенә малайҙар йыйылды. Ул бармаҡтарын төкөрөкләп, йөк бушатыусыларҙың һәр береһенә икешәр йөҙлөк тоттороп сыҡты. Малайҙар ҡәнәғәт ине, ҡара әле, әҙ генә эшләнеләр, шул тиклем бирҙе лә ҡуйҙы. Улай ғына түгел әле, берәр ҡарбуз алырға ҡушты. Малайҙар кеҫәләренә аҡсаларын йәшереп, ҡарбуздарын ҡосаҡлап, туҡталышҡа ашыҡты. Ринат ҡарбуз һайлағансы, эргәһенә тағы ла бригадир килде һәм көтөп торорға ҡушты. Бәй, эш бөттө, тағы нимә кәрәк икән? Бригадир:
– Маладис, егет! Һин миңә оҡшайһың! Исфаханда минең һинең һымаҡ улым үҫә, һиңә улым һымаҡ ҡарайым. Иртәгә килә алаһыңмы?
– Төштән һуң киләм, – тине Ринат.
– Сәғәт өстән ҡалма! – тине тегеһе.
Ринат:
– Икенән һуң килә алам, – тине.
– Ярай, мин һине икенән һуң көтәм.
Ринат ашығып, туҡталышҡа барһа, иптәштәре китеп бөткән, теге ике асарбаҡ ҡына ултыра. Береһе малайҙы күреү менән:
– Ана, беҙҙең ҡарбуз килде, – тип икенсеһенә өндәште.
– Беҙҙең ҡарбузды бир! – тип һикереп торҙо уныһы.
Ринатмы һуң инде уларға тоттора торған кеше? Күҙ асып, йомғансы, ҡарбузын ҡыҫып тотто ла, машиналар араһына кереп юғалды. Ул арала булмай, Ринат, тип өндәштеләр. Ҡараһа, бригадир тора:
– Ринат, нимә булды? – тип һораны.
Нимә тип әйтһен, асарбаҡтар ҡарбузымды талай, тиһенме? Мәктәптә уҡығанда ла Мараттың ошаҡлашыуҙарынан миктәгән малай ундайҙарҙы яратмай. Өндәшмәне. Шул ваҡыт теге ике асарбаҡ йүгерешеп килеп сыҡты һәм бригадирҙы күргәс, ҡурҡыштарынан шул ыңғай юҡ булдылар. Хатта бригадир үҙе көлөп ебәрҙе:
– Ҡарбузыңды талап алырға итәләрме ни? – тине ул көлөп. – Ҡалағамы? Әйҙә, беҙгә ултыр! Ҡайҙа тиклем бараһың?
Юл ыңғайы ҡайҙа уҡыуын, ғаилә хәлен һорашып барҙы. Ағай Ринатты дауахана эргәһендә үк ҡалдырып китте. Әсәһе эргәһенә оло-ҡара ҡарбуз тотоп килеп кергәс, ҡыуаныуын күрһәгеҙ!
– Бына, улым ҡарбуз килтергән, – тип телеп, һәр береһенә өләшеп сыҡты.
Ринат һыуһағайны, үҙе лә ашаны. Ҡараңғы төшмәҫ борон приют яғына ыңғайланы. Малай мәктәбен, класташтарын һағына. Былай Гөлнур менән көн һайын телефон аша һөйләшеп, хәл белешеп тора, ҡулынан килгәнсә, дәрестәренән дә ярҙам итә. Шулай ҙа телефон аша ғына ярҙам итеп булмай шул, эргәһендә ултырып, бер-береңдең күҙенә ҡарап аралашыуға етәме һуң инде? Ринат әле бәләкәй, һағыныуҙың нимә икәнен белмәй, күңеленән юҡһыныуын, күрергә теләүен һиҙә.
***
Әмәлгә ҡалғандай, быйыл көҙ иртә килде. Һыуыҡтар башланды, оҙаҡ ҡына ямғыр яуып алды. Приюттан – мәктәпкә, мәктәптән яңынан приютҡа, аҙаҡ – дауаханаға, баҙар араһында ямғырҙан күшегеп, йүгереп йөрөгән малайға бик аҙҙар ғына иғтибар итте. Ринат – тырыш, аҡыллы малай – “4”-“5”-кә генә уҡығас, тәртипле булғас, ҡайҙа һораһа ла, ебәрҙеләр. Ана бит, әсәһе дауаханала ята, көн һайын Ринат уға барып етергә лә өлгөрә. Ярай, Азатын да матур ғына урынлаштырҙылар. Кем белә, бәлки уныһы атлап та китер. Ә бына атаһына ышаныс юҡ. Баҙарға килтереп, һыйырын да һата алмаған кешенән нимә көтәһең инде? Хәйер, аҡса ҡулына эләкһә лә, барыбер эсеп бөтөрөр ине.
Ринаттың әсәһе тәҙрә тупһаһына һөйәнеп, ямғырҙан күшеккән ағастарға ҡарай. Һап-һары ҡайын япраҡтары, алтын япма һымаҡ, ерҙе ҡаплаған. Кем йүгереп килә ята унда? Эй, Ринат бит, уның улы! Ҡулына тоҡсай тотҡан бит әле, күстәнәс килтерәйем, тиҙер инде. Ринат килеп тә керҙе, әсәһенә күстәнәстәре менән тоҡсайын тотторҙо ла, сығып та йүгерҙе. “Баҙарҙа иптәштәрем көтә”, – тигән була...
Теге, бригадир тигәндәре, Роман, давай, давай, тип көтөп тора. Ҡарбуз бушатыу анһат эш түгел, ныҡ тоторға кәрәк. Еүешләнгәс, ҡулдарҙан шыуып сығырға ғына тора. Әгәр төшөрөп ярһаң, үҙеңә түләргә тура килә. Ринат ныҡ тотондо. Әле уның ҡулынан бер ҡарбуз да ысҡынғаны юҡ. Был эш ваҡ, әҙ түләйҙәр, ололар бик тотоноп бармай. Ана, малай-шалайға ҡушығыҙ, тиҙәр ҙә ҡуялар. Ә малай-шалай шуны көтөп кенә тора. “Камаз”ды бушатып бөтөп киләләр инде. Роман үҙенең эргәһенә Ринатты саҡыртып алды һәм келәттең теге башындағы бүлмәһенә саҡырҙы:
– Һин, малай, ышаныслы күренәһең, – тине ул ауыр ҡулдарын Ринаттың елкәһенә һалып. – Мин һиңә эш тәҡдим итәм. Бына, тоҡто күрәһеңме, ҡара. Эре һыҙатлы тоҡ, һары төҫтә. Ошо тоҡ һымаҡ, төптән өсәү сығасаҡ. Унда нимә икәнлеген беләһеңме?
– Белмәйем, Роман ағай, – тине Ринат.
– Белмә! Белеүең кәрәкмәй. Ҡамыштар менән бергә һыпырып алып, бынау тимер йәшниккә һалаһың. Ҡара уны, бынауһына һалаһың, бутап ҡуйма!
Ринат – тыңлаусан малай. Ринатҡа ышанысты яуларға кәрәк. Тоҡ эсендә нимә икәнлеге уны ҡыҙыҡһындырмай. Роман ағай: “Мин һиңә ышанам”, – тине. Ринат уның ышанысын аҡлаясаҡ.
Тап шулай булды ла. Теге оҙонса тоҡтар килеп сығыу менән, Ринат уларҙы, ҡамыш менән бергә, күтәреп алды ла, теге тимер йәшниккә илтеп тә һалды. Шунан, кире менеп, тағы ла соҡондо. Бәлки тороп ҡалғандыр. Төшөүенә, теге йәшник юҡ ине. Роман эргәһенән үтеп барғанда, арҡаһынан һөйөп үтте:
– Маладис, егет! Һинең менән ат урларға була, – тине.
Ҡайтыр алдынан малайҙарға аҡса тотторҙолар. Ринат үҙенә бирелгән 100 һум эсендә тағы ике йөҙәрлек күреп, телдән ҡала яҙҙы. Был байтаҡ аҡса ла инде! Роман арҡаһынан тағы ла яратты:
– Иртәгә тағы кил, иртәгә һуң да көтәм. Башҡаларға эш булмаһа, булмаҫ, һиңә эш һәр ваҡыт буласаҡ, – тип ышандырҙы.
Тышта ямғыр ҡоя. Был ямғыр ғына нимә инде ул, кәйеф күтәренке, кеҫәлә 300 тәңкә аҡса бар, әсәһенә берәй нәмә алып барырға кәрәк ине. Мәктәптә уҡып йөрөгән малайға күп кәрәкме инде, Ринат дәртләнеп туҡталышҡа йүгерҙе.
Ҡайтыуына уны юллап, мәктәп директоры килгән икән.
– Һине алып ҡайтырға ҡуштылар, – тине Әнүр ағаһы. – Әйберҙәреңде йый, хәҙер ҡайтып китәбеҙ.
Нисек ҡайтырға? Уның бит бында әллә күпме эше бар. Ә әсәһен кем ҡарай? Ринат ҡайтырға риза, ауылын, класташтарын, мәктәбен һағынып та өлгөрҙө. Ә әсәһенең хәлен кем белеп торор? Директор, приют мөдире менән оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң, шундай фекергә килде: малай әлегә бында ҡаласаҡ. Әсәһен дауахананан сығарғанда, ул әсәһе менән бергә ҡайтасаҡ.
Ике-өс көндән Ринат дауаханаға барыуға, уны табип көтөп тора ине.
– Әсәйеңде мин дауалайым, – тине ул төшөнкө генә итеп, – бер ҙә алға китеш тойолмай. Бына, яңы дарыу сыҡҡан, ул Өфөлә бар, тик бик ҡиммәт. Атайың менән һөйләш, аҡса табығыҙ, һатып алығыҙ. Тик тиҙ кәрәк. Ошо аҙна-ун көн эсендә хәл итеп ҡуйһағыҙ, әсәйеңде дауалап буласаҡ.
Ринат дарыу яҙылған ҡағыҙҙы тотоп, иң тәүҙә Таһир еҙнәһенә йүгерҙе. Уныһы, әйтерһең, Ринатты көтөп кенә торған:
– Әйҙә, минең менән, баҡсаға барабыҙ, бынау ҡайнатмаларҙы, ҡыярҙы, помидорҙы баҡса баҙына бушатырға кәрәк. Өҫтән биреп торорһоң, мин аҫтан алып торормон, – тине. Юл буйына аҡса тураһында һөйләне. Белеп тора инде Ринаттың аҡса юллап килгәнен, һиҙә.
– Мәңге бәйләнерлек кеше түгел икәнһегеҙ, – тине малайға Таһир еҙнәһе. – Атайың аҡса һорап йөҙәтә, әсәйеңә нимә ҡалмаған, дауаханала һоранып ята, хәҙер һин килгәнһең. Оят түгелме һеҙгә, шул аҡсаны ла таптыраһығыҙ? – тип һөйләнде лә һөйләнде. Ринаттарҙың һыйырҙарын һатҡандан сыҡҡан аҙмы-күпме аҡса тураһында әйтә инде.
Баҡсаһына барып еттеләр, ҙур ғына өй. Ситтән ҡараһаң, мөгәрәбе барлығы ла һиҙелмәй. Ә мөгәрәптең эсе туп-тулы ҡайнатма ла, ҡыяр ҙа, помидор. Бер мөйөштә, өйөлөп, кишер ята, мөгәрәп эсе тулы картуф, ә еҙнә кеше, аҡса юҡ, тип зарлана. Ошо аҡса түгелме ни? Балалыҡ аҡылы менән Ринат та аңлап тора, һатыр өсөн эшләгәс, баҙарға сығарып һат та, бурысыңды кире ҡайтар. Аңламай еҙнәһенең хәлен Ринат. Һорарға ла шикләнеп тора. Еҙнәһе нисек аңламаһын, әсәһенең ауырығанын белә, тиҙ арала дарыу кәрәк. Бөгөн булмаһа, иртәгә кәрәк. Дауаханала әйттеләр бит, һуңларһығыҙ, аҙаҡ аҡсағыҙ булыр, ләкин дарыуығыҙҙың кәрәге булмаясаҡ, тинеләр. Ҡайтырға сыҡҡайнылар, берәү мискә сығарып ташлаған, еҙнәһе ҡомһоҙ инде, шул тишек мискәне баҡсаһына кереттереп ҡуйҙырҙы. Шулай ҙа, Ринат батырсылыҡ итте:
– Еҙнә, ә ниңә быларҙы сығарып һатмайһың? – тине.
– Аҡылың алтын икән! Хәҙер һатһаң, хаҡы юҡ, ә Яңы йылдан һуң, яҙға табан, ҡиммәтләнәсәк. Һин, ҡәйнеш, уйлайһың инде, еҙнәм бер ҡатлы, бушҡа өләшеп сыға ла, ваҡ-төйәк аҡсаға бурысын түләй, тип. Моғайын, атайың әйткәндер. Ул алкашҡа, күпме бирһәң дә, етмәҫ. Әйтеп ҡуй, аҡса булғас та, ҡайтарам, ә әлегә аҡса юҡ, – тип кеҫәһенән ун һум алып тотторҙо ла, малай менән хушлашты.
Ринат йүгерә-атлай баҙарға барып еткәндә ҡапҡа аша аҙаҡҡы һатып алыусылар сығып килә ине. Ул арала булмай, үҙен Роман күреп ҡалған:
– Ринат, кил әле бында, тип саҡырып алды ул. Бына һиңә тоҡсай, бына адрес яҙылған. Ҡайтышлай, фатирына инеп, ҡалдырып сығырһың. Ишек шаҡыма, ҡыңғырауға өс тапҡыр баҫып ҡына ал. Ә аҡсаһын иртәгә бирермен. Ҡара уны, һаҡ бул! Йорт тирәһендә полиция машинаһы, йә полицейский-маҙар күренһә, ҡалдырып торма, үҙең алып ҡайт! Һөйләштекме?
– Һөйләштек.
***
Ринат үҙен ышаныслы тоя. Ул бит бәләкәй, уға кем иғтибар итһен? Ә был тоҡсайҙа нимә? Күстәнәс-маҙармы икән?..
Ә аҡса таба алманы. Әсәһе лә аҡса көтә. Әсәһе нимә әйтһен инде, Таһир еҙнәйеңә тағы бер барып ҡара, тип кенә өндәште. Ә Таһир бурысын ҡайтарырға һис тә ҡабаланмай.
Ринат адрес буйынса килеп, тәүҙә йортто урап сыҡты, бер аҙ ултырып хәл алған булды, тирә-яҡты күҙәтте, шунан һуң ғына ҡағыҙҙа күрһәтелгән фатирға йүнәлде. Ҡыңғырауға өс тапҡыр баҫыу менән, тимер ишек ауыр шығырҙап асылды, һәм һаҡал-мыйыҡлы бер баш күренде. Иң тәүҙә тирә-яҡты байҡаны, шикле бер нәмә лә күренмәгәс, тоҡсайҙы тартып алды, һәм ишек шығырҙап ябылды.
Бына һиңә мә, ҡара һаҡалтайҙы, рәхмәт тә әйтмәне! Малай йүгереп приютҡа ҡайтып китте. Иртәгәһен йәйәүләп баҙарға йүгергәндә ҡайнатма, тоҙло помидор, ҡыяр һатҡан әбей-һәбей янында туҡталды, хаҡтарын белеште, һис тә арзан түгел. Әбейҙәр хаҡты тота белә. Бына, бер һауыт ҡыяр – 150 тәңкә. Унауҙы килтереп һатһаң, мең ярым. Ә Ринатҡа дарыу һатып алырға 9200 һум кәрәк. Үткән-һүткән береһе лә буш ҡул менән йөрөмәй, нимә булһа ла һатып ала. Бәлки еҙнәһенә әйтеп ҡарарғалыр? Юҡ, туҙыныр ҙа китер. Йүнләп һөйләшә торған кешегә оҡшамаған.
Баҙарға килһә, йылмайып, Роман ағай көтөп тора:
– Ну, минең йәш дуҫым, бир әле биште, һин бит ҙур эш башҡарҙың! Кешегә һөйләп йөрөмә! Шым ғына, егеттәр генә башҡара торған эштәр була, һин беренсе һынауҙы уңышлы тапшырҙың, улым, ҡара уны, һаҡ бул! Дошмандар беҙҙән күҙ яҙлыҡтырмай. Миңә ярамай, мин – ситтән килгән кеше. Ә һин бында – хужа. Үҙеңде хужа итеп тот! – тине лә кеҫәһенән, ыһ та итмәй, 500 һум аҡса тотторҙо. Ринат шатлығынан ирҙе ҡосаҡлап алды:
– Рәхмәт, Роман ағай!
– Әле тағы буласаҡ. Көтөп йөрө, – тине Роман.
– Ә бөгөн эш бармы? – тип һораны малай.
– Һиңә эш һәр ваҡыт буласаҡ, улым, – тине тегеһе. – Әйҙә, бынау келәттең ошо мөйөшөн йыйыштырып ҡуй – 100 тәңкә һинеке. Етәме?
– Әлбиттә, етә. Малай, ҡыуанып, эшкә тотондо.
Эштәр бара, Ринат дәртләнеп, осоп-ҡунып йөрөй. Ул арала Роман ағайҙың заданиеһы буйынса тағы бер адрес буйынса барып килде. Иртәгә тағы бер нөктәне хеҙмәтләндерергә кәрәк. Ринат, берәү ҙә күрмәй, һиҙмәй, тип уйлай ине, һис тә улай булмаған икән шул. Ошонда “Сыйылдаҡ” ҡушаматлы бер егет бар. Үҙе Ринаттан күпкә өлкән. Кейенеп йөрөүенә ҡарағанда, эштән бигерәк, ошонда эшләгән кешеләрҙең, асарбаҡтарҙың йәшәү рәүеше ҡыҙыҡһындыра ине, шикелле. Килә лә:
– Һин кем әле? Исемең нисек? Бында ҡайҙан килеп эләктең? – тип төпсөшә башлай.
Бөгөн дә саҡырып алды ла:
– Һиҙеп торам, малай, һиҙеп торам. Бер ҙә йәшенә белмәйһең. Тамам Романдың көсөгөнә әйләндең дә ҡуйҙың. Ул ярата һинең һымаҡтарҙы. Ҡустым, һинең һымаҡтар – уның иң яратҡан ҡорбаны. Бына ит һаталар, күрәһеңме? Быҙау ите менән ҡарт һыйыр ите араһында айырманы беләһеңме? Белмәйһең. Ярай, төшөндөрәм. Юғиһә, минән башҡа аңлатыусы табылмаҫ. Быҙау ите ауыҙҙа эреп тора, тешең дә кәрәкмәй. Саф, хуш еҫле. Ә бына был ҡарт һыйыр донъяла нимә генә күрмәгән. Майы – һап-һары, ите – ҡаты. Уны сәйнәр өсөн, алмас булмаһа ла, тимер тештәр кәрәк. Һине әле ҡылған эштәрең өсөн, бер һоғоноуҙа йотоп ҡуясаҡтар. Шуның өсөн һине тоталар, белеп тор.
– Ағай, минән һеҙгә нимә кәрәк? – тип һорарға башы етте малайҙың.
– Һорауың миңә оҡшай, – тине ысынлап та сыйылдап. – Романдан алған хаҡтың яртыһын минең менән уртаҡлашаһың. Әгәр уртаҡлашмаһаң, ана, полицейский йөрөй, күрәһеңме? Барҙым, әйттем, төрмәгә ябып ҡуясаҡтар, үҫмерҙәр өсөн колонияға оҙатасаҡтар.
Ринатҡа ларекка ҡарбуз ташырға ҡушҡайнылар. “Эшем күп, аҙаҡ һөйләшербеҙ”, – тип китеп барҙы һәм шунда уҡ Роман эргәһенә кереп, “Сыйылдаҡ”тың уны ҡурҡытырға теләүе тураһында һөйләп бирҙе.
– Ҡара һин уны, – тине Роман аптыранып. – Мин уны эшләй, тип уйлаһам, ул бында мәғлүмәт йыйып йөрөй икән. Уның хаҡында әйткәйнеләр миңә, мәктәптән ҡыуылған, тип. Һин уға иғтибар итмә, бер сараһын күрербеҙ.
Сараһын күрҙеләр. Бер көн иртән килһә, Роман һәйбәт кенә кәйеф менән йөрөп ята. Ринатты күреп ҡалды ла:
– Кил әле бында, – ти. Ринат, эш ҡушалыр, тип эргәһенә барһа, – “Сыйылдаҡ”ты күрмәнеңме? – тип һораны.
– Юҡ, Роман ағай, күрмәнем, – тине малай тирә-яғын байҡап.
Бригадир малайҙы үҙенә тартты һәм һары тештәрен ыржайтып:
– Башҡа күрмәйәсәкһең, – тине һәм ҡурҡыныс итеп хахылдап, көлөп ебәрҙе. Ә кисен, таралышыр алдынан, малайҙарҙың нимәгәлер борсолоуына иғтибар итте Ринат.
– Әллә берәй нимә булдымы? – тип һораны ул.
– Һин ишетмәнеңме ни? – тине малайҙарҙың береһе. – Сыйылдаҡ һыуға батып үлгән.
– Унда нисек барып сыҡҡан ул?
– Бына шулай, көндәр һыуынғас, һыу инергә теләгән дә, һыуға сумған. Так что, алдыңды-артыңды ҡарап йөрө.
Ринат әлегә бәләкәй, ул һүҙҙең нимә хаҡында барғанын аңлап та бөтмәй. Һуңынан, иң аҙаҡҡы сиккә еткәс, уның үҫмер хәтерендә элек күргәндәре, ишеткәндәре, кисергәндәре, кино кадрҙары һымаҡ, күҙ алдынан үтеп китәсәк һәм ул шуға төшөнәсәк, өлкәндәр үҙҙәренең ҡомһоҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн иң тәүҙә бер ҡатлыларҙы – ышанып, алданып барғандарҙы – файҙаланасаҡ, кәрәктәре бөтһә, шунда уҡ сығарып ташлаясаҡ һәм онотасаҡ, хатта бер ваҡытта ла иҫкә лә төшөрмәйәсәк.
Малай әле был хаҡта уйламай. Уның маҡсаты бер генә – уға тиҙерәк аҡса табырға һәм дауаханаға алып барырға кәрәк. Шуға Роман ағайҙың сираттағы заданиеһын ул ҡыуанып ҡабул итте һәм йүгерә-атлай билдәле адрес буйынса йүгерҙе. Ә күңелдәге калькулятор көндәрҙең кәмеүен һәм аҡсаның аҡрынлап артыуын күрһәтә. Аҡса аҡрын йыйыла. Әле – 2300 һум. Тағы ла 7 мең кәрәк. Роман ағай әшнәләре менән бая эсеп ултыра ине. Тоҙло ҡыяр ярата икән. Үҙе аҡтарып-аҡтарып сәйнәй. Береһен малайға һондо. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡыяр оҡшаманы малайға. Бигерәк тоҙло. Ә Таһир ағайҙың подвалындағылар нисек икән? Эх, бер ҡыярын тәмләп ҡарағанда. Әллә үҙе сығарып һатып ҡараһынмы икән? Бынауы, Роман ағай, моғайын, һатып алыр ине. Әйтеп ҡарағанда, нисек булыр ине икән? Ағай үҙенең кешеһе итеп күрә, юл сатында ҡыяр-помидор һатып ултырған әбейҙәр түгел инде. Ринат уйланып килә торғас үҙе эҙләгән йорт урынлашҡан урамға килеп етеүен дә һиҙмәй ҡалды. 35-се фатир урталараҡ урынлашҡандыр, тип ышаныслы ғына атлап барғанда өйҙөң был яҡ башында полицейский машинаһы ултырғанын күрҙе һәм тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Туҡта, Роман ағай нимә тип әйткәйне әле? Малай, үҙе лә һиҙмәҫтән, шунда уҡ йорт эргәһенән ситкә атланы һәм эргәләге ағастар араһына кереп юғалды. “Туҡта!” – тип ҡысҡырғандары ишетелде, малай эләгеп йығылды һәм ятҡан урынында шым ҡалды. Эргәһенән, лап та лоп баҫып, ике кеше йүгереп үтте, һөйләнә-һөйләнә кире килделәр. Ринаттың бәләкәй йөрәге, килеп сығырҙай булып, дөп тә дөп килә. Берәүһе икенсеһен әрләй, уныһы аҡлана. Нимә ти инде?
– Бәләкәй генә малай. Унан ниндәй курьер сыҡһын?
Ары атлап, үтеп киттеләр. Ринат аҡрынлап торҙо ла, мөмкин тиклем күренмәҫкә тырышып, йорттар араһына инеп юғалды.
Приютҡа ҡайтып, ашарға кергәйне, ашнаҡсы апай асыуланып:
– Ҡайҙа йөрөнөң? Бысранып бөткәнһең? – тине.
Өҫтөнә ҡараһа, батҡаҡланып бөткән икән. Аҙаҡтан саҡ таҙартып алды. Ринат белә, ашнаҡсының уға дәғүәһе бар. Аҙ түләйҙәр, етмәһә, көн һайын, иртән дә, төш тә, кис тә бынау малайҙы ашатырға тура килә. Кискә, мәҫәлән, сәй эсһә лә ярай ҙа бит, юҡ, картуф йә бутҡа бешерергә ҡушалар. Шулай итеп, асыуын йыш ҡына малайға төшөрөп ала.
Иртәгәһен Ринат уҡып бөткәс, ашап та тормайынса, баҙарға йүгерҙе. Был тоҡсайҙы тапшырып, ҡотолорға кәрәк. Юғиһә, бәләгә тарыуыңды көт тә тор. Килһә, Роман юҡ, берәү ҙә белмәй. Аптыранып, ишеген шаҡып ҡарайҙар. Юҡ, бөгөн күренмәгән. Ринат аптыранып, тоҡсайын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, баҙар буйлап ике-өс тапҡыр үтте. Шулай байтаҡ йөрөнө малай. Юҡ, хужа күренмәй. Тоҡсайҙы, ышандырып, үҙе алды. Ташлап китеп тә булмай. Бәлки ул бик ҡиммәттер.
Баҙарҙан Ринат ҡайтырға ыңғайлаһа, иҫке генә бер “Жигули” килеп туҡтаны, һәм унан Роман килеп сыҡты. Малай, ҡосаҡлап алырҙай булып, уға ҡарай атланы. Тегеһе уға асыулы ҡарап:
– Миңә яҡын килмә! – тип ыҫылданы һәм ситкә атланы.
Нимә булды икән?
***
Тоҡсайҙы ҡайҙа ҡуйырға? Ринат, тоғро малай, тоҡсайҙан бигерәк, уның эсендәге әйбер өсөн борсола. Бер мөйөшөн саҡ ҡына һүтеп, еҫкәп ҡарағайны, бер нимә лә тойолмай, тәмәкегә оҡшаған, ваҡланған әйбер инде шунда. Ринат тәүәккәлләне. Тоҡсайҙы ташлап китеп булмай, һорап килеүҙәре бар, еҙнәһенең баҡса өйөнә алып барып йәшерергә кәрәк!
Малай оҙаҡ уйлап торманы, баҡсаға илтеүсе автобусҡа ултырып, шул яҡҡа ыңғайланы. Ә ямғыр яуа ла яуа. Һалҡын автобус эсендә тәҙрә аша бер ни ҙә күренмәй. Туҡталыштан һуң байтаҡ атларға кәрәк бит әле. Курткаһы аша һыу үтә башланы, ярай, тоҡсайын ҡуйынына тыҡты. Еүешләнеп ҡуймаһын тағы. Өйгә барып еткәс, ҡойма аша һикереп төштө лә, солан ҡыйығындағы бер шиферҙы алып, эскә төштө һәм өй эсенә инеп, тәүҙә тоҡсайын мейес эсенә тығып ҡуйҙы. Ҡасан кәрәк, шунда килеп алыр. Тик бының өсөн Роман ағаһы менән һөйләшергә кәрәк бит әле. Инде сығырға йыйынғайны, иҫенә төштө: әгәр еҙнәһе килеп мунса яғып, йылынам, тип мейескә яға башлаһа, тоҡсайы харап була бит. Ярай, иҫенә төштө. Тоҡсайҙы кире алып, соланда ятҡан утын араһына тыҡты ла, ваҡ-төйәк утын менән ҡаплаштырып ҡуйҙы.
Ринат тәүҙә дауаханаға барып, әсәһенең хәлен белде. Әсәһе, улын күреү менән:
– Бындағылар дарыуға аҡса һорай. Еҙнәңде күрмәнеңме? Аҡса бирмәйме? – тип һораны. Һораманы, инәлеп-ялбарып үтенде.
Ринат эстән генә һананы: 8 көн ҡалды, әгәр ошо ваҡыт эсендә аҡса таба алмаһа, дарыуҙың кәрәге ҡалмаясаҡ...
Шуға күрә малай, күҙҙәрен ситкә алып:
– Әсәй, аҡса буласаҡ! – тип ышандырыуҙан башҡа һүҙ таба алманы.
Приютҡа ҡайтһа, теге ашнаҡсы апай туҙынып тора.
– Һинең арҡала ҡайта алмайым. Бер кеше өсөн тоталар! Йүнләп аҡса түләһәләр, тағы бер хәл, – тип һөйләнә.
Икенсе көнөнә мәктәптән һуң туп-тура баҙарға барып етте. Ә бындағы хәлдәр бер ҙә ҡыуанырлыҡ түгел икән. Романдың шайкаһына уның көндәштәре ялыу яҙған, депутаттарҙы һөсләтеп ебәргәндәр. Етмәһә, араларында бер-ике насвай ҡулланыусы табылған. Шуларға һылтап, байтаҡ кешене һөрөп сығарғандар. Хатта “Сыйылдаҡ”ты иҫкә төшөрөп, уның яҙмышы, ер туңғас, һыу инеп йөрөүе менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа табылған. Береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ хәбәрҙәр ишеткәндә малайҙың йөрәге өлпөлдәп ҡуйҙы, ҡото осто. Бына, килеп сығырҙар ҙа, ҡулына бығау һалырҙар ҙа, алып китерҙәр һымаҡ тойолдо.
Ринаттың яҙмышы көндән-көн ҡатмарлашты. Иртән үк бер “фура” кереп туҡтаған икән. Малай-шалайҙы шуның ҡауынын бушатырға ялланылар. Тирләп-бешеп эшләп йөрөгәндә малай эргәләренә полицейскийҙың килеүен дә күрмәй ҡалды. Уныһы өндәшмәй генә ҡарап торҙо ла:
– Тәк, был малай ҡайһы мәктәптән? – тип ҡаты ғына өндәште.
– Мин мәктәптән түгел, интернаттан, – тип көс-хәл менән яуап бирҙе Ринат.
– Кил әле бында тиҙ генә!..
Ринат ике лә уйлап торманы, ергә һикерҙе һәм халыҡ араһында юҡ булды. Полицейскийҙың ҡысҡырғаны ғына ишетелеп ҡалды. Шулай итеп, Ринат өсөн баҙарға юл ябылды. Ләкин баҙар мажаралары бының менән генә бөтмәйәсәк. Унда күргәндәре-кисергәндәре малайҙы байтаҡ оҙатып йөрөйәсәк.
Хәҙер Ринат өсөн берҙән-бер юл – Таһир еҙнәһенә барып баш эйеү генә ҡала. Белә еҙнәһенең ҡаты кеше икәнлеген. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән аҙыҡ-түлеген үҙе ашамай, йәғни, үҙ ауыҙынан өҙөп, баҙарға ташыған кешенән тағы нимә көтәһең? Аҡса бит күп тә кәрәкмәй, 5 мең бирһә, артығы менән етәсәк. Сит аҡса ла түгел, үҙҙәренекен ҡайтармай. Күпме көтөргә була һуң?
Ишек төбөндә Ринат күренгәс, йөҙө шунда уҡ боҙолдо, өйгә лә саҡырманы. Аҫтыртын йылмайып, нимәлер һөйләнеп кенә ҡуйҙы. Исмаһам, әсәһенең хәлен һорашһа, әйтер ҙә бирер ине, юҡ, өндәшмәй. Улай ғына түгел, үҙе һөжүмгә күсте:
– Һин тағы аҡса һорап килгәнһеңдер инде. Аҡса буласаҡ. Аҡса бар. Май айында килерһең, байрамдар башланғас. Мин һеҙгә аҡса бирмәйем, тип әйтмәнем бит, бирәм, тинем. Алырһығыҙ.
Ринат уның һүҙҙәрен тыңлай-тыңлай төпкә үтте. Әһә, аҡса юҡ, тигән була, стенка алып ултыртҡан, телевизорҙы яңыртҡан, малайының ҡулында – өр-яңы телефон.
– Бик йәтеш килдең, ҡәйнеш, – тине еҙнәһе. – Әйҙә, кейен, бына, ваҡ-төйәкте баҡсаға илтеп киләбеҙ.
Баҡсаға килеүҙәренә, ҡараңғы төшкәйне. Электр уты янмай, Еҙнәһе бер үҙгәреште лә һиҙмәне. “Жигули”ҙан өй мөгәрәбенә байтаҡ әйбер ташынылар. Хужа фонарь яҡтыртып, мөгәрәп эсендәге байлыҡты барланы һәм күңелле генә көй һыҙғырып, кире килеп сыҡты. Шунан һуң, сыҡҡас, “Жигули”һының тәгәрмәстәренә типкеләп:
– Эй, ҡәйнеш, машинаны яңыртырға ине, килер урын да юҡ, ни һеҙ ярҙам итмәйһегеҙ, – тине.
Нисек ярҙам итмәй? Кем ярҙам итмәй? Һуң, һин ҡайтармаған аҡса ярҙам түгелме ни? Был һүҙҙәр Ринаттың тел осонда тора. Тик меҫкенләнгеһе килмәй. Еҙнәһе – оло кеше – үҙе аңларға тейеш. Әсәһенең хәлен беләме һуң? Белә, бик яҡшы белә. Ләкин ярҙам итергә, ниндәй ярҙам, аҡсаны ҡайтарырға уйламай.
Машина приют эргәһенә килеп туҡтаны.
– Йә, ҡәйнеш, пока, – тине еҙнәһе, малайҙы машинанан этеп тигәндәй сығарып.
– Пока...
Һигеҙ көндөң тағы бер көнөн һыҙып ташларға тура килде. Ете көн ҡалды. Тимәк, ошо көндәрҙә дарыу табам, тигән һүҙ хыял ғына булып ҡала. Ләкин аҡса эҙләү бының менән генә бөтмәне.
Бер көн мәктәптән ҡайтып килһә, ҡаршыһына Роман килеп сыҡты.
– О, минең бәләкәс дуҫым! Ни хәлдә йөрөйһөң? – тип малайҙы ҡосаҡлап тигәндәй алды. – Хәлдәрең нисек? (Малайҙарға күрһәтте) Рәнйетмәйҙәрме?
– Юҡ, юҡ, – тине малай, – бында малайҙар һәйбәт.
– Ярай, шулай булһын, – тине ир һәм, – беҙҙең тауар ҡайҙа? – тип һораны. – Ҡара уны, әгәр юғалтһаң, 100 меңеңде әҙерлә.
– 100 мең? Шул тоҡсай – 100 меңме?
– Эйе, йөҙ мең. Эх, малай... Ата-әсәйең бармы?
– Улар һеҙгә нимәгә?
– Нисек нимәгә? Ә һинең бурысыңды кем түләй? Ҡапсыҡты юғалтҡанһың бит?
– Кем әйтә юғалтты, тип? Юғалтманым.
– Ә ниңә, һине тотманылармы?
– Кем тотһон мине? – малай эре генә теш араһынан төкөрөп ҡуйҙы. – Тауар ышаныслы урында.
– Оһоһо! Бигерәк шәп! Ҡасан килтерәһең?
– Ҡасан кәрәк?
Роман тирә-яғына ҡараны:
– Былай һөйләшәйек: мин ҡасан әйтәм, шул адрес буйынса алып бараһың. Әлегә һиндә ятып торһон. Ышаныслы урындамы?
– Ышаныслы, яңыраҡ ҡына барып, ҡарап килдем.
– Ҡайһы тирәлә?
Был юлы тирә-яғын малай байҡаны;
– Баҡсалар яғында.
– Юл бармы?
– Туҡталышҡа тиклем – бар, артабан – йәйәү. Бер ярты сәғәт көтөргә.
– Һөйләштек.
***
Икенсе көнөнә, төштән һуң, үҫмерҙең күңеле төшөп, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөй ине, Роман ағаһынан “смс”ка килеп төштө. “Бында кереп сыҡ”, – тигән. Ринат аптыраны ла ҡалды. Нисек кереп сыҡ? Полицейский шунда йөрөй, теге ваҡыт малайҙар ҙа, әлегә бик күренмәй тор, тип киҫәткәйнеләр. Ошо хаҡта һорап, үҙе лә “смс”ка ебәрергә мәжбүр булды. “Килеп ет, һуған бушатырға кәрәк” – тип “смс” алып, барһа, бер ниндәй ҙә һуған юҡ, Роман менән теге полицейский күңелле генә итеп сәй эсеп ултыралар. Хәйер, Романдың ҡысҡырып һөйләнеүенә, туҡтауһыҙ көлөүенә ҡарағанда, эскәндәре сәй генә түгел ине, шикелле. Үҫмер килеп ингәс, теге полицейский шунда уҡ һикереп торҙо:
– Ә, ошо малай ҡастымы әле минән теге ваҡыт?
– Ярай, ярай, Миша, тоҡанма, ашыҡмай тор. Был – минең малай, – тип тегеһен ултыртып та ҡуйҙы. – Миша, уға бәйләнмә. Был малай – беҙҙең иң ышаныслы кеше. Был – беҙең киләсәк, беҙҙең өмөт.
– Ярай, улайһа, йөрөһөн. Тик ҡара уны: эсһәң, тартһаң, шунда уҡ бүлексәгә алып барам.
– Ты что? Ысын егет! Эсмәй, тартмай, – тип Роман яҡланы үҫмерҙе.
– Нимәгә саҡырҙығыҙ, Роман ағай?
– Машинаға ултыр. Ишек асыҡ, хәҙер теге тоҡсайҙы алып килергә кәрәк. Ашығыс заказ бар, – тип бышылданы Роман.
Күп тә үтмәй, юлға сыҡтылар. Машинаны юл ситендә ҡалдырҙылар ҙа, ҡар йырып, Таһир еҙнәнең баҡсаһына үттеләр. Барып еткәс, Роман аптыраны:
– Был һинең “малина”мы?
– Юҡ, еҙнәмдеке, – тине малай.
– Ә еҙнәң беҙҙе һатмаҫмы?
– Әлләсе...
– Нисек әлләсе?
– Беҙгә бирәсәге бар, аҡсаны ҡайтармай.
– Тимәк, аҡса ярата. Юғиһә, ҡайтарыр ине. Минең дә бер нисә бурыслы бар, үҙҙәрен тотоп ярырға.
Ринат тиҙ генә кереп, ипләп кенә тоҡсайҙы алып сыҡты. Роман тирә-яҡҡа ҡаранды, йөҙө асылды, тоҡсайҙы ҡуйынына тыҡты һәм:
– Ҡара әле, үҙең тотонмайһыңмы ул? – тип һораны.
– Нисек тотонорға?
– Ярай, белмәйһең, шулай ҡалһын...
Оҙаҡламай, улар яңынан баҙарҙа инеләр.
– Роман, ҡара әле, был малай, һинең блатной түгелме ул? Исемең нисек?
– Ринатҡа теймә! Үтенеп һорайым. Ваҡыты еткәс, ул ошо баҙарҙың хужаһы буласаҡ. Ә беҙ уларҙан эш, ашарға һорап киләсәкбеҙ.
– Был малайға ҡалһа, көнөң бөттө инде, – тип мығырҙаны полицейский, – ятып үлергә генә ҡала. Булмай быларҙан, ышаныс юҡ. Күрерһең әле.
Роман һаман үҫмерҙе яҡланы:
– Ринатҡа теймә, – тине Роман.
– Тәк, тимәк, малайҙың исеме Ринат, – тине полицейский. – Һин беләһеңме, һине бик текә кеше эҙләп йөрөй.
Ринат шунда уҡ һикереп торҙо:
– Әхмәт ағай!
– О! Исеме лә Әхмәт!
Ринат кеҫә телефонын сығарҙы. Гөлнур алты тапҡыр шылтыратҡан. Тегендә баҡсала йөрөгәндә телефонын ҡарамағайны шул. Тиҙ генә шылтырата һалды.
– Ҡайҙа йөрөй минең батырым? – Гөлнурҙың тауышы шат ине.
– Ҡайҙа булһын? Бында мин, баҙарҙа.
– Әле генә булдыҡ, һине юҡ, тинеләр. Ҡаршы ал, хәҙер килеп етәбеҙ.
Ап-аҡ, текә “Тойота”ла килеп төштөләр, атаһы, әсәһе, һеңлеһе. Бер туғандарымы ни! “Ни хәл, һабаҡташ!?” – тип ҡосаҡлап алдылар. Аталары үҫмерҙең күҙҙәренә ҡарап, бер нисә һорау бирҙе: бында ни эшләй, дәрескә йөрөймө.
Алдан мәктәптә булған, күрәһең, директор маҡтап ебәргән. Директор маҡтаны, тигәс, шуны аңланы, Әхмәт ағай үҫмерҙең баҙарҙа ни менән шөғөлләнгәнен асыҡларға теләгән икән.
– Ҡарбуз, ҡауын бушаттыҡ, аҡса кәрәк бит, – тине бер ҡатлы үҫмер.
– Тимәк, аҡса кәрәк. Нимәгә кәрәк инде ул аҡса?
– Әсәйем больницала ята бит, шунда килтерергә ҡуштылар.
– Ә кем ҡушты?
– Дауалаусы табип әйтте. Бер ҙә алға китеш юҡ, ошо дарыуҙы табығыҙ, тине.
– Ҡайҙа, улым, бир әле, мин ҡарайым, бәлки мин табырмын? Әсәйең ҡайҙа ята?
– Апайҙар менән ята.
– Әһә, аңлашылды, тимәк, ҡатын-ҡыҙҙар.., йәғни гинекологияла ята.
Әхмәт ағай ҡағыҙға яҙылған дарыу исемен ҡараны, хаҡын күрҙе һәм аптырап ҡуйҙы.
– Ошо аҙна аҙағына тиклем аҡсаны килтерергә ҡушты, – тип һөйләнеп ҡуйҙы малай.
Гөлнурҙың атаһы уйсанланды, хатта кәйефе төшкән һымаҡ булды:
– Аҡса таптыңмы һуң? – тип һораны. Юҡ, тиһеңме? Күпме кәрәк? Мин ярҙам итә алам.
– Байтаҡ булды инде, – тине малай. Әллә маҡтанды, әллә зарланды.
– Күпме кәрәк? Биреп торам, – тине Әхмәт ағай.
Ошо урында Ринат тотлоҡто. Нимә әйтергә лә белмәне. 5 мең тип әйтһә, бигерәк күп булыр һымаҡ. Үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Б-б... Бер мең, – тине көс-хәл менән.
Ә биш мең, тип әйтергә теләгәйне. Сөнки Әхмәт ағай биргән биш мең Ринаттың әсәһенең ғүмерен ҡотҡарыр, үҙен бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар, оло кешеләр күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙан әрсәләп ҡалыр һымаҡ ине. Был хаҡта малай бик оҙаҡ уйланасаҡ, үкенәсәк, хатта күҙ йәштәрен түгеп илаясаҡ. Ләкин бөгөнгө һымаҡ ярҙам ҡулы һуҙырға теләүсе табылмаясаҡ.
– Уйла, Ринат, бер мең етәме? – Тине Гөлнурҙың атаһы ҡатынынан бер нисә меңлек, бер нисә биш меңлек алып. Ринат ошонда яҙмышын түңкәргән, уның бәләкәй генә йәненә тура киләсәк ҡот осҡос һәләкәткә табан тәүге, кескәй генә, ышанысһыҙ аҙымын яһаясаҡ.
Малай, бәләкәй йыртҡыс һымаҡ, ағайҙың ҡулындағы аҡсаларға күҙ һирпеп алды һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Бер мең етә, – тип тылҡыны һәм үҙенең яҙмышына хөкөм ҡарары сығарҙы, тап ошо урында, ошо секундта ваҡиғалар башҡаса бер ваҡытта ла әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ булып, ауыр тәгәрмәс һымаҡ, бер ҡатлы, хәйлә белмәгән, ололарға сикһеҙ ышанған малайҙы аҡрынлап иҙә башланы.
– Ярай, һабаҡташ, – тине Гөлнурҙың атаһы, – әлегә хушлашабыҙ. Беҙҙең эш күп, һин беҙҙе ғәфү ит.
Улар ҡуҙғалып китте. “Тойота”ның тәҙрәләре аша Әхмәт ағайҙың ҡыҙҙарының ҡул болғағандары әллә ҡайҙа тиклем күренеп торҙо...
Ринат яңынан Романдың, үҙе әйтмешләй, офисына инде. Ул кереүгә, полицейский шаҡылдатып ишекте бикләп ҡуйҙы һәм ҡысҡырына башланы:
– Әйт, хәҙер үлтерәм, юғиһә, һин беҙҙе харап итәһең бит! Һин ул кешене беләһеңме?
– Беләм, Гөлнурҙың атаһы, – тине малай.
– Ниндәй Гөлнур? – тине Роман.
– Минең класташ, һабаҡташ.
– Уф, беҙҙең башты харап итер өсөн генә килеп юлыҡҡанһың икән бында! – тип йөрөндө Роман һүгенә-һүгенә.
– Һин мине эшһеҙ ҡалдыраһың, емтек! Ә бит нимә тип һөйләштек? Әгәр тегеләр белеп ҡалһа, мин юғалам. Ундай ҙур эштәргә мин ҡул ҡуйманым. Йә, ярай, башҡа мине борсомағыҙ. Пока! – тип Миша сығып китте.
– Ә мин һиңә ышанғайным, улым, – тине Роман Ринатҡа ҡарап. – Ә былай тотолмай ҡайтыуың аптыратҡайны шул. Водителдең, һабаҡташыңдың атаһының, исеме нисек?
– Әхмәт ағай.
– Бына һиңә – Әхмәт ағай! Кем булып эшләгәнен әйттеме?
– Юҡ, мин ҡыҙыҡһынманым, һораманым. Ә кем булып эшләй ул?
– Хәрби хеҙмәттән пенсияға сыҡҡан. Десантник!
– Десантник? Теге, маңлай менән кирбес онтай торғанмы?
– Эйе, – тегеһе үсекләне, – аҙаҡ баштарҙы өҙөп алып, ҡултыҡҡа ҡыҫтыра торған.
– Ә, шулаймы ни? Бынау куртканы ул алып бирҙе инде.
Роман йонсоған ҡиәфәт менән куртканы тотҡолап ҡараны әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Тағы әйтер һүҙең бармы? – тине ир малайға ҡарап. Малай яурындарын һикертеп ҡуйҙы.
– Мин, оҙаҡламай, ҡайтам.
– Ярай, ҡайтырһың...
***
Ринат иртән торҙо ла, күңелдән һанап ҡуйҙы: бөгөн алты көн ҡалды. Алты көн, тимәк, аҙнанан да аҙыраҡ. Күңелен болоҡһотоп, үкенес тойғоһо баҫып алды. Ә бит кисә аҡса бар ине, килеп кергәйне. Әхмәт ағай биш меңлекте тотторорға әҙер ине, малай ғорур булып ҡыланды, баш тартты. Табырмын, йәнәһе. Таба алмаясаҡһың! Бер генә юл ҡала – Таһир еҙнәһенең баҡса йортондағы ҡайнатмалар, тоҙло ҡыяр-помидор һаҡланған банкалар. Ә кешенекен урларға ни хаҡың бар һинең? Хаҡым бар, сөнки ул беҙҙең бурысты ҡайтармай. Роман ағай ҙа дөрөҫ әйтә: алдағандарҙы, бурыстарын ҡайтармағандарҙы ярырға кәрәк!
Төштән һуң Ринат, ғәҙәте буйынса, баҙарға керҙе, иң беренсе булып уның ҡаршыһына кем килеп сыҡты, беләһегеҙме? Әлбиттә, Миша – полицейский. Уныһы тап-таҙа кейенгән, ыҫпай, ҡырынған. Полицейский, Ринатты күреү менән, һиҫкәнде, хатта күрмәмеш булды. Эргәһенән үткәндә, ситкә ҡарап кемгәлер ҡул күтәргән булды. Ринат Роман ағай эргәһенә үтте. Уныһы ла малайға битараф һымаҡ. Шулай ҙа, тыңлаған булды:
– Ҡайнатма, тоҙло ҡыяр, помидор бар. Ҡиммәт түгел, – тине малай шым ғына.
– Килтер, килтер, тәмләп ҡарайыҡ. Үҙеңдекеме? – тине Роман, кәрәгең бар ине, тигән ҡиәфәт менән...
Ринат автобус туҡталышына атланы. Оҙаҡ та көтмәне, автобусы ла килде һәм баҡсалар ҡаласығына ыңғайланы. Ринат атлай, артҡа әйләнеп ҡарай – эҙе ярылып ятып ҡала. Берәйһе күрһә, аптырармы икән, был малай бында ни эшләп йөрөй икән, тип. Баҡсаға килгәс, өйҙөң түбәһенән эскә төштө. Бер аҙ уйланып ултырҙы. Ул сығыуға, ҡараңғы төшөргә тейеш. Етенән һуң тағы бер автобус килә, шуға ултырып ҡайтыр. Бөгөн бер юллаһа, иртәгә бер юллаһа, иртәгә һуң – тағы бер... Былай тоҡсайҙары ныҡ күренә, йыртылмаҫ, күтәрергә тейеш.
Мөгәрәптең ҡапҡасын бик тиҙ асты. Әллә ныҡлап бикләмәгән дә инде? Кеше йөрөмәҫ, тип уйлағандыр инде еҙнәһе. Асып ебәреү менән, йылы, еүеш һауа битенә бәрелде. Оһо, бында йылы икән! Тимәк, өшөмәйәсәк. Ҡараңғы, бер нимә лә күренмәй, юҡҡа фонарь-маҙар алмаған. Баҫҡыс буйлап төшөп килгәндә яҙа баҫты һәм ергә килеп төшөүгә, мөгәрәп ҡапҡасы, әһә, эләктеңме, тигән һымаҡ, гөрһөлдәп, тыҡ итеп ябылып та ҡуйҙы. Уң аяғын бер аҙ ҡаймыҡтырҙы, шикелле, малай. Тороп, баҫҡысты рәтләп, өҫкә менеп ҡараны. Бәй, бында байтаҡ күтәрелергә икән дәһә. Барыбер буйы етмәне, баҫҡыстың иң өҫкө ҡатына күтәрелеп, ҡапҡасты этеп ҡараны, уныһы, асылыу түгел, һелкенмәне лә. Хәйләһеҙ малай әле үҙенең ниндәй бәләгә тарыуын һиҙмәй ҙә, аңламай ҙа ине. Ул ҡапҡасты нығыраҡ этеп ҡараны. Ҡапҡас – тимер, баҫҡыс – ағастан. Тимер асылырға уйламаны ла, ағас – һынды, малай, ҡайҙа тотонорға ла белмәй, аҫҡа ҡоланы. Шулай итеп, ҡапҡан бикләнде.
***
Ринаттың юҡлығын иң тәүҙә ашнаҡсы һиҙеп ҡалды. Икенсе көнөнә, иртән, ашатайым тиһә, киске бутҡаһы менән икмәге ҡатып ята, сәйе лә урынында. Тимәк, ҡайтмаған. Ашнаҡсы берәүгә лә өндәшеп торманы, киске ашты иртәнгеһе менән алыштырҙы ла, өйөнә, балалары янына ашыҡты. Төшкөһөн шул уҡ хәл ҡабатланды. Малайҙың баҡса яғына илткән эҙҙәре ярылып ята ине әле. Бәлки шул көндә үк эҙләү эштәрен ойошторғанда, табып булыр ине. Әлегә был хаҡта берәү ҙә уйламай. Өҫтәүенә, шул уҡ көндө, кис, ҡар яуа башланы, буран сыҡты һәм бөтә эҙҙәр юҡ булды.
***
Күпмелер ятҡандан һуң, үҙенең ниндәй бәләгә тарыуын аңлаған малай, сараһыҙлыҡтан, өнһөҙ генә илай башланы. Илау һуҙылды, күҙ йәштәре кипте. Бәй, уның бит телефоны бар! Эй, былай булғас, йәшәйбеҙ, хәҙер шылтырата ла... Иң тәүҙә еҙнәһенә шылтыратыр, хәлде аңлатып бирер, сит кеше түгел бит, үҙҙәренеке. Ни тиһәң дә, ағай-эне бит әле. Малай телефонын барланы. Эх, зарядкаһы ла күп ҡалмаған икән. Еҙнәһенә малай, әллә ҡурҡышынан, әллә шатлығынан бер-бер артлы алты-ете тапҡыр шылтыратып өлгөрҙө. Еҙнә кеше асыуланып, һөйләнә-һөйләнә, телефонын һүндереп ҡуйыуҙан башҡа бер нәмә лә уйлап таба алманы. Еҙнәһе яуап бирмәгәс, Роман ағайға шылтыратты. Уныһы ла телефонын һүндерҙе, унан алда, “Һуңынан шылтыратырмын”, – тип “смс”-ка ғына ебәрҙе. Телефондың да көсө самалы, күҙ алдында бөтөп бара.
Тәжрибәһеҙ малай бындай ауыр һәм ҡатмарлы хәлгә беренсе тапҡыр тарығанлыҡтан, шуны белмәй: баҙҙа, мөгәрәптә телефон насар тота, шунлыҡтан аппарат, көсөргәнешле эшләү сәбәпле, үҙенең көсөн бик тиҙ исраф итә һәм аҙаҡтан һүнеп ҡуя. Бына-бына ҡотолам, килеп етәләр, был ҡапҡандан сығаралар, тип өмөтләнгән малай үҙенең ҡотолғоһоҙ хәлгә тарыуына нығыраҡ ышана башланы. Таш мөгәрәп, тимер ҡапҡас, арлы-бирле генә таҡталарҙан эшләнгән баҫҡыс һәм тау-тау булып өйөлөп ятҡан картуф, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, һатып, байлыҡ килтерер өсөн әҙерләнгән төрлө-төрлө ҡайнатмалар, тоҙло ҡыяр-помидорҙар араһында ултырған малай үҙенең асығыуын һиҙҙе. Бәләкәйерәк бер банканы алып, бик тә аса алмағас, таш стенаға зыңҡылдатып бер бәреүе булды, тоҙло һыуы ағып, ҡыяр-помидорҙары ҡойолоп та төштө. Мөгәрәп эсенә борос, лавр япрағы һымаҡ тәмләткестәр еҫе таралды. Һәм малай кертләтеп ашай ҙа башланы. Тәмлеме, тәмле түгелме, тоҙломо, тоҙһоҙмо – ул битараф ине. Хатта тоҙло нәмәне күберәк ашаған һайын, нығыраҡ һыуһаясағын да күҙ алдына килтермәне, был хаҡта уйламаны ла. Ошонда ғына һөйәлеп, ятып йоҡлап алды.
***
Күпмелер көн үткәс, дауаханала иҫкә төшөрҙөләр. Табип Ринаттың әсәһенә:
– Улығыҙ атаһына әйтмәгәнме? Дарыу табырбыҙ, тигәйнеләр, – тине.
– Дүрт көн була инде, улым күренгәне юҡ, – тине әсәһе аптыранып.
– Апай, һеҙ дауаланыу курсын үттегеҙ. Ҡайтып, бер аҙ ял итегеҙ. Берәр айҙан яңынан килерһегеҙ, – тине кәйефһеҙ генә ситкә ҡарап.
Ҡатын аптыранды. Нисек ҡайтаралар? Температураһы төшмәй, һыҙлана, бер аҙна ғына система ҡаҙанылар, дарыуҙары ла булманы.
– Ярай инде, һуң, рәхмәт, – тине ҡатын күндәм генә. Автобусҡа сығырға әйберҙәрен йыйыштыра башланы. Ринат, бергә ҡайтырбыҙ, тигәйне, улы ҡайҙа йөрөй икән? Әллә өстө, әллә дүртте йоҡланы – күренгәне юҡ. Приютҡа барып, эҙләргә тура килә инде. Уныһы ҡасабаның теге башында, тинеләр.
Көс-хәл менән барып етте әсә. Приютта уны бик күңелһеҙ хәбәр көтә ине.
– Улығыҙ юҡ, ҡайҙа икәнлеген белмәйбеҙ. Табыу менән, беҙгә хәбәр итегеҙ, – тип ишектән дә үткәрмәй, кире борҙолар.
Ә бына Гөлнурҙың атаһы, Әхмәт, үҙендә ҡыҙыҡһыныуҙы еңә алманы. Шул хәтле ҡиммәтле дарыу табыу һәм бының өсөн аҡса түгеү нимәгә кәрәк булған? Табиптар араһында таныштары күп, шуларҙың береһенә шылтыратыу уҡ мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе.
– Үҙеңәме? Нимә булды? Әллә сирләп киттеңме? – тип һораша башланы тегеһе.
– Юҡ, – тине десантсы. – Аллаға шөкөр, һаулыҡҡа зарланмайым. Бер танышымдың әсәһе дауаланып ята, шуға эҙләйҙәр.
– Әсәһе дауаланып ята? Тимәк, дөрөҫ аңлаһам, ҡатын-ҡыҙға?
– Эйе, ҡатын-ҡыҙға эҙләйҙәр, – тине Әхмәт.
– Һеҙҙе алдайҙар йә алдаштырып, дарыу алдыртырға итәләр. Ундай осраҡтар осрай, булғылай. Беҙҙең арала ла төрлө кеше бар, – тип танышы бөтәһен дә һөйләп бирҙе. – Был дарыуҙы ҡатын-ҡыҙға түгел, ир-атҡа тәғәйенләйҙәр, бик сетерекле мәсьәлә буйынса.
Элекке хәрби үҙенең аналитик аҡылы менән бер һорау ярҙамында барлыҡ мәшәҡәткә асыҡлыҡ индерҙе. Мөмкинлектән файҙаланып, улын һәм әсәһен һауып ҡалырға теләгәндәр.
Элекке хәрби шунда уҡ дауаханаға шылтыратып, табипты эҙләп тапты. Шылтыратыу менән, үҙенә тура килде:
– Һеҙ шундай-шундай дарыуға заказ биргәнһегеҙ икән. Был хилаф эштең нимә менән бөтөрөн күҙ алдына килтергәйнегеҙме? – тип һорауҙы туранан-тура ҡуйҙы Әхмәт хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән.
Теге оста бик оҙаҡ паузанан һуң көс-хәл менән:
– Мин кем менән һөйләшәм әле? – тип һоранылар шым ғына.
– Әгәр һеҙҙе бик ҡыҙыҡһындырһа, отставкалағы десантсы менән һөйләшәһегеҙ.
Был юлы пауза тағы ла оҙағыраҡ булды.
– Йәгеҙ, мин көтәм, – тине десантсы тауышын күтәрә төшөп.
– Был мәсьәлә әһәмиәтен юғалтты, сөнки ҡатынды мин бөгөн дауахананан сығарҙым.
– Ни өсөн?
– Һеҙгә нисегерәк әйтергә... Беҙҙең дауалау файҙаһын бирмәне.
– Тимәк, һеҙ уны үлергә ҡайтарып ебәрҙегеҙ?
Телефондың теге башында был юлы яуап бирерлек бер һүҙ ҙә таба алманылар.
***
Әхмәттә күптән кисермәгән, инде онотолоп барған һунарсы ҡомары уянды. Ҡыҙыу нөктәләрҙә байтаҡ хеҙмәт иткәс, юғалтыуҙар күргәс, армияға алынғанға тиклем ауылда билдәле генә һунарсы ине, отставкаға сыҡҡас, үҙенә һүҙ бирҙе: тере йән эйәһенә атмаҫҡа, ҡан ҡоймаҫҡа. Хатта өйөндә мылтыҡ түгел, һунар хәнйәре лә юҡ. Ләкин өҫтәлендәге көндәлеккә яҙып ҡуйырға онотманы: “Гөлнурға әйтергә, Ринатҡа шылтыратырға – дарыу кәрәкмәй..”. Күп тә үтмәне, бошонҡо ҡиәфәт менән ҡыҙы килеп керҙе.
– Нимә булған минең Гөлнурыма, күҙ нурыма? – тине атаһы көйләп-көйләп һәм ҡыҙын ҡосаҡлап алды.
– Атай, – тине ҡыҙы иларҙай булып, – беҙҙең һабаҡташ юғалған...
– Һабаҡташ юғалған? Кем ул?..
– Һуң, теге Ринат инде. Бөгөн, эҙләп, мәктәпкә килделәр.
– Нисә көн юҡ?
– Әллә дүрт көн, әллә – биш...
– Телефоны яуап бирәме?
– Юҡ, яуап бирмәй. “Не доступен для связи...”
– Телефонының геолокацияһы бармы?
– Юҡ, теге ваҡыт һин алған телефон ине бит.
– Ә, уныҡы – юҡ. – тине һәм, эстән генә, хәл ҡатмарлаша, тип уйлап ҡуйҙы.
Әхмәт бындай осраҡта ашығыс һәм етди ҡарарҙар ҡабул итергә тейешлеген яҡшы белә.
– Һиндә уның фотографияһы бармы?
– Бар, – тине ҡыҙыҡай.
– Бар, алып кил, күбәйттереп алайыҡ. Мин, бәлки, һуңыраҡ ҡайтырмын, – тине атаһы. – Хәҙер ҡалаға барып киләм. – Кейенде лә, ашығып сығып та китте.
Иң тәүҙә баҙарға барып килергә кәрәк. Бер сәғәт тә үтмәне, уның “Тойота”һы баҙар эсенә кереп тә туҡтаны. Әхмәт иң тәүҙә йәшелсә һаҡлағыстар артындағы Романдың офисына үтте. Миша ла ошонда икән, тирләп-бешеп сәй эсәләр. Һаһылдашҡандарына ҡарағанда, эскәндәре, һәр ваҡыттағыса, сәй генә түгел һымаҡ.
– Сәләм, егеттәр, – тине десантсы, килеп инеү менән. Тегеләр уның мөһабәт кәүҙәһен күреү менән, бер-бер арты һикерешеп торҙолар һәм иҫәнләштеләр.
– Ниндәй яңылыҡтар бар? – тине Әхмәт. – Һеҙгә ышанып тапшырылған биләмәлә ул-был хәлдәр юҡмы? Алдан уҡ әйтеп ҡуям: мин бик ныҡыш кеше, аҙағына тиклем алып барып еткереү – минең бурысым. Быны һеҙ белергә тейеш. Ҡайҙа ул малай?
– Эйе, беләбеҙ, – тип ыңғыраша-тотлоға һөйләнә башланы Миша. Ул тиҙ генә курткаһын эләктерҙе, кәпәсен кейҙе. – Бында бер малай булған, ул юғалған. “Ошонда йөрөнө”, – тинеләр.
Әхмәт кеҫәһенән бер төркөм малайҙар һәм ҡыҙҙар төшкән фотоны сығарып, Мишаның алдына һалды.
– Ҡайһыһы?
Полицейский бысраҡ бармағын шунда уҡ Ринаттың йөҙөнә төрттө:
– Бына, бына, бынауһы.
– Яҡшы, – тине Әхмәт. – Тимәк, һин уны беләһең. Хәҙер ентекләп һөйләп бир: һин уны ҡайҙа ҡуйҙың?
– Нисек ҡайҙа ҡуйҙың? Эйе, мин уны беләм, күргәнем бар, – тине полицейский һәм ярҙам эҙләгән һымаҡ, Романға меҫкен ҡараш ташланы.
Уныһы тороп баҫты ла:
– Бәлки миңә сығып торорғалыр? – тине. Йәнәһе, уның малайҙың юғалыуына мөнәсәбәте юҡ, тигән һымаҡ.
– Сығаһың, ләкин юғалмайһың! – тине Әхмәт ҡәтғи рәүештә. – Ишек артында көт!
– Ярай, – тип Роман ауыр атлап икенсе бүлмәгә сыҡты.
– Йә, мин ентекле доклад көтәм, – тине Әхмәт полицейскийға тишерҙәй итеп ҡарап.
– Һеҙ беләһегеҙҙер, тип уйлайым, – тине Миша. – Ул приютҡа урынлашҡан, әсәһе дауаханала булған. Ул көн һайын ошонда килә, эшләй торғайны. Нимә ҡылғандыр, белмәйем, ниңә юғалғандыр, әйтә алмайым. Миңә задание еткерелде, малай күренһә, тоторға һәм мәғариф идаралығына илтергә. Мин уны үтәргә әҙер. Һәйбәт малай ине. Аҡыллы, егәрле, – тине Миша ҡайғылы төҫ менән.
– Ә ни өсөн һәйбәт малай ине? – Әхмәт шунда уҡ полицейскийҙы боғаҙынан алған һымаҡ булды. – Ни өсөн үткән заманда?
– Ғәфү итегеҙ, яңылыш ысҡынды. Мин уны тере, тип уйлайым.
– Ә һеҙҙең уның тере икәнлеген раҫларлыҡ дәлилдәрегеҙ бармы?
– Юҡ шул. Ул килеп сыҡһа, мин уны ҡосаҡлап алырға әҙер. Нисәмә кеше борсолоп, уны эҙләй. Һәйбәт егеттер. Насар булһа, эҙләмәҫтәр ине. Баҙар эсен ҡарамаған еребеҙ ҡалманы. Анауында мөгәрәптәр бар, хатта шуны төшөп ҡараныҡ, юҡ, күренмәй, тойолмай. Тимәк, ҡайҙалыр икенсе урында йөрөй. Үҙемдең дә шундай улым үҫә. Ну, йылғыр инде, тотоуы ҡыйын.
Баҙарҙа тәртип һаҡлауҙы ла ойоштора белмәгән полицейский менән эш итеүе еңел түгел. Әхмәт быны яҡшы аңлай. Шуға Мишаны, келәт мөдире керһен, тип сығарып ебәрҙе. Роман кергәс, Әхмәт оҙаҡ ҡына уның күҙҙәренә ҡарап торҙо. Уның менән нимә хаҡында һөйләшергә? Күренеп тора, Ҡаф тау артынан. Милләте мөһим түгел, унда уның күпме дуҫтары ҡалды. Кемдәрҙер, аҡсаға һатылып, ҡоралға тотона, икенселәр тыныс хеҙмәттә эшләй, өсөнсөләр, бына, сауҙа итәләр. Ни хәл итәһең, араларында законды инҡар итеүселәр ҙә, урындағы закондарҙы һәм йолаларҙы танымаусылар ҙа бар. Әхмәт күңеле менән һиҙә, Роман белә, саҡ ҡына, нимә лә булһа, белә. Бер-береһенә ҡарашып, оҙаҡ ултырҙылар. Роман шуға төшөндө: ул бында оҙаҡланы, һуңғы сиккә етте. Ошо бәләнән ҡотолһа, ҡайтып килер ҙә, икенсе ҡалаға барыр ине. Сөнки бында тәртип нығынды. Алдашыуы, урлашыуы ҡыйын. Ә мутлашмағас, байып буламы ни? Ана, өйөлөп помидор серей, эргәһендә күпме алма ята, улары нисәмә кешенең ҡулынан үтә, һәр береһе кемгәлер ҡырҡып ала, уныһын да бүлә, телгән һайын, бысаҡҡа күпмелер йоғоп ҡала. Юҡ, бында ауырлашты. Ҡышы ла һыуыҡ. Кешеләре һәйбәт, әлбиттә. Кешеләре һәйбәт, һүҙ юҡ. Ихлас, егәрле, уңған халыҡ, тимәк, аҡсалы. Ләкин Романға ла йәшәргә кәрәк. Ҡаф тауҙа – бер ғаилә, бында – бер ғаилә, нисәмә малай, ҡыҙ үҫә, шуларҙы үҫтерергә кәрәк.
– Роман, әйт миңә дөрөҫөн, – тине Әхмәт байтаҡ ултырғандан һуң. – Малай ҡайҙа?
– Мин полицияла булдым, бөтәһен дә һөйләп бирҙем, шунан артығын әйтә алмайым.
– Ә һин миңә полицияға нимә әйтмәнең, шуны һөйлә.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙе күргәс, эйе, һеҙҙе күргәс, мин малайға ипләп кенә, йомшаҡ ҡына итеп аңлаттым, билләһи, тип әйтәм. Беҙгә бәйләнеште өҙөргә кәрәк, тинем. Ул аңланы, ҡайтып китәм, тине. Беҙ уға тырнаҡ менән дә сиртмәнек. Мин уға һәр ваҡыт ярҙам иттем,– тине Роман һәм күңеле шул хәтлем йомшарҙы, ышаныслы килеп сыҡты, ул ысын күҙ йәштәре менән илап ебәрҙе:
– Минең дә шундай улым үҫеп килә бит...
Күҙ йәштәрен түгел, ҡанды күберәк күргән элекке хәрби һелкенмәне лә.
– Мине һинең бындағы тормошоң, балаларың ҡыҙыҡһындырмай, – тине ул һәр һүҙен дәһшәтле итеп, теш араһынан ҡыҫып сығара-сығара. – Малайҙы нисек файҙаланғаның, ҡайҙарға йүгерткәнһең миңә кәрәкмәй. Һин иҫеңә төшөр: ул юғалыр алдынан һин уны бында күргәнһең, һин уның менән һөйләшкәнһең, тимәк, уны ҡотҡарырлыҡ, ярҙам итерлек берҙән-бер кеше – һин. Ә һиңә мин ярты тәүлек – иртәнгә тиклем ваҡыт бирәм, барыһын да иҫкә төшөр. Иртәгә осрашабыҙ. Төшөндөңмө?
– Яҡшы, яҡшы. Мин бөтәһен дә эшләйем. Мин хәтерләйәсәкмен, нимә һөйләшкәнде иҫкә төшөрәсәкмен.
Роман төнө буйы йоҡламаны. Һуңғы көндәрҙә нимәләр эшләгәнен яҙып сыҡты, сәғәтләп иҫәпләне. Ринат менән ҡайҙарға барғанын иҫкә төшөрҙө. Баҡса өйөнә барҙыҡ. Ну, был полковник ныҡ тора. Баҡса өйөнә барғас, унда нимә эшләнегеҙ, тип һораясаҡ. Ул нимә тип яуап бирергә тейеш? Барманыҡ, уйламаныҡ та! Малай тере генә булһа ярар ине. Уның баҡсаға барғанын күреүсе булдымы? Юҡ, булманы. Юҡ, ҡаланан сыҡҡан ерҙә видеокамера тора бит. Иртәгә полковник, килеү менән, түшенән аласаҡ: “Бына – һинең машинаң, бына – һандарың, шул шул көндә шунда барғанһың, бына – камера, бына малай ултыра”, – тип әйтәсәк. Юҡ, был ҡаланы ҡалдырырға кәрәк. Ярай, барҙым, тиер. Һепертке... һепертке ҡырҡтыҡ. “Ҡайҙан алдың һепертке?” – тип һораясаҡ. Һуң, бөткәнме ни унда селек? Малай үҙе килде, нимәлер тәҡдим итте. Роман ваҡ-төйәкте иҫкә төшөрөрлөк хәлдә түгел ине.
Был десантсы ябай кеше түгел. Тупаҫлыҡ менән түгел, аҡыл менән эш итә. Полицейский булһа, шунда уҡ күҫәген болғай башлар ине. Ну, хәҙер килеп туласаҡтар! Хеҙмәттәштәре күптер инде, йыйыласаҡтар... Роман, оҙаҡ уйлағандан һуң, барыһын да ентекләп, тип әйтерлек, һөйләп бирергә булды. Әлбиттә, ҡайһы бер деталдәрҙе ҡалдырғандан һуң. Баҡса өйөнә барып насвай тултырылған тоҡсай алдыҡ, тип әйтеп булмай бит инде.
***
Ринат күпме ятҡандыр, хәтерләмәй, ваҡыттың осо юғалды. Хәйер, дөм ҡараңғы тотҡонлоҡтағы бала өсөн ваҡыт мәсьәләһе бөтөнләй ят ине. Ул әллә ниндәй төштәр күрҙе, сығып йөрөнө, дәрескә барҙы, класташтары менән уйнаны. Бер тапҡыр Миша килеп сыҡты, икенсеһендә Роман бармаҡ янап ҡалды. Ә Таһир еҙнәһе, инде, тамам шашты. Йоҡлағанда ла, уяу саҡта ла килә лә керә, килә лә керә. “Һин, малай, уйлама, бында вис һаналған. Бер банка етмәһә лә, аҡсағыҙҙан бишләтә тотоп ҡаласаҡмын. Әле мин һинән бер файҙа ла күргәнем юҡ. Әгәр бында кеше килтерер булһаң, әгәр берәр нәмә юғалһа, аҡсаңды күрмәйәсәкһең.
***
Тап ошо минуттарҙа Таһир еҙнәһе ҡатыны менән иртәнге аш ашайҙар ине. Һүҙ араһында ҡатыны: “Ринатты тапмағандармы?” – тип һораны. Тегеһе ҡул ғына һелтәне: “Табырҙар әле, беҙҙең эш түгел. Уның ҡайғыһы юҡ. Ана, һаулыҡты юғалтып барабыҙ, донъяның аҫты өҫкә килә. Бынау сиренең килеп сығыуын әйт.
Таһир, баҙарҙы иҫкә төшөрөп: “Ит ни хаҡ икән? – тип һораны, тешен соҡой-соҡой.
– Үткәнендә Нәзирә еңгәмдәр алған, йоғошло сиргә һылтанып, килоһын 400-гә күтәреп ебәргәндәр, тиме? Һум ит – 450 һум, ти. Белмәйем, нисек йәшәргә? – тине ҡатыны уфтана-уфтана.
Тегеһе, асыуы килеп, тәрилкәһен этеп ебәрҙе, ҡатлап-ҡатлап һүгенде:
– Белмәйем, нисек йәшәргә? Тамам бөлдөрҙөләр, – тип үсекләп тороп китте һәм, – әлегә ит алмай тор, – тине.
– Теге аҙнала ла әйткәйнем, картуф бөткән, алма вареньеһы ла самалы ғына, – тине ҡатыны.
– Ярай, ошо аҙнала йыйынам, ҡар бер аҙ ултырһын әле.
Шул ваҡыт ишек ҡыңғырауы шылтыраны.
– Таң менән кем йөрөй тағы? – Таһир һөйләнә-һөйләнә ишекте барып асһа, бажаһы Хәмит – Ринаттың атаһы, тора. Эсмәгән, ап-айныҡ. Хәйер, ҡалтыранып тора, шулай ҙа айныҡ килеш күреүе сәйер. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та, тегеһе ҡалтырана-ҡалтырана:
– Бажай, бер нәмәң юҡмы? Ишетмәнеңме ни? Ринат юғалған бит? – тип һытылып илай башланы.
Йорт хужаһы ҡатынына ҡараны, тегеһе әсегән ҡайнатманан сүпрә тамыҙып, әсей башлаған бер нәмә сығарҙы. Ир, эсеп бөтөр-бөтмәҫ, күҙ алдында иҫерҙе һәм ямаҡ итеп илай башланы:
– Ҡайҙарҙа ғына яталыр инде балаҡайым? Ярай, машина тапатып китмәһә. Мынау нәмәңде тағы ҡой әле. Полицияға бирергә ҡуштылар. Аҡса кәрәк була, бурысты бир.
– Ниндәй аҡса? –Таһирҙың ҡатыны һикереп торҙо.– Һин барыбер уны эсеп бөтөрәһең. Аҡсаны апайыма бирәм.
– Һы, берәүҙең апайы бар икән. Апайыңа хәҙер аҡсаның кәрәге бөттө. Врач әйтеп сығарған, килтереп, этләтмәгеҙ, тигән. Ә аҡсаны барыбер ҡайтарырға тура киләсәк!
– Юҡҡа бәйләндек шул аҡсағыҙ менән, – тине Таһир. – Хәҙер тиктомалға бурыслы булып йөрө инде. Теге иптәш, һеҙҙең итте алған дуҫ, Себергә киткәйне, һаман ҡайтмаған. Кисә лә барып килдем, – тип алдаштырҙы, – нисауа, миндә тутыҡмаҫ, ҡайтарырмын.
Ринаттың атаһы, кәртешкәһен тотоп, тәүҙә приютҡа, шунан мәктәпкә, аҙаҡ полицияға барып етте. Барған бер ерҙә бутала-бутала үҙенең хәлен һөйләне.
– Ә, теге приюттан ҡасҡан малаймы? – тинеләр полицияла. – Эҙләйбеҙ, табылыр. Малай-шалай ундай сәйәхәткә әүәҫ, ошо арала үҙе ҡайтып керер әле. Беҙҙә йыл һайын кеше юғалып тора, табылып тора.
Ә полиция кейемендәге бер ҡыҙыҡай Ринат тураһында ентекләп һорашты:
– Һеҙҙең улығыҙ бәлки наркомандыр? Түгелме? – тип һорап ҡуйҙысы.
Ир үҙе белгән урындарҙың барыһын да йөрөп сыҡты, һәр урында үҙенең зарын һөйләне, төшкә ҡарай яңынан Таһирҙың фатиры урынлашҡан йорт эргәһенә килеп сыҡты. Теге банка төбөндә әскелтем эсемлектең әле байтаҡ ҡалғанын иҫкә төшөрҙө һәм, ике лә уйлап тормай, фатир ишегенең ҡыңғырауына баҫты. Керһә, балдыҙы илап ултыра:
– Нимә булды тағы?
– Һин бында йөрөйһөң, – тине, – өйөңдә апайым үлеп ята...
– Нисек үлеп ята? Һин дә мин ятып ҡалды. – Ҡалтыранып, балдыҙына ҡушылып, иларға тотондо, ә үҙе күҙ йәштәре аша аш бүлмәһенең иҙәнен ҡапшаны. Ана, теге сирек, ултыра.
– Балдыҙ, ҡойоп бир әле, – тине ул иламһыраған тауыш менән.
***
Әхмәт баҙарға килеү менән, Романың офисына үтте. Уныһы десантсыны күреү менән, һикереп торҙо.
– Мин һеҙҙе көтә инем! – тине ул мөмкин тиклем ышаныслыраҡ тауыш сығарып.
– Көтөргә тейешһең! – тине тегеһе. – Мин был донъяла күпте күрҙем. Малай биш көндән артыҡ юҡ. Күңелем һиҙә, ул – иҫән-һау, тере. Һәр хәлдә, тере булыуын теләйем. Ҡала эсенән һәм ҡалаға яҡын урындарҙан эҙләргә кәрәк. Һеҙ беҙгә бик ныҡ ярҙам итә алаһығыҙ. Минең өсөн ул улым һымаҡ. Роман, әйҙә, ирҙәрсә һөйләшәйек. Уҡыусы малай биш көн юҡ. Беҙгә ярҙам ит, әйҙә, уны ҡотҡарайыҡ! Хәҙер һөйлә: һуңғы тапҡыр Ринатты һин ниндәй шарттарҙа күрҙең?
Роман, ҡулдан килгәнсә, яҙғылағайны. Ҡаланан 5–6 километр яланда нисек итеп селек ҡырҡыуҙарын һөйләне, хатта һеперткеләрҙе лә күрһәтте. Малайға йөҙ һум аҡса биреүен өҫтәне.
Әхмәт быларҙың барыһын да битараф тыңланы. Алдай, һөйләп бөтмәй. Бының мөнәсәбәте бар, шуның өсөн иғтибарҙы ситкә алып китергә тырыша. Десантсы сәғәтенә ҡараны:
– Роман, үпкәләмә, мин һине үтәнән-үтә күрәм. Ләкин һин белгәнеңдең яртыһын да әйтмәйһең. Шуны онотма: мин барыбер, малайҙы табасаҡмын, һинең ғәйебең асыҡланасаҡ, тик минең күҙемә күренмә! Сөнки һиңә бик ауыр буласаҡ. Һиндә ирлек намыҫы бармы, юҡмы? Һин йомош-юлға йүгерткән малай ауыр хәлдә. Уны ҡотҡарырға кәрәк, – тине һәм ишекте ябып, сығып китте.
***
Кисен Таһир еҙнәһе тоҡ күтәреп, баҡсаға барырға йыйынды. Көндөҙ ҡатыны менән йыназала булдылар, ҡәйенбикәһен ерләнеләр. Кеше байтаҡ йыйылғайны. Мәрхүмәнән бигерәк, улын һөйләнеләр. Юғалған малайҙың атаһы ла шунда бәрелеп-һуғылып йөрөнө. Өйгә ҡайтыу менән, ҡатыны, һаман картуф алып ҡайтмағанһың, ҡасандан бирле әйтәм, тип асыуланып алды.
– Һуң, яңы ғына алып ҡайттым түгелме һуң? – тине Таһир. Ҡар йырып, мөгәрәпкә барғыһы килмәне.
– Бөткәненә ҡасан? Ул картуфты кемгә үҫтергәнһеңдер?
Ир кешегә, һөйләнә-һөйләнә, баҡсаға йыйыныуҙан башҡа сара ҡалманы. Ярай, бер күнәк булһа ла, алып ҡайтыр. Тоғон күтәреп, автобус туҡталышына ҡарай атланы. Оҙаҡ та барманы, элек бергә эшләгән дуҫы осраны. Ғайсар кем менән эсергә белмәй, аптыранып йөрөй икән.
– Нимә булды? – тип һораны Таһир.
– Бәй, оноттоңмо ни? Бөгөн бит минең тыуған көн! Әйҙә, исмаһам, бер ярты эсәйек.
Шәп булыр ине, тип ҡуйҙы эстән генә Таһир. Бер ярты күпме ни ул? Икебеҙгә самый инде.
– Көтөп тор, хәҙер мин тиҙ генә өйгә картуф алып киләм, – тине Таһир иптәшен ҡулдан ысҡындырырға теләмәгәндәй.
– Һине көтһәң, көн үтер, – тегеһе кеҫәһенә шапылдатып һуғып ҡуйҙы, – кеше табылыр әле, бер үҙем эске килмәй. Тәүҙә Ғайсарҙың гаражына кереп эстеләр, етмәне. Тағы бер “ярты” алдылар. Таһир иптәшен оҙатып өйөнә барҙы, тағы өҫтәнеләр. Таһир ни өсөн, ҡайҙа барырға сыҡҡанын онотмағайны әле.
***
Ринаттың аңы асылғандай булды. Ул кешеләр һөйләшкәнен ишетте, ҡыуанып, һикереп торҙо.
– Мин бында! Мин бында! Мин бында, – тип ҡысҡырҙы, ләкин ҡысҡырыуы бышылдау ғына булып сыҡты. – Ана, киләләр! Ура! Хәҙер уны ҡотҡаралар! Ә иртәгә мәктәпкә барырмы икән?
***
Эх, иртәгә мәктәпкә барырғалыр инде. Ринат иркен итеп тын алды. Еңел булып ҡалды. Ул үҙенең сумкаһын күтәреп, урам буйлап килә. Атаһы ла бөгөн айныҡ хатта.
– Улым, башҡа юғалып йөрөмә инде, – тип тороп ҡалды. – Яңы йылға Азат ҡустыңды алып ҡайтырбыҙ, – тине.
Әй, бер үҙе урам буйлап килгән була инде... Һиҙеп тора, тәҙрә һайын баштар уның үткәнен ҡарайҙар.
– Ринат, Ринат, бында кил әле! – тип алыҫтан кемдер өндәште, өҫтәп, ҡатлап-ҡатлап һүгенде, кемделер әрләне. Ә, былар бит теге Миша менән Роман ағай! Уларға тағы нимә ҡалмаған? Улар икеһе лә күрҙеләр, баҙарҙа Ринат уларға ярҙам итеп йөрөнө. Уның һымаҡ малайҙар бында етерлек ине. Ә тегендә ап-аҡ машина ҡар туҙҙырып килә. Әһә, Әхмәт ағай менән Гөлнур килә бит! Уны ултыртып алырҙармы икән? “Тойота” уның эргәһенән шыйлап үтеп китте лә, кире боролоп, туҡтаны.
Ринат ултырайым тиһә, унда ҡыҙҙар-малайҙар йыйылған! Нисек һыйғандар! Ҡара әле, Марат иң алдағы, үткәнендә Ринат ултырған урынды эләктергән. Гөлнур бер генә өндәшкәйне, уныһы, шунда уҡ артҡа күсте. Ҡеүәтле “Тойота” алға ынтылды.
– Йә, ҡыҙҙар, малайҙар! – тине Әхмәт ағай. – Беҙ ҡайҙа барабыҙ?
– Беҙ Яусапҡанға барабыҙ!
– Унда кемдәр бара?
– Унда ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа бара!
– Барырға теләмәүселәр бармы?
– Барырға теләмәүселәр юҡ!
– Ә Ринат тигән малай бармы?
– Бар, бар! Бына ултыра ул!
Ринат, килеп, үҙе уңайһыҙлана, әйтерһең, Йыһанға сәйәхәт ҡылып ҡайтҡан инде! Әллә ни эш ҡырмаған, батырлыҡ ҡылмаған. Юғалғас, эҙләйҙәр инде. Эҙләгәс, таптылар. Иптәштәре әйткәйне, бағана һайын һинең һүрәтең эленеп торҙо, тип.
Бәй, күтәренеп, әсәһе килеп сыҡты. Терелгән, һауыҡҡан әсәкәйе. Һорарға ине, теге дарыуҙы уға кем табып бирҙе икән? Хәҙер аҡсаһын түләргә кәрәктер әле. Әгәр рөхсәт итһәләр, үҙе түләргә лә риза Ринат. Мал ҡарашыр, ҡар көрәр, утын ярыр.
Шул ваҡыт полицейский күренде, һыбыҙғыһын һыҙғыртты, ҡыҙыллы-зәңгәрле утын ялпылдатып, машинаһы килеп сыҡты һәм динамик аша былай тип өндәште: “Иғтибар, иғтибар! Һеҙҙең арала кеше баҡсаһынан тоҙланған помидор һәм ҡыяр урлап йөрөүсе малай бар. Һеҙ уны беҙгә бирергә тейешһегеҙ!”.
– Юҡ, юҡ! – тип ҡысҡырышты һабаҡташтары. – Ул башҡаса баҡсаларға бармаясаҡ.
– Был хаҡта ул үҙе әйтһен! – тине динамик асыулы тауыш менән.
– Әйт, әйт, бар, Ринат, ҡурҡма! Әйт! – тине һабаҡташтары.
Ринат торҙо, ауыҙын асты, нимәлер әйтергә теләне һәм уянып китте. Нисек уянды? Ул бит йоҡламаны! Был ҡараңғыла күпме ятырға мөмкин? Йә инде, уның өсөн был язаны кем уйлап тапҡан? Әсәһе ни хәлдә икән? Әллә терелдеме икән? Нисек терелһен? Уға бит дарыу алып барыусы булманы. Малай кәштәнән бер банка алды. Тоҙло булһа ла, эсеп ҡарарғамы икән? һыуһаны бит, ни хәл итергә? Банканы стенаға бәреп ҡараны, уныһы ватылып, сылтырлап, ҡойолоп төштө.
***
Әхмәт бөгөн көнө буйына эҙләү һәм ҡотҡарыу эштәрен ойоштороу менән мәшғүл булды. Үҙенең десантниктары күтәрелеп сыҡты, Өфөнән бер автобус булып ирекмәндәр килде. Уларҙың барыһын ҡарарға, урынлаштырырға, ашатырға кәрәк. Ә былай беҙҙең халыҡ берҙәм! Һүрәттәрен эшләп, көн эсендә бөтә ҡаланы тултырҙылар.
Кискә ҡарай Әхмәтте эҙләп Роман килде.
– Бер ваҡ ҡына тойолған деталь иҫкә төштө. Малай ни өсөндөр аҡса йыя ине, – тине Роман ниндәйҙер бер сер асҡан һымаҡ. – Бик күп эшләне. Шунан һуң нимә тип әйтте, беләһегеҙме? Ошонда ағай-энеләре йәшәй, кемдеңдер уларға бурысы бар. Ул малайға аҡса кәрәк ине.
Әхмәт уны битараф тыңланы. Аҡса йыйғанын ул үҙе лә белә ине. Мең тәңкә тоттороп китте.
– Аҡса эҙләгәнен беләм, – тине. – Хәҙер шул бурыслының үҙен йә адресын табырға кәрәк.
– Мин барып килә алам, – тине Роман. – Ауылын, адресын әйтһәләр, хәҙер эшләйем.
– Юҡ, һиңә ярамай. Беҙҙә ирекмәндәр етерлек, мин бер-ике кешене үҙем ебәрә алам. Шулай ҙа, Роман, әйт. Һин нимәнелер һөйләп еткермәйһең. Әгәр малайҙың мәнфәғәттәренә ҡағылһа, минең өсөн һәр мәғлүмәт мөһим, но һин әйтмәйһең. Әйт, ниңә тартынаһың? – тине Әхмәт.
– Әйтә алмайым. Миндә башҡа һеҙҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ мәғлүмәт юҡ.
– Юҡ икән, юҡ. Һуңынан үпкәләштән булмаһын.
Романға ауыр атлап, сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
***
Тәүҙә өйөп ҡар яуҙы, шунан көслө буран сыҡты. Юлдар өҙөлдө, шуға ҡарамаҫтан, ирекмәндәр ҡала эргәһендәге баҡса ширҡәттәрен барлай башланы. Тап шул минуттарҙа Таһир ҡапсығын тотоп яңынан баҡсаға барырға сыҡты. Машинаһын ҡыҙҙырғайны, уныһы урынынан ҡуҙғалды ла, ҡорһағынан ҡарға күмелде. Көрәген табып, ҡарын ҡаҙып сығарғансы, ҡараңғы төштө. Машинаһын ҡалдырып, буш ҡапсығын күтәреп, өйөнә ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Өйөнә инһә, подъезда бер егет менән ҡыҙ көтөп тора. Егет: “Һеҙ Таһирмы?” – тип туҡтатты.
– Эйе, – тине тегеһе. – Ә мин һеҙҙе белмәйем.
– Беҙ – волонтерҙар, бында... Һеҙ Ринатты беләһегеҙме? – тип һораны ҡыҙ. – Беҙ уны эҙләйбеҙ. Һеҙҙе беҙҙең ҡотҡарыу-эҙләү отрядының штабында күрергә теләйҙәр.
– Ә миңә унда нимә ҡалмаған? Иртәгә эшкә, мин ял итергә тейеш, – тип фатирына инеп китергә теләгәйне, егет уны туҡтатты.
– Ҡыҫҡаһы, абзый, эштәр былайыраҡ: беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, ғәфү итегеҙ, һеҙҙең Ринаттың ғаиләһенә бурысығыҙ бар. Ә уның юғалыуы һәм һеҙҙең бурысығыҙ араһында бәйләнеш булыуы ихтимал. Беҙҙең етәкселәр ошо хаҡта һеҙҙең менән һөйләшергә теләй, – тине егет.
– Әпәт шул бурыс! Атаһына күпме эсерҙем, әсәһенә күпме әйбер ташыным, улына ла аҡса бирҙем. Юҡ минең бурысым, алып бөттөләр! Эҙләп тә йөрөмәгеҙ! Килмәһендәр! Кәрәктәре юҡ! Мин улар менән башҡа аралашмаясаҡмын, – тине Таһир ҡалтырана-ҡалтырана.
– Ярай, әгәр кәрәк булһа, һеҙҙе полиция аша эҙләп табырҙар. Һеҙгә минең һорауым ҡалды. “Йәшел нарат” баҡсасылар ширҡәтендә һеҙҙең баҡсағыҙ бармы?
– Ниндәй баҡса? Юҡ минең баҡсам!
– Ә юғалған малайҙы көҙ шул баҡса ширҡәтендә күргән кешеләр бар. Ул бер пенсионерға ярҙам иткән. Ҡарт уны һүрәтенән таныған, – тип ныҡышты егет.
– Таныһа ни, минең ни ғәйебем бар?
Ҡыҙ менән егет штабҡа китте.
Таһир ҡыҙ менән егеткә дөрөҫөн һөйләне. Ысынлап та, “Йәшел нарат” ширҡәтендә уның баҡсаһы юҡ. Ысынында, баҡса бар, ләкин ул Таһирҙың исемендә түгел. 60-сы йылдарҙа уҡ алынған баҡса ҡәйнәһе исеменә яҙылған. Ә ҡәйнәһенең – үҙ мәшәҡәттәре. Мираҫты кемгә ҡалдырырға белмәй: өлкән улынамы, әллә кесе ҡыҙынамы. Быныһы – бер сәбәп. Таһир бик йүнсел һәм һыҡмыр кеше. Совет дәүере уны нимә ята, шуны ташырға өйрәтте. Баҡса йортоноң ҡыйығында, соланының бүленгән өлөшөндә, мунсаһының ял бүлмәһендә әллә күпме өр-яңы электр двигателдәре, төҫлө тимер сымдар, кәрәккән-кәрәкмәгән, ихтыяж тыуыуы мөмкин булған кәрәк-яраҡ өйөлөп-өйөлөп үҙ сәғәтен көтөп ята. Таһир белә: ҡыяр, помидор, картуф менән йыл һайын аҡса эшләргә була, ә тимер-томор ни тиклем оҙағыраҡ ятһа, шул тиклем ҡиммәтләнә. Хәҙер баҡса өйөн асып күрһәтһенме, шундағы тимер-томорҙо сығарып һалһынмы? Ул күрәләтә үҙен фашларға алйот түгел дә инде. Туҡта, Ғайсарға кереп, кәңәшләшеп ҡарайым әле. Бәлки тағы картуфы ла барҙыр әле. Тәүҙә кереп, магазиндан бер ярты алды һәм Ғайсарҙың ишеген шаҡыны.
– Ни хәл, күрше! Ни эшләп йөрөйһөң?
– Бына, бер ярты бар, эсә алмай йөрөйөм.
– Хәҙер эсергә ярҙам итәм мин һиңә!
– Картуфҡа тип сыҡҡайным, барып етә алманым, – тип зарланды Таһир.
– Кит, дүрәк! Бынау буранда ниндәй картуф? – тине күршеһе. – Ана, минекен алып тор.
– Әле тегеһен ҡайтармағанмын... –тип һөйләнде Таһир.
– Ярай, аҙаҡ түләрһең, – тине Ғайсар. Былтыр баҡса өйөнә мөгәрәпкә һалғайным, урлап бөттөләр. Быйыл өйгә генә алып ҡайттым. Ал, ал, һуңынан ҡайтарырһың. Хәйер, һиңә бирһәң, алырмын, тимә инде! Шулай ҙа, ал! Картуф шәп минең! Рәхәтен күр!
– Мөгәрәпкә төштөләр, тиһеңме? – Таһир тоҡто күтәреп ҡараны.
– Эйе, емереп асҡандар. Әллә күпме вәринйә, помидор, ҡыяр бар ине, уларын да урлап бөткәндәр.
– Минекен урламаҫтар! – тине Таһир, маҡтана башланы. – Беләһеңме, ҡапҡасы бишле тимерҙән, уныһы хәйлә менән. Тыштан ғына асып була. Төшһәләр, ҡапҡанға эләгәсәктәр, күр ҙә тор.
– Ҡара уны, ҡапҡаныңа үҙең эләгеп ҡуйма! Ҡана, теге осонан тот! Хәҙер үҙем оҙатып ҡуям. Аша, ныҡ аша. Йә асҡа үлеп ҡуйырһың.
***
Ә был ваҡытта Әхмәт ҡотҡарыу штабында ултыра ине. Төн уртаһы еткәс, ҡатыны борсолоп шылтыратты:
– Ни эшләп һаман ҡайтмайһың?
– Ҡайтҡым килмәй, – тине Әхмәт.
– Ни эшләп ҡайтҡың килмәй? Нимә булды? – тине ҡатыны аптыранып.
– Үҙең беләһең дә инде, Гөлнур минең ҡайтҡанымды йоҡламайынса көтөп торасаҡ. Ә мин ҡыҙымдың күҙҙәренә ҡарарға уңайһыҙланам. Һаман таптым, тип әйтә алмайым.
– Ҡайт, йоҡланы ул, – тине ҡатыны.
Әхмәт шым ғына кереп ятты. Будильнигын иртәнге алтыға ҡуйҙы. Шулай ҙа, биштән үк уянды һәм арлы-бирле ҡапҡыланы ла, кейенәм, тип сыҡһа, Гөлнур көтөп тора.
– Эй, ҡыҙым, ниңә йоҡламайһың? – тине атаһы.
– Атай, һин бөгөн Ринатты табаһыңмы? – тине ҡыҙы. – Малайҙар әйтә, хәҙер класта математиканан мәсьәлә сисерлек кеше лә ҡалманы.
– Ҡыҙым, табабыҙ. Беҙ уны табасаҡбыҙ, – тине атаһы ҡабаланып.
– Беҙ көтәбеҙ! – тип тороп ҡалды ҡыҙы.
Әхмәт штабҡа килеүгә, байтаҡ кеше йыйылғайны инде. Әхмәт эргәһенә бер егет керҙе. Кисә үк килергә теләгән, тик һуң ҡайтҡас, өлгөрмәгән. Автобус водителе булып эшләй икән, Вадим исемле. Ун көндәр самаһы элек киске рейс менән Петровский яғына барған. Баҡса ширҡәте туҡталышында ошо һүрәттәге малай һымаҡ берәү төшөп ҡалған. Әле эҙләү хаҡында ишеткәс, хәбәр итергә булған. Бәлки шул яҡтан эҙләп ҡарарға кәрәктер?
Әхмәт водителгә рәхмәт әйтте:
– Беҙ бөгөн тап шунда барабыҙ. Бәлки беҙгә ҡушылырһың, урынын да теүәлерәк күрһәтерһең?
Вадим бер һүҙһеҙ ризалығын бирҙе.
Оҙаҡламай, ике автобус килә, тинеләр. Шул ваҡыт десантсының телефоны шылтыраны. Ҡараһа, Роман шылтырата икән.
– Хәйерле иртә! – тип башланы Әхмәт. – Мин һеҙҙең шылтыратыуығыҙҙы көтә инем. Һеҙ, Роман, миңә баҡса өйө хаҡында әйтергә теләгәйнегеҙме?
– Эйе, эйе. Баҡса өйө тураһында түгел, ул малай миңә помидор, тоҙланған ҡыяр килтерәм, тине. Еҙнәһенең баҡсаһында күп икән, – тине Роман бутала-бутала.
– Дөрөҫ әйтәһең, ләкин һин һуңланың. Беҙ эҙләү эштәрен хәҙер шул баҡса ширҡәтендә башлайбыҙ, – тине Әхмәт ҡоро ғына итеп.
– Нисәлә башлайһығыҙ? Миңә һеҙгә ҡушылһам яраймы?
– Ярҙам итергә теләйһегеҙме? Үҙең ҡара. Һеҙгә бында йәшәргә. Мин ҡаршы түгелмен.
***
Таһир һаташып уянды. Һаташмай, төшөндә баҡсаһына барһа, унда икенсе кешеләр хужа булып йөрөй. Етмәһә, баҡса өйөндәге тегенән-бынан йыйған тимер-томорҙарын, моторҙарын ташып бөткәндәр. Был ни ғиллә булыр икән? Әллә баҡсаһына төштөләрме? Кисәге, ҡыҙ менән егет тә шомландырып китте. Шул ваҡыт кемдер башына һуҡҡан һымаҡ булды. Әгәр теге малай мөгәрәбенә төшкән булһа... Уның юғалыуына байтаҡ булды, тиҙәр. Ҡайҙа барһын, моғайын, шунда яталыр. Ҡалтыранып килеп торҙо, һалҡын һыу эсте, бер аҙ тынысланғандай булды. Барырға кәрәк. Автобустар йөрөй башланы.
Ул арала булмай, ҡатыны ла килеп торҙо.
– Иртүк ҡайҙа йыйындың? – тине уныһы иренең кейенгәнен күреп.
– Баҡсаға барып киләм...
– Тағы эсеп ҡайтырға итәһеңме? Кеше ай буйы баҡсаға йыйынамы ни?
– Әйҙә, әтеү үҙең дә минең менән. Вәринйә, банкаларҙы тоторһоң.
– Хәҙер, шул ғына ҡалғайны! Унда ҡар баҫҡандыр инде.
***
Төш тә, өн дә, көн дә, төн дә – буталды. Ринат барыһына ла битараф. Ҡыҙыҡ, нисә көн үтте икән? Мөгәрәп стенаһына һөйәлеп, бер аҙ ойоп алды. Еҙнәһенең хәйләкәр йөҙө салынып ҡалғандай булды. Һуң, ошонда картуф, кишер, ҡайнатма-тоҙланған ҡыяр-помидор һаҡлағас, уларҙы ашарға кәрәк бит? Ниңә, исмаһам, бер килеп китмәй икән? Малай, үҙе лә һиҙмәҫтән, һикереп торҙо ла, банкалар урынлашҡан кәштәне һәрмәп тапты. Хәлһеҙ ҡулдары менән бер банканы тотто һәм, мә, аша тип йән көсөнә мөйөшкә бәрҙе. Уныһы сылтырлап ватылды, һыу аҡҡаны ишетелде. Тәмләткес япраҡтар еҫе тағы ла мөгәрәпкә таралды. Быныһы түләнмәгән бурыс өсөн булыр! Мә, быныһы – дарыу өсөн! Яңы машина кәрәкме? Мә, һатып ал! Малай асырғаланып быяла һауыттарҙы ырғытты ла, ырғытты. Ватылғаны ватылды, ватылмағаны шунда аунап ятты. Хәле бөттө һәм илай-илай картуф өйөмөнә ҡапланып ятты. Ни өсөн кешеләр шул тиклем ҡомһоҙ була икән?
***
Яҡтырыр-яҡтырмаҫ, ике ҙур автобус юл ситенә килеп туҡтаны һәм уларҙан йөҙләп кеше төштө. Әхмәт ирекмәндәрҙең барыһын да үҙенең эргәһенә яҡыныраҡ килеүҙәрен һораны:
– Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ринатты ошо баҡса ширҡәтендә күргәндәр. Өсөнсө тыҡрыҡ, 68-се баҡса йорто – әлегә теүәл координата ошо. Бишәр, унар метрҙа баҫып, сылбыр булып, “Йәшел нарат” ширҡәтен уратып алабыҙ һәм күҙгә күренерҙәй нимә бар – асыҡ ишек, тәҙрә, йорттар, мунсалар – һәр береһен айырым ҡарап үтәбеҙ. Ҡабаланмаҫҡа, сәбәләнмәҫкә, мөмкин тиклем тәртип һаҡларға, кеше әйберҙәрен урындарынан күсермәҫкә, һәр берегеҙҙә минең телефон бар, иғтибарға лайыҡ шикле әйбер күрһәгеҙ, шунда уҡ миңә хәбәр итәһегеҙ. Берәүҙәр уң яҡтан керһә, икенселәр һул яҡтан ярҙам итә. Баҡса ширҡәтендә электр уты һүндерелгән, ҡапҡалар ябылған, шуға күрә шәхси баҡсаларға ҡойма аша төшөргә тура киләсәк. Хәүефһеҙлек һәм именлек сараларын тәьмин итеүегеҙҙе һорайым…
Ошо урында Әхмәт саҡ ҡына тын ҡалды, күңеле тулды һәм артабан дауам итте:
– Күңелем һиҙә, әле һуң түгелдер. Ринаттың ошондағы баҡса йорттарының береһендә беҙҙең ярҙамға мохтаж булып ятыуы бик мөмкин. Тиҙ ярҙам машинаһы килдеме?
– Беҙ – бында! – тип өндәштеләр.
– Яҡшы! Хәҙер, ширҡәткә яҡыная барған һайын, уңға ла, һулға ла таралабыҙ. Беҙ – күмәк, беҙ – көслө. Ринат – бер үҙе. Ул беҙҙең ярҙамға мохтаж. Кисә кис һәм бөгөн иң кәмендә өс сығанаҡтан Ринаттың ошонда булыу мөмкинлеге хаҡында бер-береһенә оҡшаш мәғлүмәттәр килде. Һәр минут ҡәҙерле. Ҡуҙғалабыҙ! Үҙебеҙҙең сылбырға ситтән бер кешене лә керетмәйбеҙ! Баҡсалар араһында осраһа, сығармайбыҙ. Төшөндөрә белдемме?
– Төшөндөк! – тип яуап бирҙеләр.
– Ҡуҙғалдыҡ! – тип ҡысҡырҙы десантсы һәм үҙе, көрт йырып, иң алдан атланы.
Үтеп барған маршрут автобусынан тағы бер кеше төшөп ҡалды. Уның ҡулында – тоҡ һалынған тоҡсай ине. Сылбырға эйәреп киткән бәндәгә берәү ҙә иғтибар итмәне...
Кешеләрҙән торған тере сылбыр “Йәшел нарат”ты уратып алды.
Читайте нас: