-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Сентябрь 2020, 11:40

МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ – 5. Хикәйә.

Маһинур ханым кисте нисек көтөп алғанын да хәтерләмәй. Үҙенең ниндәй ҡатмарлы хәлгә тарыуын ул яҡшы аңлай. Беренсе һәм яҙмышты хәл итер мөмкинлек. Ҡатындың башынан ниндәй генә уйҙар үтмәне. Иренән бигерәк, киң йәмәғәтселек уның хәле хаҡында нимәләр һөйләр икән? Әлбиттә, сит илдә ял итеүе, яңғыҙ ғына булыуы һәм сентерекле хәлгә ҡапылда ғына тарыуы тиҙ арала мәғлүм буласаҡ. Береһенән береһе ҡыҙыҡлыраҡ хәбәрҙәр тараласаҡ. Барыһы ла уға бармаҡ төртөп күрһәтәсәк. Бер нисә көндән урынбаҫар вазифаһын биләргә торған, ғаиләһендә бер мәшәҡәте лә булмаған, хатта бала табыу, сабый үҫтереү хаҡында хыялланмаған, ниңә быны йәшереп торорға, хатта тыумаған сабыйҙы ҡабул итеүгә әҙер ҙә булмаған ҡатынға ул кәрәкме? Ҡулына календарь алып, көндәрҙе һанаған кешеләр һәм уны фаш итергә теләүселәр тантана итәсәк. Ә Маһинур уларҙан ниңә ҡурҡып торорға тейеш әле? Ул – ир ҡатыны, уның никахлы хәләле бар. Ә сабыйҙың был донъяға килеүен берәү ҙә инҡар итә алмай. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, интернеттан яралғы һәм уның тәүге көндәре хаҡында мәғлүмәттәр уҡый башланы. Ҡара, нимә тип яҙғандар? Кеше яралғыһының 20 көндән һуң йөрәге тибә башлай һәм хәҙерге УЗИ ярҙамында быны күҙәтеп ултырырға мөмкин. Ә инде уны төшөрттөрөргә самалаһалар, яралғы йәшәргә тырыша, борсола, йөрәк тибеше йышая, ҡаршылаша һәм ҡасып йөрөй икән. Маһинур үҙен ошо йән эйәһе урынына ҡуйып ҡараны һәм үҙен әсә булыу бәхетенән ҡасырға йыйынған яралғы һымаҡ итеп тойҙо. Йә инде, әле бер нисә көн генә элек әсә булыу хаҡында ике ятып, бер төшөнә инмәгән, бына-бына юғары вазифа биләйем, тип йөрөгән ҡатын ошондай һынауҙарға дусар булһынсы! Шул ваҡыт ҡатын үҙенең хәлен бик белеп бөтмәгән ҡәйнәһен иҫкә төшөрҙө. Был хаҡта Сәлихә ҡарсыҡ ишетһә, нимә тип әйтер икән? Уларҙың фатирында йоҡлағанда ҡарсыҡ күргән төштәге сабый бәлки Аллаһ әшкәртеүелер. Ә уның төндә илап уяныуы Маһинурҙың кисерештәре, икеләнеүҙәре түгелме икән? Ә әлегә ире өндәшмәй. Теге көндәрҙә ҡатынының ни өсөн туҙынып китеүен, иртән иртүк сумаҙанын тотоп юғалыуын онотмаһа ла, икәү-ара мөнәсәбәттәре көйләнгәс, тынысланғандай итте, үҙенә йомолдо. Ире аҫтыртын түгел, ләкин быныһы бигерәк борсой Маһинурҙы. Көсөргәнешле итеп уйлаған, нимә эшләргә лә белмәгән, яңы вазифа тәҡдим итеүҙән генә түгел, әсә булырға йыйыныуҙан бигерәк албырғап ҡалған ҡатын ҡапыл уңайһыҙланды. Берәйһе күрмәнеме, ире ишетмәнеме икән, тигән һымаҡ, тирә-яғына ҡаранды. Һиңә үҙ ғүмереңдә беренсе тапҡыр шундай бәхет килде. Һиңә юғары вазифа, өҫтәлмә аҡса тағы нимәгә кәрәк, тип күңелендә бер Маһинур икенсе Маһинурҙы шелтәләй һәм баланан ҡотолорға теләүҙә ғәйепләй. Ә икенсе Маһинур иһә, әллә бер һин генә әсә булырға йыйынаһыңмы? Ер шарында, ана, йыл һайын бер нисә йөҙ миллион сабый тыуа һәм ата-әсәһен ҡыуандыра. Ә һин, һылтау табып, унан ҡотолорға итәһең түгелме һуң? Ә уның атаһы бар бит әле, ул нимә тип әйтер? Бына ул бер нимә белмәй, хатта уйламай ҙа йөрөп ята. Шат йылмайып, кухняһы тирәһендә нимәлер бешерә. Аш-һыу тирәһендә булышырға ярата шул. Ҡайһы ваҡыт үҙенең оҫталығы менән ҡатынын таң ҡалдыра. Хәҙерге заманда бешеренеү оҫталығы ғына етмәй шул.Маһинур оҙаҡҡа һуҙманы. Хәйер, йәшереп ҡалдырыу хаҡында ул уйламаны ла. Был – яҙмыш, дөрөҫөрәге, яҡты яҙмыш. Был хәлде ул ире менән генә күтәрә ала.Маһинур ниндәйҙер битараф, хатта әһәмиәте булмаған бер ваҡиға һымаҡ, иренә ябай ғына итеп аңлатып бирҙе. Ә тегеһе нимә эшләне инде? Шунда уҡ эргәһенә килеп, ҡосаҡлап алды ла:– Был – Аллаһ бүләге. Мин Хоҙайҙың барлығына юҡҡа ышанмағанмын икән, – тине.Хатта тауышы ҡалтыранды, үҙе генә белгән бер сүрәне уҡыны.– Һин ысынлап шатланаһыңмы? – тине ҡатыны уға.

МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ – 5.
Хикәйә.
Маһинур ханым кисте нисек көтөп алғанын да хәтерләмәй. Үҙенең ниндәй ҡатмарлы хәлгә тарыуын ул яҡшы аңлай. Беренсе һәм яҙмышты хәл итер мөмкинлек. Ҡатындың башынан ниндәй генә уйҙар үтмәне. Иренән бигерәк, киң йәмәғәтселек уның хәле хаҡында нимәләр һөйләр икән? Әлбиттә, сит илдә ял итеүе, яңғыҙ ғына булыуы һәм сентерекле хәлгә ҡапылда ғына тарыуы тиҙ арала мәғлүм буласаҡ. Береһенән береһе ҡыҙыҡлыраҡ хәбәрҙәр тараласаҡ. Барыһы ла уға бармаҡ төртөп күрһәтәсәк. Бер нисә көндән урынбаҫар вазифаһын биләргә торған, ғаиләһендә бер мәшәҡәте лә булмаған, хатта бала табыу, сабый үҫтереү хаҡында хыялланмаған, ниңә быны йәшереп торорға, хатта тыумаған сабыйҙы ҡабул итеүгә әҙер ҙә булмаған ҡатынға ул кәрәкме?
Ҡулына календарь алып, көндәрҙе һанаған кешеләр һәм уны фаш итергә теләүселәр тантана итәсәк. Ә Маһинур уларҙан ниңә ҡурҡып торорға тейеш әле? Ул – ир ҡатыны, уның никахлы хәләле бар. Ә сабыйҙың был донъяға килеүен берәү ҙә инҡар итә алмай. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, интернеттан яралғы һәм уның тәүге көндәре хаҡында мәғлүмәттәр уҡый башланы. Ҡара, нимә тип яҙғандар? Кеше яралғыһының 20 көндән һуң йөрәге тибә башлай һәм хәҙерге УЗИ ярҙамында быны күҙәтеп ултырырға мөмкин. Ә инде уны төшөрттөрөргә самалаһалар, яралғы йәшәргә тырыша, борсола, йөрәк тибеше йышая, ҡаршылаша һәм ҡасып йөрөй икән. Маһинур үҙен ошо йән эйәһе урынына ҡуйып ҡараны һәм үҙен әсә булыу бәхетенән ҡасырға йыйынған яралғы һымаҡ итеп тойҙо.
Йә инде, әле бер нисә көн генә элек әсә булыу хаҡында ике ятып, бер төшөнә инмәгән, бына-бына юғары вазифа биләйем, тип йөрөгән ҡатын ошондай һынауҙарға дусар булһынсы!
Шул ваҡыт ҡатын үҙенең хәлен бик белеп бөтмәгән ҡәйнәһен иҫкә төшөрҙө. Был хаҡта Сәлихә ҡарсыҡ ишетһә, нимә тип әйтер икән? Уларҙың фатирында йоҡлағанда ҡарсыҡ күргән төштәге сабый бәлки Аллаһ әшкәртеүелер. Ә уның төндә илап уяныуы Маһинурҙың кисерештәре, икеләнеүҙәре түгелме икән?
Ә әлегә ире өндәшмәй. Теге көндәрҙә ҡатынының ни өсөн туҙынып китеүен, иртән иртүк сумаҙанын тотоп юғалыуын онотмаһа ла, икәү-ара мөнәсәбәттәре көйләнгәс, тынысланғандай итте, үҙенә йомолдо. Ире аҫтыртын түгел, ләкин быныһы бигерәк борсой Маһинурҙы.
Көсөргәнешле итеп уйлаған, нимә эшләргә лә белмәгән, яңы вазифа тәҡдим итеүҙән генә түгел, әсә булырға йыйыныуҙан бигерәк албырғап ҡалған ҡатын ҡапыл уңайһыҙланды. Берәйһе күрмәнеме, ире ишетмәнеме икән, тигән һымаҡ, тирә-яғына ҡаранды. Һиңә үҙ ғүмереңдә беренсе тапҡыр шундай бәхет килде. Һиңә юғары вазифа, өҫтәлмә аҡса тағы нимәгә кәрәк, тип күңелендә бер Маһинур икенсе Маһинурҙы шелтәләй һәм баланан ҡотолорға теләүҙә ғәйепләй. Ә икенсе Маһинур иһә, әллә бер һин генә әсә булырға йыйынаһыңмы? Ер шарында, ана, йыл һайын бер нисә йөҙ миллион сабый тыуа һәм ата-әсәһен ҡыуандыра. Ә һин, һылтау табып, унан ҡотолорға итәһең түгелме һуң? Ә уның атаһы бар бит әле, ул нимә тип әйтер? Бына ул бер нимә белмәй, хатта уйламай ҙа йөрөп ята. Шат йылмайып, кухняһы тирәһендә нимәлер бешерә. Аш-һыу тирәһендә булышырға ярата шул. Ҡайһы ваҡыт үҙенең оҫталығы менән ҡатынын таң ҡалдыра. Хәҙерге заманда бешеренеү оҫталығы ғына етмәй шул.
Маһинур оҙаҡҡа һуҙманы. Хәйер, йәшереп ҡалдырыу хаҡында ул уйламаны ла. Был – яҙмыш, дөрөҫөрәге, яҡты яҙмыш. Был хәлде ул ире менән генә күтәрә ала.
Маһинур ниндәйҙер битараф, хатта әһәмиәте булмаған бер ваҡиға һымаҡ, иренә ябай ғына итеп аңлатып бирҙе. Ә тегеһе нимә эшләне инде? Шунда уҡ эргәһенә килеп, ҡосаҡлап алды ла:
– Был – Аллаһ бүләге. Мин Хоҙайҙың барлығына юҡҡа ышанмағанмын икән, – тине.
Хатта тауышы ҡалтыранды, үҙе генә белгән бер сүрәне уҡыны.
– Һин ысынлап шатланаһыңмы? – тине ҡатыны уға.
– Мин был хәлдең ҡасан да булһа тормошҡа ашыуына ышана инем, – тине Рәүҙәт һәм баҫым яһап, – һин ял иткәндә, эйе, һин ял иткән саҡта әсәйем бик ҡыҙыҡлы төш һөйләгәйне. Ул ошонда, эйе, бына ошонда ултырҙы. Нимә тип һөйләне әле ул? Эйе, йөҙө асылып, күҙҙәре нурланып: “Бүлмәгеҙҙә сабый илағанын ишеттем. Килен, арыған булғандыр инде, бер нимә белмәйенсә йоҡлай, ә эргәһендә бәпесе илап ята. Шунан һуң сығып алдым да, йүргәген алыштырғайным, сабый тынды ла ҡуйҙы”, – тип ҡыуанғайны әсәйем, күҙҙәренән йәш ағып ултырҙы.
Һөйләгәс, ниңә барыһын да һөйләп бөтмәҫкә? Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы тәфсирләп, нисек итеп башлыҡтың уны ҡаршы алыуы, төпкө бүлмәһенә индереп ултыртыуы, сәй эсереүе, ә унан саҡ ҡына алда йомшаҡ келәмгә ҡолай яҙыуы хаҡында, бер мажараға дусар булған һымағыраҡ итеп, көлә-көлә һөйләп бирҙе. Ире был яңылыҡты ла еңел күтәрҙе:
– Һинең ҡулыңдан килә. Мин һинең мөмкинлектәреңә ышанам. Эшләрһең. Сабыйын да ҡарарһың. Ана, хәҙер ирҙәр ҙә ултыра икән. Бик булмаһа, үҙем ял алырмын, – тип ҡыуандырҙы...
Шулай уйланы Маһинур, шулайыраҡ күҙ алдына килтерҙе. Сәй ҡайнатҡайны, ултырып эсте. Тәҙрәгә ҡараны. Парковкаға күҙ һалғайны, иренең “Тойота”һы ултырған урын буш әле. Бөгөн, исмаһам, иртәрәк ҡайта алыр ине, тип эстән генә һөйләнеп ҡуйҙы Маһинур. Хәйер, иртә ҡайтты ни ҙә, һуңланы ни. Ярай, әлегә белмәһен уны нимә көткәнен. Шунда Маһинур беренсе тапҡыр иренә үҙенең хәлен иғлан итеүҙән ҡурҡҡанын һиҙҙе. Ә ниңә ҡурҡырға, бәлки уңайһыҙланырға йә тартынырғалыр? Яңынан үрелеп ҡараны. Ана, машинаһы менән килеп туҡтаны. Оҙаҡламай, өйгә лә ҡайтып инәсәк. Күп тә үтмәне, ишек асылған тауыш ишетелде. Үҙеңде ҡулға ал, Маһинур, һәм әҙер бул. Шуны онотма, һин яңғыҙ түгел. Әлеге осраҡта сабыйҙан ҡотолоу – иң еңел юл. Ләкин уның яҙмышын һин бер үҙең генә лә хәл итә алмайһың. Ишектә ире күренде. Бәй, сәскәләр алған бит әле. Янып торған, ҡан төҫөндәге раузалар...
Дауамы бар.
1 2 3 4 5
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: