+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Сентябрь 2020, 17:58

МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ... Хикәйә.

Маһинур менән Рәүҙәт Төркиәгә путевканы ҡыштан уҡ, хаҡы арзан саҡта, алып ҡуйғайнылар. Ләкин барыһын да алдан белеп буламы һуң инде, ял итергә осорға бер аҙна ҡалғас, ирен эшенә саҡыртып алдылар һәм ашығыс эштәр килеп сығыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Ашығыс ҡына түгел, хатта ай буйы ла бөтмәҫлек һымаҡ. Уның ҡарауы, ҙур ғына түләү, премия, эш хаҡы вәғәҙә иттеләр. Аэропортта саҡта Рәүҙәт, ысынлап тороп, Маһинурҙы, осма ла ҡуй, тип өгөтләп ҡарағайны, ҡатынының йонсоған йөҙөн күреп, ял итергә үҙенә генә барырға рөхсәт итергә мәжбүр булды. Бына Маһинур ҡайтып етте, телефон аша, иртән генә килеп төшәбеҙ, тип тәүҙә әйтһә лә, иренең ваҡ-төйәккә иғтибарһыҙ икәнлеген белә, самолеттың Өфө аэропортына төн уртаһында уҡ килеп төшөүен алдан хәбәр итеп торманы. Аҙаҡ, хаталанғанмын, тип әйтер ҙә ҡуйыр. Сумаҙанында хәләленә, тип алған бик шәп бүләк ята. Таксиҙан килеп төшкәс, тәҙрәләренә күҙ һалды. Ут күренмәй. Тимәк, йоҡлайҙыр. Бер үҙе булһа ғына ярар ине. Кем белә, бәлки берәйһен алып килгәндер. Маһинурҙың быныһы икенсе никахы, үҙенсә һуңғыһы булһын, тип теләй. Рәүҙәтте бик ярата, үҙе лә ышанысын юғалтҡаны юҡ. Ишекте асып ебәргәс, ире аптырап ҡалды: – Һин, иртән, тип әйткәнең, түгелме һуң? – тине ул ҡатынын ҡосағына алып. – Ваҡытты бутағанмын, – тип аҡланды тегеһе, – нимә, минең ҡайтыуыма шатланмайһыңмы ни? Ә мин һиңә бүләк алып ҡайттым. Күҙҙәреңде йом. Ҡатын эскә үтте. Бүлмәләргә еңелсә генә күҙ һалды, йыуыныу бүлмәһенә ҡул сайҡарға ингәс, көтөлмәгән үҙгәрешкә иғтибар итте. Шкафта бығаса берәү ҙә ҡулланмаған ят шампунь һауыты ултыра. Сумаҙанын һөйрәп, залға керҙе, шифоьерҙы асты һәм ҡорт саҡҡан һымаҡ, тертләп ҡуйҙы. Алып та ҡуймаған, ҡәбәхәт! Күпте кисергән ҡатын диван башында ятҡан аҡһыл һыңар шпилькаға иғтибар ҙа итмәне, өндәшмәне. – Йә, мин көтәм, – тине ире ашҡынып. Йүнһеҙ! Берәү көткән, имеш. Ә ул иренә ышанып, бер үҙен ҡалдырып китте. Ярай, тегендә үсен алды-мәгәр. Килеп аҡсалы яңғыҙ ирҙәр быйыл күп ине. Мөхәббәт диңгеҙенә быйыл тулыһынса батты ла ҡуйҙы. Ярай, ирен эйәртеп бармаған. Ана, тора ул, тоғро эт һымаҡ, күҙҙәрен йомоп, мөғжизә көтөп. Хайуан! Ҡатыны юҡта бында нимәләр творить иткән? Йә, йөрө инде хәҙер мөгөҙөңдөң саталарын шалтырлатып! – Ҡәҙерлем, көтәм, – ти ир, ашҡына, түҙмәй. Ҡатын иҫенә килде. Нәфрәт менән иренә ҡараны: – Көтмә! – тине ул тупаҫ итеп, – Минең башым ауырта. Ошонда ятып ял итәм. Сығып тор! Рәүҙәт күндәм генә сығырға ҡуҙғалды: – Самолетта арығанһыңдыр, хәҙер сәй бирәм, ҡәҙерлем, – тине, – Саҡ ҡына зәмзәм тамыҙам. – Кәрәкмәй! – тине ҡатыны яһиллашып. – Ял итергә форсат бир! Ире сығып китте. Ҡатыны урынына ятты һәм күҙҙәрен йомоп, ойорға тырышып ҡараны. Юҡ, булмаһа, булмай икән. Хәләл иреңде ун көнгә лә ҡалдырыр әмәл юҡ! Белһәң ине, кемде алып килде икән? Йәшерәктер инде. Ҡатын таныштарын барланы, әхирәттәрен күңеле менән тикшереп сыҡты. Юҡ, кем икәнлеген дә белмәй. Ярай, алдан килеп төштө. Ныу, эләкһә, кәрәген бирә ине!

МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ...
Хикәйә.
Маһинур менән Рәүҙәт Төркиәгә путевканы ҡыштан уҡ, хаҡы арзан саҡта, алып ҡуйғайнылар. Ләкин барыһын да алдан белеп буламы һуң инде, ял итергә осорға бер аҙна ҡалғас, ирен эшенә саҡыртып алдылар һәм ашығыс эштәр килеп сығыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Ашығыс ҡына түгел, хатта ай буйы ла бөтмәҫлек һымаҡ. Уның ҡарауы, ҙур ғына түләү, премия, эш хаҡы вәғәҙә иттеләр. Аэропортта саҡта Рәүҙәт, ысынлап тороп, Маһинурҙы, осма ла ҡуй, тип өгөтләп ҡарағайны, ҡатынының йонсоған йөҙөн күреп, ял итергә үҙенә генә барырға рөхсәт итергә мәжбүр булды.
Бына Маһинур ҡайтып етте, телефон аша, иртән генә килеп төшәбеҙ, тип тәүҙә әйтһә лә, иренең ваҡ-төйәккә иғтибарһыҙ икәнлеген белә, самолеттың Өфө аэропортына төн уртаһында уҡ килеп төшөүен алдан хәбәр итеп торманы. Аҙаҡ, хаталанғанмын, тип әйтер ҙә ҡуйыр. Сумаҙанында хәләленә, тип алған бик шәп бүләк ята. Таксиҙан килеп төшкәс, тәҙрәләренә күҙ һалды. Ут күренмәй. Тимәк, йоҡлайҙыр. Бер үҙе булһа ғына ярар ине. Кем белә, бәлки берәйһен алып килгәндер. Маһинурҙың быныһы икенсе никахы, үҙенсә һуңғыһы булһын, тип теләй. Рәүҙәтте бик ярата, үҙе лә ышанысын юғалтҡаны юҡ.
Ишекте асып ебәргәс, ире аптырап ҡалды:
– Һин, иртән, тип әйткәнең, түгелме һуң? – тине ул ҡатынын ҡосағына алып.
– Ваҡытты бутағанмын, – тип аҡланды тегеһе, – нимә, минең ҡайтыуыма шатланмайһыңмы ни? Ә мин һиңә бүләк алып ҡайттым. Күҙҙәреңде йом.
Ҡатын эскә үтте. Бүлмәләргә еңелсә генә күҙ һалды, йыуыныу бүлмәһенә ҡул сайҡарға ингәс, көтөлмәгән үҙгәрешкә иғтибар итте. Шкафта бығаса берәү ҙә ҡулланмаған ят шампунь һауыты ултыра. Сумаҙанын һөйрәп, залға керҙе, шифоньерҙы асты һәм ҡорт саҡҡан һымаҡ, тертләп ҡуйҙы. Алып та ҡуймаған, ҡәбәхәт! Күпте кисергән ҡатын диван башында ятҡан аҡһыл һыңар шпилькаға иғтибар ҙа итмәне, өндәшмәне.
– Йә, мин көтәм, – тине ире ашҡынып.
Йүнһеҙ! Берәү көткән, имеш. Ә ул иренә ышанып, бер үҙен ҡалдырып китте. Ярай, тегендә үсен алды-мәгәр. Килеп аҡсалы яңғыҙ ирҙәр быйыл күп ине. Мөхәббәт диңгеҙенә быйыл тулыһынса батты ла ҡуйҙы. Ярай, ирен эйәртеп бармаған. Ана, тора ул, тоғро эт һымаҡ, күҙҙәрен йомоп, мөғжизә көтөп. Хайуан! Ҡатыны юҡта бында нимәләр творить иткән? Йә, йөрө инде хәҙер мөгөҙөңдөң саталарын шалтырлатып!
– Ҡәҙерлем, көтәм, – ти ир, ашҡына, түҙмәй.
Ҡатын иҫенә килде. Нәфрәт менән иренә ҡараны:
– Көтмә! – тине ул тупаҫ итеп, – Минең башым ауырта. Ошонда ятып ял итәм. Сығып тор!
Рәүҙәт күндәм генә сығырға ҡуҙғалды:
– Самолетта арығанһыңдыр, хәҙер сәй бирәм, ҡәҙерлем, – тине, – Саҡ ҡына зәмзәм тамыҙам.
– Кәрәкмәй! – тине ҡатыны яһиллашып. – Ял итергә форсат бир!
Ире сығып китте. Ҡатыны урынына ятты һәм күҙҙәрен йомоп, ойорға тырышып ҡараны. Юҡ, булмаһа, булмай икән. Хәләл иреңде ун көнгә лә ҡалдырыр әмәл юҡ! Белһәң ине, кемде алып килде икән? Йәшерәктер инде. Ҡатын таныштарын барланы, әхирәттәрен күңеле менән тикшереп сыҡты. Юҡ, кем икәнлеген дә белмәй. Ярай, алдан килеп төштө. Ныу, эләкһә, кәрәген бирә ине!
Ә ир, ҡатынының холҡон белгәнгә, өндәшмәй. Сөнки ҡатыны етәксе вазифа биләй һәм үҙе өсөн сигенеүҙе, хатаһын таныуҙы түбәнселек тип ҡарай. Ир ҡатынын шулай тип белә һәм быға тиклем үҙгәргәне тойолманы. Рәүҙәттең эштә үҙ мәшәҡәттәре. Алһыҙ-ялһыҙ эшләйҙәр. Быйыл тапшырылырға тейеш объекттың башланғыс проекттарында ҙур хаталарға юл ҡуйылған. Хәҙер, сығымдар түкмәй генә, кәмселектәрҙе бөтөрөргә кәрәк. Ул, мендәргә башын терәү менән, йоҡлап китте. Иртән уянды, тауыш-тын ишетелмәй, ҡатыны һаман да йоҡлайҙыр. Бәлки, йоҡоһо туйһа, кәйефе лә күтәрлелер. Ни тиһәң дә, аҙнанан ашыу осрашҡандары юҡ, бәлки һағынғандыр ҙа. Ир залға сыҡты. Ҡатыны ла, сумаҙаны ла – юҡ. Өҫтәлдә ҡағыҙ киҫәге күренә. Унда: “Етте! Мин айырылам! Әйберҙәремде һуңынан килеп алырмын...” – тип яҙылғайны.
Маһинур, әсәһенә килеп кергәс, бер һүҙ ҙә өндәшмәй ашарға ултырҙы. Хатта әсәһенең: “Кейәү ни хәлдә?” – тигән һорауына ла яуап бирмәне. Төшкә тиклем тағы йоҡлап алды. Торғас, әсәһе тағы ла эргәһенә килде: “Нимә булды?” – тип һораны.
Маһинуры барыһын да һөйләп бирҙе. Шифоньер эсендә нимә күргәнен дә, арзанлы сәс йыйғысты ла ҡалдырманы:
– Бына, ышан инде, ирҙәргә, – тине ул уфтанып.
– Үҙең ҡалдырып киттең бит. Сыҡҡанда, йәшерәк икәнлеген белә инең. Ай-һай, яңғыҙ барҙың, үҙең дә буш йөрөмәгәнһеңдер! Үсте мул итеп алғанһыңдыр инде! – тине әсәһе.
– Уныһы – минең эш, – тине ҡыҙы тупаҫ ҡына, – Булды. Үкенмәйем. Тик үсем ҡанманы.
Телефонына күҙ һалғайны, һүнгәнен күрҙе. Иҫенә төштө: зарядкаһы Рәүҙәттең фатирында ҡалды. Ҡыйын булһа ла, кире барырға тура килә. О, шул ирҙе, хыянатсы! Күргеһе килмәй! Әсәһенең телефонынан Рәүҙәттең өй телефонына шылтыратты. Берәү ҙә алмай. Тимәк, өйҙә юҡ, эшкә киткән. Тиҙ генә такси саҡырҙы ла, зарядкаһын алырға, Рәүҙәттең фатирына китте. Элекке иренең, уның элекке буласағына шикләнмәй, фатирынан әйберҙәрен йыйыштырҙы. Шул ваҡыт ике-өс тапҡыр шылтыратырға ла өлгөрҙөләр. Тәүҙәрәк трубканы алмағайны, аҙаҡ ҡыҙыҡһыныуы еңде, бәлки берәй таныш ҡатындыр. Телефондан ҡәйнәһе Сәлихәнең тауышы ишетелде:
– Маһинур, ҡыҙым, һаумы! – тине ул хәлһеҙ генә тауыш менән. – Өс көн элек һеҙгә килдем, йүнәлтмә менән ебәрҙеләр. Рәүҙәт иртән һине өйҙә була, тигәйне. Һине борсомайым, әйтмәйем, тине. Мин бит бында, дауаханала, ятам. Кисә генә һалдылар. Килеп кит әле. Дарыуҙары юҡ. Рецепты үҙемдә, һатып алырһың. “Пышка”ға кереп, һурпа ла ал. Онотоп торам, залдағы шкафыңда йоҡа халатым ҡалған, шуны ла алып кил.
Маһинур яңынан такси саҡыртып, дауаханаға барып етә һалды. Тәүҙәрәк, палатаға инеү менән, ҡәйнәһен танымай торҙо. Ҡуйы аҡ сәстәрен елкәһенә йыйып ҡуйған. Ябыҡҡан, сир берәүҙе лә матурламай шул. Карауат башында ултырған ап-аҡ тумбочканы күргәс, Маһинур тағы тертләп ҡуйҙы. Һыу шешәләре, дарыуҙар араһында уны тетрәнергә мәжбүр иткән әйбер, сирле ҡарсыҡтың сәстәрен йыйып ҡуйған аҡһыл шпилькалар ята ине.
Дауамы бар.

1 2 3 4 5

------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: