МӨХӘББӘТЛЕ МИНЕҢ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕМ...
Йәйҙең һуңғы көндәре. Мин университетҡа уҡырға индем, атай-әсәйемдең, яҡындарымдың һәм дуҫтарымдың изге теләктәрен тыңлап, бер ҡолаҡтан индереп, икенсеһенән сығарып ултырам. Бик матур һөйләйҙәр.
– Асығып йөрөмә, ҡараулы булғың килһә, өйлән, – тине еҙнәм апайыма ҡарап.
– Мин дә шуны әйтергә теләгәйнем, – тине атайым хуплап. – Ваҡытында ашамай ашҡаҙаныңды боҙоп ҡына бөтөрһөң инде.
– Тик, улым, кәләште бик һайлап ал инде, – тип үтенде әсәйем. – Беҙҙең менән кәңәшләш. Тәүҙә асыҡла, ҡайһы райондан, ата-әсәһе нимә менән шөғөлләнә...
– Ауылдарында кәрәҙле телефон эшләйме, интернет тотамы, вайфай бармы? – тип һүҙгә ҡушылды беренсе класта уҡыған мыртыйым.
– Эйе шул, – тине апайым. – Юғиһә, барып эләгерһең, мотлаҡ асфальт юл, газ, электр, һыу үткәргес булһын. Ана, кемдәр ҡар ирегәс тә, туйға киткәйнеләр, һаман да ҡайтып етә алмайҙар, ти.
Миңә ҡайһы бер теләктерҙе, Өфөгә килеп етеү менән онотмаҫ өсөн, яҙғылап алырға тура килде.
Өфө миңә оҡшаны. Айырыуса, Салауат һәйкәле эргәһендә ҡыҙҙар-егеттәр күп икән. Танышабыҙ. Иң беренсе һорауҙары:
– Һин, егет, ҡайһы райондан? – тиҙәр.
– Ташбаш районынан! – тинем мин ғорурланып.
Береһенән-береһе матур, шат ҡыҙҙар аптырашып, бер-береһенә ҡарашты һәм хор менән:
– Беҙҙә ундай район бармы ни ул? – тине.
– Бар, бар, – тип смартфонымда карта сығарып күрһәттем.
Ышандыра алманым. Үҙҙәре Баймаҡтан икән. Ғөмүмән, улар республикала Баймаҡтан башҡа район юҡ һәм булырға тейеш түгел, тип иҫәпләй. Үҙҙәре көләс, уңған, берҙәмдәр һәм күмәктәр. Улар дөрөҫ әйтә тигән фекергә килдем мин һуңынан. Баймаҡтар барлыҡ республикабыҙға өлгө булырлыҡ.
– О! Һеҙҙә аттар күп! Көтөү-көтөү аттар! – тинем мин Баймаҡ тураһында белгән барлы-юҡлы мәғлүмәттәремде сығарып һалып, ҡыҙҙарҙың иғтибарын яуларға теләйем.
– Үҙең башҡортҡа оҡшап тораһың, башҡортса ла һөйләшкән һымаҡһың, ә аттарҙың йылҡы, көтөүҙең өйөр икәнен дә белмәйһең, – тип аптырашты һылыу ҡыҙҙар.
Береһе шунда уҡ ҡултыҡлап алды:
– Әллә һиңә тай кәрәкме? – тип бышылданы ҡолағыма. – Осһоҙ ғына...
Икенсеһе икенсе яҡтан эләктерҙе һәм:
– Атайымдың меңләп йылҡыһы бар, һайлап алырға була. Ҡымыҙ, ҡаҙы, ҡалъя...
– Юҡ, әлегә юҡ, – тип баймаҡтарҙан саҡ ҡотолдом.
Күп тә үтмәне, бер өйөр ҡыҙҙар һәм малайҙар эргәһенә килдем. Ҡурайҙа уйнайҙар, бейейҙәр, үҙҙәре йырлайҙар.
– Әйҙә, егет, беҙгә ҡушыл! – тип саҡыралар. – Һин ҡайһы райондан?
– Ташбаштан, – тинем, смартфонымды сығарып.
– Ә, беләбеҙ. Һеҙҙә иген күп. Беҙҙең ауылға ағас тейәргә килгәйнеләр.
– Һеҙҙең район бай, тиҙәр. Берәйһе бура эҙләмәйме? Нисәгә нисә кәрәк? Таҡта ла бар. Хаҡы ла арзан ғына.
– Юҡ, әлегә юҡ, – тинем мин.
– Нимәһе юҡ? Килеп етмәгәнһең, юҡтан һалдыраһың, – тинеләр өсөнсө төркөмдә. – Егет, әсәйеңә мамыҡ шал һатып ал. Бындай шалдар Ейәнсурала ғына бар. Йылы, йомшаҡ, матур, үҙе туҙмай. Белмәйһеңдер, “ырымбурский”, тип беҙҙең шалды һаталар. Ал, үкенмәҫһең.
Тотҡолап ҡараным. Ысынлап та, шулай. Моғайын, әсәйемә оҡшар ине. Ҡыҙыҡһыныуымды күреп, әллә ҡайһы арала кәзә мамығынан бәйләнгән ойоҡбаштар, бирсәткәләр, шарфтар китереп сығарҙылар. Эҫе ҡояш аҫтында ҡулда бирсәткә, муйында шарф, өҫтә мамыҡ шәл, торам бит, малай. Саҡ ҡотолдом. Йә, таныштар күреп ҡалыр.
Күп тә барманым, биш-алты ҡыҙ уратып алды.
– Мин Медицина университетында уҡыйым, – тине береһе. – Миңә һинең йонсоу булыуың оҡшамай. Былай булһа, беренсе курсты ла тамамлай алмаясаҡһың. Ашҡаҙаның, йә бауырың ауыртмаймы? Юғиһә, бына Красноусол шифаханаһына йүнәлтмә бар. Ике аҙнала һауыҡтырып сығарасаҡтар. Ҡайтһаң, үҙеңде танымай ҙа торорҙар әле.
– Юҡ, юҡ, ул ашҡаҙанына зарланмай, бауырының ҡайҙа икәнлеген дә белмәй. Ә бына аяҡ-ҡул быуындарын дауалап алырға кәрәк! Асы шифаханаһына ошо йүнәлтмә уға таман буласаҡ, – тип бер ҡыҙ ҡултыҡлап та алды.
– Егет, көтөп тор! Ҡайҙа ҡабаланаһың? Килеп етмәгәнһең, холҡоңдо күрһәтәһең! Береһенә лә иғтибар итмә! Тик беҙҙе генә тыңла! – тине бер үтә матур, ләкин етди ҡарашлы уҫал ғына бер ҡыҙ. – Ә һин беләһеңме, иң матур ҡыҙҙар Учалы районында һәм улар барыһы ла, тип әйтерлек, етәксе вазифаларҙа эшләй. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең ҡыҙҙарға өйләнһәң, май эсендәге бөйөр һымаҡ ҡына йәшәйәсәкһең. Фатир, автомобиль, эш хаҡы, йылы урын һымаҡ мәшәҡәттәрең булмаясаҡ. Көтөп тор, тиҙәр һиңә, ҡайҙа ҡасаһың?
Ул арала булмай, мине мендәр һәм юрған тотҡан ҡыҙҙар эләктереп алды.
– Ҡаҙ мамығынан эшләнгән, – тине улар юрған менән мендәргә күрһәтеп. – Тик ҡарап ал, юғиһә, беҙҙекен алалар ҙа, импортный, тип алдап һаталар. Ҡытайҙың арзанлы нәмәһе Федоровканыҡына етә буламы һуң инде?
Ярай, бәхетем, миңә әлегә юрған да, мендәр ҙә кәрәкмәй. Әбйәлилдең “Яҡтыкүл”, Асҡындың “Табын” шифаханалары минән башҡа ла эшләр. Мәләүез, Әлшәй, Шишмә шәкәр заводтарының продукцияһы ла тоҡлап кәрәкмәй.
Майҙанға халыҡ тулғандан-тула. Матур ҡыҙҙарҙың күплеге, егеттәрҙең йырлап-бейеүе хайран итерлек. Башың ғына әйләнеп китерлек.
Әлегә мин өйләнмәҫкә булдым.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"