+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Сентябрь 2020, 13:49

БӘХИЛЛӘШКӘНДӘ... – 1. Хикәйә.

... Мә, тигән һүҙ ишетелде һәм Әнүәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Әсәһе эргәһенән үрелеп бер тоҡсай алды һәм улына һондо. Улы ҡалтыранған ҡулдары менән тоҡсайҙы эләктереп сығып йүгерҙе һәм тоҡсайҙы асып ҡараны: бәй, был нимә ул? Тоҡсайҙа шпагат, һалам төрә торған ап-аҡ шпагат ята ине. Тағатып ҡараны, ике метр ярым булыр. Быныһы нимәгә тағы? Туҡта, әсәһе аҫылынырға шпагат тоттороп ебәргән түгелме һуң? Йәне көйөп Әнүәр һөйләнә-һөйләнә өйөнә инеп китте, ултырғысын һөйрәп алды, өрлөктә сөй эҙләй башланы. Шпагат тоттороп ебәргән, хәҙер шунан үҙең ысҡындырып ал инде. Инде ултырғысҡа менеп баҫҡайны, элмәкте муйынына элә лә башлағайны, туҡтап ҡалды. Берәй яҙыу ҡалдырырға кәрәк, былай үлеп тороуҙан ни файҙа. Белһендәр, күрһендәр, Әнүәр юҡҡа үлмәне, уның да ғорурлығы бар...



БӘХИЛЛӘШКӘНДӘ... – 1.
Хикәйә.
Әнүәр ҡалтыранып, өшөп уянып китте. Уң ҡулы ойоған, ҡулбашын күтәрерлек тә түгел. Бәй, иҙәндә ята ла инде, ул бит һикегә лә менеп етә алмаған. Ярай, иҙәндә йоҡлаһа ни, ҡомаҡ-сысҡан маҙар юҡ. Икмәк валсығы ла төшмәгәс, улар бында нисек йәшәһен. Совет дәүеренән ҡалған сәғәткә күҙ ташланы, уныһы текелдәй әле, герен генә күтәреп ҡуйырға кәрәк. У-у, баш ауырта. Ҡайҙан нимә табып, башын төҙәртергә икән? Бөгөн нисәһе әле? Кисә 12-һе ине, бөгөн 13-сө. Эйе, бөгөн 13-сө, әсәһенең пенсияһы килгән көн. Почтальон иртән-иртүк таратып сыға торған. Моғайын, ҡалдырып та сыҡҡандыр. Әсәһе үҙенеке, ситкә типмәҫ, бер яртылыҡ булһа ла арттырыр ул. Магазиндан алырға 200 тәңкә бирһә, юғары оста Мәрхәттән бер литр алырға мөмкин. Былай булһа, йәшәйбеҙ!
Айнығыр-айныҡмаҫ ир әсәһенең ишеген ҡаҡҡанда хужабикә сәй эсеп ултыра ине. Урынынан ҡуҙғалып ишекте асһа, улы тора, бер һүҙ өндәшмәне, тегеһе эйәреп эскә үтте. Саҡырғанын да көтмәй өҫтәл эргәһенә ултырҙы һәм нимә бар, ҡапҡылай башланы. Әсәһе лә белеп тора, ул ғынаһы ас, аш күргәне юҡ, ризыҡты алдынараҡ этеп ҡуйҙы. Аш ҡына етәме һуң инде, пенсияңды алдыңмы, әсәй, тине, йәнәһе, мине онотманыңмы?
– Алдым, – тине әсәһе, – алһа, нимә булған? Минең пенсиямда һинең ниндәй өлөшөң бар? Пенсияны дәүләт һиңә түгел, миңә түләй.
– Былай ғына һорайым, – тип мөңгөрләне улы, – бәлки, берәй эшең барҙыр, әсәй.
– Түләһәм, эшләйһеңме? – тине әсәһе һынсыл ғына, – Ана, утын ята, ай һайын йөҙ тәңкә түләйем, ярам, тиһең, юҡ.
– Бер аҙ кипһен, кипкән утын еңел ярыла, – тип сәбәбен дә тапты улы.
– Ә унан алда яңы бысылған утын сей килеш анһат ярыла, тип һөйләнгәйнең, – тине әсәһе, бер ыңғай хәтеренең яҡшы икәнлеген дә иҫкәртте.
– Бер ҙә хәл юҡ, әсәй, баш ауырта, – тип йәлләтергә тырышты улы.
– Эсмә, һиңә кем эсергә ҡуша. Эшкә тотон, – тип тоҡанды әсәһе. – Эш юҡ, тип әйтергә итәһеңме? Эшләгән кешегә эш бар ул. Ана, фермер Хәлит һауынсы эҙләй, йәш сағым булһа, үҙем барыр инем. Көн һайын мең тәңкә түләй. Айына утыҙ мең. Минең өс айлыҡ пенсиям. Үҙем барам, тигәйнем, Хәлит һүҙен дә таба, һине, инәй, ялларға оялам, ти. Әйҙә, үҙем алып барам.
Әнүәр, әйтерһең дә, һыйыр имсәгенә йәбешергә ҡурҡты инде, хатта урынынан һикереп торҙо:
– Юҡ, әсәй, үлһәм үләм, һыйыр һауып йөрөйһөм юҡ. Һыйыр һауғансы, үләм, биллаһи, аҫылынам да ҡуям.
– Һинме һуң инде элмәккә һикерер кеше, ғүмерҙә ҡулыңдан бер нәмә лә килмәне, йүнле булһаң, ике балаһын эйәртеп, килен ҡайтып китмәҫ ине, – тине әсәһе улының алдына шәшке ултыртып.
Әнүәр өндәшмәй, әсәһе әйтһә әйтә лә ҡуя шул:
– Йә инде, әсәй, бер яртылыҡ ҡына, башҡа бимазаламам, – тип инәлә.
– Юҡ, бер сәкүшкәлек тә булмаясаҡ.
– Әсәй, әтеү аҫылынам, – тип шыңшыны улы.
– Аҫылынһаң, үҙеңә лә, миңә лә еңел булыр, исмаһам, аҡса һорап йөрөүсе булмаҫ, – тине әсәһе. – Улайһа, мә, һинән ҡотолоп булмаҫ, мине гонаһлы итеп бөттөң инде.
Мә, тигән һүҙ ишетелде һәм Әнүәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Әсәһе эргәһенән үрелеп бер тоҡсай алды һәм улына һондо. Улы ҡалтыранған ҡулдары менән тоҡсайҙы эләктереп сығып йүгерҙе һәм тоҡсайҙы асып ҡараны: бәй, был нимә ул?
Тоҡсайҙа шпагат, һалам төрә торған ап-аҡ шпагат ята ине. Тағатып ҡараны, ике метр ярым булыр. Быныһы нимәгә тағы? Туҡта, әсәһе аҫылынырға шпагат тоттороп ебәргән түгелме һуң? Йәне көйөп Әнүәр һөйләнә-һөйләнә өйөнә инеп китте, ултырғысын һөйрәп алды, өрлөктә сөй эҙләй башланы. Шпагат тоттороп ебәргән, хәҙер шунан үҙең ысҡындырып ал инде. Инде ултырғысҡа менеп баҫҡайны, элмәкте муйынына элә лә башлағайны, туҡтап ҡалды. Берәй яҙыу ҡалдырырға кәрәк, былай үлеп тороуҙан ни файҙа. Белһендәр, күрһендәр, Әнүәр юҡҡа үлмәне, уның да ғорурлығы бар. Бына ҡәләм, ҡағыҙ ярпыһы ла бар. “Үҙ иркем менән донъяны ҡалдырам. Минең үлемемдә берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Бәхил бул, әсәй”, – тип яҙҙы Әнүәр аҡ ҡағыҙға. Хатта әсәһе менән бәхилләшкәндә күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Эй, илар инде бахыр ғынаһы... Ә быны нимәгә яҙып ултыра инде? Былтыр Оҙон Ғиссам үҙенә ҡул һалғайны, хатта яҙыу ҙа ҡалдырмаған. Кешеләр, ниңә улай китеп барҙы икән, тип аптыраштылар. Ә бына Әнүәргә бындай дәғүә юҡ, ҡағыҙы яҙылған, бөтәһе лә аңлашыла, ҡыҫҡаһы, һуңынан берәү ҙә һорап йөрөмәйәсәк.
Әнүәр өрлөктәге сөйҙө барланы, ныҡ булырға тейеш, үҙен күтәрер, буғай. Ошо сөйгә малайы менән ҡыҙының сәңгелдәген элә торғайнылар. Эй, малайы оҡшата торғайны, сәңгелдәкһеҙ йоҡламай ҙа ҡуя инде. Аҙаҡ Әнүәр хатта бер-ике көн ҡулда йөрөтөп йоҡлатты. Булған бит заманалар! Ошонда Әнүәр балалар үҫтерҙе, тип һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Бынауы алкаш ошонда ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ара-тирә ҡунаҡ йыйып, донъя көттөмө, тип аптырашырҙар. Ә ҡатыны ниндәй уңған һәм егәрле ине. Нисек инде уңған һәм егәрле ине, ул әле лә бар, күрше генә ауылда, ҡарт әсәһе менән геүләтеп донъя көтә, тиҙәр. Әнүәр ишеткеләп йөрөй, әсәһе бер-ике тапҡыр балаларҙы һағындым, тип барып та ҡайтҡан, киленен кире ҡушылырға өгөтләп тә ҡараған, шикелле. Белә, нимә тип яуап биргәнен Әнүзәнең. Ай-һай, егәрле лә, телгә лә әсе шул. Нимә тигән әле, иҫерек ирҙе ҡосаҡлап ятҡансы, бер үҙем йоҡлайым, тигән.
Әнүәр хәтирәләренән арынды, етәр, күпмегә һуҙырға мөмкин, инде ултырғысҡа менеп баҫты, шпагатын сөйгә эләктерҙе, эленергә генә ҡалғайны, тышта автомобиль сигналы ишетелде. Кем йөрөй тағы? Ир йүгереп мәңге йыуылмаған, саң баҫҡан, үрмәксе ауынан саҡ күренгән тәҙрә аша урамға ҡараны һәм ҙур иномарка күрҙе. Бәй, фермер Хәлит килгән түгелме һуң, уға нимә ҡалмаған тағы? Их, өлгөрөрмө икән?
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: