-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Октябрь 2020, 09:00

МИН УЛЫМДЫ ШУЛАЙ ЮҒАЛТТЫМ... – 4. Хикәйә.

Оҙаҡламай таныш майор: “Килеп етһәгеҙ, яҡшы булыр ине”, – тип миңә шылтыратты. Былай уҡ иғтибар булыр, тип көтмәгәйнем, аҫта уҡ мине үҙе ҡаршы алды:– Һин минең кеше түгел! – тине ул өҙөп. – Бындай эшмәкәрлек минең өсөн рөхсәт ителмәй. Һеҙҙең райондың опер. уполномоченныйы – таныш егет. Һин уның менән эшләйһең. Ул һине минең кабинетта көтә. Шулай булғас, беҙҙең танышлыҡ әлегә берәүгә лә мәғлүм булырға тейеш түгел.Мин аңланым: майор, ул-был була ҡалһа, ҡойроғон һыртҡа һалырға әҙерләнә, йәки үҙенә алиби ойошторорға теләй...

-1- -2- -3- -4-
МИН УЛЫМДЫ ШУЛАЙ ЮҒАЛТТЫМ... – 4.
Хикәйә.
Оҙаҡламай таныш майор: “Килеп етһәгеҙ, яҡшы булыр ине”, – тип миңә шылтыратты. Былай уҡ иғтибар булыр, тип көтмәгәйнем, аҫта уҡ мине үҙе ҡаршы алды:
– Һин минең кеше түгел! – тине ул өҙөп. – Бындай эшмәкәрлек минең өсөн рөхсәт ителмәй. Һеҙҙең райондың опер. уполномоченныйы – таныш егет. Һин уның менән эшләйһең. Ул һине минең кабинетта көтә. Шулай булғас, беҙҙең танышлыҡ әлегә берәүгә лә мәғлүм булырға тейеш түгел.
Мин аңланым: майор, ул-был була ҡалһа, ҡойроғон һыртҡа һалырға әҙерләнә, йәки үҙенә алиби ойошторорға теләй.
Ризалашмай, бер сарам да юҡ. Сөнки көс структуралары менән эш итеү бик сетерекле. Улар менән яҡындан аралашыу артыҡ абруй өҫтәмәй. Белеп ҡалһалар, шымсы тип иғлан итеүҙәре лә мөмкин.
Майорҙың кабинетында участковый менән таныштыҡ. Вадим исемле егет беҙҙең уйын шарттарын ҡабул итте, ләкин бик үк риза булмағаны йөҙөнә сыҡты. Ул үҙе теләгән ваҡытта уйындан сыға ала, ләкин майорға ел-ямғыр тейҙермәҫ өсөн беҙ үҙебеҙҙе бергә тип күрһәтергә мәжбүрбеҙ. Бында уның да, минең дә бер мәнфәғәтебеҙ ҙә юҡ. Беҙгә Динарҙың әсәһен ҡотҡарып, фатирын кире ҡайтарыуҙа ярҙам итергә тура киләсәк.
Һүҙ ыңғай, хәбәрсе булараҡ, шуны әйтә алам, хәҙерге көс структуралары 90-сы йылдарҙағы һымаҡ үҙ-ара сәкәләшмәй, закон боҙоусыларҙың ихтыяждарына яуап бирмәй. Һәр хәлдә, илдәге тәртип өсөн улар яуаплы. Шулай ҙа законға һыймаған ғәмәлдәр булып тора, ләкин улар һирәк һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә генә осраштырғылай. Шул уҡ полицияны алайыҡ. Сөнки беҙҙең башҡа Эске эштәр органдары юҡ. Ә һәр дәүләттең яҡланғанлығын тәьмин итеүсе көс булырға һәм улар беренсе саҡырыу менән үк күтәрелергә тейеш.
Минең таныш майор, участковый һәм мин тағы бер тикшереүсе ярҙамында Динар Мөхитовтың алтынсы ҡаттан ҡолау ваҡиғаһын тикшерәбеҙ. Мин йәшереп торманым, мәҡәлә әҙерләгәндә барлыҡҡа килгән, мин белгән хәлдәр тураһында яҡынса таныштырҙым һәм шунда уҡ Динарҙың смс-каһын иғлан иттем. Миндә башҡа факттар ҡалманы, тип әйтерлек. Әлбиттә, Вилдән башҡа. Мин был эштә үҙемдең мәнфәғәттәрҙе яҡлап, Рәсимәгә Динарҙың осраҡлы ғына килеп эләгеүен, был хәйләкәр ҡатындың яңғыҙаҡтарҙың ышанысына инеп, фатирҙарын эләктереү менән шөғөлләнеүен, Динарҙың иһә Вилгә ҡарата атайлығы менән бәйле шик-шөбһәһе булыуын, ләкин Хәмиҙә инәйҙең Вилде яратыуын һөйләп бирҙем.
Беҙ, дүрт кеше, шунда уҡ, һаҡланыуын тәьмин итеү, тигән һылтау менән Динарҙың эшләгән еренән документтарҙы барып алдыҡ.
Әгәр беҙгә Динарҙың сейфынан алған документтарҙы файҙаланырға тура килһә, бер роман яҙырға мәжбүр булыр инек. Ул үҙе лә, алдын-артын ҡарап йөрөмәһә лә, ҡайһы бер материалдарҙы тапҡан һәм туплаған икән. Мәҫәлән, 2000 йылдарға тиклем ҡатын урындағы абруйлы кешеләр менән тығыҙ аралашҡан, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған. Бында Динар менән Хәмиҙә инәй осраҡлы килеш кенә килеп эләккән һәм хәл иткес әһәмиәткә эйә булмаясаҡ. Динар менән әсәһе өсөн фатир мәсьәләһе мөһим булһа ла Рәсимә өсөн был ваҡиға осраҡлы күренеш кенә.
Миңә Динарҙың кабинетынан фатиры менән бәйле документтарҙың күсермәләрен биреүҙән баш тартманылар. Мин тикшереүсе лә, тәфтишсе лә түгел. Ошо хаҡта мәғлүмәт тупланып бөтмәйенсә тороп, мәҡәлә яҙһам, мине ғәҙел тикшереү эшенә баҫым яһауҙа ғәйепләүҙәре ихтимал. Ә беҙҙең мәғлүмәт сараһы өсөн был осраҡ закон боҙоуҙа ғәйепләүгә генә түгел, ҙур ғына штраф түләтеүгә лә килтереүе бар. Шуға мин түҙемле генә итеп үҙем белгән даирәлә мәҡәлә әҙерләүемде дауам итәм.
Рәсимәне күпмелер ваҡытҡа тотҡарланылар. Ул үҙе аша үткән бер нисә фатир, Динарҙың осоп төшөүе менән бәйле енәйәт эше буйынса яуап бирергә тейеш.
Ә бына Хәмиҙә инәй менән ауырыраҡ тура килде. Ҡайһы әсәнең үҙ балаһын ғәйепле итеп күргеһе килһен инде. Сөнки Рәсимә, уның юҡлығынан файҙаланып, бар ғәйепте Динарға өйөп өлгөрҙө. Документтарҙың уның сейфынан алыныуы ла быға ярҙам итте. Ләкин беҙ был осраҡта иң мөһимен тормошҡа ашырҙыҡ – суд, “Күсемһеҙ милек Хәмиҙә инәйгә ҡайтарылырға тейеш!” тигән ҡарар сығарҙы. Ләкин бының өсөн айҙар түгел, йылдар үтәсәк әле.
Сөнки беҙ бик оҙаҡ итеп Динарҙың һауығып сыҡҡанын көттөк. Динар сыҡты, ләкин аяҡҡа баҫа алманы. Уны ҡарау Хәмиҙә инәйҙең эше булып ҡалды. Мин ара-тирә уларға кереп, хәл белеп йөрөйөм, үҙ яйым менән асоциаль ғаиләләрҙән фатирҙарын тартып алыу осраҡтары хаҡында мәҡәлә әҙерләүемде дауам итәм. Шул арала ғибрәтле генә ваҡиғалар булып үтте. Әлеге Рәсимә, яҡлауһыҙ кешеләрҙең фатирҙарын тартып алыуҙа ғәйепләнеп, шартлы рәүештә икеме, өсмө йылға хөкөм ителде. Шартлы рәүештә, тигән һүҙҙе беләһегеҙҙер, ниндәйҙер енәйәт ҡылған осраҡта, хөкөм ителеүсе колонияға оҙатыла. Уның хаҡында минең белгәндәрем шулар менән сикләнә, сөнки суд май аҙаҡтарында тамамланды, ханымдың әйберҙәрен төйнәп, бик көсөргәнешле тормоштан һуң көньяҡтағы дәүләттәрҙең береһендә – Төркиә, Тунис, Мысыр – ял итеп ятыуы ла бик ихтимал.
Яҙғандарымдың төп асылы шул, тоталитаризм дәүерендә бик күптәр ғәҙел һәм ғәҙел булмаған юлдар менән фатир эләктереүгә өлгәште. Бушҡа килгән фатир енәйәтсел көстәрҙе һәр ваҡыт үҙенә ымһындырып торасаҡ һәм уны юғалтыуҙан берәү ҙә гарантияланмаған. Ләкин беҙҙең осраҡта фатирҙы ғына түгел, үҙеңдең иң яҡындарыңды юғалтыу ҡурҡынысы ла өҫтә айбалта һымаҡ эленеп тора.
Иң ҙур зыянды бында Хәмиҙә инәй күрҙе. Сөнки урынында көндәр буйы ятҡан улына ҡарап ул беҙгә килгән һайын:
“Улымды юғалттым. Динарымды ҡарай алманым. Ҡуй инде, мин улымды шулай юғалттым”, – ти.
Ә төптән тороп ҡараһаң, Хәмиҙә инәй башҡаларҙы киҫәтә һәм һаҡ булырға саҡыра һымаҡ.
Әйткәндәй, был мәсьәлә ваҡыт-ваҡыт кире ҡалҡып сығыр төҫлө. Сөнки беҙ Динар, Рәсимә тураһында яҙып, Тыуыу тураһында таныҡлыҡҡа ярашлы, уларҙың улы булған Вилде бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырҙыҡ. Һалҡын ҡанлы, йәлләү белмәгән Рәсимә, миңә мәғлүм булыуынса, үҙенеке тип иҫәпләнгән улы хаҡында бер тапҡыр ҙа ҡыҙыҡһынмаған һәм хәстәрлек күрмәгән. Беҙ быға ғәжәпләнмәнек.
Вил Хәмиҙә инәйҙең фатирын эләктереү операцияһында үҙенең бурысын үтәне һәм ул хәҙер берәүгә лә кәрәк түгел.
Рәсимәнән Вилде нимә эшләтергә, тип һорағыҙ, һис икеләнмәйем, ул, ике лә уйлап тормайынса: “Малайҙы балалар йортона тапшырығыҙ. Беҙҙең дәүләт уны ғына ҡарарлыҡ”, – тип яуап бирәсәк.
Ә Вил был хаҡта белмәй. Ул өләсәһен, көнө-төнө түшәктә ятҡан атаһын ярата, оҙаҡламай, мәктәпкә барырға әҙерләнә. Опека органдарының да Вилгә һорауы юҡ. Малай атаһы эргәһендә, өләсәһе тәрбиәһендә.
Хәмиҙә инәй, Вил Мөхитовты нимә эшләтәһегеҙ, тип һорағас, мин ейәнемде бер ҡайҙа ла бирмәйем, тип яуап биргән. Һәм әле лә килеп инерҙәр ҙә, Вилде тартып алырҙар, тип ҡурҡып йәшәй. Опека органдары ла үҙ эшен белә, Вилдең йәшәү, көнкүреш шарттары менән даими танышып тора. Хәмиҙә инәй, элекке ғәҙәт буйынса, опека бүлегенән килгән мәрйәне ҡуш ҡуллап ҡаршы ала, күстәнәстәрен тоттора, бүләктәрен бирә. Иң ҡыҙығы шул, апайҙың тап ошо йомартлығы арҡаһында ғаиләнән Вилде тартып алмайҙар һәм ул үҙен, малайҙы үҙендә ҡалдырып, хөкүмәтте отҡан һымаҡ итеп тойоп йәшәй.
Аҙағы.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: