-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Октябрь 2020, 09:00

АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА. Хикәйә. Өсөнсө бүлек.

– Юҡ инде, улым, һин миңә һүҙҙәреңде әйттең, хәҙер һин мине тыңла. Наҡыяның әсәһе менән беҙҙең класташтар икәнлегебеҙҙе беләһеңдер, тип уйлайым. – Беләм, әсәй, тик беҙҙең бөгөнгө һөйләшеүгә уның ни мөнәсәбәте бар? – Әлиә һәр ваҡыт алдынғы булды. Яҡшы уҡыны, гел маҡталды. Хатта тананауын да күтәреп ебәрҙе. – Әсәй, бәлки ул һиңә генә шулай тойолғандыр? – Тойоламы, тойолмаймы, күптәр уларҙың мул йәшәүен, һәйбәт кейенеүен, яҡшы ашауҙарын яратмай торғаны. Элек бит күпселек халыҡ фәҡир йәшәне. Фәҡирлек бөтәһен дә тигеҙләй, башҡаларҙан айырылып торорға мөмкинлек бирмәй ине. Кем белә, бәлки мин хаталанамдыр. Миндә Әлиәгә ҡарата электән үк нәфрәт тойғоһо тәрбиәләнде. Бөгөн мин көндөҙ нимә булғанын, улым, һөйләнемме әле? – Ишетмәнем, әсәй, нимә булды? – Баҙарҙан ҡайтып килә инем, машинабыҙ иҫкергән бит, бензинды күп ашай, юлда һүнеп ултырҙым. Ярҙам көтөп сәғәттән артыҡ торҙом, исмаһам, берәү туҡтаһасы. Инде өмөтөмдө өҙгәйнем, Әлиә килеп туҡтаны, джип менән. – Әсәй. Ул һиңә ярҙам иттеме? – Әллә һин мине унан ярҙам һорағандыр, тип уйлайһыңмы? Үҙе килеп туҡтаны, заправкаға тиклем һөйрәтеп алып барҙы, һуңынан кереп, сәй эстек. – Һуң, әсәй, ул бит һиңә ярҙам иткән. Ауыр хәлдән ҡотҡарып алып ҡалған. – Һуң, шуны һөйләп торам бит, улым. Мин унан ярҙам һораманым. Мин уның ярҙамына мохтаж түгелмен. Һинең уларҙың Наҡыяһына өйләнеүеңә лә тәүҙә ҡаршы түгел инем, ләкин кире уйланым. Әгәр мин һеҙгә өйләнешергә рөхсәт итһәм, туғандарҙың күпселеге ҡаршы буласаҡ. Уларҙы әллә кем итеп ни... Шулай булғас, улым, әсәйеңдең һүҙен тыңла! Өйләнмә һин уларҙың ҡыҙына. Ана, һиңә йәп-йәш ҡыҙҙар ғашиҡ булып йөрөй, теләгәнен һайлап ала алаһың. Ә Наҡыяны онот!

АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА.
Хикәйә.
Өсөнсө бүлек.
– Юҡ инде, улым, һин миңә һүҙҙәреңде әйттең, хәҙер һин мине тыңла. Наҡыяның әсәһе менән беҙҙең класташтар икәнлегебеҙҙе беләһеңдер, тип уйлайым.
– Беләм, әсәй, тик беҙҙең бөгөнгө һөйләшеүгә уның ни мөнәсәбәте бар?
– Әлиә һәр ваҡыт алдынғы булды. Яҡшы уҡыны, гел маҡталды. Хатта тананауын да күтәреп ебәрҙе.
– Әсәй, бәлки ул һиңә генә шулай тойолғандыр?
– Тойоламы, тойолмаймы, күптәр уларҙың мул йәшәүен, һәйбәт кейенеүен, яҡшы ашауҙарын яратмай торғаны. Элек бит күпселек халыҡ фәҡир йәшәне. Фәҡирлек бөтәһен дә тигеҙләй, башҡаларҙан айырылып торорға мөмкинлек бирмәй ине. Кем белә, бәлки мин хаталанамдыр. Миндә Әлиәгә ҡарата электән үк нәфрәт тойғоһо тәрбиәләнде. Бөгөн мин көндөҙ нимә булғанын, улым, һөйләнемме әле?
– Ишетмәнем, әсәй, нимә булды?
– Баҙарҙан ҡайтып килә инем, машинабыҙ иҫкергән бит, бензинды күп ашай, юлда һүнеп ултырҙым. Ярҙам көтөп сәғәттән артыҡ торҙом, исмаһам, берәү туҡтаһасы. Инде өмөтөмдө өҙгәйнем, Әлиә килеп туҡтаны, джип менән.
– Әсәй. Ул һиңә ярҙам иттеме?
– Әллә һин мине унан ярҙам һорағандыр, тип уйлайһыңмы? Үҙе килеп туҡтаны, заправкаға тиклем һөйрәтеп алып барҙы, һуңынан кереп, сәй эстек.
– Һуң, әсәй, ул бит һиңә ярҙам иткән. Ауыр хәлдән ҡотҡарып алып ҡалған.
– Һуң, шуны һөйләп торам бит, улым. Мин унан ярҙам һораманым. Мин уның ярҙамына мохтаж түгелмен. Һинең уларҙың Наҡыяһына өйләнеүеңә лә тәүҙә ҡаршы түгел инем, ләкин кире уйланым. Әгәр мин һеҙгә өйләнешергә рөхсәт итһәм, туғандарҙың күпселеге ҡаршы буласаҡ. Уларҙы әллә кем итеп ни... Шулай булғас, улым, әсәйеңдең һүҙен тыңла! Өйләнмә һин уларҙың ҡыҙына. Ана, һиңә йәп-йәш ҡыҙҙар ғашиҡ булып йөрөй, теләгәнен һайлап ала алаһың. Ә Наҡыяны онот!
– Юҡ, әсәй. Наҡыяны мин онота алмайым. Беҙ иртәгә тағы осрашырға һөйләштек.
– Юҡ, әле мин тере саҡта һеҙҙең туйығыҙ булмаясаҡ! Мин улыма балалы ҡатынға өйләнергә рөхсәт итмәйәсәкмен! Ишет шуны!
Айзат күндәм генә башын эйҙе:
– Мин хине яратам һәм хөрмәт итәм, әсәй, – тине.
– Хөрмәт итмәй, ҡайҙа бараһың? Шулай булғас, улым, тыңламай, сараң юҡ. Ә Һин, улым, Юламановтарҙың нисек йәшәгәненә иғтибар иткәнең бармы? Улар ғүмер баҡый бай һәм етеш йәшәгән. Кантон тирәһендә уралғандар, түрәлек вазифаһын биләгәндәр, өйөр-өйөр ат тотҡандар, көтөү-көтөү һыйыр малы. Ә тирә-йүндәге барлыҡ халыҡ уларға бил бөккән, ялсылыҡта йөрөгән. Үҙең уйлап ҡара, ҡайҙа бына ғәҙеллек, улым? Сөнки ғәҙеллек юҡ. Ә ғәҙелһеҙлек быуаттар төпкөлөнән килә. Күҙ алдыңа килтер, улым. Уларҙың ата-бабалары, олаталары йылҡылдап торған тиреле уйнаҡлап торған айғырҙарҙа елдергән. Ә беҙҙең олатайҙарҙың, әйтеүе лә оят, ике-өс ҡорсаңғы тайынан, саҡ-саҡ йөрөгән һыйырынан башҡа, бер нимәһе лә булмаған. Һәм ул әле лә дауам итә. Әгәр шулай булмаһа, Әлиә текә джипта минең тутығып бөткән “алтылы”мды һөйрәтеп ҡайтмаҫ ине. Улыҡайым! Әлиә килеп туҡтағас, ғәрләнеүемде күрһәң! Ер тишегенә инеп китерҙәй булдым! Миңә оят! Ни өсөн улар бай, етеш йәшәй, ә мин үҙемдең балаларымдың ауыҙынан өҙөп, бер тамсы тотонмайынса, ҡаймаҡты баҙарға сығарып һатам? Кемдер ашаһын, кинәнһен өсөн мин үҙемдең балаларымды мәхрүм итәм. Уларға ҡалһа, бөтәһе лә килеп тора. Ана, халыҡ күреп тора бит, илле һыйыр һауалар, тана һатып алырға йөрөйҙәр, ти.
Ошо урында Айзат тороп уҡ китте. Уның асыуы йөҙөнә сыҡты, ләкин егет бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Эх! – тип ҡулына ҡулын һуғып ҡына ҡуйҙы.
– Әйтер һүҙең, улым, йөҙөңә сыҡты. Әйт, әйт, ҡурҡмай әйт.
– Эйе, әсәй, мин Юламановтарҙың затлы нәҫелдән икәнлеген беләм. Ләкин мин уларҙың байлығына көнләшеп йә нәфрәт менән ҡарамайым. Һоҡланып күҙ һалам. Йәшәй беләләр бит улар, әсәй. Ә беҙгә улар һымаҡ йәшәргә кем ҡамасаулай? Әсәй, ә һин беләһеңме, Юламановтарҙың XVII быуатта ла, XVIII-лә лә, XIX-ҙа ла ошолай етеш йәшәгәндәр. Көнө-төнө мал менән булғандар, үҙҙәре өлгөрмәһәләр, кеше яллағандар. Тимәк, башҡаларҙы эшле һәм ашлы иткәндәр.
– Бушты һөйләгән! Ҡайҙан ашлы итһен! Ялсы итеп тотҡандар! – тип асарғаланып ҡысҡырҙы әсәһе.
– Шулайҙыр, – тип ризалашҡандай булды Айзат һәм былай тине. – Шул уҡ ваҡытта, Юламановтар ауылдаштары араһынан иң һәләтле балаларҙы йыйып алып, мәҙрәсә асҡандар, үҙ аҡсаларына хәлфә яллағандар. Ә мәҙрәсәлә уҡыусы балалар араһынан иң көслөләрен йыйып алып, үҙ иҫәптәренә Өфө, Ырымбур, Стәрлебаш мәҙрәсәләрендә уҡытҡандар, уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәндәр. Ә һин был хаҡта, әсәй, беләһеңме?
Әсәһе өндәшмәне. Ә улы был хаҡта кемдән ишетте икән? Ундай хәбәр ауылда электән ишетелә. Легенда һымаҡ йөрөй ине, тик был хаҡта бик һөйләп бармайҙар. Әллә белмәйҙәрме?
– Эйе, ишеткеләнем мин ул хаҡта, – тине әсәһе. – Мәҙрәсәлә уҡытып ҡына сауап алып буламы икән?
– Юламановтар быны сауап өсөн эшләмәгән, әсәй, – тине улы. – Улар ауылдаштарының белемле, мәғлүмәтле булыуын теләгән. Йә, ярай, әсәй. Һинең менән бәхәсләшергә минең намыҫым ҡушмай. Былай артыҡ һөйләмәнем шикелле, шулай ҙа, ғәфү ит. Ғәфү ит һәм бер биш мең аҡса биреп тор, әсәй.
– Биш мең?.. Тағы эсеп бөтөрөргә уйлайһыңмы? – тине әсәһе асыулы ғына.
– Ҡуй, әсәй, мине хәҙер тәрбиәләргә һуң инде. Кем әйтмешләй, миңә кәңәш түгел, аҡса кәрәк. Күреп тораһың, өҫтә бер йүнле кейем юҡ. Эсеп тә арыным. Хәҙер күңелемдә бер ышаныс барлыҡҡа килде.
– Әлеге Наҡыямы? – тип ҡушылды әсәһе.
– Эйе, ул да бар. Ғүмерем бушҡа үткән һымаҡ, әсәй. Ғаиләм дә, йәшәр урыным да, һис юғы, эшем дә юҡ бит әле. Бындай шарттарҙа нисек йәшәмәк кәрәк? Ярай, әсәй, һин бар, ҡыуалап сығармайһың. Себергә бараһым килмәй.
– Һин дөрөҫөн әйт. Ни өсөн Себергә барырға теләмәйһең? Һин бин – инженер. Һөнәрең буйынса эш табырҙар ине.
– Егеттәр саҡыра ул, минең иптәштәр унда байтаҡ эшләй. Әлеге өмөтһөҙлөк, киләсәктең булмауы мине тотоп тора. Ярай, Себергә лә барҙым, ти, эшен дә таптым, аҡсаһын да түләһендәр. Башлағанда 50-60 меңдән артмаҫ. Аҙаҡ, әгәр ышаныс яулаһаң, йөҙәр мең, хатта күберәк алырға мөмкин, тиҙәр. Ә ул аҡса миңә кәрәкме? Бер ай шунда эшләп, бында ҡайтҡас , ай буйы эсеп ятыу өсөн генә аҡса эшләүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Ана,төҙөлөштә көн һайын ярҙамсы ҡулдар талап ителә. Көн һайын сығып тора, эсерлек аҡсаны, әсәй,мин бында ла табам. Тормошомдоң мәғәнәһен тапмайым. Бер ниндәй маҡсатым да юҡ. Ә кисә мин үҙемдең йәшлегемде күрҙем. Минең беренсе мөхәббәтем, ул мине шул тиклем һағынған, илай-илай сәстәремдән һыйпап иркәләне. Тап мәктәптә уҡыған саҡта шулай булғайны. Мин йәшлеккә ҡайтҡандай булдым.
– Ярай, улым, үҙең ҡара. Мин үҙемдең фекеремдә ҡалам, һәр хәлдә фатихамды бирергә ашыҡмайым. Сөнки Юламановтарға мөнәсәбәтем миңә ата-әсәмдән, өләсәй-олатайҙарымдан мираҫ булып ҡалды һәм мин уға тоғро ҡаласаҡмын.
– Ә атайым был хаҡта нимә ти һуң?
– Эй, атайыңа беште ни ҙә, төштө ни. Былай йәне көйгәндә һөйләнеп ала инде. Ана, Юламановтар пай ерҙәрен үҙҙәренә рәсмиләштереп бөткән икән. Бик матур ерҙәр үҙҙәренә эләккән. Ә халыҡ бер нимә лә белмәй. Атайың әйтә: “Күҫәк күтәреп, үҙҙерен барып ботарларға тура килмәгәйе”, – ти.
– Ярай, әсәй, мине башҡа тәрбиәләмә инде. – тине улы. – Аҡса бирһәң, шул еткән.
Әсәһе өндәшмәй генә 5 мең сығарып бирҙе һәм:
– Етәме? – тине.
– Өҫтәһәң, ҡаршы түгелмен, – тине улы.
Әсәһе тағы биш мең өҫтәне:
– Тик, улым, эсеп йөрөмә инде.
Айзат әсәһенән машинаһын һорап торорға уйлағайны, тутығып, урыны менән йәмшәйеп бөткән “алтылы”ға ҡарап торҙо ла, таксиға шылтыратты. Такси килеп етеү менән, тәүҙә ҡалаға барып, баҙарға кереп сыҡты. Унан сәскә, бер ҡап кәнфит, сәй һәм ҙур уйынсыҡ йөк машинаһы күтәреп сыҡты һәм адресты әйтте. Юламановтарҙың ҡапҡаһы алдына килеп туҡтағас, Айзат, күрһендәр, тигән өмөт менән ҡабаланмай ғына таксистҡа аҡса түләне, сәйлек, тигән булып, 50 тәңкә өҫтәне. Ул арала булмай, бәләкәй ҡапҡаны асып, бер малай килеп сыҡты һәм Айзатты күреү менән: “Атай, атай! Атайым килгән! Һин минең атайыммы?”– тип такси тирәһендә йүгергеләй башланы. Айзат уйынсыҡ машинаны биргәс, теге малай “атаһын” ҡосаҡлап уҡ алды: “Атай миңә машина килтергән! Әсәй, әсәй! Атай килгән, миңә машина килтергән!”
Шул ваҡыт бәләкәй ҡапҡа яңынан асылды һәм унан 20 йәшлек Наҡыя килеп сыҡты. Уны күргәс, Айзат тамам телһеҙ ҡалды:
– Һаумы, Наҡыя, – тине ул тотлоға-тотлоға.
Ҡыҙ көлөп ебәрҙе:
– Мин оттом, бәхәсте оттом! Әйттем бит, мине апайым, тип ҡабул итәсәк, тип. Наҡыяның эше күп. Мин – Нәғимә. Еҙнә, һаумы!
Бына һиңә – мә! Наҡыя килеп сыҡҡас ҡына, Айзат алданыуына төшөндө. Улар, Айзат менән Наҡыя, мәктәптән һуң хушлашҡан ваҡытта тап әлеге Нәғимә һымаҡ йәштә ине.
Әйткәндәй, был хаҡта бик оҙаҡ онотмайынса, яйы сыҡҡан һайын, һөйләп, көлөшәсәктәр. Нәғимә менән Наҡыя икәүләшеп килеп, Айзатты ҡултыҡлап алдылар:
– Йә, егет, беҙҙең ҡайһыбыҙҙың исеменең кем икәнлеген беләһеңме? – тип шаярҙылар һәм күңелле итеп көлөшә-көлөшә эскә инделәр.
Наҡыя улын иҫкә төшөрөп, урамға яңынан сыҡты һәм машинаһы менән уйнаған Азатты, һөйрәкләп, тигәндәй, эскә алып керҙе. Наҡая менән Азаттың инеүенә Нәғимә лә, Айзат та күренмәй ине. Тап ошонда, ошо ваҡытта Наҡыя үҙенең бала менән икәнлегенә һәм был хәлдең уның тормошонда байтаҡ, хатта үтеп сыҡҡыһыҙ кәртәләр тыуҙырасағына төшөндө. Тирә-яғына ҡаранды. Киң ихатала – өс ҡатлы йорт, йәйге йорт, ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр. Эргәлә генә мунса, ике-өс машиналыҡ гараж. Ә Наҡыя – яңғыҙ... Тегеләр күренмәй. Нәғимә лә, Айзат та, һыуға төшкән һымаҡ, юҡ булды. Ҡатын улының ҡулын ысҡындырып, хатта этеп ебәрҙе. Ҡапылда тын алыуы ауырлашты, йөрәге дөпөлдәне һәм ҡатын, ниндәйҙер бәлә килерен һиҙгән һымаҡ, ике ҡулы менән башын тотто, ергә тубыҡланды. Видеокамералар бар ҙа инде, хәҙер таба уларҙы.
Дауамы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: