0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Октябрь 2020, 20:05

МИН УЛЫМДЫ ШУЛАЙ ЮҒАЛТТЫМ... – 1. Хикәйә.

Беҙҙең йорт ҡалала арыуҙарҙан иҫәпләнә. Йәшәгән кешеләре лә “текә” генә. Ҡыҫҡаһы, подъезд халҡы вахтер, йәки, заманса әйтһәк, консьерж ялларға булды. Һәр подъезда шуның һымаҡ донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеп йөрөгән эшһеҙ пенсионерҙар бар. Консьержды улар табып килтерә. Күпме түләйҙәрҙер, белмәйем, ләкин был йылы урын буш торғаны юҡ. Төрлөһө килеп тора, китеп тора. Берәүһе аҙна ла эшләй алманы, эсте лә, юғалды, өсөнсөһөн тупаҫ тинеләр. Ә бына Хәмиҙә тигән инәй йылдан артыҡ эшләй. Нисә ҡарама, вахтала ултыра. Тәүҙәрәк иғтибар итмәгәйнем, күндәм, тыңлаусан инәй урынын ҡалдырмайынса өсәр-дүртәр көн ултыра башлағас, күңелдә шик яралды. Рәхәт тормоштан берәү ҙә бындай тынғыһыҙ эшкә йәбешеп ятмаҫ. Дөрөҫ, әбей үҙе ныҡ күренә әле. Бәлки ғүмер баҡый уҡытыусы булып эшләүе лә ярҙам иткәндер. Балалар менән уртаҡ тел табып өйрәнгән кеше ғәҙәттә ауырлыҡтарға тиҙ яраҡлаша. Бер көн больница-аптека-магазин аша йөрөп ҡайтҡайным, өйөмдә берәү ҙә юҡ ә асҡысым эстә ҡалған. Хәмиҙә инәй янына төшөп ултырырға тура килде. Киленемә шылтыратҡайным, бер сәғәттән ҡайтам, ти. Шул арала инәй менән һөйләшеп, байтаҡ фекер уртаҡлығын асыҡланыҡ. Инәйҙең тормош иптәше иртә үлгән. Бер үҙе улы Динарҙы үҫтергән. Ҡарап тороуға инәй һыр бирә торған кешеләрҙен түгеллеге күренеп тора. Улы һуң өйләнгән. – Шунда уҡ башлы-күҙле итә алманым, – тине ул. – Димләп тә ҡаранылар, үҙе лә бик ынтылманы. Бер мәл һорағайным, ниңә өйләнмәйһең, тип, улым: “Ике сәбәбе бар, – тине. – Беренсеһе – миңә һинең һымаҡ уңған, егәрле ҡатын кәрәк. Икенсенән, мин өйләнермен, ә һеҙ уртаҡ тел таба алмаһағыҙ, өсөбөҙгә лә ҡыйын булыр”, – тине. Мин шунда: “Улым, өйлән. Мин һеҙгә ҡыйынлыҡ килтермәйәсәкмен. Әгәр кәрәк тип тапһағыҙ, фатирымды ҡалдырып сығырға ла ризамын”, – тип әйтеп ҡуйҙым.

-1- -2- -3- -4-


МИН УЛЫМДЫ ШУЛАЙ ЮҒАЛТТЫМ... – 1.
Хикәйә.
Беҙҙең йорт ҡалала арыуҙарҙан иҫәпләнә. Йәшәгән кешеләре лә “текә” генә. Ҡыҫҡаһы, подъезд халҡы вахтер, йәки, заманса әйтһәк, консьерж ялларға булды. Һәр подъезда шуның һымаҡ донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеп йөрөгән эшһеҙ пенсионерҙар бар. Консьержды улар табып килтерә. Күпме түләйҙәрҙер, белмәйем, ләкин был йылы урын буш торғаны юҡ. Төрлөһө килеп тора, китеп тора. Берәүһе аҙна ла эшләй алманы, эсте лә, юғалды, өсөнсөһөн тупаҫ тинеләр. Ә бына Хәмиҙә тигән инәй йылдан артыҡ эшләй. Нисә ҡарама, вахтала ултыра.
Тәүҙәрәк иғтибар итмәгәйнем, күндәм, тыңлаусан инәй урынын ҡалдырмайынса өсәр-дүртәр көн ултыра башлағас, күңелдә шик яралды. Рәхәт тормоштан берәү ҙә бындай тынғыһыҙ эшкә йәбешеп ятмаҫ. Дөрөҫ, әбей үҙе ныҡ күренә әле. Бәлки ғүмер баҡый уҡытыусы булып эшләүе лә ярҙам иткәндер. Балалар менән уртаҡ тел табып өйрәнгән кеше ғәҙәттә ауырлыҡтарға тиҙ яраҡлаша.
Бер көн больница-аптека-магазин аша йөрөп ҡайтҡайным, өйөмдә берәү ҙә юҡ ә асҡысым эстә ҡалған. Хәмиҙә инәй янына төшөп ултырырға тура килде. Киленемә шылтыратҡайным, бер сәғәттән ҡайтам, ти. Шул арала инәй менән һөйләшеп, байтаҡ фекер уртаҡлығын асыҡланыҡ. Инәйҙең тормош иптәше иртә үлгән. Бер үҙе улы Динарҙы үҫтергән. Ҡарап тороуға инәй һыр бирә торған кешеләрҙен түгеллеге күренеп тора. Улы һуң өйләнгән.
– Шунда уҡ башлы-күҙле итә алманым, – тине ул. – Димләп тә ҡаранылар, үҙе лә бик ынтылманы. Бер мәл һорағайным, ниңә өйләнмәйһең, тип, улым: “Ике сәбәбе бар, – тине. – Беренсеһе – миңә һинең һымаҡ уңған, егәрле ҡатын кәрәк. Икенсенән, мин өйләнермен, ә һеҙ уртаҡ тел таба алмаһағыҙ, өсөбөҙгә лә ҡыйын булыр”, – тине. Мин шунда: “Улым, өйлән. Мин һеҙгә ҡыйынлыҡ килтермәйәсәкмен. Әгәр кәрәк тип тапһағыҙ, фатирымды ҡалдырып сығырға ла ризамын”, – тип әйтеп ҡуйҙым.
– Улым бик егәрле, үҙе ҡыҙҙар һымаҡ баҙнатһыҙ булды. Йөрөгән ҡыҙҙары ла булды, ләкин ҡабаланманы. Утыҙ йәштән һуң ҡайтып иғлан итте: “Әсәй, мин өйләнәм”, – ти.
Кәләшен алып килде.
Мин шул ваҡыт үҙебеҙҙең тормошобоҙҙоң улым өйләнгәнгә тиклем һәм улым башлы-күҙле булғандан һуңғыға бүленерен күҙ алдыма ла килтермәй инем әле. Бына ул кәләшен танышырға тәүге тапҡыр алып килде. Түҙмәйем, тәҙрәнән ҡарап торам. Иң тәүҙә машинанан улым төштө һәм ул артҡы ишекте асты. Унан ябай ғына пальто кейгән бер ҡыҙ күренде. Улар автомобилдән ике сумаҙан, ниндәйҙер коробкалар тотоп, өйгә ташый башланылар. Шунан һуң өсәүләп ултырып, төшкө ашты ашаныҡ.
Мин килендең улымдан ете йәшкә өлкән икәнлеген һуңынан ғына белдем. Ярай, өлкән икән, өлкән, бынан ғына донъя емерелеп төшмәҫ. Иң мөһиме, улыма оҡшаһын, ул бәхетле булһын. Шулай итеп килен аҡрынлап беҙҙең фатирыбыҙҙа үҙенең тәртиптәрен урынлаштыра башланы. Беҙҙең үҙ йәшәү рәүешебеҙ бар. Бында милли менталитет тураһында әйтеп тә тормайым. Киленебеҙ ҡамыр аҙыҡтарҙы яратмай икән. Ә мин өҫтәлебеҙҙе бәлешһеҙ, бөйөрөкһөҙ күҙ алдыма килтерә алмайым. Ул ғына етмәгәйне, киленебеҙ итле ризыҡтарҙан тамам баш тартҡан булып сыҡты. Бәлки быныһы дөрөҫтөр. Ул үҙе ашханала мөдир булып эшләй. Кем белә, бәлки шунда бәлеш, ит еҫенән булһа ла туйып ҡайталыр. Мин хатта ашап ҡайталыр, тип уйламайым да. Хәйер, мине алдап булмай. Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә, тигән һымаҡ мул ғына буй-һынына ҡараһаң, киленебеҙҙең һыуҙа һәм икмәктә генә ултырыуына нигеҙле шиктәр бар. Ә май эсендә йөҙгән бөйөр һымаҡ йәшәгән улым күҙ алдында һурыҡты ла ҡуйҙы. Танауҙары ослайып, күҙҙәре эскә батып, сикә һөйәктәре беленә башланы. Бер көн йәшереп кенә килен юҡта билмән бешереп ашағайныҡ. Ашханала эшләгән хужа булған кешене отоп буламы ни инде, килеп инеү менән: “Кемегеҙ ит бешерҙе? Һуңғы тапҡыр булыр!” – тип киҫәтеп ҡуйҙы.
Килен аҙыҡ-түлеккә мораторий индереүҙең иң уңайлы юлынн тапты. Хәҙер барлыҡ аҡса, хатта минең пенсиям да – уның ҡулында. Һыуытҡысҡа ул ғына хужа. Бер көн яңы ғына бешеп сыҡҡан бәлеш һатып алғайным. Ике генә киҫәк ашап өлгөрҙөм, сүп-сар күнәгенә сығарып та ырғытҡан. Ошо хаҡтта һөйләшергә теләгем бар ине, өлгөрмәнем. Киленем ҡайтып, үҙенең ауырлы икәнлеген белдерҙе һәм яңы саралар иғлан итте. Ҡыҫҡаһы, хәҙер беҙ улым менән килен урынлаштырған тәртип буйынса ғына йәшәйәсәкбеҙ. Айырыуса, аш-һыу мәсьәләһенә ҡағылған осраҡта. Атай-әсәйҙән ҡалған йола буйынса Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәренә ҡоймаҡ ҡоймай ҡалғаным юҡ ине. Иртән иртүк балаларҙы ҡоймаҡ менән ҡыуандырайым, тип аш бүлмәһенә инһәм, кефирымды түккәндәр, ҡоймаҡ онон ҡайҙалыр йәшергәндәр. Былай байрамһыҙ ҡалманым. Күршеләргә сыҡҡайным, телевизорын да ҡараныҡ, ҡоймаҡлап сәйен дә эстек. Әйткәндәй, телевизор хаҡында. Хәҙер мин уны киленем эштә саҡта ғына ҡарай алам. Ә мин ҡарарға яратҡан сериалдар йә кискә ҡала, йә ял көндәрендә күрһәтелә.
Быларына ғына түҙергә булыр ине, ләкин килен бер көн минең менән бөтөнләй һөйләшмәй башланы. Ҡайҙа һөйләшеү-иҫәнләшеү. Мин керһәм, күрмәмеш була йә арты менән ултыра. Ҡыйын булһа ла,бының сәбәбен улымдан һорарға тура килде. Шул ваҡыт улым Динарҙың йөҙөнөң асылыпкитеүен күрһәгеҙ! “Һиңә әйтмәнеме ни ул, әсәй, – ти, – беҙҙең бит балабыҙ буласаҡ”. Йә инде, бер фатирҙа йәшәп, улымдың балаһы тыуырын да белмәй йөрөйөм. Ләкин миңә булған сикләүҙәр бының менән генә бөтһә икән! Ялға сыҡҡас, килен мине ғөмүмән күрә алмаҫ булды. Әгәр бүлмәмдән сыҡһам, мин шым ғына йөрөргә тейешмен. Киленем, күренеп ҡалһам: “Һеҙ тағы нимә юғалттығыҙ?” – тип миңә асыулы өндәшә. Түҙмәнем, килен гинекологка барған көндө улыма барыһын да һөйләп бирҙем. Бындай шарттарҙа йәшәй алмауымды төшөндөрөргә тырыштым. Улым аңлар, ярҙам итер, тип көткәйнем, юҡ шул. Ул шунда уҡ ҡатынын яҡлай башланы. Мин шунда беренсе тапҡыр берҙән-бер ышанысым һәм өмөтөм булған улымды тамам юғалтыуыма төшөндөм. Бындай хәлдәрҙе минең күргәнем бар. Ҡартайғас, донъя көтөргә эшкинмәй башлағас, күпме әхирәтем йәштәр өсөн артыҡ булып сыҡты һәм тормошта үҙ юлын юғалтты...
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: