-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Сентябрь 2020, 21:10

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 7. Хикәйә.

– Беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тине Эвелина. – Нисек ҡайҙа барабыҙ? – тип ғәжәпләнде Рәлиә. – Бына, Фәнүргә ярҙам итергә килеп барабыҙ. – Ярҙам итергә икән, ярҙам итергә инде, – тине Эвелина бөгөн генә биҙәлгән тырнаҡтарын барлап. Бынау сәскәләре ҡойолоп бөтмәһә ярар ине. Кеше лә күреп өлгөрмәне... – Беҙ күрҙек бит, етмәгәнме ни? – тине Рәлиә. – Хатта матур булған! – Ә беҙ нисек ярҙам итәсәкбеҙ? – тине Эвелина һаман юморҙы аңламайынса. – Үткәнендә нисек булһа, был юлы ла шулай ярҙам итәсәкһегеҙ, – тине Фәнүр. – Тик эш күп тура килә инде. Әллә тағы берәйһен саҡырайыҡмы? – Әллә Эвелина берәйһен саҡырһынмы? – тине Рәлиә. – Тәки төшөнмәнем, – тине Эвелина. – Беҙ әллә таш ярырға, йә кирбес ташырға барабыҙмы? Ҡулдарым эштән сыға икән! Туҡтағыҙ, атыу мин берәйһен саҡырам. – Ә кемде? – тине Фәнүр. – Билдәле инде, кемде булһын, – тине Рәлиә.

МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 7.
Хикәйә.
– Беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тине Эвелина.
– Нисек ҡайҙа барабыҙ? – тип ғәжәпләнде Рәлиә. – Бына, Фәнүргә ярҙам итергә килеп барабыҙ.
– Ярҙам итергә икән, ярҙам итергә инде, – тине Эвелина бөгөн генә биҙәлгән тырнаҡтарын барлап. Бынау сәскәләре ҡойолоп бөтмәһә ярар ине. Кеше лә күреп өлгөрмәне...
– Беҙ күрҙек бит, етмәгәнме ни? – тине Рәлиә. – Хатта матур булған!
– Ә беҙ нисек ярҙам итәсәкбеҙ? – тине Эвелина һаман юморҙы аңламайынса.
– Үткәнендә нисек булһа, был юлы ла шулай ярҙам итәсәкһегеҙ, – тине Фәнүр. – Тик эш күп тура килә инде. Әллә тағы берәйһен саҡырайыҡмы?
– Әллә Эвелина берәйһен саҡырһынмы? – тине Рәлиә.
– Тәки төшөнмәнем, – тине Эвелина. – Беҙ әллә таш ярырға, йә кирбес ташырға барабыҙмы? Ҡулдарым эштән сыға икән! Туҡтағыҙ, атыу мин берәйһен саҡырам.
– Ә кемде? – тине Фәнүр.
– Билдәле инде, кемде булһын, – тине Рәлиә.
Бәй, былар, моғайын, Юлдашты саҡырырға уйлайҙыр. Фәнүр үҙе лә һиҙмәҫтән, әйтте лә ҡуйҙы:
– Ярай, Юлдаш булһа, саҡырығыҙ.
Тура килеүен әйт әле! Юлдаш үҙе Үҙәк баҙар тирәһендә йөрөп тә ята икән. Килеп сығыу менән:
– Ә беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тип һораны.
Эвелина, Фәнүргә күрһәтеп:
– Бына, хужаның ата-әсәһе баҡсаға киткән, беҙ уға ярҙам итергә барабыҙ, – тине.
– Ярҙам итергә булһа, мине генә ҡуш инде, – тине Юлдаш. – Тик унда беҙҙе ашаталармы һуң?
Ике ҡыҙ, бер егет хахылдашып көлдөләр. Хатта үтеп барыусы кешеләр боролоп ҡараны.
– Ышанаһыңмы, юҡмы, – тине Эвелина Юлдашты ҡосаҡлап алып. – Тәүҙә ашатасаҡтар, һуңынан – эш.
– Алдамаһалар, ярар ине, – тип Юлдаш эсен һыпырҙы. – Өсөнсө көн йүнләп ашаған юҡ. Ышанаһығыҙмы, хатта ябыға башланым.
– Шуның өсөн иң тәүҙә һине ашатып алырға булдыҡ та инде, – тине Рәлиә. – Тик ҡара уны: ас йөрөгәнеңдән һуң ҡапыл, күп ашап, ашҡаҙаныңды боҙоп ҡуйма. Әҙ-әҙләп кенә ашай башла.
– Әҙ-әҙләп ашап өйрәнмәгәнмен шул, – тине Юлдаш. – Эләккән сағында, мин умырып ашайым да ҡуям. Ә эсергә буламы һуң?
– Сәй – алдыңдан артып ҡалғансы, – тине Фәнүр. – Ә шарап – бер генә шешә.
– Ярай, самалап эсһәң, берәү ҙә етә ул.
Фәнүрҙең өйөнә килеп етһәләр, Мөхлисә ҡарсыҡ хатта сығып торған. Үҙенең балалары ҡайытҡанмы ни, ҡыуанып ҡаршы алды:
– Бөгөнгө йәштәр ҡайһылай матур! Хатта инсафлылар бит әле, – тип йәштәрҙе тупһанан уҡ маҡтай башланы ҡарсыҡ. – Эх, беҙҙең ваҡытта бындай кейемдәр ҙә булманы бит.
– Фәнүр, улым, тауыш, музыка, үткәнендәге һымаҡ, булмаҫ, тип уйлайым.
– Барыһы ла юғары сорт менән тормошҡа ашырыласаҡ! – тине Фәнүр! – Йөҙгә тиклем йәшә! – тине ике йөҙлөктө ҡарсыҡтың халатының күнәк ҙурлығы кеҫәһенә һоноп.
Ҡарсыҡ ҡыуанысынан, хатта һикереп ҡуйҙы:
– Көн һайын килегеҙ! Ни эшләп көн һайын килмәйһегеҙ?
Керҙеләр. Юлдаш, аһ та оһ килеп, фатирҙы ҡарап сыҡты:
– Дә, егет, һин – бәхетле кеше, – тине ул кухняның ҙурлығын күреп. Һис тә тартынып торманы, һыуытҡысты асып ҡараны, унан туңдырғысҡа үрелде. – Был тиклем аҙыҡ-түлекте минең магазинда ғына күргәнем бар. Әллә был ҡаҙылыҡ беҙгә бешерелгәнме? Ужас! Ҡуна ҡалһам, ҡалам, был ҡаҙылыҡты ашап бөтмәйенсә, ҡайтмайым!
– Ҡабаланма! – тине Эвелина. – Тәүҙә Фәнүргә ярҙам итәйек.
– Мин – риза. Бөтә эште лә эшләйәсәкмен, – тине Юлдаш. – Тик һеҙ мине шунда уҡ ашатмағыҙ инде. Ашҡаҙаным саҡ ҡына булһа ла өйрәнһен.
Рәлиә менән Эвелинаға шуны ғына ҡуш, аш бүлмәһендә ҙур өҫтәлде тултырып, ҡаҙылыҡ, сервелат телделәр. Үткәнендәге һымаҡ, өйрәкте ботарланылар, шарап шешәһен астылар. Инде тостар әйтешеп, фужерҙарҙы ауыҙҙарына килтереп өлгөрмәнеләр, аҫтан Мөхлиса ҡарсыҡ шылтыратты:
– Фәнүр улым, балаҡай! Һеҙгә бында ҡунаҡтар бар! Үтһендәрме?
– Кемдәр улар? – тип аптыраны Фәнүр.
– Әлә, үткәнендә килгән иптәштәрең дә бар, яңылары ла күренә. Үткәрәйемме?
Фәнүр нимә эшләһен инде:
– Үтһендәр әйҙә! – тине.
Күп тә үтмәне, сосораҡтары лифт менән, хәллерәктәре йәйәүләп, егермеләп ас студент Фәнүрҙең фатирына килеп инде. Хатта күңелле ултырҙылар. Был табындарға Фәнүр үҙе нигеҙ һалғас, тарһынып ҡына нимә эшләһен инде. Күмәк булғас, һөйләр һүҙҙәре лә күп. 30 квадрат метрлы зал фатирҙарҙа ғына үткәрелә торған тамаша майҙанына әйләнде лә ҡуйҙы. Гитарала уйнаһындармы, йырлаһындармы, уйын-көлкө һөйләһендәрме – бында һөнәрһеҙҙәр юҡ ине. Бер ултырыуҙа, барлыҡ ниғмәтте ашып бөттөләр. Өҫтәп, тағы ике бройлер тауыҡ бешерергә тура килде. Улары хатта һыуынып та өлгөрмәне, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булды.
Ә Фәнүрҙең – үҙ мәшәҡәте. Бүлмәһенә үтеп, теге дуҫы килтергән китапҡа саҡ ҡына күҙ һалып өлгөрҙө. Инглиз телендә яҙылған. Һәр хәлдә, һүрәттәренә ҡарап, “Камасутра”ның нимә икәнлегенә төшөндө. Былай ҡараһаң, әллә ни ҡатмарлы нәмәһе юҡ һымаҡ. Ләкин уҡыу – бер эш, ғәмәлдә ҡуллана белергә лә кәрәк бит әле. Ана ниндәй күңелле ултыралар! Рәлиәнең йоҡоһо ла килә башланы, шикелле, йорт хужаһына һыйыныбыраҡ ултырҙы. Йәштәрҙең дә ойор мәле етә, шикелле. Өлгөрөрәктәре уңайлы мөйөш-һәйеште биләй ҙә һалды.
– Әйҙә, минең бүлмәгә барайыҡ, – тине Фәнүр Рәлиәне ҡосаҡлап.
– Йоҡом килде, ниңә һаман саҡырмайһың? – тине ҡыҙ егеттең ҡулдарына тотоноп.
Килеп тә инделәр, ярай, Фәнүр ишекте эләктереп өлгөрҙө, киң карауатҡа ҡолап та киттеләр.
– Уф, йоҡом килә, – тине Рәлиә, үҙе егеткә нығыраҡ һыйынды.
– Йоҡламай тор, – тип бышылданы егет, ҡыҙҙың сәстәренән, ҡолаҡтарынан, битенән үбеп.
– Һинең менән миңә рәхәт, хатта башым әйләнә, – тине ҡыҙ.
– Ә һин минең менән ошонда йәшәргә риза булыр инеңме? – тине егет, ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап.
– Ошонай фатирҙа йәшәү – үҙе бер бәхет инде ул, – тине ҡыҙ. – Бергә йәшәүҙең һөҙөмтәләрен үҙең беләһең инде. Ә минең өсөн кем уҡыр икән?
– Икәүләп уҡырбыҙ, – тине егет. – Атайым менән әсәйем ярҙам итер.
– Ҡабаланмайыҡ, – тип бышылданы ҡыҙ, егеттең ҡулдарынан тотоп. – Өлгөрөрбөҙ.
– Әллә һинең берәү менән дә йоҡлағаның юҡмы?
– Юҡ, әлбиттә! Һин, әлбиттә, ышанмаҫһың, ләкин мине атайым менән әсәйем ныҡ тоттолар.
– Ә ауылда егетең ҡалдымы? – тип ныҡышты тегеһе.
– Әллә, былай берәү менән дә йөрөгәнем булманы. Һағынып ҡалған егетем дә юҡ. Әйтәм бит, минән уҡыу һәм тәртип талап иттеләр. Мин, тыңлаусан бала булараҡ, атайым менән әсәйемдең үтенестәрен тормошҡа ашырҙым.
– Ә миндә бер китап бар. Күрһәтәйемме? – тине егет, ҡыҙҙың ҡолағына ғына бышылдап.
– “Камасутра” булһа, миңә ҡыҙыҡ түгел, – тине ҡыҙ. – Ундай китаптарҙы беҙ әллә һигеҙенсе, әллә туғыҙынсы класта уҡ күргәйнек.
Бына һиңә ҡалһа! Фәнүр ҡыҙҙы тағы ла ғәжәпләндерә алманы түгелме һуң? Әллә ул, ысынлап та, донъянан артта ҡалдымы икән? Мәктәптә ул фән тауҙарын кимергән арала, тиңдәштәре бөтөнләй икенсе, өлкәндәр тормошо менән шөғөлләнгән икән.
– Ә мин – уҡыным, – тине егет. – Бөгөн беренсе тапҡыр ундай китапты тотоп ҡараным. Һеҙҙән бөтөнләй артта ҡалған булам түгелме һуң?
– Бик артта ла түгел, – тине ҡыҙ, тыйнаҡ ҡына көлөп ҡуйҙы. – Эргәлә генә килгәнһең. Ә инде, уҙып китергә теләһәң, ҡабаланма. Өлгөрөрбөҙ.
– Мин дә шулай уйлайым, – тип ризалашты егет. – Ә һин бигерәк ҡайнар икәнһең! Үҙемде һинең эргәлә иреп барған һымаҡ итеп тоям.
– Юҡ, – тине ҡыҙ. – Һин иремәйһең. Һин мине йылытып ятаһың. Сөнки минең өҫтөмдә меңләп күбәләк өйөрөлә, улар һине лә, мине лә иркәләй һәм күтәреп алып китергә теләй. Ә беҙ уларға ҡаршылашабыҙ. Сөнки әле беҙ бер-беребеҙҙе белмәйбеҙ. Ә миңә былай нығыраҡ оҡшай.
– Миңә лә оҡшай, – тине егет. – Тик бигерәк эҫе...
Был кис тә Фәнүрҙең фатирында имен-аман тамамланды. Хужа менән хужабикә ҡайтҡас, Фәнүрҙең әсәһе, ғәҙәт буйынса, һыуытҡысты һәм туңдырғысты барлағандан һуң, аҙыҡ-түлектең элеккегә ҡарағанда ла күберәк юҡҡа сығыуын күрһәтте һәм ниндәйҙер бик үк аңлашылып бөтмәгән шик уятты. Былай, ҡараһаң, өй йыйыштырыулы. Юғалған, ватылған әйбер юҡ. Тик бына бер сит ҡулъяулыҡ йомшаҡ ултырғысҡа ҡыҫтырылып ҡалған һәм – бер телефон, үҙе шылтырап та ята. Ят телефон, сәйер телефон. Хужабикә янған уттарҙың береһенә төртөп өлгөрмәне, аппарат үҙе телгә килде:
– О, Фәнүр, сәләм! Был – Юлдаш! Рәхмәт! Зәһәр төн булды. Һин ҡара әле, минең телефон ятып ҡалған. Хәҙер кереп алырмын, – тип ауыҙланды ла, тауыш юҡҡа ла сыҡты.
Ярай, бәлки Юлдаш тигәндәре берәй асыҡлыҡ индерер. Ә Фәнүр үҙе өндәшмәй, бүлмәһендә баш күтәрмәй йоҡлай. Йоҡлаһын шул! Бәлки төнө буйы уҡығандыр. Ярай, улдары уҡыуға шәп. Уҡыһын әйҙә. Әгәр әсәһе улының ниндәй китап уҡығанын белеп ҡалһа, сәсе үрә торор ине.
Дауамы бар.
1 2 3 4 5 6 7
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: