-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Август 2020, 11:12

ҠЫҘҘАРЫМ, ТАЛИБӘЛӘРЕМ... Хикәйә. (Башы)

Уҡыу йылы башланып, күп тә үтмәне, район үҙәгенән, ваҡ-төйәк эштәр ҡушып, күрһәтмәләр ағыла ла башланы. Дәүләтҡол мәктәбе оло юлда урынлашҡан, шуға бик һирәк урап үтәләр. Был юлы ла шулай булды. Ҡоролтай эштәре менән йөрөйҙәр, тиме, бер “Газель” булып килеп төштөләр ҙә, мәктәп буйлап таралдылар. Гәүһәр Самат ҡыҙы өсөнсө дәрескә әҙерләнеп ултыра ине, коридорҙан уҡ таныш тауыштар ишетеп, бер аҙ туҡталаһы итте. Кемдәр килде икән? Уҡытыусылар бүлмәһенә инһә, Зөлфиә апай менән әлеге Фәнәүи Яныбаевич тора. Ир Гәүһәрҙе күргәс тә:– Һаумыһығыҙ! Беҙ һеҙҙең менән таныш түгелме? – тип өндәшәһе итте.– Әллә тағы. Белмәйем, – тип аҡланған һымаҡ һөйләнеп кенә ҡуйҙы ҡатын.– Ҡайҙа уҡып бөттөгөҙ? Стәрлетамаҡтамы, әллә Сибайҙамы? – тип ныҡыша теге һаман. Гәүһәр аңлашылыр-аңлашылмаҫ ҡына итеп мөңгөрләне лә, урынына барып ултырып, китабына тексәйҙе. Юҡ, һаман ҡалмай бит. Эргеһәнә үк килеп ултырҙы. Уф, хатта йылын да онотмаған бит әле. Һуң, 25 йыллап ваҡыт үтте түгелме һуң? Күҙҙәрен майландырып, төпсөнә лә, төпсөнә. Гәүһәр һүҙҙе икенсе яҡҡа бороға теләп:– Өфөлә хәлдәр нисек? – тип һорашып ҡарағайны.– Өфө урынында. Ҡалабыҙ гөрләп тора, – тине.– Ә тел уҡытыу мәсьәләһендә алға китеш бармы һуң? – тип һорашҡан булды Гәүһәр, артыҡ ҡыуанырлыҡ хәбәр көтмәһә лә.– Бына, халыҡтың тын алышын белешеп йөрөйбөҙ ҙә, – тип асылғандай булды Фәнәүи Яныбай улы. – Һеҙҙән дә әүҙемлек кәрәк ине. Хаттар яҙығыҙ, ата-әсәләрҙән ҡултамғалар йыйырға кәрәк. Йыйылышып, ошо яҡтан сыҡҡан абруйлы ағайҙарҙың да һүҙҙәре артыҡ булмаҫ, Ҡоролтай ҙа эшен күрһәтһен.Һаман элекке Фәнәүи икән. Бар кәсебе – шау-шыу сығарып, ашап-эсеү ойоштороп, олораҡ ағайҙарҙың күңелен күреү инде. Әле икенсе һүҙҙәр һөйләп аҙапланған була.

Уҡыу йылы башланып, күп тә үтмәне, район үҙәгенән, ваҡ-төйәк эштәр ҡушып, күрһәтмәләр ағыла ла башланы. Дәүләтҡол мәктәбе оло юлда урынлашҡан, шуға бик һирәк урап үтәләр. Был юлы ла шулай булды. Ҡоролтай эштәре менән йөрөйҙәр, тиме, бер “Газель” булып килеп төштөләр ҙә, мәктәп буйлап таралдылар. Гәүһәр Самат ҡыҙы өсөнсө дәрескә әҙерләнеп ултыра ине, коридорҙан уҡ таныш тауыштар ишетеп, бер аҙ туҡталаһы итте. Кемдәр килде икән? Уҡытыусылар бүлмәһенә инһә, Зөлфиә апай менән әлеге Фәнәүи Яныбаевич тора. Ир Гәүһәрҙе күргәс тә:
– Һаумыһығыҙ! Беҙ һеҙҙең менән таныш түгелме? – тип өндәшәһе итте.
– Әллә тағы. Белмәйем, – тип аҡланған һымаҡ һөйләнеп кенә ҡуйҙы ҡатын.
– Ҡайҙа уҡып бөттөгөҙ? Стәрлетамаҡтамы, әллә Сибайҙамы? – тип ныҡыша теге һаман.
Гәүһәр аңлашылыр-аңлашылмаҫ ҡына итеп мөңгөрләне лә, урынына барып ултырып, китабына тексәйҙе. Юҡ, һаман ҡалмай бит. Эргеһәнә үк килеп ултырҙы. Уф, хатта йылын да онотмаған бит әле. Һуң, 25 йыллап ваҡыт үтте түгелме һуң? Күҙҙәрен майландырып, төпсөнә лә, төпсөнә.
Гәүһәр һүҙҙе икенсе яҡҡа бороға теләп:
– Өфөлә хәлдәр нисек? – тип һорашып ҡарағайны.
– Өфө урынында. Ҡалабыҙ гөрләп тора, – тине.
– Ә тел уҡытыу мәсьәләһендә алға китеш бармы һуң? – тип һорашҡан булды Гәүһәр, артыҡ ҡыуанырлыҡ хәбәр көтмәһә лә.
– Бына, халыҡтың тын алышын белешеп йөрөйбөҙ ҙә, – тип асылғандай булды Фәнәүи Яныбай улы. – Һеҙҙән дә әүҙемлек кәрәк ине. Хаттар яҙығыҙ, ата-әсәләрҙән ҡултамғалар йыйырға кәрәк. Йыйылышып, ошо яҡтан сыҡҡан абруйлы ағайҙарҙың да һүҙҙәре артыҡ булмаҫ, Ҡоролтай ҙа эшен күрһәтһен.
Һаман элекке Фәнәүи икән. Бар кәсебе – шау-шыу сығарып, ашап-эсеү ойоштороп, олораҡ ағайҙарҙың күңелен күреү инде. Әле икенсе һүҙҙәр һөйләп аҙапланған була.
Ул арала булмай, ҡыңғырау шылтыраны. Йә тағы һорауҙар менән күмә башлар. Гәүһәр Самат ҡыҙы класына кереп ултырҙы.
Ул йыл ифрат ҡоро килде. Урмандарҙа еләк-емеш түгел, баҡсаларҙа картуф ҡурылып бөттө. Иң ауыры шул, колхоз-совхоздарҙа эшләгән ата-әсәләр эш хаҡынан мәхрүм ҡалды. Уҡырға килеүҙәренә, студенттарға, стипендияғыҙ быйыл һуңлаясаҡ, тип иғлан иттеләр. Студенттарҙың сосораҡтары ҡайҙандыр эш тапты. Егеттәр – ҡарауылға, ҡыҙҙар иҙән йыуыуға эшкә ялланды. Ҡала ҙур, уларҙан башҡа ла ас халыҡ етерлек, асығыусы улар ғына түгел. 90-сы йылдарҙың уртаһы бына шундай ауыр һынауҙар менән хәтерҙә ҡалған. Гәүһәр шунда беренсе тапҡыр Фәнәүи Яныбай улын күреп ҡалды. Элегерәк комсомолда, заманалар үҙгәргәс, студенттар советындамы, әллә профсоюз тирәһендәме, урын биләгәндер. Әлеге һымаҡ, сәстәре ап-аҡ түгел, килешһеҙ мыйығы туҙып бөтмәгәйне әле. Уның коридорҙа күренеүе, ҡиәфәтенә ҡарағанда, бик яуаплы эш башҡарған һымаҡ тойолһа ла, бер яҡшылыҡ та, изгелек тә вәғәҙә итмәй. Үҙенә Зөлфиә эйәреп алған, ул тағылһа, бер яҡшылыҡ та көтмә инде. Фәнәүи ҡабалана, әле бында, әле тегендә уның:
– Йәгеҙ, йәһәтерәк ҡыйланығыҙ. Ағайҙарығыҙҙы көттөрмәгеҙ! – тип екеренеү менән генә сикләнмәй, ҡайһыларын, йомшаҡ һүҙҙәр табып, өгөтләп тә ебәрә.
Гәүһәр өсөн ул килде ни ҙә, килмәне ни. Уға эйәреп йөрөй торған ҡыҙҙарҙан түгел. Егете сельхозда уҡый, бына-бына килеп етергә тейеш.
Гөлсара килеп, әхирәтен ҡосаҡлап алды:
– Гәүһәркәйем, – тине ул. – Теге зәңгәр күлдәгең хатта миңә килешә ине!..
Гәүһәр әхирәтен этеп ебәреп, күҙенә ҡараны:
– Бәй, һин дә бараһыңмы ни?
Тегеһе, уңайһыҙланып, аҫҡа ҡараны:
– Һуң, бармай, ни эшләйем, бер тин аҡсам юҡ. Асығып йөрөйөм бит. Исмаһам, һин тыйма инде.
– Күпме кәрәк, бирәм, – тине Гәүһәр.
– Ҡуйсы, әхирәткәйем. Былай ҙа, бурысҡа батҡанмын. Көҙгөлөккә итегем дә юҡ. Бармай, сарам юҡ.
– Эх, һин!.. – тип Гәүһәр, әхирәтенә күлдәген тоттороп сығарҙы.
– Нимә, тағы йыялармы? – тине мәғәнәле генә итеп, бүлмәләш ҡыҙҙарының береһе. – Баяраҡ Фәнәүи менән Зөлфиә йөрөп ята ине шул.
Утты һүндерҙе лә, икенсе ҡаттан ятаҡтың артҡы яғын ҡараны:
– Оһо, автобус менән килгәндәр! Бик күмәктәр, тимәк, күмәк кәрәктер инде.
Гәүһәр лә тәҙрәгә ҡараны. Ысынлап та, автобус ултыра, артҡы ишектән генә сығып, ятаҡ ҡыҙҙары шул яҡҡа ыңғайлай. Ҡыҙҙар араһында тәмәке тартыусылар ҙа бар.
Гөлсара, колхозда ике йыл һыйыр һауып, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып килгәс, автобусҡа ултырыр-ултырмаҫ, Фәнәүи эргәһенә килеп, мөмкин булғанса, ҡыҙҙарҙың мәнфәғәтен яҡлай башланы:
– Хаҡын алдан уҡ һөйләшәйек, Фәнәүи ағай, күпме түләйһегеҙ? – тине ул шунда уҡ.
– Күпмешәр, тип, хаҡы, билдәле инде, үткәндәгеһенән кәм булмаҫ. 12-гә заказ бирҙеләр, аҡса йыя торабыҙ, тинеләр.
– Үткәнендә һин бармай ҡалдың, йөҙәр һум, тинеләр, иллешәрҙе генә бирҙеләр, аҙаҡ унарҙы өҫтәнеләр.
– Мин унда булманым, әйтә алмайым, – тип аҡлана башланы Фәнәүи.
– Булмаһаң, ни, һин ултырытып ебәрҙең, һин вәғәҙә иттең,
– Был юлы теүәл булыр, алдан уҡ вәғәҙә итәм, баштан алып, аҙаҡҡа тиклем үҙем булам. Әйткәндәй, берәүегеҙ минеке.
– Ҡарарбыҙ, – тине Гөлсара ҡәтғи генә. – Тәк. Ҡыҙҙар ас. Ашатыу һеҙҙең иҫәптән һәм барғас та.
– Быныһы еңелерәк буласаҡ, – тине Фәнәүи. – Өҫтәлдәрен күрҙем, мул ғына йыйғандар, импортный шоколадтар күренә ине.
– Шоколад менән алдаштырма, ағай. Туйымлыҡ нәмә түгел. Ит, колбаса, шашлык булмаһа, барып та тормайбыҙ.
Фәнәүи Гөлсараға килеп бышылданы:
– Ә быны нимәгә эйәрттегеҙ? – тине һәм бәләкәй генә буйлы Назаға күрһәтте. – Уға кем ҡыҙығыр, тиһең? Ҡалһын.
– Һуң, үҙе барам, ти бит. Мин уға әйтмәнем. Йөрөһөн. Ашап, булһа ла, ҡайтыр.
– Тәк, ун ике кеше булды, – тине Гөлсара. – Ҡуҙғалабыҙмы?
– Ҡуҙғалдыҡ!
– Ә кемдәр саҡырҙы? – тип һораны Гөлсара.
– Кәңәшмәгә килгәндәр. Күрше өлкәләрҙән дә бар. Аҡсалы, йомарт халыҡ күренә. Директор үҙе эргәләрендә йөрөй, – тип кәперенде Фәнәүи.
– Борсолмағыҙ, беҙҙең мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртып йөрөйҙәр, – тип ҡушылды Зөлфиә.
– Эй, һеҙҙең һәр ваҡыт важный кешеләр инде. Үткәнендә лә алтын тауҙар вәғәҙә иттегеҙ, биргән күстәнәстәрен дә аҡсалата хисаплап ҡуйғандар.
– Ни хәл итәһең, төрлө ваҡыт була инде.
– Ятаҡта эҫе һыу юҡ. Мунса, бассейн буламы? – тип һаман ныҡышты Гөлсара.
– Һорап тораһың тағы. Мунса ғына түгел, һабын менән шампунь да бар, үҙем күрҙем, – тине Фәнәүи.
Килеп еттеләр, ахыры. Йорттар араһынан, бер йорттоң башында подавалға терәлеп, тигәндәй, туҡталдылар.
– Бәләкәй генә иғлан! – тине Фәнәүи. – Һеҙҙе ағайҙарығыҙ һағынып көтә. Улар бөгөн көнө буйы кәңәшмәлә эшләп, арынылар. Кеше һымаҡ ял итеп, ҡунаҡсыл ҡыҙҙар менән танышып, һеҙҙең менән күңел асһындар. Бер үтенес – эстә һәм ҡайтҡанда хәүефһеҙлек мәсьәләләрен һаҡлауығыҙ талап ителә, – тине һәм автобустың ишеген асырға ҡушы.
– Рәхим итегеҙ, ҡыҙҙарым, талибәләрем!..
– Хәйерле сәғәттә! – тип сәрелдәе Зөлфиәһе. – Үҙегеҙҙе лайыҡлы тотоғоҙ, балаҡайҙарым!
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: