+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Сентябрь 2020, 12:00

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 5. Хикәйә.

Ҡыҙ тормоштан ҡәнәғәт. Рәлиә шым ғына бүлмәләштәренең кисәге сәфәрҙән ҡалған тәьҫораттарын тыңлай. Ҡыҙҙар Фәнүрҙең фатирына һоҡланыуҙарын, Рәлиәнән көнләшеүҙәрен йәшермәй.Рәлиә нимә эшләй инде? Һаман да смартфоны менән уйнай һәм үҙенең 20 меңен ҡурсалап ята. “Йүкә бүрәнә” банкынан тағы ла шылтыраттылар: “Хөрмәтле Рәлиә Ирек ҡыҙы! Тиҙ арала яуап бирегеҙ. Һеҙҙең финанстарығыҙҙың именлеге ҡурҡынысҡа дусар ителде. Тиҙ арала һеҙҙең телефонға яңы антивирус программаһын ҡуйырға кәрәк”. Был киҫәтеүҙе күреп ҡалыу менән, ҡыҙ тороп ултырҙы һәм Фәнүргә шылтырата һалды. Дөрөҫөн ул ғына әйтеүе ихтимал. Әмәлгә ҡалғандай, егете яуап бирмәй.

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 5.
Хикәйә.
Ҡыҙ тормоштан ҡәнәғәт. Рәлиә шым ғына бүлмәләштәренең кисәге сәфәрҙән ҡалған тәьҫораттарын тыңлай. Ҡыҙҙар Фәнүрҙең фатирына һоҡланыуҙарын, Рәлиәнән көнләшеүҙәрен йәшермәй.
Рәлиә нимә эшләй инде? Һаман да смартфоны менән уйнай һәм үҙенең 20 меңен ҡурсалап ята. “Йүкә бүрәнә” банкынан тағы ла шылтыраттылар: “Хөрмәтле Рәлиә Ирек ҡыҙы! Тиҙ арала яуап бирегеҙ. Һеҙҙең финанстарығыҙҙың именлеге ҡурҡынысҡа дусар ителде. Тиҙ арала һеҙҙең телефонға яңы антивирус программаһын ҡуйырға кәрәк”. Был киҫәтеүҙе күреп ҡалыу менән, ҡыҙ тороп ултырҙы һәм Фәнүргә шылтырата һалды. Дөрөҫөн ул ғына әйтеүе ихтимал. Әмәлгә ҡалғандай, егете яуап бирмәй.
Тап шул ваҡыт Фәнүрҙең әсәһе менән атаһы баҡсанан ҡайтып төштө. Кесе улдарының һин дә мин уҡып ултырыуы, әлбиттә, атаһы менән әсәһенә оҡшаны. Егет тиҙ генә сәй ҡуйып ебәрҙе. Әсәһе һыуытҡыстарҙы барланы, аптыраныуҙан башын сайҡап ҡуйҙы:
– Тамағың туҡмы, улым? – тип һораны ул буш һыуытҡысҡа һәм шаҡтай бүҫкәргән туңдырғысҡа күҙ һалып.
– Һеҙҙең менән ашап алырмын, – тигән булды егет. Әгәр ашамаһа, ҡыҫтаясаҡтарын үҙе лә белә.
– Бынауында ике ҡаҙылыҡ ята ине, кем ашаны? – тип һораны әсәһе, төпсөгөнә ҡарап.
Бер үҙе ашаған, тиһә, бик йоҡмаған да бит әле. Хатта күҙҙәре эскә батып, ябығып киткән һымаҡ.
Егет белә: тотолорға ярамай. Юғиһә, иң киҫкен санкцияларға дусар булыуы ихтимал. Ярай, ҡыҙҙар, егеттәр булды, фатирҙың аҫтын өҫкә килтермәнеләр. Хатта бер рюмка, бер тәрилкә ватылманы.
– Бына ҡыҙыҡ! Минән башҡа, кем ашаған, тип уйлайһың? – тип уҫал ғына өндәште кесе малай. – Ярай, төркөмдәш иптәштәр, улар егермеләп ине, килделәр ҙә, бер тынала ашап бөтөп, сығып киттеләр, тип аҡланһам, һеҙгә оҡшармы?
Һүҙгә аптыранған атаһы килеп ҡушылды:
– Юҡ, юҡ, улым, һинән йәлләү юҡ инде ул. Элек артығын ашағаның тойолманы. Мин, мәҫлән, һинең ныҡлы ашауыңды һәр ваҡыт хупланым.
– Әгәр минең туҡланыуымда һеҙҙең өсөн шикләнерлек урындар бар икән, әйҙәгеҙ, миңә квота индерегеҙ. Мин, күпме кәрәк, шул хәтле ашармын: әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, – тип ҡаршылашты егет.
Шул ваҡыт телефонының сәркелдәгәне ишетелде. Барып ҡараһа, Рәлиә шылтырата. Бәй, нимә булды икән? Унлап ҡабул ителмәгән шылтыратыу.
– Тыңлайым, матурым! – тине ул телефонды алып.
Рәлиә ҡат-ҡат, бутала-бутала нимә булғанын һөйләй башланы. Тәүгеһендә төшөндөрә алманы, яңынан һөйләргә тура килде. Барыбер мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә алманы.
– Бер хәрәкәт тә яһама! Бер ҡайҙа ла шылтыратма! Шылтыратыуҙы ҡабул итмә! Һинең менән телефон аша мутлашыусылар эш итә. Әгәр һин улар әйткән операцияларҙы эшләһәң... Әле иҫәбеңдә аҡса бармы?
– 20 мең самаһы, – тине ҡыҙ.
– Ул аҡсаңдан ҡолаҡ ҡағасаҡһың, әгәр улар үҙҙәренә күсереп өлгөрмәһә. Бынан тыш, мобиль ҡушымта аша һиңә яңы кредит килешеүе төҙөйәсәктәр һәм һиңә аҡса яҙып, үҙҙәренә күсерәсәктәр, – тине егет.
– Уф! Фәнүр! Фәнүр! Нимә эшләйем икән?
– Тик ултыр! Телефоныңа ҡағылма! Мин хәҙер килеп етәм, – тип егет тиҙ генә кейенде лә, ишек төбөнән үк такси саҡыртып, сығып йүгерҙе.
Аҫта Мөхлисә ҡарсыҡ ултыра ине:
– Фәнүр, улыҡайым. Атаң менән әсәңә нимә тип әйтәйем?
– Рәхмәт, Мөхлисә әбей! – тип Фәнүр ҡарсыҡ өсөн генә тотҡан 100 һумын һондо.
Ярты сәғәт тә үтмәне, Фәнүр Рәлиә янына килеп етте һәм телефонды алып, тиҙ генә һүндерҙе лә, үҙе генә белгән ысул менән ниндәй операциялар башҡарылыуын барланы һәм экранға күрһәтте:
– Күрәһеңме, һинең иҫәп буш. Сөнки теге 20 меңеңде үҙҙәренә күсергәндәр.
Рәлиә илап ебәрә яҙҙы:
– Хәҙер ҡышҡылыҡҡа нимә кейәм инде?
– Борсолма. Быныһы ҙур юғалтыу түгел. Бына, күрәһеңме, һинең менән 500 мең һумға...
– Ужас! 500 мең һумға? Ярты миллион! – Эвелина һикереп торҙо. – Миңә лә йыш ҡына шылтыраталар. Аҡса эшләүҙең ҡайһылай йәтеш юлын тапҡандар!
– Эйе. Ярты миллионға яңы килешеү төҙөй башлағандар. Ярай, һине ваҡытында туҡтатып өлгөрҙөм. Юғиһә, һин, 500 мең кредит алып, уларға үҙ ҡулдарың менән күсерер инең. Ә былай, 20 меңең бер хәйер һымаҡ ҡына күренә, – тине егет.
Эргәләренә Эвелина килде:
– Ярай, һин бар, Фәнүр. Рәлиә һинең ҡотҡарып ҡалыуыңды, йәғни кредит ҡоллоғонан йолоуыңды мәңге ономаҫ. Беҙ ҙә көн һайын иртәнсәк һиңә рәхмәт уҡыясаҡбыҙ. Әйткәндәй, атайың менән әсәйең ни хәлдә? Дачанан ҡасан ҡайталар?
– Әле өйҙә улар, – тине Фәнүр. – Кисә ҡайттылар, иртәгә яңынан йыйыналар. Минең хәлде белеп, аҙыҡ-түлек запасын яңыртырға ғына ҡайтҡандар. Әйткәндәй, һеҙгә ҙур рәхмәт!
– Нимә өсөн?
– Как нимә өсөн? Ике ҡаҙылыҡ, бер сервелат, бер өйрәк ҡайҙа булған, тип уйлайһығыҙ? Әсәйем, мин ашаған, тип ҡыуана. Мин, мәҫәлән, үткәндәге табынды бик һәйбәт, тип баһаланым һәм ҡабатлауҙан баш тартмаҫ инем.
– Ҡасан? – тип ҡыҙҙар Фәнүрҙең эргәһенә йүгерешеп килде.
– Киләһе шәмбе.
Хәбәрҙе ишеткән ҡыҙҙар үрле-ҡырлы һикереште. Ә Рәлиәлә ашап-эсеү, уйын-көлкө ҡайғыһы юҡ. Атаһы менән әсәһенә 20 меңде юғалтыуын нисек аңлатыр икән? Фәнүр дөрөҫ әйтә. Уяу булырға кәрәк. Юғиһә, ярты миллионды нисек түләр ине?
– Әйҙә, сығып йөрөп киләйек, – тине Фәнүр ҡыҙҙың ҡулынан тотоп.
– Хәҙер кейенәм дә, – тине Рәлиә.
Егет ятаҡ алдына сығып, ярты сәғәт тә үтмәне, Рәлиә килеп сыҡты. Парк буйлап бер үттеләр. Шундағы кафеға кереп, сәй эстеләр.
– Һаман ҡайғыраһыңмы? – тине Фәнүр, ҡыҙҙың кәйефһеҙ йөҙөнә ҡарап.
– Башым етмәй, – тип аптыранды Рәлиә. – Мин бит был хаҡта ҡайҙалыр ишеткәйнем. Шуларҙы табып, күҙҙәренә ҡарарға кәрәк ине. Нисек оялмайҙар? Көпә-көндөҙ телефон аша кеше талайҙар! Әгәр полицияға яҙып бирһәк, юғалтылған аҡсаны ҡайтарыу мөмкинлеге бармы?
– Бар, ләкин бик әҙ, – тине Фәнүр. – Сөнки был мутлашыу менән шөғөлләнеүселәр, дөрөҫөн әйткәндә, күбеһе әле төрмәлә ултыра. Уларҙың эше юҡ ә ваҡыты күп. Улар тәүлек әйләнәһенә шул “эш”, – йәғни, кешеләрҙе алдаштырып, мутлашып аҡса урлау, кредит төҙөү менән шөғөлләнә. Уларҙы тотоуы бик ҡыйын. Тотҡан осраҡта ла, аҡсаны кире ҡайтарыу бик оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Бына, төрмәлә ултырған кешенең ҡайҙан аҡсаһы булһын инде. Улар шундай юл менән аҡса эшләй.
Рәлиә телефонына ҡарап торҙо ла:
– Беләһеңме, Фәнүр! Мин хәҙер ошо смартфонды күрә алмайым! Ул мине бәләгә дусар иткән һымаҡ булды, – тине.
– Ярай, саҡ ҡына көтөп тор, – тине Фәнүр һәм телефонын алып, тиҙ-тиҙ генә бер нисә кнопкаһына баҫты. – Ә хәҙер ике-өс минуттан кире ҡарарһың.
Бер аҙҙан Рәлиә телефонын алып ҡараһа, йөҙө асылып китте, уның иҫәбендә алты мең аҡса ята.
– Һин күсерҙеңме? – тине ул Фәнүргә ҡарап.
Тегеһе баш ҡағып ҡуйҙы.
– Рәхмәт, Фәнүр, көтмәгәйнем! – тине ҡыҙ. – Ә был аҡса өсөн мин нимә эшләргә тейеш?
– Нисек нимә эшләргә? Ябай ғына итеп әйткәндә, мин һиңә ярҙам иттем. Киләһе аҙнала стипендия булырға тейеш. Шунан тағы бер аҙ күсерермен. Һиңә бит ҡышҡы кейем алырға кәрәк, – тине егет.
– Шулай шул, – тип ризалашты ҡыҙ. – Тик миңә уңайһыҙ, һиңә бурысымды нисек ҡайтарырмын икән?
– Ҡайтарһаң, ҡайтарырһың, ҡайтармаһаң, юҡ, – тине егет. – Дөрөҫөн әйтәм: һин миңә оҡшайһың. Ә ниңә беҙгә бергә булырға түгел?
Ошо һүҙҙәрҙе Фәнүр күптән уйлап йөрөй ине, әйтергә генә яйы сыҡманы. Бына, ҡыҙарынды-бүртенде, тотлоҡто, ләкин үҙенең теләген аңлата алды. Ә былай Рәлиәгә оҡшаны, шикелле, баш тартманы. Фәнүргә ентекләп ҡарап ултырҙы ла, тартынып ҡына баш ҡағып ҡуйҙы.
– Әсәйемдәр баҡсаға китә, иртәгә һуң килә алаһыңмы? – тип һораны егет.
Ҡыҙ, күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк, егеткә ентекләп ҡарап торҙо ла:
– Әлбиттә, киләм. Миңә һеҙҙең фатирығыҙ бик оҡшаны, – тине. – Ятаҡ бүлмәһенә һаман өйрәнә алмайым...
Дауамы бар.
1 2 3 4 5 6 7

------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: