МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 8.
Хикәйә.
Оҙаҡламай, телефон хужаһының килеүе хаҡында аҫтан консьерж хәбәр итте һәм: “Егетте үткәрергәме, юҡмы?” – тип һораны. “Үткәрегеҙ, үткәр”, – тине хужабикә. Фәнүрҙең әсәһе, Гөлниса апай, быға тиклем улының кемдәр менән дуҫлашыуын һәм аралашыуын бик ҡарап торманы. Сөнки улы ла тиҫтерҙәре менән бик аралашып барманы һәм күберәк ваҡытын китап уҡыуға бүлде. Хәҙер иһә, компьютерҙар менән мауыға. Күп тә үтмәне, ипле генә итеп ишек шаҡынылар. Килеп ингән Юлдаш үҙен иң тәүҙә үк ауға эләккән бүре һымаҡ тойҙо. Сөнки Фәнүрҙең әсәһе Гөлниса апай менән атаһы Гәрәй ағай ишекте бикләп ҡуйҙы һәм Юлдашты аш бүлмәһенә өҫтәл артына саҡырҙылар. Бындай иғтибарҙан баҙап ҡалған егет тағы ла был фатир иҫәбенә алдынан ҡалғансы ашауҙы әрһеҙлектең сиге тип тапты һәм бында төнө буйы ашап эсеүҙәре хаҡында, үҙе лә һиҙмәҫтән, һөйләп бирҙе. Хатта апай менән ағайҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә баштарын сайҡап, бер-береһенә мәғәнәле ҡарашыуҙарын да һиҙмәне. Юлдаштың икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәренән хужа менән хужабикә улар юҡта бында көтөү-көтөү студенттарҙың йыйылыуын һәм тамаҡ ялғауҙарын һиҙеп ҡалды. Шунан һуң Гәрәй ағай, ниҙер иҫенә төшөп, гардеробҡа йүнәлде һәм, күп тә үтмәй, унан ҡара көйөп, асыуланып килеп сыҡты. Асыуланмаҫлыҡмы һуң инде? Был ас студенттар улдарына тип ҡалдырылған аҙыҡ-түлектән тыш, байтаҡ шарапты эскән, хатта әсерәгенән дә баш тартмаған. Быға тиклем, беҙҙең улыбыҙ тәрбиәле, тәмәке тартмай, спиртлы эсемлектәр ҡулланмай, тип йөрөгән атай менән әсәй, бүҫкәреп ҡалған йәшниктәрҙе күреп, шаҡ ҡатты һәм бының сәбәптәрен эҙләй башланы.
Юҡ. Тәжрибәле атай менән әсәй шунда уҡ тикшереү үткәреүҙе, мөнәсәбәттәр асыҡлауҙы артыҡ тип тапты һәм киләһе шәмбене көтөргә булды. Әгәр уларҙың фаразы дөрөҫкә сыҡһа, ошо уҡ төркөм фатирға киләсәк һәм ҡабаттан табын ҡорасаҡ. Инде өйрәнеп алған студенттар сираттағы шәмбенең килеп етерен саҡ көтөп алды. Ғәҙәт буйынса, Салауат майҙанынан халыҡ һарҡа башлағас, Телеүҙәктән был юлы улар бер юлы бер автобус булып Үҙәк баҙар эргәһенә ҡуҙғалды. Табын элеккеһенән дә байыраҡ булып, һуңғы шешәләр сығарылғас, халыҡ ҡыҙып алғас ҡына, ишектә ҡыңғырау шылтырағаны ишетелде. Бер фатир булып йыйылған йәштәр ишеккә иғтибар итмәне. Сөнки ул былай ҙа бикле түгел ине. Гөлниса апай менән Гәрәй ағайға үҙҙәренә әрһеҙләшеп, килеп инергә тура килде. Эйе, улар килеп инде һәм асылған ауыҙҙарын да ябырға онотоп, шаҡ ҡатып ҡалды. Беренсенән, студенттарҙың иҫәбенә-һанына сығырлыҡ түгел. Улар туҡтауһыҙ бер бүлмәнән икенсеһенә йөрөй. Күктән төшкән һымаҡ пәйҙә булған хужа һәм хужабикә менән берәүҙәр ипле итеп иҫәнләшә, икенселәр уларҙың килеп инеүенә лә иғтибар итмәй, өсөнсөләре иһә, бөтөнләй күрмәмеш. Гөлниса апай тәүҙә ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында үҙенең улын күрмәгәс, ғәжәпләнде. Аҙаштым, тип уйлар ине, был –үҙҙәренең фатиры.
– Һеҙгә кем кәрәк? – тип һораны ҡыҙҙарҙың берәүһе. Күренеп тора, ул – иң әрһеҙҙәрҙең береһе. Дөрөҫөрәге, ул – Эвелина ине. – Фәнүр? Хәҙер табабыҙ Фәнүрҙе.
Оҙаҡламай, яуап та килде:
– Фәнүр үҙенең бүлмәһендә. Ул әлегә бушамай. Әгәр ваҡытығыҙ булһа, теләһәгеҙ, көтә алаһығыҙ. Әлбиттә, бик ҡабалан булмаһа.
– Юҡ, юҡ, – тине Гөлниса апай. – Әллә уға бер-бер хәл булдымы?
– Булманы. Ул бүлмәһендә Рәлиә менән ниндәйҙер китап уҡыйҙар.
– Китап уҡыйҙар? Бигерәк тә шәп!
Гөлниса менән Гәрәй килеп, аҡрын ғына ишек ҡаҡтылар.
– Эсергә бөтһә, шарап – гардеробта, төпкө мөйөштә ултыра, – тип ҡысҡырҙы Фәнүр эстән, ишекте асмай ғына.
Был юлы Гәрәй ағайға хатта ишекте һелкетеп алырға ла тура килде.
– Һуң, тағы нимә кәрәк инде һеҙгә? – тип Фәнүр ишекте асты һәм атаһы менән әсәһен күреп, баҫҡан урынында һелкенеп ҡуйҙы, хатта күҙлеге төшөп китте.
Уның артында иһә, карауаттан бер ҡыҙҙың тороп килгәне күренде. Әлбиттә, улар икеһе лә кейенгән ине. Быға тиклем бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән атай менән әсәй, бындай хәлгә өсөнсөһөн үҫтергәндә генә тарығанға, тәүҙәрәк баҙап ҡалдылар.
– Улым, һаумы! – тине әсәһе. – Иптәштәрең килгән икән.
– Эйе, әсәй, – тине Фәнүр, йөрөйһөгөҙ бында беҙгә ҡамасаулап, тигән ҡиәфәт менән. – Салауат майҙанында бейеп арығас, бер аҙ ҡапҡылап сығырға тип ингәйнек. Һеҙ ҡаршы түгелдер ул?
– Нисек ҡаршы булайыҡ инде? – тине атаһы. – Күңелем һиҙә, улар бында беренсе тапҡыр түгел, шикелле.
– Күңелең дөрөҫ һиҙә, атай, улар өсөнсөгә генә килде әле. Атай, әсәй, бына, таныш булығыҙ, минең буласаҡ кәләшем – Рәлиә.
Атай менән әсәй Рәлиәне бик ентекләп ҡараны. Хатта ҡыҙыҡай ҡыҙарып сыҡты, ҡып-ҡыҙыл булды. Йә инде, ниндәй шарттарҙа танышалар бит әле.
– Бик яҡшы! – тине әсәһе. – Һине күреүебеҙгә шатбыҙ, ҡыҙым! Беҙ һеҙгә бәхет теләйбеҙ!
Гәрәй ағай ҡыҙҙың ҡайһы райондан, ҡайһы ауылдан икәнлеген һорашты, ҡайҙа уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды. Ул арала булмай, ишектән Юлдаш килеп инде. Электән таныш булғас, бик матур итеп иҫәнләштеләр. Ә Юлдаш нимәгә килеп ингән инде?
– Ҡара әле, Фәнүр! Һин тегендә шарап бар, тигәйнең. Ул бөткән дә инде.
– Эргәлә генә тәүлек әйләнәһенә эшләй торған супермаркет бар. Бәлки берәйһен йүгертеп алырға кәрәктер?
Фәнүрҙең ымлап алыуын атаһы менән әсәһе, әлбиттә, күрмәй ҡалманы. Юлдаш, нисек килеп инһә, шулай юҡ булды.
– Ә былай күңелле итеп ултырыуығыҙ, улым, уҡыуығыҙға ҡамасауламаҫмы? – тине әсәһе һаҡ ҡына.
– Әсәй, кемгә ҡамасаулай, улар өйҙә уҡып ҡына ултыра, бында килеп йөрөмәй. Ә беҙ – ял итәбеҙ, – тине улы, бәхәсләшергә урын ҡалдырмаған ҡиәфәт менән.
– Ярай улай булһа, – тине атаһы, әллә ризалашты, әллә улын хупланы. – Әгәр мөмкин булһа, беҙ үҙ бүлмәбеҙгә инеп, ял итер инек.
– Берәү ҙә ҡаршы түгел, – тине Фәнүр. – Һеҙгә ял итергә кәрәк. Ә былай, атай, әсәй, бындағы тәртип өсөн мин яуап бирәм. Ә инде һеҙ миңә ышанмаһағыҙ, йәки, киреһенсә, минең ҡайһы бер аҙымдарым һеҙҙә шик уятһа, киләсәктә, мөмкин булһа, үҙегеҙҙең уй-маҡсатарығыҙҙы, пландарығыҙҙы бер-ике сәғәт булһа ла, алдан анонслаһағыҙ ине. Бына бөгөн уңайһыҙ – һеҙ ҡайтып төштөгөҙ, ә беҙ күңелле итеп ял итәбеҙ. Юғиһә, үҙегеҙҙе лә, беҙҙе лә уңайһыҙ хәлгә ҡуйыуығыҙ бар. Һөйләштекме, атай, әсәй?
Гөлниса апай менән Гәрәй ағайға бүлмәләренә инеп боҫоуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Ҡара әле, Фәнүрҙең үҫкәнен күрмәй ҙә ҡалдыҡ, – тине әсәһе. – Ана, ҡыҙын алып килгән бит әле.
– Иғтибар иттеңме? – тине ире. – Был ҡыҙыҡай һинең йәш сағыңа оҡшап тора бит.
– Ысынлапмы? – тип таң ҡалды Гөлниса апай. – Ярай, хушлашҡанда тағы бер ҡарармын әле. Ауыл балаһы икәнлеге күренеп тора. Бик уңайһыҙланды, шикеле.
Йәштәр фатирҙа хәлдең үҙгәреүен тиҙ тойомланы, күрәһең. Икешәрләп, берәмләп, дүртәүләп юҡҡа сыға башланылар. Хужа менән хужабикәгә, күҙҙәренә салынып, тағы уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмайыҡ, тип бүлмәләрендә байтаҡ ултырырға тура килде. Аҙаҡ Гәрәй ағай сығып ҡараны. Ҡайтып бөткәндәр. Аш бүлмәһендә генә ут яна һәм кемдер унда ҡыштырлай. Гөлниса апай аш бүлмәһенә үтеп, кем йөрөгәнен асыҡларға ҡарар итте. Барып керһә, уның алъяпҡысын бәйләп, еңдәрен һыҙғанып, Рәлиә йыйыштырып йөрөй. Гөлниса апайҙы күргәс, ҡыҙ уңайһыҙланды. Тәрилкәләрҙе тәғәйен урындарына ҡуйғанда береһен төшөрөп ебәрә яҙы.
– Ә Фәнүр ҡайҙа? – тип һораны әсәһе. – Әллә ул иптәштәре менән сығып киттеме?
– Юҡ, сыҡманы, – тине Рәлиә. – Ул бүлмәһендә йоҡлай.
– Ә һин ниңә йоҡламайһың? – тип һораны Гөлниса апай.
– Бүлмәләрҙе йыйыштырырға кәрәк бит. Ошо килеш ҡалдырып китеп булмай бит инде.
Рәлиә менән Гөлниса апай эшкә икәүләп тотондолар. Хужабикә эш менән булған арала ҡыҙҙың нисек йыйыштырыуын, һиҙҙермәй генә, күҙәтеп торҙо. Эш белә. Йорт эштәренә барымы бар, тип ҡуйҙы ҡәнәғәт кенә. Ошо бала һымаҡ егәрле ҡыҙ ғына килен булып төшһә ярар ине.
Ә Фәнүр йоҡлай. Ул арығайны. Хатта төш күрерлек тә әмәле ҡалмағайны. Атаһы менән әсәһенең ҡапыл ҡайтып төшөүе лә уны аптыратманы ла, уйландырманы ла. Ул – кинйә улдары, төпсөк малай. Атаһы менән әсәһе үҙ мәнфәғәттәрен түгел, уның ихытяждарын тормошҡа ашырыуға өҫтөнлөк биреп өйрәнгән. Шулай булғас, ҡоролған табын, ашалған һәм эселгән ниғмәттәр өсөн уның намыҫы ғазапламай. Атаһы менән әсәһе үҙҙәре лә ҡунаҡсыл кеше булараҡ билдәле. Улдары бары тик ошо йолаларҙың артабан да дауам ителерен билдәләне генә. Бик күңелле итеп ултырҙылар. Шуныһына ҡәнәғәт Фәнүр, студент йылдары уҡыуға, күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Үҙ-ара аралашыу, табындар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә һәм улар ҙа киләсәктәге аралашыуҙарға, берлектәге эштәргә нигеҙ һала.
Барыһы ла ал да гөл буласаҡ, тип уйлағандар хаталана. Фәнүр менән Рәлиәнең үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә тигеҙ генә булмаҫ, яңынан-яңы һынауҙарға дусар ителер. Буласаҡ ғаилә бындай ғына һынауҙарҙы үтһен өсөн уныһы ла кәрәктер. Шулай булһын. Ә беҙ был хаҡта әле тағы яҙырбыҙ әле. Йәштәр өсөн берлектәге тормош яңы башлана бит әле.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"