МИН УЛЫМДЫ ШУЛАЙ ЮҒАЛТТЫМ... – 2.
...Ул арала булмай киленем ҡайтып керҙе. Хәмиҙә инәй алдында уңайһыҙ булды, мин бит уны тыңлап бөтә алманым. Икенсе көнөнә, эштәлер, тип төшһәм, ят ҡатын ултыра.
– Арыны, бер аҙ йоҡлап алһын, – тине ул миңә. – Ошонан йыраҡ та түгел, ҡуртымға фатир алған, шикелле.
– Нисек фатир алған? Уның бит үҙенең фатиры бар? – тинем мин аптырап.
– Белмәйем, белмәйем, – тине вахтер миңә. – Һәр хәлдә, беҙҙең белеүебеҙсә, уны, Хәмиҙә апайҙы, үҙенең фатирынан сығарып ебәргәндәр.
Был мәсьәлә мине аптыратты. Нисек инде, һикһәнде үткән, эшләп йөрөй, етмәһә, фатирынан сығарып ебәргәндәр?.. Ҡуртымға фатир алған... Юҡ, инәйҙе ярҙамһыҙ ҡалдырырға ярамай!
Икенсе көнөнә төшһәм, Хәмиҙә инәй һаман да юҡ. Бәлки берәйһе адресын беләлер, тип һорашҡайным, берәү ҙә әйтә алманы. Түҙмәнем, өсөнсө көнөнә тағы төштөм. Консьерж урынында Хәмиҙә апай ултыра.
– Һаумыһығыҙ! – тип уның менән иҫәнләштем мин. – Күптән күрешмәгәс, һеҙҙе һағындырған һымаҡ.
– Һаумыһығыҙ, – тине ул һалҡын ғына.
– Хәлдәрегеҙ нисек? – тип һорайым.
– Минең хәлдәрем бик яҡшы, – тине ул, – һеҙгә лә шуны теләйем.
– Ә беҙ һеҙҙең өсөн борсолоп бөттөк, – тинем. – Дүрт көн ултырҙығыҙ ҙа, юғалдығыҙ ҙа ҡуйҙығыҙ.
– Нисек дүрт көн? – тине ул күҙлеген бер кейеп, бер сисеп. – Минең дүрт көн ултырғаным юҡ. Ғөмүмән, минең бер кешегә лә үпкәм юҡ.
Бына нисегерәк һайрай башланы беҙ ярҙам итергә ашҡынып килгән Хәмиҙә инәйебеҙ!
– Нисек инде ярҙамға мохтаж түгелһегеҙ? Бер нисә көн элек кенә киленегеҙгә, улығыҙға зарланып ултырғайнығыҙ. Етмәһә, һеҙҙе фатирығыҙҙан сығарып, ҡуртымға фатир алырға мәжбүр иткәндәр икән, – тип ныҡышам мин.
– Кем һөйләй ул хәбәрҙе?! – тип аҙарынды инәй миңә. – Төптө буш хәбәр! Һеҙгә был ғәйбәтте кем һөйләне?
– Бәй, үҙегеҙ зарланып ултырғанһығыҙ бит, – тип аптырандым мин. – Өйөгөҙҙә киленегеҙҙең һеҙҙе эҙәрлекләүе тураһында һөйләнегеҙ. Был нисек була инде, һеҙ бер нимә һөйләйгеһеҙ, мин һеҙгә ярҙам итергә теләйем, ә дүрт көн дә үтмәй, һеҙ баш тартаһығыҙ.
– Бушты һөйләмәгеҙ! – тине ул өҙөп. – Мин һеҙҙән ярҙам һораманым! Һеҙ нимә, был хаҡта гәзиткә яҙырға йыйынаһығыҙмы? Әллә “Һәнәк”кәме? Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям, һеҙ яҙасаҡ бер хәбәр ҙә дөрөҫ түгел! Минең улым һәм киленем бик бәхетле йәшәйҙәр һәм мине яраталар! Һеҙ минең хаҡта уйланығыҙмы, юҡмы? Мине бит һеҙ ҡарамаясаҡһығыҙ. Мин киленем һәм улым ҡулына ҡаласаҡмын. Әгәр улар ҡарамаһа, мине ҡарттар йортона илтеп ташлаясаҡтар. Шуның өсөн, үтенеп һорайым, ҡыҫылмағыҙ минең тормошома! Минең өсөн борсолорлоҡ кеше бар. Киленем дә үҙемдеке. Шулай булғас, биғәйбә! Ошонда ултырып, аҙ ғына булһа ла аҡса эшләргә мөмкинлек бирегеҙ! Мин балаларыма ярҙам итергә теләйем!
Минме һуң инде, төбөнә төшөнмәйенсә, туҡтай торған кеше. Инеп ултырҙым да, вахтерға ул һөйләгәндәрҙе, ошондағыларҙан ишеткәнемде һәм фараздарымды теҙеп һалдым.
Тәүҙә Хәмиҙә инәйем бик битараф тыңланы. Әйтерһең, һүҙ уның хаҡында түгел, ниндәйҙер бер ят ҡарсыҡ тураһында бара һәм ул ҡыуылған ҡарсыҡҡа инәйебеҙҙең бер мөнәсәбәте лә юҡ.
– Әгәр былай булһа, Хәмиҙә инәй, һеҙҙе дәүләт ҡарамағындағы ҡарттар йортонда түгел, һуңғы йылдарҙа Өфө эргәһендә күпләп барлыҡҡа килгән “Деддом”да көтәләр. Һеҙҙе аҫырау өсөн көнөнә 500 тәңкә аҡса тотонасаҡтар. Һеҙ үткәндәрегеҙҙе, йылы көндәрҙе, кешесә мөнәсәбәтте хәтерләп, илап ятасаҡһығыҙ. Күрҙегеҙме, һеҙҙең өйөгөҙгә ябай пальто менән генә килеп төшкән киленегеҙ икенсе шәшке тун һатып алған. Беҙ һеҙҙе балаға яҡын ебәрмәгәндәрен дә яҡшы беләбеҙ. Аптырағас, ошонда яҡында ғына ҡуртымға фатир яллауығыҙ ҙа мәғлүм. Һиҙмәйһегеҙме ни, һеҙҙең кеше булараҡ хоҡуҡтарығыҙ, өләсәй булараҡ, ейәнегеҙҙе тотоп ҡарау, яратыу, тәрбиәләү мөмкинлегенән мәхрүм итәләр. Шунан һуң нимә булғанын беләһегеҙме? Һеҙҙе ошо йәһәннәм аръяғына, ҡуртымға бүлмә яллап, ошонда килтереп һалдылар. Һеҙҙең 12 квадрат метрлы бүлмәгеҙ эргәһендә шундай уҡ өс бүлмә бар. Уларында бомждар, алкаштар, наркомандар йәшәй. Һеҙҙең ишегегеҙ бикләнмәй. Һеҙ сығып китеү менән, шунда йәшәгәндәр, уларҙы кеше тип әйтеүе лә ауыр, керә һалып, һеҙҙең әйберҙәрегеҙҙе урлай. Хәҙер унда, һеҙҙең бүлмәгеҙҙә, туҙған матрастан, һеҙ ябынып ята торған иҫке пальтоғыҙҙан башҡа, бер нимә лә юҡ. Һеҙ, Хәмиҙә инәй, ошо тормоштоң ғүмерегеҙҙең аҙағына тиклем дауам итеүен теләйһегеҙме?
Инәй ҡыҙғаныс итеп миңә ҡарай, күҙҙәренән субырлап йәш ҡойола. Ҡарсыҡ хатта уларҙы һөртөп өлгөрмәй.
– Юҡ, юҡ, ялған! – ти ул миңә, хатта аяҡ тибеп ала. – Минең улыма һүҙ тейҙермәгеҙ! Ул – минең улым! Киленем дә үҙемдеке! Уларҙың тормошо көйләнде! Минең уларҙы ғәйепләргә хаҡым юҡ! Улар үҙҙәре теләгәнсә йәшәһен! Мин үҙемде түгел, улымды, киленемде, ейәнемде уйлайым. Гәзиткә яҙып, уларҙы рисуай иткем килмәй.
– Ярай, шулай итегеҙ. Беҙҙең һеҙгә ярҙам итергә булған теләгебеҙҙе юҡҡа сығарҙығыҙ. Ә, шулай ҙа, белегеҙ, ошо хәл былай ғына бөтмәйәсәк. Беҙ киленегеҙҙең кем икәнлеген асыҡланыҡ. Ул шулай итеп хәйләләшеп, кейәүгә сығып, мутлашып, ике ғаиләне урамда ҡалдырған инде. Һеҙҙең өсөнсөһө булырға тулы мөмкинлегегеҙ бар. Ләкин беҙҙе киленегеҙҙең яҙмышы түгел, ейәнегеҙҙең яҙмышы нығыраҡ борсой. Ә һеҙгә ҡыйын түгелме, инәй? Ейәнегеҙгә өс йәш була ә һеҙ уны бер тапҡыр ҙа күргәнегеҙ юҡ. Һеҙ ниндәй түҙемле ҡарсыҡ! Ошо хәл ғәҙелме? Ә һеҙҙең бит шул баланы күрергә, яратырға теләгегеҙ бар. Улығыҙҙы, хәҙер был ҡатын көн һайын эсереп, кешелек сифаттарын юғалтып бөткәс, урамға ҡыуып сығарасаҡ. Ләкин һеҙҙең һынауҙар уның менән генә бөтмәй. Улығыҙҙың, ғөмүмән, был донъянан юғалыуы ихтимал. Үткәнендә нотариуста булдығыҙмы? Эйе, булғанһығыҙ. Һеҙ унда ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙығыҙмы? Ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер һеҙҙең фатирға бер хоҡуғығыҙ ҙа юҡ. Хатта ундай хоҡуҡты өс йәшлек ейәнегеҙҙән дә тартып алдылар. Ә һеҙ тыуғандан һуң өс йыл да йәшәп өлгөрмәгән сабыйҙың әсәйһеҙ генә түгел, атайһыҙ, өләсәйһеҙ һәм, ғөмүмән, фатирһыҙ, бомж хәлендә ҡалыуын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Һәм бында беҙ түгел, һеҙ үҙегеҙ ғәйепле буласаҡһығыҙ.
Хәмиҙә инәй тыйыла алмай илай.
– Шулай булырмы икән? – тине ул минең ҡулдарымдан тотоп.
– Нығыраҡ булыуы ихтимал, – тинем мин. Сөнки донъяла хәҙер шулндай оятһыҙ кешеләр күбәйҙе.
– Ни эшләп ҡарайым икән, ярҙам итегеҙ, зинһар, мин улымды, ейәнемде ҡотҡарырға теләйем!
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"