-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Сентябрь 2020, 09:00

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 3. Хикәйә.

Биш-алты түгел, мең камера ҡарап тормағайы! Хатта Рәлиә егетте бер ҡулы менән ҡосаҡлап, икенсеһе менән еңелсә генә сәстәрен рәтләштергән булды һәм эргәһенән ағып үтеп барған халыҡ ташҡынына ҡараны. Араларында уны күреүселәр, белеүселәр ҙә, хатта таныусылар ҙа барҙыр әле. Нимә уйлаған булалар икән? – Һиңә ауыр түгелме? – тип бышылданы ул егеттең ҡолағына. – Юҡ, – тип һикереп торорҙай булды тегеһе. – Еп-еңел икәнһең. – Ҡара уны, ауыр булһа, өндәш! Һин ышанмаҫһың, мин беренсе тапҡыр егет кешенең алдында ултырам! – тип пырхылдап көлдө ҡыҙыҡай һәм сәстәре менән тегеһенең йөҙөнә ҡапланды. – Мин дә беренсе тапҡыр алдыма ҡыҙ ултыртым, – тине егет. – Барыбер өйрәнергә кәрәк буласаҡ бит.

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 3.
Хикәйә.
Биш-алты түгел, мең камера ҡарап тормағайы! Хатта Рәлиә егетте бер ҡулы менән ҡосаҡлап, икенсеһе менән еңелсә генә сәстәрен рәтләштергән булды һәм эргәһенән ағып үтеп барған халыҡ ташҡынына ҡараны. Араларында уны күреүселәр, белеүселәр ҙә, хатта таныусылар ҙа барҙыр әле. Нимә уйлаған булалар икән?
– Һиңә ауыр түгелме? – тип бышылданы ул егеттең ҡолағына.
– Юҡ, – тип һикереп торорҙай булды тегеһе. – Еп-еңел икәнһең.
– Ҡара уны, ауыр булһа, өндәш! Һин ышанмаҫһың, мин беренсе тапҡыр егет кешенең алдында ултырам! – тип пырхылдап көлдө ҡыҙыҡай һәм сәстәре менән тегеһенең йөҙөнә ҡапланды.
– Мин дә беренсе тапҡыр алдыма ҡыҙ ултыртым, – тине егет. – Барыбер өйрәнергә кәрәк буласаҡ бит.
Кем белә, бәлки Фәнүр ошо минутта мәғәнәлерәк, юғарыраҡ һүҙҙәр әйтергә теләгәндер, ләкин уның башында, ирекһеҙҙән, бөтөнләй икенсе, урынһыҙ һымаҡ тойолған, ләкин уларҙың ҡосаҡлашып ултырыуына туранан-тура мөнәсәбәте булған ябай һәм бер ҡатлы фекерҙәр килеп ҡуна ла, кире ҡаҡлығып, һауаға инеп юғала. Ә инде Рәлиәнең кисергәндәре... Уның “күбәләктәренең” һырып алыуы... Икеһен бергә ҡуша күтәреп, осороп йөрөтөүҙәре...
Ҡыҫҡаһы, Фәнүр фатир мәсьәләһе буйынса ҡаңғыра. Ҡыҙ тамам уға эҫенеп бара, шикелле. Фатирына саҡырһа, килерме икән? Килһә, Мөхлисә ҡарсыҡ ултырһа, индерерме икән? Шундайыраҡ донъяуи мәшәҡәттәр менән башы ҡата иҡтисадсы һәм компьютерҙы һыу һымаҡ эскән егеттең. Компьютерҙы белә, тигәс, әлбиттә, Билл Гейтс түгел, уның хаҡында унлап китап уҡыһа ла. Даһиҙың тормош юлын ныҡ белә, быныһы инде – ҡатын-ҡыҙҙың, айырыуса, үҙеңә тиңдәш ҡыҙҙарҙың күңелен, теләктәрен һәм хәл-торошон тойомлау менән сағыштырғанда. Ә өйрәнәһе бар әле. Артта ҡалыуының сәбәптәре – һиҙгәнһегеҙҙер, тиҫтерҙәш малайҙар һәм ҡыҙҙар аулаҡта ҡосаҡлашып, үбешкәндә һәм тәрәнерәк ниәттәр ҡорғанда, Фәнүр китап уҡыуҙан һәм компьютерҙа соҡоноуҙан ары китмәне. Хатта 11-се класта уҡығанда, атаһы улының, ни ғиллә менәндер, “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” тигән китапты мөкиббән уҡып ултырыуын күргәс, нимә тип әйтергә белмәй, әсәһенә ошаҡларға мәжбүр булғайны. Ошаҡланы, ошаҡлауын, ләкин фәтеүәһе тойолманы. Күрәләтә оло донъя серҙәрен өйрәткән әсбаптар тоттороп булмай бит инде улдарына.
Ярай, барҙылар, Мөхлисә ҡарсыҡ үткәрҙе, өйҙә сәй эстеләр, ти. Шунан нимә ҡылырһың? Ә ҡыҙ ҡапыл егеттән: “Ә һин үбешә беләһеңме?” – тип һораһа... Һуң, белмәй бит Фәнүр, белмәй, бер тапҡыр ҙа, бер ҡыҙҙы ла үпкәне юҡ.
Ләкин уларҙы иҙерәп осоп йөрөүҙән: “Ә мин һине һине бөтә майҙан тултырып, эҙләп йөрөйөм!” – тигән тупаҫ тауыш, шатырлатып, ергә төшөрҙө. Ҡараһалар, еңелсә кейенгән, теге, кем әле, аграрник – Юлдаш тора: “Ә мин һиңә туңдырма килтерҙем! – тине ул. – Исемеңде оноттом, Рәмиләме, Сәлимәме?”
Бына ҡыҙыҡ, исемен дә хәтерләмәй, имеш. Исемен дә белмәгән ҡыҙҙы, майҙан ҡыҙырып, туңдырма күтәреп, эҙләп йөрөүеңде әйт инде! Туңдырмаһы ла яртылаш ҡына ҡалған. Үҙе ашап бөтә алмаған нимәне беҙгә тәҡдим итерме икән?
– Бына, Фәнүр менән ултырабыҙ, – тине Рәлиә, ипләп кенә үҙенең яңғыҙ түгеллегенә ишаралап, – һине, килмәҫһең, тип уйлағайным.
– Фәнүр менән ултыраһың? Ҡайҙа ул? Ә, был күҙлек Фәнүрҙекеме ни? Мин һине ниңә таба алманым, тим... Һин бит күҙлегеңде сискәнһең! Әйҙә, бейергә барабыҙ!
Бармай тор! Фәнүр үҙенең ҡыҙҙы бер ҡайҙа ла ебәрергә теләмәүен һиҙҙереп, Рәлиәне нығыраҡ ҡосаҡланы. Хәҙер Юлдаш ике ҡуллап тартһа ла, ысҡындырып ала алмаясаҡ. Был көндө Фәнүр байтаҡ көттө. Ниһәйәт, хыялы тормошҡа ашты. Егеттең алдында бер ҡулы менән уны ҡосаҡлап, икенсеһе менән сәстәрен рәтләп, хуш еҫтәр бөркөп, һылыу ҡыҙ ултыра.
– Беҙ әлегә бында ултырабыҙ, – тине егет, ишетелер-ишетелмәҫ һәм ҡыҙҙың уның менән бергә икәнлегенә ишаралап.
– Нимә тине? – Юлдаш урынында һикереп ҡуйған һымаҡ булды. – Мин саҡырған ергә бармай ҡалғандары юҡ! Һин ултыр, беҙҙе көт! Беҙ, бейеп туйғас, кире килербеҙ.
Ҡәтғи бойороҡтан бигерәк, еңелсә янау сатҡылары янып-һүнгән был һүҙҙәр Фәнүрҙе –һиҫкәнергә, ә Рәлиәне дәртләнергә мәжбүр итте. Абау! Былар һуғышырға итә лә инде! Уф, береһенең дә бысағы булмаһа, ярар ине! Бәй, бында кеше лә күп тә инде! Ҡуй, ошонда һуғышып тормаһалар! Ә Фәнүр мөнәсәбәт асыҡлар өсөн Юлдашты ситкә саҡырырмы икән? Юҡ, уның аҫтында ултырған егет бик әҙәпле күренә. Шул тиклем әҙәпле, хатта күҙлек урынына, линзалар файҙаланылғанын да белмәйҙер әле. Әгәр Юлдаш, әйҙә, һөйләшеп киләйек, тип Фәнүрҙе тартҡылай башлаһа, быныһы ҡурҡып ҡалһа, Рәлиәне ташлап ҡасһа, нимә була инде? Юҡ! Был осраҡта, нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, ҡыҙ үҙ һүҙен әйтергә тейеш! Мәҫәлән, нимә тип? Әйтһен. Мәҫәлән, беҙ кисә үк һөйләшкәйнек, Фәнүр компьютерҙы яҡшы белә икән, минең планшет һаташа. Аҙаҡ шуны рәтләрбеҙ, тигәйнек, тип.
Өндәшеп өлгөрмәне, Юлдаш туңдырмаһының таяғын ялап ҡуйыуға, ҡайҙандыр таныштары килеп сыҡты. Биш-алты егет, күренеп тора, спортсылар, әүҙемселәр, хатта ирекмәндер әле. Ҡосаҡлашып, арҡаларын ҡағышып, күрештеләр, уныһы нимәгә кәрәк булғандыр, йоҙороҡтарын бер-береһенә терәтеп алдылар. Әйтерһең инде, йөҙ йыл осрашмағандар.
Төшөнгәнһегеҙҙер, Фәнүр менән Рәлиә онотолдо. Тимәк, дөмбәҫләшеү булмаясаҡ. Хатта ҡыҙ менән егет еңел тын алып ҡуйҙы. Юлдаш менән ирекмәндәр, нисек килеп сыҡһалар, шулай, көтмәгәндә, юҡ булдылар.
Фәнүр башындағы “компьютерына” һорау ҡуйҙы: нимә эшләргә? Яуап тиҙ килде: теге аграрник урынды хәтерләне, бында тағы киләсәк. Шуның өсөн эҙ яҙлыҡтырыу фарыз: “Әйҙә, беҙ ҙә барып, бейеп киләйек”, – тине егет.
Еңел генә күтәрелеп, йәштәр ҡорған түңәрәктәрҙең береһенә барып һеңделәр. Бында ла тынғы юҡ икән. Әйтерһең, уларҙың килгәнен генә көтөп торғандар. Бер яҡтан – Артур, икенсе яҡтан Юлай ҡамап та алдылар. Фәнүр бер ҡулы менән Рәлиәне еңелсә ҡосаҡлап, үҙенең статусының, был ике осраҡлы килеп юлыҡҡандыҡыларға ҡарағанда, юғарыраҡ икәнлеген күрһәтһә, икенсеһе менән күреште. Шуныһы яҡшы, былар аграрник түгел, шунда уҡ күҫәккә йәки таяҡҡа тотонмаясаҡ. Сөнки береһе осоп йөрөргә өмөт итһә, икенсеһе ер ҡатламдарында соҡонасаҡ. Авиатор менән нефтсе инде. Әҙәпле генә, матур ғына һөйләшеп торҙолар. Ләкин дәғүәләре Рәлиәгә ҡарата һаҡлана, хатта ҙурыраҡҡа өмөт итә, һымаҡ. Икеһе лә, һорап алып, ҡыҙҙың телефонын яҙып алдылар. Һауа торошона ҡыуандылар, йәштәрҙең күплегенә һоҡландылар, хатта бейешеп тә алдылар.
Бая ғына мыжғып торған майҙан, аҡрынлап, һарҡа башланы. Әүҙемерәк таралһындар өсөн тупаҫ итеп: “Ятаҡты бикләйҙәр!” – тигән оран ғына ишетелмәй ине. Ул арала булмай, бүлмәләштәрен эйәртеп, Эвелина килеп сыҡты. Әйтерһең, ун йыл күрешмәгәндәр. Рәлиәне ҡосаҡлап алды, үрелеп, Фәнүрҙе үпте, унан икеһен дә ҡосаҡланы:
– Йә, әйтегеҙ, беҙ хәҙер ҡайҙа барабыҙ? – тигән әллә үтенес, әллә бойороҡ ташланы.
Шул ваҡыт Фәнүр, үҙе лә һиҙмәй ҡалды, бер аҙым, юҡ, ярты аҙым алға сыҡты һәм:
– Миңә барабыҙ! – тигән саҡырыу ырғытты.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, быныһы сараһыҙҙан булды.Ҡараңғы күптән төшһә лә, халыҡ буйтым таралһа ла, күҙлеге менән шәп күрә, теге баштан биш-алты ирекмән килә, ә иң алдан, еңдәрен һыҙғанып, шул инде, – Юлдаш атлай.
Ҡыҙҙар ҡапыл күбәйеп китте, әллә ҡайҙан өс-дүрт егет килеп һеңде һәм Фәнүрҙең: “Миңә барабыҙ!” – тигән саҡырыуын ишеткәне лә, ишетмәгәне лә ихлас ҡабул итте. Хатта аҙаҡтан килеп ҡушылған бер нисәүһе, эйәреп барған саҡта ла, ҡайҙа барғандарын белмәй ине әле. Иң алдан, Рәлиәне етәкләп, Фәнүр атлай, егет ваҡыт-ваҡыт боролоп, артҡа ҡарай, Юлдаштың һәм уға эйәргән биш-алты егеттең бер юғалыуын, бер ҡалҡып сығыуын күреп ҡала һәм ҡабалана ине.
Фәнүр үҙенең мөмкинлектәрен барлай. Һыуытҡыста ике бәйләм бешкән туң ҡаҙы, колбаса, сервелат, өйөлөп ятмаһа ла, бар. Ҡаҙыны шунда уҡ микротулҡынлы мейескә ырғытһаҡ, ике-өс минуттан эреп сығасаҡ. Икмәк бар, ләкин күп түгел. Һыу кран тулы, сәй бар, бал, ҡайнатма... Фәнүр тағы боролоп, аграрниктың үҙенең юлдаштары менән юҡҡа сығыуын шәйләне һәм уға эйәргәндәрҙең иҫәбен барланы. Биш-алты ҡыҙ-ҡырҡын күренә һәм дүртме, бишме үҙ ғүмерендә күрмәгән егет эйәргән. Бәлки улар ошо ҡыҙҙарҙың егеттәрелер, йә осраҡлы ғына үтеп бараларҙыр. Тәк, эсеү мәсьәләһе нисек? Гардеробта атаһының былтырғы юбилейҙан ҡалған араҡыһы менән шарап шешәләре күптән инде үҙҙәрен тотоп ҡараусыларҙы һәм ҡойоусыларҙы көтә. Күмәкләшеп килеп, 249-сы автобусҡа тулдылар. “Үҙәк баҙар” туҡталышында төштөләр, уңдағы йорттар араһына үттеләр, йорттоң шлагбаум менән бикләнгәнлеген күрҙеләр һәм Мөхлисә ҡарсыҡҡа килеп, баш эйҙеләр:
– Үткәрмәйем! – тип һөрән һалды ҡарсыҡ, Фәнүрҙең ҡунаҡтарын күреү менән. Егет эргәһенә үтте, һиҙҙермәй генә йөҙ тәңкә һондо:
– Өләсәй, бер сәғәткә генә, – тип инәлде ул.
– Бер сәғәткә түгел, бер минутҡа ла үткәрмәйем, – тип ныҡ тора тегеһе.
– Ярты сәғәткә генә, – тине егет.
Мөхлисә ҡарсыҡ һаман Фәнүрҙе ҡайғырта әле:
– Атайың менән әсәйең ҡайтып керһә, мине эштән ҡыуҙыртаһың бит! Эшһеҙ ҡалһам, кем миңә аҡса түләй?
– Өләсәй, улар һине хатта ярата бит! Һине хөрмәт итәләр! – тип яңы дәлилдәр килтерә егет.
– Йә, ярай, – тип күҙ алдында ирей Мөхлисә өләсәй. – Гармунда уйнамаҫҡа, ҡысҡырып йырламаҫҡа, таңға тиклем юҡ булырға!
Гармунда уйнаманылар, ҡысҡырып йырламанылар, хатта таң атҡас та, юҡ була алманылар.
Дауамы бар.
1 2 3 4 5 6 7


------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в