+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Сентябрь 2020, 20:19

“– ИРЕМ МЕНӘН ҺИНЕҢ ТУРАЛА БЕЛӘМ!” Хикәйә.

– Үәт, ҡара йылан икәнһең, Әлиә! – тип үҙ алдына һөйләнде Тәнзилә, телефонына үрелде. – Йә, һаумы, Әлиә!– Сәләм!– Һин миңә бер нәмә лә һөйләргә теләмәйһеңме?– Нимә тураһында? – тегеһе албырғап ҡалды. – Һин нимә, әллә барыһын да беләһең дә ме? Теге барыһын да һөйләп тә өлгөрҙөмө?– Юҡ, һөйләмәне, ә тейеш инеме?– Юҡ инде, әгәр ул ысын ир икән, һөйләмәҫ. Мин һиңә барыһын да үҙем тәфсирләп һөйләп бирергә әҙерләнгәйнем.– Һинең башың әүмәләп киттеме әллә?– Ҡайҙан белдең? Мин, ысынлап та, юҡ-бар һөйләй башланым, шикелле! Тәнзилә, беләһеңме, ул – ғәжәйеп кеше икән!– Ошоно миңә әйтергә батырсылығың еттеме? Кит! Бөтөнләй әҙәп тигәнде юғалтҡанһың икән!– Һин нимә, Тәнзилүк, тағы кемгә генә һөйләйем инде, һин бит – минең иң яҡын әхирәтем!– Шул шул! Ә һин минең менән шулай ҡыланаһыңмы?– Ну, ғәфү ит! Барыһы ла шул тиклем тиҙ, башты әйләндергес килеп сыҡты, һинең ҡайғың да булманы.– Ах, һин! – Тәнзиләнең тыны ҡыҫылды. – Аумаҡай!– Ни эшләп мине улайтып әрләйһең ул? – Әлиә үсегеп китте. – Әхирәтеңдең, ниһәйәт, ир ҡатыны булыу бәхетен татыясағына ҡыуаныр урынға, юҡ, әллә нимәләр ҡыланып, йәнде үртәйһең!– Минең йән көймәй, тиһеңме? Ишеү ҡыуанып, сәпәкәй һуғып ултырырға ҡалғайны!– Бер нәмә лә аңламаным! Үҙең беҙҙе таныштырҙың да, хәҙер ҡаршы һөйләп торған булаһың!– Бигерәк әшәке икәнһең! Мин һеҙҙе шуның өсөн таныштырған, тиһеңме?– Туҡта, туҡта! Улайһа, нимә өсөн? Ә кем миңә, һиңә яңғыҙ йөрөү килешмәй, шул да был, тип тылҡый торғайны?– Ә һиңә кеше иҫәбенә, минекен һалдырып алып, ишле булырға тигәнме?

“– ИРЕМ МЕНӘН ҺИНЕҢ ТУРАЛА БЕЛӘМ!”
Хикәйә.
– Үәт, ҡара йылан икәнһең, Әлиә! – тип үҙ алдына һөйләнде Тәнзилә, телефонына үрелде. – Йә, һаумы, Әлиә!
– Сәләм!
– Һин миңә бер нәмә лә һөйләргә теләмәйһеңме?
– Нимә тураһында? – тегеһе албырғап ҡалды. – Һин нимә, әллә барыһын да беләһең дә ме? Теге барыһын да һөйләп тә өлгөрҙөмө?
– Юҡ, һөйләмәне, ә тейеш инеме?
– Юҡ инде, әгәр ул ысын ир икән, һөйләмәҫ. Мин һиңә барыһын да үҙем тәфсирләп һөйләп бирергә әҙерләнгәйнем.
– Һинең башың әүмәләп киттеме әллә?
– Ҡайҙан белдең? Мин, ысынлап та, юҡ-бар һөйләй башланым, шикелле! Тәнзилә, беләһеңме, ул – ғәжәйеп кеше икән!
– Ошоно миңә әйтергә батырсылығың еттеме? Кит! Бөтөнләй әҙәп тигәнде юғалтҡанһың икән!
– Һин нимә, Тәнзилүк, тағы кемгә генә һөйләйем инде, һин бит – минең иң яҡын әхирәтем!
– Шул шул! Ә һин минең менән шулай ҡыланаһыңмы?
– Ну, ғәфү ит! Барыһы ла шул тиклем тиҙ, башты әйләндергес килеп сыҡты, һинең ҡайғың да булманы.
– Ах, һин! – Тәнзиләнең тыны ҡыҫылды. – Аумаҡай!
– Ни эшләп мине улайтып әрләйһең ул? – Әлиә үсегеп китте. – Әхирәтеңдең, ниһәйәт, ир ҡатыны булыу бәхетен татыясағына ҡыуаныр урынға, юҡ, әллә нимәләр ҡыланып, йәнде үртәйһең!
– Минең йән көймәй, тиһеңме? Ишеү ҡыуанып, сәпәкәй һуғып ултырырға ҡалғайны!
– Бер нәмә лә аңламаным! Үҙең беҙҙе таныштырҙың да, хәҙер ҡаршы һөйләп торған булаһың!
– Бигерәк әшәке икәнһең! Мин һеҙҙе шуның өсөн таныштырған, тиһеңме?
– Туҡта, туҡта! Улайһа, нимә өсөн? Ә кем миңә, һиңә яңғыҙ йөрөү килешмәй, шул да был, тип тылҡый торғайны?
– Ә һиңә кеше иҫәбенә, минекен һалдырып алып, ишле булырға тигәнме?
– Кит, юҡты һөйләмә! Һин уны үҙеңә тип һаҡлап тота инеңме? Ә иреңде ҡайҙа итәһең? Кәримең һинең башҡа иргә тамшаныуыңды беләме?
– Ниндәй иргә? Һин нимә һөйләйһең?! Үҙ оятың өсөн яуап биреп өйрән, ә килде-киттеле хәбәр һөйләп торма бында!
– Улай булғас, әйҙә, башлайыҡ, – бер аҙ тынып торғандан һуң, һаҡ ҡына башланы Әлиә. – Иң тәүҙә әйт әле, һинең хәлең арыумы?
– Бик шәп! – Тәнзилә үҙәк өҙгөс ҡысҡырып ебәрҙе. – Һин нимә, минән юрый көләһеңме?
– Мин – юҡ. Һин үҙең башланың. Һин миңә шылтыраттың да, барыһын да беләм, тинең. Ә һин нимә беләһең?
– Ирем менән һинең турала беләм!
– Кем менән? Һин, яңылыштан, берәй нәмә эсмәнеңме ул бөгөн?
– Башыңды иҫәргә һалма! Үҙең миңә һеҙҙең аралағы мөнәсәбәттәр тураһында барыһын да һөйләп бирергә теләүеңде әйткәйнең!
– Теге, Баязит менән икебеҙ араһында, тигәйнем ул!
– Ҡайһы Баязит тағы?
– Оноттоңмо ни? Кем мине иреңдең хеҙмәткәре менән таныштырҙы, аҙағынан, ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп, маҡтап ҡуйҙы?
– Ярай, мин, ти. Ә уның ни ҡыҫылышы? Һин һүҙҙе икенсегә борма бында! Ни өсөн минең Кәрим эш мәлендә һиндә йөрөгән?
– Һин яңылышаһың! Ул миңә килмәне.
– Шулаймы? Ә миндә раҫлаусы документ – һеҙгә компромат бар!
– Ниндәй документ тағы?
– Ҡарар!
– Ҡулға алыу тураһында түгелдер ул?
– Һиңә һаман көлкөмө әле? Ә минең ҡулымда – Кәримдең машинаһы төшөрөлгән һүрәтле ҡағыҙ, “бәхет хаты”. Ниңәлер минең көлкөм килмәй. Минең ирҙең машинаһы, ни ғиллә менәндер, эш мәлендә, өс сәғәт буйы, һин йәшәгән йорт эргәһендә ултырған. Ярай әле, герой-егет парковкаға түләргә онотҡан. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң түгел, бер нисә көн эсендә асыҡланды. Ох, талағым ташты!
– Ә бында минең ни ғәйебем бар?
– Ул һиңә килгән! Һинән башҡа, үҙәктә минең бер танышым да юҡ.
– Тыңла әле, аңыңа кил. Ул яҡта бер мин генә йәшәмәйем дә инде? Ни эшләп миңә ҡаҙалдың да ҡуйҙың ул?
– Ҡойроғоңдо һыртҡа һалмай тор! Һин үҙең, ул – ғәжәйеп кеше, тип маҡтай инең бит әле яңы ғына.
– Эйе, Баязит тураһында әйткәйнем. Иреңдең коллегаһы ғәжәп ирмәк, йор һүҙле, иғтибарлы егет икән. Ҡара әле, Тәнзиләкәйем! Миңә һинең ирең нимәгә инде? Мин былай ҙа берәүҙе яратам!
– Шулаймы? Ә миңә нимә һөйләргә уйлағайның?
– Минме? Ә, хәтерләйһеңме, мин һиңә, танышҡандан һуң бер-ике тапҡыр урамда йөрөп әйләндек, тигәйнем. Шунан артманы. Ә үткән дүшәмбе мин үҙемде насар тойғас, эшкә бармай ҡалдым. Баязит, белгән һымаҡ, төш мәлендә шылтыратҡайны, мин уға хәлемде әйтеп ысҡындырҙым. Ул шул тиклем ныҡ борсолдо, шунда уҡ килеп етте, кибеттән әллә күпме емеш-еләк, тәмле-татлы алған булған! Мине дауаларға теләй, йәнәһе. Шул көн беҙгә нимәлер булды – бер-беребеҙгә эҫендек тә ҡуйҙыҡ! Минең альбомдан фотолар ҡарап ултырҙыҡ, сәй эстек... Мин үҙемде шул тиклем бәхетле тоям! Сырхаулауым бөтөнләй онотолдо! Хәҙер ҡанатлы ҡош һымаҡ, осоп ҡына йөрөйөм, әхирәткәйем! Шуныһы ғына шикләндерә, теге бүтән килмәне, көн һайын шылтыратыу менән генә сикләнә.
– Ҡотлайым! – тине Тәнзилә үҙ алдына, ҡулындағы документҡа күҙ йүгерткән арала. – Осрашыуығыҙ ҡасан булды, тинең әле?
– Һуң, әйтеп торам бит, дүшәмбе.
– Ул көн нисәһе була?
– Хәҙер... Алтыһы, шикелле, – Телефондың теге осонда Әлиә календарына ҡарап алды. – Эйе, ысынлап та, алтыһы!
– Ә ҡайһы ваҡытта? Ул һиңә нисәләр тирәһендә килде?
– Икеләрҙә. Биштә сығып та китте. “Эш аҙағына тиклем барып күренәйем инде”, – тине.
– Барыһы ла тап килә! – Тәнзилә ҡысҡырып ебәрҙе. – Ә ул кеше, ысынлап та, Баязит инеме?
– Һин нимә, Зилүк!? Шуны ла күрмәҫкә, сырхау түгелмен бит әле мин!
– Күҙ алдыңа килтерәһеңме? Барыһы ла – көн дә, ваҡыт та – тап килеп тора, бында һинең хәбәрең генә йәбешеп етмәй.
– Һин сәпсим аҡылдан яҙҙыңмы әллә? – тип тағы көйөп китте Әлиә. – Шул нахаҡ ғәйеп яғыуыңды туҡтат әле! Мин ҡайҙан ғына беләйем, бәлки Кәримдең машинаһында ла килгәндер. Теләйһеңме, хәҙер Баязитҡа өй телефонымдан шылтыратам да, тауышын һиңә ишеттерәм, – телефонды телефонға килтерҙе. – Кем менәндер һөйләшә. Ишеттеңме, өҙөк тауыш ҡына ишетелә. Үәт, ҡайһылай йәл! Мин уға аҙағыраҡ шылтыратырмын, яраймы?
– Ярай, Әлиә, кәрәкмәй, мин һиңә былай ҙа ышанам, – Тәнзилә үҙенең арыуын тойҙо. – Ғәфү ит, мин артығыраҡ көйәләндем, шикелле. Әйҙә, аҙаҡ бер күрешкәндә иркенләп һөйләшербеҙ.
Кис өйгә ҡайтҡан иренә ҡатыны өндәшмәй генә штраф ҡағыҙы тотторҙо.
– Үәт, Баязит, алабарман! – тип көйөп китте тегеһе, ҡарарҙы уҡып сыҡҡас. – Был ҡағыҙҙы үҙенә тотторам! Әйҙә, үҙе түләһен!
– Һинең машинаңда Баязит булғанмы ни?
– Эйе. Үҙенекен йүнәтергә биргән дә, теге көн әҙ генә ваҡытҡа биреп тор әле, бер урынға барып килергә ине, тип минең асҡысты һорай ҙа, һорай. Йәлләп, биргәйнем.
Тәнзилә йоҡлап киткәс, Кәрим телефонын тотоп, ипләп кенә ванна бүлмәһенә инде, кранды асып, һыу ағыҙып ҡуйҙы.
– Булды, ышанды, шикелле, – тип шыбырҙаны ул. – Нисек шул тиклем дә яңылышырға була, ҡабаланып, парковка өсөн түләмәгәнмен.
– Эйе, ярай әле, үҙем шәп, – тине Әлиә. – Һине ваҡытында аралап ҡалдым. Баязитты ла иҫкәртеп ҡуйҙым.
– Мин дә уға аңлаттым инде. Былай булғас, барыһы ла сер булып ҡалһын. Ярай, әлегә бәйләнеште өҙәм. Йә, уянып ҡуйыр.
Алдағы көндәрҙә Тәнзилә, нимәлер һиҙгән һымаҡ, иренә һынамсыл ҡараш ташлап-ташлап алды, шулай ҙа бәйләнерлек бер нәмә лә тапманы. Никахлашыуының ун йыллыҡ юбилейы ла еткәс, ҡатын, ойоштороу мәшәҡәттәре менән булып, хафалы уйҙарын ситкәрәк ҡыуырға тырышты.
Тәғәйен көн килеп еткәс, ресторан залына ингәс, Тәнзилә өҫтәл артындағы диуарға, тотошлай, тип әйтерлек, элеп ҡуйылған ҙур ҡағыҙ битенә иғтибар итте. Унда “10 йыл”, “Мин һине көндән-көн нығыраҡ яратам!” тигән һүҙҙәрҙән тыш, ошо ваҡыт эсендә уларҙың ғаиләләрендә булған иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы сағылдырған бихисап фотоһүрәт йәбештерелгән. Һәр һүрәттең аҫтында ваҡиғаға уйынлы-ысынлы шиғри тәфсирҙәр яҙылған. Барыһын да ҡарап, һушы китеп, бер күҙҙәренә йәш алып, бер көлөп, оҙаҡ ҡына йөрөй торғас, ҡатын һораулы ҡарашын иренә төбәне:
– Был тиклем хозурлыҡты ҡайһы арала әҙерләп өлгөрҙөң?
– Минең ярҙамсыларым шәп бит! – Кәрим Әлиә менән Баязитҡа ымланы. – Саҡ тотолмаһаҡ та, серебеҙҙе һаҡлап, уйлағаныбыҙҙы тормошҡа ашыра алдыҡ.
Тәнзилә был шәп эшкә һоҡланып бөтә алманы, әленән әле рәхмәт һүҙҙәре яуҙырҙы. Ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан ирҙәр ситкәрәк киткәйне,Тәнзилә, күңеле төшөп, әхирәтенә:
– Баязит тураһында ла үҙең уйлап сығарҙыңмы инде? – тине.
– Шулай иткән, ти! – тип, хәйләкәр йылмайҙы тегеһе. – Ул көндө беҙ өсәү фотолар йәбештерҙек тә, Кәрим эшкә китте, ә беҙ Баязит менән шиғырҙарҙы ҡағыҙға күсереп ҡалдыҡ. Ошо эш беҙҙе яҡынайтты, дуҫлаштырҙы. Ә бөгөн Баязит миңә тәҡдим яһаны! – тип Әлиә бармағындағы ыҡсым балдағын күрһәтте.
Надежда Почтованан – Илгиз Ишбулатов тәржемәһе.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: