-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Сентябрь 2020, 12:35

АТАЙ БУЛЫУ БӘХЕТЕ. Оҡшаш* хикәйә.

Бер көн район үҙәгенә барғайным. Ҡайтырға сыҡһам, автостанция туҡталышында бала етәкләгән бер ирҙе күреп ҡалдым. Бәй, был – Вәғиз ҡорҙаш түгелме һуң? Туҡта, булмаһа, үҙен ултыртып алайым. Сигнал биргәйнем, ике йәштәрҙәге бер малайҙы етәкләп, килеп ултырҙы. Малайҙың әйберҙәре һалынған тоҡсай ҙа бар икән.– Рәхмәт инде, ҡорҙаш! – тине машинаға ултырғас Вәғиз.– Әллә уллыҡҡа малай алдығыҙмы? – тип һораным мин ҡыҙыҡһынып.

АТАЙ БУЛЫУ БӘХЕТЕ.
Яңыртылған* хикәйә.
Уларҙың нисә йыл ғаилә ҡороп йәшәгәнен бик белмәйем. Байтаҡ йылдар үткәндер, тип улайым. Сөнки беҙ уларҙан һуң өйләнештек, бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Бөгөн улыбыҙ дүртенсе класта уҡып йөрөй. Ләкин уларҙың, әле булһа, балалары юҡ. Һүҙем – Вәғиз менән Шәмсиә хаҡында. Белеүемсә, Вәғиз ҡорҙаш ҡатынын өгөтләп тә ҡараған, шикелле, бала табыу мәсьәләһен киҫкен ҡуйып. Бер нисә тапҡыр һуңғы сиккә етә яҙғансы әйткеләшеп тә бөткәндәр. Ләкин Шәмсиә ныҡ торған. Тормоштоң рәте-сираты юҡ, хәҙер ана күптәр берәү- икәү менән сикләнә. Ярай, бала таптыҡ, ти. Һин йә мин сирләп китһәм, уны кем ҡарай? Вәғиз үҙе күп балалы ғаиләлә үҫкәс, үҙенән өлкән ағаһы менән апаларына, ҡустылары менән һеңлеләренә ылығып йәшәне, ҡулдан килгәнсә, ярҙам итергә лә тырышты. Әлбиттә, Шәмсиәһенән йәшереп кенә. Был йәһәттән эштең башы Шәмсиәнең үҙендә булғандыр, тип уйларға нигеҙ бар. Сөнки уны әсәһе, Миңһылыу инәй, үҙе генә тәрбиәләп үҫтерҙе. Хатта атаһының кем икәнлеген дә белмәйем. Ҡасандыр ошонда уҡытып киткән бер үткенсе уҡытыусы, тинеләр. Миңһылыу инәй, йомшаҡ күңелле булһа ла, ҡыҙына мөнәсәбәте урамда осраған ҡыҙҙарға ҡараған һымаҡ булды. Йәнәһе, балалар уның өсөн булды ни ҙә, булманы ни. Шәмсиәнең үҙендә бала табыу, бала үҫтереү һымаҡ хис-тойғолар әсәһе тарафынан шулай һүндерелмәнеме икән?
Ә Вәғиз үҙе бер нисә тапҡыр ҡатынын ҡалдырып, сығып китергә лә уйлағайны, ләкин тегеһе, хәйләкәр ҡатын, ниндәй һүҙҙәр тапҡандыр, Вәғизде тәки эргәһендә ҡалдырҙы. Аҙағыраҡ ишетелеп ҡалды, Шәмсиә, йәнәһе, Вәғиз сумаҙанын тотоп, сығып китергә йыйынғас, иренең алдына тубыҡланып, аяҡтарына ҡосаҡлап, сығып китмәҫкә тәки күндергән, имеш, тинеләр. Бәлки булғандыр. Вәғиздең холҡо ла былай ҡатыларҙан түгел шул. Ә ирҙең тормошонан ҡәнәғәт түгеллеге йөҙөнә сыҡҡан. Гелән нимәгәлер борсолоп, ҡайғырып йөрөгәнгәме, сырайы ла оло һымаҡ күренә. Бер килке эштә һуңлап ҡалып, эскеләй ҙә башланы. Шул сәбәптәндер, эскән килеш, машинаһы менән полицияға эләгеп, водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡаҡты. Хатта был хаҡта район гәзитенә яҙҙылар.
Бер көн район үҙәгенә барғайным. Ҡайтырға сыҡһам, автостанция туҡталышында бала етәкләгән бер ирҙе күреп ҡалдым. Бәй, был – Вәғиз ҡорҙаш түгелме һуң? Туҡта, булмаһа, үҙен ултыртып алайым. Сигнал биргәйнем, ике йәштәрҙәге бер малайҙы етәкләп, килеп ултырҙы. Малайҙың әйберҙәре һалынған тоҡсай ҙа бар икән.
– Рәхмәт инде, ҡорҙаш! – тине машинаға ултырғас Вәғиз.
– Әллә уллыҡҡа малай алдығыҙмы? – тип һораным мин ҡыҙыҡһынып.
– Алһаҡ, яҡшы булыр ине лә ул. Шәмсиә бер ҙә риза булырға оҡшамаған. Ә был егет – Рәүилә һеңлемдең улы. Яңғыҙы ғына улын тәрбиәләй ине, ауырып киткән. Опеканан: “Әгәр әсәһе дауаханала ятҡан саҡта ҡарап тормаһағыҙ, приютҡа урынлаштырырға тура киләсәк”, – тип шылтыраттылар бөгөн иртән. Мин ни, нисек ишеттем, шулай сыҡтым дә йүгерҙем. Рәхмәт инде, ярай, һин тура килдең.
Шуға иғтибар иттем, Вәғиз теге малайҙы хатта һаҡ һәм ҡәнәғәт тотоп килә, уға тәҙрәнән барыһын да күрһәтеп, аңлатып бара. Кисә генә сосолоп, көн дә ҡайғырып йөрөгән ир, бөгөн күҙҙәре янып, йәшәреп киткән һымаҡ. Бына бит баланың ҡөҙрәте – бошоңҡо кешене лә күтәрә икән.
Вәғиз менән теге малайҙы өйҙәренә тиклем алып барҙым. Саҡ ҡына ярҙам булһын, тип тоҡсайҙарын күтәрешеп, өйөнөң эсенә үк керергә тура килде. Ишекте асып ебәрһәк, ни кереп, ни сығып булмай, ишек төбөндә үк, ҡулдарын бөйөрөнә таянып, күҙҙәренән асыулы осҡондар сәсрәтеп, Шәмсиә тора бит әй!
– Ә был нимә? – тине ул, күҙенең ағын әйләндереп, иҙәндә мөшкәйеп кенә торған малайға түгел, иренә ҡарап.
Минең иһә, тоҡсайҙарҙы ҡалдырып, сығып киткем килә. Ә Вәғиз нимә тип аҡлана инде? Тәүҙәрәк, әлбиттә, уның аңлайышһыҙ ғына итеп мөңгөрләп тороуы миңә оҡшаманы. Миңә ҡалһа, һин – ир кеше – үҙ һүҙеңде ныҡ итеп әйт. Шул ваҡыт Вәғиз Шәмсиәне еңел генә итеп ситкә этеп ҡуйҙы ла, ҡаты ғына итеп: “Әгәр оҡшамаһа, сығып китә алаһың. Улым бында, күпме кәрәк булһа, шул тиклем йәшәйәсәк”, – тине. Мин эстән генә, афарин, ҡорҙаш, шулай ныҡ бул, тинем дә, тоҡсайҙарҙы ултыртып, сығып киттем.
Аҙна-ун көн үттеме, юҡмы, Вәғиз менән тағы осраштыҡ. Юҡ, йәмәғәт! Был инде һис тә элекке, Шәмсиәһенең күҙенә генә ҡарап, мөңгөрләп, аҡланған Вәғиз түгел. Ул үҙенең хоҡуҡтарын, ирлек дәрәжәһен белә. Өҫ-башын рәтләгән, хатта йәшәреп киткән. Эсеүен генә түгел, хатта тәмәкеһен дә ташлап ҡуйған.
– Район үҙәгенә йыш йөрөйөм. Әгәр кәрәк булһа, әйт, – тинем уға.
– Рәхмәт, ҡорҙаш! Таныҡлыҡты юллап алырға кәрәк ине.
– Ә Шәмсиә нисек? Күндеме һуң? – тинем мин.
– Күнә һиңә! – тине ул, кәйефе төшөп. – Сығып китте ул. Бер көн шылтыратып ята: “Малайыңды илтеп ҡуйһаң, шул көндө үк ҡайтам”, – ти. “Кәрәгең – бер тин. Һинең менән мине бер нимә лә бәйләмәй”, – тип трубканы ырғыттым.
Байтаҡ ваҡыт үтте. Шул арала Вәғиз ҡорҙаштың ҙур ҡайғыға дусар булыуын – һеңлекәшенең вафатын – ишетеп ҡалдым. Ғаиләләре менән кәңәшләшкәндән һуң, һеңлеһенең улын Вәғизгә тәрбиәгә бирергә ҡарар иткәндәр. Ә опека органдарының үҙ талаптары бар икән. Ғаилә тулы – йәғни, атаһы ла, әсәһе лә булһын, тигән теләк белдергәндәр. Күп тә үтмәне, Вәғизгә үҙе һымаҡ яңғыҙ бер ҡатынды димләгәндәр. Никах уҡытып, никахтарын теркәп, йәшәп яталар икән.
Бер көн район үҙәгенә барырға сыҡһам, автобус килеп өлгөрмәгән, күрәһең, туҡталышта кешеләр күренә. Вәғиз сығып, ҡул күтәргәс, туҡтайһы иттем. “Әйҙә, ултыртып алып бар әле, – тине Вәғиз, мине күргәс. – Тик беҙ өсәү инде”.
Тәүҙә ҡатынын, шунан һуң улын килтереп ултыртты. Үҙе алдан урын алды.
– Ни эш бөтөрәһең? – тип һорайым.
– Хәлде күреп тораһың инде. Улыма өс йәш була. “Бөгөн, төштән һуң, таныҡлығыңды килеп ал”, – тинеләр. Кәләш дауаханаға бара, бәпес көтәбеҙ, – тине.
Бына тормош кешене нисек үҙгәртә. Был ир хәҙер элекке Вәғиз түгел инде. Киләсәге булған, аяғында ныҡ баҫып торған, иртәгәһе көнгә өмөт менән ҡараған Вәғиз ине ул. Уларҙы мин дауаханаға тиклем илтеп ҡуйҙым.
-----------------
* Хикәйәнең тәүге варианты “– КЕШЕ БАЛАҺЫ?.. ЮҠ! КӘРӘКМӘЙ...” башы аҫтында 27 август донъя күргәйне.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: