+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Октябрь 2020, 09:00

МИН УЛЫМДЫ ШУЛАЙ ЮҒАЛТТЫМ... – 3. Хикәйә.

Иртәгәһен эшкә барырға сыҡҡанда күңелемдә шик тыуҙы: Хәмиҙә апай бөгөн булырмы икән? Ул урынында юҡ ине. Уның урынында ултырған ҡатындан апай хаҡында һорашам. “Һеҙ ишетмәгәһегеҙ икән, – тине ул миңә ҡарап. – Бөгөн уның өйөндә нимәлер булған. Вахтаға сыға алмайым, тип үҙе шылтыратҡан”. Мин шунда уҡ интернеттағы мәғлүмәттәрҙе барлай башланым. Унда әле бер нимә лә тойолмай. Мөмкин тиклем тиҙерәк Хәмиҙә апайҙы табырға кәрәк. Кем әйтмешләй, бында нимәлер бар. Апай бер сәбәпһеҙ эшкә сыҡмай ҡалмаҫ ине.

-1- -2- -3- -4-
МИН УЛЫМДЫ ШУЛАЙ ЮҒАЛТТЫМ... – 3.
Хикәйә.
Беҙ тағы осрашырға һәм был хаҡта һөйләшергә килештек. Беҙҙең киләһе осрашыу кафела булды. Алдан һөйләшкәнсә, теүәл сәғәт өстә килеп керһәм, өҫтәл артында Хәмиҙә инәй, улы Динар һәм ейәне Вил ултыра. Һөйләшеү өйҙәге һымаҡ барһын, тип өсөбөҙгә – сәй, ә бәләкәй малайға һут килтереүҙәрен һораныҡ.
– Бына, улым, беҙҙең килен хаҡында барыһын да белгән кеше менән һөйләш.
Динар, һағайып, миңә ҡараны. Мин уның ҡатыны хаҡында белгәндәремде ентекләп һөйләп бирҙем. Ул тын да алмайынса тыңланы. Мин һөйләп бөткәс, бер аҙ шым ултырҙы ла, битараф ҡына ҡиәфәт менән:
– Мин быларҙың бөтәһен дә беләм, – тине. – Был хаҡта күптән түгел генә бер урында ентекләп һораштылар. Ҡайҙа икәнлеген мин һеҙгә әйтә алмайым. Ҡатынымдың, Рәсимәне әйтәм, был хилафлыҡтары, үкенескә ҡаршы, бар... Юҡ, мин һеҙгә бөтәһен дә һөйләп бөтә алмайым. Мин уйларға тейешмен. Сөнки уның бәйләнештәре бик киң һәм ныҡ, һеҙ гәзиткә яҙырһығыҙ ҙа юғалырһығыҙ, ә беҙгә йәшәргә кәрәк.
– Ә һеҙҙе, Динар, әсәйегеҙҙең яҙмышы борсомаймы? – тип һораным мин, Хәмиҙә инәйгә күрһәтеп.
– Һеҙ минең намыҫҡа баҫым яһамағыҙ! – тине ул ҡәтғи итеп. Килендәр менән ҡәйнәләр араһында бәхәс, низағ электән булған, ул көрәштән күберәк ирҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр зыян күргән. Был – тап шул осраҡ.
Ошо урында Хәмиҙә инәй һүҙгә ҡушылды:
– Динар улым, дөрөҫөн әйт, мин белергә тейеш. Һеҙ теге ваҡыт нотариустан ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙыртып алдығыҙ. Мин уларҙы уҡыу түгел, нимә тураһында һүҙ барғанын да белмәй ҡалдым. “Ни өсөн ҡултамға ҡуйҙым?” – тип һорағас, улым, һин: “Әсәй, мәнфәғәттәреңә бер зыян да булмаясаҡ”, – тип тынысландырҙың. Дөрөҫөн әйт. Фатир беҙҙекеме, әллә беҙ унан ҡолаҡ ҡаҡтыҡмы?
Һөйләшеүҙең ошо урынында Динар бик оҙаҡ тын ҡалды. Беҙ уның нимә әйтерен көтәбеҙ. Ул көрһөндө лә былай тип башланы:
– Фатирҙың бөтә документтары әлегә минең ҡарамаҡта һәм ышаныслы урында. Ләкин Рәсимә уны бер ҡайҙа ла һата ла, бер кемгә лә тапшыра ла алмай. Сөнки беҙ әсәйем менән унда теркәлгәнбеҙ һәм бына ошо мәсьәлә фатир эргәһендә барған мутлашыуҙарға кәртә булып тора. Мин һеҙгә дөрөҫөн әйтергә тейешмен. Рәсимә фатирҙы һатырға һәм яңыны алырға теләй. Мин был хаҡта осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Һәр хәлдә, әсәйем һәм мин урамда ҡалмаясаҡбыҙ.
– Ә Вилдең яҙмышы нисек хәл ителәсәк? – тине Хәмиҙә инәй ейенәнә күрһәтеп.
Динар тағы ла тын ҡалды һәм малайына ҡарап:
– Бында әле хәл итәһе, тикшерәһе мәсьәләләр бар. Шулай булғас, Вилгә ҡарата мин барыһын да әйтеп бөтмәйем. Һәр хәлдә, күпмелер ваҡыттан һуң асыҡлыҡ индереләсәк. Минең һеҙгә ҡарата үтенесем һәм талабым бар. Һеҙ был хаҡта гәзиткә сығарырға ашыҡмағыҙ. Юғиһә, бөтәһен дә юҡҡа сығарыуығыҙ бар. Әсәй, һин ризамы? – тине ул әсәһенең ҡулынан һыйпап.
Хәмиҙә инәй улына шул тиклем ныҡ ышана, хатта аҙ ғына ла шикләнгәне тойолмай.
– Мин дә шуны һөйләп торам, – тине Хәмиҙә инәй. – Гәзиткә яҙырға бер ваҡытта ла һуң булмаҫ. Иң тәүҙә мәсьәләнең айышына төшөнәйек. Динар, һин нисек әйтһәң, шулай буласаҡ.
– Һеҙгә ярҙам итергә ризалыҡ биргәнегеҙ өсөн рәхмәт! – тине Динар. – Мин, үҙегеҙ һиҙгәнһегеҙҙер, ғәйебемде таныйым. Был осраҡта ҡатыныма сикһеҙ ышаныуым мине уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы. Ләкин әле һуң түгел, барыһын да төҙәтеп буласаҡ. Әлегә бына Вилдең яҙмышы мине нығыраҡ борсой. Шулай булғас, саҡ ҡына көтөгөҙ. Ошо бер нисә көн эсендә барыһы ла билдәле буласаҡ.
Бер нисә көндән тағы ла осрашырға һөйләшеп, беҙ әлегә үҙ эштәребеҙ менән таралыштыҡ. Сыҡҡан ваҡытта мин шуға иғтибар иттем, Динар иң тәүҙә юҡ булды. Уның артынан, ейәнен етәкләп, Хәмиҙә инәй сыҡты. Икенсе көнөнә Хәмиҙә инәй эштә юҡ ине. Консьерж уны иртәгә буласаҡ, тип әйтте.
Кисен минең телефонға Динарҙан смс-ка килде. Унда:
“Документтар минең эштәге сейфта, асҡыс – һулдағы тумбаһының аҫҡы бүлкәһендә”, тип яҙылғайны.
Иртәгәһен эшкә барырға сыҡҡанда күңелемдә шик тыуҙы: Хәмиҙә инәй бөгөн булырмы икән? Ул урынында юҡ ине. Уның урынында ултырған ҡатындан апай хаҡында һорашам. “Һеҙ ишетмәгәһегеҙ икән, – тине ул миңә ҡарап. – Бөгөн уның өйөндә нимәлер булған. Вахтаға сыға алмайым, тип үҙе шылтыратҡан”.
Мин шунда уҡ интернеттағы мәғлүмәттәрҙе барлай башланым. Унда әле бер нимә лә тойолмай. Мөмкин тиклем тиҙерәк Хәмиҙә инәйҙе табырға кәрәк. Кем әйтмешләй, бында нимәлер бар. Апай бер сәбәпһеҙ эшкә сыҡмай ҡалмаҫ ине.
Бик кәрәк булған осраҡта мин Эске эштәр бүлегендә ара-тирә аралашҡан хеҙмәткәрҙәргә кәңәш менән мөрәжәғәт итәм. Таныш майорҙың ваҡыты бар, күрәһең, мине тыңларға булды.
– Яңыраҡ бер эш менән шөғөлләнә башлағайным, – тип мөрәжәғәт иттем мин уға. – Шул, әлеге фатир мәсьәләһе инде. Мөхитова шылтыратҡайны, Хәмиҙә инәй. Улы – Динар Мөхитов. Шулар буйынса берәй мәғлүмәт тойолмаймы?
– Хәҙер асыҡлармын, – тине майор. – Аҙаҡ үҙем шылтыратырмын. Саҡ ҡына көт.
Күп көтөргә тура килмәне, интернетта тәүге мәғлүмәттәр күренә башланы:
“Үткән төн сәғәт 12-ләрҙә 34 йәшлек Динар Мөхитов 6-сы ҡаттан ҡолап төшкән. Әле ул ауыр хәлдә реанимацияла ята”.
Был мәғлүмәтте ҡабул итеп, нимә эшләргә икән, тип уйлап та өлгөрмәнем, таныш полицейский шылтырата:
– Был эшкә һинең мөнәсәбәтең барҙыр, тип уйламайым, – тине ул еңелсә көлкөгә һабыштырып. Ләкин һинең клиент үҙ ихтыяры менән Икарҙың бер ҡатлы ахмаҡлығын ҡабатларға йыйынмағандыр, тигән шик бар. Сөнки инженер кеше байтаҡ ҡына суррогат йотҡан һәм ул быны, битендәге күгәреүҙәргә ҡарағанда, үҙ ихтыяры менән эшәләмәгәндер, тип уйларға нигеҙ бар. Пинжәгенең йәшерен кеҫәһенән кисә генә алған ДНК анализы табылды. Әгәр уға ышанһаҡ, Вил Динар улы Мөхитовҡа әле реанимацияла йәшәү менән үлем араһында ятҡан атаһы урынына икенсене, йәғни ысын атайҙы эҙләргә тура киләсәк. Шунан һуң уның телефоның кемгә ҡайҙа нимәгә шылтыратҡанын асыҡлағандар. Унда һинең номерыңды күреп, мин ғәжәпләнмәнем. Ул һиңә смс-ка ебәргән. Ләкин ул смс-каны һуңынан юйған. Егеттәр үҙенең эшен белә, хәҙер уларға һиңә ебәрелгән смс-каның йөкмәткеһен генә асыҡларға ҡалды...
– Ә әсәһе, әсәһе тураһында бер мәғлүмәт тә юҡмы? – тип һораным мин.
– Белмәйем, әсәһе хаҡында ҡайғыртҡан кеше булдымы икән? Хәйер, бындай осраҡта әсәйҙәр онотола торған. Хәҙер асыҡларбыҙ, – тине танышым...
Аҙағы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: