-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Сентябрь 2020, 09:00

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 1. Хикәйә.

Иртәнге яҡ. Ятаҡтың киң тәҙрәләренән иртәнге ҡояштың йылы нурҙары яҡтырта һәм йылыта. Оҙаҡ итеп телефондың уятҡысы шылтырай. Быйыл ғына ауылдан ҡалаға килгән, университеттың (һуң, һеҙгә барыбер түгелме ни, ҡайһы факультетҡа уҡырға инһә лә, алтын миҙалға ҡуша, йөҙ балл менән) иң текә уҡыу йортоноң иң юғары, абруйлы факультетында ҡосаҡ йәйеп, көтөп торалар. Сөнки ундайҙар уҡыуға бик етди ҡарай. Ябай, ләкин зауыҡ менән кейенә, хатта тәмәке тартмай һәм һыра эсмәй. Ундайҙар бик шым. Йылы бүлмә, таҙа бәҙрәф, ә буфетта йылы пицца таптырып йөрөмәй. Ундайҙар уҡый. Ә теге телефон һаман шылтырай. Ни өсөн шылтырай? Сөнки Рәлиәне уята алмай. Рәлиә, таулы-ташлы, урманлы, йылғалы райондың иң ҙур ауылдарының береһенән сыҡҡан кисәге уҡыусы, бөгөн – студент. Мәктәп директоры менән математика уҡытыусыһының иң яратҡан ҡыҙы. Улар оҙаҡламай хаҡлы ялға сығасаҡ һәм урындарына ҡыҙҙарын, әлбиттә, Рәлиәне ҡалдырасаҡ. Сөнки, мәктәп шундай урын, һиңә урамда таш ватып, силос ҡутарып, мал ҡыуалап йөрөргә кәрәкмәй. Ә кем әйтте уҡытыусының эш еңел, тип? Көн һайын 5-6 сәғәт һәм 150-200 үткер, дәһшәтле малай һәм ҡыҙ менән иртәнән алып, ҡараңғы кискә тиклем, көн һайын өр-яңы бер темаға һөйләшеп, аңлашып, бәхәсләшеп ҡара әле. Беҙҙең уҡыусылар уҡытыусыларын ярата. Ҡыҫҡаһы, Рәлиә уҡытыусы буласаҡ. Ә әлегә ул иртәнге ҡәҙерле йоҡоһоноң зарядкаға, биш минутын – гимнастикаға ә өс минутын еңелсә йүгереүгә ҡорбан итә. Һыуытҡыс эшләп тора, унда әсәйҙең алма һәм сейә бәлеше көтә. Ҡаймаҡ та бар. Рәлиә тартынып тормай, үҙенеке, тегеһен дә ҡаба, быныһын да теш араһына ҡыҫтыра, ҡәһүәһен дә ҡойоп өлгөрә. Ул арала булмай, бүлмәләш өс иптәше лә һелкенә башланы. Өлкән курстыҡылар үҙҙәре бер тәжрибә мәктәбе. Утты-һыуҙы кисеп, егеттәрҙең ҡосағын тойоп өлгөргәндәр. Рәлиә кисә йоҡлар-йоҡламаҫ Эвелина тигәненең мажараларын, һинд киноһын ҡараған һымаҡ, мауығып тыңланы.

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 1.
Хикәйә.
Бәләкәй генә тәнәфестән һуң “Һәнәк журналы, журнал “Вилы” төркөмө төрлө йүнәлештәге мини-сериалдар теҙмәһен дауам итергә тәүәккәлләне. Ярата беҙҙең халыҡ мелодрамаларҙы, көтөп алалар. Тик, хөрмәтле ҡулланыусылар, алдан уҡ һөйләшеп ҡуяйыҡ. “Иң ҡыҙыҡ ерендә өҙҙөләр, шуны вис сығарып булмаймы ни”, “дауамы бармы”, “ни эшләп яптығыҙ”, “ҡасан бөтә инде”, “ярты сәғәттә уҡып бөтәбеҙ ҙә, тәүлек буйына дауамын көтәбеҙ”, “бар эшемде ташлап, көтөп тик ултырам”, тигән һымаҡ ялыуҙар менән беҙҙе йонсотмауыбыҙҙы һорайбыҙ. Сюжеттың тарҡау, характерҙарҙың йомшаҡ булыуы ла, урыҡ-һурыҡ яҙылыуы ла, кешеләрҙең онотолоуы ла бик ихтимал. Сөнки мини-сериалдар ижад итеүсе машинабыҙ, иҫкереү сәбәпле, йыш ватыла һәм үҙебеҙгә лә ҡушылып китергә тура килә. Барығыҙға ла мәғлүмдер, компьютер хаталанмаһа ла, хали бәндәнең яңылышлыҡтарға юл ҡуйыуы бик мөмкин. Әлеге сериал, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, мөхәббәт хаҡында. Яңы ғына мәктәп тамамлаған, ВУЗ-ға уҡырға ингән, хатта мелодрамалар яратҡан ҡыҙ бала ҡатмарлы донъяға килеп инә һәм үҙенең хоҡуғын даулай, тураһын әйткәндәй, мөхәббәтен эҙләй башлай. Ә мөхәббәт, үҙегеҙ беләһегеҙ, бик иркә ҡош. Ул һеҙгә шағирҙың өҫтөндә ҡананаттарын һелкеп торған илһам түгел. Мөхәббәтте табырға, яуларға, көрәшергә хатта уға лайыҡ булырға кәрәк. Ни хәл итәһең, мөхәббәт ул – бүре түгел. Уны ҡыуып йөрөтөп, арытып, бүре йыҡҡан һымаҡ, һуғып алып булмай. Ул шундай нескә хис-тойғо, ул һуғыуҙан түгел, бер сиртеүҙән юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуға, әйҙәгеҙ, беҙҙең күҙ алдында – биш мөйөш. Уның эсе тулы мөхәббәт. Беҙ уны күңелебеҙ туйғансы, танһығыбыҙ ҡанғансы, бер күтәреүҙә эсәйек.
Шулай итеп, башланыҡ.
Иртәнге яҡ. Ятаҡтың киң тәҙрәләренән иртәнге ҡояштың йылы нурҙары яҡтырта һәм йылыта. Оҙаҡ итеп телефондың уятҡысы шылтырай. Быйыл ғына ауылдан ҡалаға килгән, университеттың (һуң, һеҙгә барыбер түгелме ни, ҡайһы факультетҡа уҡырға инһә лә, алтын миҙалға ҡуша, йөҙ балл менән) иң текә уҡыу йортоноң иң юғары, абруйлы факультетында ҡосаҡ йәйеп, көтөп торалар. Сөнки ундайҙар уҡыуға бик етди ҡарай. Ябай, ләкин зауыҡ менән кейенә, хатта тәмәке тартмай һәм һыра эсмәй. Ундайҙар бик шым. Йылы бүлмә, таҙа бәҙрәф, ә буфетта йылы пицца таптырып йөрөмәй. Ундайҙар уҡый. Ә теге телефон һаман шылтырай. Ни өсөн шылтырай? Сөнки Рәлиәне уята алмай. Рәлиә, таулы-ташлы, урманлы, йылғалы райондың иң ҙур ауылдарының береһенән сыҡҡан кисәге уҡыусы, бөгөн – студент. Мәктәп директоры менән математика уҡытыусыһының иң яратҡан ҡыҙы. Улар оҙаҡламай хаҡлы ялға сығасаҡ һәм урындарына ҡыҙҙарын, әлбиттә, Рәлиәне ҡалдырасаҡ. Сөнки, мәктәп шундай урын, һиңә урамда таш ватып, силос ҡутарып, мал ҡыуалап йөрөргә кәрәкмәй. Ә кем әйтте уҡытыусының эш еңел, тип? Көн һайын 5-6 сәғәт һәм 150-200 үткер, дәһшәтле малай һәм ҡыҙ менән иртәнән алып, ҡараңғы кискә тиклем, көн һайын өр-яңы бер темаға һөйләшеп, аңлашып, бәхәсләшеп ҡара әле. Беҙҙең уҡыусылар уҡытыусыларын ярата. Ҡыҫҡаһы, Рәлиә уҡытыусы буласаҡ. Ә әлегә ул иртәнге ҡәҙерле йоҡоһоноң зарядкаға, биш минутын – гимнастикаға ә өс минутын еңелсә йүгереүгә ҡорбан итә. Һыуытҡыс эшләп тора, унда әсәйҙең алма һәм сейә бәлеше көтә. Ҡаймаҡ та бар. Рәлиә тартынып тормай, үҙенеке, тегеһен дә ҡаба, быныһын да теш араһына ҡыҫтыра, ҡәһүәһен дә ҡойоп өлгөрә. Ул арала булмай, бүлмәләш өс иптәше лә һелкенә башланы. Өлкән курстыҡылар үҙҙәре бер тәжрибә мәктәбе. Утты-һыуҙы кисеп, егеттәрҙең ҡосағын тойоп өлгөргәндәр. Рәлиә кисә йоҡлар-йоҡламаҫ Эвелина тигәненең мажараларын, һинд киноһын ҡараған һымаҡ, мауығып тыңланы.
“Ә мин, инде, ҡайтырға сыҡҡайным, – тине Эвелина, – мин егеттәремдең береһен бармаҡ шартлатып ҡына саҡырып алдым. Уныһы мине оҙатып килә бит инде. Көнө буйы тусовкала йөрөп, ишетмәй ҡалғанмын, элекке егетем, сыйылдаҡ Рәфҡәт, ҡайтып төшкән икән. Былар китте һуғышып! Билләһи, эт менән бесәй инде. Эт менән бесәйҙең һуғышҡанын күргәнегеҙ бармы? Береһе сыйылдай, икесеһе – Уау! Уау! Уау! Килә. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, минең сыйылдағым кеҫәһенән хәнйәр сығарҙы...”
Ошонда ҡыҙҙар аһ та оһ ите, ә Рәлиә арығайны, йоҡланы ла ҡуйҙы. Рәлиә, Эвелинаны күреү менән:
– Эвелина, ҡәҙерлем, кисә йоҡлап киткәнмен. Теге сыйылдағың бысаҡ сығарҙы, нимә менән бөттө ул? - тине.
– Һин нимә, – тине тегеһе. – Хәҙер һиңә теге бысаҡты сығарып күрһәтергә кәрәктер? Шуны бел, балаҡай, мин бер нәмәне ике тапҡыр һөйләмәйем. Кем әйткән әле, әгәр тамаша башлағанда сәхнә түрендә бысаҡ эленеп тора икән, тимәк, ул кемделер тишергә тейеш. Мин һөйләгәндә нисек оялмайынса йоҡлап яттың? Кисә һине беҙгә тапшырғанда атайың менән әсәйең нимә һораны? "Ҡыҙыбыҙ тәртипле һәм аҡыллы. Зинһар өсөн, ҡарап ҡына йөрөтөгөҙ. Бының өсөн беҙ һеҙҙе ит-һөттән һәм ҡаймаҡтан өҙмәбеҙ”. Әйткәндәй, мин кисә әйтергә онотҡанмын, итегеҙ майлы булмаһын. Фигураны боҙасаҡ. Бәлки ул һиңә ярайҙыр, миңә ярамай. Атайыңды киҫәтеп ҡуй. Шунан һуң, баяғы, бысаҡ хаҡында. Был турала берәү ҙә белергә тейеш түгел. булманы ул бысаҡ. Юҡ! Һин, юҡ-бар һөйләп йөрөп, минең мөхәббәттәремде төрмәгә ултыртып ҡуйырһың. Шунан һуң, мин аптырайым, ошо йәшкә етеп, һинең өсөн бер тапҡыр ҙа егеттәр һуғышманымы ни?
– Юҡ, – тине Рәлиә. – Юҡ. Ә улар һуғышһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Эх, һин, балаҡай! – тине Эвелина. – Егеттәр, һине яулау маҡсатында һуғышһын өсөн бер нимә лә кәрәкмәй. Улар үҙҙәре һуғышырға тейеш. Ҡыҙ кешенең эше – матурлығы. Уның бурысы – һуғыш ойоштороу түгел, ҡан ҡойоуға юл ҡуймау. Ҡалғанын аҙаҡ һөйләрмен. Һин мине уҡыуға һуңлатаһың.
Ә тышта – музыка, сәскәләр, шат йөҙҙәр, күңелле ҡыҙҙар һәм малайҙар, етди олатайҙар һәм өләсәйҙәр. Ә атайҙар менән әсәйҙәр эштәлер инде. Рәлиә уҡырға китеп бара. Кәйефе шундай шәп, бөтәһен дә ҡосаҡлап алғыһы, рәхмәттәр әйткеһе килә. Ошонан да ҙурыраҡ байрам бармы икән? Ә кисен барыһы ла Салауат һәйкәле эргәһендәге майҙанға сыҡтылар. Рәлиә шулай өйрәнгән, үҙе менән бәләкәй генә сумка тиһәң, сумка түгел, тоҡсай тиһәң, тоҡсай түгел, һауыт алды. Ә эсендә – ҡәләм һәм ҡағыҙ. Һуң, кемдәр менән һөйләшеүеңде, нимә хаҡында һөйләшеүеңде, һис юғы, исемдәрен булһа ла, яҙып алырға кәрәк тә инде. Әлбиттә, иғтибарлап, лекция тыңлаған һымаҡ, яҙып булмаҫ. Бына бер егет. Әйтерһең, телевизорҙан килеп сыҡҡан инде! Таһир Вәхитовҡа оҡшап тора. Исеме – Юлдаш. Аграрныйҙан икән. Рәлиә менән бик матур ғына һөйләшеп алды, уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы, уңыштар теләне һәм туңдырма ашарға саҡырҙы.
– Ҡасан? – тип кенә әйтә алды Рәлиә тулҡынданып һәм ашҡынып.
– Оҙаҡламам, мин килермен, – тип Юлдаш кешеләр диңгеҙендә юҡ булды.
Эх, Юлдаш! Үҙең саҡырҙың-саҡырҙың да, юҡ булдың.
Рәлиә тирә-яғына ҡаранып өлгөрмәне, үҙе һымаҡ, күҙлекле берәү килеп сыҡты. Хәйер, үҙе һымаҡ түгел инде, килеп терәлде лә:
– Һинең күҙлегең нисәле? – тип һораны.
– Минус икәүле, – тине Рәлиә, нисек бар, шулай әйтте.
– Бир әле, кейеп ҡарайым, – тине теге, һорап бөтөр-бөтмәҫ, систереп тә алды:
– Донъя ҡайһылай матур! – тип һоҡланды ул. – Фәнүр мин, иҡтисад факультетында уҡыйым. Ә һинең егетең бармы?
Рәлиә шаңғып ҡалды. Ҡайһылай әрһеҙ! Күҙлекте лә һалдырып алды, тағы егетте лә һорай.
– Юҡ минең егетем, – тине ул.
– Минең дә бер кемем дә юҡ, – тине теге “күҙлек”. – Күҙлегемде күрһәләр, ситкә китәләр ҙә баралар.
Икәүләп матур ғына итеп бейештеләр.
Эргәләренә "Нефтяной"ҙан Артур килде. Президент квотаһы менән уҡый икән.
– Нефть сығарыуҙы беҙ арттырасаҡбыҙ, – тине ул, күҙен дә йоммай.
Ә Авиация университетынан Юлай:
– Нефть беҙгә кәрәкмәйәсәк, оҙаҡламай, самолеттар ҡояш энергияһы менән осасаҡ, – тине.
Кәрим тигән егет тә ошонда килеп сыҡты. Ул уҡый, ләкин кем булырға йыйыныуын үҙе лә белмәй икән:
– Инженер, – тине ул ҡыҫҡа ғына итеп.
Студенттар диңгеҙенән көтмәгәндә Юлдаш төшөп ҡалды һәм Рәлиәне ҡосағына алды:
– Йә, ҡыҙыҡай, ирекле тормошҡа аяҡ баҫыуың менән ҡотлайбыҙ, – тине һәм туңдырма сығарып тотторҙо.
Рәлиә бер ялап өлгөрөүгә, Фәнүр үрелде, ҡап яртыһы Артурҙың ауыҙында юҡ булды, Юлай ҙа бер яланы ла, эҙһеҙ юғалды. Кәримгә таяғын ялап ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Йоҡларға ваҡыт етте, – тине Фәнүр. – Рәлиә, мин һине оҙатып ҡуя алам.
Артур:
– Миңә ҡайтырға йыраҡ. Рәлиәне матур ғына оҙатып ҡуйығыҙ, – тине лә, юҡ булды.
– Шымығыҙ! – тип ҡысҡырҙы Рәлиә. – Тик, берүк, һуғыша күрмәгеҙ!
Тороп ҡалған өс егет бер-береһенә ҡарашты.
– Һуғышырлыҡ бер һылтау ҙа күрмәйем, – тине Кәрим. – Ә былай, мәктәп чемпионымын, бокс буйынса, – тип йоҙороҡтарын бер-береһенә төйә башланы.
– Борсолма һәм ҡурҡытма! – тине Юлай. – Мин дә район чемпионы, тик еңел атлетика буйынса. Ҡыуып етереңә шикләнәм.
Ә Рәлиәнең ҡайтҡыһы килмәй. Иртәгә ошондай кисә әллә була ла, әллә юҡ. Таралышырҙар ҙа, тормош шуның менән бөтөр һәм юҡҡа сығыр һымаҡ.
– Беләһегеҙме, егеттәр, – тине Рәлиә. – Әйҙәгеҙ, батыр һәйкәлен бер урап, уға тыныс йоҡо теләп үтәйек.
Бына улар килә – бер ҡыҙ һәм өс егет. Рәлиә ҡәләм менән егеттәрҙең исемен яҙып бара.
– Нимә яҙаһың? – ти Фәнүр.
– Шиғыр яҙам, шиғыр, – ти Рәлиә.
– Әллә һин шағирәме? – тип аптырана Кәрим.
Ә Юлай, ҡыйыу икән, ҡыҙыҡайҙы ҡултыҡлап уҡ алды.
Ниндәй күңелле, аҙағы ла юҡ һымаҡ. Шул ваҡыт кемдер тупаҫ итеп:
– Ятаҡ бикләнә! – тип һөрәнләне.
Рәлиә барыһы менән бергә йүгерә, күҙлеге аша егеттәрен барлай. Бөгөн һуғышырҙармы икән әллә иртәгәгә ҡалдарарҙармы? Ҡыҙыҡ, ҡайһыһы еңер икән? Моғайын, Юлдаш еңер ине. Ул ике тапҡыр күренде лә, ҡайҙалыр юҡ булды. О ҡайһылай ҡыҙыҡ булыр ине! Һуғышып китәләр! Береһе – бысаҡ, икенсеһе... Икенсеһе пистолет килтереп сығарһа, өсөнсөһө... Юҡ, әле өсөнсөһө көтөп торһон, ҡабаланмаһын, өлгөрөр. Уҡыу йылы әле яңы башланып тора. Ҡайтһа, бүлмәлә уның өсөн борсолоп, ҡыҙҙары көтөп ултыра.
– Әгәр иртәгә лә был хәл ҡабатланһа, бер ҡайҙа ла сыҡмаясаҡһың һәм атайыңа хәбәр итергә мәжбүр буласаҡмын.
Рәлиә бер нимә тип тә яуап бирергә өлгөрмәне, шул ваҡыт уҫал һәм талапсан итеп телефоны шылтырай башланы.
Дауамы бар.

1 2 3 4 5 6 7


------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в