+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Октябрь 2020, 09:19

ТАШ ЙЫЛЫҺЫ. Мажаралы бәйән. Беренсе бүлек.

Әгәр былтырғыһын да ҡушып иҫәпләһәң, был яҡтарға икенсегә килеүе. Былтыр аптырап байтаҡ һорауҙарға яуап таба алмай ҡайтҡайны. Быйыл иһә һорауҙар тағы ла күбәйҙе. Юҡ, был халыҡ ябай түгел. Был йәһәттән Европа Рәсәйҙән байтаҡҡа алға киткән, тип иҫпләһәләр ҙә, Рәсәй халҡын, айырыуса, башҡорттарҙы, аңлау өсөн байтаҡ баш ватырға кәрәк әле. Ауыр хәрби машинаның урындағы оҫталар тарафынан ҡунаҡхана бүлмәһе һымаҡ арлы-бирле көйләнгән кузовында битараф ҡына тирә-яҡты байҡап бара. Ә Фрид әфәндегә бында оҡшай. Бер туҡтауһыҙ фотоға төшөрһөнмө, йәки өҫтәренә ишелергә торған ҡаяларға видеокамераһын йүнәлтһенме, һуңынан шуларҙы ентекләп ҡарай. Халыҡ бында ожмахта йәшәгән һымаҡ икән. Бер нимәгә мохтажлыҡтары тойолмай. Кейем-һалым тигәндәре әлбиттә, боронғо түгел, яртылаш, тип әйтерлек, милитаристик стилдә тегелгән. Ҡунаҡ аҡрын ғына үҙенең юлдаштарын барлай. Бына берәүһе ошолар араһында иң юғарыһы иҫәпләнә, шикелле. Хатта кешесә һөйләшә лә белмәй, һәр мәсьәлә буйынса бойороҡтар биреү менән генә шөғөлләнә. Фамилияһы Абсалахов, тинеләр. Түрә сит ил ҡунағына һыйына биреберәк йоҡомһорап бара. Кисә Шүлгәнташ эргәһендәге ҡунаҡханала ныҡ ҡына һыйландылар, шикелле. Ике-өс ҡат мунсаға инеп сыҡтылар. Төнгө Ағиҙелгә сумдылар. Ә бына Ғәлләмов сит кеше түгел. Былтыр урынбаҫар ине, быйыл директор итеп ҡуйғандар.


ТАШ ЙЫЛЫҺЫ.
Мажаралы бәйән.
Беренсе бүлек.
Әгәр былтырғыһын да ҡушып иҫәпләһәң, был яҡтарға икенсегә килеүе. Былтыр аптырап байтаҡ һорауҙарға яуап таба алмай ҡайтҡайны. Быйыл иһә һорауҙар тағы ла күбәйҙе. Юҡ, был халыҡ ябай түгел. Был йәһәттән Европа Рәсәйҙән байтаҡҡа алға киткән, тип иҫпләһәләр ҙә, Рәсәй халҡын, айырыуса, башҡорттарҙы, аңлау өсөн байтаҡ баш ватырға кәрәк әле. Ауыр хәрби машинаның урындағы оҫталар тарафынан ҡунаҡхана бүлмәһе һымаҡ арлы-бирле көйләнгән кузовында битараф ҡына тирә-яҡты байҡап бара. Ә Фрид әфәндегә бында оҡшай. Бер туҡтауһыҙ фотоға төшөрһөнмө, йәки өҫтәренә ишелергә торған ҡаяларға видеокамераһын йүнәлтһенме, һуңынан шуларҙы ентекләп ҡарай. Халыҡ бында ожмахта йәшәгән һымаҡ икән. Бер нимәгә мохтажлыҡтары тойолмай. Кейем-һалым тигәндәре әлбиттә, боронғо түгел, яртылаш, тип әйтерлек, милитаристик стилдә тегелгән. Ҡунаҡ аҡрын ғына үҙенең юлдаштарын барлай. Бына берәүһе ошолар араһында иң юғарыһы иҫәпләнә, шикелле. Хатта кешесә һөйләшә лә белмәй, һәр мәсьәлә буйынса бойороҡтар биреү менән генә шөғөлләнә. Фамилияһы Абсалахов, тинеләр. Түрә сит ил ҡунағына һыйына биреберәк йоҡомһорап бара. Кисә Шүлгәнташ эргәһендәге ҡунаҡханала ныҡ ҡына һыйландылар, шикелле. Ике-өс ҡат мунсаға инеп сыҡтылар. Төнгө Ағиҙелгә сумдылар. Ә бына Ғәлләмов сит кеше түгел. Былтыр урынбаҫар ине, быйыл директор итеп ҡуйғандар.
Оҡшай Фрид әфәндегә был яҡтар. Бындағы башҡорт тәбиғәтен тәүге сәфәрҙән үк яратты. Был яҡтарҙың тәбиғәтенең генә түгел, һәр ташының ҡөҙрәтле икәнлегенә былтыр уҡ ышанып ҡайтҡайны Фрид. Берлинда, аҙаҡ Амстердамда, һуңынан Парижға килгәс, үҙенә нимәлер етмәгән һымаҡ итеп тойҙо. Ошо яҡтарға. ике аҙналыҡ сәфәре осоронда өйрәнгән дә ҡуйған, шикелле. Һуңынан бындағы ваҡиғалар ҡат-ҡат төшөнә инеп йөҙәтте. Бындағы юлда ятҡан ташҡа тиклем нидәйҙер сихри көскә эйә һымаҡ. Фрид былтыр ҙа, быйыл да туҡтаған һайын таштарҙы тотҡолап, һыпырып-һыпырып ҡараны. Урындағы башҡорттар ҙа юлда ятҡан шул таштарға иғтибар менән нимәлер уҡына-уҡына ҡарайҙарсы. Фрид улар ыңғайына үҙенсә таштар менән һөйләшергә өйрәнеп ҡарағайны, әүрәне лә китте бит. Бына икенсе тапҡыр үтеп баралар, таштар уны күреп, юлға сығып, үҙен сәләмләй һымаҡ.
Таштары ярай, бында етерлек, вагон-вагон тултырып ташыһаң да, бөтмәҫ һымаҡ. Ә шул ҡаяларға һыйынған мәмерйәләрен генә әйт әле. Ярай,Шүлгәнташын арҡыры-буй йөрөп сыҡҡандар. Ундағы боронғо һүрәттәр Испаниялағыларҙан ике-өс тапҡыр ҡартыраҡ булһа ла әле үҙҙәрендә асылмаған серҙәрҙе байтаҡ һаҡлай әле.
Ә ниңә ул таштарҙы вагон-вагон ташырға? Уның бәләкәй-бәләкәй генә киҫәктәрен алып ҡайтып һалғанда ла етер ине бит.
Фрид Шүлгәнташ мәмерйәһендә тиҫтәләрсә мең йылдар элек төшөрөлгән һүрәттәрҙе тәүге тапҡыр күргәндән һуң тетрәнеүен иҫкә төшөрҙө. Бер ниндәй һаҡһыҙ, бер-береңә ышаныуға ғына сикләнеп, мәңге ҡараңғы мәмерйәнең төрлө мөйөштәрендә әллә 20 әллә 30 мең йыл элек төшөрөлгән һүрәттәрҙең әле булһа һаҡланыуын әйт әле. Шулай, был Европа түгел, башҡорт иле. Бында халыҡ һәр ташҡа тере йәнгә ҡараған һымаҡ ҡарарға һәм һаҡларға өйрәнгән.
Ауыр машина байтаҡ ҡына йылға буйлап барҙы. Машинаны бик оҫта йөрөткән водителдең эргәһендәге ҡыҙҙар менән шаярышып һөйләшкәне ишетелә. Икеһе лә ошондағы ҡыҙҙар. Фрид уларҙың исемен дә хәтерләмәй инде. Улар өсөн әлеге водитель, исеме Мирон булдымы, яуап бирә, шикелле. Бер аҙ барғандан һуң машина ҡапыл туҡтаны һәм шунда уҡ двигателен һүндерҙеләр. Әле байтаҡ барырға, яғыулыҡты һаҡ тотонорға кәрәк. Сәфәрҙе ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алған фирма ла, уның вәкилдәре лә был яҡтарҙа беренсе тапҡыр йөрөмәй. Төшөп, быуындарҙы яҙып алырға булдылар. Фрид ҡыҙыҡ өсөн үрелеп, йылғаға ҡараны. Балыҡтың күплеге! Өҫтә ҡояш торғанғамы икән, балыҡтар ярҙағы кешеләрҙе күрмәй һәм ғәләмәт ҙур аквариумдағы һымаҡ бер-береһе менән уйнай.
– Бына ошо була инде беҙҙең киске аш, – тип Айтуған ҡайҙандыр бер нисә ҡыл тартып сығарҙы һәм нәҙек кенә ағас осона бәйләп, күҙ алдында балыҡтарҙы сүпләй башламаһынмы! Оһ! Бына беләк йыуанлығы бағры ысҡынды бит. Мәскәү тота алманы. Балыҡты шулай мәскәүләп эләктерәләр икән. Абсалахов һоҡланып ҡарап торҙо ла, Айтуғанға:
– Егет, ана һиңә ымһынып ҡарап тора. Ниңә ҡунаҡты ла ҡатнаштырмайһың? – тине.
– Уға былай балыҡ тоторға өйрәнеү өсөн ошонда тыуырға кәрәк, – тине Айтуған ике лә уйлап тормай. – Беҙҙең бурыс – уны балыҡ тоторға өйрәтеү түгел, уны имен-аман, асҡа үлтермәйенсә йөрөтөп алып ҡайтыу.
Абсәләхов менән Айтуған араһына Әйүп килеп ҡушылды:
– Ниңә мәскәүеңде йәлләйһең? Тоттор үҙенә, һыуға тығып булһа ла ҡараһын.
– Ә осоп төшһә кем яуап бирә? – тине Айтуған. – Юҡ, улайһа, мин ҡатнашмайым. Мә, үҙегеҙ тотоғоҙ. Һәр үткенсе балыҡтарҙы сүпләй башлаһа, урындағыларға нимә ҡала?
Абсалахов ҡулын һелтәне лә Фрид әфәндегә карта менән бараһы юлды төшөндөрөргә тотондо:
– Бынау ҡая әлегә кәртә булып тора. Уны урап үтергә һәм ошо уя аша ғына, бер ун километр самаһы булыр, мәмерйәгә сығырға мөмкин икән.
Һүҙгә ошондағы ҡурсаулыҡ хужаһы Дим Ғәлләмов ҡушылды:
– Уя аша сыҡһаҡ, йәйәүләп бер өс-дүрт сәғәттә барып етеү мөмкинлеге бар. Ләкин ҡурҡыныс. Анау ҡаяларҙың береһе генә ҡолаһа, беҙгә некролог яҙырға, ә иң яҡшы осраҡта хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерергә мөмкин. Сөнки был Кармадон уйһыулығы түгел, бында килеп тә, эҙләп тә тормаясаҡтар. Фрид әфәнде, беләһегеҙме, башҡорттар, урау булһа ла, юл яҡшы, ти. Беҙ ошо мәҡәлдән баш тартмайыҡ, уны тормошҡа ашырайыҡ.
Урау булһа ла, юл яҡшы. Шәп әйтем! Фрид уны шунда уҡ яҙып алды. Абсалахов уның эргәһенә килеп, күҙ ҡырыйы менән генә нимә яҙғанын күреп өлгөрҙө.
– Мин бындағы халыҡтың менталитетын аңларға теләйем, – тине Фрид теге һөмһөҙгә. – Урындағы халыҡ, мин улар хаҡында күберәк белгән һайын, серлерәк була бара.
– Ошоларҙы әйтәһеңме? – Абсалахов үҙ эше менән булған кешеләргә һауалы ғына ҡулын һалтәне. – Уларға бер шешә суррогат тоттор, барлыҡ донъяһын, хатта бынау ҡыҙҙарын да һатып ебәрәсәк.
– Белмәйем, – тине битараф ҡына Фрид. – Мин уларҙы аңларға тырышам. Бына, миңә “Урал батыр” эпосын бүләк иттеләр. Әгәр унда яҙылғандарҙың барыһына ла төшөнһәң, был бит донъя кимәлендәге әҫәр! Әйтә алмайым, тәржемәһенең сифаты нисектер, миңә ҡалһа, мажаралы повесть һымаҡ уҡыла.
– Уҡылһын, – тина Абсалахов. – Фрид әфәнде! Мин шуны белергә теләйем, һеҙҙең әлеге сәфәрегеҙҙең маҡсаты быларға бер аҙ билдәлеме?
Фрид был әҙәмгә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ҡабаланмай ғына, мөмкин тиклем бер әйтеүҙә барып етерлек һүҙҙе һайланы, сөнки, күренеп тора, был һөмһөҙ үҙенең вәкәләттәрен самаһыҙ юғары баһалай. Уның өсөн ҡыҫылыу мотлаҡ булмаған өлкәгә һонола һәм бар эште юҡҡа сығарыуы ихтимал. Ләкин Европа шарттарында тәрбиәләнгән әллә немец әллә голланд кешеһе ҡыҫҡа ғына итеп:
– Мин һеҙҙең нимә менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы аңламайым, – тип кенә яуап бирҙе.
Шунан һуң Фрид үҙен бында хужа һымағыраҡ тойған Ғәлләмов эргәһенә килде.
– Мин контракттың үҙемә тейешле нөсхәһен алмағанмын.Миңә экспедиция ағзаларының артыҡ һорауҙар биреүе түгел, беҙҙе хеҙмәтләндереүсе ике ханымдың милли кейемдә булмауы ғәжәпләндерә.
– Булыр, булыр, – тип өтәләнде Дим. – Кейемдәре һалынған, үтекләнгән. Барып еткәс, бөтәһе лә О’Кey буласаҡ.
Абсалахов бында тағы килеп ҡыҫылды.:
– Әгәр ҡыҙҙарҙы кейендереү йә сисендереү кәрәк булһа, миңә мөрәжәғәт итегеҙ.
Оҙаҡламай, ҡеүәтле “Урал” тағы ла алға ынтылды. Фрид һаман да үҙен уйлай: “Эх, ошо яҡтарҙы йәйәүләп арҡыры-буй йөрөп сыҡҡанда!”
Тағы бер йылғаны кистеләр, уныһын Бәләкәй Нөгөш, тинеләр. Алда Үҙән йылғаһы, тинеләр. Фрид әлеге экспедицияла һаман да Абсалаховтың ниндәй урын тотоуына төшөнә алмай. Ҡарап тороуға тыныс һәм әҙәпле генә кешегә оҡшаған, тик һәр бер нәмәнән ниндәйҙер бәхәс йә низағ сығарырға ғына тора. Был сәфәргә былтырҙан бирле әҙерләнәләр. Төп сығымдарҙы Фрид күтәргәс, ул алдан уҡ экспедицияла ҡатнашыусыларға толерантлыҡ, бер-береһен хөрмәт итеү, гуманлы мөнәсәбәттәр хаҡында талаптар ҡуйғайны. Һәр береһе хатта тест һорауҙарына ла яуап бирҙе. Урындағылар әйтмешләй, барыһы ла һыйышлы кешеләр һымаҡ. Әлегә тиклем, ҡайҙа Евросоюз, барлыҡ донъяла бындай сәфәр беренсе тапҡыр ойошторола. Күпме көттө, күпме эҙләне уны Фрид. Әлеге Испаниялағы мәмерйәләргә барып, боронғо рәссам төшөргән һүрәттәргә ҡарап тетрәнеүе, һушын юғалтып, йығыла яҙыуы әле лә хәтерендә. О, был бер ҡатлы донъя! Кешеләр юҡҡа бер-береһенә ышана. Фрид тарихтан белә. Мәҫәлән, аҡылдан шашҡан фюрер Рәсәйгә ҡаршы һуғыш асҡас, иң тәүге приказдарының береһе шул була – бында хәрби ҡорал, кешеләр тейеп килгән вагодар береһе лә буш ҡайтырға тейеш түгел. Улар бындағы сиркәүҙәрҙән, музейҙарҙан талап йыйылған ҡомартҡылар менән тултырылырға тейеш. Әгәр ҡомартҡылар бөтһә, ошондағы ҡара тупраҡ менән туп-тулы булырға тейеш вагондар. Ҡомартҡылары таланған, төп нигеҙе булған ҡара тупраҡ сит ергә сығарылған ил ғүмерҙә лә аяҡҡа баҫа алмай. Ошоно яҡшы аңлай Фрид. Эйе, Рәсәй ҙур,бындағы халыҡ серле һәм ифрат аңлайышһыҙ. Ләкин улар үҙҙәренең байлыҡтары менән бүлешә белергә тейеш.
Фридҡа һыйынып ултырған Абсалахов тағы ла ойоп китте һәм, үҙелә һиҙмәҫтән, сит ил ҡунағына ҡолап-ҡолап алды.
Юҡ, был бәндә Фридҡа оҡшамай. “Был – беҙҙең кеше, ул сәфәрҙең маҡсатын яҡшы белә. Ул ҡатнашҡанда Эштең еренә еткерелеп үтәлеренә бер шик тә юҡ”, – тип алдан уҡ ышандырһалар ҙа, Фрид уға ышанмай. Әле лә үҙенең кире мөнәсәбәтен белдереү өсөн бәүелеп йоҡлап килгән түрәне ваҡыт-ваҡыт көслө генә итеп эткеләп ебәрҙе. Ә уныһы, бына мәлғүн, һәр ҡолата эткән һайын, бер нисә секундҡа ғына уяна ла, тағы ла бәүелеп, йоҡлауын дауам итә. Ҡунаҡтың асыуы килә. Ошондай ҙа яуаплы эште бынауы кешегә ышанып тапшырҙылармы икән?
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: