+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Октябрь 2020, 10:50

ТАШ ЙЫЛЫҺЫ. Мажаралы бәйән. Икенсе бүлек.

Таш өҫтөнә ятып йоҡланым, ти бит әле. Фрид үҙе лә шуға иғтибар итте. Бында, ысынлап та, таш өҫтөндә ятып йоҡларға мөмкин. Йомшаҡлығын, үҙегеҙ беләһегеҙ, маҡтарлыҡ түгел, ләкин бына, йылылығы бар. Фрид шуға иғтибар итте, бындағы таш йылыһы ерҙәге һис бер нимә менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Бөтә Урал тауҙары ҡояш нурҙарына иркәләнеп йылына һәм ошо йылыны иртәгәһе көнгә тиклем һаҡлай. Фрид үҙенең ошо таш йылыһына мөкиббән китеүенең сәбәптәрен эҙләй һәм ҡәҙимге бизнесмен һымаҡ фекер йөрөтә. Европа алға киткән, тиһәләр ҙә хәҙер бында боронғолоҡҡа бер миҙгелгә, бер нисә минутҡа ғына булһа ла әйләнеп ҡайтыу ихтыяжы йәшәй. Уны бер нисек тә аңлатырлыҡ түгел. Әгәр матур ғына итеп реклама яһағанда, хатта бер нисә турҙы бушлай ойошторорға мөмкин, Урал тауҙары мөғжизәләргә ифрат бай бит.



ТАШ ЙЫЛЫҺЫ.
Мажаралы бәйән.

Икенсе бүлек.
Килеп урынлашыуҙарына ике көн үтеп тә китте. Былай тәртип яғы бик ҡаты, һәр хәлдә, Фрид әфәндене ҡәнәғәтләндерә. Эсергә алып, мәжлес ҡороп, иртәгәһен баш төҙәтергә таптырып йонсоторҙар, тип ҡурҡытҡайнылар, ул-был тойолмай. Һуңынан килеп ҡушылған Риф менән Хәмит исемле егеттәр тәүҙә бик күңелһеҙ йөрөнөләр, аҙаҡ Абсалахов менән Ғәлләмов ҡайҙа килеп эләгеүҙәрен матур ғына итеп аңлатып бирҙеләр, шикелле. Башҡалар ыңғайына күндәм генә эшкә тотондолар.
Тәүге көндәрҙән үк Фрид Зоммер әфәнде ҡаты тәртип урынлаштырҙы. Башҡаса мөмкин түгел. Юғиһә, Илшат исемле егеттәре тәүге көндә үк кис юҡҡа сыҡты ла икенсе көнөнә генә әйләнеп ҡайтты. Яуап талап иткәс: “Алыҫҡараҡ киткәйнем,аҙашҡанмын. Шунда таш өҫтөндә ятып йоҡларға тура килде”, – тип аңлатты. Йоҡлағанмы,юҡмы, билдәһеҙ, берәр зыян килтереп ҡуймаһа, шул еткән.
Таш өҫтөнә ятып йоҡланым, ти бит әле. Фрид үҙе лә шуға иғтибар итте. Бында, ысынлап та, таш өҫтөндә ятып йоҡларға мөмкин. Йомшаҡлығын, үҙегеҙ беләһегеҙ, маҡтарлыҡ түгел, ләкин бына, йылылығы бар. Фрид шуға иғтибар итте, бындағы таш йылыһы ерҙәге һис бер нимә менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Бөтә Урал тауҙары ҡояш нурҙарына иркәләнеп йылына һәм ошо йылыны иртәгәһе көнгә тиклем һаҡлай. Фрид үҙенең ошо таш йылыһына мөкиббән китеүенең сәбәптәрен эҙләй һәм ҡәҙимге бизнесмен һымаҡ фекер йөрөтә. Европа алға киткән, тиһәләр ҙә хәҙер бында боронғолоҡҡа бер миҙгелгә, бер нисә минутҡа ғына булһа ла әйләнеп ҡайтыу ихтыяжы йәшәй. Уны бер нисек тә аңлатырлыҡ түгел. Әгәр матур ғына итеп реклама яһағанда, хатта бер нисә турҙы бушлай ойошторорға мөмкин, Урал тауҙары мөғжизәләргә ифрат бай бит.
Фрид аҡрынлап үҙенең юлдаштарының холоҡ-фиғеленә төшөнөргә ынтыла. Ниндәйҙер аңлашылмаған, баш етмәҫлек халыҡ һымаҡ улар. Улар араһында иң мәғәнәһеҙе һәм мәкерлеһе Абсалахов икәнлеге күренеп тора. Фрид, әлбиттә, аңлай, Абсалаховҡа юғары кабинеттарҙың береһендә үтәләһе эш еткерелгән һәм ул уны теүәл тормошҡа ашырырға тейеш. Ә бына Дим, Ғәлләмовты әйтә, ошондағы ҡурсаулыҡтың директоры, тәү ҡарамаҡҡа ғына еңел холоҡло тойолһа ла, төплө генә һорауҙар ҡуйырлыҡ һәм талап итерлек. Кисә иртән иртүк Фридҡа эйәреп сыҡты:
– Ошонда күпме йәшәйем, ҡояш сыҡҡанын да ҡарағанын булманы, өлгөрмәйем, – ти.
Шунан һуң Фридтың сәфәренең маҡсаты менән бер аҙ таныш булғас:
– Ошо яҡтарҙа турбазалар ойоштороп, сит илдәрҙән ҡунаҡтар йәлеп итеп, халыҡты эшле итеп булмаҫмы икән? Ҡаҙнаға аҡса йәлеп итеп, көнкүреште яҡшыртырға мөмкинлек табылмаҫмы? – тип һораны.
Фрид был яҡтарға икенсегә килгәс, байтаҡ нәмәгә төшөнгәйне, шуға нимә тип яуап бирһен инде. Ул – ҡунаҡ. Әҙәплелек талаптарын аҙмы-күпме үтәргә тейеш. Бында ҡунаҡтар саҡырыу өсөн әле күп эшләргә кәрәк. Сөнки нәзәкәтле Европа сервис – хеҙмәтләндереү йәһәтенән аҡсаны уңға-һулға таратырға ашыҡмай. Әгәр үҙен хеҙмәтләндереү 3әнәғәтләндермәһә, ҡайтып китергә лә күп һорамаясаҡ һәм бында бер ваҡытта ла кире килмәйәсәк. Дуҫ-иштәренә лә яманлап һөйләйәсәк, тип әйтеп булмай бит инде. Һөйләһәң – һүҙ, тиҙәр икән бында. Күпме йөрөй, ә Европаса бәҙрәф күргәне юҡ Фрид бында.
Ләкин, уның ҡарауы, бында, Европанан айырмалы, башҡалары етерлек. Бындағы һымаҡ саф һауаны, бар донъяны йәмләп ултырған сәскәләрҙе күпселек ихлас һәм эскерһеҙ халыҡты башҡа бер ерҙә лә осратып булмаясаҡ. Тап шуның өсөн генә лә бында килергә кәрәк. Фрид үҙен донъя яралғандан алып ошо көндәргә тиклем килеп еткән күптән булған, онотолған һәм мәңге ҡабатланмаясаҡ ваҡиғаларҙың шаһиты һымаҡ тойҙо.
Ә Ғәлләмовтың һорауы бер ҡатлы яңғыраһа ла, мәғәнәһе юҡ түгел. Килер заман, Урал тауҙарында йәшәгән халыҡтарҙан да байыраҡ көн иткән башҡа халыҡ булмаясаҡ. Әлеге ҡояшҡа иркәләнеп, үҙенә саҡырып торған миллиард тонна таштарҙың ҡуйынында ниндәй генә байлыҡтар ятмайҙыр. Ул хазиналар барыбер ошондағы халыҡҡа хеҙмәт итергә тейеш бит.
Ә Фрид ошондағы хазиналарға, үҙенең һис мөнәсәбәте булмаһа ла, йоғоноп ҡалғыһы килә. Уларҙы бөгөн Күнгәк мәмерйәһе менән тәүге танышыу көтә. Эйе, Урал тауҙарында әле асылмаған, кеше күрмәгән мәмерйәләр байтаҡтыр. Күнгәк исемен йөрөткәне лә – шуларҙың береһе. Былтыр Фрид үҙе уға керергә батырсылыҡ итмәй байтаҡ уйланып йөрөнө. Быйыл иһә, ҡыйыуланды. Тәүҙә 100 метр үттеләр, икенсе кергәндәрендә 300 метрлап үтеп ҡуйҙылар. Ә мәмерйәнең сиге күренмәй. Төпкәрәк барған һайын, юл да ҡатмарлаша. Бер урында 50 метрҙар самаһы түбән төшөргә тура килде. Был йәһәттән Фрид әфәнде өсөн Дим менән Илшат алыштырғыһыҙ кәңәшселәр булып сыҡты. Үҙҙәренең белмәгәндәре юҡ, ләкин файҙаланыу йәһәтенән юҡ, тип әйтерлек. Өсәүләшеп төшөп еткәс, Дим бышылдап ҡына һөйләй башланы:
– Фрид әфәнде, мәмерйәләр өсөн тынлыҡты һаҡлай белеү – төп талаптарҙың береһе. Бында борондан ҡалған, ошонда аҙашып үлгән кешеләрҙең һәм йәнлектәрҙең рухтары осоп йөрөй һымаҡ. Уларҙы өркөтөргә ярамай. Әгәр мөмкин булһа, яҡтыртҡыстар менән дә һағыраҡ булайыҡ. Ә бынауы һөйәктәр өйөмөн күрәһегеҙме? Миңә ҡалһа, был ожмахҡа йә тамуҡҡа етеүсе ҡапҡа һымаҡ. Бында эләккән йән эйәләренең кәүҙәләре, йәғни, һөйәктәре ошонда ятып ҡалған, ә үҙҙәренең рухтары ары үтеп киткән. Һеҙҙе бында ҙур асыштар көтә, Фрид әфәнде. Мин ошо һөйәктәр өйөмөндә ҡылыс тешле юлбарыҫтарҙың ятыуына ла ышанам. Бына улар килеп сығыр ҙа, ҡылыс тештәрен ялтыратып, беҙгә дәһшәтле ырылдар һымаҡ. Һеҙ мине алдай тип уйламағыҙ. Әле донъяның бер музейында ла ҡылыс тешле юлбарыҫтарҙың һөйәге лә юҡ. Ә һеҙ бында туҡ һәм рәхәтлеккә сумған Евросоюздан килеп, понимаешь, кешелектең тиҫтәләрсә мең йыллыҡ, ҡабатлап әйтәм, тиҫтәләрсә мең йыллыҡ тарихының өҫтәндә тораһығыҙ. Юҡ, тормайһығыҙ, алпан-толпан атлап йөрөйһөгөҙ. Ә һеҙҙе алда тағы ла ҙурыраҡ мөғжизә көтә.
Һүҙгә быға тиклем бик өндәшеп бармаған Илшат ҡушылды:
– Ҡәтғи талап! – тине ул киҫкен генә итеп. – Бер эҙҙән генә атларға, уңға-һулға талпынмаҫҡа, бер нимәгә лә ҡағылмаҫҡа, бер нимәне лә алмаҫҡа! Ғөмүмән, үҙебеҙҙең ғалимдар әле күреү түгел, ишеткәне лә юҡ. Ә сит илдән килгән вәкилде индереү осрағы – беренсе тапҡыр. Фрид әфәнде, минең һеҙгә һорауым бар. Беҙҙең көс структуралары һеҙҙең хаҡта мәғлүмәт тупларға тырышты, ләкин уңышһыҙлыҡҡа дусар булды. Ҡыҫҡаһы, һеҙ бер ҡайҙа ла юҡ. Ошо сәбәпле, тамуҡтыңмы әллә ожмахтыңмы ҡапҡаһы алдында һеҙ беҙгә әйтергә тейеш: һеҙҙең сәфәрегеҙҙең төп маҡсаты нимәлә? Бында килеүегеҙ ҡыҙыҡһыныумы әллә ҙурыраҡ маҡсатҡа бәйлеме?
Сит ил ҡунағы Дим менән Илшаттың һүҙҙәрен берсә аптыранып, берсә тетрәнеп тыңланы. Ләкин күпте күргән Фрид юғалып ҡалманы:
– Минең хаҡта мәғлүмәттәр йәшерен түгел. Мин – ябай кеше. Эйе,бер аҙ аҡсам бар. Ғүмеремде тәүтормош кешеләрҙең йәшәйешен өйрәнеүгә бағышларға булдым. Мин һеҙгә шунан артығын әйтә алмайым. Сөнки минең хаҡта Абсалахов әфәнде яҡшыраҡ белә, минең сәфәрем буйынса уға бурыс еткерелгән, әгәр һорауҙарығыҙ булһа, уға мөрәжәғәт итегеҙ, – тине ҡоро ғына.
– Ә Абсалахов был хаҡта онотманымы икән? – тине Илшат. – Юғиһә, бар шөғөлө – ашнаҡсы ҡыҙҙарҙы эҙәрлекләү, шикелле. Төн уртаһында Айбикә менән Гөлбаныуҙың палаткаларын һелкетеп йөрөүен нимә менән аңлатырға?
– Был хаҡта һөйләшеү булды, – тине Дим. – Башҡа ҡабатланмаҫ, тигән өмөт бар. Фрид әфәндегә һорауҙар ҡала, ул ентекләп уйлаһын. Бәлки кәйефе күтәрелеп, асылып та китер.
– Эйе, беҙҙең ҡунаҡсыллыҡтың сиге юҡ, – тине Илшат. – Ләкин ҡунаҡтарҙың, әгәр үҙҙәрен әҙәпле тота белмәһәләр, ошо ҡараңғы тишектәрҙең береһендә юғалып ҡалыуы ла бик ихтимал.
Быныһы, инде, асыҡтан-асыҡ янау ине. Фрид шуға төшөндө: алдан бик ентекләп уйланылған һәм ҙур маҡсаттар ҡорған сәфәр еңел генә булмаясаҡ. Ләкин, аҡсаң булған осраҡта, барлыҡ кәртәләрҙе лә үтеп сығырға, кәрәк булһа, һатып алырға, ә инде һатып алып булмаһа, тартып алырға мөмкин. Сөнки үҙенең сәфәренең төп асылын Фрид үҙе генә белә, ул уны берәүгә лә асмаясаҡ. Бының өсөн ул күпме аҡса түкте, ауыр һәм ҡатмарлы һөйләшеүҙәр алып барҙы. Хәҙер, инде килеп еткәс, табыштың ҡулдарына килеп эләгерен тойғас ҡына баш тартырғамы? Юҡ. Фрид ундай кеше түгел.
Фрид әлегә өндәшмәй. Уның Рәсәйгә сәйәхәтен ойоштороусылар был йәһәттән бер нисә ҡыҙыҡлы ғына фараздар тәҡдим иткәйне. Фрид үҙе баш тартты. Ниңә ул тиклем ҡатмарлаштырырға, аҡсаһы бар, етерлек, Рәсәй ҙә коррупциянан азат илдәр исемлегендә күренмәй. Шулай булғас, теләгән бер мәшәҡәтте долларҙар йә евро менән хәл итергә мөмкин. Шуға ул бөгөн үҙен ҡаты иркен тота. Юлдаштарына күндәмлеген күрһәтһә лә үҙ фекерендә ҡала. Әлегә уның тарафынан закон боҙоуға юл ҡуйылманы. Ул – ябай сәйәхәтсе генә. Ә сәйәхәтсенең статус шундай: улар көн һайын йөҙәр-йөҙәр миллионлап уңға-һулға үтә, шул арала нимәләр генә ҡыйланмай. Ҡыйланһа ни, ул бит аҡсаһын түләй.
Дауамы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: