+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Сентябрь 2020, 11:17

МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ... – 2. Хикәйә.

Был ҡатынға нимә етмәйҙер инде? Рәүҙәт һағынып, ашҡынып көтөп алғайны ҡатынын. Өйләнешеүҙәренә ике йылдан артыҡ булһа ла, беренсе тапҡыр шулай оҙаҡҡа хушлаштылар. Көткәйне, һағынғайны Маһинурын. Хушбуйҙарын аңҡытып, ҡатынының килеп инеүе күҙ алдына килде. Ләкин йөрәкте өлпөлдәтеп, мейене шаңғытып, алдына ҡағыҙ киҫәге килә лә ята. “Етте! Мин айырылам! Әйберҙәремде һуңынан килеп алырмын...” Етмәһә, әсәһе сирләп тора бит әле. Таныш табип менән һөйләшкәйне, сире бик аҙған, беҙ хәлен генә еңеләйтә аласаҡбыҙ. Шуға, нисек кенә ауыр булмаһын, әйтергә мәжбүрмен, әҙер булығыҙ, ныҡ тороғоҙ, тигән һымағыраҡ киҫәтеп ҡуйҙы ҡуйыуын. Эштән һуң әсәһе янына барырға йыйынғайны. Маһинур менән барып керһәләр, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Хәҙер юҡ инде. Был ҡатындың холоҡ-фиғеленә күнегеп бөткән Рәүҙәт. Ғүмер баҡый етәксе вазифалар биләгән, кешеләр менән идара итеүгә күнеккән ҡатын шулар иҫәбенә, күҙ ҙә йоммай, үҙенең ирен дә индереп ебәрә һәм бер көтөүгә ҡараған һымаҡ ҡарай. Барыбер әсәһе аҡыллы ҡатын икән. “Ай-һай, улым, бигерәк йомшаҡһың, был ҡатынды тота алырһыңмы икән?” – тип киҫәтеп ҡуйғайны ҡуйыуын. Фаразлауҙары раҫланманы ғына түгел, күпкә насарыраҡ килеп сыҡты. Ә нимәгә, ҡорт саҡҡандай, күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрҙе лә ҡуйҙы икән? Хыянат итеүҙә ғәйепләр ине, сәбәп тә, һылтау ҙа юҡ. Бында нимәлер бар. Рәүҙәт уны белергә һәм асыҡларға тейеш. Ир, әсәһенә шылтыратып, хәлен белешергә булды.

МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ... – 2.
Хикәйә.
Был ҡатынға нимә етмәйҙер инде? Рәүҙәт һағынып, ашҡынып көтөп алғайны ҡатынын. Өйләнешеүҙәренә ике йылдан артыҡ булһа ла, беренсе тапҡыр шулай оҙаҡҡа хушлаштылар. Көткәйне, һағынғайны Маһинурын. Хушбуйҙарын аңҡытып, ҡатынының килеп инеүе күҙ алдына килде. Ләкин йөрәкте өлпөлдәтеп, мейене шаңғытып, алдына ҡағыҙ киҫәге килә лә ята.
“Етте! Мин айырылам! Әйберҙәремде һуңынан килеп алырмын...”
Етмәһә, әсәһе сирләп тора бит әле. Таныш табип менән һөйләшкәйне, сире бик аҙған, беҙ хәлен генә еңеләйтә аласаҡбыҙ. Шуға, нисек кенә ауыр булмаһын, әйтергә мәжбүрмен, әҙер булығыҙ, ныҡ тороғоҙ, тигән һымағыраҡ киҫәтеп ҡуйҙы ҡуйыуын. Эштән һуң әсәһе янына барырға йыйынғайны. Маһинур менән барып керһәләр, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Хәҙер юҡ инде. Был ҡатындың холоҡ-фиғеленә күнегеп бөткән Рәүҙәт. Ғүмер баҡый етәксе вазифалар биләгән, кешеләр менән идара итеүгә күнеккән ҡатын шулар иҫәбенә, күҙ ҙә йоммай, үҙенең ирен дә индереп ебәрә һәм бер көтөүгә ҡараған һымаҡ ҡарай. Барыбер әсәһе аҡыллы ҡатын икән. “Ай-һай, улым, бигерәк йомшаҡһың, был ҡатынды тота алырһыңмы икән?” – тип киҫәтеп ҡуйғайны ҡуйыуын. Фаразлауҙары раҫланманы ғына түгел, күпкә насарыраҡ килеп сыҡты.
Ә нимәгә, ҡорт саҡҡандай, күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрҙе лә ҡуйҙы икән? Хыянат итеүҙә ғәйепләр ине, сәбәп тә, һылтау ҙа юҡ. Бында нимәлер бар. Рәүҙәт уны белергә һәм асыҡларға тейеш. Ир, әсәһенә шылтыратып, хәлен белешергә булды. Әсәһе трубканы шунда уҡ алды, кәйефле генә, шикелле:
– Алеү! Тыңлайым! – тине шат ҡына.
– Һаумы, әсәй, был – мин, Рәүҙәт! – тине улы.
– Ҡайһылай йәтеш шылтыратаһың, улым! Оҙон ғүмерле була күр инде! Һине генә иҫкә төшөрөп ултыра инек!..
– Кем килде, әсәй?
– Кем килде, тисе... Килен килде, Маһинур килен. “Пышка”нан һурпа һатып алған! Шуны эсеп, хәл кереп, әллә кем булып ултырам, улым! Әлдә һеҙ бар, балаҡайҙарым! Мә, тыңла, улым, килен һине һорай.
Рәүҙәттең йөрәге дарҫлап тибә башланы. Ҡатыны уны һорай? Ҡатыны уның менән һөйләшергә теләй?..
– Алло, Маһинур! – тип саҡ әйтеп өлгөрмәне, ҡатыны:
– Ә һин ни эшләп ҡәйнәмдең бында килгәнен, дауаханала ятҡанын әйтмәнең? Иртән үҙе шылтыратҡас ҡына белдем. Кеше аптыратып, һин дә йөрөйһөң инде! Әллә нимәләр уйлап бөттөм, – тип теҙеп алып китте.
Рәүҙәт нимә тип әйтергә лә белмәй. Әллә яҙыу ҡалдырғанын оноттомо икән? Бәлки шаяртып ҡына яҙғандыр. Улай тиһәң, уйын эш түгел.
– Э... Шулай шул, Маһинур... ҡәҙерлем... һине борсомайыҡ, тип һөйләшкәйнек. Ялың ял булмаҫ, тинек. Үҙем дә һаман аптырап торам. Ҡайтҡас...
Теге башта сая ҡатын һүҙен эләктереп алды:
– Эйе шул, ҡайтҡас та бирермен, тигән бүләгем бар ине, кисә тапшыра алманым да ҡуйҙым бит, үҙең күрҙең хәл генәмде. Һин, егет, мин юҡта тәртипле йөрөнөңмө? Ҡара уны, бер-бер хәбәр килһә, холҡомдо беләһең!
– Юҡ, юҡ! Һиңә кемдер берәй һүҙ әйткәндер ул. Юғиһә, аптыраттың бит...
– Ярай, ҡәҙерлем. Ҡатын-ҡыҙ шулай була ул, бер күтәрә, бер төшөрә. Иғтибар итмә инде. Беләһеңме, аҙаҡ үҙем дә үкендем. Һин ни өсөн икәнлеген үҙең дә һиҙмәй ҡалғанһыңдыр. Бөтәһе лә һәйбәт, ҡәҙерлем. Кискә тиклем!..
Һәр һүҙҙе тыңлап, ҡабул итеп, һеңдереп ултырған ҡарсыҡ ир менән ҡатын араһында нимәлер булғанына яҙа-йоҙа төшөндө:
– Рәүҙәтте әйтәм, һин ҡайтҡансы, матур ғына торғанмы? – тип төпсөнә башланы.
– Рәүҙәтме? Тормай ҡараһын! Мин уны үҙемдән йәш, тип тормам. Миңә килеп эләккәс, ысҡындырыу юҡ инде ул, ҡәйнәм. Эшем дә, урыным да яуаплы бит. Ирҙән иргә йөрөгән ҡатынды кем һанлаһын? Үҙең аңла, ҡәйнәм, түҙергә тура килә.
– Шулай шул, түҙ инде. Хатта улым ҡәнәғәт йөрөй. Һеҙҙә йоҡлағанда төш күрәм: бала илай, имеш, тим. Асыҡҡандыр, йә йүргәген еүешләгәндер инде. Эй, эҙләйем, таба алмайым. Тегеләй ҙә барып ҡарайым, – юҡ, былай ҙа ҡарайым, күренмәй. Уянғайным, әллә өҫтә әллә аҫта булды, бер сабый илай. Әтеү, килен, эшең ҡаты булғас, декретҡа-маҙарға ла сыға алмаҫһыңмы икән? – тип уйлағанын үҙендә ҡалдырмай, һөйләнеп алды ҡарсыҡ.
Был һүҙҙәрҙең бөгөн артыҡ икәнлеген Маһинур һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, үҙе өсөн яуап биреүҙе урынлы тип тапты:
– Беҙҙең эштә, ҡәйнәм, декрет-секрет юҡ инде. Ике-өс йыл буйы ял иткәнеңде берәү ҙә көтмәй, отставкаға ебәрә лә ҡуялар. Шуға үҙеңде ҡорбан итергә тура килә. Йә ғаилә һәм бала, йә вазифа һәм халыҡ мәнфәғәте. Һуңғыһына өҫтөнлөк бирергә тура килә. Бер рәхәттең бер ҡыйыны, тигән һымаҡ, үҙеңде мәхрүм итергә лә мәжбүр булаһың.
– Ярай инде, килен, яҙмағандыр. Рәүҙәт тә үҙенең хәлен белә. Кеше, ни, ана, тәрбиәгә бала ла алып ҡарай. Хәҙер тегендә-бында һатып бирәләр, тип тә ишетелеп ҡала. Мин ҡыҫылмайым, үҙегеҙ ҡарағыҙ, – тип һөйләнде ҡәйнә.
Ҡарсыҡ шыпа “еңеләйә” башлаған, шикелле, тип эстән көйөп уйланды килене. Ашы ашалған термосты йыйып ҡуйҙы. Торған саҡта еңелсә башы әйләнде, бүлмә менән ҡарсыҡ урынынан ҡуҙғалып ҡуйғандай тойолдо, ашҡаҙаны килеп сығырҙай булып, уҡшытып алды. Быныһы нимә тағы? Бая ғына донъя үҙәгендә ҡайнап, кешеләргә уңлы-һуллы бойороҡтар таратып ултырған ҡатын, үҙ кәүҙәһенә хужа була алмай, кире ҡоланы...
Дауамы бар.
1 2 3 4 5

------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: