-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Сентябрь 2020, 11:00

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 4. Хикәйә.

Ҡыҫҡаһы, улым ашамай ҙа, ашамай, тип көн һайын иртәнән алып, кискә тиклем борсолған әсәһе ҡайтыуына һыуытҡысың буш ҡалыуын ҡыуаныслы тойғолар менән ҡабул итәсәк. Күрмәйһегеҙме ни, уның улы ашаған! Элек, мәҫәлән, ҡаҙылыҡтың иң тәмле өлөшө – ҡалъяһын соҡоп, сүпләп ултырған малай ялаған һымаҡ итеп ҡуйған. Ярай, ярай, сервелатты ла ашаһын. Үҫеп килеүсе быуынға колбасаһы ла һеңгәндер. Былары – аҙағыраҡ.Ә әлегә ҡыҙҙар, еңдәрен һыҙғанып, өҫтәл, табын ҡора башланы. Бысаҡтар етерлек, тәрилкәләр тау-тау. Сәнскеләр юҡмы? Ас студент сәнске эҙләп тора буламы һуң инде? Әллә ҡайҙан Фәнүрҙең инде онотоп бөткән гитараһын килтереп сығарҙылар. Юҡ, юҡ, ул үҙе уйнамай. Бәләкәй саҡта ҡолап төшкәнме, әллә уға ҡолағандармы, һәр хәлдә, моң тигән төшөнсә уны урап үткән. Зыяны юҡ, араларында Тимур тигән егет бар, ул башҡортса ла, русса ла, инглиз телендә лә йырлай икән. Ҙур залды тултырып, һәр береһе тәрилкә эләктереп, матур ғына һөйләшеп ултыралар. Ә инде Фәнүр һәм уның эргәһендә һыйынып ултырған Рәлиә фатир менән танышыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырманы. Кем белә, уларҙың өҫтөндә юғарыла ниндәй йондоҙҙар ҡайһы йүнәлештә һәм кем мәнфәғәтендә яҡтыртҡанын. Рәлиә ошонда килен булып төшәсәк...

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 4.
Хикәйә.
Ҡыҫҡаһы, улым ашамай ҙа, ашамай, тип көн һайын иртәнән алып, кискә тиклем борсолған әсәһе ҡайтыуына һыуытҡысың буш ҡалыуын ҡыуаныслы тойғолар менән ҡабул итәсәк. Күрмәйһегеҙме ни, уның улы ашаған! Элек, мәҫәлән, ҡаҙылыҡтың иң тәмле өлөшө – ҡалъяһын соҡоп, сүпләп ултырған малай ялаған һымаҡ итеп ҡуйған. Ярай, ярай, сервелатты ла ашаһын. Үҫеп килеүсе быуынға колбасаһы ла һеңгәндер. Былары – аҙағыраҡ.
Ә әлегә ҡыҙҙар, еңдәрен һыҙғанып, өҫтәл, табын ҡора башланы. Бысаҡтар етерлек, тәрилкәләр тау-тау. Сәнскеләр юҡмы? Ас студент сәнске эҙләп тора буламы һуң инде? Әллә ҡайҙан Фәнүрҙең инде онотоп бөткән гитараһын килтереп сығарҙылар. Юҡ, юҡ, ул үҙе уйнамай. Бәләкәй саҡта ҡолап төшкәнме, әллә уға ҡолағандармы, һәр хәлдә, моң тигән төшөнсә уны урап үткән. Зыяны юҡ, араларында Тимур тигән егет бар, ул башҡортса ла, русса ла, инглиз телендә лә йырлай икән. Ҙур залды тултырып, һәр береһе тәрилкә эләктереп, матур ғына һөйләшеп ултыралар. Ә инде Фәнүр һәм уның эргәһендә һыйынып ултырған Рәлиә фатир менән танышыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырманы. Кем белә, уларҙың өҫтөндә юғарыла ниндәй йондоҙҙар ҡайһы йүнәлештә һәм кем мәнфәғәтендә яҡтыртҡанын. Рәлиә ошонда килен булып төшәсәк, тип әйтһәң, бөгөн береһе лә ышанмаясаҡ. Ни эшләп бушты һөйләйһегеҙ? Рәлиә әле, кейәүгә сығыу түгел, һеҙгә мәғлүм, шикелле, үбешеп тә ҡарағаны юҡ. Бына – Фәнүрҙең бүлмәһе. Буласаҡ даһиға ярашлы, Стив Джобстың ҙур һүрәте эленгән. Әйткәндәй, компьютер генийы нисек өйләнгәнен беләһегеҙме? Нью-Йорктың иң ҙур университеттарының береһендә Стив лекция уҡыған. Был лекцияны уның ауыҙынан ишетер өсөн сәғәтенә 100 мең доллар түләп, уны саҡ ризалатҡандар. Шунда ул иң алғы рәттә һәр һүҙен йотоп ултырған бер сибәр ҡыҙҙы күргән. Лекция тамамланғас, уның эргәһенә килгән, тиҙ генә танышҡандар һәм телефондарын алышҡандар. Стив, ҡабаланыу сәбәпле, шунда уҡ сығып киткән һәм метроға төшөп барғанда туҡтаған да: “Әгәр мин был ҡыҙҙы үҙем менән алып китмәһәм, мин уны мәңгелеккә юғалтасаҡмын һәм бер ваҡытта ла күрмәйәсәкмен”, – тип кире боролоп килгән. Һәм уның лекцияһын төркөм-төркөм булып тикшереп тороусы студенттар араһынан баяғы ҡыҙы тапҡан, эргәһенә килеп, теҙләнгән дә, уға кейәүгә сығыуын һораған. Ҡыҙ иһә, ике лә уйлап тормай, ризалашҡан. Улар бер нисә минуттан йүгерә-йүгерә метро станцияһына төшөп киткәндәр. Сөнки Стив сираттағы лекцияһын уҡырға мегаполистың икенсе башына барып етергә тейеш булған.
Был хәбәрҙе Рәлиә ауыҙын асып, иҫе китеп тыңланы. Һөйләһәң, ышанмаҫтар. Егет (Рәлиәнең, егетем, тип әйтергә теле әлегә әйләнмәй) уны иң яҡын кешеһе итеп әлегә күрә һәм өйләнешеү хаҡында һөйләй. Эх, быныһын юҡҡа ҡыҙҙар ишетмәне. Көнләшеүҙән шартларҙар ине. Ә улар гитарасыға ҡарап, мөкиббән китеп ултыра. Әйткәндәй, был Стив тураһында нығыраҡ уҡырға кәрәк булыр.
Егет ҡабаланмай, ҡыҙға бүлмәһен ентекләберәк күрһәтергә теләй. Әйҙә, тәҙрәнән ҡарайыҡ әле. О, ярты Өфө, ус төбөндәге һымаҡ ҡына. Теге яҡта – Телеүҙәк, был яҡта – Ҡала советы. Машиналарҙың күплеге! Егет ҡосаҡлаған, ә ҡыҙыҡай “күбәләктәре” иркәләүенә иҙерәп тора. Икәү генә ҡалһаң, ҡайһылай рәхәт икән! Ҡыҙ менән егеттең юғалыуын әллә һиҙеп ҡалдылар, кеменәлер йәшел сәй кәрәк булды. Тапҡандар мәшәҡәтләр ваҡыт, өйөнә ҡайтҡас, эсер ине әле. Ә былай тыныс ултыралар. Мөхлисә ҡарсыҡ, бер аҙ ултырғандан һуң, бүлмәһенең мөйөшөндәге иҫке ләкин йомшаҡ ҡәнәфигә ултырып, ойоп китте. Тәүҙәрәк, бер-бер хәл сығарып ҡуймаһындар, тип Фәнүрҙең атаһына шылтыратып, киҫәтергә теләгәйне, кире уйланы. Бер ҙә юҡтан ике йөҙлөк эсен тишмәй бит әле.
Ә йәштәр күңелле генә итеп ваҡыт үткәреүен дауам итте. Фәнүр бишенсе шешә шарапты сығарғас, барыһы ла уны йомарт, тип тапты һәм уның һаулығына эсергә тәҡдим итеүсе булды. Үҙе хаҡында йылы һүҙҙәрҙән һуң йорт хужаһы тағы ла яҙылып китте һәм үҙенә бирелгән баһаларҙы тағы ла ике шешә менән раҫлап ҡуйыу кәрәк тигән фекергә килде. Хатта Фәнүрҙең күҙҙәренә шул ваҡыт туңдырғыста ҡаҙмы, өйрәкме салыныуы, ләкин уларҙың бешкәнме әллә ҡаҡланғанмы икәнлеген белмәүе асыҡланды. Шулай ҙа түшкәне һөйрәп алдылар, ләкин таш һымаҡ туңған ҡоштоң ашарға яраҡлымы икәнлеген асыҡлау кимәленән алыҫҡа үткәйнеләр.
– Мин һеҙгә һыуҙа йөҙөүсе был ҡошто ашатмайынса, ҡайтармайым! – тип ныҡышты Фәнүр, ҡулдары менән туң ҡошто түшәмгә ҡарата сөйөп...
Ошо урында әлеге юлдарҙы уҡыусының асыулы йөҙөнөң мониторҙа мыҫҡыллы йылмайыуы салынып ҡалғандай булды. Беләбеҙ, беҙҙән тәүәккәлерәк, һөҙөмтәлерәк хатта тәрәнерәк хәрәкәттәр көтәһегеҙ. Ләкин “12+” тамғаһының ни өсөн бирелгәнен беләһегеҙме? Дөрөҫ, быға күҙ йоморға, тестестерон ҡайнап торған үҫмерҙәрҙең, уф, әллә ниндәй фантазияларын тормошҡа ашырырға һәм меңәрләп лайк йыйырға булыр ине, тәжрибә юҡлыҡтан түгел, әҙәптең булыуы беҙҙе был юлдан баш тартырға мәжбүр итә.
Йәштәрҙе айныҡ, изгелеккә, яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы итеп күрге килә. Ни хәл итәйек, барҙыр – эсеп йөрөүселәр ҙә, тәмәке тартыусылар ҙа. Ләкин донъя уларҙан ғына тормай. Күпселек белем алырға, аралашырға, үҙенә иш табырға килә. Беҙҙең өсөн секс-бомбалар, гиганттар түгел, әле үбешергә лә өйрәнмәгән Фәнүр менән Рәлиәнең кисерештәре яҡын.
Элекке осор йәштәре, хатта былтырғылар быйылғыларынан ҡырҡа айырылып тора.
Ә тышта аҡрынлап яҡтыра. Йәштәр инде күптән парлашып бөттө. Фатир ҙур, бүлмәләре күп, урын бөтәһенә лә етә. Бөгөн шәмбе, ҡайһыларына уҡырға барырға кәрәк. Кемдер ҡайтырға йыйына, мәҫәлән, картуф ҡаҙырға. Фәнүрҙең фатиры бер килке бәләкәй генә ятаҡтың бер ҙур бүлмәһен хәтерләтә башланы. Фәнүр менән Рәлиә хужа һәм хужабикә статусында ҡунаҡтарын олпат ҡына оҙата, һәр береһе ифрат ҡәнәғәт. Бындай кисәләр көн һайын булмай. Хатта, Эвелина әйтеүенсә: “Ә ниңә киләһе шәмбе тағы ҡабатламаҫҡа?”
Фәнүр өндәшмәй ләкин еңелсә баш ҡаға. Ҡарарбыҙ, ҡарарбыҙ, йәнәһе. Аҙаҡ хужа еңелсә тетрәнеп, бүлмәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, үҙен бик ҙур, яҙмышты хәл итерлек тәүәккәллеккә дусар итеүенә төшөндө. Әгәр ошо минутта көтмәгәндә атаһы менән әсәһе ҡайтып төшһә, билләһи, бер түгел, ике тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртырға тура килер ине. Ләкин Мөхлисә ҡарсыҡ һүҙендә торҙо.
Рәлиә үҙен бик аяп ҡына йөрөгән ҡыҙға оҡшаһа ла, фатирҙы шунда уҡ ташлап китеп, Фәнүрҙе һәләкәткә дусар итмәне. Егеттең әсәһенең халатын һорап кейҙе лә, еңдәрен һыҙғанып, тәртип урынлаштырға тотондо. Ҡайһылай йәтеш булды, тип ойоп ултырған Фәнүр үҙенең йоҡлап китеүен дә һиҙмәне. Ә ҡыҙға бында эш күп ине.
Төштән һуң ятаҡҡа ҡайтҡас, төнө буйы күңел асҡан ҡыҙҙарҙың әле булһа уянмай йоҡлауҙарын күрҙе Рәлиә һәм ғәжәпләнмәне. Ул да арығайны, ул да йоҡлар ине. Ҡыҙҙы күреү менән, бүлмәләштәре тәүҙә ҡыбырлаштылар, баштарын күтәреп ҡаранылар, тиҙ генә торҙолар һәм һорауҙар яуҙыра башланылар:
– О, бик зиннәтле фатир! – тине Эвелина, ауыҙ һыуҙарын ағыҙып. – Ну, һиңә подфортило! Билләһи, һалдырып алыр инем, минән тәпәш һәм йәшерәк. Йә, һөйлә. Мөмкин тиклем ентекләберәк. Беҙҙән бер нәмәне лә йәшермә. Булдымы?
– Булды! – тине Рәлиә, күҙен дә йоммай. – Булһа, мин һеҙгә һөйләп торам, ти! Эйе, сәй булды, билмән бешереп ашаттым, баш төҙәтеп торманыҡ. Так что, дауамы буласаҡ.
Иң мөһиме, дауамы буласаҡ. Тимәк, был фатирҙа уларҙы көтәсәктәр әле. Ә Рәлиәнең телефоны тик тормай. СМС-калар килә. Бына шулай яраҡлаша яңы тормошҡа Рәлиә. Теге егеттәр шылтыратты. Артур ресторанға өндәшә, Юлай һауаға күтәрелергә өндәй. Өфөлә бер түгел, ике ҙур тәгәрмәс бар икән. Өйрөлөп сығаһың, ҡаланы ҡарайһың. Ул ғына түгел, Юлдаш һаман шылтырата, хәҙер килеп етергә вәғәҙә итә. Юҡ инде, Юлдаш. Исемен дә хәтерләй алмаған ҡыҙ һине һанға һуғыр, тип уйлама! Исемен һаман хәтерләмәй, ә атайың менән әсәйең ҡайҙа эшләй, тип һорарға онотмай. Рәлиә тартынып торманы: “Атайым – директор” – тип яҙып ебәрҙе. Ҡайһы арала хәрефтәрен сүпләп өлгөрә: “Атайың ҡайҙа директор? Заводтамы әллә банкыламы?” – тигән һорау төштө. Рәлиә, үҙе лә һиҙмәй ҡалды: “Мунса директоры”, – тип яҙҙы ла ебәрҙе.
Ә урынында ятҡан килеш кенә, Эвелина аҡыл һата:
– Беҙгә бына шулай татыу булырға кәрәк. Уҡырға килеп инеү менән, Рәлиәне үҙ ҡарамағыбыҙға алдыҡ, бына тигән егет менән таныштырҙыҡ. Мин хәҙер уның киләсәге өсөн борсолмайым. Хәҙер һеҙҙе һәм үҙемдең яҙмышымды етеш кенә итеп лайыҡлы билдәләргә кәрәк. Кисә миңә оҡшаны. Һәр кем ундай табын ҡора алмай. Мин, мәҫәлән, бөгөн-иртәгә ашамам, тип торам. Кисә күберәк булған. Юғиһә, күп ашап, ашҡаҙаның ҙурайып ҡалыуы бар.
Рәлиә ҡәнәғәт, үҙен бәхетле тоя һәм өндәшмәй генә телефоны менән уйнай. Фәнүргә: “Мин һине һағындым!” – тип СМС-ка яҙғайны, өндәшмәне, йоҡлайҙыр. Йоҡлаһын. Батырға ла ял кәрәк. Ә ниндәйҙер бер ят номер шылтырата ла, шылтырата. Рәлиә шикләнә һәм алырға теләмәй. Ят номерҙарға яуап бирмәҫкә өйрәнгән. Кисә Фәнүр ҙә шул хаҡта әйткәйне. Телефон аша мутлашыусылар шул тиклем күбәйгән икән. Ә Фәнүр ниндәй хәстәрлекле! Рәлиәнең атаһы ла шулай. Әсәһенән бер ауыр эш эшләткәне юҡ. Әсәһе үҙе лә:
– Эй, ҡыҙыҡайым, ҡыҙым! Атайың һымаҡ ҡына кешегә кейәүгә сыҡһаң, ярар ине, – тип кенә теләй. – Ауылда йәшәп, ғүмер буйына бер утын ҡырҡманым, түмәр ярманым, һыу ташыуҙың, мал ҡарауҙың нимә икәнлеген белмәнем. Барыһын да атайың эшләне. Өс көнгә командировкаға китһә лә, ҡайта алмай ҡалһам, тип соланға утын керетеп, күнәктәргә һыу тултырып китә торғайны.
Тағы ла СМС-ка килде: “Хөрмәтле Рәлиә Ирек ҡыҙы! Һеҙҙең мобиль иҫәбегеҙгә ҡурҡыныс янай. Тиҙ арала “Йүкә бүрәнә” банкына бәйләнешкә сығығыҙ”.
Рәлиә тертләне. Атаһы ошо банкы аша, ҡышҡы кейемдәр алырһың, тип 20 меңләп аҡса һалғайны. Уф, кейемһеҙ тороп ҡала икән! Рәлиә яуап бирмәй, өндәшмәй. Исмаһам, Фәнүр ҙә трубкаһын алмай. Аҡсаң булһа ла, ҡыйын икән. урлап ҡуймаһындар, тип борсолоп тик йөрөйһөң. Ул тиклем аҡса ҡыҙ иҫәбендә беренсе тапҡыр бар ине. Әллә тотонорғамы, әллә аҡсаһын алырғамы икән? Бәлки ҡыҙҙар меән магазинға сығып килергә кәрәктер? Юҡ, былай булмай! Банкынан шылтыратыуҙарын дауам итәләр. Бер ҡараһаң, борсолороҡ урын юҡ һымаҡ. Банк билдәле, хужаһы – “Форбс” исемлегендә. Улай тиһәң, унан текәрәк банктар күҙ менән ҡаш араһында йөҙәр миллиард аҡса менән, ҡомға һеңгән һыу һымаҡ, юғала ла ҡуя. Улар эргәһендә Рәлиәнең 20 меңе нимә инде? Банк уның юғалыуын да һиҙмәй ҡаласаҡ.
Айфон экранында бер ыңғай банктан СМС-ка килде һәм Фәнүрҙең шылтыратыуы күренде. СМС-кала: “Һуңғы киҫәтеү, Рәлиә Ирек ҡыҙы! Һеҙҙең мобиль иҫәбегеҙгә ҡурҡыныс янай!” – тип яҙылғайны. Аһ! Атаһының исемен ҡушып өндәшәләр бит әле! Ҡыҙ, ни булһа ла, булды, тине лә, банк телефонына шылтыратырға булды.
Дауамы бар.
1 2 3 4 5 6 7

------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: