МӨХӘББӘТ ТУЛЫ БИШ МӨЙӨШ – 9.
Хикәйә.
Ул арала булмай, беҙгә дәғүә лә килеп етте. Бер нисә кеше беҙҙе студенттар тормошон дөрөҫ һүрәтләмәүҙә ғәйепләне. Улар уйлауынса, хәҙерге студенттар уйнап-көлөп, бейеп-йырлап, мажара эҙләп кенә йөрөмәй. Уларҙың күпселеге лекцияларға теүәл йөрөй, төп ваҡытын уҡыуға, материалдар эҙләүгә бүлә, төрлө эш асыусылар ҙа бар.
Шулай була ғына күрһен инде. Беҙ, ысынлап та, студенттарҙың тормошон мажара эҙләүгә ҡороп, мөхәббәт мәсьәләһенә артыҡ иғтибар итеп, ысынбарлыҡтан ситләшкәнбеҙҙер. Бының үҙ сәбәптәре бар. Әгәр лекцияларҙы, кино һәм концерттарға йөрөүҙе һәм башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе һүрәтләү менән генә сикләнһәк, беҙҙең яҙғандарыбыҙ үҙенең уҡыусыларын табыр инеме икән? Шуға беҙ үҙебеҙ генә белгән ысулдар ярҙамында йәштәрҙең тормошон яңыса асырға, бығаса билдәле булмаған биҙәктәр өҫтәргә тырыштыҡ.
Бына, Рәлиәне алығыҙ. Ана китеп бара ул. Осорға әҙерләнгән ҡош һымаҡ, хатта талпынып, ҡулдарын йәйеп ебәрһә, ҡанаттары ҡалҡып сығыр ҙа, барыһын ғәжәпләндереп, осор ҙа китер һымаҡ. Ә уның ҡайҙа ҡабаланғанын һиҙәһегеҙҙер инде? Фәнүрҙең шаяртып ҡына: “Мин бер үҙем һәм асмын” тигән СМС-каһы килеп төшөү менән, лекцияһын тоғро ғына яҙып ултырған Рәлиәнең ашҡаҙаны ҡыҫып ҡуйҙы һәм ҡыҙ үҙенең кисә кис һәм бөгөн иртәндән бирле, сәй менән генә йөрөүен иҫкә төшөрҙө. Әгәр кемдер һине көтөп, ас ята икән, ниңә уның эргәһенә барып, өҫтәл уртаҡлашмаҫҡа? Хужабикәләрсә булһын, тип ҡыҙ супермаркетҡа инеп, һанаулы ғына минуттарҙа бешә торған бер бройлер һатып алды. Былай шикләнмәй. Фәнүрҙең әсәһе, Гөлниса апай менән атаһы, Гәрәй ағай, һыуытҡыс һәм туңдырғысты тултырғандарҙыр. Ә бына ошондағы аҙыҡтар иҫәбендә тауыҡ итенең булыуы бик шикле. Ә Рәлиәнең тауыҡ түшкәһенән Фәнүрҙән маҡтау һүҙҙәре ишетерлек мөғжизә яһарға теләге бар. Консьерж тиҙ үткәреп ебәрҙе. Ишеккә килеп, ҡыңғырауға баҫыуға: “Ниңә ул тиклем оҙаҡ?” – тип Фәнүр ҡаршы алды.
Ҡыҙ йүгереп аш бүлмәһенә инде һәм шуға иғтибар итте: Гөлниса апай, уның буласаҡ ҡәйнәһе, килене өсөн өр-яңы, бығаса тотонолмаған алъяпҡыс элеп ҡуйған. Эргәһендә бирсәткәһе лә бар. Йәнәһе, нескә ҡулдарыңды һаҡла, тигәндер инде.
– Ә һин ни эшләп лекцияла түгел? – тине Рәлиә, Фәнүрҙең үтеп барғанын күреп.
– Ул фәндәрҙе былай ҙа яҡшы беләм, мәшәҡәтләнеп тормайым, – тине егет.
Икәүләшеп, “хужа” һәм “хужабикә” булып, матур ғына итеп ултырып ашанылар.
– Туҡта әле, – тине Фәнүр. – Ә ниңә беҙ Юлдаш менән Эвелинаны саҡырмайбыҙ?
– Ә һин, әгәр Юлдаш килһә, унан берәр нимә ҡалыр, тип уйлайһыңмы?
– Белмәйем, – тине Фәнүр.
– Минең фекер һине ҡыҙыҡһындырамы? – тине Рәлиә.
– Мин икәү генә ултырырға теләр инем. Мәҫәлән, иҙәнде йыуырға, келәмдең саңын һурҙырырға, тәҙрәләрҙе таҙартырға кәрәк.
– Әллә һиңә быны берәйһе ҡуштымы? – тине Фәнүр аптырап.
– Ҡушманы, ләкин мин һинең әсәйеңдең минең хаҡта ашап-эсергә, улым менән күңел асырға ғына килә, тип уйлауын теләмәйем.
– Миңә ҡалһа, дөрөҫ уйлайһың, – тине егет.
– Ә был эшәрҙе беҙ бергәләп башҡара алабыҙ, – тине ҡыҙ. – Мәҫәлән, һин саң һурҙырғыс менән оҫта эш итәһеңдер. Мин иҙәндәрҙе йыуырмын. Аҙаҡ, мин тәҙрә таҙартҡанда, һин һыу биреп торорһоң.
– Белмәйем, минең ҡулдан килерме икән? – тине Фәнүр. – Әсәй иҙән йыуыу, саң һурҙырыу һымаҡ эштәрҙе беҙгә ышанып тапшырмай торғайны.
Рәлиә уйға ҡалды. Эвелинаның әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө: “Һин тағы, егеткә эш ҡушып, үҙеңдән өркөтөп ҡуйма! – тине ул. – Үҙең күреп тораһың, өлкән ағалары-апалары ҡырҙа, Фәнүр үҙе генә. Әсәһе уға ауыр эш ҡушмай. Һәйбәт кейендереп, алдынан ҡалғансы ашатып ҡына өйрәткән. Әгәр һин уға эш ҡуша башлаһаң, (мәҫәлән, сүп-сар сығар, аяҡ кейемдәрен таҙарт, кейемдәрҙе үтеклә, һ.б.) бындай ауыр эштәрҙе башҡарып өйрәнмәгән егет быны шәхси азатлығын сикләү сифатында ҡабул итәсәк.
Ошо урында Рәлиә гардероб мөйөшөндә өйөлөп ятҡан, әле үтекләнмәгән кейем-һалымды һәм түшәк кәрәк-ярағын иҫкә төшөрҙө.
– Ярай, улайһа, Фәнүр. Һин ял ит. Теләһәң, уҡы, мин бер аҙ үтекләп алайым.
– Һин үтекләргә теләйһеңме? Иң яратмаған эшем! – тине Фәнүр. – Хатта үтекләгәндәрен ҡарап торорға ла теләмәйем!
– О! Минең нисек үтекләргә яратҡанымды белһәң! – тине Рәлиә. – Беҙ хатта апайым менән бәхәсләшеп бөтә торғайныҡ. Шунан әсәйем график ҡуйҙы: бер йыуғанда – апайым, икенсеһендә мин үтекләйем.
– Үтекләүҙең ниндәй ҡыҙығы булһын? – тине Фәнүр.
– Нисек булмаһын? Күҙ алдыңа килтер: яңы ғына кипкән кейем, ул тигеҙ түгел. Шундай итеп үтекләйһең, хатта магазинда һатыла торған тауарға әйләнә лә ҡуя.
– Күҙ алдына килтерҙем, – тине Фәнүр, – тик был минең өлкә түгел. Ҡыҫҡаһы, мине йылытмай.
– Атыу ни эшләп ҡарайыҡ һуң? – тине Рәлиә.
– Һинең йылмайыуыңдан шуны аңланым, һин Вадим һабаҡташыңдың туҙып бөткән китабын тағы ла бер тапҡыр барлап сығырға тәҡдим итәһең, шикелле.
– Ниңә, был вариант миңә оҡшай! – тине егет.
– Ә миңә – оҡшамай. Мин эшһеҙ ултырып өйрәнмәгәнмен. Әсәйең ҡайтып төштө, ти, бына, мәҫәлән, ә өй йыйыштырылмаған. “Эй, был ҡыҙыҡайҙан бер ярҙам да юҡ”, – тип әйтер һымаҡ.
– Ну, әйтмәҫ, ләкин уйлаясаҡ. Ә был беҙгә кәрәкме? Кәрәкмәй.
– Ә миңә нимә тәҡдим итәһең? – тине Фәнүр.
– Тәҡдимем шул: һин ял ит, ә мин эшләрмен.
Ә тап ошо минуттарҙа Фәнүрҙең әсәһе Гөлниса апай менән Гәрәй ағай улдарының яҙмышын хәл итергә йыйына ине.
– Нисек уйлайһың, бәлки беҙгә уларҙы өйләндерергә кәрәктер? – тине атаһы.
– Мин дә был хаҡта уйланым инде, – тине әсәһе. – Нисек тиҙ өйләндерһәң, шулай уҡ тиҙ айырылышалар. Ә былай ҡыҙ бала бик иплегә оҡшаған.
– Тәү күреүҙән үк маҡтарға ашыҡма, – тине атаһы. – Кешене белер өсөн бергә йәшәп ҡарарға кәрәк. Шунан һуң, Фәнүрҙе әйтәм, өйләнергә риза булыуына шикләнәм.
– Мин дә шулай уйлайым, – тине әсәһе. – Бында оҫта ғына итеп эшләргә кәрәк. Беҙ баҡсаға тулыһынса күсеп китеп, уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаһаҡ ине.
– Әйҙә, фатирға видео-күҙәтеү үткәрәйек. Нимә ҡыйланғандарын бынан ғына ҡарап ятырбыҙ. – Уларҙың егермешәрләп йыйылып, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, ашап-эсеүҙәрен күҙәтеү өсөн генә видео үткәреү кәрәгерме икән? Мин – ҡаршы, – тине әсәһе.
– Шулай шул. Беҙгә ипләп кенә, тыныс ҡына итеп Фәнүрҙе өйләндерергә йүнәлеш тоторға кәрәк. Күптән туй үткәргән юҡ. Ағай-эне, нәҫел-ырыуҙы йыйып, бер ашап-эсеп алырбыҙ.
– Мин ҡаршы түгел, – тине әсәһе. – Йәштәре еткән, бәлиғ булғандар. Беҙҙең дә көс бар, башлы-күҙле итеп ҡуяйыҡ.
– Тик, беләһеңме, әсәһе, Фәнүрҙең холҡонда бер сифат бар – ул һәр мәсьәләне үҙе теләгәнсә, ҡабатлап әйтәм, үҙе телгәнсә хәл итеп өйрәнгән. Ситтән, өҫтән баҫым яһауҙы ҡабул итмәй. Шуға миндә бер план бар, бәлки шуны тормошҡа ашырып ҡарарбыҙ? Әйҙә, йома ҡайтып киләйек. Шунда һөйләшербеҙ. Онотма, улың шылтыратмайынса, алдан иҫкәртәйенсә ҡайтмаҫҡа ҡушты.
Гәрәй ағай улына шылтыратып:
– Йома төштән һуң ҡайтып әйләнергә ине, – тине, һине лә күрергә кәрәк, улым.
– Йома мин өйҙә булам, – тине Фәнүр. – тик шәмбе көн бушамайым.
Аңлашылды, тине эстән генә атаһы. Тимәк, шәмбе тағы ла табын ҡормаҡсылар.
Йома көн атаһы менән улы араһында бик етди һөйләшеү булды. Атаһы уратып-уратып, бик алыҫтан башланы:
– Үҙең беләһең, Фәнүр улым, –тине, – беҙ әсәйең менән бик иртә өйләнештек. Әсәйеңә – 20, миңә 21 тулмағайны. Студент никахтары, ғәҙәттә, ныҡ була, тип иҫбатлағайнылар, шулай килеп сыҡты ла.
– Беләм, атай, – тине улы. – Һин был хаҡта бер нисә тапҡыр һөйләгәйнең. Миңә ул бик оҡшай.
– Эйе, онотмағанһың икән, улым. Һинең тормошҡа ысынбарлыҡтан сығып ҡарауыңды мин хуплайым. Хәҙер заман икенсе. Никах, ғаиләне бәйләп тороусы сара булараҡ, үҙенең әһәмиәтен юғалтты. Шуға, минең һорауым бар: һин, улым, өйләнергә уйламайһыңдыр ул?
Ошо урында бик оҙаҡҡа тынлыҡ урынлашты. Сөнки тик үҙ һүҙен генә тормошҡа ашырып өйрәнгән, үҙенсә генә булыуына инанған төпсөк малай ике ут араһында ҡалды. Атаһы үҙенсә өйләнеү менән ҡабаланмаҫҡа тәҡдим иткән һымаҡ. Әгәр уның һүҙен раҫлаһа, ризалашһа, улар теләгәнсә килеп сығасаҡ. Туҡта әле, ниңә улар уға өйләнеү менән ҡабаланмаҫҡа тәҡдим итә һуң әле? Студент никахтары, традиция булараҡ, әле лә һәйбәт һаҡлана һәм үҙен аҡлай. Башҡалар өйләнгәндә, ниңә ул ситтән генә ҡарап торорға тейеш?
– Атай, мин был хаҡта уйлағаным бар, – тине улы. – Мин һеҙгә эйәреп, баҡсаға китә алмайым. Дачанан ҡалаға йөрөүе лә ҡыйын. Шуға әлегә өйләнмәйем, тип әйтә алмайым, атай.
Ә был ваҡытта әсәһе бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, тап-таҙа иҙәндәрҙе, саңы һөртөлгән йорт йыһаздарын, үтә күренеп торған тәҙрәләрҙе ҡарап, аптырай ине. Гардеробҡа кереп, матур итеп, тип-тигеҙ итеп үтекләп, бөхтә итеп йыйылған кейем-һалымды, түшәк кәрәк-яраҡтарын күреп, телһеҙ ҡалды. Тимәк, был ҡыҙ йорт эштәренә ныҡлап тотонған. Күпте күргән ҡатын күңеле менән һиҙә, ҡыҙыҡайҙың тырышлығында күпмелер күләмдә оҡшарға тырышыу, йәғни реклама акцияһы ла ятыуы бик ихтимал. Хужабикә нимә генә уйламаһын, хәҙер был йортта уға алмаш бар. Кем әйтмешләй, ҡул араһына кергән ҡыҙ был йәһәттән уны тулыһынса алыштырырлыҡ.
Гөлниса апай ошо хаҡта шатлығы менән уртаҡлашыр өсөн аталы-уллы һөйләшеп ултырған бүлмәгә ингән саҡта һөйләшеү хәл иткес нөктәһенә еткәйне.
– Бына, әсәйең дә керҙе, улым, бөгөн хәл итеп ҡуяйыҡ. Беҙҙең әлегә әҙерлек тә юғыраҡ. Шулай ҙа һинең теләгең хәл иткес әһәмиәткә эйә.
– Әгәр һеҙ рөхсәт итһәгеҙ, мин өйләнәм, – тине егет.
Ниңә, ул башҡаларҙан кәм түгел дә инде.
– Ярай, улым, – тине Гәрәй ағай. – Әгәр үҙ ихтыярың менән өйләнергә теләк белдерәһең икән, беҙ һинең теләгеңә ҡаршы килә алмайбыҙ. Шулай итеп, Фәнүр менән Рәлиәнең берлектәге тормошона тәүге һәм хәл иткес аҙым яһалды.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"