+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Октябрь 2020, 09:00

АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА Хикәйә. Дүртенсе бүлек.

Наҡыя, йүгереп, сервер урынлашҡан бүлмәгә үтте һәм камераларҙы бер туҡтатып, бер эшләтеп, Айзат менән Нәғимәне эҙләй башланы. Был ниндәй халыҡ ул? Килеп етмәйҙәр, иреңде һалдырып алырға торалар. Ҡарай. Бына мунса эргәһенән үтеп баралар. Әһә. Әллә гараждан килеп сыҡтылар? Юҡ, ҡунаҡ бүлмәһенә үттеләр түгелме һуң? Эйе, эйе, икәүләшеп ҡунаҡ бүлмәһенә үтеләр ҙә, юҡ булдылар. Бына үҙе, малайын етәкләп, урамдан килеп инде. Наҡыя өҫ-башын рәтләштерҙе лә, тамағын ҡыра-ҡыра ҡунаҡ йортона үтте. Ҡосаҡлашып ултырмаһындар тағы. Күреп ҡалһа-мәгәр, үҙен тыйып тота алмаҫ. Наҡыя еңелсә ишеккә шаҡыны һәм эскә керҙе лә, ҡатып ҡалды.


АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА
Хикәйә.
Дүртенсе бүлек.
Наҡыя, йүгереп, сервер урынлашҡан бүлмәгә үтте һәм камераларҙы бер туҡтатып, бер эшләтеп, Айзат менән Нәғимәне эҙләй башланы. Был ниндәй халыҡ ул? Килеп етмәйҙәр, иреңде һалдырып алырға торалар. Ҡарай. Бына мунса эргәһенән үтеп баралар. Әһә. Әллә гараждан килеп сыҡтылар? Юҡ, ҡунаҡ бүлмәһенә үттеләр түгелме һуң? Эйе, эйе, икәүләшеп ҡунаҡ бүлмәһенә үтеләр ҙә, юҡ булдылар. Бына үҙе, малайын етәкләп, урамдан килеп инде.
Наҡыя өҫ-башын рәтләштерҙе лә, тамағын ҡыра-ҡыра ҡунаҡ йортона үтте. Ҡосаҡлашып ултырмаһындар тағы. Күреп ҡалһа-мәгәр, үҙен тыйып тота алмаҫ. Наҡыя еңелсә ишеккә шаҡыны һәм эскә керҙе лә, ҡатып ҡалды.
***
Ә был ваҡытта Рәмзиә Ғирфанды эҙләп йөрөй ине. Әллә икеме, өсмө адрес табып бирҙеләр, береһе лә дөрөҫ түгел. Әллә бисәләренең, әләл адвокаттарының адресы булып сыҡты. Уға тип, Ғирфан Ғүмәровичҡа тип ярты литр ҡаймаҡ, тоҡсай тултырып эремсек, бәлки кәрәктер, тип бер литр һөт тә ҡойоп алғайны. Ҡуй инде, эҙләп тапҡансы, һөт кенәһе ҡаймағы менән әсеп ҡуя инде. Аҙаҡ стадионда ниндәйҙер ярыш бара, Ғирфанды шунда күрҙек, тинеләр. Рәмзиә “алтылыһы” менән барып туҡтағайны, һис ҡайҙа парковка юҡ. Тегеләй үтте, былай үтте, машина өҫтөндә машина тора. Аптырағас, капотын асты ла, “аварийка”һын тоҡандырҙы ла китте. Намыҫтары етһә, иҫке машинаны алып китеп ҡараһындар!
Ғирфанды көс-хәл менән барып тапты. Уныһы ҡарап тороуға ипле генә бер иргә оҡшаған. Рәмзиәнән бик ентекләп, төпсөп һорашты. Ҡатын уралтып-суралтып торманы, бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Тегеһе бик иғтибарлап тыңланы. Тыңлаған ыңғайы, ҡатындың аяҡтарына ла, түштәренә лә оҙаҡлап ҡарап торҙо. Хатта, үрелеп, тоҡсай эсендә нимәләр ятҡанын да барланы, шикелле.
– Мин яңыраҡ Әлиә менән осраштым, – тип күҙен дә йомай алданы Рәмзиә. – Хатта һеҙҙе хөрмәт итәләр. Һеҙ улар өсөн, ғөмүмән, бик абруйлы кеше икән. Шулай булғас, беҙ уртаҡ тел табырбыҙ, тип уйлайым. Өс һыйыр тотабыҙ. Килеп, һөттө күп бирәләр! Бына быныһы беҙҙән күстәнәс булыр.
– Әллә ҡаймаҡмы? Күптән ауыҙ иткән юҡ! Ҡайһылай тәмле, һөт еҫе килеп тора! Әһә! Һөтө лә бар! Маладис!
– Әгәр һеҙ, Ғирфан Ғүмәрович, Юламановтарҙың ҡыҙын үҙегеҙгә ҡаратып, үҙегеҙгә алһағыҙ, йәғни, өйөгөҙгә ҡайтарһағыҙ, мин һеҙҙе ҡаймаҡтан өҙмәм, тип уйлайым.
– Ә бына ҡаймаҡты һәм һөттө көн һайын минең өйөмә килтереп тороуҙы нисек ойошторорға уйлайһығыҙ?
– Бер нимәһе лә юҡ.Минең машинам бар. Көн һайын һеҙгә туҡталып китеү минең өсөн мәшәҡәт булмаясаҡ.
– О! Һеҙ автоледи икән!? – тип Ғирфан ҡаймаҡ һауытып асып, бик асыҡҡайнымы икән, шыйыҡ ҡаймаҡты эсеп тә күрһәтте.
Рәмзиә ҡаймаҡты көн һайын килтерәм, тиһә лә, ул әлегә был хаҡта уйламай. Һөттө көн һайын кешегә ташый башлаһаң, үҙеңә нимә ҡала? Үҙе ашамаған ҡаймаҡты бынау әрәм тамаҡҡа ташып тормай бит инде.
– Ғирфан ағай, мин шуныһын беләм, Наҡыяны әйтәм, ул һеҙҙе көтә. Тик һеҙҙән ҡыйыуыраҡ аҙымдар кәрәк. Үҙем ишеттем, шундай яғымлы, көслө ир икән. Малайы ла атаһын таптыра. Ни хәл итергә лә белмәйем, тик кире ҡайтарып ҡына ала алмайым инде. Өйөбөҙгә бер килепинһә,ҡәҙерләп кенә тотор инем, тип әйткән, тип тә ишетелде.
Иргә был туҙға яҙмаған һүҙҙәрҙе ишетеү күңелле ине. Хатта ауыҙы йырылып, ҡаймаҡҡа буялған ирендәре ялтырап китте. Эргәләге кешеләр уларға боролоп-боролоп ҡарай.
– Әйҙә, бынан китәйек, – тине Рәмзиә. – Беҙҙең нимә хаҡында һөйләшкәнде белмәһендәр.
Ғирфанға был һүҙҙәр оҡшаманы:
– Былар барыһы ла – минең дуҫтарым. Уларҙан минең серем юҡ. Егеттәрем һәр ваҡыт минең яҡлы булды.
– Ярай, улайһа, мин ҡабаланам, – тине Рәмзиә. – Иртәгә берәр букет алырға онотма. Шоколад тотҡан бул, малайыңа – уйынсыҡ.
– Сәскә, шоколад, уйынсыҡ... Беләһеңме, күпме аҡса кәрәк? Иң кәмендә – ике-өс мең! – тип ыңғырашты ир. Күренеп тора, аҡса һығып ҡалырға самалай.
– Ярай, улайһа, бер букетлыҡ һәм малайыңа шоколадлыҡ бирәм – мең тәңкә. Башҡа аҡсам юҡ.
– Һеҙ мине шикләндерә башланығыҙ,– тине Ғирфан. – Бая ғына бик ҡаты, иркен һөйләшә инегеҙ. Иң кәмендә унлап һыйырығыҙ барҙыр, тип уйлағайным.
– Уныһы ла булыр, – тине Рәмзиә. – Әйҙә, мин һине хәҙер үк алып китәм.
– Ҡайҙа алып китәһең?
– Ҡайҙа тип... Кәләшең янына алып барам.
– Әйҙә һуң барайыҡ. Күптән мунса төшкән юҡ. Уларҙың мунсаһының шәплеген күрһәң!
Рәмзиә ҡабаланды. Тиҙ генә ирҙе машинаһына алып барып ултыртты. Ярай, бер нимәһенә лә теймәгәндәр. “Алтылы” Ғирфанды аптырата төштө, буғай. Шулай ҙа, өндәшмәне. Рәмзиә йүгереп төшөп, гөлләмә һәм шоколад һатып алды.
Юламановтарҙың өйөнә килеп еткәс, Ғирфан Рәмзиәнең телефонын һәм адресын һорап алды. “Минән һәйбәт хәбәрҙәр көтөгөҙ”, – тип төшөп ҡалды.
Рәмзиә, ҡыуанып, ҡайтып китте. Тап ошо минуттарҙа Наҡыя янына Айзат килергә тейеш. Хәҙер сәскәләрен күтәреп, Ғирфан барып керһә, эш бешә икән!
Ә был ваҡытта Наҡыя йүгереп-йүгереп Айзат менән Нәғимәне эҙләй ине. Юҡ инде, һис табырлыҡ түгел. Шым ғына мунса эргәһенә килгәйне, ҡайҙандыр мөңгөрҙәшкәндәре ишетелде. Мунсаға инеп ҡараны, берәү ҙә юҡ. Тауыш ҡыналары алма баҡсаһынан килә түгелме һуң? Кереп ҡараһа, алмағас күләгәһендә һөйләшеп ултыралар. Наҡыя эстән генә һеңлеһен әрләй. Уф! Бер туған һеңлең дә үҙен шулай тотҡас инде, башҡаларға ни ышаныс?!
Нәғимә ваҡиғалар ағышын үҙ ҡулына алырға тырыша түгелме һуң?
– Апай, сәйең ни эшләй ул унда? Әҙерме? Айзат сарсағандыр ул...
Сарсамағайы. Ҡара әле, үҙенән өлкән егеткә Айзат, тип торһон әле! Ағай, һис юғы, еҙнә тип тә әйтмәй бит әле!
– Сәй әҙер ул, – тине. – Ташый башлаһаң да була...
Юҡ, ҡуҙғалырға уйламай һеңлеһе. Апттырағас, өҫтәл аҫтынан тос ҡына бер тибергә тура килде.
Һиҙҙе һеңлеһе, кемдең хужа, кемдең апай икәнлеген. Шунда уҡ сығып йүгерҙе. Өҫтәлгә электр самауыры килеп ултырҙы, тәм-том өйөлдө, ҡунаҡ килтергән шоколад асылды. Һөттө алырға тип сыҡҡан Нәғимә ауыҙын йырып, ҡыуана-ҡыуана еҙнәһе Ғирфанды эйәртеп килеп инде. Ирен күргән Наҡыяның кәйефе шунда уҡ төштө. Айзат менән Ғирфан Ғүмәр улын таныштырҙылар. Улар бер-береһен белмәй икән. Ғирфан бик ентекләп Айзатты ҡараны һәм уның ҡатыны менән түгел, ә ҡатынының күпкә йәшерәк һеңлеһе менән ҡыҙыҡһыныуын күргәс, шыпа тынысланды.
Ә Наҡыя үҙенең хоҡуҡтарын белә. Һеңлеһен йүгертте генә. Әле тегеһен, әле быныһын ташытып, өҫтәл артына ултырырға мөмкинлек бирмәне, тип әйтерлек.
– Һеҙҙең иғтибарығыҙҙы бер генә минутҡа мөмкинме? – тине Ғирфан өҫтәл артында ултырғандарға күҙ ташлап. – Мин бик яуаплы, һеҙҙең өсөн дә, үҙем өсөн дә кәрәкле эш менән йөрөйөм. Мин бер нисә йыл элек Наҡыяға өйләнеп, үҙемде һәм уны бәхетле иткәйнем. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында, беҙҙең никах тарҡала яҙыу кимәленә етте. Ләкин мин ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшеүҙе кәрәкле тип таптым. Күрәһегеҙме, бына минең улым үҫеп килә. Мин уны үҙем ҡатыным менән тәрбиәләргә теләйем.
Азат, Наҡыя менән Ғирфандың улы була инде, нимә хаҡында һүҙ барғанын төшөндөмө, юҡмы, билдәһеҙ. Ләкин ул нимәлер һиҙенеп: “Атай, атай, мин йоҡлайым”, – тип Айзаттың алдына менеп ултырыуҙы уңайлыраҡ тип тапты.
– Ғирфан Ғүмәрович! –тине теше араһынан һәр өндө ҡыҫып сығарып Наҡыя. – Мин һеҙҙе саҡырып килтермәнем! Һеҙ минең бер тапҡыр бәхетемде урланығыҙ инде. Был осраҡ һеҙҙең өсөн икенсе тапҡыр булмаясаҡ! Һеҙ, йә хәҙер үк сығып китәһегеҙ, йә мин һеҙҙе төрткөләп сығарам! – тип Наҡыя Ғирфанға килеп йәбеште һәм уны һуҡҡылап-төрткөләп, урам яғына ҡыуа башланы.
– Ипләп, ипләп! Һеҙ минең кейемемде бысратаһығыҙ! – тине тегеһе. – Ниндәй халыҡ һеҙ, үҙҙәре саҡырып килтерә, үҙҙәре ҡыуап сығара. Ҡайҙа минең бейсболка?..
Урамға сыҡҡас, ирҙең алдына ғына сәскә гөлләмәһе келеп төштө. Ғирфан гөлләмәне тибеп осороп китергә уйлағайны, урамда бер кеше юҡлығын күргәс, сәскәләрҙе ҡулына алды һәм йәһәт-йәһәт атлап, автобус туҡталышына ыңғайланы.
Ғирфандың ҡыуып ҡайтарылыуы Юламановтарҙың ихатаһы эсендә яңы тамырланған кисерештәрҙе саҡ ҡына ла еңеләйтмәне. Ә, киреһенсә, оторо көсәйтте генә. Айзат Наҡыяға һүҙ ҙә ҡушмай, күҙ ҙә һалмай, уның иғтибарын Нәғимә тулыһынса аймап алды һәм ваҡиғалар артабан да ҡуйыра башланы.
Дауамы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: