-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Октябрь 2020, 09:00

БӘХИЛЛӘШКӘНДӘ... – 3. Хикәйә.

Ә был ваҡытта Әнүәрҙең әсәһе Гөләйшә апай улын эҙләп, өйөнә инде. Хәл белешергә ине ниәте. Ярай әле, Хәлит эшкә саҡырҙы, айныҡ ҡына йөрөһә ярар ине. Әсәһе өйгә инде, донъяһына күҙ һалды, һис кенә лә кеше йәшәгән йортҡа оҡшамаған. Килендең балаларын алып ҡайтып китеүенә лә йылдан ашты шул. Айныҡмайынса килмәйем, ти. Утты яҡтыртты, иң тәүҙә күҙенә өҫтәлдәге ҡағыҙ салынды. Әллә яҙыу әтмәлләгән инде? “Үҙ иркем менән донъяны ҡалдырам. Минең үлемемдә берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Бәхил бул, әсәй”. Уф, Хоҙайым, әле генә ошонда йөрөй ине, һарайға ғына сыҡтымы икән?





БӘХИЛЛӘШКӘНДӘ... – 3.
Хикәйә.
– Әнүәр ағай, – тип өндәште фермер, эргәһенә килеп. – телефоныңды яҙып алайыҡ әле.
– Ниндәй телефон? – тип аптыранды тегеһе.
– Кеҫә телефоныңдың номерын әйт әле, – тип ныҡыша һаман Хәлит.
– Телефон? Минең телефоным юҡ бит.
– Ысынлап әйтәһеңме? Ә телефон менән эш итә беләһеңме?
– Әллә тағы, ҡулға килеп эләкһә, өйрәнер инек әле. – тип һөйләнде Әнүәр.
– Улайһа, мә, Әнүәр ағай, һин хәҙер олпат кеше, оператор, телефонһыҙ килешмәй. Минекен тотон, быныһы менән мин Мәскәүҙә генә һөйләшәм, – тип Әнүәргә трубкаһын тотторҙо.
Әнүәр тағы ла еңелсә генә тетрәнеү кисерҙе. Бына ғәжәп, уға ышаныр һәм телефон тотторор кешеләр ҙә булыр икән. Бер көн өсөн бик күп түгелме? Тәүҙә эшкә саҡырҙылар, баштан-аяҡ кейендерҙеләр, бушлай, тинеләр. Хәҙер килеп, телефоны ла бар.
– Ә миңә ул нимәгә?
– Нисек нимәгә? Бына ике-өс көндән таналар килә, улар әле Брест таможняһында. Уларҙы һин ҡаршы аласаҡһың, хәҙер һин уларға хужа.
– Минән эш сығырмы икән һуң?
– Сығыр, мин һиңә ышанам, ағай. Әйҙә ултыр, бер ергә барып киләбеҙ.
– Ә ҡайҙа барабыҙ?
– Ултыр, барып еткәс әйтермен. Тиҙ бул!
– Тиҙ бул? – Әнүәр үсегә яҙҙы. – Әле мин һиңә ялланмаған! Иртәнән бирле баш төҙәткән юҡ. Һин мине ашың-сәйең менән алдама!
– Һине берәү ҙә алдамай. Мин һине кеше итергә теләйем, – тине фермер.
– Кеше итәм, тиһеңме?
– Ултыр. Аҙаҡ һөйләшербеҙ.
Әнүәр ыңғыр-һыңғыр килеп машинаға ултырҙы. Ярай, әллә ҡайҙа алып китмәҫ. Ә машинаһы шәп! Текә, бейек.
* * *
Ә был ваҡытта Әнүәрҙең әсәһе Гөләйшә апай улын эҙләп, өйөнә инде. Хәл белешергә ине ниәте. Ярай әле, Хәлит эшкә саҡырҙы, айныҡ ҡына йөрөһә ярар ине. Әсәһе өйгә инде, донъяһына күҙ һалды, һис кенә лә кеше йәшәгән йортҡа оҡшамаған. Килендең балаларын алып ҡайтып китеүенә лә йылдан ашты шул. Айныҡмайынса килмәйем, ти. Утты яҡтыртты, иң тәүҙә күҙенә өҫтәлдәге ҡағыҙ салынды. Әллә яҙыу әтмәлләгән инде? “Үҙ иркем менән донъяны ҡалдырам. Минең үлемемдә берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Бәхил бул, әсәй”. Уф, Хоҙайым, әле генә ошонда йөрөй ине, һарайға ғына сыҡтымы икән? Үҙе бит иртән шпагат тотторҙо, көнө буйы Хәлиткә эшләп йөрөнө бит әле. Гөләйшәнең хәле бөттө, күҙ алдары ҡараңғыланды һәм үҙе лә һиҙмәҫтән диванға ултырҙы ла ҡолап та китте. Ҡуй инде, һуңғы сиккә еткәйне шул, үҙәгенә үткәйне, аптыраған көндән анау ебен тотторған булғайны.
Әсәнең күҙҙәренән йәш аға, үҙе урынынан да ҡуҙғала алмай. Улына бит үҙе тоттороп ебәрҙе. Бер көн Әнүзәгә шылтыратҡайны, уныһы ипкә килерлек һымаҡ, айнығандың икенсе көнөнә үк ҡайтырбыҙ, тип тора. Улы менән ҡыҙы йәл. Уларҙы бит аталары йәнендәй күреп ярата ине. Үкенә Гөләйшә, яҙыуын да ҡалдырған бит әле. Бәхилләшкән булған, әсәһенә өндәшкән.
* * *
Хәлиттең текә “Крузагы” Әнүәрҙең ҡатыны Әнүзә йәшәгән ауыл яғына елдерә. Хәлиттең үҙ пландары: фермаһын киңәйткәйне, яңы таналар һатып алғайны, ә ауылда эш ышанып тапшырырлыҡ кеше юҡ. Эргәһендә бәүелеп килгән Әнүәргә нимә әйтәһең инде, бөгөн булмаһа иртәгә ысҡынырға әҙер. Ә таналар оҙаҡламай килеп етәсәк, тағы ла үҙенә еңен һыҙғанырға тура килерме икән? Ә уның маҡсаты – һөттө һауыу ғына түгел, эшкәртеү, сауҙа нөктәләренә тапшырыу. Бының өсөн ҡаланан кеше саҡыртып булмай бит инде. Барлыҡ өмөт эргәлә йоҡомһорап килгән Әнүәрҙә. Фермер күрҙе, ҡулынан эш килерлек. Мастерға ла оҡшаны. Тегене ярты һүҙҙән аңлап тора. Эх, Әнүәр һымаҡты тағы ҡайҙан табаһың? Эсеп, юҡҡа сығып бөттөләр бит. Әгәр ул ышанысты аҡлаһа, ҡатыны ла килеп ҡушылһа, барлыҡ мәшәҡәттәр хәл ителәсәк. Ауылда юҡ башҡа кеше, өй аша мөрйәнән төтөн сыҡмай. Ошо Әнүәр һымаҡ берәм-һәрәм генә ҡалдылар. Улары ла йә ҡалаға китә алмай, йә Әнүәрҙәй эсһәләр ҙә үлә алмай йөрөйҙәр. Ярай әле, ул килеп сыҡты, һуңғы өмөт һәм ышаныс.
Хәлит күҙ ҡырыйы менән генә Әнүәрҙе күҙәтеп бара. Башҡа ваҡыт булһа, артына тибеп, төшөрөр ҙә китер ине. Юҡ, ярамай. Арыу кешегә сығарып, күҙенә ҡарап барырға тура килә. Ҡара, ниндәй олпат, ваҡ-төйәккә битараф ҡиәфәт менән ултыра белә ул, әйтерһең бер ҙур начальник. Үҙен ҡайҙа алып барғандарын һиҙә, буғай. Өндәшмәй. Тимәк, сәфәргә фатихаһын бирә. Алда нимә көтөрөн дә һиҙәлер. Ана, алыҫта ауылдың уттары күренде, ҡеүәтле джипҡа юл түҙәме инде, килеп тә еттеләр.
– Өйҙәре ҡайҙа? – тине фермер.
– Ә-ә, минекеләрҙе әйтәһеңме? Ошо тирәлә була торғайны, – тип мөңгөрҙәне Әнүәр. – Туҡта, һин мине бында нимәгә килтерҙең?
– Ғаиләңде, балаларыңды күрһен, тип килдем. Ә улар һиңә лә, миңә лә кәрәк.
– Туҡта, һин мине тамам буйһондороп алдың түгелме һуң? – тине Әнүәр. – Һин ни эшләп минең ғаилә эшенә ҡыҫылаһың? – тип Әнүәр фермерға боролоп уҡ ултырҙы.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: