-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Сентябрь 2020, 01:18

ОНОТОЛОП БАРҒАН БӘЛӘЛӘР. Хикәйә.

Йомағоловтарҙың Сабит исемле улы менән Таһировтарҙың Вәлимә исемле ҡыҙы бер класта уҡыйҙар. Икеһе лә тәртипле, уҡыуға шәптәр. Етмәһә, бейеү түңәрәгендә лә бергә бейейҙәр. Сабит менән Вәлимәнең “Гөлнәзирә”не ут сығарып бейегәндәрен мин әле лә хәтерләйем. Хатта бер мәл икәүләшеп Өфөнөң иң ҙур майҙанында бейеп ҡайттылар.Тормош шулай һәүетемсә генә дауам итер һәм тетрәнеүҙәр булмаҫ һымаҡ ине.Йәштәрҙең Өфөләге уҡыу йорттарына инеүҙәре илдә башланған үҙгәртеп ҡороуҙар дәүеренә тура килде. Кемдәр эшләй, ул ваҡытта ла бирешмәне әле. Йомағоловтар Таһировтар менән бер төптән хужалыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн барлыҡ көстәрен һалып ҡараны. Тик күпме генә тырышмаһындар, ситтән килгәндәр баҫып алды, аҡсалылар ерҙәрҙе арзан ғына хаҡҡа эләктереүгә өлгәште. Шул осор Вәхит ниндәйҙер мөһим документтарға директор вазифаһын башҡарыусы сифатында ҡул ҡуйған, ләкин аҡсаны эләктергән предприятие түләнгән тауарҙы совхозға килтерергә ашыҡмаған, ә аҙаҡ бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Һуңынан һөйләүҙәренсә, был мутлашыуҙа Таһировтар ҙа ҡатнашҡан. Тик улар көньяҡ егеттәренең мәнфәғәтен ҡайғыртҡан булып сыҡты. Байтаҡ барған суд Йомағоловты ғәйепле тип тапты һәм байтаҡ йылдарға иркенән мәхрүм итеү менән тамамланды.Ошо арала Таһировтар ҡапыл байып китте – өр-яңы машина һатып алдылар, сит илдәргә ял итергә сыға башланылар. Ә Йомағоловтар был ваҡытта йәшәү өсөн көрәште.Өфө эргәлә булғас, йәштәр көн һайын иртән үк сығып китәләр, кис һуң ғына ҡайталар. Шул осор Вәлимә менән Сабит араһында мөнәсәбәттәрҙең үтә яҡынайыуы билдәле булды. Дөрөҫ, Вәхиттең иркенән мәхрүм ителеүе, был эшкә күрше Рәйес Таһировтың мөнәсәбәтле булыуы ике ғаилә араһына ныҡлы кәртә булып ятты.

ОНОТОЛОП БАРҒАН БӘЛӘЛӘР.
Хикәйә.
Был хаҡта яҙырғамы, юҡмы тип күптән уйлап йөрөй инем инде. Унда ҡатнашҡан кешеләр иҫән-һау, яралар ҙа әле уңалып бөтмәгән. Хатта ҡайһы ваҡыт улар үҙҙәре килеп сыға. Береһен яңыраҡ күргәйнем:
– Ниңә шул хаҡта яҙмайһың, – тип төпсөшөп торҙо.
– Ҡурҡам, – тинем мин, йәшермәйенсә әйттем.
– Кемдән ҡурҡаһың? Тештәре төшөп бөттө бит инде, хәҙер ҡурҡырлыҡтары ҡалманы.
Бына әле ҡараңғы төн, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, аҡ ҡағыҙға яҙып ултырам. Мин уларҙы ғәйепләп, хөкөм сығарырға уйламайым. Быға хоҡуғым да, теләгем дә юҡ.
Өфө эргәһендә ҙур совхоздарҙың береһе заманында гөрләп эшләй торғайны. Унда тир түккән кешеләрҙең шат йөҙҙәре әле лә минең күҙ алдымда. Хужалыҡ ҙур, белгестәр һәр ваҡыт кәрәк. Уңғандарға фатирын да бирәләр, ҡутарып, аҡсаһын да түләйҙәр.
Бер йыл хужалыҡҡа, мал һимертеү комплексы төҙөлгәс, тағы ла белгестәр килде. Вәхит Йомағолов – агроном, ҡатыны – Гәүһәр Мират ҡыҙы – уҡытыусы. Ә иҡтисад белгестәре – Минира менән Рәйес Таһировтар ине. Йәштәр өсөн фатир әҙерләп ҡуйылған, улар матур ғына итеп эшләп алып киттеләр. Бер-бер артлы балалары тыуҙы. Кәрәк булһа, ярышып, мохтажлыҡ килһә, ярҙам итешеп, донъя көттөләр. Мөмкинлек булғас, мал һимертәләр, күпләп картуф үҫтерәләр. Ике ғаилә лә, тотонолған булһа ла, автомобиль һатып алды.
Йомағоловтарҙың Сабит исемле улы менән Таһировтарҙың Вәлимә исемле ҡыҙы бер класта уҡыйҙар. Икеһе лә тәртипле, уҡыуға шәптәр. Етмәһә, бейеү түңәрәгендә лә бергә бейейҙәр. Сабит менән Вәлимәнең “Гөлнәзирә”не ут сығарып бейегәндәрен мин әле лә хәтерләйем. Хатта бер мәл икәүләшеп Өфөнөң иң ҙур майҙанында бейеп ҡайттылар.
Тормош шулай һәүетемсә генә дауам итер һәм тетрәнеүҙәр булмаҫ һымаҡ ине.
Йәштәрҙең Өфөләге уҡыу йорттарына инеүҙәре илдә башланған үҙгәртеп ҡороуҙар дәүеренә тура килде. Кемдәр эшләй, ул ваҡытта ла бирешмәне әле. Йомағоловтар Таһировтар менән бер төптән хужалыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн барлыҡ көстәрен һалып ҡараны. Тик күпме генә тырышмаһындар, ситтән килгәндәр баҫып алды, аҡсалылар ерҙәрҙе арзан ғына хаҡҡа эләктереүгә өлгәште. Шул осор Вәхит ниндәйҙер мөһим документтарға директор вазифаһын башҡарыусы сифатында ҡул ҡуйған, ләкин аҡсаны эләктергән предприятие түләнгән тауарҙы совхозға килтерергә ашыҡмаған, ә аҙаҡ бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Һуңынан һөйләүҙәренсә, был мутлашыуҙа Таһировтар ҙа ҡатнашҡан. Тик улар көньяҡ егеттәренең мәнфәғәтен ҡайғыртҡан булып сыҡты. Байтаҡ барған суд Йомағоловты ғәйепле тип тапты һәм байтаҡ йылдарға иркенән мәхрүм итеү менән тамамланды.
Ошо арала Таһировтар ҡапыл байып китте – өр-яңы машина һатып алдылар, сит илдәргә ял итергә сыға башланылар. Ә Йомағоловтар был ваҡытта йәшәү өсөн көрәште.
Өфө эргәлә булғас, йәштәр көн һайын иртән үк сығып китәләр, кис һуң ғына ҡайталар. Шул осор Вәлимә менән Сабит араһында мөнәсәбәттәрҙең үтә яҡынайыуы билдәле булды. Дөрөҫ, Вәхиттең иркенән мәхрүм ителеүе, был эшкә күрше Рәйес Таһировтың мөнәсәбәтле булыуы ике ғаилә араһына ныҡлы кәртә булып ятты.
Аҙаҡтан һөйләнеләр, Вәлимә ныҡ торған, Сабит менән бәйләнешен өҙмәйәсәген әйткән. Ләкин донъя йәштәр теләгәнсә генә бармай шул. Вәлимәнең атаһы, Рәйес Таһиров, бик байып киткәс, уның эшмәкәрлеге урындағы енәйәтсе көстәрҙең иғтибарына эләккән. Сөнки йорт хужаһы ҡыҙының тыуған көнөнә өр-яңы иномарка бүләк итә. Ә ике аҙна ла үтмәй, яңы автомобилде урлайҙар. Йорт хужаһы, иномарканы эҙләп, күпме генә йөрөмәһен, автомобиль эҙһеҙ юғала. Сабит атаһынан ҡалған жигулиҙа Вәлимәне уҡырға йөрөтә башлай. Шул ваҡыт Вәлимәнең атаһы Рәйескә Сабиттың Өфөләге бер енәйәтсел төркөм менән бәйләнештә булыуы ихтималлығы хаҡында хәбәр килә. Йәнәһе, Сабит элегерәк Вәлимәгә ултырып ҡайтҡанда иномарканы йөрөткөләгән, шул ваҡыт һиҙҙермәй генә автомобилдең асҡысының күсермәһен пластилинға төшөртөп алған һәм ҡыҙыҡһынған кешеләргә тапшырған. Ләкин был эште Рәйес аҙағына еткерә алмай. Йәнәһе, эш буйынса уны ашығыс рәүештә Мәскәүгә командировкаға ебәрәләр һәм ул юлда эҙһеҙ юғала.
Нисек кенә сәйер тойолмаһын, Вәхиттең төрмәлә ултырыуы, Рәйестең иһә ғәйеп булыуы ике күрше ғаиләне берләшергә мәжбүр итә. Етмәһә, Рәйестең ҡатыны Минираның иренең бизнесын үҙенә алыуы ла еңеллек килтерә. Гәүһәр ара-тирә Сабитты Вәлимәгә өйләндереү хаҡында ла һүҙ сығарып ала.
Гәүһәр менән Минира ла йәштәрҙе өйләндереү, туй үткәреү хаҡында кәңәшләшә. Туҡһанынсы йылдар аҙағы был ике ғаилә өсөн тағы һынауҙарға дусар ителеү осорона әйләнә. Таһировтарҙың быға тиклем уңышлы эшләгән бизнесы Рәйестең элекке партнерҙары тарафынан тамам бөлдөрөлә. Хатта тегеләргә бурысты ҡайтарыу иҫәбенә, элекке совхоз биргән фатирҙы ла, яңы төҙөлгән йорттарын да тартып алалар. Минира кесе малайын алып, алыҫтағы туғандарына күсенеп китә. Ә Вәлимә менән Сабит никах уҡытып, бергә йәшәй башлайҙар. Шулай итеп, күҙ алдында ике ғаилә юҡҡа сыға. Гәүһәр уҡытыусы булып эшләгәс, эш хаҡы иҫәбенә булһа ла йәшәргә мөмкин була әле. Ул арала Сабит та уҡып бөтөп, эшкә төшә һәм ғаиләһен ҡарай. Мәктәптә уҡытып йөрөгән Вәлимә декрет ялына сыға.
Ул арала булмай, Вәхит өлгөлө тәртибе өсөн төрмәнән алданыраҡ сығып, өйөнә ҡайта.
Уның ҡайтыуы ғаиләгә еңеллек килтермәне. Сөнки элекке шат күңелле, ярҙамсыл Вәхит урынына тегенән бар донъяға үпкәләгән, үҙенән башҡа, барыһын да ғәйепле тип таныған, кешеләргә ышанысын юғалтҡан бәндә ҡайта.
Тәүге көндәрҙән үк ул Вәлимәне рәнйетә, унан көлә, атаһы менән әсәһен гел генә мәсхәрә итә. Ауырлы ҡатын бындай шарттарҙа йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәй. Хатта бер тапҡыр эске эштәр бүлегенә барып, ғариза ла яҙа. Ә Сабит менән Гәүһәр уны яҡлау тураһында хәстәрлек күрә. Тик холҡо тамам үҙгәргән, үсле, мәкерле Вәхит берәүҙе лә тыңламай, бары үс алыу тураһында ғына уйлай. Бындай шарттарҙа Гәүһәр төрлө юлдар менән улының ғаиләһен һаҡлап ҡалырға, ирен аҡылға ултыртырға тырышып ҡарай.
Шундай ауыр көндәрҙең береһендә Гәүһәр апай ярҙам эҙләп, миңә килде.
– Бер ҙә йәшәүебеҙҙең рәте юҡ, – тине ул ауыр көрһөнөп. – Ирем киленде бик ныҡ рәнйетә. Бер нисек тә ярҙам итә алмайым.
Миңә йәштәрҙе Өфөгә күсенергә, фатир ялларға, шунда эшкә урынлашырға тәҡдим итеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Йәштәр ҙур теләк менән Өфөгә күсенделәр. Гәүһәр апай – бик көслө уҡытыусы – эш хаҡын да һәйбәт ала, сәғәттәре күп. Химия – кәрәкле фән, репетиторлыҡ менән дә шөғөлләнә. Вәхит ағай ошонда уҡ төҙөлөш бригадаһында эшләй, һәр хәлдә, үҙен ҡарай ала. Күберәк иҫерек йөрөһә лә, зыян килтерерлек кешегә бик оҡшамағайны. Оҙаҡламай Сабит менән Вәлимәнең ҡыҙҙары тыуыуы тураһында хәбәр килде. Гәүһәр апайҙың: “Бына, ниһайәт, өләсәй, олатай булдыҡ!” – тип шатланып йөрөгәнен әле лә хәтерләйем.
Тормош ауыр һәм ҡатмарлы булһа ла, шулай дауам итер һымаҡ ине. Ләкин был ике ғаилә өсөн һынауҙар бөтмәгән икән шул әле. Сөнки ейәнсәрен күрәм, тигән һылтау менән, Минира килеп төштө һәм ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙы, Вәхит менән Гәүһәрҙе, күрәм, тип ауылға һуғылырға ҡарар иткән. Вәхит менән Минираның күптән осрашҡандары юҡ. Шунда эсеп алған Вәхит Минираға уның ире һәм ул ҡылған мутлыҡтар хаҡында байтаҡ хәбәр әйтеп һала. Йәнәһе, һинең ирең теге болғансыҡ йылдарҙа байтаҡ ҡына байлыҡҡа эйә булды, хәҙер ул донъяның артына тибеп, ҡайҙалыр йәшәп ята, ти. Ә һеҙ ирең менән мине төрмәгә ултыртып, минең өйөмдә ҡунаҡ булып ултыраһығыҙ!
Бирешмәй Минира, хәбәрһеҙ юғалған ирен яҡлап, ныҡ тора.
Гәүһәр апай миңә был хаҡта үҙе лә аҙаҡ һөйләне: “Минира ҡоҙағыйымдың ныҡлығына аптыраным, – тине ул. – Ире әллә юғалған, әллә ҡасҡан, әллә тере, әллә юҡ, яҡлай, йәнтәслим тороп яҡлай. Шунда ҡоҙағыйыма һоҡландым”.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң утыҙ йылап ваҡыт үтте. Беҙҙең элекке совхоз үҙәгендә Йомағоловтарҙы, Таһировтарҙы хәтерләүселәр бик һирәк. Әле яңыраҡ, йәй көнө генә, еләк күп, тигәс, ошо яҡҡа килгәйнем, яланда Гәүһәр апай менән Минира апайҙы тура килтерҙем. Уңғанлыҡтарына ғәжәп итерһең, икешәр күнәк еләк йыйғандар. Бер иштән, тип әйтерлек, кейенеп алғандар. Сабит бик һәйбәт эшләй икән. Әсәһен дә, ҡәйнәһен дә кейендергән.
Ә мин юҡ ҡына хаталар өсөн төрмәгә ултырған Вәхит ағайҙы, әле булһа ҡайҙа икәнлеге билдәле булмаған Рәйес ағайҙы иҫкә төшөрөп ултырҙым. Ә ниндәй гөрләп эшләгән совхоз ине! Реформалар, үҙгәртеп ҡороу, тип барыһын да юҡҡа сығарҙыҡ. Хужалығы, ярай, бөлһөн дә, таралһын да, ти, ә кешеләрҙең ниндәй ғәйебе бар һуң? Сабит менән Вәлимәне күрһәм, уларҙың ата-әсәһен иҫкә төшөрәм. Иң ауыр һынауҙарҙы улар күтәрҙе бит. Гәүһәр, Минира апайҙар менән үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, байтаҡ еләк йыйғанбыҙ. Совхоздың ташланған баҫыуҙары байтаҡ икән шул. Ағайҙар, апайҙар эшләгәндә улай түгел ине бит. Ә улар һаман йәшәргә тырыша әле. Мин уларға ҡарап ҡояшҡа үрелеп үҫкән үләндәрҙе, көлдән яралған сәскәләрҙе иҫкә төшөрҙөм. Юҡ, донъя мәңге былай бармаҫ ул. Килер заман, үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ эшләргә өйрәнербеҙ. Ауырлыҡтар, һынауҙар була инде ул. Бер заман уларҙы ла йырып сығырлыҡ булһын ине.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: