+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Август 2020, 11:51

ҺӨЙӨНСӨ! ЯҢЫ КИТАП! Ҡайынлыҡ – малайҙар төйәге.

Хөрмәтле коллегабыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Факил Мырҙаҡаев уҡыусыларын ошо көндәрҙә “Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге” тип исемләнгән өр-яңы йыйынтығы менән ҡыуандырҙы. “Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән йыйынтыҡҡа әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙған повестары, яңы хикәйәләре һәм уймаҡ сәхнә әҫәрҙәре ингән. Факил ағайыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, уға һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм яңынан-яңы ижади асыштар теләйбеҙ! Мөхәббәт – ул...(Балалар әйтеүенсә)...ҡыҙҙың малайға, күлдәгең матур, тип әйтеүе. Шунан һуң малай балалар баҡсаһына көн дә ошо күлдәген кейеп килә....ҡыҙҙың малайға, үҙе һорамаһа ла, бутҡаһының яртыһын бүлеп биреүе....малайҙың ҡыҙҙың сәйенә тоҙ һалыуы.

ҺӨЙӨНСӨ!
ЯҢЫ КИТАП!
Ҡайынлыҡ – малайҙар төйәге.
Хөрмәтле коллегабыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Факил Мырҙаҡаев уҡыусыларын ошо көндәрҙә “Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге” тип исемләнгән өр-яңы йыйынтығы менән ҡыуандырҙы. “Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән йыйынтыҡҡа әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙған повестары, яңы хикәйәләре һәм уймаҡ сәхнә әҫәрҙәре ингән. Факил ағайыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, уға һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм яңынан-яңы ижади асыштар теләйбеҙ!
Мөхәббәт – ул...
(Балалар әйтеүенсә)
...ҡыҙҙың малайға, күлдәгең матур, тип әйтеүе. Шунан һуң малай балалар баҡсаһына көн дә ошо күлдәген кейеп килә.
...ҡыҙҙың малайға, үҙе һорамаһа ла, бутҡаһының яртыһын бүлеп биреүе.
...малайҙың ҡыҙҙың сәйенә тоҙ һалыуы.
...ҡыҙҙы ҡаҙ суҡымаһын өсөн малайҙың уны ҡыуып ебәреүе.
...малайҙың дәрес ваҡытында ҡыҙҙың толомонан тартыуы.
...ҡыҙҙың малайға дәфтәрен күсерергә биреп тороуы.
...малайҙың мәктәптән ҡыҙҙың сумкаһын күтәреп ҡайтыуы.
...малай менән ҡыҙҙың икәүләп бер туңдырма ашауы.
...малайҙың Яңы йылда бүре булып кейенеп ҡыҙҙы ҡурҡытыуы.
...мәктәптән ҡайтҡас, этеңдең битеңде ялап алыуы.
...апайҙың һеңлеһенә иҫке кейемдәрен биреүе, уға яңыһын алалар.
...ағайҙың апай менән урамда етәкләшеп йөрөүе, ҡапҡа төбөндә үбешеүе. Кеше күрмәгәндә.
...ағайҙың апайға тыуған көнөндә бүләк биреүе.
...ағайҙың апайҙы телефондан дискотекаға саҡырыуы.
...ағай менән апайҙың бергә бейеүе.
...ҡайтҡанда апай өшөһә, ағайҙың уның иңенә пинжәген һалыуы.
...ағай армияға киткәндә апайҙың илап ҡалыуы.
...ағайҙың апайҙы загстан күтәреп алып сығып, машинаға ултыртыуы.
...апай менән ағайҙың бала табыу йортонан бәпәй алып ҡайтыуы.
...әсәйҙең ашағанда атайға тауыҡтың иң ҙур өлөшөн тоттороуы.
...атай сирләгәндә әсәйҙең уға тәмһеҙ дарыу эсереүе.
...атайҙың әсәйҙе машинаға ишекте асып ултыртыуы.
...атай эштән бысранып ҡайтһа ла әсәйҙең уны әрләмәүе.
...әсәйҙең атайға ҡәһүә бешергәс, эҫе түгелме икән тип, уны тәмләп ҡарауы.
...әсәйҙең атайҙы Себерҙән эштән ҡайтыуын һағынып көтөп тороуы.
...атай махмурҙан сирләгәндә әсәйҙең уға әрләй-әрләй араҡы ҡойоп биреүе.
...өләсәй эйелә алмағанда, олатайҙың уға итек кейҙереүе һәм систереүе.
...олатай яһалма тештәрен юғалтҡанда, өләсәйҙең уны табып биреүе.
...олатай һыра эскәс, өләсәйҙең һуҡраныуы.
...өләсәй ейән-ейәнсәрҙеренең исемен онотҡанда, олатайҙың әйтеп ебәреүе.
2014
Читайте нас: