-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Сентябрь 2020, 09:00

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 6. Хикәйә.

Лекция бара, Фәнүрҙә лекция ҡайғыһы юҡ. Ул алыҫтан уҡ Вадимды күҙәтә. Күҙәтмәй сараһы юҡ, Фәнүргә ҡалһа, бер мәктәптә уҡығас, электән үк бергә аралашып йөрөгәс, унан да ышаныслы кеше юҡ һымаҡ. Ана, бөҙрә сәстәрен ялпылдатып, иң алда ултыра. Уның эргәһендә кәләше Юлиә йоҡомһорай. Уныһында, әлбиттә, уҡыу ҡайғыһы юҡ. Фәнүр каникулдан килгәс, Вадимдың кәләше ауырлы икәнлеген күрҙе. Тап бына ошо Юлиәнең ауырлы булыуы Фәнүрҙе ҡыҙыҡһындары ла инде. Вадим Фәнүрҙең ялбарыулы ҡарашын ике-өс тапҡыр тотҡандан һуң, эргәһенә үҙе килде:– Фән, нимә мөлдөрәп ултыраһың? – тине ул. – Әгәр эсергә, йә ҡыҙар янында булырға булһа, мин – юҡ. Ана,минең кәләште күрәһеңме? Малай көтәбеҙ.– Эйе, Вадим, теге... һин мине беләһең бит инде. Һин миңә әйт әле...– Нисек әйтергә? Нимә әйтергә? – Вадим баҙап ҡалды.– Ҡыҙ, малай, әле һөйләнең бит, шуны нисек яһарға?– Һуң, ҡара әле, Фәнүр, аңлатып һөйләсе, һиңә нимә кәрәк?– Һуң, мин дә өйләнергә теләйем бит...– Ну и что? Өйлән, һине кем тота? Мин при чем?– Әйт әле, м... нисек һорайым инде, нисек һорайым... Һин... ҡатыныңды нисек яраттың? – тине ҡалтыранып Фәнүр.

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 6.
Хикәйә.
Лекция бара, Фәнүрҙә лекция ҡайғыһы юҡ. Ул алыҫтан уҡ Вадимды күҙәтә. Күҙәтмәй сараһы юҡ, Фәнүргә ҡалһа, бер мәктәптә уҡығас, электән үк бергә аралашып йөрөгәс, унан да ышаныслы кеше юҡ һымаҡ. Ана, бөҙрә сәстәрен ялпылдатып, иң алда ултыра. Уның эргәһендә кәләше Юлиә йоҡомһорай. Уныһында, әлбиттә, уҡыу ҡайғыһы юҡ. Фәнүр каникулдан килгәс, Вадимдың кәләше ауырлы икәнлеген күрҙе. Тап бына ошо Юлиәнең ауырлы булыуы Фәнүрҙе ҡыҙыҡһындары ла инде. Вадим Фәнүрҙең ялбарыулы ҡарашын ике-өс тапҡыр тотҡандан һуң, эргәһенә үҙе килде:
– Фән, нимә мөлдөрәп ултыраһың? – тине ул. – Әгәр эсергә, йә ҡыҙар янында булырға булһа, мин – юҡ. Ана,минең кәләште күрәһеңме? Малай көтәбеҙ.
– Эйе, Вадим, теге... һин мине беләһең бит инде. Һин миңә әйт әле...
– Нисек әйтергә? Нимә әйтергә? – Вадим баҙап ҡалды.
– Ҡыҙ, малай, әле һөйләнең бит, шуны нисек яһарға?
– Һуң, ҡара әле, Фәнүр, аңлатып һөйләсе, һиңә нимә кәрәк?
– Һуң, мин дә өйләнергә теләйем бит...
– Ну и что? Өйлән, һине кем тота? Мин при чем?
– Әйт әле, м... нисек һорайым инде, нисек һорайым... Һин... ҡатыныңды нисек яраттың? – тине ҡалтыранып Фәнүр.
Тегеһе ике һөйләп тормайынса, егеттең түшенән алды:
– Нимә, мин һиңә отчет тоторға тейеш что ли? Ҡара уны! Ошонда аудиторияла һөйләй торған хәбәрме? Ужас! Оятһыҙ! Бына ҡара, сабакы малай!
Фәнүр грек-рим көрәше менән шөғөлләнгән Вадимдың көслө һәм оҙон тырнаҡтарынан көс-хәл менән ысҡынды:
– Һуң, әйтеп торам бит, өйләнергә йөрөйөм, – тип инәлде Фәнүр.
– Ә, шулай тип әйт! Мин һине әллә берәй зәңгәр-мәҙәр түгелме, тип аптырап киттем. О, һөйләһәң! Ул үҙе бер – әкиәт! Ана, ҡара, минең кәләш ниндәй матур! Мин уны шул тиклем яратам! Ә, һиңә инструкция кәрәкме? Уның нимәһе бар, бер мәшәҡәте лә юҡ. Ипләп кенә сисендерәһең дә, аҡрынлап ҡына..., туҡта әле, һин өйләнергә йөрөйһөңмө? Туйың ҡасан? Нимә? Киләһе йылға? Юҡ, егет! Иләмәгән-һуҡмаған, мин һиңә кәңәш бирә алмайым. Һин берәй нәмә эшләтерһең, ул риза булмаҫ. Шунан һинән һорарҙар, кем өйрәтте, тиерҙәр. Һин, әлбиттә, мине күрһәтәсәкһең. Юҡ! Мин риза түгел!
Ул арала булмай, кәләше Юлиә эргәһенә килде:
– Вадим, баянан бирле нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? Мин асыҡтым.
– Хәҙер ашайбыҙ. Ә, бына бер чувак өйләнергә йөрөй. Минән кәңәш һорай. Будто, мин оҫталыҡ мәктәбе инде. Үҙе өйрәнһен! Фәнүр! Ҡыҫҡаһы, былай: һин уға өйләнергә тәҡдим яһа. Риза булған осраҡта, никах уҡытыу, фатирығыҙ буш саҡта алып килеү мәсьәләһен хәстәрлә. Ну, бер йөҙ грамм шарап эсерһәң, була. Бәлки үҙе ҡыҙып китер.
– Ярай. Ә әгәр эротика ҡараһаҡ? – тине Фәнүр ышанысһыҙ ғына.
– Кәрәкмәй! – тип ҡырҡа ҡаршы төштө Вадим. – Күргәнең бармы, унда гиганттар һәм секс-бомбалар. Улар, әлбиттә, һиңә оҡшар, ә кәләшең ҡабул итмәһә? Һинән дә шундай уҡ батырлыҡтар көтһә? Размер не имеет значения, тигән һүҙгә һин ышанма, егет! Бик тә имеет. Так что, уңыштар һиңә, ҡыйыуыраҡ! Ҡыйыуыраҡ!
Шәмбе кис йәштәр яңынан Салауат һәйкәле артындағы майҙанға ағыла башланы. Фәнүр ҡабалана. Тағы теге Юлдаш, Артур, Юлай, Кәрим килеп ҡушылыр ҙа, бар эште уйыр ҙа ҡуйыр. Шунан һуң йөрөрһөң, ҡыҙыңды эҙләп. Фәнүрҙең кәйефе шәп. Шәп булмай, бәйләм-бәйләм ҡаҙылыҡ, сервелат, хатта һөт колбасалары үҙенең ҡуланыусыларын көтөп, шым ғына һыуытҡыста ята. Кәйефе шәп булмай, атаһы гардеробтағы ике йәшникте һәм ундағы затлы шарап менән элиталы араҡының теүәллеген барлауҙы артыҡ тип тапты. Юғиһә, был эсемлектәр әллә киптеме, әллә ағып бөтөмө, тип аптыраныр ине. Белгән осраҡта ла, Фәнүр тарафынан кире ҡаҡҡыһыҙ алиби әҙерләнгән һәм ҡушылып китергә әҙер. Фашланған осраҡта, тикшереү башланһа, Фәнүр күкрәген киреп, Олег Кошевой һымаҡ, бер һүҙ ҙә өндәшмәйәсәк һәм: “Йәшниктәр буш ине, шарапты ла, араҡыны ла ауыҙыма алғаным юҡ”, – тип һөжүмде кире ҡағасаҡ.
Ошо, нимә уйлаһаң, шул раҫлана ла ҡуя. Юлдаш, йәне көйөп, эстән генә һөйләнеп ҡуйҙы. Ә тегеләр, көндәштәр, килеп тә ултырғандар һәм Рәлиә, Эвелинаны һәм бүлмәләш ҡыҙҙарын һөйләндерәләр.
Ярай, ҡыҙҙар уның яҡлы. Күреп ҡалыу менән, йүгерешшеп килеп, ҡосаҡлап алдылар ҙа, килтереп ултыртылар. Ултыртмай саралары юҡ, бөгөн төндөң нисек үтере Фәнүрҙең холоҡ-фиғеленән тора. Бай абзый теләһә, һыйланып, ҡунаҡ буласаҡтар. Әгәр теләмәһә, фатирына саҡырмаһа, ҡайтҡас, ятаҡта берәр шәшке һалҡын сәй менән сикләнәсәктәр. Ә инде Юлдаштың әрһеҙлегенә һәм туҡтауһыҙ Рәлиәне шаяртыуына ҡарағанда, ысынлап та, бөгөнгө кис туп-тура һалҡын сәйгә йүнәлеш алғайны. Ул нимәләр генә ҡыйланмай, оятһыҙ анекдотын һөйләй, төрлө йырҙар башлай, бейеп тә китә, ара-тирә һүгенеп тә ебәрә, шикелле. Һуң, ҡара әле Рәлиәһен, нимә эшләй ул? Юлдашҡа ҡушылып, көлһөнмө, йырлаһынмы? Һуң, шуның өсөн килдеме ни бында Фәнүр?
Тамам кәйефе төшкән һәм үпкәләгән Фәнүр шым ғына халыҡ араһына һеңергә лә, йә ҡайтып китергә, йә берәй мөйөштән күҙәтеп торорға самалағайны. Хатта бер нисә аҙым ситкә лә киткәйне. Эй, Эвелинаны алдап буламы инде:
– Фәнүр! Беҙ һине көтәбеҙ! Бөгөн нимә менән таң ҡалдырмаҡ булаһың? Үткәнендәгеһенән насар булмаҫ, тип өмөт итәбеҙ! Беҙ хәҙер бушайбыҙ, – тип барыһын да асып һалмаһынмы.
Ә Юлдашҡа, Юлдашҡа ҡарағыҙ әле. Ҡайҙалыр барыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, яралы ҡоралай эҙенә төшкән бүреме ни, күҙҙәре янып китте, хатта Фәнүргә тештәрен шаҡылдатып ҡуйған һымаҡ тойолдо. Тағы һин генә ҡалғайның! Юҡ! Әгәр ул эйәрһә, берәү ҙә бармаясаҡ! Ужас! Ана, туңдырма һатып алып, яртыһын ҡапты ла, икенсе яртыһын алмаш-тилмәш Рәлиә менән Эвелинаға ялата башланы. Етмәһә, Фәнүрҙе саҡыралар бит әле. Ә әсәһе нимә тип өйрәткәйне? “Улым, берүк, кеше ауыҙынан ҡалғанды, ҡабыу түгел, еҫкәп тә ҡарама! Йә, берәй сир йоҡтороп ҡуйырһың”, – тигәйне.
– Юҡ, мин әле генә ашап килдем, – тине Фәнүр, ике ҡулы менән дә кире ҡағып.
Шым ғына әйткәйне, ана, Эвелина ишетеп тә ҡалған:
– Бәй, Фәнүр, – тине ике ҡулын йәйеп. – Һин ашап килдеңме ни? Ә беҙ ни эшләргә тейеш? Бүлмәлә, ҡаҙы, түгел, икмәк тә юҡ.
Фәнүр һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә күҙ ҡыҫты. Шым булығыҙ, йәнәһе. Өндәшмәгеҙ!
– Ну, что это значит? Беҙ һиңә Рәлиә менән ышанып киләбеҙ, хәҙер бер аҙҙан аслыҡтан беҙҙең эстәребеҙ гөбөрләй башлаһа, бында бер кеше лә ҡалмаясаҡ. Һин шуны теләйһеңме, Фәнүр?
– Әлбиттә, юҡ, – тине Фәнүр. – Әлегә ял итәйек, һуңынан ҡарарбыҙ.
– Тимәк, һин беҙҙе һуңынан алып барасаҡһың? – Эвелина Фәнүрҙең түшенән матҡып тотоп алды: “Әйт, алып бараһыңмы, юҡмы?”
Фәнүр бышылданы:
– Юлдаш менән егеттәрен ҡалдырайыҡ. Улар миңә оҡшамай.
– Ну и что оҡшамай? Ә беҙ нимә эшләргә тейеш? Үткәнендә лә бер йүнле егет тә булманы. Шуға миңә был формат оҡшамай! Ярай, һин – хужа. Ә беҙҙең теләктәр ҙә иҫәпкә алынырға тейеш!
Бәхәсләшеү байтаҡ барҙы. Фәнүр үҙе лә аңламаны. Бая ғына өндәшер-өндәшмәҫ, артыҡ һүҙ һөйләмәгән егет уйынлы-көлкөлө һүҙҙәр менән үҙенә нимә кәрәклеген аңлатып бирҙе. Эйе, ул бөтәһен дә ҡунаҡ итеп күрергә теләй, ләкин, ниндәй үкенес, бөгөн дачанан атаһы менән әсәһе ҡайтып төшкән һәм улар барлыҡ пландарҙы үҙгәртергә мәжбүр иткән. Шуға ҡабаланмайбыҙ, әгәр барыһы ла яҡшы булһа, ҡарттарҙың яңынан дачаға китеп барыуы ла бар. Улар, әлбиттә, был хаҡта улдарына алдан уҡ шылтыратып ҡуясаҡ.
– Төшөндөрә белдемме? – тине Фәнүр Юлдаштың күҙҙәренә туп-тура ҡарап.
– Төшөндөм, ләкин бер нимә лә аңламаным, тип әйтер инем, һинең беҙҙе ҡалдырып китергә теләүеңде һиҙҙем. Йә, ярай, әрһеҙләшеп йөрөй торған ғәҙәтем юҡ. Мине бөгөн төнгө клубта көтәләр. Ә унда ашарға ла, эсергә лә мул буласаҡ. Чао! – тине һәм ҡайҙалыр сығып китте.
Рәлиә килеп, Фәнүргә һырпаланды:
– Юлдаш булмаһа, Эвелинаның барыуы бик шикле. Ул егетте күптән аңдып йөрөй икән.
– Белмәйем. Миңә ул һинең менән ҡыҙыҡһынған һымаҡ тойолдо, – тине егет.
– Дөрөҫ тойолмаған. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, Юлдаш былтырҙан бирле Эвелинаға ымһынып йөрөй. Ниңә, ҡара әле, Эвелина насар түгел дә инде, – тип ҡыҙ егетен бүлмәләше яғына борҙо.
– Миңә ҡалһа, бында иң матуры – һин. Мин һине генә алып ҡайтыр инем.
– Рәлиәгә был һүҙҙәр оҡшаны. Ул егеткә хатта нығыраҡ һөйәлде:
– Мин риза. Ә быларҙан нисек ҡотолабыҙ һуң? Беҙ һеҙгә барырбыҙ, улар фатирҙы белә, аҙаҡтан барыбер беҙҙе эҙләп киләсәк. Был формат миңә оҡшамай, – тине ҡыҙ.
Аһ! Нимә эшләп ҡарарға икән:
– Рәлиә, әллә, мин бер юлын да күрмәйем. Уларға нимә кәрәк һуң?
– Үҙең дә ҡыҙыҡ кеше инде. Уларға нимә кәрәк? Ашарға һәм эсергә кәрәк.
Шул ваҡыт берәү йомшаҡ ҡына итеп арҡаһынан төрткән һымаҡ тойолдо. Фәнүр боролоп ҡараһа, ауырлы бер ҡыҙ тора. Күҙ бәйләнгән ваҡыт, Фәнүр ҡыҙҙы танымағас, йығылып китә яҙҙы. Ә был ҡыҙ нимә ти инде?
– Беҙ һине генә эҙләп килдек. Әгәр мөмкин булһа, ҡабаланма. Һиңә бер китап таптыҡ, унда бөтәһе лә яҙылған.
Ул арала булмай, Рәлиә күҙ алдында ҡабарҙы ла ҡуйҙы һәм ике-өс тапҡыр ҙурайҙы. Һеҙҙең ҡаршығыҙға ҡуйы урманда айыу осраһа, курткағыҙҙың һиҙәптәрен ысҡындырып, үҙегеҙҙе ҙур итеп күрһәтергә тырышығыҙ, һеҙгә көсө етмәҫен һиҙеп, айыуҙың ҡасыуы бик ихтимал, тип раҫлағандарын ишеткәнегеҙ бармы? Эйе, Рәлиә ҡабарҙы ла ҡуйҙы. Ярай, Вадим килеп сыҡты һәм китап тотторҙо. Ҡара әле, тоҡсайға ла һалып килтермәгән бит әле! Хәҙер Фәнүрҙең маҡсаты бар майҙанға билдәле булды ла ҡуйҙы. Егет эйелде һәм китапты куртка эсенән салбарына ҡыҫтырып ҡуйҙы. Күреүселәр булғандыр, ләкин бик әҙ.
Ә майҙанда уйын-көлкө, йыр-бейеү ҡыҙғандан-ҡыҙа. Йәштәр төркөмдәргә ҡушылып, бейешеп алды. Ләкин бик һирәктәр генә майҙан уртаһында ҡайнаған Фәнүрҙең ҡайҙа ыңғайлауын күҙәтеп тора. Ваҡыт етте, ахыры. Бына ул бер ҡулы менән Рәлиәне, икенсеһе менән Эвелинаны ҡосаҡлап алды һәм “Телеүҙәк” туҡталышына ҡарай атланы. Башланды! Ярай, аҫта бөгөн дә Мөхлисә ҡарсыҡ ишек һаҡлай. Фәнүр кеҫәһендәге ике йөҙлөктө ҡапшаны һәм Рәлиә менән Эвелинаны алдан үткәреп, 249-сы автобусҡа инеп ултырҙы.
Дауамы бар.
1 2 3 4 5 6 7
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: