Рәмзиә, Аллаға ялбарған һымаҡ, “алтылы”һына өндәшә: “Түҙ, ап-ағым, түҙ, хәҙер барып етәбеҙ”. Юҡ, күпме генә тырышмаһын, барып етә алманы. Үткән быуатта уҡ был ерҙәргә килгән автомобиль тиҙлеген кәметте, бер тапҡыр сөскөрҙө, бышҡырҙы һәм юл ситенә сығып, туҡтап ҡалды. Яғыулығы бөткәс, ҡайҙа барһын, ана, кеше лә оҙағыраҡ ашамай торһа, хәле бөтә, хатта үлеп тә ҡуя. Эш менән булып, ҡатын яғыулығын ҡарарға онотҡан шул. Ҡыҙыл уты янғас ҡына иҫенә килде, ләкин һуң ине. Ярай әле, һөтөн-ҡаймағын һатып бөткәйне. Юғиһә, әсеп, әрәм булаһы икән. Ә эргәһенән машиналар ике яҡҡа ла ағыла ғына! Исмаһам, берәүһе туҡтарға уйлаһа! Ташҡын булып киләләр. Сәғәттән артыҡ торҙо Рәмзиә. Ярҙам итергә теләүсе түгел, хатта туҡтаусы ла юҡ. Шундай заманда йәшәйбеҙ, һәр береһе – эшем эйәһе, ваҡыты юҡ, ҡабалана, өлгөрмәй. Ошо тиклем машина араһында бер танышының осрамауын әйт әле! Әллә такси йә эвакуатор саҡыртып ҡарарғамы икән? Күңеленән генә иҫәпләп сығарҙы: такси тигәне әллә килә, әллә юҡ, ләкин яғыулыҡ станцияһына барып еткәнсе, мең тәңкәне һыпырасаҡ. Ә эвакуаторға шылтыратҡайны, уныһы иң тәүҙә ике мең һум аҡса күсереүҙе талап итте. Йә инде, бер тутығып бөткән “алтылы” өсөн бер көнлөк килемеңде тоттор ҙа ҡуй, имеш! Июндә былай ҙа эше күп, айыртылған һөтө күпсеп ултыралыр, иртәгә эремсеге әҙерәк була инде.
Шул ваҡыт эргәнән үтеп барған “Тойота” дүрт тәгәрмәсен дә асфальтҡа сыйылдатып туҡтаны ла, артҡа бирҙе.
Рәмзиәнең күңелендә ышаныс уянды. Яҡшы кешеләр бөтмәгән бит әле! Әллә берәй танышымы икән? Ярты битен күҙлек менән ҡаплаған ҡатын:
– Ни хәл, Рәмзиә? Нимә булды? – тип ҡоро ғына өндәште.
Кем тиһә, был Әлиә лә инде! Ҡайһылай “текә” кейенгән!
– Бензин бөттө, Әлиә, рәхмәт инде, туҡтауың өсөн! – тине Рәмзиә.
– Канистрың бармы? – тине Әлиә. – Нисә литр кәрәк?
– Бер-ике литр етә инде. Канистр ҡайҙан булһын...
– Заправкаға тиклем йыраҡмы әле?
– Автосервис ултырған боролоштан һуң, ике километрҙай булыр.
Рәмзиә канистры юҡлыҡҡа ныҡ үкенде. Әлиә менән һөйләшкеһе лә килгәйне. Күптән осрашҡандары юҡ бит. Ни әйтһәң дә, ҡоҙа-ҡоҙағый булыша яҙған кешеләр бит.
Әлиә ҡуҙғалып китергә, заправканан бензин алырға йыйынғайны, иҫенә төштө:
– Галстук? Ниндәй галстук? – тип аптыранды Рәмзиә.
– Машинаңды таҡтырырға, арҡаның бармы?
Рәмзиә, йүгереп барып, багажнигын асты:
– Бына ята, ошомо ни “галстук”?
Текә “Тойота”, туҙған “алтылы”ны тағып, алға ынтылды. Бик аҡрын барҙылар. Әлиә, яғыулыҡ станцияһына барып еткәнсе, байтаҡ хәтирәләргә бирелеп өгөрҙө. Икеһе лә дуҫ, әхирәт булдылар. Рәмзиәнең улы Айзат, Әлиәнең ҡыҙы Наҡыя – класташтар булды. Бер партала ике йыл буйына юҡҡа ултырманылар. Хәҙер кемде булһа ла ғәйепләп булмай, уҡытыусыларҙан кемдер шаян Айзат эргәһенә Әлиәнең ҡыҙы Наҡыяны ултыртырға тәҡдим иткән. Йәнәһе, Наҡыя һәйбәт уҡый, етди ҡыҙыҡай. Тәртипһеҙ һәм тиктормаҫ Айзатты тәрбиәләп алыр. Ә улар нимә эшләгән? Ҡыҙ менән егет тәүге дәрестә үк бер-береһенә эҫенеп киткәндәр. Берәү ҙә белмәй, Айзатты нимә арбағандыр, Наҡыя тиктормаҫ малайға нисек ғашиҡ булғандыр? Бер урамда йәшәһәләр, тағы бер хәл, икеһе ауылдың ике осонда. Хатта бер-береһенә оҡшамағандар ҙа бит әле.
Наҡыя менән Айзаттың бергә ултырыуы мөхәббәт утының дөрләп тоҡаныуына килтерҙе. Ауылдың ике осо малайҙары быға тиклем дә бер-береһе менән дуҫ булмағас, Айзаттың көпә-көндөҙ Наҡыя йәшәгән йорт эргәһенә килеп сығыуы күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Ҡурҡмай килеүен әйт әле! Быны ни эшләтергә икән, тигән ҡиәфәт менән үрге ос малайҙары йыйыла ла башлағайны, өйҙән Наҡыя килеп сыҡты, Айзат менән бер аҙ һөйләшеп торҙо ла, бығаса бер ҡыҙ ҙа йөрьәт итмәгән батырлыҡты ҡылды. Ҡыҙ, егетен етәкләп, өйөнә кереп китте. Ҡарап торған егет-елән аһ итте. Уларҙың икеләнеүенең сәбәбе шунан ғибәрәт, Наҡыяның атаһы, Рифмир, атаҡлы көрәшсе, етмәһә, ауыл хәкимиәте башлығы. Уның ҡыҙы эргәһенә килгән егеткә нисек ҡул күтәрәһең дә, ни йөрәгең етеп, уны ҡыуалап ҡайтараһың? Айзат шулай итеп үрге осҡа үҙе оҡшатып йөрөгән ҡыҙ менән етәкләшеп килеп инде.
Әлегә уларҙы алда байтаҡ мажаралар көтә. 1998 йылдың көҙө генә, халыҡ, ҡулынан килгәнсә, йәшәргә ынтыла һәм капитализмдың тәүге емештәрен татый...
Ә әле иһә, Әлиәнең текә джибы тутығып, үтәнән-үтә күренеү кимәленә еткән “алтылы”ны, уңайһыҙланып ҡына, яғыулыҡ станцияһына һөйрәп китеп бара. Әлиәнең күнмәй, сараһы юҡ. Донъя хәлен белеп булмай, уларҙы бәйләгән хәтирәләр ҙә бар бит әле...
...Балалар әлегә бер партала ултыра, уларға унынсы, ун беренсе синыфтарҙы тамамларға кәрәк. Белем алыу, һөнәр һайлау һымаҡ яуаплы эштәрҙән дә ҡотолоп булмаҫ...
Кем белә, Әлиәләрҙең ауылда Бөкөләр ҡушаматы йөрөткән нәҫел-ырыуының Рәмзиә ҡараған Бүкәндәр ояһы менән әллә ни уртаҡлыҡ та, бүлешә алмаған мал да юҡ. Шулай булғас, ниңә тартынып торорға, бөгөн Әлиә ярҙам итһә, иртәгә Рәмзиәнең ярҙамға килеүе бик ихтимал. Балалар инде күптән үҫеп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтылар. Айзаттарының, Наҡыяны мөрхәтһенмәй, ҡала ҡыҙына ылығып китеүе Бөкөләрҙең хәтерен ҡалдырғайны ҡалдырыуын. Бишектәге бала бишкә төрләнер, тигән һымаҡ, ул ваҡытта нимә булырын кем генә фаразлаған инде?
Рәмзиә “алтылы”һының нәҙек кенә руленә сытырлап йәбешкән һәм аҡрын ғына килеүгә ҡарамаҫтан, тормозға баҫа яҙып-баҫа яҙып килә.
Донъя шулай, ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә. Кем уйлаған инде, Рәмзиә осрар ҙа, үҙенең машинаһына тағып алып ҡайтырға тура килер, тип. Әлиә Бүкәндәрҙең Айзатын уйлай. Былай ипле малайға оҡшағайны, тәүге күрәгәндән үк оҡшатҡайны, тик өйләнешергә насип булманы шул. Улдары ни хәлдә икән? Ярай, яғыулыҡ станцияһына барып еткәс, яйын табыр, һорашыр әле. Хәйер, был Бүкәндәр шыма халыҡ инде, дөрөҫөн һөйләмәҫ. Ауыҙы тулы ҡара ҡан булһа ла, төкөрмәҫ халыҡ. Хәҙер ауыл ҙурайғас, кемдең ҡайҙа йәшәгәненен дә белеп булмай. Ҡаланан кешеләр күпләп күсеп килә. Ауыл хәҙер үҙе лә ҡаланың бер өлөшө иҫәпләнә. Күпселек Ишембайҙа урын таба алмай, йә Салауатҡа, йә Стәрлетамаҡҡа ынтыла. Күптәр вахтала.
Бына яғыулыҡ станцияһы эргәһенә килеп туҡтанылар. Әлиәнең Рәмзиәне ошонда ҡалдырып китеү мөмкинлеге бар ине, ҡалдырманы, ташламаны ауылдашын. Тартырып килтереп, колонканың эргәһендә үк туҡтатты. Хатта күптән ҡул күрмәгән бензонасосын табып, уныһын эшкә ҡушты һәм шунда уҡ, “алтылы”һы ла әрһеҙ инде, бер тибеү менән, тоҡанды ла ҡуйҙы.
“Башнефть”ҡа ҡараған яғыулыҡ станцияһы эсенә инеү менән, аҡлы-ҡаралы йәшелдән кейенгән малайҙар һәм ҡыҙҙар: “Бәлки сәй, кофе? Ҡабымлыҡтар бар”, – тип тәҡдим итеп тора. Рәмзиә үҙен бурыслы тойғас, Әлиәне берәр шәшке сәй эсергә саҡырҙы. Икәүләшеп мөйөшкә барып торҙолар, ул арала булмай, сәйе лә, ҡабымлыҡтары ла алдарына килеп ултырҙы. Рәмзиә рәхмәтле булыуын йәшермәне. Хатта һүҙ араһында, үкенгән һымаҡ:
– Эй, Әлиә, рәхмәт инде! Онотмағанһың икән! – тип ихтирамлы һүҙҙәрен йәлләмәне.
– Шулай шул, беҙҙең бит яҡыныраҡ булыу мөмкинлеге бар ине, – тип ысҡындырҙы хатта Әлиә. – Айзатты әйтәм, ҡайһы яҡта йөрөй?
Рәмзиә, улы хаҡында һүҙ сыҡҡас, тотлоҡто. Әллә былар һаман уның улына өмөт итәләр инде? Әйтәм, сыйылдап килеп туҡтаны.
– Йөрөй инде шунда, – тине теләр-теләмәҫ кенә Рәмзиә, хатта ҡул һелтәп ҡуйҙы. – Тормошонан үҙе лә, беҙ ҙә ҡәнәғәт түгелбеҙ. Донъя көтөү ауырлашты бит. Улым һаман үҙенә урын таба алмай әле. Бынауы, Машзавод уҡытҡайны бит. Ул завод, үҙең беләһең, бөлөп, юҡҡа сыҡты. Ни фатир алып өлгөрмәне. Ә үҙеңдеке нисек? Наҡыяны әйтәм.
– Мәктәптә эшләй инде. Бер малай үҫтерәләр. Әллә ни ҡыуанырлыҡ хәбәрҙәр юҡ, – тине Әлиә.
Нимә тип әйтһен инде, Наҡыям өс тапҡыр өйләнгән иргә кейәүгә барҙы, уныһы – бер алкаш – ҡыҙымды туҡмап, сығарып ебәрҙе. Улын үҙебеҙ ҡарайбыҙ, тип күрәләтә үсәтеп йә ҡыуандырып торһонмо? Былай ҙа сәләм дә бирмәҫлек кешене, юҡ ваҡытын бар итеп, ошонда тиклем һөйрәп килтерҙе, бына әле һыуынған сәйен, ҡатып бөткән ҡабымлығын ауыҙ итеп тора инде. Ә Рәмзиә үҙе ныҡ, элекке һымаҡ яғымлы һәм матур. Ә улын тәки өндәшмәне бит. Кеше әйткәйне инде, ҡыҙыңды килен итеүгә Рәмзиә үҙе лә, ире Рифмир ҙа ҡаршы икән, тип. Ярай, Әлиәнең ул яҡта таныштары күп. Аҡрынлап һорашыр әле. Әлиә менән Рәмзиә телефондарын алыштылар. Рәмзиә хатта Әлиәне машинаһына тиклем оҙатып, ҡулдарынан тотҡолап, ҡосаҡлаған һымағыраҡ тороп ҡалды.
Әлиәнең уға үпкәһе юҡ. Рәмзиәнең улының өйләнеүе Әлиәләрҙең Наҡыяны кейәүгә биреүен ҡабаландырҙы ғына. Ә ҡабаланмаһалар ҙа була ине. Бәлки ҡабаланмаһалар, анау Ғирфан килеп тә эләкмәҫ ине. Шул ҡарт ир бөтә эште уйҙы ла ҡуйҙы инде. Үҙе тәү ҡарамаҡҡа хатта зыялы, ипле кешегә оҡшағайны. “Һеҙ” тип кенә өндәшә, бүләктәрен йәлләмәй. Аҙаҡ асыҡланды, бүләккә тигән аҡсаны урам саты һайын ултырған ойошманан алған икән. Йүләр! Утыҙ мең һумлыҡ бүләкте бер айҙан йөҙ мең итеп үҙҙәренә түләргә тура килде. Түләмәй, ҡайҙа барһындар, ауырлы ҡыҙҙарын иртәнән алып кискә тиклем коллекторҙар мәшәҡәтләй башлағас...
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"