+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Октябрь 2020, 21:56

ТАШ ЙЫЛЫҺЫ. Мажаралы бәйән. Бишенсе бүлек, аҙағы.

Урал тауҙарының Башҡортостандағы өлөшөнә урындағы фауна һәм флораны өйрәнеү өсөн килгән Фрид әфәнде Зоммер ошо бер нисә көн эсендә үҙенә еткерелгән заданиены үтәйәсәк һәм ябасаҡ. Халыҡ-ара ойошма исеменән килгән, йәнәһе, тәбиғәтте өйрәнеүсе әфәнде бик ҡурҡыныс һәм яуаплы эшкә тотонғайны. Үҙенә күрә матур ғына команда ла туплағайны. Сәфәрен рәсмиләштереү йәһәтенән ул барыһын да эшләне. Хәҙер ошо ваҡиғанан һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, Фрид әфәнде тарафынан ниндәй етешһеҙлектәргә юл ҡуйылыуы, киләсәктә ниндәй хаталарҙы ҡабатламау хаҡында ентекле отчет булыр. Әлегә Фрид әфәнде ер өҫтөндә йөрөһә лә, ер аҫтында уның яҙмышы хәл ителә. Әфәнде бындағы кешеләр менән аралашып, шуға ышанды: бындағыларҙың күбеһе арзан ғына хаҡҡа һатылып, үҙҙәренең иманын аяҡ аҫтына һалып тапарға әҙер, тигән һүҙҙәр һис тә дөрөҫ түгел икән. Бынау ике ашнаҡсы ҡатындан алып, ҡурсаулыҡ етәксеһе, уның ярҙамсылары, шулай уҡ Абсалахов алып килгән кешеләр араһында төрлөһө бар. Улар үҙҙәренең тыуған яҡтарын сикһеҙ ярата һәм ошо ерҙең тарихына ҡағылышлы ҡомартҡыларҙы сит-ят кешеләргә еңел генә тоттороп ебәреүгә ҡаршы. Сөнки ошо тауҙармы, әлеге Күнгән мәмерйәһеме, хатта уның ябай ғына ташы булһынмы, бындағы халыҡҡа яҡын һәм ҡәҙерле икән.

ТАШ ЙЫЛЫҺЫ.
Мажаралы бәйән.
Бишенсе бүлек, аҙағы.

Беҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, Фрид әфәнденең сәфәренең маҡсатын саҡ ҡына булһа ла астыҡ, шикелле. Бының үҙ сәбәбе бар. Бынан ун йылдар самаһы элек Фрид Зоммер Испаниялағы мәмерйәләрҙең береһендә йәнлектәр төшөрөлгән бер һүрәт эргәһендә төрлө тишектәр күреп, ғәжәпкә ҡалғайны. Тиҫтәләрсә мең йыл элек төшөрөлгән һүрәттәрҙең һаҡланыу рәүеше бер мәсьәлә булһа, ә уның эргәһендәге ҙур ғына тишектәр Фрид Зоммер әфәндене гидҡа һорауҙар бирҙертергә мәжбүр итте.
– Ғәҙәттә, беҙгә бындай һорауҙы ҡыҙыҡһынған кешеләр бирә, – тине гид. – Һеҙҙең һорауығыҙҙың маҡсаты нимәләлер, белмәйем, ләкин шуныһы асыҡ, был тишектәр ошо һүрәттең һаҡланыуын тәьмин итеү өсөн ҡаянын айырып алыу маҡсатында эшләнгән.
Өҫтәмә белешмә алғас, шул асыҡланды, Испания диктаторы Франко үҙе, әллә яҡындарынан берәү ҡаялағы һүрәтте, ташы менән бергә айырып алып, дәүләт музейына ҡуйырға теләк белдергән. Ләкин тештәре, йәғни бырауҙары үтмәгән.
Ғүмер буйы шундай ҡара эштәр менән шөғөлләнгән әфәнде барлыҡ донъя буйлап тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен эҙләй башланы. Ә улар иһә, күп тә түгел икән. Испанияла, Францияла һәм Рәсәйҙең Башҡортостан исемле төбәгендә бар. Бер әшнәһе һөйләүе буйынса, мәҫәлән, Башҡортостандағы һүрәттәрҙе бер көс һалмайынса, айырып алырға мөмкин. Уның өсөн бик ҙур аҡса түләүҙәре лә ихтимал. Фрид әфәндегә тәбиғәтте һаҡлау буйынса халыҡ-ара ойошмаларҙың береһенә эшкә урынлашыу һәм уларҙың ярҙамында Урал тауҙарындағы мәмерйәләрҙә йәнлектәрҙе һәм үҫентеләрҙе өйрәнеү мәсьәләһен башлау ауырлыҡ тыуҙырманы. Бының өсөн улар, алда иҫкә алыныуынса, Румыниялағы мәмерйәләрҙең береһендә тәжрибә эштәре лә үткәрҙе һәм уның һөҙөмтәләре уңышлы, тип табылды.
Бына бөгөн был ойошмаға водитель сифатында ҡушылған Мирондың таштарҙы тишкеләй башлауына өс көн булды һәм барыһы ла план буйынса барһа, оҙаҡламай, ул: “Бына, шеф, Үректәге ҡамаларҙы видеоға төшөрҙөм”, тигән шартлы сигнал менән, ҡыуаҡлыҡтар араһынан килеп сығырға тейеш.
Мирон әлеге ваҡытта аккуммуляторҙан эшләүсе алмас башлы бырауҙар ярҙамында, кисә үк горизонталь буйынса боронғо һүрәт төшөрөлгән таштарҙы тишкеләп бөтөргә һәм һүрәтте ҡаяһы менән ҡутарып алырға тейеш ине. Ләкин ул бөгөн сыҡманы. Билдәһеҙлек Фрид Зоммерҙың алҡымынан алды һәм Мирондың сыҡмауының сәбәбен асыҡлау юлдарын эҙләргә мәжбүр итте. Бындағыларҙың береһе лә яуаплы эшкә барырлыҡ түгел. Мәмерйә эсендә көслө, йылғыр егеттәр кәрәк. Бәлки Миронды күтәреп алып сығырға тура килер. Ә бының өсөн таштан-ташҡа күсеп, ике километр самаһы араны үтергә кәрәк. Мирондың алдында евро һәм долларҙар тулы бер дипломат тора. Уны үрелеп алаһы ғына ҡалды. Хәҙер уның аҡсаһы көн элгәре ялланған вертолетҡа ултырып, Өфө аэропортына килеп етерлек кенә. Һүрәтле таш үҙ урынын алыу менән, шунда уҡ китап рәүешенә инәсәк һәм Өфө-Мәскәү-Берлин самолетында көнбайышҡа осасаҡ.
Борсолоу үҙенекен итте. Фрид әфәнде һуңғы тәүлектә бөтөнләй йоҡламаны. Нисек йоҡлап ятаһың, аҡса һалынды, заказсы көтә, ә эштең үтәлере билдәле түгел.
Кис менән, барыһы ла йоҡларға ятҡас, рюкзагына өр-яңы аккумуляторҙар тултырып, Фрид Зоммер әфәнде мәмерйә ауыҙына инеп китте. Тәүҙә километр самаһы еңел генә барғандай булды, аҙаҡ ҡара тиргә батты. Айырыуса, теге ярты километрға яҡын араны арҡандар ярҙамында төшөү мәшәҡәткә әйләнде. Шунан һуң тағы ла сәғәтлек юлдан һуң уң яҡта ышыҡ ҡына урында Мирон үҙенә ҡушылған эш менән мәшғүл булырға тейеш.
– Килдеңме? – тине Мирон уны күреү менән. – Ә мин һине кисә үк көткәйнем.
Уның битараф һәм һалҡын һөйләшеүе Фридтың асыуын килтерҙе:
– Тиҙ бул, нимә булды? – тине ул йыш-йыш тын алып. – Ни эшләп һаман сыҡмайһың?
– Һин еңел генә һөйләйһең, – тине Мирон. – Мә, әтеү үҙең тишеп ҡара.
Фрид электр бырауы менән ҡаяны тишеп ҡараны. Меңдәрсә уттың осоуын иҫәпкә алмағанда, бер хәрәкәт тә юҡ.
– Аккумуляторҙар ултырҙы, бырауҙар ашалып бөттө, ә был ҡаяларҙы тишерлек түгел. Беҙгә бырауҙар түгел, алмас бысҡылар алырға булған.
– Һин нимә һөйләйһең? – тине Фрид, хатта Миронды этеп ебәрҙе. – Заказсы хәҙер көтә!
– Уға бик кәрәкме? – тине тегеһе.
– Әлбиттә, кәрәк.
– Кәрәк булһа, килһен дә алһын, – тине водитель.
Шул ваҡыт көтөлмәгән хәл булды. Әллә ер һелкенде, әллә мәмерйә боронғо ҡомартҡыларҙы урлап алып китерҙәр, тип ҡурҡты, өҫтән, йөҙәр мең йылдар буйы өйөлөп ятҡан таштар, бар донъяны һелкетеп, аҫҡа ишелде. Хатта Фрид менән Мирон ҡысҡырырға түгел, нимә булғанын да аңлап өлгөрмәне. Тиҫтәләрсә вагонға һыймалы ҡая таштары ишелде һәм борондан ҡалған ҡомартҡыны һәм уны урларға теләүселәрҙе мәңгелеккә ҡаплап ҡуйҙы. Урал тауҙарында Күнгән мәмерйәһендә тағы ла бер мәңге сиселмәҫ сер артты.
Сит ил ҡунағына ялланыусыларҙың күбеһе эш хаҡын көндөкөн көнгә алып барғайны. Улар бик ҡыуанды, сөнки Фрид әфәнденең ҡайҙа юғалыуы хаҡында бер мәғлүмәт тә асыҡланманы. “Барлыҡ аҡсамды һуңынан алырмын”, – тигән Абсалахов “Урал” машинаһына дәғүә итеп ҡарағайны, уның электән үк ҡурсаулыҡ исеменә теркәлеүе асыҡланды.
Әле яңыраҡ Күнгән мәмерйәһендә тағы ла ике һүрәттең табылыуы билдәле булды.
Аҙағы.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: