-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Октябрь 2020, 08:30

ТАШ ЙЫЛЫҺЫ. Мажаралы бәйән. Дүртенсе бүлек.

Бөтәһе лә үҙ эштәре менән мәшғүл, Айбикә менән Гөлбаныу ғына бешергән аштарының ҡайнап сыҡҡанын көтәләр. Ике ҡатын ошо ваҡыт эсендә бер-береһенә эҫенешеп бөттөләр, хатта үҙ-ара серҙәре лә ҡалманы, тиерлек. Икеһен дә бер үк яҙмыш килтерҙе ошо ҡырыҫ ләкин тыуған тауҙар һәм ҡаялар араһына. Ирҙәре Төмән өлкәһенә вахтаға йөрөй. Айбикәнең ауылда, әсәһендә, улы менән ҡыҙы үҫә. Ә Гөлбаныуҙың ире Мансур: “Ҡабаланмайыҡ”, – тигән. Уны тыңлап, ҡатын ҡабаланмай. Ҡайҙа ҡабаланмай, ниңә ҡабаланмай, быныһы әлегә билдәһеҙ. Айбикәнең Әхәте һуңғы шылтыратҡанында: “Һинән бигерәк, балаларҙы һағынам”, – тип үпкәләткән. Хәҙер Айбикә аптырана. Әллә тегендә берәйһен таптымы, йә йортҡа индеме икән? Ә Гөлбаныуҙың үҙ хыялы – бәпәй тапҡыһы, үҫтергеһе килә. Шуға Айбикәнең балаларын һағыныуы уның өсөн тәбиғи. Гөлбаныу палаткаһының тәҙрәһе эргәһендә календарь тота. Һәр көндө һанап, иҫәпләп бара. Ике ҡатын да бында эләгеүҙәренә бик ҡәнәғәт. Бешергән аштарын оҡшаталар, бешеренеү-төшөрөнөү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Тик нимә хаҡында ғына һөйләмәһендәр, һүҙҙең осо ирҙәренә килә лә эленә. Һөйөп-һөйөлөп йәшәр ваҡыттары шул. Бында кинәйәләп һүҙ ҡушыусы, хатта асыҡтан-асыҡ саҡырыусылар ҙа бар. Хатта, һөйләүе лә оят, аҡса тәҡдим иткәндәре лә ишетелә.



ТАШ ЙЫЛЫҺЫ.
Мажаралы бәйән.
Дүртенсе бүлек.
Бөтәһе лә үҙ эштәре менән мәшғүл, Айбикә менән Гөлбаныу ғына бешергән аштарының ҡайнап сыҡҡанын көтәләр. Ике ҡатын ошо ваҡыт эсендә бер-береһенә эҫенешеп бөттөләр, хатта үҙ-ара серҙәре лә ҡалманы, тиерлек. Икеһен дә бер үк яҙмыш килтерҙе ошо ҡырыҫ ләкин тыуған тауҙар һәм ҡаялар араһына. Ирҙәре Төмән өлкәһенә вахтаға йөрөй. Айбикәнең ауылда, әсәһендә, улы менән ҡыҙы үҫә. Ә Гөлбаныуҙың ире Мансур: “Ҡабаланмайыҡ”, – тигән. Уны тыңлап, ҡатын ҡабаланмай. Ҡайҙа ҡабаланмай, ниңә ҡабаланмай, быныһы әлегә билдәһеҙ. Айбикәнең Әхәте һуңғы шылтыратҡанында: “Һинән бигерәк, балаларҙы һағынам”, – тип үпкәләткән. Хәҙер Айбикә аптырана. Әллә тегендә берәйһен таптымы, йә йортҡа индеме икән? Ә Гөлбаныуҙың үҙ хыялы – бәпәй тапҡыһы, үҫтергеһе килә. Шуға Айбикәнең балаларын һағыныуы уның өсөн тәбиғи. Гөлбаныу палаткаһының тәҙрәһе эргәһендә календарь тота. Һәр көндө һанап, иҫәпләп бара.
Ике ҡатын да бында эләгеүҙәренә бик ҡәнәғәт. Бешергән аштарын оҡшаталар, бешеренеү-төшөрөнөү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Тик нимә хаҡында ғына һөйләмәһендәр, һүҙҙең осо ирҙәренә килә лә эленә. Һөйөп-һөйөлөп йәшәр ваҡыттары шул. Бында кинәйәләп һүҙ ҡушыусы, хатта асыҡтан-асыҡ саҡырыусылар ҙа бар. Хатта, һөйләүе лә оят, аҡса тәҡдим иткәндәре лә ишетелә.
Юҡ, ундай харам малға йоғонмай Бөрйәндекеләр. Анауы, түрә һымағыраҡ йөрөгән Абсалахов тигәндәре, бигерәк һөмһөҙ булып сыҡты. Икеһен дә берәм-берәм саҡыртып, үҙенең талаптарын ҡуйып, ҡол хәленә ҡуйырға тырышҡайны, ҡурсаулыҡ хужаһы Ғәлләмовҡа яҡларға тура килде:
– Һеҙҙең бурысығыҙ – ашарға бешереү, – тине ул. – Башҡа хеҙмәттәр ҡаралмаған. Әгәр бик бәйләнһә, Макар Вадимовичты әйтәм, контрактты һорағыҙ. Килешеүҙә һеҙҙең бурыстарығыҙ яҙылған, үҙем күрҙем. Һеҙҙең менән көнкүреш мәсьәләләре, аш-һыу, бешеренеү буйынса Сөләймәнов идара итә. Уға ҡушылған һәм ул яуап бирә.
– Ул оятһыҙ беҙгә аҡса тәҡдим итеп йөрөй бит әле! – тип зарланыды Айбикә. – Бәйләнгәне, исмаһам, кеше араһында ишетелмәһен ине. Белеп булмай, юғиһә, һуңынан, аҙып-туҙып йөрөгәндәр, тип кеше һөйләр.
Абсалахов ҡатындарҙы тындырмай. Бешергән аштарынан да ғәйеп таба, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба күпләп алып килгәйнеләр, шуларҙы тиҙ бөтөрәһегеҙ, тип асыулана. Хатта бер тапҡыр Айбикәнең эш хаҡын да ҡырҡып маташты. Ярай, теге, сит илдән килгән ҡунаҡмы, туристмы, ғәҙел булып сыҡты:
– Макар Вадимович! Ваҡ-төйәк менән булмағыҙ! Беҙҙең мөһимерәк эштәр күп! – тип тыйып ҡуйҙы.
Фрид әфәнде, шартына килтереп, “Урал”дың бейек күзовында ҡоролған бүлмәһендә үҙенең һуңғы кисерештәре тураһында диктофонға яҙҙыра:
“Европала беҙ күреп, һоҡланып өйрәнгән Альп тауҙары ҙур-ҙур дәүләттәрҙе бер-береһенә бәйләп, тоташтырып торған һымаҡ, Урал тауҙары ла Рәсәйҙең Европа һәм Азия өлөштәрен, ҙур ямау һымаҡ, беркетеп тора. Шуныһы ҡыуаныслы, миңә, Альп тауҙарын биш бармағы һымаҡ белгән кешегә, Урал тауҙарының үҙәгенә сәфәр ҡылыу бәхете беренсе тапҡыр тура килде. Минең тикшеренеүемдең маҡсаттары булып Альп тауҙары менән Урал армыттарының бер-береһенә оҡшашлыҡтары һәм айырылыуҙары тора. Альп тауҙары күптән үҙенең серҙәрен асып бөттө һәм унда яңылыҡҡа тап килеү һирәк күренеш. Ә Уралдың үҙәгендә табыштар һәм яңылыҡтар, асыштар һәм мөғжизәләр аҙым һайын, тип әйтерлек. Бына беҙ бөгөн мәмерйә буйлап 1600 метр юл үттек һәм һуңғы тиҫтәләрсә мең йыл эсендә уның көмбәҙҙәрен беренсе булып күрҙек, шомло һәм сихырлы тынлығын тыңланыҡ”.
Фрид әфәнде эш менән мәшғүл булғанда уға берәүҙең дә ҡамасауларға хоҡуғы юҡ. Хатта туҡтауһыҙ һөйләнеп, асыуын белдереп йөрөгән Абсалахов та бындай мәлдәрҙә палаткаһына инеп боҫа һәм йоҡлап ала.
Фрид әфәнде үҙенең был яҡтарға ни өсөн килеүен бер минутҡа ла онотмай. Ул автомобиль водителе тип йөрөткән Мирондың уның өсөн иң яҡын кеше булыуын бындағыларҙың береһе лә күҙ алдына килтерә алмай. Мирон был эшкә бик ентекле, йылдан артыҡ әҙерләнде. Ул икенсе кеше паспорты менән ҡыш көнө бер ай буйына Румыниялағы базаларҙың береһендә күнекмәләр үтте һәм Фрид ҡуйған бурысты теүәл итеп үткәрергә әҙерләнде. Фрид уның менән бик һирәк аралаша. Сөнки уларҙың бер-береһенә яҡын икәнлеген белгән кеше юҡ һәм булырға ла тейеш түгел.
Фрид әфәнде кисен барыһын да йыйып алды һәм Мирондың юҡлығына иғтибар итте.
– Фрид әфәнде! Ул, һеҙҙән рөхсәт бар, тип һылтанды, – тине Абсалахов. – Оло Нөгөштөң көнбайышында Үрек исемле йылға бар икән. Шунда ҡамалар уйнауын видеоға төшөрөргә һәм һеҙгә иҫтәлек итеп бирергә теләй.
– Үрек йылғаһында? – Фрид шунда уҡ планшетында картаны асып һалды. – Бынан алтмыш километр самаһы булыр. Шуны белегеҙ, мин уға рөхсәт итмәнем. Дөрөҫ, ул был хаҡта һөйләнде, ләкин был сәфәре мине ҡыҙыҡһындырманы. Макар әфәнде, уға аҙағы билдәле булмаған һәм ҡурҡыныслы сәфәргә сығырға рөхсәт итеүегеҙ менән һеҙ беҙҙе бик уңайһыҙ хәлгә ҡуяһығыҙ. Сөнки Мирон әфәндене айыумы, бүреме, йә һис юғы ҡама ашап ҡуйһа, был “Урал”ды һәм беҙҙе кем тау-таш араһынан алып сыға? Һеҙме, Макар әфәнде?
– Мин бының рулен дә тотоп ҡарағаным юҡ, – тип аҡлана башланы Абсалахов. – Уны һеҙ һайлап алғанһығыҙ, уның бында килеп эләгеүенә минең ҡатнашым юҡ.
– Ләкин рөхсәтте һеҙ биргәнһегеҙ, – тип ныҡышты Фрид әфәнде. – Тимәк, һеҙ ебәргәнһегеҙ. Әгәр еңелсә генә барып ҡайтһа ла, ул бер аҙна самаһы булмаясаҡ. Ә беҙгә ҡапылда ошо ике-өс көн эсендә ҡайтырға тура килһә, кем “Урал”ды йөрөтәсәк? Мин был хәлде яуапһыҙлыҡ тип табам һәм ошо сәғәттән эш тәртибен ҡырҡа үҙгәртәм.
Беренсеһе. Мәмерйә эсендә тикшеренеү эштәре тулыһынса туҡтатыла. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән бар көстө ошондағы тау-урмандарҙы, ҡаяларҙы һәм һыуҙарҙы өйрәнеүгә бағышлайбыҙ.
Икенсеһе. Беҙҙең эш тулыһынса ошо биләмә сиктәрендә башҡарыласаҡ һәм унан ары ҡуҙғалыу тыйыласаҡ.
Өсөнсөһө. Водитель Мирон Нафиковтың көндәлек эш хаҡын яртылаш кәметергә һәм уны бонустарҙан мәхрүм итергә.
Дүртенсеһе. Барлыҡ эштәрҙең яуаплы ойошторусыһы Дим Ғәлләмовтың һәм Макар Абсалаховтың иғтибарын яуапһыҙлыҡҡа йүнәлтергә. Кемдәрҙең исемдәре-фамилиялары ишетелде, минең ҡарар менән танышыуығыҙ хаҡында ҡултамғаларығыҙҙы ҡуйыуҙы һорайым.
Рәсәй халҡы яуаплылыҡтан ҡаса һәм ҡағыҙ битенә төшөрөлгән талаптарҙы теүәл үтәүгә, ҡултамға ҡуйырға мәжбүр итһәләр, уны тайпылмай үтәү өсөн барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла кисерергә әҙер. Фрид былтыр буш ваҡытында ҡулына осраҡлы рәүешле генә килеп эләккән “Рәсәй. Һорауҙар һәм һеҙ белмәгән яуаптар” исемле ҡалын йыйынтыҡ менән танышҡайны. Бына хәҙер китаптың раҫлауҙарын үҙ күҙҙәре менән күрә сит ил ҡунағы. Ысынлап та, оҙаҡ йылдар тоталитаризм шарттарында йәшәгән икһеҙ-сикһеҙ илдә тормош менән күпселек осраҡта кешеләр һәм уларҙың аҡылы түгел, үкенескә ҡаршы, инструкциялар һәм мәғәнәһеҙ ҡағиҙәләр идара итә. Шуға ла бында йәшәүселәр ҡағыҙҙың ҡөҙрәтенә сикһеҙ ышана һәм уны үтәү өсөн барыһын да эшләй. Хатта Фрид әфәнде йонсоп бөттө. Сөнки хәҙер һәр береһе уның күҙенә салынып, кисә йәки бөгөн нимә эшләүен тик уға ғына иғлан итеп йөрөүҙе кәрәк тип тапты. Бындай тоғролоҡ һәм тырышлыҡ Фрид әфәндегә оҡшай. Оҡшамай ҡайҙа барһын, ошо яҡҡа сәфәрҙең тулы сценарийын ул төҙөнө, кешеләрҙе лә ул һайлап алды. Тимәк, бик ҡиммәткә төшкән, киләсәктә күптәрҙең яҙмышын хәл итәсәк яуаплы эштең һөҙөмтәле тамамланыуы өсөн, был хаҡта бер нимә лә белмәһәләр ҙә, улар яуаплы. Фрид әфәнденең сәфәре һәм уның барлыҡ Европа халҡын тетрәндерәсәк юлъяҙмалары донъя цивилизацияһы өсөн үҙе бер асыш буласаҡ һәм күптәрҙе шаҡ ҡатырасаҡ. Фрид әфәнде был хаҡта әлегә өндәшмәй. Сөнки ҡулына килеп эләккән уңышты өркөтөп ебәреүҙән ҡурҡа. Ә инде әле генә иҫкә алған яҙыласаҡ китапҡа килгәндә, уның тәүге варианты әҙер, тип әйтерлек. Бары тик ошонда планлаштырылған уй-ниәттәрҙе ысынбарлыҡҡа әүерелдерергә һәм ваҡиғаларҙы ентекләп яҙырға ғына ҡалды.
Фрид әфәнде бик асыулы, уның кәйефе юҡ. Ул һуңғы өс-дүрт көн эсендә ошондағыларҙың һәр береһенең сәғәт һайын, көн һайын үҙенең күҙ алдында булыуын талап итә һәм ҡаты тәртип ярҙамында барлыҡ эштәрҙе тиҙ арала үтәп сығырға ниәтләй.
Ә водитель Мирон Нафиков был минуттарҙа ер өҫтөндә нимәләр барғанын яҡынса ғына күҙ алдына килтерә һәм көнө-төнө үҙенә еткерелгән бурысты үтәү буйынса эшләй. Ләкин уға һис тә еңел түгел. Хатта ул ҡайһы ваҡыт Румынияға сәфәре ваҡытында эшләгән тәжрибәләренең уңышһыҙ икәнлеген дә күрҙе. Сөнки Румыния менән Рәсәйҙә Урал тауҙарында тәбиғи шартар оҡшаш булһа ла, уларҙың ҡайһы бер ҡырҡа айырылып торған һыҙаттары ла бар. Мирон, ошо яҡтарҙа тыуып үҫһә лә, кешеләрҙең бер-береһенән холоҡ-фиғелдәре, менталитеты яғынан аңлатып булмаҫлыҡ айырылыуын күрҙе.
Дауамы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: